Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Ғайса көндәрендә ниндәй һалым түләнергә тейеш булған?

БОРОНҒО ваҡыттан израилдәр хаҡ ғибәҙәткә булышлыҡ итер өсөн иғәнә биргән. Әммә Ғайса көндәрендә йәһүдтәрҙән күп төрлө һалым талап ителгән, һәм был уларҙың тормошон ауырайтҡан.

Йәһүдтәрҙең һәр ир-аты изге сатырҙағы, ә һуңыраҡ ғибәҙәтханалағы хеҙмәт өсөн йыл һайын ярты шекел (ике драхма) һалым түләгән. Беренсе быуатта был аҡса Ирод батша яңыртып төҙөгән ғибәҙәтхананы ҡарап тороу һәм унда ҡорбан килтереү өсөн ҡулланылған. Бер тапҡыр йәһүдтәр Петрҙан, Ғайса был һалым тураһында нимә уйлай, тип һораған. Мәсихтең яуабынан уның был һалымға ҡаршы булмағаны күренгән. Бынан тыш, ул Петрға был һалымды түләр өсөн ҡайҙан аҡса алып булғанын аңлатҡан (Матф. 17:24—27).

Алла халҡы шулай уҡ һәр килеменән йә йыйған уңышынан ундан бер өлөшөн бирергә тейеш булған (Лев. 27:30—32; Һан. 18:26—28). Дин әһелдәре шул тиклем ваҡсыл булған, хатта «бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн» халыҡтан талап иткән. Ғайса ундан бер өлөшөн түләүгә ҡаршы булмаған, әммә ул ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың ике йөҙлөлөгөн хөкөм иткән, сөнки улар «ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы... ситтә ҡалдыр[ған]» (Матф. 23:23).

Ул ваҡыттарҙа йәһүдтәр шулай уҡ үҙҙәренең өҫтөнән идара иткән Рим дәүләтенә һалым түләгән. Мәҫәлән, ер хужалары йыйған уңыштарының 20—25 процентын аҡсалата йә ашлыҡ менән бирергә тейеш булған. Өҫтәүенә, йәһүдтәрҙән һәр йән башына аҡсалата һалым алынған. Ғайса фарисейҙарҙың һорауына яуап ҡайтарғанда, тап ошо һалым тураһында әйткән. Ул былай тигән: «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ» (Матф. 22:15—22). Бөгөн дә Ғайсаның шәкерттәре һалымға ҡарата шундай уҡ ҡарашта тора.

Шулай уҡ берәй регионға керетелгән йә унан сығарылған әйберҙәр өсөн һалым түләнгән. Ундай һалымды порттарҙа, күперҙәрҙә, юл саттарында, ҡала ҡапҡалары алдында һәм баҙарҙарҙа йыйғандар.

Римдар талап иткән һалымдар ысынлап та бик ауыр йөк булған. Ғайса көндәрендә Рим тарихсыһы Тацит император Тиберий идара иткән ваҡыт тураһында былай тип яҙған: «Сүриә һәм Йәһүҙиә халҡы ҙур һалымдарҙан интеккән һәм уларҙы кәметергә һораған».

Шулай уҡ һалымдың йыйыу ысулы хәлде ауырлаштырған. Сөнки һалым йыйыу хоҡуғын аукционда һатып алып булған. Был хоҡуҡты күберәк аҡса биргән кешегә һатҡандар. Ә улар үҙ сиратында һалым йыйыусыларҙы яллаған. Былары ла, тегеләре лә, артыҡ күп аҡса йыйып, һалым түләүселәр арҡаһында байыған. Күрәһең, Закхей һалым йыйыусыларҙы яллаған кешеләрҙең береһе булған (Лука 19:1, 2). Шуға күрә ул ваҡытта йәшәгән кешеләр зарланған һәм һалым йыйыусыларҙы нәфрәт иткән.