Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

28-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Алланан ҡурҡыу һеҙҙе һаҡлаһын

Алланан ҡурҡыу һеҙҙе һаҡлаһын

«Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән... ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ» (1 ПЕТ. 1:17)

122-СЕ ЙЫР Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. Бөгөн мәсихселәрҙең хәле ҡайһы яҡтан Лоттың хәленә оҡшаш?

 БӨГӨНГӨ йәмғиәттә кешеләрҙең тәртибе бик түбән төшкән. Быны күреп, беҙ тәҡүә Лоттыҡы кеүек хистәр тоябыҙ. Ул «уның эргәһендә хөкөм һөргән Содом кешеләренең аҙғынлығынан» интеккән, сөнки күктәге Атаһының бындай эштәрҙе нәфрәт иткәнен белгән (2 Пет. 2:7, 8). Лот Алланан ҡурҡҡан һәм уны яратҡан. Был уны замандаштарының насар йоғонтоһонан һаҡлаған. Бөгөн дә беҙ Йәһүәнең нормаларын һанға һуҡмаған кешеләр араһында йәшәйбеҙ, шулай ҙа әхлаҡи яҡтан таҙа булып ҡала алабыҙ. Бының өсөн Аллаға ҡарата яратыу һәм уның алдында дөрөҫ ҡурҡыу үҫтерергә кәрәк (Ғиб. һүҙ. 14:2).

2 Йәһүә беҙгә нәсихәт итеп Ғибрәтле һүҙҙәр китабын яҙҙыртҡан. Был китап беҙҙе дөрөҫ эш итергә дәртләндерә. Бөтә мәсихселәргә — ирҙәргә һәм ҡатындарға, ололарға һәм йәштәргә — был китаптың аҡыллы кәңәштәре өҫтөндә уйланыу файҙалы булыр.

АЛЛАНАН ҠУРҠЫУ БЕҘҘЕ ЯҠЛАЙ

Эштә кем менән һәм күпме аралашҡаныбыҙға, шулай уҡ ниндәй саҡырыуҙарҙы ҡабул иткәнебеҙгә иғтибарлы булырға кәрәк (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)

3. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:3 буйынса, ни өсөн беҙгә йөрәгебеҙҙе һаҡларға кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

3 Беҙгә символик йөрәгебеҙҙе һаҡларға кәрәк, сөнки Йәһүә күңелебеҙҙең иң тәрән төпкөлдәрен тикшерә. Тимәк, ул башҡалар күрмәгәнде күрә. Беҙ уның ус төбөндә кеүек. (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:3-тө уҡығыҙ.) Уйыбыҙҙы мәңгелек тормошҡа алып барған зирәклек менән тултырһаҡ, ул һөйөнә (Яхъя 4:14). Шуға күрә лә беҙ Шайтандан һәм был донъянан килгән ағыуға — түбән әхлаҡи нормаларға һәм ялған өйрәтеүҙәргә — йөрәгебеҙгә инергә юл ҡуймайбыҙ (1 Яхъя 5:18, 19). Йәһүәгә яҡыныраҡ булған һайын, беҙҙең уға ҡарата яратыуыбыҙ һәм хөрмәт хисебеҙ үҫә бара. Беҙ күктәге Атайыбыҙҙың хистәрен рәнйетергә теләмәйбеҙ. Шуға күрә гонаһ ҡылыу тураһында уйлау ҙа беҙҙең өсөн әшәке. Әгәр гонаһ ҡылыу тураһында фекер тыуһа, үҙегеҙҙән: «Мине шул тиклем ныҡ яратҡан Шәхесте белә тороп рәнйетергә теләйемме?» — тип һорағыҙ (1 Яхъя 4:9, 10).

4. Йәһүәнән ҡурҡыу бер апай-ҡәрҙәште нисек ҡотҡонан һаҡлап ҡалған?

4 Хорватияла йәшәгән Марта b исемле апай-ҡәрҙәш әхлаҡһыҙлыҡ ҡылыу ҡотҡоһо менән осрашҡан. Ул былай тип яҙған: «Шул ваҡытта мин аҡылымды юғалтҡандай булдым. Гонаһ шул тиклем ылыҡтырғыс ине, хатта уға ҡаршы торорға көсөм ҡалмағандай булды. Әммә мине Йәһүәнән ҡурҡыу һаҡлап ҡалды». Алланан ҡурҡыу уға нисек ярҙам иткән? Марта был теләктең әсе емештәре тураһында уйланған. Уның миҫалы беҙҙең өсөн яҡшы өлгө. Гонаһ ҡылыуҙың аяныс һөҙөмтәһе шундай: мәсихсе Йәһүәне рәнйетә һәм уға мәңге хеҙмәт итеү мөмкинлеген юғалта (Баш. 6:5, 6).

5. Леоның осрағы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

5 Әгәр беҙ Йәһүәнән ҡурҡабыҙ икән, беҙ насар эштәр ҡылған кешеләр менән дуҫлашмаҫбыҙ. Конгола йәшәгән Лео ағай-ҡәрҙәш бының әсе һөҙөмтәләргә килтергәнен үҙе татыған. Һыуға сумдырылғандан һуң дүрт йыл үткәс, ул бер насар компанияға эйәреп киткән. Лео үҙе насар эштәр эшләмәгәс, Йәһүәгә ҡаршы гонаһ ҡылмайым, тип уйлаған. Әммә оҙаҡламай дуҫтарының йоғонтоһо уны эскеселеккә һәм әхлаҡһыҙлыҡҡа килтергән. Шул саҡта ул хәҡиҡәттә булған ата-әсәһенең өйрәтеүҙәрен һәм Йәһүә менән булғанда тормошоноң ни тиклем бәхетле булғанын иҫенә төшөргән. Ул был хаҡта уйланған һәм өлкәндәрҙең ярҙамы менән Йәһүәгә ҡайтҡан. Бөгөн Лео өлкән һәм махсус пионер булып хеҙмәт итә.

6. Ниндәй ике символик ҡатын тураһында белербеҙ?

6 Әйҙәгеҙ, Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 9-сы бүлеген ҡарап сығайыҡ. Унда зирәклек һәм аҡылһыҙлыҡ итеп һүрәтләнгән ике символик ҡатын тураһында әйтелә c. Әйтерһең дә, уларҙың һәр береһе тәжрибәһеҙҙәргә һәм аҡылһыҙҙарға мөрәжәғәт итә һәм һәр береһе: «Килегеҙ, һыйланығыҙ!» — тип саҡыра (Ғиб. һүҙ. 9:1, 5, 6, 13, 16, 17). Уларҙың саҡырыуҙары бер төрлө яңғыраһа ла, һөҙөмтәләре төрлө. Бөгөн Шайтан донъяһы әхлаҡһыҙлыҡҡа һәм порнографияға батҡан (Ефес. 4:19). Шунлыҡтан Алланан ҡурҡыу үҫтереү һәм яуызлыҡтан ҡасыу бик мөһим (Ғиб. һүҙ. 16:6). Тимәк, бөтәбеҙгә лә — ирҙәргә лә, ҡатындарға ла — Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 9-сы бүлеген ҡарап сығыу файҙалы булыр.

АҠЫЛҺЫҘ ҠАТЫНДЫҢ ЮЛЫНАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ

«Аҡылһыҙ ҡатындың» саҡырыуын ҡабул итеү бәләләргә килтерергә мөмкин (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Ғибрәтле һүҙҙәр 9:13—18 буйынса, «аҡылһыҙ ҡатындың» саҡырыуын ҡабул иткәндәрҙе нимә көтә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

7 Әйҙәгеҙ, «аҡылһыҙ ҡатындың» саҡырыуына иғтибар итәйек. (Ғибрәтле һүҙҙәр 9:13—18-ҙе уҡығыҙ.) Ул оятын юғалтып аҡылһыҙҙарҙы киске ашына саҡыра. Һөҙөмтәлә улар менән нимә була? Уның өйөнә кергәндәрҙе үлем көтә. Ғибрәтле һүҙҙәр китабында башҡа урындарҙа ла оҡшаш образдар осрай. Унда Йәһүә беҙҙе «аҙғын» һәм «боҙоҡ ҡатындан» киҫәтә: «Уның йорто үлемгә алып бара» (Ғиб. һүҙ. 2:11—19). Ә Ғибрәтле һүҙҙәр 5:3—10-да «аяҡтары үлемгә алып [төшкән]» тағы бер «аҙғын ҡатын» телгә алына.

8. Беҙҙең ниндәй һайлау алдында тороуыбыҙ бар?

8 «Аҡылһыҙ ҡатындың» саҡырыуын ишеткән кешеләргә уның янына барырғамы-юҡмы икәнен хәл итергә кәрәк. Беҙҙең дә шундай һайлау алдында тороуыбыҙ бар. Мәҫәлән, кемдер беҙҙе әхлаҡһыҙлыҡ ҡылырға этәрһә, нимә эшләрбеҙ? Йәиһә телевизорҙа, смартфонда йә интернетта оятһыҙ нәмәне күрһәк, нимә эшләрбеҙ?

9, 10. Ни өсөн әхлаҡһыҙ тәртиптән һаҡланырға кәрәк?

9 Енси әхлаҡһыҙлыҡтан һаҡланыр өсөн беҙҙең етди сәбәптәребеҙ бар. «Урлап эскән һыуҙар татлы», — тип әйтә «аҡылһыҙ ҡатын». «Урлап эскән һыуҙар» нимә ул? Изге Яҙмала ир менән ҡатын араһында булған енси мөнәсәбәттәр шишмә һыуы менән сағыштырыла (Ғиб. һүҙ. 5:15—18). Законлы никахта торған ир менән ҡатын ғына был мөнәсәбәттәргә, улар саф һәм яраҡлы булһа инде, кинәнергә хоҡуҡлы. Был мөнәсәбәттәр «урлап эскән һыуҙарҙан» — законһыҙ енси мөнәсәбәттәрҙән бөтөнләй айырылып тора. Ҡараҡтар башҡалар күрмәгәндә әйбер урлаған кеүек, әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған кешеләр ҙә быны йәшерен эшләй. Ундай «һыуҙар» кешеләргә татлы булып тойолорға мөмкин, сөнки улар: «Беҙгә бер нәмә лә булмай», — тип уйлай. Ләкин улар үҙҙәрен алдай, сөнки Йәһүә барыһын да күрә. Бындай «һыуҙарҙа» бер ниндәй ҙә татлы нәмә юҡ. Киреһенсә, әхлаҡһыҙлыҡтың емеше әсе, сөнки уны ҡылған кешеләр Йәһүәнең хуплауын юғалта (1 Кор. 6:9, 10).

10 Енси әхлаҡһыҙлыҡтың башҡа күп аяныс эҙемтәләре лә бар: ғаиләләр тарҡала, кеше үҙ-үҙен хөрмәт итмәй башлай, выждан ғазабы кисерә йә никахлашмайынса балаға уҙа. «Аҡылһыҙ ҡатындың» өйөнә яҡын килмәү һәм уның һыйы менән ҡыҙыҡһынмау ни тиклем аҡыллы! Уның саҡырыуын ҡабул иткән кеше рухи яҡтан үлеүҙән тыш, енси мөнәсәбәттәр аша таралған ҡурҡыныс ауырыуҙар арҡаһында ваҡытынан алда үлергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 7:23, 26). Ғибрәтле һүҙҙәр 9:18-ҙә: «Ҡунаҡтары Ҡәбер тәрәнлектәрендә», — тип әйтелә. Улайһа, ни өсөн күптәр «аҡылһыҙ ҡатындың» саҡырыуын ҡабул итә һәм уның тоҙағына эләгә һуң? (Ғиб. һүҙ. 9:13—18).

11. Ни өсөн порнографияны ҡарау бик зыянлы?

11 Бөгөн күп кеше порнографияны ҡарау тоҙағына эләгә. Улар, әҙәпһеҙ нәмәне ҡарауҙың бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ, тип уйлай. Ләкин ысынында ул зыян килтерә, бәйлелек тыуҙыра, һөҙөмтәлә кеше үҙ-үҙен һәм башҡаларҙы хөрмәт итмәй башлай. Әхлаҡһыҙ образдар бик көслө. Улар кешенең мейеһенә шул тиклем ныҡ һеңеп ҡала, хатта уларҙы хәтерҙән юйып ташлау бик ауыр. Бынан тыш, порнография кешенең насар теләктәрен бөтөрмәй, ә киреһенсә, көсәйтеп ебәрә (Кол. 3:5; Яҡ. 1:14, 15). Эйе, порнографияны ҡараусыларҙың күбеһе һуңынан әхлаҡһыҙ эштәр ҡыла.

12. Беҙ енси теләктәр уятҡан һүрәттәрҙән һаҡланғаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

12 Электрон яйланмабыҙҙа оятһыҙ һүрәттәр килеп сыҡһа, беҙ нимә эшләргә тейеш? Беҙгә шунда уҡ күҙҙәребеҙҙе ситкә борорға кәрәк. Шулай эш итергә беҙгә нимә ярҙам итер? Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ тормошобоҙҙа иң ҡиммәтле нәмә икәнен иҫтә тотоу. Ҡайһы бер һүрәттәр әхлаҡһыҙ булмаһа ла, кешелә енси теләктәр уятырға мөмкин. Ни өсөн мәсихселәр уларҙы ҡарауҙан һаҡланырға тейеш? Сөнки беҙ күңелебеҙҙә зина ҡылыуға алып барған хатта бәләкәй генә аҙымды ла яһарға теләмәйбеҙ (Матф. 5:28, 29). Таиландта йәшәгән Дэвид исемле өлкән былай ти: «Мин һәр ваҡыт үҙ-үҙемдән: „Был һүрәттәр порнография булмаһа ла, минең уларға ҡарап тороуым Йәһүәгә оҡшармы?“ — тип һорайым. Шундай фекер йөрөтөү миңә аҡыллы эш итергә ярҙам итә».

13. Беҙгә аҡыллы эш итергә нимә ярҙам итер?

13 Йәһүәне рәнйетеүҙән ҡурҡыу беҙгә аҡыллы эш итергә ярҙам итер. Ундай ҡурҡыу — «зирәклектең башланғысы», йәғни уның нигеҙе (Ғиб. һүҙ. 9:10). Был «ысын зирәклек» итеп һүрәтләнгән икенсе символик ҡатын-ҡыҙҙың һүҙҙәренән асыҡ күренә. Уның саҡырыуы Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 9-сы бүлегендә тәүге аяттарҙа килтерелә.

«ЫСЫН ЗИРӘКЛЕКТЕҢ» САҠЫРЫУЫН ҠАБУЛ ИТЕГЕҘ

14. Ғибрәтле һүҙҙәр 9:1—6-ла ниндәй саҡырыу тураһында әйтелә?

14 Ғибрәтле һүҙҙәр 9:1—6-ны уҡығыҙ. Бында «ысын зирәклектең» сығанағы — зирәк Йәһүәнең саҡырыуы яҙылған (Ғиб. һүҙ. 2:6; Рим. 16:27). Был аяттарҙа шулай уҡ ете бағаналы ҙур йорт тураһында әйтелә. Ул нимәне символлаштыра? Йәһүә — йомарт Алла һәм ул зирәк булырға теләгән һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала.

15. Алла беҙҙе нимәгә саҡыра?

15 «Ысын зирәклекте» символлаштырған ҡатындың миҫалы беҙгә шуны күрһәтә: Йәһүә йомарт, ул беҙгә барыһын мул итеп бирә. Ғибрәтле һүҙҙәр 9:2 буйынса, был символик ҡатын ит бешергән, шарабын тәмләткән һәм табын әҙерләгән. Артабан, 4-се, 5-се аяттарҙа яҙылғанса, «Аҡылһыҙға ул былай ти: „Кил, икмәгем менән туҡлан“». Ни өсөн беҙгә был ҡатындың саҡырыуын ҡабул итергә кәрәк? Йәһүә үҙ балаларының аҡыллы һәм иҫән-имен булыуын теләй. Ул беҙҙең хаталаныуҙар һәм үкенестәр аша тәжрибә туплауыбыҙҙы теләмәй. Тап шуға күрә ул «зирәклекте намыҫлылар өсөн һаҡлай» (Ғиб. һүҙ. 2:7). Алланан ҡурҡыу беҙҙе уны ҡыуандырырға дәртләндерә. Беҙ уның аҡыллы кәңәштәрен тыңлайбыҙ һәм уларҙы теләп ҡулланабыҙ (Яҡ. 1:25).

16. Алланан ҡурҡыу бер ҡәрҙәшкә аҡыллы ҡарар ҡабул итергә нисек ярҙам иткән һәм был ниндәй һөҙөмтәгә килтергән?

16 Алланан ҡурҡыу А́лан исемле өлкәнгә аҡыллы эш итергә нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ. Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Алан былай ти: «Хеҙмәттәштәремдең күбеһе, порнографик фильмдарҙы енси тәжрибә туплау маҡсаты менән ҡарарға кәрәк, тип уйлай». Әммә Алан улар менән ризалашмаған. «Мин Хоҙайҙан ҡурҡам, — ти ул. — Шунлыҡтан бындай фильмдарҙан ҡәтғи рәүештә баш тарттым. Мин һәр ваҡыт хеҙмәттәштәремә сәбәбен аңлатып торҙом». Шулай эшләп, Алан «ысын зирәклектең» тауышына ҡолаҡ һалған һәм уның «аңлау һәләте һине алға алып барһын» тигән кәңәше буйынса эш иткән (Ғиб. һүҙ. 9:6). Алан ҡәрҙәштең ҡайһы бер хеҙмәттәштәре, уның ныҡ булыуына һоҡланып, Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған.

«Ысын зирәклектең» саҡырыуы бәхетле тормошҡа илтә (17, 18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

17, 18. «Ысын зирәклектең» саҡырыуын ҡабул иткәндәр ниндәй фатихаларға эйә һәм киләсәктә уларҙы нимә көтә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

17 Ике символик ҡатындың миҫалын ҡулланып, Йәһүә беҙгә бәхетле һәм тулы тормошҡа нисек өлгәшеп булғанын күрһәтә. «Ғауғасыл» һәм «аҡылһыҙ ҡатындың» саҡырыуын ҡабул иткән кешеләрҙең ғүмерҙәре «татлы», йәшерен ләззәттәр тирәләй әйләнә. Улар киләсәк тураһында бөтөнләй уйламайынса бөгөнгө көн менән йәшәй. Әммә алда уларҙы «ҡәбер» көтә (Ғиб. һүҙ. 9:13, 17, 18).

18 «Ысын зирәклектең» саҡырыуын ҡабул иткән кешеләр уларҙан ни тиклем айырылып тора! Улар инде хәҙер мул һәм матур итеп әҙерләнгән рухи өҫтәлдән тәмле һәм файҙалы ризыҡ ашай (Ишағ. 65:13). Ишағыя пәйғәмбәр аша Йәһүә: «Мине иғтибар менән тыңлағыҙ һәм яҡшы ризыҡ ашағыҙ, шунда йәнегеҙ ысындан да туҡлыҡлы ризыҡҡа кинәнер», — тип әйтә (Ишағ. 55:1, 2). Беҙ Йәһүә яратҡанды яратырға һәм ул күрә алмағанды нәфрәт итергә өйрәнәбеҙ (Зәб. 97:10). Беҙгә башҡа кешеләрҙе «ысын зирәклектең» өйөнә ҡунаҡҡа саҡырырға оҡшай. Беҙ уның «ҡала ҡалҡыулыҡтарынан» «кем тәжрибәһеҙ, бында килһен» тип ҡысҡырған хеҙмәтселәренә оҡшашбыҙ. Ысын зирәклектең фатихалары әлеге тормош менән генә сикләнмәй. «Зирәк ҡатындың» саҡырыуын ҡабул иткән кешеләрҙең ғүмерҙәре бер ҡасан да өҙөлмәйәсәк! (Ғиб. һүҙ. 9:3, 4, 6).

19. Вәғәзсе 12:13, 14 буйынса, беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ? ( «Алланан ҡурҡыу беҙҙе яҡлай» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

19 Вәғәзсе 12:13, 14-те уҡығыҙ. Алланан ҡурҡыу ошо һуңғы көндәрҙә йөрәгебеҙҙе һаҡлаһын һәм беҙгә әхлаҡи, рухи яҡтан саф булып ҡалырға ярҙам итһен. Был ҡурҡыу-хөрмәт беҙҙе артабан да мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе «ысын зирәклектән» өйрәнер өсөн саҡырырға дәртләндерһен.

127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем

a Мәсихселәргә Алла алдында дөрөҫ ҡурҡыу үҫтерергә кәрәк. Ундай ҡурҡыу йөрәгебеҙҙе енси әхлаҡһыҙлыҡтан һәм порнографиянан һаҡлар. Был мәҡәләлә беҙ Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 9-сы бүлеген ҡарап сығырбыҙ. Унда һүрәтләнгән ике символик ҡатын зирәклек менән аҡылһыҙлыҡ араһындағы айырманы асыҡ күрһәтә. Был бүлектәге һабаҡтар беҙҙе күп хаталарҙан һаҡлап ҡалыр.

b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

c Изге Яҙмала нимәнелер кеше рәүешендә тасуирлаған башҡа миҫалдар Римдарға 5:14-тә һәм Галаттарға 4:24-тә килтерелә.