Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Күҙәтеү манараһындағы» өҫтәмә мәҡәләләр

«Күҙәтеү манараһындағы» өҫтәмә мәҡәләләр

Күп кенә вәғәзселәр йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнгәндә JW Library® ҡушымтаһын ҡуллана. Был ҡушымтала улар «Күҙәтеү манараһының» өйрәнеү мәҡәләләрен еңел генә таба ала. Әммә өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән «Күҙәтеү манараһында» өҫтәмә мәҡәләләр ҙә бар. Улар ҙа рухи яҡтан файҙалы. Был мәҡәләләрҙе JW Library ҡушымтаһында нисек табып була?

  • Һәр өйрәнеү мәҡәләнең аҙағында «Өҫтәмә материалдар» («Дополнительные материалы») тигән өҫтәмә исем бар. Уның аҫтында «Был сығарылыштағы башҡа мәҡәләләр» («Другие статьи в этом выпуске») тигән һылтанма бар. Уға баҫһағыҙ, журналдың йөкмәткеһе асылыр. Унда өйрәнеү мәҡәләләренең исемдәрен һәм һандарын, шулай уҡ өҫтәмә мәҡәләләрҙең исемдәрен күрерһегеҙ. Уҡырға теләгән мәҡәләнең исеменә баҫығыҙ.

  • JW Library ҡушымтаһындағы баш һалынмаға, «Яңы» («Новое») тигән бүлегенә, ваҡыт-ваҡыт «Күҙәтеү манараһының» һәр яңы сығарылышы һалына. Уларҙы күсереп алып була. Күсереп алынған журналды асһағыҙ, йөкмәткеһен күрерһегеҙ. Бер мәҡәләне лә төшөрөп ҡалдырмаҫ өсөн журналдың йөкмәткеһен иғтибар менән ҡарап сығығыҙ.