Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең яратыуы ҡурҡыуҙарҙы еңергә ярҙам итә

Йәһүәнең яратыуы ҡурҡыуҙарҙы еңергә ярҙам итә

«Йәһүә минең яҡлы, шунлыҡтан бер нәмәнән дә ҡурҡмам» (ЗӘБ. 118:6).

105-СЕ ЙЫР «Алла — мөхәббәт ул»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Кешеләр нимәнән ҡурҡырға мөмкин?

 САНТЬЯГО менән Мария * вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итергә теләгән, ләкин бының өсөн уларға тормоштарын ябайлаштырырға кәрәк булған. Улар, аҡсабыҙ әҙерәк булһа, беҙ бәхетле була алмаҫбыҙ, тип ҡурҡҡан. Биниам эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдә йәшәй. Ул, Йәһүә шаһиты булып киткәс, эҙәрләүҙәр менән осрашасағын аңлаған. Был уны хафаға һалған, әммә туғандарының уның яңы дине тураһында нимә уйлаясаҡтары уны тағы ла нығыраҡ ҡурҡытҡан. Валери исемле апай-ҡәрҙәштә рактың агрессив формаһын тапҡандар. Табиптар уны ҡан ҡулланмайынса дауаларға ризалашмаған. Валери ауырыуынан үлергә бик ҡурҡҡан.

2. Ни өсөн беҙгә ҡурҡыуҙарыбыҙҙы контролдә тоторға өйрәнергә кәрәк?

2 Беҙҙең күптәребеҙгә шундай ҡурҡыуҙар таныш. Әммә уларҙы контролдә тоторға өйрәнергә кәрәк. Был Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға зыян килтергән ҡарарҙарҙан яҡлаясаҡ. Шайтан Иблис иһә, беҙҙең ҡурҡыуыбыҙҙы ҡулланып, Йәһүәнең ҡанундарын боҙоуыбыҙҙы, шул иҫәптән вәғәздә ҡатнашмауыбыҙҙы теләй (Асыл.12:17). Ул яуыз, аяуһыҙ һәм бик көслө. Әммә беҙҙең яҡлауыбыҙ бар.

3. Ҡурҡыуҙарыбыҙҙы еңергә нимә ярҙам итер?

3 Йәһүәнең беҙҙе яратҡанына һәм беҙҙең менән булғанына шикләнмәһәк, Шайтан беҙҙе ҡурҡыта алмаҫ (Зәб. 118:6). Әйҙәгеҙ, 118-се мәҙхиәне яҙған Алла хеҙмәтсеһенең миҫалына иғтибар итәйек. Уға бик етди ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгән. Уның дошмандары бик күп булған, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре хакимлыҡҡа эйә булған (9, 10-сы аяттар). Ҡайһы саҡта ул көслө баҫым аҫтында булған (13-сө аят). Бынан тыш, Йәһүә уны ҡаты итеп төҙәткән (18-се аят). Шулай ҙа мәҙхиә йырлаусы: «Бер нәмәнән дә ҡурҡмам», — тип йырлаған. Ни өсөн ул үҙен хәүефһеҙлектә тойған? Йәһүәнән төҙәтеү алһа ла, ул күктәге Атаһының уны бик яратҡанын белгән. Мәҙхиә йырлаусы ниндәй генә хәлгә эләкһә лә, ҡайғыртыусан Алланың уға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырына һис тә шикләнмәгән (Зәб. 118:29).

4. Йәһүәнең яратыуына тулыһынса ышанһаҡ, беҙ ниндәй ҡурҡыуҙарҙы еңә алырбыҙ?

4 Йәһүәнең беҙҙе ныҡ яратҡанына ышаныу беҙгә киң таралған ҡурҡыуҙарҙан арынырға ярҙам итер. Мәҫәлән: 1) ғаиләм хаҡында матди яҡтан ҡайғырта алмам тип ҡурҡыу, 2) кешеләрҙән ҡурҡыу һәм 3) үлемдән ҡурҡыу. Беренсе абзацта әйтеп кителгән ҡәрҙәштәр, Йәһүәнең яратыуына ышанғанға, үҙҙәренең ҡурҡыуҙарын еңә алған.

ҒАИЛӘ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТА АЛМАУҘАН ҠУРҠЫУ

Ғаиләһен тәьмин итер өсөн ағай-ҡәрҙәш улы менән бергә балыҡ тота. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Ғаилә башлығы ҡайһы саҡта нимә өсөн бик борсола? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

5 Мәсихселәр ғаиләләрен матди яҡтан тәьмин итеүгә етди ҡарай (1 Тим. 5:8). Ҡәҙерле ғаилә башлыҡтары, коронавирус пандемияһы һеҙгә күп борсолоуҙар килтерҙе. Һеҙ, моғайын, эшемде юғалтырмын, ә икенсеһен таба алмаҫмын, тип борсолғанһығыҙҙыр. Шулай уҡ ғаиләмде тәьмин итә алмам йә торлаҡ өсөн түләй алмам, тип ҡурҡҡанһығыҙҙыр. Йәки һеҙ ҙә, Сантьяго менән Мария кеүек, әҙ аҡсаға йәшәүе ауыр булыр, тип уйлағанһығыҙҙыр. Шундай ҡурҡыуҙарыбыҙ Шайтан ҡулында көслө ҡорал булып тора.

6. Шайтан беҙҙе нимәгә ышандырырға тырыша?

6 Шайтан беҙҙе, Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртмай һәм ғаиләбеҙҙе матди яҡтан тәьмин итергә ярҙам итмәйәсәк, тип ышандырырға тырыша. Уның ялғанына ышанған мәсихсе былайыраҡ уйлай башларға мөмкин: эште юғалтмаҫ өсөн бар көстө һалырға кәрәк, хатта бының өсөн Изге Яҙмалағы принциптарҙы боҙорға тура килһә лә.

7. Ғайса Мәсих беҙҙе нимәгә ышандырған?

7 Йәһүәне Ғайсанан яҡшыраҡ бер кем дә белмәй. Шуға Ғайса беҙҙе: «Һеҙ һорағанға тиклем үк Атағыҙ һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә», — тип ышандыра (Матф. 6:8). Ғайса Алланың беҙҙең ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртырға әҙер булғанын яҡшы белә. Сөнки беҙ — уның ғаиләһенең ағзалары. Һис шикһеҙ, Йәһүә, ғаилә башлығы булараҡ, 1 Тимофейға 5:8-ҙә яҙылған принципты хөрмәт итә.

Йәһүә беҙҙең ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртыр. Ҡай саҡ ул беҙгә ҡәрҙәштәр аша ярҙам итә. (8-се абзацты ҡарағыҙ.) *

8. а) Ғаиләбеҙҙе тәьмин итә алмаҫбыҙ тигән ҡурҡыуҙы еңергә нимә ярҙам итер? (Матфей 6:31—33). б) Фотоһүрәткә иғтибар итегеҙ. Апай-ҡәрҙәшкә ризыҡ алып килгән ғаиләнән беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

8 Алланың беҙҙе һәм ғаиләбеҙҙе яратҡанына ышанһаҡ, уның ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртасағына бер ҙә шикләнмәҫбеҙ. (Матфей 6:31—33-тө уҡығыҙ.) Йәһүә — наҙлы һәм йомарт Атай һәм уға беҙҙең хаҡта ҡайғыртыуы бик оҡшай. Ул, ерҙе барлыҡҡа килтергәндә, кешеләргә йәшәр өсөн кәрәкле нәмәләрҙе генә түгел, шатлыҡ килтергән нәмәләрҙе лә бүләк иткән (Баш. 2:9). Ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙ теләгән бөтә нәмәне ала алмағаныбыҙға бойоғабыҙ, әммә иғтибарыбыҙҙы шуға туплау мөһим: Йәһүә беҙҙең хаҡта ҡайғыртып тора, шуға беҙҙең иң кәрәклеһе бар. Быға шатланырға кәрәк (Матф. 6:11). Әйҙәгеҙ, онотмайыҡ, матди ҡорбандарға барырға тура килһә лә, Алланың бөгөн һәм киләсәктә бирәсәк бүләктәре менән сағыштырғанда, был ҡорбандар бер ни ҙә тормай. Быға Сантьяго менән Мария үҙҙәре инанған (Ишағ. 65:21, 22).

9. Сантьяго менән Марияның миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

9 Колумбияла йәшәгән Сантьяго менән Марияның матур йорто һәм яҡшы эштәре булған. Улар былай тип һөйләй: «Беҙ, тормошто ябайлаштырып, хеҙмәтте киңәйтергә теләнек, әммә ҡурҡа инек. Аҡсабыҙ әҙерәк булһа, тормошобоҙ ҡыҙыҡһыҙ булып китер, тип уйланыҡ». Уларға ҡурҡыуҙарын еңергә нимә ярҙам иткән? Сантьяго менән Мария Йәһүәнең яратыуын күрһәткән осраҡтарҙы иҫтәренә төшөрә башлаған. Был уларҙы Йәһүәнең бер ваҡытта ла ҡалдырмаясағына инандырған, шуға күрә улар аҡсалы эштән киткән. Сантьяго менән Мария, өйҙәрен һатып, вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә — илдең башҡа яғына күсеп киткән. Улар үҙҙәренең ҡарары тураһында нимә уйлай? Сантьяго былай ти: «Беҙ Матфей 6:33-тә яҙылған һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инандыҡ. Беҙ бер нәмәгә лә мохтаж түгел һәм күпкә бәхетлерәк булып киттек!»

КЕШЕЛӘРҘӘН ҠУРҠЫУ

10. Кешеләрҙең бер-береһенән ҡурҡыуы ни өсөн ғәжәп түгел?

10 Әҙәм менән Һауа Аллаға ҡаршы фетнә күтәргәндән бирле кешеләр бер-береһенә зыян килтерә (Вәғ. 8:9). Бына бер нисә миҫал. Түрәләр власты урынһыҙ ҡуллана, енәйәтселек киң тарала, мәктәптә уҡыусылар үҙ синыфташтарын кәмһетә һәм уларға янай, ғаиләләрҙә ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен аяуһыҙ тота. Шуға күрә кешеләрҙең бер-береһенән ҡурҡыуы ғәжәп түгел. Шайтан был ҡурҡыуҙарыбыҙҙы нисек ҡулланырға тырыша?

11, 12. Шайтан кешеләрҙән ҡурҡыуыбыҙҙы нисек ҡуллана?

11 Шайтан беҙҙең, кешеләрҙән ҡурҡып, Алла ҡанундарын боҙоуыбыҙҙы йә вәғәздә ҡатнашмауыбыҙҙы теләй. Уның йоғонтоһо арҡаһында ҡайһы бер илдәрҙең хөкүмәттәре эшмәкәрлегебеҙҙе тыя йә беҙҙе эҙәрләй (Лука 21:12; Асыл. 2:10). Күптәр Йәһүә шаһиттары тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт йә ялған тарата. Был ялғанға ышанған кешеләр беҙҙән көлә һәм ҡайһы саҡта үҙҙәрен беҙҙең менән бик ҡаты тота (Матф. 10:36). Әммә был беҙҙе ғәжәпләндермәй. Шайтан беренсе быуатта ла шундай ысулдар ҡулланған (Ғәм. 5:27, 28, 40).

Туғандарыбыҙ динебеҙгә ҡаршы булһа ла, беҙ Йәһүәнең яратыуына шикләнмәйбеҙ. (12—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

12 Эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡыу Шайтан ҡулланған берҙән-бер ҡорал түгел. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ғаилә ағзаларының кире ҡараштары эҙәрләүҙәрҙән дә ҡурҡынысыраҡ. Ҡәрҙәштәр туғандарын бик ярата һәм уларҙың Йәһүә менән танышыуын һәм уны яратыуын теләй. Туғандары хаҡ Алла һәм уның хеҙмәтселәре тураһында ихтирамһыҙ һөйләгәндә, был уларҙы бик борсой. Ҡайһы саҡта хәҡиҡәткә ҡаршы булған туғандар Йәһүә шаһиты булып китә. Әммә туғандарыбыҙ яңы динебеҙ арҡаһында беҙҙең менән аралашмай башлаһа, үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ?

13. Ғаиләбеҙ беҙҙән ваз кисһә, Алланың яратыуы беҙгә нисек ярҙам итә ала? (Зәбур 27:10).

13 Беҙҙе Зәбур 27:10-да * (уҡығыҙ) яҙылған матур һүҙҙәр йыуата ала. Хатта яҡындарыбыҙ беҙҙән ваз кисһә лә, Йәһүәнең беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡаны тураһында уйлағанда үҙебеҙҙе тыныс тоябыҙ. Алла беҙҙе сыҙамлығыбыҙ өсөн һис шикһеҙ бүләкләйәсәк. Йәһүә беҙҙең физик, эмоциональ һәм рухи ихтыяждарыбыҙ хаҡында һәр кешенән дә яҡшыраҡ ҡайғырта ала. Бының ысынлап та шулай икәне Биниамдың осрағынан яҡшы күренә.

14. Биниамдың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

14 Биниам ҡәрҙәшебеҙ йәшәгән илдә Йәһүә шаһиттарын ҡаты эҙәрләйҙәр. Шулай булһа ла, ул Алла хеҙмәтсеһе булып китергә ҡарар иткән. Йәһүәнең яратыуына ышаныуы уға ҡурҡыуҙы еңергә нисек ярҙам иткән? Ул былай тип бүлешә: «Эҙәрләүҙәр мин уйлағандан ҡатыраҡ булып сыҡты. Ләкин мин ғаиләмдең кире ҡарашынан нығыраҡ ҡурҡа инем. Әгәр Йәһүә шаһиты булып китһәм, ғаиләм минең турала эшкинмәгән тип уйлар һәм атайымды күңелһеҙләндерермен тип ҡурҡтым». Биниам Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртасағына бер ҙә шикләнмәгән. Ул былай тип дауам итә: «Мин Йәһүәнең ҡәрҙәштәргә матди ауырлыҡтарҙы, мыҫҡыллауҙарҙы һәм кешеләрҙең һөжүмен еңеп сығырға ярҙам иткәне тураһында уйландым. Әгәр ҙә Йәһүәгә тоғро ҡалһам, ул мине бүләкләйәсәген белә инем. Мине бер нисә тапҡыр ҡулға алдылар һәм хатта язаланылар. Йәһүә үҙенә тоғро ҡалған хеҙмәтсеһенә һәр ваҡыт ярҙам итә. Мин быны үҙем татыным». Йәһүә Биниам өсөн ысын Атай, ә Йәһүә шаһиттары — ысын ғаилә булып киткән.

ҮЛЕМДӘН ҠУРҠЫУ

15. Ни өсөн үлемдән ҡурҡыу кеше өсөн тәбиғи?

15 Изге Яҙмала үлем дошман тип атала (1 Кор. 15:25, 26). Үҙебеҙ йә яҡындарыбыҙ етди ауырып киткәндә, үлем тураһындағы уйҙар беҙҙе ҡурҡытырға мөмкин. Әммә ни өсөн беҙ үлергә ҡурҡабыҙ? Сөнки Йәһүә, беҙҙе барлыҡҡа килтергәндә, күңелебеҙгә мәңге йәшәү теләге һалған (Вәғ. 3:11). Үлемдән ҡурҡыу, хатта беҙҙең ғүмеребеҙҙе ҡотҡара ала. Мәҫәлән, был хис беҙҙе дөрөҫ туҡланырға, спорт менән шөғөлләнергә йә кәрәк булғанда табипҡа барырға дәртләндерә. Бынан тыш, ул тормошобоҙҙо ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙан һаҡлай.

16. Шайтан үлемдән ҡурҡыуыбыҙҙы нисек ҡуллана ала?

16 Беҙ ғүмеребеҙҙе бик ҡәҙерләйбеҙ, һәм Шайтан быны белә. Ул, беҙ ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн үҙебеҙҙә булғандың барыһын, хатта Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы ла ҡорбан итербеҙ, тип раҫлай (Әйүп 2:4, 5). Ниндәй ялғанлыҡ! Шулай ҙа «үлем килтерә алған Иблис» бирешмәй. Ул, үлемдән ҡурҡҡаныбыҙҙы ҡулланып, беҙҙе Алланы кире ҡағырға этәрә (Евр. 2:14, 15, ЯДТ). Ҡайһы саҡта кешеләр, Шайтандың йоғонтоһона бирелеп, Йәһүәнән баш тартмағандарға үлтереү менән янай. Йәки беҙгә ашығыс медик ярҙам кәрәк саҡта Шайтан, был мөмкинлекте ҡулланып, беҙҙе Йәһүәне тыңламаҫҡа этәрергә мөмкин. Табиптар һәм хәҡиҡәттә булмаған туғандарыбыҙ, ҡан ебәреүҙе талап итеп, беҙгә баҫым яһарға мөмкин. Йәки улар Изге Яҙманың принциптарына ҡаршы килгән дауаланыуҙы һайларға өгөтләй.

17. Ни өсөн беҙгә үлемдән ҡурҡырға кәрәкмәй? (Римдарға 8:37—39).

17 Әлбиттә, беҙ үлергә теләмәйбеҙ. Әммә үлем беҙҙе Йәһүәнең яратыуынан айыра алмағанын беләбеҙ. (Римдарға 8:37—39-ҙы уҡығыҙ.) Йәһүә үҙенең үлгән дуҫтары тураһындағы хәтирәләрҙе бик ҡәҙерләй. Үлгән дуҫтары уның өсөн тере кеүек (Лука 20:37, 38). Ул уларҙы терелтергә бик теләй (Әйүп 14:15). Йәһүә «Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн» бик ҙур хаҡ түләгән — үҙенең Улын ҡорбан итеп биргән (Яхъя 3:16). Алланың беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын һәм беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡанын яҡшы беләбеҙ. Шуға күрә ҡаты ауырығанда йә беҙгә үлем янағанда, беҙ Йәһүәнән ситләшмәйбеҙ, ә унан йыуаныс, зирәклек һәм көс эҙләйбеҙ. Валери һәм уның ире тап шулай эшләгән дә (Зәб. 41:3).

18. Валери апай-ҡәрҙәштең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

18 35 йәшендә Валери апай-ҡәрҙәшебеҙ рактың һирәк осраған агрессив формаһы менән ауырып киткән. Йәһүәнең яратыуы уға үлемдән ҡурҡыуҙы еңергә нисек ярҙам иткән? Ул былай тип бүлешә: «Ауырыуым тураһында ишеткәс, донъябыҙҙың аҫты-өҫкә әйләнгәндәй булды. Миңә операция кәрәк ине. Мин күп кенә хирургтар менән һөйләштем, әммә ҡан ебәрмәйенсә бер кем дә операция яһарға ризалашманы. Мин шул тиклем ҡурҡтым. Ләкин барыбер үҙемә ҡан ебәрергә рөхсәт итмәҫ инем, сөнки шулай эшләп, Алланың ҡанунын боҙор инем. Тормошомда мин күп тапҡыр Йәһүәнең яратыуын тойҙом! Ә хәҙер минең дә уны ни тиклем ныҡ яратҡанымды күрһәтергә мөмкинлек тыуҙы. Табип миңә, хәлең яҡшы түгел, тип әйткән һайын, мин Йәһүәне тағы ла нығыраҡ ҡыуандырырға теләнем. Мин Шайтанға үҙемде еңергә бирмәнем. Ахырҙа миңә ҡан ебәрмәйенсә уңышлы операция яһанылар. Һаулығым бик яҡшынан булмаһа ла, Йәһүә миңә бар кәрәклеһен биреп тора. Мәҫәлән, ауырыуым тураһында белер алдынан бер нисә көн алдараҡ йыйылыш осрашыуында «Бәлә-ҡазалар кисергәндә бирешмәгеҙ» * тигән мәҡәлә ҡаралғайны. Ул саҡта был мәҡәлә бик урынлы булды. Беҙ уны ҡат-ҡат уҡып сыҡтыҡ. Шундай мәҡәләләр һәм рухи эштәр беҙгә ирем менән тыныслыҡ һаҡлап ҡалырға һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә».

ҠУРҠЫУҘАРЫБЫҘҘЫ ЕҢӘБЕҘ

19. Оҙаҡламай нимә булыр?

19 Бөтә донъяла йәшәгән мәсихселәр Йәһүәнең ярҙамы менән ауырлыҡтарын еңә һәм Шайтанға бирешмәй (1 Пет. 5:8, 9). Һеҙ ҙә еңеүсе була алаһығыҙ. Оҙаҡламай Йәһүә Ғайсаға һәм уның хакимдаштарына Иблистең эштәрен емерергә ҡушасаҡ (1 Яхъя 3:8). Унан һуң кешеләр Йәһүәгә тыныслыҡта хеҙмәт итер һәм «уларҙы бер кем дә ҡурҡытмаҫ» (Миҡ. 4:4; Ишағ. 54:14). Ә ул ваҡыт килеп еткәнсе, әйҙәгеҙ, ҡурҡыуҙарыбыҙҙы еңер өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын эшләйек.

20. Беҙгә ҡурҡыуҙарыбыҙҙан арынырға нимә ярҙам итер?

20 Беҙгә Йәһүәнең үҙ дуҫтарын яратҡанына һәм яҡлаясағына ышаныуыбыҙҙы нығытырға кәрәк. Беҙ быны нисек эшләй алабыҙ? Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен боронғо ваҡытта нисек яҡлағаны тураһында уйланайыҡ һәм был хаҡта башҡалар менән фекер алышайыҡ. Шулай уҡ уның беҙгә ауыр саҡтарҙа нисек ярҙам иткәнен бер ҡасан да онотмайыҡ. Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ ҡурҡыуҙарыбыҙҙы еңә алабыҙ (Зәб. 34:4).

129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ

^ Ҡурҡыу хисе кеше өсөн тәбиғи. Йыш ҡына был хис беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлай. Әммә ҡурҡыуға ныҡ бирелһәк, был беҙгә зыян килтерә ала, сөнки Шайтан быны беҙгә ҡаршы ҡулланырға мөмкин. Шуға күрә ҡурҡыуҙарыбыҙҙы контролдә тоторға кәрәк. Беҙгә нимә ярҙам итер? Әгәр Йәһүә беҙҙең яҡлы икәненә һәм уның яратыуына ышанһаҡ, бер кем дә, бер нәмә лә беҙҙе ҡурҡыта алмаҫ.

^ Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ Зәбур 27:10: «Хатта атайым һәм әсәйем мине ташлаһа ла, Йәһүә ташламаҫ, үҙе мине һыйындырыр».

^ РӘСЕМДӘ: үҙ ғаиләһен тәьмин итер өсөн тырышып эшләгән апай-ҡәрҙәшкә бер пар аҙыҡ-түлек килтергән.

^ РӘСЕМДӘ: йәш ағай-ҡәрҙәштең ата-әсәһе уның диненә ҡаршы тора, әммә ул Йәһүәнең ярҙамына таяна.