Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Ни өсөн Йософ менән Мәрйәм Ғайсаның тыуыуынан һуң Назараға ҡайтмаған, ә Вифлеемда ҡалған?

Изге Яҙмала был хаҡта бер ни ҙә әйтелмәй. Әммә унда Йософ менән Мәрйәмдең ҡарарҙарына тәьҫир итә алған ҡыҙыҡлы факттар яҙылған.

Фәрештә Мәрйәмгә: «Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың», — тигән. Ул ваҡытта улар әле Галилеяның Назара ҡалаһында йәшәгән (Лука 1:26—31; 2:4). Һуңыраҡ улар, Мысырҙа бер ни тиклем ваҡыт йәшәгәс, кире Назараға ҡайтҡан. Ғайса был ҡалала үҫкән, шуға күрә уны назаралы тип атағандар (Матф. 2:19—23). Бына ни өсөн Ғайса, Йософ, Мәрйәм тураһында һүҙ барғанда, Назара ҡалаһы иҫкә алына.

Йәһүҙиәлә Мәрйәмгә туған булған апаһы Елизавета йәшәгән. Ул Зәкәриә руханиҙың ҡатыны булған, ә һуңыраҡ Сумдырыусы Яхъяның әсәһе булып киткән (Лука 1:5, 9, 13, 36). Мәрйәм Йәһүҙиәгә Елизаветаға ҡунаҡҡа килгән һәм унда өс айға яҡын ваҡыт йәшәгән. Һуңынан Мәрйәм Назараға ҡайтҡан (Лука 1:39, 40, 56). Бынан күреүебеҙсә, Йәһүҙиә ере Мәрйәмгә әҙ генә булһа ла таныш булған.

Күп тә үтмәҫтән халыҡ иҫәбен алырға тигән фарман сыҡҡан. Шуға күрә Йософ менән Мәрйәм Назара ҡалаһынан Вифлеемға киткән. Вифлеем Дауыттың тыуған ҡалаһы булған һәм пәйғәмбәрлек буйынса унда Мәсих тыуырға тейеш булған (Лука 2:3, 4; 1 Сам. 17:15; 20:6; Миҡ. 5:2). Тап шулай килеп сыҡҡан да — Мәрйәм Ғайсаны Вифлеемда тапҡан. Йософ Мәрйәмдең яңы тыуған бала менән, Назараға ҡайтырға тип, оҙон юлға сығыуын теләмәгән, шуға күрә улар Вифлеемда ҡалған. Вифлеем Иерусалимдан 9 ғына километр йыраҡлыҡта булғанға күрә, уларға ғибәҙәтханаға килеү һәм Ҡанун буйынса ҡорбан килтереү уңайлы булған (Лев. 12:2, 6—8; Лука 2:22—24).

Ғайса тыумаҫ борон уҡ, Алланың фәрештәһе Мәрйәмгә, улының «Дауыттың тәхетен» аласағы һәм батша булып идара итәсәге тураһында әйткән. Йософ менән Мәрйәм Ғайсаның Дауыт ҡалаһында тыуғанына, бәлки, ҙур әһәмиәт биргәндер (Лука 1:32, 33; 2:11, 17). Шуға күрә, унда ҡалыу һәм Алланың күрһәтмәләрен көтөү аҡыллы булыр, тип уйлағандыр.

Беҙ уларҙың Вифлеемда күпме булғанын белмәйбеҙ, әммә йондоҙсолар килгәндә, улар өйҙә йәшәгән, һәм уларҙың улы сабый түгел, ә «бала» булған (Матф. 2:11). Бынан күренеүенсә, Йософ менән Мәрйәм халыҡ иҫәбен үткәндән һуң Вифлеемда оҙаҡҡа ҡалған, һәм был ҡала уларҙың өйө булып киткән.

Һируд Вифлеемдағы «ике йәшкә тиклемге бөтә малайҙарҙы үлтерергә» ҡушҡан (Матф. 2:16). Әммә Алла Йософто был хаҡта киҫәткән. Шуға күрә ул, Мәрйәм менән Ғайсаны алып, Мысырға ҡасҡан. Улар унда Һируд батшаның үлеменә тиклем ҡалған. Ни өсөн улар шунан һуң Вифлеемға ҡайтмаған? Сөнки Йәһүҙиәлә Һируд урынына улы Архелай батша идара иткән. Йософ унда барырға һәм был аяуһыҙ кеше менән осрашырға ҡурҡҡан. Бынан тыш, Йософ Алланан киҫәтеү алған, шуға күрә ғаиләһе менән Назараға барып урынлашҡан. Ул унда хәүефһеҙлектә йәшәй алған һәм Ғайсаны Алланың ҡанундары буйынса тәрбиәләй алған (Матф. 2:19—22; 13:55; Лука 2:39, 52).

Күрәһең, Йософ Ғайса күккә юл асҡанға тиклем үлгән. Тимәк, Йософ ерҙә тереләсәк. Күптәр уның менән осрашып, ни өсөн Ғайса тыуғандан һуң улар Вифлеемда ҡалғаны тураһында һораша алыр.