Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Илсе Павел «ҡанун күҙлегенән ҡарағанда, мин ҡанун өсөн үлгәнмен» тип әйткәндә, нимәне күҙ уңында тотҡан? (Гал. 2:19).

Павел былай тип яҙған: «Алла өсөн йәшәү хаҡына, ҡанун күҙлегенән ҡарағанда, мин ҡанун өсөн үлгәнмен» (Гал. 2:19а).

Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлар өсөн беҙгә Павелдың Галатия (Рим провинцияһы) йыйылышындағы ҡәрҙәштәргә ниндәй төп фекер еткерергә теләгәнен иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡайһы бер мәсихселәр ялған уҡытыусыларҙың йоғонтоһона бирелгән. Улар, ҡотолор өсөн Муса ҡанунын үтәү һәм сөннәткә ултыртылыу кәрәк, тип өйрәткән. Әммә Павел Алланың быны бүтән талап итмәгәнен белгән. Ул үҙенең хатында был өйрәтеүҙәрҙең дөрөҫ булмағанын аңлатҡан һәм ҡәрҙәштәрҙең йолом ҡорбанына ҡарата иманын нығытҡан (Гал. 2:4; 5:2).

Изге Яҙманан күренеүенсә, үлгән кеше бер нәмә лә белмәй һәм уға бер нәмә лә тәьҫир итмәй (Вәғ. 9:5). Илсе Павел «мин ҡанун өсөн үлгәнмен» тип әйткәндә, Муса ҡануны уға бүтән тәьҫир итмәгәнен күҙ уңында тотҡан. Киреһенсә, Ғайсаның йолом ҡорбанына иман иткәнгә, ул Алла өсөн тере булып киткән.

Ә ниндәй мәғәнәлә Павел «ҡанун күҙлегенән ҡарағанда» ҡанун өсөн үлгән? Ул былай тип аңлатҡан: «Кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ» (Гал. 2:16). Әлбиттә, Муса ҡануны мөһим роль уйнаған. Павел Ҡанундың маҡсаты тураһында былай тип яҙған: «Ҡанун енәйәтселек булған өсөн [«енәйәтселекте асыҡлар өсөн», ЯДТ] һуңғараҡ барлыҡҡа килгән һәм Ибраһим нәҫеленең вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ғәмәлдә булған» (Гал. 3:19). Ҡанун шуны асыҡлаған: гонаһлы кешеләр Ҡанун талаптарын камил рәүештә үтәй алмай һәм, уларҙың гонаһтары кисерелһен өсөн, камил ҡорбан кәрәк. Шуға күрә Ҡанун кешеләрҙе вәғәҙә ителгән «тоҡомға», йәғни Ғайса Мәсихкә алып барған. Мәсихкә иман иткән кеше генә Алла алдында тәҡүә тип иғлан ителә алған (Гал. 3:24). Ҡанун Павелға Ғайсаның Мәсих икәнен аңларға һәм уға иман итергә ярҙам иткән. Шулай итеп, Павел ҡанун өсөн үлгән, ә Алла өсөн тере булып киткән. Ҡанун бүтән уның өҫтөнән хакимлыҡ итмәгән, уның Хужаһы Алла булған.

Павел римдарға яҙған хатында ла оҡшаш фекер яҙған. Ул былай тигән: «Һеҙ ҙә, имандаштарым... Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ. Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ» (Рим. 7:4, 6). Был аяттарҙа ла, Галаттарға 2:19-ҙа ла Павел Муса ҡанунын үтәмәү өсөн бирелгән үлем язаһы тураһында әйтмәгән. Киреһенсә, ул үҙенең һәм башҡа мәсихселәрҙең был Ҡанундан азат ителгәне тураһында яҙа. Һәм был уларҙың Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанына иман иткәндәре ярҙамында мөмкин була.