Уҡыусыларҙың һорауҙары
«Рух емеше» Галаттарға 5:22, 23-тә һанап кителгән сифаттарҙан ғына торамы?
Был аяттарҙа мәсихселәргә хас бындай туғыҙ сифат телгә алына: «Ә рух емеше — мөхәббәт, шатлыҡ, тыныслыҡ, түҙемлек, игелек, яҡшылыҡ, иман, йыуашлыҡ, тотанаҡлыҡ» (Гал. 5:22, 23, ЯДТ). Шулай ҙа, изге рух беҙгә ошо сифаттарҙы ғына үҫтерергә ярҙам итә, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине.
Илсе Павелдың алдағы аяттарҙа нимә тип яҙғанына иғтибар итегеҙ: «Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был — фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ, ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу, хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар» (Гал. 5:19—21). Тимәк, Павел гонаһлы тәндең башҡа эштәрен дә, мәҫәлән, Колосстарға 3:5-тә килтерелгән эштәрҙе лә телгә ала алыр ине. Шуның шикелле, туғыҙ сифатты иҫкә алғандан һуң, ул: «Шундай сифаттарға ҡаршы бер ниндәй ҡанун юҡ», — тип яҙған. Шуға күрә Павел изге рух ярҙамында үҫтереп булған бөтә сифаттарҙы ла әйтеп биреүҙе маҡсат итеп ҡуймаған.
Павелдың Ефес йыйылышына яҙған хатын иҫкә төшөрәйек. Унда Павел бындай сифаттар хаҡында яҙған: «Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора» (Ефес. 5:8, 9). Эйе, бында ғәҙеллек һәм хәҡиҡәт менән бергә килтерелгән «изгелек», йәғни яҡшылыҡ — «яҡтылыҡ емешенең» өлөшө, әммә ул шулай уҡ «рух емешен» тәшкил иткән сифаттарҙың береһе.
Шуның шикелле, Павел Тимофейҙы бындай алты сифат үҫтерергә дәртләндергән: «Тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш» (1 Тим. 6:11). Был сифаттарҙың өсөһө генә (иман, мөхәббәт һәм баҫалҡылыҡ, йәғни йыуашлыҡ) «рух емешенең» яҡтары итеп һүрәтләнгән. Әммә Тимофей шулай уҡ «тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа... сабырлыҡта» уңышҡа өлгәшер өсөн дә изге рух ярҙамына мохтаж булған. (Колосстарға 3:12 һәм 2 Петр 1:5—7 менән сағыштырығыҙ.)
Шулай итеп, Галаттарға 5:22, 23-тә мәсихселәргә хас бөтә сифаттар ҙа телгә алынмаған. Эйе, изге рух беҙгә «рух емешен» тәшкил иткән туғыҙ сифатты үҫтерергә ярҙам итә. Әммә беҙгә, рухи яҡтан етлеккән мәсихселәр булып китер өсөн һәм «Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә» әйләнер өсөн, башҡа күп сифаттар ҙа үҫтерергә кәрәк (Ефес. 4:24).