25-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Өлкәндәр, Гедеондың өлгөһөнә эйәрегеҙ
«Гедеон... тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ» (ЕВР. 11:32).
124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. 1 Петр 5:2-лә әйтелгәнсә, Йәһүә өлкәндәргә ниндәй мөһим йөкләмәне ышанып тапшырған?
ЙӘҺҮӘ өлкәндәргә үҙенең ҡәҙерле һарыҡтары хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан. Улар үҙҙәренә бирелгән йөкләмәне бик ҡәҙерләй һәм, бөтә көстәрен һалып, ҡайғыртыусан көтөүсе булырға тырыша (Ирем. 23:4; 1 Петр 5:2-не уҡығыҙ). Беҙ Йәһүәгә был тоғро ирҙәр өсөн шул тиклем рәхмәтлебеҙ!
2. Өлкәндәр ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин?
2 Өлкәндәр үҙ йөкләмәләрен үтәгәндә күп ауырлыҡтар менән осраша. Мәҫәлән, йыйылыш хаҡында ҡайғыртыу күп көс талап итә. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән То́ни исемле өлкән үҙ өҫтөнә күп йөкләмә алмаҫҡа өйрәнгән. Ул былай тип аңлата: «COVID-19 пандемияһы башланғас, йыйылыш һәм вәғәз осрашыуҙарын ойоштороу менән бәйле яңы эштәр сығып торҙо. Шунлыҡтан мин үҙ өҫтөмә күп яңы йөкләмәләр алдым. Әммә күпме генә эшләһәм дә, башҡараһы эш кәмемәне. Һөҙөмтәлә Изге Яҙманы уҡыу, шәхси өйрәнеү һәм доға ҡылыу артҡы планға күсте». Косовола йәшәгән Или́р исемле өлкән башҡа ауырлыҡ менән осрашҡан. Һуғыш барған ерҙә йәшәгәнгә, уға ойошмабыҙҙың күрһәтмәләренә буйһоноу еңел булмаған. Ул былай тип һөйләй: «Филиал хәүефле ерҙә йәшәгән ҡәрҙәштәргә ярҙам итеүемде һораны. Минең ҡыйыулығым һыналды, сөнки мин ныҡ ҡурҡа инем һәм бирелгән күрһәтмәләр ҡуллана алмаҫлыҡ булып күренә ине». Азияла хеҙмәт иткән Тим исемле миссионерға тормош тиҙлеге менән барыу еңел булмаған. Ул: «Мин ҡайһы саҡта эмоциональ яҡтан йонсой инем», — тип бүлешә. Ундай ауырлыҡтар менән осрашҡан өлкәндәргә нимә ярҙам итә ала?
3. Ни өсөн Гедеондың миҫалын ҡарап сығыу бөтәбеҙгә лә файҙалы?
3 Өлкәндәр хөкөмсө Гедеондан күп нәмәгә өйрәнә ала (Евр. 6:12; 11:32). Ул Алла халҡын яҡлаған һәм уның хаҡында ҡайғыртҡан (Хөк. 2:16; 1 Йыл. 17:6). Үткәндә Гедеонға кеүек, өлкәндәргә лә ауыр һәм шомло ваҡытта Алла халҡы хаҡында ҡайғыртырға кәрәк (Ғәм. 20:28; 2 Тим. 3:1). Беҙ бөтәбеҙ ҙә Гедеондың тыйнаҡлығынан, тыңлаусанлығынан һәм үҙен кесе итеп тотоуынан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Йөкләмәләрен үтәгәндә Гедеонға шулай уҡ сыҙамлыҡ кәрәк булған. Өлкән булып хеҙмәт итәбеҙме-юҡмы, әйҙәгеҙ, йыйылыштағы көтөүселәрҙе тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләйек һәм был тырыш ҡәрҙәштәр өсөн таяныс булайыҡ (Евр. 13:17).
ТЫЙНАҠ БУЛЫУЫҒЫҘ ҺӘМ ҮҘЕГЕҘҘЕ КЕСЕ ИТЕП ТОТОУЫҒЫҘ ҺЫНАЛҒАНДА
4. Гедеон нисек үҙен тыйнаҡ һәм кесе итеп тотҡан?
4 Гедеон тыйнаҡ һәм үҙен кесе итеп тотҡан кеше булған b. Бер тапҡыр Йәһүә үҙенең фәрештәһе аша Гедеонға Алла халҡын мәдйәндәрҙән ҡотҡарыр өсөн уны һайлағаны тураһында әйткән. Быға Гедеон йыуаш ҡына итеп: «Бына минең ғаиләм Манасый ҡәбиләһендә иң кескенәһе, ә мин үҙем атам йортонда иң әһәмиәтһеҙе бит», — тип яуап биргән (Хөк. 6:15). Ул, ҡотҡарыусы була алырмын тип, хатта уйламағандыр ҙа. Әммә Йәһүә был хәлде яҡшыраҡ күргән, һәм Гедеон уның ярҙамы менән был йөкләмәне уңышлы үтәй алған.
5. Ниндәй осраҡтарҙа өлкәндәргә үҙҙәрен тыйнаҡ һәм кесе итеп тоторға кәрәк?
5 Өлкәндәр һәр нәмәлә үҙҙәрен тыйнаҡ һәм кесе итеп тоторға тырыша (Миҡ. 6:8; Ғәм. 20:18, 19). Улар үҙҙәренең һәләттәрен һәм ҡаҙаныштарын арттырмай. Шул уҡ ваҡыт улар һәр хата өсөн үҙен шелтәләмәй. Әммә ҡайһы саҡта уларға үҙҙәрен тыйнаҡ һәм кесе итеп тотоу еңел түгел. Әйтәйек, өлкән үҙенә бер нисә йөкләмә ала, ә һуңынан уларҙы үтәй алмағанын аңлай, ти. Йәиһә уны берәй йөкләмәне нисек үтәгәне өсөн маҡтайҙар йәки, киреһенсә, тәнҡитләйҙәр. Ундай осраҡтарҙа өлкәндәргә Гедеондың өлгөһө нисек ярҙам итә ала?
6. Гедеондың тыйнаҡлығынан өлкәндәр нимәгә өйрәнә ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
6 Ярҙам һорағыҙ. Тыйнаҡ кеше үҙ мөмкинлектәренең сикле икәнен белә. Гедеон тыйнаҡ кеше булған, шуға башҡаларҙан ярҙам һорарға оялмаған (Хөк. 6:27, 35; 7:24). Зирәк өлкәндәр шулай уҡ эш итә. Өҫтә әйтеп кителгән Тони ҡәрҙәш былай ти: «Тәрбиәм арҡаһында миңә бирелгән йөкләмәләрҙән баш тартыу уңайһыҙ ине. Шуға күрә мин тыйнаҡлыҡ сифатын ғаилә өйрәнеүендә ентекләберәк ҡарап сығырға булдым һәм ҡатынымды был сифатты нисек сағылдырыуыма иғтибар итеүен һораным. Шулай уҡ мин сайтыбыҙҙа „Мәсих кеүек, башҡаларҙы өйрәтегеҙ, уларға ышанығыҙ һәм вазифалар бирегеҙ“ тигән видеояҙманы ҡараным». Тони ҡәрҙәш ҡайһы бер йөкләмәләрҙе башҡа ҡәрҙәштәргә тапшыра башлағас, хәл нисек үҙгәргән? Ул былай ти: «Йыйылышта ла эш бара ине, минең дә Йәһүә менән дуҫлығымды нығытыр өсөн ваҡытым ҡала ине».
7. Өлкәндәр тәнҡитләү һүҙҙәрен ишеткәндә Гедеондан нисек өлгө ала ала? (Яҡуб 3:13).
7 Һеҙҙе тәнҡитләгәндә, йомшаҡ итеп яуап ҡайтарығыҙ. Өлкәндәргә тәнҡитләү һүҙҙәрен ишетеү еңел түгел. Улар ошо осраҡта ла Гедеондан өлгө алырға мөмкин. Ул, һис шикһеҙ, үҙенең камил булмағанын белгән, шуға күрә ифраимдар уны тәнҡитләй башлағас, ул йомшаҡ ҡына яуап ҡайтарған (Хөк. 8:1—3). Гедеон асыуланмаған. Ул үҙен кесе итеп тотҡан: уларҙың зарланыуын тыңлаған һәм уларҙы тынысландырған. Зирәклек менән эш иткән өлкәндәр Гедеондан өлгө ала. Улар тәнҡитләү һүҙҙәрен иғтибар менән тыңлай һәм ипле генә яуап ҡайтара. (Яҡуб 3:13-тө уҡығыҙ.) Шулай эшләп улар йыйылыштағы тыныслыҡҡа үҙ өлөшөн индерә.
8. Өлкәндәр маҡтау һүҙҙәрен ишеткәндә үҙҙәрен нисек тоторға тейеш? Миҫал килтерегеҙ.
8 Йәһүәне данлағыҙ. Израилдәр Гедеонды мәдйәндәр өҫтөнән еңеү алғаны өсөн данларға теләгәс, ул бөтә данды Йәһүәгә биргән (Хөк. 8:22, 23). Өлкәндәр Гедеондың өлгөһөнә нисек эйәрә ала? Әгәр улар нимәнелер яҡшы эшләй ала икән, бының өсөн бөтә данды Йәһүәгә бирергә кәрәк (1 Кор. 4:6, 7). Мәҫәлән, кемдер өлкәнде яҡшы уҡытыу һәләте өсөн маҡтай. Шул саҡта өлкән был кешенең иғтибарын бөтәбеҙҙең дә Изге Яҙманан өйрәнгәнебеҙгә һәм Йәһүәнең ойошмаһынан белемдәр алғаныбыҙға йүнәлтә ала. Ҡайһы саҡта өлкәнгә, мин үҙемә сиктән тыш иғтибар йәлеп итмәйемме икән, тип уйланыу файҙалы булыр. Бына Ти́мотиҙың миҫалы. Өлкән хеҙмәтен башлағас, уға телмәрҙәр менән сығыш яһау бик оҡшаған. Ул былай тип һөйләй: «Мин телмәр әҙерләгәндә, бормалы-бормалы инеш һүҙҙәр һәм миҫалдар уйлап сығара торғайным. Һуңынан йыш ҡына ҡәрҙәштәрҙең һоҡланыуҙарын ишетә инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай сығыштарым менән мин, Йәһүәгә һәм Изге Яҙмаға түгел, ә үҙемә иғтибар йәлеп иткәнмен». Ваҡыт үтеү менән Тимоти үҙенә иғтибар йәлеп итмәҫ өсөн сығыш яһау рәүешен үҙгәртергә кәрәк икәнен аңлаған (Ғиб. һүҙ. 27:21). Ул дауам итә: «Хәҙер ҡәрҙәштәр минең телмәремдең уларға ауырлыҡтарҙы еңергә, һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға, Йәһүә менән дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам иткәне тураһында әйтә. Уларҙың шундай һүҙҙәре миңә, элек һәләттәрем өсөн маҡтағандарына ҡарағанда, күберәк шатлыҡ килтерә».
ТЫҢЛАУСАН ҺӘМ ҠЫЙЫУ БУЛЫУЫҒЫҘ ҺЫНАЛҒАНДА
9. Ни өсөн Гедеонға тыңлаусанлыҡ һәм ҡыйыулыҡ кәрәк булған? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)
9 Гедеон Израилдә хөкөмсө итеп билдәләнгәс, унан тыңлаусанлыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап ителгән. Гедеонға бик ҡурҡыныс йөкләмә бирелгән: ул атаһының Ваал илаһына ҡуйған ҡорбан килтереү урынын емерергә тейеш булған (Хөк. 6:25, 26). Шулай уҡ Йәһүә уға ике тапҡыр ғәскәренең һанын кәметергә ҡушҡан (Хөк. 7:2—7). Өҫтәүенә, дошман лагерына ул төн уртаһында һөжүм итергә тейеш булған (Хөк. 7:9—11).
10. Ниндәй осраҡтарҙа өлкәндәргә тыңлаусан булыу еңел түгел?
10 Өлкәндәр тыңлаусан булырға тейеш (Яҡ. 3:17). Тыңлаусанлыҡ сағылдырған өлкән һәр ваҡыт Изге Яҙмала нимә яҙылғанына буйһона һәм Алланың ойошмаһынан килгән күрһәтмәләр буйынса эш итә. Шулай итеп ул башҡаларға яҡшы өлгө күрһәтә. Әммә ҡайһы саҡта өлкәндәрҙең дә тыңлаусанлығы һынала. Мәҫәлән, өлкән бөтә алған күрһәтмәләрен үтәп өлгөрмәй. Йәиһә ҡайһы бер күрһәтмәләр уға аҡылһыҙ һәм ҡуллана алмаҫлыҡ булып күренә. Шулай уҡ уға азатлығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған йөкләмәләр бирелергә мөмкин. Өлкәндәр шундай осраҡтарҙа нисек Гедеондан өлгө ала ала?
11. Өлкәндәргә тыңлаусан булырға нимә ярҙам итә ала?
11 Күрһәтмәләрҙе иғтибар менән тыңлағыҙ һәм улар буйынса эш итегеҙ. Йәһүә Гедеонға атаһының ҡорбан килтереү урынын нисек емерергә, яңыһын ҡайҙа төҙөргә һәм ниндәй хайуанды ҡорбанға килтерергә кәрәклеген әйткән. Гедеон алған күрһәтмәләргә ҡаршы килмәгән, ул улар буйынса эш иткән. Бөгөн өлкәндәр Йәһүәнең ойошмаһынан килгән күрһәтмәләрҙе хаттар, белдереүҙәр һәм төрлө инструкциялар аша ала. Был күрһәтмәләр ярҙамында беҙ үҙебеҙҙе рухи һәм физик хәүефһеҙлектә тоябыҙ. Беҙ өлкәндәрҙе шул күрһәтмәләр буйынса эш иткәндәре өсөн бик яратабыҙ. Һөҙөмтәлә бөтә йыйылыш гөрләп сәскә ата (Зәб. 119:112).
12. Ойошманан яңы күрһәтмәләр алғанда өлкәндәр Еврейҙарға 13:17-лә яҙылған принципты нисек ҡуллана ала?
12 Үҙгәрергә әҙер булығыҙ. Гедеон, Йәһүәнең ҡушыуы буйынса, үҙ ғәскәрен 99-ҙан ашыу процентҡа кәметергә тейеш булған (Хөк. 7:8). Ул: «Был үҙгәреш ысынлап та кәрәкме? Ул саҡта беҙ нисек еңә алырбыҙ һуң?» — тип уйлай алған. Шулай ҙа Гедеон буйһонған. Бөгөн дә өлкәндәр Гедеондан өлгө ала һәм ойошманан килгән үҙгәрештәргә буйһона. (Еврейҙарға 13:17-не уҡығыҙ.) 2014 йылда Етәксе кәңәшмә Батшалыҡ һәм Конгресс залдарының төҙөлөшөн финанслау ысулын үҙгәрткән (2 Кор. 8:12—14). Хәҙер инде йыйылыштарға заём түләргә кәрәкмәй. Уларҙың иғәнәләре бер уртаҡ фондҡа ебәрелә башлаған. Урындағы йыйылыштарҙың аҡсалары булмаһа ла, был фонд ярҙамында ихтыяж булған ерҙә Батшалыҡ һәм Конгресс залдарын төҙөргә мөмкинлек асылған. Был үҙгәрештәр тураһында белгәс, Хосе́ ҡәрҙәштең шиктәре тыуған. «Улай булғас, беҙ бер зал да төҙөй алмаясаҡбыҙ. Беҙ йәшәгән ерҙә улай эшләп булмай», — тип уйлаған ул. Хосе ҡәрҙәшкә яңы күрһәтмә буйынса эш итергә нимә ярҙам иткән? Ул былай ти: «Ғибрәтле һүҙҙәр -ла яҙылған принцип Йәһүәгә ышанырға кәрәклеген иҫемә төшөрҙө. Һөҙөмтәһе иҫ киткес булды. Беҙ хәҙер күберәк Батшалыҡ залдарын төҙөйбөҙ, ә шулай уҡ был үҙгәрештәр ярҙамында иғәнәләр тигеҙ таратыла һәм башҡа ерҙә йәшәгән ҡәрҙәштәргә ҙур файҙа килтерә». 3:5, 6
13. а) Гедеон нимәгә ышанған? б) Өлкәндәр Гедеондан нисек өлгө ала ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
13 Йәһүәнең ихтыярын ҡыйыу рәүештә башҡарығыҙ. Йәһүәнең йөкләмәһе хәүефле булһа ла, Гедеон ҡурҡыуға ҡарамаҫтан уны үтәгән (Хөк. 9:17). Йәһүәнән нығытыу алғандан һуң, ул Алланың халҡын яҡлай аласағына тулыһынса ышанған. Бөгөн ҡайһы бер илдәрҙә беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ тыйылған. Унда йәшәгән өлкәндәр Гедеондан үрнәк ала. Ҡулға алыу, һорау алыу, эш юғалтыу йәки көс ҡулланыу янаһа ла, өлкәндәр йыйылыш осрашыуҙарын, вәғәз эшен ойоштора һәм үҙҙәре лә унда әүҙем ҡатнаша c. Өлкәндәргә ҙур афәт ваҡытында алған күрһәтмәләр буйынса эш итер өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк булыр. Был күрһәтмәләр хөкөм хәбәрен таратыуға һәм Магог еренән Гог һөжүм иткәндә ҡотолоуға бәйле булырға мөмкин (Йәз. 38:18; Асыл. 16:21).
СЫҘАМЛЫҒЫҒЫҘ ҺЫНАЛҒАНДА
14. Гедеондың сыҙамлығы нисек һыналған?
14 Хөкөмсө булараҡ, Гедеонға үҙ йөкләмәһен үтәр өсөн күп көс кәрәк булған. Төнгө һуғыштан һуң мәдйәндәр ҡасып киткәс, Гедеон уларҙы ҡыуа төшкән. Ул уларҙы Йәзрәил үҙәненән алып Иорданға тиклем ҡыуып барған. Йылғаның ике ярында, күрәһең, ҡуйы ҡыуаҡлыҡ үҫкән (Хөк. 7:22). Был Гедеонды туҡтатҡанмы? Юҡ! Ул үҙе лә, уның 300 һуғышсыһы ла ныҡ арыған булһа ла, улар йылға аша үтеп мәдйәндәрҙе ҡыуып барыуын дауам иткән. Ә ҡыуып еткәс, тар-мар иткән (Хөк. 8:4—12).
15. Өлкәндәрҙең сыҙамлығы нисек һыналырға мөмкин?
15 Йыйылыштағы һәм ғаиләләге вазифалары арҡаһында өлкәндәр физик һәм эмоциональ яҡтан хәлдән тайырға мөмкин. Ундай осраҡтарҙа Гедеондың өлгөһө уларға нисек ярҙам итә ала?
16, 17. а) Гедеонға вазифаларын үтәргә нимә ярҙам иткән? б) Өлкәндәр нимәгә ышана ала? (Ишағыя 40:28—31). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
16 Йәһүәнең һеҙҙе нығытасағына шикләнмәгеҙ. Гедеон Йәһүәнең уға көс бирәсәгенә ышанған, һәм Йәһүә уны ҡалдырмаған (Хөк. 6:14, 34). Гедеон һәм уның һуғышсылары мәдйән батшаларын ҡыуып барғанда, тегеләре дөйәләрҙә булған, ә израилдәр йәйәү йүгергән (Хөк. 8:12, 21). Шулай ҙа Йәһүәнең ярҙамы менән улар дошмандарын ҡыуып етеп тар-мар иткән. Бөгөн өлкәндәр Йәһүәнең уларға кәрәкле ваҡытта көс бирәсәгенә ышана ала, сөнки Йәһүә «бер ҡасан да арымай һәм талмай». (Ишағыя 40:28—31-ҙе уҡығыҙ.)
17 Мэтью исемле өлкән дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитетында хеҙмәт итә. Уға ныҡ ҡалырға нимә ярҙам итә? Ул былай тип һөйләй: «Мин Филиптарға 4:13-тә яҙылған һүҙҙәрҙең хаҡ булыуына үҙем инандым. Йыш ҡына ныҡ арығанда һәм хәлдән тайғанда мин ҡайнар доға ҡыла торғайным. Йәһүәнән, ҡәрҙәштәрҙе нығытыр өсөн физик һәм эмоциональ көс бир, тип үтенә инем. Шундай минуттарҙа Йәһүәнең рухы мине нығытҡанын һәм бөтә вазифаларымды үтәргә ярҙам иткәнен тоя инем». Еңел булмаһа ла, өлкәндәр Гедеондан үрнәк алып Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында тырышып ҡайғырта. Әлбиттә, уларға үҙҙәренең физик һәм эмоциональ мөмкинлектәренең сикле икәнен иҫәпкә алырға кәрәк. Әммә улар, ярҙам һорап доға ҡылғанда, Йәһүәнең ишетәсәгенә һәм уларға бирешмәҫкә көс бирәсәгенә ышана ала (Зәб. 116:1; Флп. 2:13).
18. Гедеондың өлгөһө ҡайһы яҡтан өлкәндәр өсөн файҙалы?
18 Күреүебеҙсә, өлкәндәр Гедеондың өлгөһөнән күп нәмәгә өйрәнә ала. Уларға өҫтәренә күпме яуаплылыҡ ала алыуҙарын аңлар өсөн һәм ҡәрҙәштәрҙең тәнҡитләү, маҡтау һүҙҙәренә дөрөҫ ҡарар өсөн, үҙҙәрен тыйнаҡ һәм кесе итеп тоторға кәрәк. Айырыуса был донъяның ахыры яҡынлашҡанда өлкәндәргә тыңлаусан һәм ҡыйыу булыу мөһим. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар менән осрашһалар ҙа, өлкәндәргә Йәһүәнең уларҙы нығыта алыуына ышанырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, тырыш көтөүселәребеҙҙе ҡәҙерләйек! (Флп. 2:29).
120-СЕ ЙЫР Мәсих кеүек йыуаш булығыҙ
a Йәһүә Гедеонды Израиль тарихының ауыр осоронда үҙ халҡының юлбашсыһы һәм яҡлаусыһы итеп ҡуйған. Гедеон үҙенә бирелгән йөкләмәне 40 йыл дауамында тоғро үтәгән. Әммә ул күп ауырлыҡтар менән дә осрашҡан. Был мәҡәләлә беҙ Гедеондың миҫалына иғтибар итербеҙ һәм уның үрнәге өлкәндәр өсөн ҡайһы яҡтан файҙалы булыуын күрербеҙ.
b Тыйнаҡ булыу һәм үҙеңде кесе итеп тотоу сифаттары үҙ-ара тығыҙ бәйле. Тыйнаҡ кеше үҙенең мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалай һәм көсөнөң сикле икәнен аңлай. Ә үҙен кесе итеп тотҡан кеше башҡаларҙы хөрмәт итә һәм уларҙы үҙенән өҫтөн ҡуя (Флп. 2:3). Ғәҙәттә, тыйнаҡ кеше үҙен кесе итеп тә тота.
c «Күҙәтеү манараһы» 2019 йылдың июль айының сығарылышында «Тыйыу ваҡытында хеҙмәтегеҙҙе дауам итегеҙ» тигән мәҡәләнең 10—13-сө абзацтарын ҡарағыҙ.