Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

23-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә менән һин яңғыҙ түгел

Йәһүә менән һин яңғыҙ түгел

«Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына... яҡын» (ЗӘБ. 145:18).

28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн Йәһүәнең хеҙмәтселәре ҡайһы ваҡыт үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоя?

ЯҢҒЫҘЛЫҠ хисе күптәргә таныш. Ҡайһы берәүҙәр был хискә ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына бирелә, ә кемдер уның менән йылдар буйы көрәшә. Хатта кешеләр араһында ла беҙ үҙебеҙҙе яңғыҙ итеп тойорға мөмкин. Кемгәлер, мәҫәлән, яңы йыйылышҡа өйрәнеп китеүе ауыр. Ә кемдер татыу ғаиләлә үҫкән, шуға яңы урынға күсенгәс, туғандарын бик һағына. Башҡалар, яҡын кешеһен юғалтҡанға, яңғыҙлыҡтан интегә. Ә ҡайһы берәүҙәр, айырыуса күптән түгел хәҡиҡәткә килгәндәр, үҙҙәрен ситләтелгән итеп тоя, сөнки туғандары һәм дуҫтары уның ҡараштарын уртаҡлашмай һәм хатта уға ҡаршы килә.

2. Беҙ ниндәй һорауҙарға яуап ҡарап сығырбыҙ?

2 Йәһүә беҙҙең турала барыһын белә һәм хистәребеҙҙе аңлай. Беҙ үҙебеҙҙе яңғыҙ хис иткәндә, Йәһүә быны күрә һәм ярҙам итергә теләй. Әммә ул быны нисек эшләй? Ә беҙ үҙебеҙгә нисек ярҙам итә алабыҙ? Йыйылышта яңғыҙлыҡ хисе менән көрәшкән ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итеп була? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуаптарҙы ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕҢ ХИСТӘРЕБЕҘГӘ ИҒТИБАРЛЫ

Йәһүә, фәрештәне ебәреп, Ильясты ул бер үҙе түгел икәненә ышандырған (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)

3. Йәһүә Ильяс хаҡында нисек ҡайғыртҡан?

3 Йәһүә үҙенең бөтә хеҙмәтселәренең именлеге хаҡында ҡайғырта. Ул беҙҙең һәр беребеҙгә яҡын. Берәйебеҙ бойоҡһа, Йәһүә шунда уҡ быға иғтибар итә (Зәб. 145:18, 19). Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең Ильяс пәйғәмбәргә ҡарата нисек иғтибарлы булғанын иҫебеҙгә төшөрәйек. Был тоғро пәйғәмбәрҙең хеҙмәте Израиль халҡының ауыр осорона тура килгән. Хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр Йәһүәне кире ҡаҡҡан һәм уның хеҙмәтселәрен ҡаты эҙәрләгән, ә Ильяс пәйғәмбәргә улар айырыуса ҡаты һөжүм иткән (1 Бат. 19:1, 2). Өҫтәүенә ул, Аллаға хеҙмәт иткән пәйғәмбәрҙәрҙән мин бер үҙем генә ҡалдым, тип борсолған (1 Бат. 19:10). Йәһүә шунда уҡ быны күргән һәм Ильясҡа ярҙам итер өсөн фәрештәһен ебәргән. Фәрештә Ильясты яңғыҙ булмағанына һәм Израилдә күп тоғро пәйғәмбәрҙәр хеҙмәт иткәненә ышандырған (1 Бат. 19:5, 18).

4. Туғандары һәм дуҫтары ҡалдырып киткән хеҙмәтселәрен Йәһүә нисек ҡайғырта, һәм Марк 10:29, 30-ҙағы һүҙҙәр быны нисек күрһәтә?

4 Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып китер өсөн беҙгә күп ҡорбандарға барырға тура килә. Йәһүә быны аңлай. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәрҙе туғандары һәм дуҫтары кире ҡаға. Бер тапҡыр илсе Петр Ғайсанан: «Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек. Бының өсөн беҙгә ни булыр?» — тип һораған (Матф. 19:27). Бәлки, Петрҙың тауышында борсолоу һиҙелгәндер. Ғайса уларҙы игелек менән ҙур рухи ғаиләгә эйә булырҙарына ышандырған. (Марк 10:29, 30-ҙы уҡығыҙ.) Шулай уҡ Йәһүә Атайыбыҙ ҙа уға хеҙмәт итергә теләгәндәрҙе ҡалдырмаясағын вәғәҙә иткән (Зәб. 9:10). Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе яңғыҙ хис иткәндә, Йәһүәнән нисек ярҙам алып булғанын ҡарап сығайыҡ.

ЯҢҒЫҘЛЫҠ ХИСЕ МЕНӘН НИСЕК КӨРӘШЕРГӘ?

5. Йәһүәнең һеҙҙең хаҡта ҡайғыртҡаны тураһында уйланыу ни өсөн файҙалы?

5 Йәһүәнең һеҙҙең турала нисек ҡайғыртҡанына иғтибар итегеҙ (Зәб. 55:22). Был һеҙгә тыуған хәлгә киңерәк ҡарарға ярҙам итер. Кейәүҙә булмаған Кэрол * исемле апай-ҡәрҙәштең һүҙҙәренә иғтибар итәйек. Уның туғандары Йәһүә шаһиты түгел. Ул былай тип бүлешә: «Ауыр саҡтарҙа Йәһүә мине элек нисек нығытҡаны тураһында уйланһам, яңғыҙлыҡ тойғоһо артҡа сигенгәндәй була. Был Йәһүә мине киләсәктә лә ҡалдырмаясағына ышандыра».

6. 1 Петр 5:9, 10-дағы һүҙҙәр яңғыҙлыҡ менән көрәшеүҙә нисек ярҙам итә?

6 Йәһүәнең башҡа ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам иткәне хаҡында уйланығыҙ. (1 Петр 5:9, 10-ды уҡығыҙ.) Туғандары хәҡиҡәттә булмаған Хиро́си исемле ағай-ҡәрҙәш инде күп йылдар Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә. Ул былай ти: «Ҡараһаң, йыйылышта һәр кемдең ниндәйҙер ауырлыҡтары бар. Әммә, быға ҡарамаҫтан, улар бар көсөн һалып Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итә. Быны аңлау туғандары Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән ҡәрҙәштәргә көс өҫтәй ала».

7. Доға ҡылыу һеҙгә нисек ярҙам итә?

7 Йыш доға ҡылығыҙ, Изге Яҙманы уҡығыҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмағыҙ. Йәһүәгә доға ҡылғанда, үҙ хистәрегеҙҙе белдерегеҙ (1 Пет. 5:7). Масиель исемле бер ҡыҙ Йәһүә шаһиты булып киткәс, туғандары унан баш тартҡан. Ул былай тип һөйләй: «Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылыу миңә яңғыҙлыҡ хисен еңергә ярҙам итте. Йәһүә минең өсөн ысын Атай булып китте. Мин уға көн һайын ҡат-ҡат доға ҡылдым һәм барыһын да һөйләнем».

Изге Яҙманың һәм баҫмаларыбыҙҙың аудиояҙмаларын тыңлау яңғыҙлыҡ хисе менән көрәшергә ярҙам итә (8-се абзацты ҡарағыҙ.) *

8. Изге Яҙмаларҙы уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу һеҙгә нисек ярҙам итә?

8 Изге Яҙманы регуляр рәүештә уҡығыҙ һәм Йәһүәнең һеҙҙе яратҡанын иҫбатлаған өҙөктәргә иғтибар итергә тырышығыҙ. Бьянка исемле апай-ҡәрҙәшебеҙгә туғандарының тәнҡитләүен гел ишетергә тура килә. Ул былай ти: «Минең ауырлыҡтарыма оҡшаш ауырлыҡтарға осраған Йәһүәнең боронғо һәм бөгөнгө хеҙмәтселәре тураһында уйланыу миңә бик ярҙам итә». Ҡайһы бер мәсихселәр Изге Яҙманан үҙҙәрен йыуатҡан аяттарҙы ятлап ала, мәҫәлән, Зәбур 27:10 һәм Ишағыя 41:10. Ә башҡаларға, Изге Яҙманы уҡығанда йә осрашыуҙарға әҙерләнгәндә, баҫмаларҙың аудиояҙмаларын тыңлау үҙҙәрен яңғыҙ хис итмәҫкә ярҙам итә.

9. Йыйылыш осрашыуҙары һеҙгә нисек ярҙам итә?

9 Осрашыуҙарға регуляр рәүештә йөрөргә тырышығыҙ. Осрашыуҙарҙың программаһынан һеҙ күп файҙа алырһығыҙ һәм ҡәрҙәштәр менән яҡшыраҡ танышырһығыҙ (Евр. 10:24, 25). Юғарыла иҫкә алынған Масиель былай ти: «Мин бик оялсан булһам да, һәр осрашыуҙа булырға һәм унда ҡатнашырға тырыштым. Был миңә үҙемде йыйылыштың өлөшө итеп хис итергә ярҙам итте».

10. Ни өсөн ҡәрҙәштәр менән дуҫлашыу бик мөһим?

10 Тоғро мәсихселәр араһында дуҫтар табығыҙ. Һис шикһеҙ, һеҙ башҡаларҙан күп нәмәгә өйрәнә алаһығыҙ. Шуға күрә ҡәрҙәштәр менән танышырға тырышығыҙ. Төрлө йәштә йә төрлө мәҙәниәттән булыуығыҙ һеҙгә ҡамасауламаһын. Изге Яҙмала яҙылғанса, ололар ҙур тормош тәжрибәһенә эйә (Әйүп 12:12). Әммә шул уҡ ваҡытта улар йәштәрҙән дә күп нәмәгә өйрәнә ала. Дауыт менән Йонафандың йәш айырмаһы ҙур булһа ла, был уларға яҡын дуҫтар булырға ҡамасауламаған (1 Сам. 18:1). Улар ауыр саҡтарҙа бер-береһенә таяныс булған, һәм был уларға Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға ярҙам иткән (1 Сам. 23:16—18). Ғаиләһендә Йәһүәгә бер үҙе хеҙмәт иткән Ирина бына нимә ти: «Йыйылыштағы дуҫтар беҙгә атай-әсәйебеҙ йә туғандарыбыҙ һымаҡ яҡын булып китә ала. Шулай итеп Йәһүә беҙҙең эмоциональ ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерә».

11. Яҡын дуҫлыҡ нимәгә нигеҙләнә?

11 Яңы дуҫтар табыу айырыуса оялсан ҡәрҙәштәргә еңел булмаҫҡа мөмкин. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, Йәһүә шаһиты булып киткән оялсан холоҡло Ратна исемле апай-ҡәрҙәш быны яҡшы аңлай. Ул былай ти: «Мин йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең ярҙамына мохтаж булғанымды таныйым». Башҡаларға үҙ хистәреңде бушатыу еңел булмаҫҡа мөмкин, әммә асыҡ аралашыу — яҡын дуҫлыҡтың нигеҙе. Дуҫтарығыҙ һеҙгә таяныс булырға теләй, әммә һеҙ үҙегеҙ тураһында һөйләмәһәгеҙ, улар нисек ярҙам итә алыр?

12. Йыйылышта дуҫтар табырға нимә ярҙам итә ала?

12 Ҡәрҙәштәр менән хеҙмәткә барыу — дуҫлашыр өсөн иң яҡшы ысул. Юғарыла иҫкә алынған Кэрол былай тип һөйләй: «Мин бергә вәғәзләгән йә теократик эштәрҙә ҡатнашҡан апай-ҡәрҙәштәр менән бик дуҫлаштым. Күп йылдар дауамында Йәһүә мине шул әхирәттәрем аша нығытып тора». Һис шикһеҙ, йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән йылы дуҫлыҡ үҫтереү бик мөһим. Дуҫтарыбыҙ аша Йәһүә беҙгә яңғыҙлыҡ хисен еңергә ярҙам итә (Ғиб. һүҙ. 17:17).

БАШҠАЛАРҒА ҮҘҘӘРЕН РУХИ ҒАИЛӘБЕҘҘЕҢ ӨЛӨШӨ ИТЕП ТОЙОРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

13. Йыйылышта һәр беребеҙҙә ниндәй яуаплылыҡ ята?

13 Йыйылышта яратыу һәм тыныслыҡ хөкөм һөрһөн өсөн һәм бер кем дә үҙен яңғыҙ хис итмәһен өсөн, барыбыҙ ҙа яуаплы (Яхъя 13:35). Беҙҙең игелекле һүҙебеҙ йә эшебеҙ берәй ҡәрҙәште ҡанатландырып ебәрә ала! Бына нимә ти бер апай-ҡәрҙәш: «Мин Изге Яҙманы өйрәнгәндә, ҡәрҙәштәр минең өсөн ғаилә булып китте. Улар ярҙам итмәһә, мин Йәһүәгә хеҙмәт итә башлай алмаҫ инем». Ә һеҙ ғаиләһендә бер үҙе генә Йәһүә шаһиты булған ҡәрҙәштәргә йыйылышта яратыу тойорға нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

14. Йыйылышта яңылар менән нисек дуҫлашып була?

14 Дуҫлашыр өсөн беренсе булып аҙым яһағыҙ. Өйрәнеүселәрҙе, яңы ғына һыуға сумдырылғандарҙы һәм башҡа йыйылыштан күскән ҡәрҙәштәрҙе йылы итеп ҡаршы алығыҙ (Рим. 15:7). Әммә был ғына әҙ. Маҡсатыбыҙ — яҡын дуҫлыҡ үҫтереү. Шуға күрә улар менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынығыҙ. Тормоштарына ҡыҫылмайынса, уларға ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәнен аңларға тырышығыҙ. Иҫтә тотоғоҙ: ҡайһы берәүҙәргә үҙ хистәре тураһында һөйләүе ауыр. Шуға күрә һорауҙар биргәндә ипле булығыҙ. Кешенең хәлдәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ һәм сабырлыҡ менән тыңлағыҙ. Мәҫәлән, уның нисек хәҡиҡәткә килгәне тураһында һорағыҙ.

15. Рухи яҡтан етлеккән ҡәрҙәштәр башҡаларға ниндәй ярҙам күрһәтә ала?

15 Рухи яҡтан етлеккән ҡәрҙәштәр, айырыуса өлкәндәр, имандаштарына эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, барыһы ла рухи яҡтан нығына. Мелиссаны хәҡиҡәттә әсәһе генә тәрбиәләгән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Күп йылдар дауамында минең өсөн ваҡыттарын йәлләмәгән һәм атай кеүек булған ағай-ҡәрҙәштәргә мин бик рәхмәтлемен. Миңә күңелемде бушатырға кәрәк булғанда, улар һәр ваҡыт янымда ине». Маурисио исемле йәш ағай-ҡәрҙәш менән өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәш хәҡиҡәтте ҡалдырғас, Маурисио үҙен ташланған итеп тойған. Ул былай тип бүлешә: «Өлкәндәр минең өсөн таяныс булды, улар миңә иғтибар күрһәтте, йыш аралашты, үҙҙәре менән хеҙмәткә алды һәм шәхси өйрәнеүҙә тапҡан фекерҙәр менән бүлеште. Беҙ хатта спорт менән бергә шөғөлләнә торғайныҡ». Хәҙер Мелисса һәм Маурисио Йәһүәгә тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша.

Йыйылышта һеҙҙең иғтибарға мохтаж булған ҡәрҙәштәр бармы? (16—19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

16, 17. Башҡаларға ярҙам итер өсөн беҙҙең тағы ниндәй мөмкинселектәр бар?

16 Ярҙам күрһәтегеҙ (Гал. 6:10). Тыуған яҡтарынан йыраҡта миссионер булып хеҙмәт иткән Лео исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ауыр хәлгә эләкһәң, хатта ябай игелекле эш тә ҙур ярҙам булып тойола. Хәтерләйем, бер көндө мин аварияға эләктем һәм өйгә ҡайтып етеүгә хәлдән тайған инем. Шунда бер пар мине үҙҙәренә ашап алырға саҡырҙы. Нимә ашағаныбыҙҙы иҫләмәйем, әммә уларҙың игелеген һәм мине иғтибар менән тыңлағандарын яҡшы хәтерләйем. Был миңә бик ярҙам итте».

17 Беҙ бөтәбеҙ ҙә конгрестарға йөрөргә яратабыҙ. Унда беҙҙең ҡәрҙәштәр менән күрешергә һәм программа тураһында фекер алышырға мөмкинселек бар. Әммә юғарыла иҫкә алынған Кэрол өсөн конгрестар — ысын һынау. Ул былай тип аңлата: «Конгресҡа килгәс, тирә-яҡта йөҙләгән, хатта меңләгән кеше, әммә уларҙың күбеһе — ғаиләләр, ә мин бер үҙем. Ундай ваҡыттарҙа яңғыҙлыҡ хисе айырыуса ныҡ һиҙелә». Тормош иптәшен юғалтҡан ҡәрҙәштәргә лә беренсе тапҡыр бер үҙҙәренә конгресҡа барыу бик ауыр булырға мөмкин. Бындай ауырлыҡтар менән осрашҡан берәй ҡәрҙәште беләһегеҙме? Ул саҡта уға ғаиләгеҙ менән бергә киләһе конгресҡа барырға тәҡдим итегеҙ.

18. Ҡунаҡ саҡырырға йыйынғанда, 2 Коринфтарға 6:11—13-тәге һүҙҙәрҙе нисек ҡулланып була?

18 Бергә ваҡыт үткәрегеҙ. Төрлө ҡәрҙәштәрҙе, айырыуса үҙҙәрен яңғыҙ хис иткәндәрҙе ҡунаҡҡа саҡырығыҙ. Образлы итеп әйткәндә, йөрәктәрегеҙҙе улар өсөн киң итеп асығыҙ. (2 Коринфтарға 6:11—13-тө уҡығыҙ.) Мелисса былай итеп иҫенә төшөрә: «Дуҫтарыбыҙ беҙҙе әсәйем менән ҡунаҡҡа йәки отпуск ваҡытында берәй ҡайҙа барып ҡайтырға саҡырғанда, беҙгә был бик оҡшай ине». Ә һеҙҙең йыйылышта иғтибарға мохтаж булған ҡәрҙәштәр бармы?

19. Йыйылышта айырыуса кем һәм ҡасан беҙҙең ярҙамға мохтаж булырға мөмкин?

19 Ҡайһы бер көндәрҙә ҡәрҙәштәр беҙҙең үҙҙәре янында булыуыбыҙға айырыуса мохтаж. Мәҫәлән, уларға байрамдар ваҡытында Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән туғандары араһында булыуы ауыр. Башҡалары билдәле бер көндәрҙә, мәҫәлән, яҡын кешеһенең үлгән көнө булғанда, үҙҙәрен бигерәк тә яңғыҙ хис итә. Әгәр беҙ шундай ҡәрҙәштәрҙе бергә ваҡыт үткәрергә саҡырһаҡ, улар беҙҙең эскерһеҙ ҡайғыртыуыбыҙҙы күрер (Флп. 2:20).

20. Ғайсаның Матфей 12:48—50-лә яҙылған һүҙҙәре үҙҙәрен яңғыҙ итеп хис иткән ҡәрҙәштәрҙе нисек нығыта ала?

20 Алланың хеҙмәтселәре ҡайһы саҡта үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоя, һәм быға төрлө сәбәптәр бар. Әммә Йәһүә беҙҙең күңелдә нимә булғанын яҡшы белә. Ул һәр ваҡыт беҙҙе йыуата һәм йыш ҡына быны ҡәрҙәштәребеҙ аша эшләй. (Матфей 12:48—50-не уҡығыҙ.) Беҙ, ярҙамға мохтаж булған ҡәрҙәштәрҙе нығытып, Йәһүәнең ҡайғыртыуы өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Үҙебеҙҙе нисек кенә хис итһәк тә, беҙ яңғыҙ түгел, сөнки Йәһүә һәр ваҡыт яныбыҙҙа!

46-СЫ ЙЫР Рәхмәт, Йәһүә!

^ 5 абз. Ҡайһы ваҡыт һеҙ үҙегеҙҙе яңғыҙ итеп тояһығыҙмы? Ул саҡта шуны онотмағыҙ: Йәһүә һеҙҙең хистәрегеҙҙе аңлай һәм һеҙгә ярҙам итергә теләй. Был мәҡәләлә яңғыҙлыҡ хисен нисек еңеп булғанын һәм шул тойғоға бирелгән ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итеп булғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ 5 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: ҡатынын юғалтҡан ағай-ҡәрҙәш, үҙен яңғыҙ хис иткәндә, сайтыбыҙҙан аудиояҙмалар тыңлай.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: бер ағай-ҡәрҙәш ҡыҙы менән оло-йәштәге ағай-ҡәрҙәшкә күстәнәс алып килгән.