27-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Ни өсөн беҙгә Йәһүәнән ҡурҡырға кәрәк?
«Ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға... хеҙмәт итәйек» (ЕВР. 12:28).
8-СЕ ЙЫР Йәһүә — һыйыныр урыныбыҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1, 2. Еврейҙарға 12:28-ҙә әйтелгәнсә, беҙ Йәһүәнең дуҫтары булырға теләһәк, нимә эшләргә тейеш?
ҺЕҘҘЕҢСӘ, ысын дуҫлыҡ үҫтерер өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Моғайын, һеҙ, яҡын дуҫтар бер-береһен яратырға һәм бер-береһенә таяныс булырға тейеш, тип әйтерһегеҙ. Яҡын дуҫтар бер-береһенән ҡурҡырға тейеш тигән фекер һеҙҙең уйығыҙға ла килмәҫ. Әммә был мәҡәләнең төп аятында, Йәһүә дуҫтарының уға «ихтирам һәм ҡурҡыу менән» хеҙмәт итеүҙәрен теләй, тип әйтелә. (Еврейҙарға 12:28-ҙе уҡығыҙ.)
2 Күпме ваҡыт беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итһәк тә, бөтәбеҙгә лә уға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт үҫтереү мөһим. Әммә Алланан ҡурҡыу нимәне аңлата? Беҙ был сифатҡа нисек өйрәнә алабыҙ? Һәм ни өсөн беҙгә батша һарайында хеҙмәт иткән Авдий түрәнең, баш рухани Йодайҙың һәм Йәһүәш батшаның миҫалдарын ҡарап сығыу файҙалы булыр?
АЛЛАНАН ҠУРҠЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?
3. Ҡурҡыу хисе беҙҙе нисек һаҡлай? Аңлатығыҙ.
3 Беҙгә нимәлер янағанда, беҙ ҡурҡабыҙ. Ундай ҡурҡыу файҙалы. Ул беҙҙе аҡыллы эш итергә дәртләндерә. Мәҫәлән, ҡолап төшөүҙән ҡурҡыу беҙҙе ҡая ситенә яҡын барыуҙан һаҡлай. Йәрәхәт алыуҙан ҡурҡыу беҙҙе хәүефле осраҡтарҙан ҡасырға этәрә. Әгәр инде беҙ яҡын кешебеҙ менән дуҫлығыбыҙҙы юғалтырға ҡурҡһаҡ, беҙ мәрхәмәтһеҙ һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән һаҡланырбыҙ.
4. Шайтан беҙҙең Йәһүә алдында ниндәй ҡурҡыуға бирелеүебеҙҙе теләй?
4 Шайтан кешеләрҙең Йәһүәнән ныҡ ҡурҡыуҙарын теләй. Ул уларға Элифаздың Йәһүә үс алыусан, яуыз, уға ярап булмай тигән фекерен тағырға маташа (Әйүп 4:18, 19). Шайтан беҙҙең Йәһүәнән бик ныҡ ҡурҡыуыбыҙҙы һәм шул ҡурҡыуҙан сығып хеҙмәт итеүҙән туҡтауыбыҙҙы теләй. Был тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн беҙгә Алла алдында дөрөҫ ҡурҡыу үҫтерергә кәрәк.
5. Алланан ҡурҡыу нимә аңлата?
5 Алланан ҡурҡҡан, йәғни уны тәрән хөрмәт иткән кеше уны ярата һәм уның менән мөнәсәбәттәренә зыян килтерә алған нәмәләрҙән һаҡлана. Ғайсала тап шундай ҡурҡыу булған, һәм Изге Яҙмала, ул Аллаға «оло ихтирам» күрһәткән, тиелә (Евр. 5:7). Эйе, ундай ҡурҡыу уны шатлыҡтан мәхрүм итмәгән (Ишағ. 11:2, 3). Ғайса Йәһүәне бик ныҡ яратҡан һәм һәр нәмәлә уға буйһонорға теләгән (Яхъя 14:21, 31). Ғайса кеүек беҙ ҙә Йәһүәне тәрән хөрмәт итәбеҙ, сөнки ул — ҡайғыртыусан, аҡыллы, ғәҙел һәм көслө Алла. Беҙ беләбеҙ: Йәһүә беҙҙе бик ныҡ ярата, һәм ул беҙҙең уның өйрәтеүҙәренә нисек ҡарауыбыҙға битараф түгел. Йәһүәне тыңламағанда, беҙ уны ҡайғыға төшөрәбеҙ, ә тыңлағанда — ҡыуандырабыҙ (Зәб. 78:41; Ғиб. һүҙ. 27:11).
НИСЕК АЛЛАНАН ҠУРҠЫРҒА ӨЙРӘНЕРГӘ?
6. Алла алдында ҡурҡыу үҫтерергә нимә ярҙам итер? (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:5).
6 Йәһүәнән ҡурҡыу тыумыштан килмәй, уны үҫтерергә кәрәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:5-те уҡығыҙ.) Нисек итеп? Мәҫәлән, Алланың ижади эштәре тураһында уйланып. Йәһүәнең ижади эштәрендә уның зирәклеге, көсө, шулай уҡ беҙгә ҡарата тәрән яратыуы күренә. Уларҙы күберәк күҙәткән һайын, беҙ Алланы ла күберәк яратабыҙ һәм ихтирам итәбеҙ (Рим. 1:20). Э́йдриен исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Мине Йәһүәнең ижади эштәре һоҡландыра. Ул шул тиклем зирәк! Шуға күрә уның минең өсөн нимә иң яҡшыһы икәнен белгәненә бер ҙә шикләнмәйем». Эйдриен бына ниндәй һығымтаға килгән: «Ни өсөн миңә йәшәү биргән Йәһүә менән минең арамда кәртә була алған нәмәне эшләргә?» Һеҙ ошо аҙнала уҡ Алланың берәй ижади эше тураһында уйланыр өсөн ваҡыт бүлә алыр инегеҙме? Был һеҙгә Йәһүәне тағы ла нығыраҡ яратырға һәм хөрмәт итергә ярҙам итер (Зәб. 111:2, 3).
7. Доға нисек Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт үҫтерергә ярҙам итә?
7 Аллаға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт үҫтерергә шулай уҡ доға ярҙам итә. Аллаға күберәк доға ҡылған һайын, беҙ уны яҡшыраҡ беләбеҙ. Һынауҙа сыҙам ҡалырға көс һораған һайын, беҙ уның бөйөк ҡөҙрәткә эйә булыуын иҫебеҙгә төшөрәбеҙ. Йәһүәгә Улының ҡорбаны өсөн рәхмәттәр әйткәндә, Йәһүәнең беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡаны тураһында уйланабыҙ. Ә берәй проблеманы йырып сығыр өсөн үтенеп ярҙам һорағанда, Йәһүәнең ни тиклем зирәк икәненә ышанабыҙ. Доға Йәһүәне тағы ла нығыраҡ хөрмәт итергә һәм уның менән дуҫлығыбыҙға зыян килтергән бөтә нәмәне кире ҡағырға ярҙам итә.
8. Алла алдында ҡурҡыу һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер?
8 Алла алдында ҡурҡыу һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? Изге Яҙманы өйрәнеү. Уны яҡшы һәм насар миҫалдарҙан һабаҡ алыу маҡсаты менән өйрәнегеҙ. Әйҙәгеҙ, тәүҙә Йәһүәнең ике тоғро хеҙмәтсеһе — батша һарайының түрәһе Авдий һәм баш рухани Йодай тураһында беләйек. Ә шунан һуң Аллаға тоғро булған, ә һуңынан уны ҡалдырған Йәһүҙиә батшаһы Йәһүәштең миҫалынан фәһем алайыҡ.
АВДИЙ ҺЫМАҠ ҠЫЙЫУ БУЛЫҒЫҘ
9. Йәһүәнән ҡурҡыу Авдийға нисек ярҙам иткән? (1 Батшалар 18:3, 12).
9 Изге Яҙмала Авдий b тураһында беренсе тапҡыр әйтелгәндә, ул «Йәһүәгә тәрән ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп йәшәүсе кеше ине» тип яҙылған. (1 Батшалар 18:3, 12-не уҡығыҙ.) Был ҡурҡыу Авдийға нисек ярҙам иткән? Беренсенән, был уны намыҫлы һәм ышаныслы кеше иткән. Шуға күрә батша уны үҙенең бөтә йорто өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуйған. (Ниҡәми 7:2 менән сағыштырығыҙ.) Шулай уҡ Алланан ҡурҡыу Авдийға ҡыйыулыҡ өҫтәгән. Был сифат уға бик кәрәк булған, сөнки ул Ахаб батша көндәрендә йәшәгән. Изге Яҙмала: «Ахаб Йәһүә күҙендә үҙенә тиклем булғандарҙың һәммәһенән дә яманыраҡ ине», — тип әйтелә (1 Бат. 16:30). Бынан тыш, Ахабтың ҡатыны Иезавель Ваалға табынған. Ул Йәһүәне күрә алмаған һәм төньяҡ батшалыҡта хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙы юҡ итергә тырышҡан (1 Бат. 18:4). Был яуыз батшабикә хатта Алланың күп пәйғәмбәрен үлтергән. Эйе, Авдий Йәһүәгә шомло көндәрҙә хеҙмәт иткән.
10. Авдийҙың иҫ киткес ҡыйыулығы нимәлә сағылған?
10 Авдийҙың иҫ киткес ҡыйыулығы нимәлә сағылған? Иезавель Алланың пәйғәмбәрҙәрен үлтергәндә, Авдий 100 пәйғәмбәрҙе «мәмерйәлә иллешәрләп йәшереп, уларҙы икмәк-һыу менән тәьмин итеп торған» (1 Бат. 18:13, 14). Әгәр был хаҡта белеп ҡалһалар, Авдийҙы үлтерерҙәр ине. Әлбиттә, Авдий үлергә теләмәгән. Ләкин ул Йәһүәне һәм уның хеҙмәтселәрен үҙенең ғүмеренә ҡарағанда күберәк яратҡан.
11. Бөгөнгө көндәрҙә Йәһүәнең хеҙмәтселәре нисек Авдий кеүек эш итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
11 Бөгөн Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдәрҙә йәшәй. Әлбиттә, улар хөкүмәттәрҙе хөрмәт итә. Әммә был ҡәрҙәштәр, Авдийҙан үрнәк алып, Йәһүәгә йән-тән менән бирелеп хеҙмәт итә (Матф. 22:21). Улар, «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ [буйһоноп]», уға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтә (Ғәм. 5:29). Шуға күрә улар һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүҙән туҡтамай һәм, асыҡ йыйыла алмаһа ла, йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмай (Матф. 10:16, 28). Улар ҡәрҙәштәргә бик кәрәк булған рухи аҙыҡ хаҡында ҡайғырта. Бына Африканың бер илендә йәшәгән Анри́ исемле ҡәрҙәшебеҙҙең миҫалы. Унда эшмәкәрлегебеҙ тыйылған ваҡытта Анри ҡәрҙәштәргә рухи аҙыҡ еткерергә теләгәне тураһында белдергән. Ул былай тип яҙған: «Мин бик оялсан кеше, әммә Йәһүәгә ҡарата тәрән хөрмәт миңә ҡыйыу булырға ярҙам итте». Әгәр һеҙ Алла алдында ҡурҡыу-хөрмәт үҫтерһәгеҙ, Анри кеүек ҡыйыу була алырһығыҙ.
БАШ РУХАНИ ЙОДАЙ КЕҮЕК ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ
12. Баш рухани Йодай һәм уның ҡатыны Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булыуын нисек күрһәткән?
12 Баш рухани Йодай Йәһүәнән ҡурҡҡан. Ул үҙе лә Йәһүәгә тоғро булған, башҡаларҙы ла Аллаға табынырға дәртләндергән. Иезавелдең ҡыҙы Аталия Йәһүҙиәлә законһыҙ идара итә башлағас, Йодайҙың тоғролоғо айырыуса асыҡ күренгән. Кешеләр Аталиянан бик ныҡ ҡурҡҡан. Ул рәхимһеҙ булған һәм үҙе идара итергә бик теләп, бөтә батша нәҫелен, шул иҫәптән үҙенең ейәндәрен дә үлтереп бөтөрөргә маташҡан! (2 Йыл. 22:10, 11). Йодайҙың ҡатыны Йәһәшәбәт, шул балаларҙың береһен — Йәһүәште ҡотҡарған. Улар, малайҙы йәшереп, уның хаҡында ҡайғыртҡан. Шулай итеп Йодай һәм Йәһәшәбәт Дауыттың батша нәҫелен һаҡлап ҡалған. Йодай Йәһүәгә тоғро булған һәм Аталия алдында ҡурҡыуҙан ҡалтырап тормаған (Ғиб. һүҙ. 29:25).
13. Йәһүәшкә ете йәш булғанда, Йодай нисек Йәһүәгә үҙ тоғролоғон күрһәткән?
13 Йәһүәшкә 7 йәш булғанда, Йодай тағы бер тапҡыр Йәһүәгә үҙ тоғролоғон күрһәткән. Ул Йәһүәште батша итеп ҡуйыу планын ҡорған. Был ниәт уңышҡа ашһа, Дауыттың законлы тоҡомо тәхеткә ултырыр ине, ә уңышһыҙ булһа, Йодай үҙ ғүмерен юғалтыр ине. Ләкин Йәһүә был планды фатихалаған. Ғәскәр башлыҡтары, руханиҙар һәм левиттар ярҙамында Йодай Йәһүәште тәхеткә ултыртҡан һәм Аталияны язаға тарттырырға бойороҡ биргән (2 Йыл. 23:1—5, 11, 12, 15; 24:1). Шунан һуң «Йодай Йәһүә һәм батша менән халыҡ араһында уларҙың артабан да Йәһүәнең халҡы булып ҡалыуы тураһында килешеү» төҙөгән (2 Бат. 11:17). Бынан тыш, «бер ниндәй әшәке кеше... Йәһүә йортона керә алмаһын өсөн, Йодай шулай уҡ ҡапҡалар янында һаҡсылар» урынлаштырған (2 Йыл. 23:19).
14. Йодайға ниндәй хөрмәт күрһәтелгән булған?
14 Йәһүә элегерәк: «Мине ихтирам иткәндәрҙе мин ихтирам итермен», — тигән (1 Сам. 2:30). Эйе, ысынлап та, ул Йодайҙы мул итеп фатихалаған. Мәҫәлән, был баш руханиҙың иҫ киткес эштәре, беҙгә нәсихәт булһын өсөн, Изге Яҙмала һаҡланған (Рим. 15:4). Ә Йодай үлгәс, уға айырыуса хөрмәт күрһәтелгән. Изге Яҙмала: «Ул Израилдә Алла һәм уның йорто өсөн күп игелек ҡылғанға, уны Дауыт Ҡалаһында батшалар янына ерләнеләр», — тиелә (2 Йыл. 24:15, 16).
15. Йодайҙан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
15 Йодай тураһында белеү беҙҙең бөтәбеҙгә лә Алла алдында ҡурҡыу үҫтерергә ярҙам итә. Өлкәндәр, йыйылыштар хаҡында ҡайғыртып һәм Йәһүәнең һарыҡтарын яҡлап, Йодайҙан үрнәк ала (Ғәм. 20:28). Йодайҙың миҫалы шулай уҡ оло йәштәге ҡәрҙәштәргә лә файҙа килтерә. Әгәр улар Йәһүәне ихтирам итһә һәм уға тоғро ҡалһа, Йәһүә уларҙы оло йәштәренә ҡарамаҫтан үҙенең ихтыярын үтәүҙә ҡуллана алыр. Йәштәр Йәһүәнең Йодайға нисек ҡарағанына иғтибар итә ала. Улар ҙа, Алланан өлгө алып, оло йәштәге, айырыуса Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәргә ихтирам күрһәтә ала (Ғиб. һүҙ. 16:31). Эйе, бөтәбеҙ ҙә Йодайға булышлыҡ иткән башлыҡтарҙан һәм левиттарҙан өлгө ала алабыҙ. Әйҙәгеҙ, «Алла алдында яуап тота торған кешеләргә» артабан да буйһонайыҡ һәм таяныс булайыҡ (Евр. 13:17).
ЙӘҺҮӘШ БАТША КЕҮЕК БУЛМАҒЫҘ
16. Йәһүәш батшаның ихтыярһыҙ кеше булыуы нимәнән күренә?
16 Йодай Йәһүәш батшаға яҡшы кеше булып үҫергә ярҙам иткән (2 Бат. 12:2). Шуға күрә Йәһүәш йәш саҡта Йәһүәне һөйөндөрөргә теләгән. Әммә Йәһүәш, Йодай үлгәс, мөртәт булып киткән түрәләрҙе тыңлай башлаған. Был нимәгә килтергән? Ул үҙе лә, уның идараһы аҫтында булған халыҡ та «изге ағас бағаналарға һәм боттарға табына» башлаған (2 Йыл. 24:4, 17, 18). Был Йәһүәне бик ныҡ рәнйеткән. «Йәһүә, уларҙы үҙенә ҡайтарыр өсөн, улар янына пәйғәмбәрҙәр ебәреп» торған. Әммә халыҡ ҡолаҡ һалмаған. Улар хатта Йодайҙың улы Зәкәриәне лә тыңламаған. Зәкәриә c Йәһүәнең пәйғәмбәре һәм руханийы ғына түгел, шулай уҡ Йәһүәштең ике туғаны булған. Зәкәриәне үлтерергә бойороҡ биреп, батша үҙе өсөн күпте эшләгән ғаиләгә рәхмәтһеҙ булыуын күрһәткән (2 Йыл. 22:11; 24:19—22).
17. Йәһүәш батшаны ниндәй аяныс ахыр көткән?
17 Йәһүәш батшаның Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтмәүе аяныс һөҙөмтәләргә килтергән. Йәһүә алдан уҡ: «Мине һанға һуҡмағандарҙы түбәнһетермен», — тип әйткән бит (1 Сам. 2:30). Һуңыраҡ сүриәлеләрҙең бәләкәй генә ғәскәре, Йәһүәштең «ғәйәт ҙур... ғәскәрен» тар-мар итеп, батшаны «ҡаты яраланған хәлдә ҡалдырып» киткән. Сүриәлеләр киткәс, Йәһүәштең хеҙмәтселәре уға ҡаршы килешеү төҙөгән һәм Зәкәриәне үлтергәне өсөн уның үҙен үлтергән. Был яуыз батша хатта «батшалар ҡәберлегендә» ерләнергә лайыҡ булмаған (2 Йыл. 24:23—25).
18. Иремия 17:7, 8-ҙә әйтелгәнсә, Йәһүәш кеүек булып китмәҫкә нимә ярҙам итер?
18 Беҙ Йәһүәштең миҫалынан ниндәй һабаҡ алабыҙ? Ул тамырҙары тәрән булмаған һәм терәкһеҙ тора алмаған ағасҡа оҡшаш булған. Уға терәк булған Йодай үлеп киткәс һәм мөртәтлек елдәре иҫкәс, Йәһүәш ҡолаған, тип әйтеп була. Был миҫал шуны күрһәтә: беҙҙең Аллаға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәтебеҙ ҡәрҙәштәрҙең һәм туғандарыбыҙҙың яҡшы йоғонтоһона ғына бәйле булырға тейеш түгел. Рухи яҡтан көслө ҡалыр өсөн беҙҙең үҙебеҙгә Аллаға ҡарата тоғролоҡ һәм ҡурҡыу-хөрмәт үҫтерергә кәрәк. Ә бының өсөн Изге Яҙманы даими өйрәнеү, уның өҫтөндә уйланыу һәм доға ҡылыу мөһим (Иремия 17:7, 8-ҙе уҡығыҙ; Кол. 2:6, 7).
19. Йәһүә беҙҙән нимә талап итә?
19 Йәһүә беҙҙән күпте талап итмәй. Уның талаптары ҡыҫҡаса Вәғәзсе 12:13-тә яҙылған: «Алланан ҡурҡ, уның әмерҙәрен үтә, был — кешенең төп бурысы бит». Әгәр беҙ Алланан ҡурҡһаҡ, Авдий һәм Йодай кеүек һынауҙарҙа сыҙам булырбыҙ һәм уға тоғро ҡалырбыҙ. Шул саҡта беҙҙең Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы бер нәмә лә емерә алмаҫ.
3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ
a Изге Яҙмала «ҡурҡыу» тигән һүҙ киң мәғәнәгә эйә. Контексты иҫәпкә алһаҡ, ул сикһеҙ ҡурҡыуҙы, ихтирамды һәм ҡурҡыу-хөрмәтте аңлатырға мөмкин. Был мәҡәлә беҙҙе Аллаға тоғро ҡалырға ярҙам иткән ҡурҡыу үҫтерергә һәм ҡыйыу булырға дәртләндерер.
b Бында бер нисә быуаттан һуң йәшәгән һәм үҙенең исемен йөрөткән китапты яҙған Авдий пәйғәмбәр тураһында түгел, ә башҡа Авдий тураһында һүҙ бара.
c Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала (тат.) Матфай 23:35-се аятҡа килтерелгән аңлатманы ҡарағыҙ.
d ФОТОҺҮРӘТТӘ. Фотоһүрәттә эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдә йәшәгән ағай-ҡәрҙәштең имандаштарына рухи аҙыҡ алып килгәне сәхнәләштерелгән.
e ФОТОҺҮРӘТТӘ. Йәш апай-ҡәрҙәш оло йәштәге апай-ҡәрҙәштән телефон аша вәғәзләргә өйрәнә; оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш йәмғиәт урындарҙа ҡыйыулыҡ менән вәғәзләп үрнәк күрһәтә; тәжрибәле ағай-ҡәрҙәш Батшалыҡ залын хеҙмәтләндерергә өйрәтә.