ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ҺҮҘБӘЙЛӘНЕШ
Иманығыҙ бармы?
Йәһүәне шатландырыр өсөн беҙгә иман кәрәк. Шулай ҙа Инжилдә: «Бөтөн кешеләр ҙә иманлы түгел», — тиелә (2 Фес. 3:2). Илсе Павел был һүҙҙәрҙе әйткәндә, уны эҙәрләгән «боҙоҡ һәм яуыз кешеләрҙе» күҙ уңында тотҡан. Әммә уның һүҙҙәрен башҡа кешеләргә лә ҡулланып була. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр Алланың Барлыҡҡа килтереүсе булыуына ышанмай (Рим. 1:20). Башҡалар иһә ниндәйҙер юғары көстөң барлығын таный. Ләкин был ысын иман түгел.
Беҙ «Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш» (Евр. 11:6). Иман — изге рух емешенең өлөшө. Ә был рухты алыр өсөн, беҙгә уны Йәһүәнән һорарға кәрәк (Лука 11:9, 10, 13). Изге рухҡа эйә булыр өсөн тағы бер ысул — Алла тарафынан рухландырылған китапты уҡыу. Беҙгә уҡығандарыбыҙ өҫтөндә уйланырға һәм белгәндәребеҙҙе ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта Йәһүә рухы тормошобоҙға тәьҫир итер һәм Алланы шатландырған иман үҫтерергә ярҙам итер.