Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тотанаҡлыҡ. Йәһүәнең хуплауын килтергән сифат

Тотанаҡлыҡ. Йәһүәнең хуплауын килтергән сифат

«Бер туғаным минең менән бәхәсләшә башлағас, мин уны муйынынан тотоп алдым да быуа башланым. Мин уны үлтерергә теләй инем» (Пол).

«Өйҙә мин юҡ-барға ҡыҙып китә торғайным. Мебелде, уйынсыҡтарҙы — ҡул аҫтында булған бөтә нәмәне вата инем» (Марко).

Бәлки, беҙҙең шундай хәлгә еткәнебеҙ юҡтыр. Шулай ҙа, Әҙәмдән күскән гонаһ арҡаһында, ҡайһы саҡ барыбыҙға ла тотанаҡлыҡ сағылдырыуы еңел түгел (Рим. 5:12). Берәүҙәргә, Пол менән Марко осрағындағы кеүек, үҙ холҡон йүгәнләүе ауыр. Икенселәргә уйҙарын контролдә тотоуы ауыр. Улар еңел генә ҡурҡыу йә тиҫкәре хистәр уятҡан уйҙарға бирелә. Ә кемгәлер әхлаҡһыҙ уйҙар менән көрәшергә йә иҫергәнсе эсеү һәм наркотик ҡулланыу теләгенә ҡаршы торорға тура килә.

Ундай уйҙарға, теләктәргә һәм эштәргә бирелгән кешеләр үҙ тормошон емерә ала. Шундай хәлгә эләкмәҫкә беҙгә нимә ярҙам итер? Рух емешенә кергән тотанаҡлыҡ сифатын үҫтереү (Гал. 5:22, 23). Әйҙәгеҙ, бындай өс һорауҙы ҡарап сығайыҡ: 1) Нимә ул тотанаҡлыҡ? 2) Ни өсөн ул шул тиклем мөһим? 3) Был сифатты нисек үҫтереп була? Беҙ шулай уҡ тотанаҡлыҡ етмәгәндә нимә эшләп булғанын белербеҙ.

ТОТАНАҠЛЫҠ НИМӘ УЛ?

Тотанаҡлы кеше үҙенең һәр теләгенә буйһоноп йәшәмәй. Киреһенсә, ул Йәһүәне күңелһеҙләндерә алған эштәрҙән һәм һүҙҙәрҙән һаҡлана.

Ғайса тотанаҡлыҡ сағылдырыуҙа камил үрнәк күрһәткән

Ғайса Мәсих тотанаҡлыҡтың үҙ эсенә нимә алғанын күрһәткән. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы» (1 Пет. 2:23). Яфаланыу бағанаһында дошмандарының мыҫҡыллап көлөүҙәрен ишеткәндә, Ғайса үҙен ҡулда тотҡан (Матф. 27:39—44). Был ваҡиғанан алдараҡ дини етәкселәр уны «һүҙҙә эләктерергә» теләп төрлө һорауҙар биргәндә лә, Ғайса улар менән бәхәскә инмәгән (Матф. 22:15—22). Шулай уҡ, ярһыған йәһүдтәр уны таш атып үлтерергә тырышҡанда, Ғайса, уларҙан үс алыу урынына, йәшеренгән дә ғибәҙәтхананан сығып киткән (Яхъя 8:57—59).

Беҙ Ғайсанан үрнәк ала алабыҙмы? Эйе, билдәле бер дәрәжәлә был хәлебеҙҙән килә. Илсе Петр былай тип яҙған: «Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте» (1 Пет. 2:21). Камил булмаһаҡ та, беҙ, Ғайсаның эҙенән мөмкин тиклем теүәлерәк барырға тырышып, тотанаҡлыҡ сағылдыра алабыҙ. Ни өсөн был үтә мөһим?

НИ ӨСӨН ТОТАНАҠЛЫҠ ШУЛ ТИКЛЕМ МӨҺИМ?

Тотанаҡлыҡ сағылдырмайынса, Йәһүәнең хуплауын алып булмай. Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт итһәк тә, әгәр һүҙҙә һәм эштә тотанаҡлы булмаһаҡ, беҙ уның менән дуҫлығыбыҙҙы юғалтырға мөмкин.

«Ер йөҙөндәге бар кешеләрҙең иң йыуашы» булған Мусаның миҫалына иғтибар итәйек (Һан. 12:3). Ул тиҫтәләгән йылдар буйы израилдәрҙең зарланыуына түҙгән, әммә бер көндө ул тотанаҡлығын юғалтҡан. Халыҡ һыу етмәгәнгә ҡабат зарлана башлағас, Муса бик асыуланған һәм уларға тупаҫ итеп: «Тыңлағыҙ, фетнәселәр! Нимә, был ҡаянан һеҙгә һыу сығарып бирәйекме?» — тип әйткән (Һан. 20:2—11).

Шул көндө Муса үҙен ҡулда тотмаған. Ул Йәһүәне мөғжизәле рәүештә һыу биргәне өсөн данламаған (Зәб. 106:32, 33). Шул арҡала Йәһүә уға Вәғәҙә ителгән ергә керергә рөхсәт итмәгән (Һан. 20:12). Муса, моғайын, ғүмеренең аҙағына тиклем шул осраҡта тотанаҡлыҡ сағылдырмағанына үкенгәндер (Ҡан. 3:23—27).

Беҙ бынан ниндәй һабаҡ алабыҙ? Хәҡиҡәттә инде күп йылдар булһаҡ та, беҙ асыуыбыҙҙы сығарған йә үҙен насар тотҡан кешеләр менән ихтирамһыҙ һөйләшергә тейеш түгел (Ефес. 4:32; Кол. 3:12). Эйе, олоғайған һайын һаулыҡ насарая бара, шуға күрә сабырлыҡ сағылдырыуы ауырыраҡ булырға мөмкин. Әммә Мусаның миҫалын онотмағыҙ. Беҙ, тотанаҡлыҡ юғалтып, Йәһүә алдында ҡаҙанған абруйыбыҙға тап төшөрөргә теләмәҫ инек. Был мөһим сифатты нисек үҫтереп була?

ТОТАНАҠЛЫҠ СИФАТЫН НИСЕК ҮҪТЕРЕРГӘ?

Изге рух һорап доға ҡылығыҙ. Был мөһим, сөнки тотанаҡлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе, ә Йәһүә изге рухты һорағандарға бирә (Лука 11:13). Үҙенең рухы ярҙамында Йәһүә беҙгә тотанаҡлы булыр өсөн көс бирә (Флп. 4:13, ЯДТ). Ул шулай уҡ беҙгә изге рух емешенең башҡа сифаттарын да (шул иҫәптән яратыу) сағылдырырға ярҙам итә. Ә был сифаттар, үҙ сиратында, беҙгә тотанаҡлы булырға ярҙам итә ала (1 Кор. 13:5).

Тотанаҡлыҡ сағылдырырға ҡамасаулаған бар нәмәнән һаҡланығыҙ

Тотанаҡлы булырға ҡамасаулаған бар нәмәнән һаҡланығыҙ. Мәҫәлән, насар эштәргә этәргән сайттарҙан һәм күңел асыуҙарҙан ситтә тороғоҙ (Ефес. 5:3, 4). Ысынында, беҙ дөрөҫ булмаған эштәргә ҡотортҡан бар нәмәнән һаҡланырға тейеш (Ғиб. һүҙ. 22:3; 1 Кор. 6:12). Мәҫәлән, енси дәрт тойғоһона тиҙ бирелеүсән кеше, бәлки, романтик китаптар уҡыуҙан һәм шундай фильмдар ҡарауҙан баш тартырға булыр.

Был кәңәш буйынса эш итеү еңел булмаҫҡа мөмкин. Ләкин, тырышлыҡтар һалһаҡ, Йәһүә беҙгә үҙебеҙҙе ҡулда тоторға көс бирер (2 Пет. 1:5—8). Ул уйҙарыбыҙҙы, һүҙҙәребеҙҙе һәм эштәребеҙҙе контролдә тоторға ярҙам итер. Мәҡәлә башында иҫкә алынған Пол менән Марко осрағында шулай булған да: улар үҙҙәренең ҡыҙыу холҡон йүгәнләргә өйрәнгән. Ә башҡа бер ағай-ҡәрҙәш, машина йөрөткәндә, йыш ҡына ҡыҙып киткән һәм хатта башҡа водителдәр менән әрләшкән. Уға нимә ярҙам иткән? Ул былай ти: «Мин көн һайын ҡайнар доға ҡылдым. Тотанаҡлыҡ тураһындағы мәҡәләләрҙе өйрәндем һәм шул темаға ҡағылышлы аяттар ятлап алдым. Был сифатты инде бер нисә йыл үҫтерергә тырышһам да, мин әле лә көн дә иртән тыныс булырға маҡсат ҡуям. Шулай уҡ, бер ҡайҙа ла ашыҡмаҫ өсөн, өйҙән иртәрәк сығырға тырышам».

ТОТАНАҠЛЫҠ ЕТМӘГӘНДӘ НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

Ҡайһы ваҡыт беҙ тотанаҡлыҡ юғалтабыҙ. Шундай саҡтарҙа беҙ, бәлки, Йәһүәгә доға ҡылырға бик уңайһыҙланабыҙҙыр. Әммә ундай ваҡытта доға ҡылыу айырыуса мөһим. Шуға күрә тиҙерәк доға ҡылығыҙ. Йәһүәгә ғәфү итеүен һорап ялбарығыҙ, унан ярҙам һорағыҙ һәм хатағыҙҙы ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ (Зәб. 51:9—11). Йәһүә мине тыңламаҫ, тип уйламағыҙ (Зәб. 102:17). Илсе Яхъя былай тип иҫебеҙгә төшөрә: «Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра» (1 Яхъя 1:7; 2:1; Зәб. 86:5). Шуны иҫтә тотоғоҙ: Йәһүә беҙҙе башҡаларҙы ҡат-ҡат ғәфү итергә өндәй. Тимәк, ул үҙе лә беҙҙе ҡат-ҡат кисерә (Матф. 18:21, 22; Кол. 3:13).

Муса сүлдә тотанаҡлыҡ юғалтҡанда, Йәһүә бик күңелһеҙләнгән. Шулай ҙа Йәһүә уны ғәфү иткән. Һәм Изге Яҙмала Муса ғәжәп иманлы кеше итеп тасуирлана (Ҡан. 34:10; Евр. 11:24—28). Йәһүә Мусаға Вәғәҙә ителгән ергә керергә рөхсәт итмәһә лә, ул уға ерҙәге ожмахта мәңгелек тормош бүләк итәсәк. Артабан да тотанаҡлыҡ үҫтерергә тырышһаҡ, беҙ ҙә шундай киләсәккә өмөтләнә алабыҙ (1 Кор. 9:25).