Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Йәһүәнең бүләктәре һәм ҡиммәтле һабаҡтары

Йәһүәнең бүләктәре һәм ҡиммәтле һабаҡтары

ХӘТЕРЛӘЙЕМ, бәләкәй саҡта, күктә самолеттың осоп барыуын күргәндә, уның мине экзотик илдәргә алып китеүен күҙ алдыма килтерә торғайным. Ул ваҡытта был минең өсөн тормошҡа аша алмаҫлыҡ хыял ғына булып тойола ине.

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында атай-әсәйем Эстониянан Германияға күсенгән, һәм мин унда тыуғанмын. Артабан улар Канадаға күсенергә булған. Канадала беҙ йәшәгән урын Отта́ва ҡалаһынан йыраҡ түгел ине. Беҙ бер мөйөшө ағартылған тауыҡ кетәгендә йәшәнек. Бик ярлы йәшәһәк тә, көн һайын иртәнге ашҡа йомортҡа ашай торғайныҡ.

Бер тапҡыр Йәһүә шаһиттары әсәйемә Асылыш китабының 21-се бүлегенән 3-сө, 4-се аяттарҙы уҡып күрһәткән. Ундағы һүҙҙәр әсәйемдең күңеленә үтеп ингән, ул хатта илап ебәргән. Хәҡиҡәт орлоғо шытып үҫенте биргән, һәм атайым менән әсәйем һыуға сумдырылған.

Атай-әсәйем инглиз телендә насар һөйләшһә лә, хәҡиҡәтте бик ҡәҙерләй ине. Атайым Са́дбери ҡалаһының (Онта́рио провинцияһы) никель заводында эшләй ине. Һәр шәмбе көн, төнгө ауыр сменанан һуң, ул беҙҙе һеңлем Си́львия менән хеҙмәткә алып бара торғайны. Һәр аҙна беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән «Күҙәтеү манараһын» өйрәнә инек. Атайым менән әсәйем миндә Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерҙе. Был мине 1956 йылда Йәһүәгә бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға дәртләндерҙе. Ул ваҡытта миңә 10 йәш ине. Уларҙың Аллаға ҡарата яратыуы миңә ғүмер буйы көс өҫтәп торҙо.

Мәктәпте тамамлағандан һуң минең хеҙмәткә ҡарата ашҡыныуым һүрелде. Пионер булып хеҙмәт итһәм, хыялымды тормошҡа ашырыр өсөн аҡса йыя алмаҫмын, тип уйланым. Ә мин ул ваҡытта бөтә донъяны урап сығырға хыяллана инем. Мин урындағы радиостанцияға диджей булып урынлаштым. Эшем миңә оҡшай ине, әммә кисен эшләргә тура килә ине. Шуның арҡаһында осрашыуҙарҙы йыш ҡалдыра башланым һәм Алланы яратмаған кешеләр менән күп аралаштым. Әммә һуңыраҡ выжданым мине үҙгәрештәр яһарғадәртләндерҙе.

Мин О́шаваға (Онтарио провинцияһы) күсендем. Унда мин Рэй Но́рман, уның һеңлеһе Ле́сли һәм башҡа пионерҙар менән таныштым. Мин улар менән тығыҙ аралаша башланым. Мин уларҙың ни тиклем бәхетле булыуҙарын күрҙем һәм үҙ маҡсаттарымды тикшерергә булдым. Был йәш ҡәрҙәштәр мине пионер хеҙмәтен башларға дәртләндерҙе. Һәм 1966 йылдың сентябрь айында мин пионер булып хеҙмәт итә башланым. Мин бик бәхетле инем һәм тормош иҫ киткес ине. Әммә алда тормошомдо киҫкен үҙгәрткән Йәһүәнең бер нисә бүләге көтә ине.

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘГӘ НИМӘЛЕР ТӘҠДИМ ИТӘ ИКӘН, ТАТЫП ҠАРАҒЫҘ

Әле мәктәптә уҡыған саҡта мин Канадалағы Вефилдә хеҙмәт итер өсөн ғариза тултырған инем. Һуңыраҡ инде пионер булып хеҙмәт иткән ваҡытта мине Вефилгә 4 йылға хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Әммә миңә Лесли бик оҡшай ине һәм, хеҙмәткә ризалашһам, уны бер ҡасан да күрмәҫмен тип ҡурҡтым. Мин күп доға ҡылдым. Лесли менән хушлашыу бик ауыр булһа ла, мин Вефилдә хеҙмәт итергә ҡарар иттем.

Тәүҙә Вефилдә мин кер йыуыу бүлегендә, ә һуңынан сәркәтип булып эшләнем. Ул ваҡытта Лесли Гатино́ ҡалаһында (Квебе́к провинцияһы) махсус пионер булып хеҙмәт итә башланы. Мин йыш ҡына: «Ул хәҙер нимә эшләй икән? Мин дөрөҫ ҡарар ҡабул иттемме икән?» — тип уйландым. Ә һуңыраҡ мине тормошомда булған иң шатлыҡлы хәлдәрҙең береһе көтә ине. Леслиҙың ағаһын Рэйҙы Вефилгә саҡырҙылар. Ул минең менән бер бүлмәлә йәшәй башланы! Һәм беҙ Лесли менән яңынан аралаша башланыҡ. 1971 йылдың 27 февралендә беҙ өйләнештек. Был Вефилдәге дүрт йыллыҡ хеҙмәтемдең һуңғы көнө ине.

Район хеҙмәтен башлайбыҙ. 1975 йыл

Беҙҙе Квебектағы француз телендәге йыйылышҡа билдәләнеләр. Бер нисә йылдан һуң яңы көтөлмәгән хәл: мине район хеҙмәтенә билдәләнеләр. Ул ваҡытта миңә 28 генә йәш ине. Мин үҙемдең йәш һәм тәжрибәһеҙ икәнемде аңлай инем. Ләкин миңә Иремия 1:7, 8-ҙә яҙылған һүҙҙәр бик ныҡ ярҙам итте. Шулай уҡ мине тағы бер нәмә борсой ине: бер нисә тапҡыр аварияға осрауы арҡаһында Лесли ҡайһы саҡта йоҡлай алмай ине. Район хеҙмәтендә нисек ҡатнаша алырбыҙ икән? Ҡәҙерле ҡатыным миңә былай тине: «Әгәр Йәһүә беҙгә нимәлер тәҡдим итә икән, нишләп татып ҡарамаҫҡа?» Беҙ ризалаштыҡ һәм 17 йыл район хеҙмәтендә ҡатнаштыҡ.

Мин район хеҙмәтенә башым менән сумдым, һәм ҡайһы саҡта Леслиға иғтибар бүлер өсөн ваҡытым ҡалмай ине. Бер көндө минең өсөн һабаҡ алырлыҡ бер осраҡ булды. Дүшәмбе көн иртәнсәк кемдер ишеккә шылтыратты. Тышта бер кем дә юҡ ине. Ләкин ишек төбөндә ашъяулыҡ, еләк-емеш, сыр, икмәк, бер шешә шарап, ике бокал һәм бәләкәй генә ҡағыҙ һалынған кәрзин тора ине. Ул ҡағыҙҙа: «Ҡатыныңды тәбиғәткә алып сыҡ», — тип яҙылған ине. Был матур һәм ҡояшлы көн ине. Мин Леслиға: «Миңә телмәрҙәр әҙерләргә кәрәк, шуға һинең менән бара алмайым», — тинем. Ул, әлбиттә, барыһын да аңланы, әммә әҙерәк күңелһеҙләнде. Телмәр әҙерләргә ултырғас, мине выжданым ғазаплай башланы. Ефестарға 5:25, 28-ҙә яҙылған һүҙҙәр иҫемә төштө. Йәһүә үҙе миңә: «Ре́йно, ҡатыныңа иғтибар бүлергә кәрәк», — тип әйткәндәй булды. Мин доға ҡылдым да Леслиға: «Киттек!» — тинем. Ул үҙ бәхетенә үҙе ышана алмай ине. Беҙ йылға буйында тәбиғәт ҡосағында матур урынға ашъяулыҡ йәйҙек. Был беҙҙең бергә үткәргән бәхетле көндәребеҙҙең береһе ине. Әйткәндәй, мин телмәрҙәр ҙә әҙерләп өлгөрҙөм.

Беҙгә район хеҙмәте оҡшай ине. Беҙ бөтә Канаданы: Британия Колумбияһынан алып Ньюфа́ундлендҡа тиклем йөрөп сыҡтыҡ. Шулай итеп минең сәйәхәт итергә хыялым тормошҡа ашты. Миссионер булырға теләмәһәм дә, Гилеад мәктәбе тураһында ваҡыт-ваҡыт уйлай инем. Миссионерҙар — улар айырым бер кешеләр, һәм был минең өсөн түгел, тип уйлай инем. Ә шулай уҡ, мине киҙеү һәм һуғыш барған бер Африка иленә ебәрерҙәр, тип ҡурҡа инем. Мин Канадала хеҙмәт итеүемдән бәхет таба инем.

КИЛӘҺЕ БҮЛӘК: ЭСТОНИЯҒА ҺӘМ БАЛТИКА ИЛДӘРЕНӘ БИЛДӘЛӘНЕҮ

Балтика илдәре буйлап сәйәхәт итәбеҙ

1992 йылда, Советтар Союзы тарҡалғас, беҙҙе Эстонияға миссионерҙар итеп билдәләргә булдылар. Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл ине. Әммә беҙ доға ҡылдыҡ һәм тағы ла: «Әгәр Йәһүә нимәлер тәҡдим итә икән, ни өсөн татып ҡарамаҫҡа?» — тип уйлап ҡуйҙыҡ. Беҙ ризалаштыҡ һәм мин: «Ярай әле был Африка түгел», — тип еңел һулап ҡуйҙым.

Беҙ шунда уҡ эстон телен өйрәнә башланыҡ. Ике ай ҙа үтмәҫтән, беҙгә район хеҙмәтендә ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Беҙҙең территорияға өс Балтик иле һәм Калининград инә ине. Беҙгә 46 йыйылышҡа һәм бер нисә төркөмгә килеп китергә кәрәк ине. Тимәк, беҙгә латыш, литва һәм урыҫ телендә әҙ генә булһа ла һөйләшергә өйрәнергә кәрәк ине. Был еңел булманы, әммә ҡәрҙәштәр тырышлыҡтарыбыҙҙы бик ҡәҙерләне һәм ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер ине. 1999 йылда Эстонияла филиал асылды һәм мин филиалдың комитетында То́мас Э́дур, Ле́мбит Ра́йле һәм То́мми Ка́уко менән хеҙмәт итә башланым.

Һул яҡтан: Литвала конгреста сығыш яһайым

Уң яҡтан: Эстонияла 1999 йылда барлыҡҡа килгән филиал комитеты

Беҙ ҡасандыр Себерҙә һөргөндә булған Йәһүә шаһиттары менән таныштыҡ. Улар менән бик ҡаты мөғәмәлә иткәндәр һәм туғандарынан айырғандар. Шуға ҡарамаҫтан улар ҡаты бәғерле булып китмәгән, ә киреһенсә, шатлыҡтарын һәм Алла тураһында һөйләр өсөн ҡайнар теләктәрен һаҡлап ҡалған. Уларҙың үрнәге беҙҙе ауыр шарттарҙа сыҙам һәм шатлыҡлы булып ҡала алыуыбыҙға ышандырҙы.

Тығыҙ графигыбыҙ арҡаһында беҙҙең ял итергә мөмкинлектәребеҙ әҙ ине. Бер ваҡыт Лесли ныҡ арый башланы. Тәүҙә беҙ бының фибромиалгия менән бәйле булыуын аңламаныҡ. Шуға күрә беҙ Канадаға ҡайтырға булдыҡ. Беҙҙе Па́ттерсонда (АҠШ, Нью-Йорк штаты) филиал комитеты ағзалары өсөн үткән мәктәпкә саҡырғас, мин унда бара алырбыҙмы-юҡмы икәнен белмәй инем. Беҙ ҡайнар доға ҡылдыҡ һәм ризалашырға булдыҡ. Йәһүә ҡарарыбыҙҙы хупланы. Мин уҡыған арала Лесли кәрәкле дауаланыу алды. Ваҡыт уҙыу менән беҙ ғәҙәти тормошҡа ҡайттыҡ.

ТАҒЫ БЕР КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ: ЕРҘЕҢ ИКЕНСЕ ЯҒЫНА БАРЫУ

2008 йылда Эстонияла булғанда, кисен, миңә баш идаралыҡтан шылтыраттылар һәм, Ко́нгоға бара алыр инегеҙме, тип һоранылар. Мин аптырап киттем, сөнки яуапты иртәгә бирергә кәрәк ине. Лесли йоҡлай алмаҫ тип, уға был хаҡта әйтмәҫкә булдым. Ә һөҙөмтәлә үҙем төнө буйы йоҡламаным. Мин Йәһүәгә доға ҡылдым һәм ни өсөн Африкаға барырға ҡурҡҡанымды һөйләнем.

Икенсе көндө мин Леслиға барыһын да һөйләп бирҙем. «Йәһүә беҙҙе Африкаға саҡыра. Ни өсөн беҙ, унда хеҙмәт итә алмаҫбыҙ, тип ҡурҡабыҙ, беҙ бит унда хеҙмәт итеп ҡараманыҡ?» — тип уйлап ҡуйҙыҡ беҙ. Шуға күрә 16 йыл Эстонияла хеҙмәт иткәндән һуң беҙ Кинша́саға остоҡ. Ундағы филиал йәшел оазис ине. Барыһы ла тыныс һәм матур ине. Лесли шунда уҡ бүлмәгә үҙенең Канадала булған открыткаһын ҡуйҙы. Открыткала: «Һине ҡайҙа ултыртһалар, шунда сәскә ат», — тип яҙылған ине. Конгола беҙ урындағы ҡәрҙәштәр менән дуҫлаштыҡ һәм күп Изге Яҙма өйрәнеүе таптыҡ. Миссионер хеҙмәте беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә башланы. Беҙ башҡа филиалдарға барырға билдәләнеү алдыҡ һәм Африканың 13 илендә булдыҡ. Төрлө халыҡтан булған кешеләр менән таныша алдыҡ һәм уларҙың матурлығын күрҙек. Йәһүәгә беҙҙе Африкаға ебәргәне өсөн беҙ бик рәхмәтле. Минең элек булған ҡурҡыуҙарым юҡҡа сыҡты.

Конгола беҙҙе төрлө ризыҡ менән, шул иҫәптән бөжәктәр менән һыйланылар. Элек мин ундай нәмәне ауыҙыма алырмын тип, хатта күҙ алдыма ла килтерә алмай инем. Әммә ҡәрҙәштәрҙең рәхәтләнеп ашағанын күреп, беҙ ҙә татып ҡарарға булдыҡ һәм бер ҙә үкенмәнек.

Беҙ илдең көнсығышында урынлашҡан ауылдарға рухи аҙыҡ һәм гуманитар ярҙам алып бара торғайныҡ. Унда партизандар ауылдарға һөжүм итә ине. Шул арҡала күптәр зыян күрҙе. Йәһүә шаһиттарының күбеһе бик ярлы йәшәһә лә, уларҙың терелеүгә өмөтө, Йәһүәгә ҡарата көслө мөхәббәте һәм ойошмабыҙға тоғро булыуы йөрәктәребеҙҙе йылытып торҙо. Уларҙың үрнәге Йәһүәгә ни өсөн хеҙмәт иткәнебеҙ хаҡында уйланырға һәм иманыбыҙҙы нығытырға дәртләндерҙе. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр өйҙәрен һәм үҫтергән бөтә уңыштарын юғалтты. Мин шуны асыҡ күрҙем: матди байлыҡ тиҙ генә юҡҡа сыға ала, ә Йәһүә менән мөнәсәбәттәр мәңге. Һынауҙары ҡаты булһа ла, ҡәрҙәштәр бик һирәк кенә зарлана ине. Уларҙың ҡарашы беҙҙе илһамландырып торҙо. Беҙ, сәләмәтлеккә бәйле ауырлыҡтар тыуғанда йә башҡа проблемалар менән осрашҡанда, ҡыйыу булып ҡалыуҙың мөһимлеген күрҙек.

Һул яҡтан: Ҡасаҡтар алдында телмәр менән сығыш яһайым

Уң яҡтан: Дунгу ҡалаһына гуманитар ярҙам һәм дарыуҙар алып барабыҙ (Конго Демократик Республикаһы)

АЗИЯҒА БИЛДӘЛӘНЕҮ

Шуның менән Йәһүәнең бүләктәре бөтмәне: беҙҙе Гонконгтағы филиалға ебәрҙеләр. Беҙ Көнсығышта йәшәрбеҙ тип, хатта бер ҙә уйламағайныҡ. Әммә ризалаштыҡ, сөнки беҙ Йәһүәнең ҡулын инде күп тапҡыр күрҙек. 2013 йылда беҙ илай-илай ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ һәм иҫ киткес Африка менән хушлаштыҡ. Алда беҙҙе нимә көткәнен әле белмәй инек.

Африканан һуң Гонконг башҡа төрлө планета кеүек күренде. Был шау-шыулы, күп кешеле ҡала ине. Кантон диалектын өйрәнеү еңел булманы. Әммә яныбыҙҙа беҙҙе яратҡан ҡәрҙәштәребеҙ бар ине. Ә шулай уҡ беҙгә урындағы ризыҡ бик оҡшаны. Вефилдә эш күбәйә барҙы, ләкин шул уҡ ваҡыт күсемһеҙ мөлкәттең дә хаҡы ҙур тиҙлек менән үҫте. Шуға күрә Етәксе кәңәшмә филиалдың күп кенә биналарын һатырға ҡарар итте. Шунан һуң, 2015 йылда, беҙҙе Көньяҡ Кореяға күсерҙеләр, беҙ унда һаман да хеҙмәт итәбеҙ. Корей теле лә еңелдән түгел икән. Был телдә беҙ бик яҡшы һөйләшә белмәһәк тә, ҡәрҙәштәр беҙҙе маҡтай. Бының өсөн беҙ уларға бик рәхмәтле.

Һул яҡтан: Гонконгта йәшәй башлайбыҙ

Уң яҡтан: Кореялағы филиал

АЛҒАН ҺАБАҠТАР

Яңы дуҫтар табыу еңел түгел. Әммә беҙ шуны аңланыҡ: үҙең ҡунаҡсыл булһаң, башҡалар менән тиҙ генә танышып була. Шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙең айырмалыҡтарына ҡарағанда, уртаҡ яҡтары күберәк икәнен күрҙек. Һис шикһеҙ, Йәһүә беҙҙе башҡаларға яратыу күрһәтә белеү һәләте менән барлыҡҡа килтергән (2 Кор. 6:11).

Беҙ үҙебеҙгә шундай һабаҡ алдыҡ: кешеләргә Йәһүә кеүек ҡарарға һәм тормошобоҙҙа уның ҡулын һәм яратыуын күрә белергә кәрәк. Бойоҡҡан саҡта йә башҡалар беҙҙе яратып бармай кеүек күренгәндә, дуҫтарыбыҙҙан килгән открыткаларҙы һәм хаттарҙы ҡат-ҡат уҡый торғайныҡ. Беҙ Йәһүәнең доғаларыбыҙға нисек яуап биргәненән үҙебеҙ тойҙоҡ. Ул үҙ яратыуына ышандырып торҙо һәм көс бирҙе.

Беҙҙең Лесли менән бергә үткәргән йылдарыбыҙ, тығыҙ графикка ҡарамаҫтан, бер-беребеҙ өсөн ваҡыт табыу бик мөһим икәнен күрһәтте. Беҙ шулай уҡ үҙеңдән көлә белеү, айырыуса яңы тел өйрәнгәндә, файҙалы икәненә инандыҡ. Һәр кис Йәһүәгә рәхмәттәр әйтер өсөн, булған фатихаларҙы иҫкә төшөрөргә тырышабыҙ.

Ысынлап ҡына әйткәндә, мин бер ваҡыт миссионер булырмын һәм башҡа илдәрҙә йәшәрмен тип, бер ҙә уйламағайным. Әммә Йәһүә менән барыһы ла мөмкин икәненә инандым. Иремия пәйғәмбәрҙең: «Эй Йәһүә, һин мине алданың», — тигән һүҙҙәре иҫемә төшә (Ирем. 20:7). Эйе, Йәһүә беҙгә иҫ киткес бүләктәр бирҙе һәм өҫтөбөҙгә көтөлмәгән фатихалар яуҙырҙы. Ул хатта самолетта сәйәхәт итергә хыялымды ла тормошҡа ашырҙы. Баш идаралыҡтың вәкиле булараҡ, мин ҡатыным менән биш континенттағы филиалдарҙа булдым. Бала саҡта шулай булыр тип, башыма ла килмәне. Ниндәй генә йөкләмәләр алһаҡ та, Лесли һәр ваҡыт минең өсөн тоғро ярҙамсы булды. Мин уны бының өсөн бик ҡәҙерләйем.

Беҙ кем өсөн һәм ни өсөн хеҙмәт иткәнебеҙҙе һәр ваҡыт иҫебеҙгә төшөрөп торабыҙ. Бөгөн алған иҫ киткес фатихалар — киләсәктә мәңгелек тормош килтерәсәк фатихаларҙың сағылышы ғына. Ул саҡта Йәһүә, ҡулын асып, «һәр тере йәндең теләген» ҡәнәғәтләндерәсәк! (Зәб. 145:16).