Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

25-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

7-СЕ ЙЫР Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ

Йәһүәнең «тере Алла» булыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ

Йәһүәнең «тере Алла» булыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ

«Йәһүә — тере Алла!» (ЗӘБ. 18:46).

ТӨП ФЕКЕР

Беҙ хеҙмәт иткән Алланың «тере Алла» булыуын иҫтә тотоу беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

1. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итергә нимә ярҙам итә?

 «АУЫР ваҡыттар етер». Изге Яҙма бөгөнгө көндәрҙе шулай һүрәтләй (2 Тим. 3:1). Был донъялағы кешеләр осрашҡан ауырлыҡтарҙан тыш, Алла халҡы эҙәрләүҙәр һәм ҡаршы килеүҙәр менән осраша. Беҙгә был ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Аллаға артабан да хеҙмәт итергә нимә ярҙам итә? Беҙ Йәһүәнең «тере Алла» булыуына ышанабыҙ (Ирем. 10:10; 2 Тим. 1:12).

2. Йәһүә ниндәй мәғәнәлә «тере Алла»?

2 Йәһүә — ул тере Алла. Ул беҙҙең бөтә ауырлыҡтарыбыҙҙы белә һәм уларҙан сығыу юлын күрһәтә. Әгәр беҙ быны иҫтә тотһаҡ, һәр төрлө һынауҙы йырып сыға алырбыҙ (2 Йыл. 16:9; Зәб. 23:4). Әйҙәгеҙ, Дауыттың тормошо быны нисек раҫлағанын ҡарап сығайыҡ.

3. «Йәһүә — тере Алла» тип әйткәндә, Дауыт нимәне күҙ уңында тотҡан?

3 Дауыт Йәһүәне белгән һәм уға таянған. Ул Шаул батшанан һәм башҡа дошмандарынан ҡасып йөрөгәндә Йәһүәнән ярҙам эҙләгән (Зәб. 18:6). Алла Дауыттың доғаһына яуап биргән һәм уны ҡотҡарған. Рәхмәт йөҙөнән Дауыт: «Йәһүә — тере Алла!» — тип әйткән (Зәб. 18:46). Был һүҙҙәр менән Дауыт Алланың барлығын танып ҡына ҡалмаған. Бер белешмәлә әйтелгәнсә, ул Йәһүәнең үҙ халҡына һәр ваҡытта ла ярҙам итеп торған тере Алла булыуына ышанысын белдергән. Эйе, Дауыт Йәһүәнең тере Алла булыуын үҙ тормошонда татыған. Ул тәүәккәллек менән артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итергә һәм уны данларға теләгән (Зәб. 18:28, 29, 49).

4. Йәһүәнең тере Алла булыуын аңлау беҙгә нисек тәьҫир итә?

4 Йәһүәнең — тере Алла булыуына ышаныу беҙгә ашҡынып хеҙмәт итергә ярҙам итә. Беҙҙең һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға һәм артабан да уға хеҙмәт итергә көсөбөҙ булыр. Шулай уҡ беҙ бер нәмәгә лә беҙҙе Йәһүәнән йыраҡлаштырырға юл ҡуймаҫбыҙ.

ТЕРЕ АЛЛА ҺЕҘГӘ КӨС БИРӘСӘК

5. Ни өсөн беҙгә һынауҙарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй? (Филиптарға 4:13).

5 Йәһүәнең тере Алла булыуын һәм һәр ваҡытта ла беҙгә ярҙам итергә әҙер булыуын иҫтә тотһаҡ, беҙ һәр ҡайһы һынауҙы йырып сыға алырбыҙ. Алла өсөн хәл итә алмаҫлыҡ ауырлыҡ юҡ. Ул Сикһеҙ ҡөҙрәтле һәм беҙгә кәрәкле көс бирә ала. (Филиптарға 4:13-тө уҡығыҙ.) Тимәк, беҙҙең һынауҙарҙан ҡурҡырға сәбәптәр юҡ. Йәһүәнең беҙгә бәләкәй ауырлыҡтарҙа ярҙам иткәнен күргәндә, уның етди һынауҙарҙа ла ташламаясағына ышанысыбыҙ арта бара.

6. Дауыттың йәш сағында булған ниндәй осраҡтар уның Йәһүәгә ышанысын нығытҡан?

6 Дауыттың Йәһүәгә ышанысын нығытҡан ике осраҡты иҫкә төшөрәйек. Йәш саҡта ул атаһының һарыҡтарын көткән. Беренсе осраҡта арыҫлан килеп һарыҡты алып киткән. Икенсе осраҡта һарыҡ көтөүенә айыу һөжүм иткән. Был осраҡтарҙың икеһендә лә Дауыт ҡыйыулыҡ менән йыртҡыс артынан ҡыуып барып, һарыҡтарҙы ҡотҡарған. Шулай ҙа ул, мин үҙем уларҙы ҡотҡарҙым, тип уйламаған. Ул Йәһүәнең ярҙам итеүен таныған (1 Сам. 17:34—37). Дауыт быны бер ҡасан да онотмаған. Был хаҡта уйланып, ул Алланың киләсәктә лә уға көс бирәсәгенә инанған.

7. Дауыт иғтибарын нимәгә туплаған һәм был уға Ғәлиәфкә ҡаршы сығырға нисек ярҙам иткән?

7 Һуңыраҡ Дауыт ағаларын күреп ҡайтыр өсөн һуғыш барған урынға килгән. Ул ваҡытта уға әле 20 йәш тә булмаған. Ул һуғышсыларҙың «Израиль ғәскәрен хурлыҡҡа ҡалдырырға» сыҡҡан Ғәлиәфтән ҡурҡҡандарын күргән (1 Сам. 17:10, 11). Улар әзмәүерҙең ҙур булыуы тураһында һәм уның мыҫҡыллау һүҙҙәре тураһында уйлаған, шуға ҡурҡҡан (1 Сам. 17:24, 25). Дауыт иһә иғтибарын башҡа нәмәгә туплаған. Ул Ғәлиәфтең Израиль һуғышсыларын ғына түгел, ә «тере Алланың ғәскәрен» мыҫҡыллағанын аңлаған (1 Сам. 17:26). Дауыт Йәһүә тураһында уйлаған. Уға бала саҡта уҡ ярҙам иткән Алланың был осраҡта ла уны ҡалдырмаясағына бер ҙә шикләнмәгән. Йәһүәнең ярҙамына ышанып, Дауыт Ғәлиәфкә ҡаршы сыҡҡан һәм, белеүебеҙсә, еңеү яулаған! (1 Сам. 17:45—51).

8. Йәһүәнең һәр төрлө һынауҙарҙа яныбыҙҙа булыуына ышанысты нисек нығытып була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

8 Тере Алланың һәр ваҡытта ла ярҙамға килергә әҙер булыуын иҫтә тотһаҡ, беҙ ҙә һынауҙарҙы уңышлы йырып сыға алырбыҙ (Зәб. 118:6). Нисек шундай ышанысты үҫтерергә? Изге Яҙмала Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен боронғо ваҡытта нисек ҡотҡарғаны тураһында уҡығыҙ (Ишағ. 37:17, 33—37). Шулай уҡ jw.org сайтыбыҙҙа Йәһүәнең беҙҙең көндәрҙә ҡәрҙәштәребеҙҙе нисек нығытҡаны тураһында мәҡәләләр табып була. Бынан тыш, Йәһүәнең һеҙҙе шәхсән ниндәйҙер бәләнән ҡотҡарғанын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Бәлки, һеҙгә арыҫландар һәм айыуҙар менән көрәшергә тура килмәгәндер. Шулай ҙа Йәһүә көн һайын һеҙҙең тормошоғоҙҙа ҡатнаша. Был күпкә мөһимерәк. Ул һеҙҙе үҙенең дуҫы булырға саҡырған (Яхъя 6:44). Һеҙ хәҡиҡәттә ҡалһын өсөн, ул һеҙҙе көн дә нығытып тора. Йәһүәнән уның доғаларығыҙға яуап биргән, иң кәрәк саҡта ярҙамға килгән һәм ауыр булғанда һеҙҙең янығыҙҙа булған осраҡтарҙы иҫегеҙгә төшөрөүен һорағыҙ. Ундай уйланыуҙар Йәһүәнең һеҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясағына ышанысын нығытыр.

Һынауҙарҙа Йәһүәгә тоғро ҡалғанда, беҙ Шайтандың ялғансы булыуын иҫбатлайбыҙ. (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


9. Һынауҙар менән осрашҡанда нимәне иҫтә тотоу мөһим? (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11).

9 Йәһүәнең тере Алла булыуын иҫтә тотоу һынауҙарға дөрөҫ ҡарарға ярҙам итә. Ауыр саҡта үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙ Йәһүәнең хистәренә туранан-тура ҡағыла. Шайтан, һеҙ бәләгә эләккәндә Йәһүәне кире ҡағырһығыҙ, ти (Әйүп 1:10, 11; Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙе уҡығыҙ). Ләкин Йәһүәгә тоғро ҡалып, беҙ уны яратҡаныбыҙҙы һәм Шайтандың ялғансы булыуын күрһәтәбеҙ. Хәҙер һеҙ ниндәй һынауҙарға дусар? Бәлки, был хөкүмәттең ҡаршы килеүелер, матди ауырлыҡтарҙыр, кешеләрҙең вәғәзгә вайымһыҙ булыуылыр йәиһә башҡа нәмәлер. Ниндәй генә хәл булһа ла, Йәһүәнең хистәре тураһында онотмағыҙ. Тормошоғоҙҙағы һәр осраҡ уның йөрәген һөйөндөрөргә мөмкинлек бирә. Иҫтә тотоғоҙ: Йәһүә «көсөбөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ» (1 Кор. 10:13). Ул һеҙгә сыҙам ҡалырға көс бирәсәк.

ТЕРЕ АЛЛА ҺЕҘҘЕ БҮЛӘКЛӘЙӘСӘК

10. Тере Алла үҙенә хеҙмәт иткәндәрҙе нисек бүләкләйәсәк?

10 Йәһүә үҙенә хеҙмәт иткәндәрҙе һәр ваҡыт бүләкләй (Евр. 11:6). Инде бөгөн ул беҙгә йән тыныслығы бирә һәм беҙҙе бәхетле итә, ә киләсәктә мәңгелек тормош бүләк итәсәк. Беҙ Йәһүәнең вәғәҙәләренә тулыһынса ышанабыҙ, сөнки уларҙы үтәр өсөн уның теләге лә, көсө лә бар. Был хаҡта уйлау беҙҙе Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итергә дәртләндерә. Алланың боронғо хеҙмәтселәре, мәҫәлән, Тимофей, тап шулай эш иткән дә (Евр. 6:10—12).

11. Ни өсөн Тимофей йыйылыштағы эштәрҙе тырышып башҡарған? (1 Тимофейға 4:10).

11 1 Тимофейға 4:10-ды уҡығыҙ. Тимофей тере Аллаға таянған. Шуға күрә йыйылыштағы эштәрҙе тырышып башҡарған. Ул нимә эшләгән? Павелдың кәңәштәрен тотоп, ул өйрәтеү һәм һөйләү һәләттәрен яҡшыртҡан. Шулай уҡ Тимофей йәш һәм оло йәштәге имандаштарына яҡшы өлгө булған. Ул башҡарған йөкләмәләр еңелдән булмаған, мәҫәлән, кәрәк саҡта ул юлдан яҙғандарҙы ҡәтғи, әммә яратыу менән төҙәткән (1 Тим. 4:11—16; 2 Тим. 4:1—5). Ҡайһы саҡта кешеләр Тимофейҙың башҡарған эштәрен бик үк күреп һәм ҡәҙерләп бармаған, әммә ул үҙе Йәһүәнең уны мотлаҡ бүләкләйәсәгенә шикләнмәгән (Рим. 2:6, 7).

12. Өлкәндәрҙе йыйылышта тырышып хеҙмәт итергә нимә дәртләндерә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

12 Ҡәҙерле йыйылыш өлкәндәре, Йәһүә һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙҙе күрә һәм юғары баһалай! Һеҙ — көтөүселәр, уҡытыусылар һәм вәғәзселәр. Бынан тыш, һеҙ теократик төҙөлөштәрҙә ҡатнашаһығыҙ һәм афәттәрҙән зыян күргәндәргә ярҙам итәһегеҙ. Кемдер дауаханала ятҡан ҡәрҙәштәр янына йөрөү төркөмөндә йә дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитетында хеҙмәт итә. Өлкәндәр шуны таный: йыйылыш кешеләрҙеке түгел, ә Йәһүәнеке. Шуға улар үҙ вазифаларын ысын күңелдән башҡара һәм Йәһүәнең уларҙы мул итеп фатихалаясағына бер ҙә шикләнмәй (Кол. 3:23, 24).

Тере Алла имандаштарығыҙ өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы фатихалаясаҡ. (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


13. Йәһүә хеҙмәттә һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләйме? Аңлатығыҙ.

13 Әлбиттә, беҙ бөтәбеҙ ҙә йыйылыш өлкәндәре булып хеҙмәт итә алмайбыҙ, ләкин Йәһүәгә нимәлер бирә алабыҙ. Ул көсөбөҙҙән килгән хеҙмәтебеҙҙе бик ҡәҙерләй. Алла Батшалыҡ эшенә биргән иғәнәләребеҙҙе, улар хатта бәләкәй генә булһа ла, күрә. Беҙ оялсан булһаҡ та, йыйылыш осрашыуҙарында ҡул күтәреп яуап бирһәк, ул һөйөнә. Үпкәләмәһәк һәм башҡаларҙы кисерһәк, ул бик шатлана. Йәһүә өсөн теләгәнсә күпте эшләй алмаһағыҙ, шикләнмәгеҙ: ул һеҙҙең бар тырышлыҡтарығыҙҙы ҡәҙерләй, һеҙҙе ярата һәм мотлаҡ бүләкләйәсәк (Лука 21:1—4).

ТЕРЕ АЛЛАНАН ЙЫРАҠЛАШМАҒЫҘ

14. Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр уға тоғро булып ҡалырға нисек ярҙам итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Йәһүәнең барлығына ышанһаҡ, уға тоғро булып ҡалыу еңелерәк булыр. Тап шулай Йософ менән булған да. Ул фәхешлектән баш тартҡан, сөнки Йәһүәнең хистәре тураһында уйлаған һәм уны рәнйетергә теләмәгән (Баш. 39:9). Йәһүәгә ҡарата иманыбыҙ көслө булып ҡалһын өсөн, беҙгә доға ҡылыуға һәм Изге Яҙманы өйрәнеүгә ваҡыт бүлергә кәрәк. Әгәр беҙ Йософ һымаҡ Алла менән дуҫлығыбыҙҙы ҡәҙерләһәк, был мөнәсәбәттәрҙе емерә алған бөтә нәмәнән ситтә торорбоҙ (Яҡ. 4:8).

Йәһүәгә иманың көслө булһа, һин уға тоғро булып ҡала алырһың. (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


15. Израилдәр менән сүлдә булған хәл беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Еврейҙарға 3:12).

15 Йәһүәнең тере Алла булыуын онотҡан кешеләр унан тиҙ генә йыраҡлаша ала. Израилдәр менән сүлдә булған хәлде иҫкә төшөрәйек. Улар Йәһүәнең барлығын белгән, әммә улар хаҡында ҡайғыртасағына шикләнә башлаған. Улар хатта: «Йәһүә беҙҙең араламы-юҡмы?» — тип һораған (Сығ. 17:2, 7). Һөҙөмтәлә улар Аллаға ҡаршы фетнә күтәргән. Улар менән булған хәл беҙҙең өсөн һабаҡ булып тора. Беҙ уларҙың фетнәсел рухына эйәрергә теләмәйбеҙ! (Еврейҙарға 3:12-не уҡығыҙ.)

16. Беҙҙең иманыбыҙҙы нимә һынарға мөмкин?

16 Был донъяның йоғонтоһо арҡаһында беҙҙең Йәһүәнән ситләшеүебеҙ бар. Күптәр Алланың барлығына ышанмай. Өҫтәүенә, Алланың ҡанундары буйынса йәшәмәгән кешеләр бәхетле тормош алып бара кеүек күренә. Быларҙың барыһы ла беҙҙең иманыбыҙҙы һынарға мөмкин. Беҙ Алланың барлығына ышанһаҡ та, уның беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына шикләнә башлауыбыҙ бар. Бер мәҙхиә йырлаусының да оҡшаш хистәре булған. Ул тирә-яҡтағы кешеләрҙең Алла ҡанундарын һанға һуҡмайынса кинәнеп йәшәүҙәрен күргән. Һөҙөмтәлә ул Йәһүәгә хеҙмәт итергә кәрәкме-юҡмы тип икеләнә башлаған (Зәб. 73:11—13).

17. Йәһүәнән йыраҡлашмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер?

17 Мәҙхиә йырлаусыға үҙ ҡарашын үҙгәртергә нимә ярҙам иткән? Ул Йәһүәне ҡалдырған кешеләр менән нимә буласағы тураһында уйланған (Зәб. 73:18, 19, 27). Ул шулай уҡ Алла хеҙмәтселәре ниндәй яҡшы нәмәләргә эйә булыуы хаҡында ла уйлаған (Зәб. 73:24). Беҙ ҙә Йәһүәнең тормошобоҙҙо ни тиклем үҙгәрткәнен иҫкә төшөрә алабыҙ. Йәһүәне белмәһәк, тормошобоҙҙоң ниндәй булыуы тураһында уйланыу уға тоғро булырға һәм унан бер ҡасан да йыраҡлашмаҫҡа ярҙам итер. Шул саҡта беҙ ҙә, мәҙхиә йырлаусы кеүек: «Аллаға яҡынлашыу — минең өсөн фатиха», — тип әйтә алырбыҙ (Зәб. 73:28).

18. Ни өсөн беҙ киләсәктән ҡурҡмайбыҙ?

18 Был һуңғы көндәрҙә беҙҙе тағы ниндәй ауырлыҡтар көткәнен белмәйбеҙ. Ләкин «ысын Аллаға» хеҙмәт итһәк, беҙ уларҙы еңә алырбыҙ (1 Фес. 1:9). Ул үҙенең хеҙмәтселәрен ярата һәм һәр ваҡытта ла ярҙамға килергә әҙер. Боронғо ваҡытта ла шулай булған, һәм бөгөн дә ул бер ҙә үҙгәрмәгән. Оҙаҡламай бер ҡасан да булмаған бөйөк афәт етәсәк. Ләкин беҙ яңғыҙ булмаҫбыҙ. Яныбыҙҙа Йәһүә булыр (Ишағ. 41:10). Шуға күрә беҙ ышаныс менән: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын», — тип әйтә алабыҙ! (Евр. 13:5, 6).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ