Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең көнөнә әҙер булығыҙ

Йәһүәнең көнөнә әҙер булығыҙ

«Раббы көнө, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә [етәсәк]» (1 ФЕС. 5:2).

143-СӨ ЙЫР Көт, вәғәзлә, иҫеңдә тот

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Йәһүәнең көнөндә ҡотолор өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

 ИЗГЕ ЯҘМАЛА «Йәһүәнең көнө» тураһында әйтелгәндә, ҡөҙрәтле Алла үҙ дошмандарын тар-мар итеп, үҙ хеҙмәтселәрен ҡотҡарған осор күҙ уңында тотола. Элек Йәһүә ҡайһы бер халыҡтарҙы язаға тарттырған (Ишағ. 13:1, 6; Йәз. 13:5; Саф. 1:8). Беҙҙең көндәрҙә «Йәһүәнең көнө» Бөйөк Вавилонға һөжүм итеүҙән башланыр һәм Армагеддон һуғышы менән тамамланыр. Шул «көндө» тере ҡалыр өсөн бөгөн үк әҙерләнергә кәрәк. Ғайса, бөйөк афәткә һәр ваҡыт әҙер тороғоҙ, тип өйрәткән бит (Матф. 24:21; Лука 12:40).

2. Фессалоникаларға яҙылған беренсе хатты тикшереү ни өсөн файҙалы булыр?

2 Илсе Павел, мәсихселәргә Йәһүәнең бөйөк хөкөм көнөнә әҙер булырға ярҙам итер өсөн, фессалоникаларға яҙған беренсе хатында бер нисә миҫал килтергән. Павел Йәһүәнең көнө ул ваҡытта килмәйәсәген белгән (2 Фес. 2:1—3). Шулай ҙа ул ҡәрҙәштәрен, был көн иртәгә килеп етерҙәй, әҙер торорға дәртләндергән. Беҙ ҙә илсе Павелдың кәңәшен ҡуллана алабыҙ. Әйҙәгеҙ, өс өлкәне ҡарап сығайыҡ: 1) Йәһүәнең көнө нисек килә, 2) кем был көндә ҡотола алмаясаҡ һәм 3) был көнгә нисек әҙер булырға.

ЙӘҺҮӘНЕҢ КӨНӨ НИСЕК КИЛӘ?

Илсе Павел фессалоникаларға яҙған беренсе хатында беҙҙең өсөн файҙалы булған бер нисә миҫал килтергән (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)

3. Ни өсөн Йәһүәнең көнөн төндә ингән ҡараҡ менән сағыштырып була? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

3 «Төндә ингән ҡараҡ кеүек» (1 Фес. 5:2). Был — илсе Павелдың Йәһүә көнөнөң килеүен һүрәтләгән өс миҫалдың береһе. Ҡараҡтар йыш ҡына, өйҙөң хужаһы көтмәгәндә, ҡараңғы төндә килә һәм тиҙ эш итә. Йәһүәнең көнө лә күпселек кешеләр өсөн көтөлмәгәндә килер. Хатта мәсихселәр ҙә ваҡиғаларҙың тиҙ үҙгәргәнен күреп, моғайын, ғәжәпләнер. Әммә, яуыз кешеләрҙән айырмалы булараҡ, беҙ юҡ ителмәҫбеҙ.

4. Ни өсөн Йәһүәнең көнөн ғоманлы ҡатындың бала тыуҙырыу ғазаптары менән сағыштырып була?

4 «Ғоманлы ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек» (1 Фес. 5:3). Буласаҡ әсәй балаһының ҡасан тыуыуын теүәл белмәһә лә, уның тыуасағына бер ҙә шикләнмәй. Ғәҙәттә, баланың тыуыуы көтөлмәгәндә була, ғазаптар килтерә һәм уны туҡтатып булмай. Шуның шикелле, беҙ Йәһүә көнөнөң ҡасан килерен теүәл белмәйбеҙ. Әммә был көндөң мотлаҡ киләсәгенә һәм Алланың хөкөмө яуыз кешеләр өсөн ҡапыл һәм ҡотолғоһоҙ буласағына беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ.

5. Ни өсөн бөйөк афәтте таң атыу менән сағыштырып була?

5 Таң атыу кеүек. Павел үҙенең өсөнсө миҫалында ҡабат ҡараҡтар тураһында әйтһә лә, был юлы ул, күрәһең, Йәһүәнең көнөн таң атыу менән сағыштыра (1 Фес. 5:4). Ҡараҡтарҙың, мауығып китеп, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҡалыуы ихтимал. Яңы көндөң яҡтыһы улар өсөн көтөлмәгән булырға мөмкин, шул саҡта бөтәһе лә уларҙың яуыз эштәрен күрер. Шуның шикелле, бөйөк афәт тә «ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә» ҡатнашҡан кешеләрҙе фаш итәсәк. Уларҙан айырмалы булараҡ, беҙ Алланы күңелһеҙләндергән эштәрҙе кире ҡағып һәм «һәр төрлө изгелеккә, ғәҙеллеккә һәм хәҡиҡәткә» ынтылып, Йәһүәнең көнөнә әҙерләнә алабыҙ (Ефес. 5:8—12). Артабан Павел ике миҫал ярҙамында Йәһүә көнөндә кем ҡотола алмаясағын күрһәтә.

ЙӘҺҮӘ КӨНӨНДӘ КЕМ ҠОТОЛА АЛМАЯСАҠ?

6. Кешеләрҙең күпселеге ниндәй мәғәнәлә йоҡлай? (1 Фессалоникаларға 5:6, 7).

6 «Йоҡлаусылар». (1 Фессалоникаларға 5:6, 7-не уҡығыҙ.) Павел Йәһүә көнөндә иҫән ҡалмаясаҡ кешеләрҙе йоҡлаусылар менән сағыштырған. Улар тирә-яҡта нимә булғанын һәм ваҡыттың нисек үткәнен белмәй. Шуға улар мөһим ваҡиғаларҙы күрмәй һәм бер нәмә лә эшләй алмай. Бөгөн кешеләрҙең күбеһе рухи мәғәнәлә йоҡлай (Рим. 11:8). Улар тиҙҙән бөйөк афәт киләсәген һәм һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе иҫбатлаған дәлилдәргә иғтибар итмәй. Донъяла булған әһәмиәтле ваҡиғалар уларҙы рухи йоҡонан уята һәм шул саҡта ғына улар Батшалыҡ тураһындағы хәбәргә бер аҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Шулай ҙа уларҙың күптәре уяу булыр урынына ҡабат йоҡлап китә. Ә ҡайһы берҙәре хөкөм көнөнөң килеренә ышанһа ла, был әле тиҙҙән булмай, тип уйлай (2 Пет. 3:3, 4). Әммә беҙҙең өсөн уяу ҡалыу көндән-көн мөһимерәк булып тора.

7. Ни өсөн Алла хөкөм иткән кешеләрҙе эскеселәр менән сағыштырып була?

7 «Эскеселәр». Илсе Павел Алла хөкөм иткән кешеләрҙе эскеселәр менән сағыштырған. Иҫерек кеше бөтә нәмәне яй эшләй һәм төплө ҡарарҙар ҡабул итә алмай. Яуыз кешеләр тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Улар Алланың киҫәтеүҙәренә ҡолаҡ һалмай. Ундай кешеләр һәләкәткә алып барған юлға баҫҡан. Әммә Изге Яҙма мәсихселәрҙе «уяу һәм айыҡ» булырға дәртләндерә (1 Фес. 5:6). Изге Яҙманың бер белгесе әйтеүенсә, айыҡ кеше тыныс ҡала, аҡыл менән эш итә һәм паникаға бирелмәй. Ул аныҡ фекер йөрөтә һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә ала. Ни өсөн беҙгә тыныс булып ҡалырға һәм аҡыл менән эш итергә кәрәк? Был донъяның эштәрендә ҡатнашмаҫ өсөн. Был донъя, сәйәси һәм йәмғиәт һорауҙарҙа беҙҙең теге йә был яҡҡа баҫыуыбыҙҙы теләп, баҫым яһарға мөмкин. Йәһүәнең көнө яҡынайған һайын, ундай баҫым көслөрәк була барыр. Шулай ҙа беҙгә нисек яуап биреү тураһында борсолорға кәрәкмәй. Алланың рухы беҙгә тыныс ҡалырға, аҡыл менән эш итергә һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер (Лука 12:11, 12).

ЙӘҺҮӘНЕҢ КӨНӨНӘ НИСЕК ӘҘЕРЛӘНЕРГӘ?

Күпселек кеше Йәһүәнең көнө тураһында уйлап та бирмәй. Ләкин беҙ был көнгә әҙер, сөнки иман менән мөхәббәтте — тимер кейем итеп, ә өмөттө тимер башлыҡ итеп кейәбеҙ (8, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8. 1 Фессалоникаларға 5:8-ҙә уяу булырға һәм айыҡ фекер һаҡларға ярҙам иткән сифаттар нисек һүрәтләнә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

8 «Тимер кейем... тимер башлыҡ... кейәйек». Илсе Павел беҙҙе хәрби кейемгә кейенгән һәм уяу булған һуғышсы менән сағыштыра. (1 Фессалоникаларға 5:8-ҙе уҡығыҙ.) Һуғышсы һәр ваҡытта ла һуғышҡа әҙер булырға тейеш. Беҙҙең турала ла шуны уҡ әйтеп була. Әгәр беҙ иман һәм мөхәббәтте тимер кейем итеп, ә өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ итеп кейһәк, беҙ Йәһүәнең көнөнә әҙер булырбыҙ. Иман, мөхәббәт һәм өмөт кеүек сифаттар йәшәү өсөн бик мөһим.

9. Иман беҙҙе нисек яҡлай?

9 Тимер кейем һуғышсының йөрәген һаҡлаған. Шуның шикелле, иман менән мөхәббәт беҙҙең символик йөрәгебеҙҙе һаҡлай. Улар беҙгә Йәһүәгә даими хеҙмәт итергә һәм Ғайсаға эйәрергә ярҙам итә. Иманыбыҙ, Йәһүә беҙҙе уны ысын күңелдән эҙләгәнебеҙ өсөн бүләкләйәсәк, тип ышандырыр (Евр. 11:6). Иман беҙҙе, ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәндә лә, Юлбашсыбыҙ Ғайсаға тоғро ҡалырға дәртләндерер. Иман шулай уҡ тормош ауырлыҡтарын йырып сығырға ярҙам итер. Беҙ быға ҡәрҙәштәрҙең миҫалдарынан өйрәнәбеҙ. Улар эҙәрләүҙәргә һәм матди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Аллаға тоғро ҡалған. Бынан тыш, ныҡ иман беҙҙе материализмдың тоҙағынан һаҡлар. Бының өсөн беҙгә үҙ тормошон ябайлаштырған һәм Батшалыҡ эшен беренсе урынға ҡуйған ҡәрҙәштәрҙән үрнәк алырға кәрәк b.

10. Аллаға һәм яҡындарыбыҙға ҡарата яратыу беҙгә ныҡышмалыҡ менән вәғәзләргә нисек ярҙам итә?

10 Уяу булыр өсөн һәм айыҡ фекер һаҡлар өсөн мөхәббәт тә бик мөһим (Матф. 22:37—39). Йәһүәгә яратыу беҙгә, төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ныҡышмалыҡ менән вәғәзләргә ярҙам итә (2 Тим. 1:7, 8). Иманыбыҙҙы уртаҡлашмаған кешеләрҙе яратҡанға, беҙ уларға, өйҙән-өйгә йөрөп, шулай уҡ телефон һәм хаттар аша артабан да вәғәзләйбеҙ. Бер көндө туғандарыбыҙҙың һәм күршеләребеҙҙең хәҡиҡәтте ҡабул итәсәгенә беҙ өмөтөбөҙҙө юғалтмайбыҙ (Йәз. 18:27, 28).

11. Ҡәрҙәштәребеҙгә ҡарата яратыу нисек беҙгә ярҙам итә? (1 Фессалоникаларға 5:11).

11 Ҡәрҙәштәребеҙ ҙә — беҙҙең яҡындарыбыҙ, тип әйтә алабыҙ. Илсе Павелдың «бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм... ышаныс өҫтәгеҙ» тигән кәңәшенә буйһоноп, беҙ уларға яратыу күрһәтәбеҙ. (1 Фессалоникаларға 5:11-ҙе уҡығыҙ.) Иңгә-иң көрәшкән һуғышсылар һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер. Беҙ ҙә бер-беребеҙҙе дәртләндерәбеҙ һәм нығытабыҙ. Яуҙа һуғышсы ҡәрҙәшен яраларға мөмкин. Әлбиттә, ул быны юрый эшләмәй. Беҙ ҙә ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәрҙе рәнйетһәк тә, быны юрый эшләмәйбеҙ һәм «яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән» ҡайтармайбыҙ (1 Фес. 5:13, 15). Шулай уҡ беҙҙең менән етәкселек иткән ҡәрҙәштәрҙе ихтирам итергә кәрәк (1 Фес. 5:12). Илсе Павел фессалоникаларға яҙғанда, ундағы йыйылыштың ойошторолоуына бер йыл да булмаған. Ул йыйылыштағы өлкәндәр, күрәһең, тәжрибәһеҙ булған һәм хаталар эшләгән. Шулай ҙа улар хөрмәткә лайыҡ булған. Бөйөк афәт яҡынлаша, шуға күрә беҙ киләсәктә урындағы өлкәндәрҙең күрһәтмәләренә айырыуса мохтаж булырбыҙ. Бәлки, баш идаралыҡ һәм филиалдар менән бәйләнеш өҙөлөр. Шуға күрә бөгөн үк ҡәҙерле өлкәндәребеҙҙе яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәнәйек! Ниндәй генә хәл булһа ла, әйҙәгеҙ, айыҡ фекер һаҡлайыҡ һәм иғтибарыбыҙҙы уларҙың етешһеҙлектәренә түгел, ә Йәһүәнең Ғайса Мәсих аша улар менән етәкселек иткәненә туплайыҡ.

12. Өмөт нисек фекерләү рәүешебеҙҙе һаҡлай?

12 Тимер башлыҡ һуғышсының башын һаҡлаған кеүек, ҡотолоуға өмөт беҙҙең фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе һаҡлай. Ныҡлы өмөт ярҙамында беҙ был донъя тәҡдим иткән нәмәләрҙең файҙаһыҙ булыуын таныйбыҙ (Флп. 3:8). Өмөт беҙгә һәр төрлө осраҡта тыныс ҡалырға һәм бер яҡтан икенсе яҡҡа һуғылмаҫҡа ярҙам итә. Быға Африкала хеҙмәт иткән Уо́ллис менән Лори́нда үҙҙәре инанған. Өс аҙна эсендә Уоллистың атаһы, ә Лоринданың әсәһе үлеп киткән. Ковид арҡаһында улар туғандары янында була алмаған. Уоллис былай тип яҙған: «Терелтеүгә өмөт миңә уларҙың был иҫке донъялағы һуңғы көндәре тураһында түгел, ә яңы донъяла беренсе көндәре тураһында уйларға ярҙам итә. Ҡайғы һәм юғалтыу тойғоһо биләп алғанда, өмөт мине йыуата».

13. Изге рух алыр өсөн нимә эшләп була?

13 «Изге Рухты томаламағыҙ» (1 Фес. 5:19). Павел изге рухты Алла хеҙмәтсеһенең эсендәге ут менән сағыштырған. Алла рухы ярҙамында беҙ ашҡынып торабыҙ, дөрөҫлөккә ынтылабыҙ һәм Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн көсөбөҙ ташып тора (Рим. 12:11). Изге рухты нисек алып була? Уны доғала һорап, Алланың рухы тарафынан яҙылған Изге Яҙманы өйрәнеп һәм был рух йүнәлткән ойошма менән хеҙмәттәшлек итеп. Шулай эшләп беҙ рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы үҫтерә алырбыҙ (Гал. 5:22, 23).

«Минең эштәрем Алланың изге рухын алырға теләгәнемде күрһәтәме?» — тип үҙегеҙҙән һорағыҙ (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Артабан да изге рух алыр өсөн беҙ нимәнән ҡасырға тейешбеҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Алланың изге рухын алғас, уны «томаламаҫ» өсөн һаҡ булырға кәрәк. Алла үҙенең рухын таҙа фекер һәм саф тәртип һаҡлағандарға ғына бирә. Әгәр беҙ әшәке нәмәләр тураһында уйлаһаҡ һәм шул уйҙар буйынса эш итһәк, ул беҙгә изге рухын бирмәҫ (1 Фес. 4:7, 8). Изге рухты алыр өсөн шулай уҡ беҙгә «пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ» тигән һүҙҙәргә буйһонорға кәрәк (1 Фес. 5:20). Был аятта «пәйғәмбәрлек» тигән һүҙ Алланың изге рух ярҙамында биргән хәбәрен күҙ уңында тота. Пәйғәмбәрлек шулай уҡ Йәһүә көнө һәм беҙ йәшәгән һуңғы көндәр тураһындағы хәбәрҙәрҙе үҙ эсенә ала. Армагеддон минең көндәрҙә булмай, тип уйлап, был көндө артҡа күсермәҫбеҙ. Киреһенсә, яҡшы тәртип һаҡлап, рухи эштәрҙә әүҙем ҡатнашып һәм был көндөң тиҙҙән буласағын иҫтә тотоп, уны тиҙләтербеҙ (2 Пет. 3:11, 12).

«БАРЫҺЫН ҺЫНАҒЫҘ»

15. Алдаҡ һәм ендәр пропагандаһының тоҙағына эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк? (1 Фессалоникаларға 5:21).

15 Тиҙҙән Алланың дошмандары «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итәсәк (1 Фес. 5:3). Ул саҡта бөтә ер ендәрҙең пропагандаһы менән тулыр, һәм күпселек кеше алданған булыр (Асыл. 16:13, 14). Әммә был пропаганда беҙҙе алдай алмаясаҡ, сөнки беҙ Павелдың «барыһын һынағыҙ» тигән кәңәше буйынса эш итәбеҙ. (1 Фессалоникаларға 5:21-ҙе уҡығыҙ.) Был аятта «һынағыҙ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ҡиммәтле металдарҙы тикшереү тураһында һүҙ барғанда ҡулланылған. Тимәк, беҙгә ишеткән һәм уҡыған нәмәләрҙең дөрөҫмө-юҡмы икәнен тикшереп торорға кәрәк. Был Фессалоникала йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ өсөн мөһим булған. Ә киләсәктә был беҙҙең өсөн тағы ла мөһимерәк булыр, сөнки бөйөк афәт яҡынлаша. Башҡаларҙың әйткәндәренә шунда уҡ ышаныр урынына, беҙгә аҡыл менән эш итергә кәрәк. Уҡығаныбыҙҙы һәм ишеткәнебеҙҙе Изге Яҙмала нимә яҙылғаны һәм Йәһүәнең ойошмаһы нимә әйткәне менән сағыштырырға кәрәк. Шул саҡта ендәр пропагандаһы беҙҙе алдай алмаҫ (Ғиб. һүҙ. 14:15; 1 Тим. 4:1).

16. Беҙ нимәгә өмөтләнәбеҙ һәм был беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

16 Халыҡ булараҡ Алланың хеҙмәтселәре бөйөк афәтте кисереп сығыр. Ә һәр беребеҙ тураһында әйткәндә, иртәгәһе көн нимә килтерәсәген белмәйбеҙ (Яҡ. 4:14). Армагеддонға тиклем үлһәк тә, ләкин Аллаға тоғро ҡалһаҡ, унан бүләк итеп мәңгелек тормош аласағыбыҙҙы беләбеҙ. Майланғандар — Мәсих менән бергә күктә, ә бүтән һарыҡтар ерҙәге ожмахта йәшәйәсәк. Әйҙәгеҙ, иғтибарыбыҙҙы иҫ киткес өмөткә туплайыҡ һәм Йәһүәнең көнөнә әҙер булайыҡ!

150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә

a 1 Фессалоникаларға 5-се бүлектә бер нисә сағыу миҫал һәм сағыштырыу килтерелә. Уларҙан беҙ Йәһүәнең көнө тураһында күп нәмә белә алабыҙ. Был ниндәй «көн», һәм ул нисек килер? Кем иҫән ҡала, ә кем юҡ? Ул көнгә нисек әҙерләнергә? Илсе Павелдың һүҙҙәрен тикшереп, беҙ ошо һорауҙарға яуап алырбыҙ.

b «Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған» тигән мәҡәләләр йыйынтығын ҡарағыҙ.