Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

25-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ҡәрҙәштәрҙе рәнйетмәгеҙ

Ҡәрҙәштәрҙе рәнйетмәгеҙ

«Шул кеселәрҙең береһенә лә түбәнһетеп ҡарамағыҙ» (МАТФ. 18:10, ЯДТ).

113-СӨ ЙЫР Алла биргән тыныслыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүә һәр беребеҙ өсөн нимә эшләгән?

ЙӘҺҮӘ беҙҙең һәр беребеҙҙе үҙенә йәлеп иткән (Яхъя 6:44). Был нимәне аңлатҡаны тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ: миллиардлаған кешенең йөрәктәрен тикшергәндә, Йәһүә тап һеҙҙә бик ҡиммәтле нәмәне — уны ярата алған эскерһеҙ йөрәгегеҙҙе күргән (1 Йыл. 28:9). Йәһүә һеҙҙе белә, яҡшы аңлай һәм бик ярата. Был фекер күңелде шундай йылыта!

2. Йәһүә үҙенең һәр һарығы хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртҡанын Ғайса нисек күрһәткән?

2 Йәһүә һеҙҙең турала наҙлы итеп ҡайғыртҡан кеүек, бар ҡәрҙәштәр хаҡында ла наҙлы итеп ҡайғырта. Быны аңлатыр өсөн Ғайса, Йәһүәне көтөүсе менән сағыштырып, бер миҫал килтергән. Әгәр 100 һарыҡтан торған көтөүҙән бер һарыҡ юғалһа, көтөүсе нимә эшләй? Ул, 99-ын тауҙарҙа ҡалдырып, юғалғанын эҙләргә китә. Ә тапҡас, ул уға яза бирмәй, ә, киреһенсә, шатлана. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Йәһүә өсөн һәр һарыҡ ҡәҙерле. Ғайса бындай һығымта яһаған: «Күктәге Атам да был кеселәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй» (Матф. 18:12—14, ЯДТ).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Әлбиттә, беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе күңелһеҙләндерергә һәм рәнйетергә теләмәйбеҙ. Әммә башҡаларҙы рәнйетмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк? Ә беҙҙе рәнйетһәләр, беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейеш? Был һорауҙарға яуаптар ошо мәҡәләлә ҡаралыр. Әммә тәүҙә, әйҙәгеҙ, Матфей китабының 18-се бүлегендә иҫкә алынған «кеселәр» кемдәрҙе аңлатҡанын ҡарап сығайыҡ.

«КЕСЕЛӘР» КЕМ УЛАР?

4. «Кеселәр» кем улар?

4 «Кеселәр» — Ғайсаның төрлө йәштәге шәкерттәре. Уларға нисә генә йәш булһа ла, улар, бәләкәй балалар кеүек, Ғайсанан өйрәнергә әҙер (Матф. 18:3). Сығыштары, мәҙәниәттәре, фекер йөрөтөүҙәре һәм холоҡтары төрлө булһа ла, уларҙың барыһы ла Ғайсаға иман итә. Ә ул, үҙ сиратында, уларҙы бик ярата (Матф. 18:6; Яхъя 1:12).

5. Берәйһе беҙҙе рәнйетһә, Йәһүә ниндәй хистәр кисерә?

5 «Кеселәрҙең» һәр береһе Йәһүә өсөн бик ҡәҙерле. Уның хистәрен аңлар өсөн балаларға нисек ҡарағанығыҙ тураһында уйланығыҙ. Беҙ балаларҙы бик яратабыҙ, уларҙы һәр ваҡыт яҡларға тырышабыҙ, сөнки улар бәләкәй, тәжрибәһеҙ һәм бөтәһенә лә ышанып бара. Ысынында, берәй кешенең насар мөғәмәләгә осрағанын күргәндә, беҙ бик күңелһеҙләнәбеҙ. Әммә баланы рәнйетһәләр, был айырыуса асыуыбыҙҙы сығара. Шуның шикелле, Йәһүә лә беҙҙе яҡларға теләй. Ә уның ҡәҙерле хеҙмәтселәрен берәйһе рәнйетһә, ул бик күңелһеҙләнә, хатта ныҡ асыулана! (Ишағ. 63:9; Марк 9:42).

6. 1 Коринфтарға 1:26—29 буйынса, был донъяның кешеләре Ғайсаның шәкерттәренә нисек ҡарай?

6 Ғайсаның шәкерттәре тағы ҡайһы яҡтан «кеселәргә» оҡшаш? Әйҙәгеҙ, уйланайыҡ. Был донъяла кем данға эйә? Байҙар, атҡаҙанған һәм дәрәжәле кешеләр. Ә донъя ҡарашынан Ғайсаның шәкерттәре ябай һәм әһәмиәтһеҙ кешеләр булып күренә. (1 Коринфтарға 1:26—29-ҙы уҡығыҙ.) Әммә Йәһүә уларға башҡаса ҡарай.

7. Йәһүә ҡәрҙәштәр менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙҙе теләй?

7 Йәһүә күптән һыуға сумдырылған хеҙмәтселәрен дә, яңы ғына хәҡиҡәткә килгәндәрен дә бик ярата. Улар Йәһүә өсөн ҡәҙерле икән, тимәк, беҙҙең өсөн дә ҡәҙерле булырға тейеш. Беҙ ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе генә түгел, ә бөтә ҡәрҙәшлегебеҙҙе яратырға теләйбеҙ (1 Пет. 2:17). Беҙ имандаштарыбыҙҙы яҡлар өсөн һәм улар хаҡында ҡайғыртыр өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын эшләргә тейеш. Ҡәрҙәште рәнйеткәнебеҙҙе абайлаһаҡ, үҙебеҙҙе бер нәмә булмағандай тотмайыҡ һәм, ул үҙе үпкәләүсән, тип уйламайыҡ. Ни өсөн ҡәрҙәшебеҙ үпкәләргә мөмкин? Бәлки, бала сағы ауыр булғанға, ул үҙенә түбәнһетеп ҡарайҙыр. Ә ҡайһы берәүҙәр күптән түгел генә Йәһүә шаһиты булып киткән, шуға башҡаларҙы кисерергә әле өйрәнмәгән. Ысынында кем кемде һәм нимә арҡаһында рәнйеткәне мөһим түгел. Иң мөһиме — татыулашыу. Шул уҡ ваҡытта йыш үпкәләгән ҡәрҙәш шуны танырға тейеш: үпкәләүсән булыу — насар һыҙат һәм уның менән көрәшергә кәрәк. Был уға йән тыныслығын һаҡларға һәм башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булырға ярҙам итер.

БАШҠАЛАРҘЫ ҮҘЕГЕҘҘӘН ӨҪТӨН КҮРЕГЕҘ

8. Ғайсаның шәкерттәренә ниндәй ҡараш тәьҫир иткән?

8 Тағы ни өсөн Ғайса шундай сағыштырыу килтергән? Сөнки шәкерттәре: «Күктәр Батшалығында кем иң бөйөгө?» — тигән һорау биргән (Матф. 18:1). Ул ваҡыттарҙа күп кенә йәһүдтәр юғары дәрәжәгә эйә булырға ынтылған. Бер ғалим былай тип аңлата: «Кешеләр хөрмәт, абруй, дан ҡаҙаныр өсөн, башҡаларҙың хуплауын алыр өсөн йәшәгән һәм үлгән».

9. Ғайсаның шәкерттәре нимә эшләргә тейеш булған?

9 Ул ваҡыттарҙа ярышыу рухы йәһүдтәрҙең йөрәктәрендә тәрән тамырланған булған. Ғайса үҙенең шәкерттәренә был рухтан арыныр өсөн бик күп тырышлыҡ һалырға тура киләсәген яҡшы белгән. Ул уларға былай тигән: «Арағыҙҙа иң олоһо — иң кесе, ә башлыҡ — хеҙмәтсе кеүек булһын» (Лука 22:26). Үҙеңде «кесе» һымаҡ тотоу башҡаларҙы үҙеңдән өҫтөн күреү тигәнде аңлата (Флп. 2:3). Үҙебеҙҙә шундай баҫалҡы ҡараш үҫтерһәк, башҡаларҙы әҙерәк рәнйетербеҙ.

10. Илсе Павелдың ниндәй кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк?

10 Һәр ҡәрҙәш ниндәйҙер яҡтан беҙҙән яҡшыраҡ. Быны күрер өсөн иғтибарыбыҙҙы уларҙың яҡшы сифаттарына тупларға кәрәк. Беҙгә илсе Павелдың бындай кәңәше өҫтөндә етди уйланырға кәрәк: «Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?» (1 Кор. 4:7). Беҙгә үҙебеҙгә сиктән тыш иғтибар йәлеп итеүҙән һәм, беҙ башҡаларҙан яҡшыраҡ, тип уйлауҙан һаҡланырға кәрәк. Әгәр ағай-ҡәрҙәш яҡшы итеп телмәр менән сығыш яһай икән, ә апай-ҡәрҙәш Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен оҫта башлай икән, улар бар данды Йәһүәгә бирергә тейеш.

«ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН» КИСЕРЕГЕҘ

11. Батша һәм ҡол тураһындағы миҫалдың асылы нимәлә?

11 Ғайса үҙенең шәкерттәрен башҡалар өсөн абыныу ташы булыуҙан киҫәткәндән һуң, батша һәм ҡол тураһында миҫал килтергән. Батша үҙ ҡолона түләп бөтөрә алмаҫлыҡ бурысын тулыһынса кисергән. Һуңыраҡ шул ҡол үҙ иптәшенең бәләкәйерәк бурысын кисерергә теләмәгән. Һөҙөмтәлә батша шул мәрхәмәтһеҙ ҡолдо төрмәгә ташлаған. Бынан ниндәй һабаҡ алып була? Ғайса былай тип аңлатҡан: «Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ» (Матф. 18:21—35).

12. Беҙҙе рәнйеткән ҡәрҙәште ғәфү итергә теләмәү нимәгә килтерә?

12 Миҫалдағы ҡолдоң ҡылған эше уның үҙенә генә түгел, ә башҡаларға ла зыян килтергән. Беренсенән, ул үҙенең иптәшенә ҡарата рәхимһеҙ булған, сөнки «бурысын түләгәнгә тиклем уны төрмәгә ултыртҡан». Икенсенән, был хәл башҡаларға ла тәьҫир иткән. Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Батшаның бүтән хеҙмәтселәре быны күреп бик ҡайғырған». Шулай уҡ беҙҙең эштәребеҙ ҙә башҡаларға тәьҫир итә. Әйтәйек, беҙҙе берәй ҡәрҙәш рәнйеткән, ә беҙ уны ғәфү итергә теләмәйбеҙ, ти. Был нимәгә килтерә ала? Беренсенән, беҙҙе рәнйеткән ҡәрҙәште ғәфү итмәһәк, беҙ уға ауыртыу килтерәбеҙ һәм уның менән дуҫлығыбыҙҙы өҙәбеҙ. Ә икенсенән, беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ менән тыуған насар мөнәсәбәттәр арҡаһында йыйылыштағы башҡа ҡәрҙәштәр үҙҙәрен уңайһыҙ хис итер.

Һеҙ үпкә һаҡлап йөрөрһөгөҙмө йә ысын күңелдән кисерерһегеҙме? (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

13. Бер пионер апай-ҡәрҙәштең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

13 Ҡәрҙәштәрҙе кисереп, беҙ үҙебеҙгә лә, уларға ла файҙа килтерәбеҙ. Бер пионер апай-ҡәрҙәштең миҫалы быны раҫлай. Уны Кри́стал тип атайыҡ. Йыйылыштағы бер апай-ҡәрҙәш уны рәнйеткән. «Ҡайһы саҡта уның әсе һүҙҙәре йөрәгемде яралай ине, — тип иҫенә төшөрә Кристал. — Мин хатта уның менән бер төркөмдә вәғәзләргә теләмәнем, һәм хеҙмәт миңә шатлыҡ килтермәй башланы». Кристал, был апай-ҡәрҙәшкә үпкәләр өсөн сәбәптәре бар, тип уйлаған, шулай ҙа ул, был хистәргә бирелеп, үҙен йәлләп ултырмаған. Уға «Күҙәтеү манараһының» (урыҫ) 1999 йыл 15 октябрь сығарылышындағы «Ихлас күңелдән кисер» тигән мәҡәлә бик ярҙам иткән. Ул, был мәҡәләләге кәңәштәрҙе ҡулланып, ҡәрҙәшен ғәфү иткән. Кристал былай тип дауам итә: «Беҙ барыбыҙ ҙа яңы шәхес булып кейенер өсөн күп тырышлыҡ һалабыҙ. Йәһүә беҙҙе көн һайын ихлас күңелдән кисерә. Мин дә кисергәс, өҫтөмдән тау төшкәндәй булды һәм шатлығым ҡайтты».

14. а) Матфей 18:21, 22 буйынса, илсе Петрға, күрәһең, нимә менән көрәшергә тура килгән? б) Башҡаларҙы кисерергә беҙгә нимә ярҙам итер?

14 Беҙ башҡаларҙы кисерергә тейеш икәнебеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Әммә ҡайһы саҡта был еңел түгел. Күрәһең, илсе Петр ға ла был еңел бирелмәгән. (Матфей 18:21, 22-не уҡығыҙ.) Беҙгә нимә ярҙам итер? Беренсенән, Йәһүә беҙгә ҡарата ни тиклем мәрхәмәтле икәне хаҡында уйланығыҙ (Матф. 18:32, 33). Беҙ быға лайыҡ булмаһаҡ та, ул беҙҙе ҡат-ҡат кисерә (Зәб. 103:8—10). Өҫтәүенә, беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. Тимәк, кисерергәме, юҡмы — беҙҙең теләгебеҙ түгел, ә ҡәрҙәштәребеҙ алдында булған бурысыбыҙ (1 Яхъя 4:11). Икенсенән, башҡаларҙы кисереү нимәгә килтергәне тураһында уйланығыҙ. Мәҫәлән, кисереп, беҙ үҙебеҙҙе рәнйеткән ҡәрҙәшкә ярҙам күрһәтәбеҙ, йыйылыштағы берҙәмлекте нығытабыҙ, Йәһүә менән дуҫлыҡты һаҡлайбыҙ һәм ауыр хистәрҙән арынабыҙ (2 Кор. 2:7; Кол. 3:14). Өсөнсөнән, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ, сөнки ул беҙҙең башҡаларҙы кисереүебеҙҙе теләй. Беҙҙең ҡәрҙәштәр менән арабыҙҙа булған берҙәмлекте Шайтанға емерергә бирмәгеҙ (Ефес. 4:26, 27). Уның тоҙағына эләкмәҫ өсөн беҙгә Йәһүәнең ярҙамы кәрәк.

ҮПКӘ ҺАҠЛАМАҒЫҘ

15. Ефестарға 4:32 буйынса, берәй ҡәрҙәш һеҙҙе ныҡ рәнйетһә, нимә эшләргә?

15 Әгәр йыйылышта һеҙҙе берәй ҡәрҙәш үпкәләтһә һәм һеҙ бының арҡаһында тыныслыҡ юғалтһағыҙ, нимә эшләргә? Татыулыҡ һаҡлар өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Йәһүәгә эскерһеҙ доғала нимә хис иткәнегеҙҙе һөйләп бирегеҙ. Һеҙҙе рәнйеткән ҡәрҙәш хаҡында доға ҡылығыҙ һәм Йәһүәнән, был ҡәрҙәште һин нимә өсөн яратҡаныңды күрһәт, тип ярҙам һорағыҙ (Лука 6:28). Ҡәрҙәштең ҡылығын онота алмаһағыҙ, уның менән һөйләшегеҙ. Ундай һөйләшеүгә яҡшылап әҙерләнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, ҡәрҙәш һеҙҙе юрый үпкәләтте, тип уйламағыҙ (Матф. 5:23, 24; 1 Кор. 13:7). Уға дөрөҫ булмаған мотивтар таҡмағыҙ. Ә инде ҡәрҙәшегеҙ татыулашырға теләмәһә, шул саҡта нимә эшләргә? Уға ҡарата сабыр булығыҙ һәм бирешмәгеҙ. (Ефестарға 4:32-не уҡығыҙ.) Иң мөһиме, йөрәгегеҙҙә асыу хисенә тамыр йәйергә бирмәгеҙ, юғиһә был һеҙҙең Алла менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе емерә ала. Был кәңәштәрҙе ҡулланып, һеҙ Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙ бар нәмәнән дә ҡәҙерлерәк икәнен күрһәтерһегеҙ (Зәб. 119:165).

16. Беҙҙең өҫтөбөҙҙә ниндәй яуаплылыҡ ята?

16 Беҙ ҡәрҙәштәр менән бергә «бер көтөү» булараҡ, «бер көтөүсенең» етәкселеге аҫтында Йәһүәгә хеҙмәт итә алыуыбыҙға бик шат! (Яхъя 10:16). «Йәһүә ихтыярын үтәр өсөн ойошторолғандар» (тат.) тигән китаптың 165-се битендә былай тиелгән: «Хәҙер һин дә, ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеп, берҙәмлекте һаҡларға бурыслыһың. [...] Ҡәрҙәштәребеҙгә кеше ҡарағандай түгел, ә Йәһүә һымаҡ ҡарарға өйрәнһәк, беҙ артабан да улар менән тыныс-татыу йәшәрбеҙ». Йәһүә өсөн беҙ барыбыҙ ҙа ҡәҙерле бәләкәй балалар. Ә һеҙ ҡәрҙәштәрегеҙгә шулай ҡарайһығыҙмы? Уларға ярҙам итер өсөн һәм улар хаҡында ҡайғыртыр өсөн эшләгән һәр эшегеҙҙе Йәһүә күрә һәм ҡәҙерләй (Матф. 10:42).

17. Был мәҡәлә һеҙҙе нимәгә дәртләндерҙе?

17 Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе яратабыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, «имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырмаҫлыҡ һәм гонаһҡа ҡотортмаҫлыҡ бер нәмә лә ҡылмау тураһында ҡарар ҡылайыҡ» (Рим. 14:13). Шулай уҡ уларҙы үҙебеҙҙән өҫтөн күрәйек һәм эскерһеҙ кисерәйек. Үпкә хисенә Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе боҙорға бирмәйек. Әйҙәгеҙ, бар көсөбөҙҙө һалып, «именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ»! (Рим. 14:19).

130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ

^ 5 абз. Камил булмағанға, беҙ ҡайһы ваҡыт эштәребеҙ йә һүҙҙәребеҙ менән ҡәрҙәштәрҙе рәнйетәбеҙ. Шундай саҡтарҙа беҙ үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ? Ҡәрҙәшебеҙ менән татыулашырға тырышабыҙмы? Беренсе булып ғәфү үтенәбеҙме? Йәки кеше үпкәләгән икән, был уның проблемаһы, тип уйлайбыҙмы? Ә, бәлки, киреһенсә, беҙ үҙебеҙ башҡаларҙың тәртибе арҡаһында йыш үпкәләйбеҙҙер? Улай булһа, нимә эшләйһең инде, мин шундай кеше, тип үҙебеҙҙе аҡларға тырышабыҙмы? Йәиһә үпкәләү — ул етешһеҙлек һәм уның менән көрәшергә кәрәк икәнен аңлайбыҙмы?

^ 53 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: бер апай-ҡәрҙәш икенсеһенә үпкәләгән. Бының тураһында улар икәүҙән-икәү һөйләшә, шунан татыулаша һәм шатланып бергә вәғәзләй.