Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Йәһүә тормошобоҙҙа гел беренсе урында булды

Йәһүә тормошобоҙҙа гел беренсе урында булды

1984 йылдың бер ҡояшлы көнөндә мин эшкә китеп бара инем. Беҙ ул ваҡытта Венесуэлала Каракас ҡалаһының бай районында йәшәй инек. Юлда барғанда, мин «Күҙәтеү манараһынан» күптән түгел уҡыған бер мәҡәлә тураһында уйландым. Был мәҡәләлә күршеләр беҙҙең хаҡта ниндәй ҡарашта икәне тураһында уйланырға кәңәш ителгән ине. Күрше өйҙәргә ҡарап, мин үҙемә шундай һорау бирҙем: «Күршеләрем мине тик банктың уңышлы эшсеһе итеп кенә күрәме? Йәиһә улар мине банкта эшләп үҙ ғаиләһен тәьмин иткән Алла хеҙмәтсеһе тип һанаймы?» Яуап билдәле ине, һәм ул миңә бер ҙә оҡшаманы. Шуға күрә тормошомдо үҙгәртергә кәрәк икәнен аңланым.

Мин 1940 йылдың 19 майында Ливанда, Амьюн ҡалаһында тыуғанмын. Бер нисә йылдан һуң беҙҙең ғаиләбеҙ Триполи ҡалаһына күсенде. Мин татыу, бәхетле һәм Йәһүәне яратҡан ғаиләлә үҫтем. Минең өс апайым һәм бер ағайым бар ине, ә мин иң кесеһе булдым. Атай-әсәйем өсөн аҡса эшләү икенсе урында булды, сөнки Изге Яҙманы өйрәнеү, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм башҡаларға Алла тураһында һөйләү беренсе урында ине.

Беҙҙең йыйылышта бер нисә майланған мәсихсе булды, уларҙың береһе Мишель Абуд ине. Мишель ул ваҡытта китап өйрәнеүе тип аталған осрашыуҙы алып бара торғайны. Ул хәҡиҡәтте Нью-Йоркта белгән һәм уны 1920-се йылдарҙың башында Ливанда тарата башлаған. Мишель ағай-ҡәрҙәштең Гилеад мәктәбен тамамлаған Энн һәм Гуэн Бивер исемле ике йәш апай-ҡәрҙәшкә ни тиклем ихтирамлы һәм ҡайғыртыусан булғанын мин һаман да хәтерләйем. Был ике апай-ҡәрҙәш беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн бик яҡын дуҫтар булып китте. Күп йылдар үткәс, мин Ҡушма Штаттарҙа Энн апай-ҡәрҙәш менән күрешергә бик шат булдым. Ә һуңыраҡ беҙ Гуэн менән дә күрештек, ул Уилфред Гучаға кейәүгә сыҡты, һәм улар Лондондағы Вефилдә бергә хеҙмәт итте.

ЛИВАНДА ВӘҒӘЗЛӘЙБЕҘ

Мин бала булғанда, Ливанда бер нисә генә Йәһүә шаһиты бар ине. Шулай ҙа беҙ Изге Яҙманан белгәндәребеҙҙе кешеләргә ашҡынып һөйләнек. Һәм беҙ быны ҡайһы бер дин етәкселәренең ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан эшләнек. Бер нисә осраҡты бигерәк тә яҡшы хәтерләйем. Бер көндө беҙ Сана апайым менән күп фатирлы йортта вәғәзләп йөрөй инек. Көтмәгәндә, беҙ вәғәзләгән ҡатта бер рухани килеп сыҡты. Күрәһең, ул беҙҙең килгәнебеҙҙе кемдәндер белеп ҡалған. Ул минең апайымды әрләй башланы һәм, бик ныҡ ярһып китеп, уны баҫҡыстан этеп төшөрҙө. Апайым ныҡ йәрәхәтләнде. Кемдер полиция саҡыртты, һәм полиция хеҙмәткәрҙәре апайыма ярҙам күрһәтелеүен ҡайғыртты. Ә руханиҙы улар участкаға алып киттеләр. Участкала уның үҙе менән пистолет булғаны асыҡланған. Полиция начальнигы руханиҙан: «Кем һуң һин? Руханимы йә бандитмы?» — тип һораған.

Тағы бер осраҡты яҡшы иҫләйем. Йыйылышыбыҙ, арендаға автобус алып, бер бәләкәй генә ҡалаға вәғәзләргә барҙы. Тәүҙә барыһы ла һәйбәт ине, әммә һуңыраҡ урындағы рухани беҙгә ҡаршы халыҡ төркөмөн ҡотортто. Кешеләр беҙгә таш ата башланы һәм таштың береһе атайымдың башына тейҙе. Атайымдың ҡанға батҡан бите һаман да күҙ алдымда тора. Әсәйем атайыма автобусҡа тиклем барып етергә ярҙам итте, ә ҡалған ҡәрҙәштәр артыбыҙҙан барҙы. Атайымдың йәрәхәтләнгән башын дауалаған саҡта әсәйемдең: «Йәһүә, ғәфү ит уларҙы! Улар бит нимә эшләгәндәрен белмәй», — тигән һүҙҙәрен мин бер ҡасан да онотмам.

Тағы бер хәтирәм туғандарға барған саҡта булған осраҡ менән бәйле. Беҙ олатайыбыҙҙың өйөнә килдек, ә унда епископ ҡунаҡта ине. Ул минең атай-әсәйемдең Йәһүә шаһиттары икәнен белә ине. Миңә алты ғына йәш булһа ла, ул мине оятҡа ҡалдырырға теләп: «Шунан, ни өсөн һин һаман һыуға сумдырылмағанһың?» — тип һораны. Мин уға: «Һыуға сумдырылыр өсөн мин әле бәләкәймен. Миңә Изге Яҙманы яҡшыраҡ белергә һәм көслө иман үҫтерергә кәрәк», — тинем. Уға минең яуабым оҡшаманы, һәм ул олатайыма минең турала, ул үҙен ихтирамһыҙ тота, тине.

Шулай булһа ла, бындай осраҡтар бик күп булманы. Ғәҙәттә, Ливан халҡы ҡунаҡсыл һәм үҙҙәрен дуҫтарса тота, шуға күрә беҙҙең улар менән Изге Яҙма тураһында күп һөйләшеүҙәр булды, һәм беҙ байтаҡ өйрәнеүҙәр үткәрҙек.

БАШҠА ИЛГӘ КҮСӘБЕҘ

Мин әле мәктәптә уҡығанда, Ливанға Венесуэланан бер йәш ағай-ҡәрҙәш килде. Ул беҙҙең йыйылыштың осрашыуҙарына йөрөнө һәм минең Вафа исемле апайым менән танышты. Ваҡыт үтеү менән улар өйләнеште һәм Венесуэлаға күсеп китте. Вафа беҙҙе бик һағына ине һәм үҙенең яҙған хаттарында атайымдан Венесуэлаға күсенеүебеҙҙе үтенә ине. Ахыр сиктә, атайым ризалашты, һәм беҙ күсендек.

1953 йылда беҙ Венесуэлаға, Каракас ҡалаһына күсеп килдек. Йәшәгән урыныбыҙ президент һарайынан йыраҡ түгел ине. Үҫмер сағымда президенттың бай машинаһы үтеп барғанда, ауыҙымды асып ҡарап ҡала торғайным. Әммә атай-әсәйемә яңы илгә, яңы телгә, мәҙәниәткә, аҙыҡҡа һәм климатҡа өйрәнеп китеүе еңел булманы. Аяҡҡа баҫтыҡ ҡына тигәндә, беҙҙең өйгә ҙур ҡайғы килде.

Һулдан уңға: Атайым. Әсәйем. Мин (Венесуэлаға күсеп килгәс, 1953 йыл)

ӨЙӨБӨҘГӘ ҘУР ҠАЙҒЫ КИЛӘ

Көтмәгәндә, атайыбыҙ үҙен насар хис итә башланы. Беҙ аптыраныҡ, сөнки ул көслө, сәләмәт кеше ине һәм уның бер ҡасан да ауырығаны булманы. Табиптар уның ашҡаҙан аҫты биҙендә рак ауырыуы таптылар. Уға операция яһанылар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер аҙнанан һуң ул үлеп тә китте.

Кисергән хистәребеҙҙе һүҙҙәр менән аңлатып бирерлек түгел ине. Миңә ул ваҡытта 13 кенә йәш ине. Тормошобоҙ емерелгәндәй булды. Күпмелер ваҡыт дауамында әсәйебеҙ көслө әрнеү кисерҙе. Әммә беҙ, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, артабан йәшәргә кәрәк икәнен аңлай инек һәм Йәһүәнең ярҙамы менән был ҡайғыны еңеп сыға алдыҡ. Мин 16 йәшемдә мәктәпте тамамланым һәм үҙ ғаиләмә матди яҡтан ярҙам итергә теләй инем.

Минең рухи үҫешемдә ҙур роль уйнаған апайым Сана һәм уның ире Рубен

Шул ваҡыттарҙа Рубен Араухо исемле ағай-ҡәрҙәш, Гилеад мәктәбен тамамлап, Венесуэлаға ҡайтты. Минең апайым Сана уға кейәүгә сыҡты. Һуңынан улар бергәләп Нью-Йоркка күстеләр. Ғаиләм миңә университетҡа уҡырға керергә кәрәк тигән ҡарарға килгәс, мин улар янына күсеп киттем. Был уңайлы ине, сөнки уҡыған ваҡытта мин уларҙа йәшәй алдым. Апайым менән еҙнәм минең рухи үҫешемә ҙур өлөш индерҙе. Мин йөрөгән Бруклин Испан йыйылышында рухи яҡтан етлеккән ағай-ҡәрҙәштәр күп ине. Мәҫәлән, мин Бруклин Вефилендә хеҙмәт иткән Милтон Хеншель һәм Фредерик Френц менән таныштым.

Һыуға сумдырылыуым, 1957 йыл

Беренсе курстың аҙағында мин, университетҡа кереүе дөрөҫ булды микән, тип шикләнә башланым. «Күҙәтеү манараһында» рухи маҡсаттар ҡуйған ҡәрҙәштәр тураһында күп мәҡәләләр бар ине. Мин был мәҡәләләр өҫтөндә етди уйландым. Бынан тыш, мин йыйылышыбыҙҙа хеҙмәт иткән пионерҙарҙың һәм вефилселәрҙең бик бәхетле икәндәрен күрҙем һәм минең дә улар һымаҡ булғым килде. Әммә ул ваҡытҡа мин әле һыуға сумдырылмаған инем. Тиҙҙән мин Йәһүәгә тормошомдо бағышлау ни тиклем мөһим икәнен аңланым һәм 1957 йылдың 30 мартында һыуға сумдырылдым.

ЕТДИ ҠАРАРҘАР

Һыуға сумдырылғас, мин башҡа маҡсат — тулы ваҡытлы хеҙмәт тураһында уйландым. Был уйланыуҙар мине бик рухландырҙы. Әммә мин пионер хеҙмәтен башҡарыу, шул уҡ ваҡытта университетта уҡыу еңел булмаҫ икәнен аңланым. Шуға күрә мин, уҡыуымды ташлап, Венесуэлаға ҡайтырға һәм пионер хеҙмәтен башларға ҡарар иттем. Үҙ ҡарарым тураһында ғаиләмә һөйләнем. Беҙ был ҡарарҙы бергәләп хәл итергә тотондоҡ. Һәм бының тураһында бер-беребеҙгә күп хаттар яҙҙыҡ.

Шулай итеп, мин 1957 йылдың июнь айында Каракасҡа ҡайттым. Туғандарымдың тормошо матди яҡтан ауыр булғаны һәм улар ярҙамға мохтаж икәне күренеп тора ине. Тап шул ваҡытта миңә банкта тулы көн эшләргә тәҡдим иттеләр. Әммә мин пионер булып хеҙмәт итергә бик теләй инем! Был бит минең ҡайтыуымдың төп сәбәбе ине. Шуға күрә мин банкта эшләргә лә, пионер хеҙмәтен башларға ла булдым. Шулай итеп бер нисә йыл үтеп китте. Минең бер минут та буш ваҡытым булманы. Әммә мин бик бәхетле инем!

Сильвия исемле апай-ҡәрҙәште осратҡас, минең тормошом тағы ла бәхетлерәк булып китте. Сильвия Йәһүәне яратҡан матур апай-ҡәрҙәш ине. Улар ата-әсәһе менән Венесуэлаға Германиянан күсеп килгән булған. Беҙ Сильвия менән өйләнештек. Һуңыраҡ беҙҙең ике балабыҙ тыуҙы: улыбыҙ Мишель (беҙ уны Мик тип атайбыҙ) һәм ҡыҙыбыҙ Самира. Әсәйем хаҡында ҡайғыртыуҙы мин үҙ өҫтөмә алдым, шуға ул беҙгә күсеп килде. Ғаиләмде ҡарар өсөн пионер хеҙмәтен ҡалдырырға тура килһә лә, күңелемдә мин һаман да пионер инем. Беҙ Сильвия менән, яйы сыҡҡанда, мәҫәлән, отпуск ваҡыттарында ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итергә тырыштыҡ.

БАШҠА МӨҺИМ АҘЫМ

Биографиямдың башында иҫкә алынған осраҡ беҙҙең балалар мәктәптә уҡыған саҡта булды. Ул ваҡытта беҙ бик яҡшы йәшәй инек. Мине эшләгән урынымда хөрмәт итәләр ине. Ә мин кешеләрҙең үҙемде Алла хеҙмәтсеһе итеп күреүҙәрен теләй инем. Был уйҙар миңә тынғы бирмәне, шуға күрә беҙ ҡатыным менән ғаилә бюджетын ҡарап сығырға булдыҡ. Беҙҙең бурыстарыбыҙ юҡ ине, һәм мин эштән китһәм, миңә яҡшы пособие түләргә тейештәр ине. Әгәр беҙ тормошобоҙҙо ябайлаштырһаҡ, был аҡса беҙгә оҙаҡҡа етер ине.

Әлбиттә, был аҙымды яһауы еңел булманы, әммә ҡәҙерле ҡатыным һәм әсәйем минең ҡарарымды тулыһынса хупланы. Мин яңынан пионер хеҙмәтен башлауымды түҙемһеҙлек менән көттөм. Барыһы ла яҡшы булып күренә ине, әммә тормошта беҙҙе яңы үҙгәрештәр көтә ине.

КӨТӨЛМӘГӘН ФАТИХА

Беҙ өсөнсө балабыҙ Габриель менән

Беҙ Сильвияның ауырлы булғанын белеп ҡалдыҡ. Был яңылыҡ беҙҙең өсөн көтөлмәгән булһа ла, беҙ уны шатланып ҡабул иттек. Әммә минең пионер хеҙмәтен башларғамы, юҡмы тигән һорау тыуҙы. Беҙ баланың тыуыуына әҙерләнә башланыҡ, ә мин һаман да, пионер хеҙмәтен башлай алырмынмы икән, тип уйлана инем.

Беҙ ғаиләм менән кәңәшләшкәс, мин пионер хеҙмәтен башлай алам тигән ҡарарға килдек. 1985 йылдың апрель айында Габриель улыбыҙ тыуҙы. Мин банктан киттем һәм 1985 йылдың июлендә пионер хеҙмәтен башланым. Ваҡыт үтеү менән мине филиал комитеты ағзаһы итеп билдәләнеләр. Филиал Каракастың үҙендә түгел, ә яҡынса 80 саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан ине. Миңә аҙнаһына ике-өс тапҡыр унда барып йөрөргә кәрәк булды.

ЯҢЫНАН КҮСЕНӘБЕҘ

Филиал Ла-Виктория тигән ҡалала урынлашҡан ине, шуға күрә Вефилгә яҡыныраҡ булыр өсөн беҙ унда күсенергә булдыҡ. Беҙҙең һәр беребеҙгә ниндәйҙер ҡорбандарға барырға тура килде. Туғандарымдың фиҙаҡәрлеге мине бик һоҡландырҙы. Баха исемле апайым әсәйебеҙҙе үҙенә алды. Мик ул ваҡытҡа инде өйләнгән ине, ә Самира менән Габриель һаман да беҙҙең менән йәшәй ине. Шуға күрә Ла-Викторияға күсенгәндә, уларға дуҫтарын ҡалдырырға тура килде. Ә минең ҡәҙерле Сильвияма бәләкәй ҡаланың тормошона эйәләшергә кәрәк булды. Һәм өйөбөҙ ҙә ябай ғына ине. Эйе, был күсенеү барыбыҙҙың да тормошона үҙгәрештәр керетте.

Барыһы ла яңынан үҙгәрҙе. Габриель өйләнде. Самира айырым йәшәй башланы. Ә 2007 йылда беҙҙе Сильвия менән Вефилгә саҡырҙылар. Беҙ әле лә унда хеҙмәт итәбеҙ. Беҙҙең беренсе улыбыҙ Мик — өлкән, һәм ул ҡатыны Моника менән пионер булып хеҙмәт итә. Габриель дә өлкән һәм ҡатыны Амбра менән Италияла йәшәй. Ә Самирабыҙ пионер булып хеҙмәт итә һәм Вефилгә алыҫтағы ирекле хеҙмәтсе булараҡ ярҙам итә.

Һулдан уңға: Сильвия менән Венесуэлалағы филиалда. Беҙҙең беренсе улыбыҙ Мик ҡатыны Моника менән. Беҙҙең ҡыҙыбыҙ Самира. Беҙҙең кесе улыбыҙ Габриель ҡатыны Амбра менән

МИН БЕР НӘМӘГӘ ЛӘ ҮКЕНМӘЙЕМ

Эйе, минең тормошомда күп киҫкен боролоштар булды, әммә бер ҡарарыма ла үкенмәйем. Тормошомдо яңынан башларға тура килһә, мин бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә бирелгән йөкләмәләремде мин бик ҡәҙерләйем. Ошо йылдар дауамында мин Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ һаҡлау ни тиклем мөһим икәнен аңланым. Тормошобоҙҙа ниндәй генә ҡарарҙар ҡабул итһәк тә — етдиме, ябаймы — Йәһүә беҙгә һәр ҡайһы аҡылдан өҫтөнөрәк тыныслыҡ бирә ала (Флп. 4:6, 7). Беҙгә Сильвия менән Вефилдә хеҙмәт итеүе оҡшай. Үткәндәгеләргә ҡарап, беҙ шуны аңланыҡ: Йәһүә беҙҙең ҡарарҙарыбыҙҙы фатихаланы, сөнки ул беҙҙең тормошобоҙҙа һәр ваҡыт беренсе урында торҙо.