Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

8-СЕ ЙЫР Йәһүә — һыйыныр урыныбыҙ

Йәһүә һеҙҙең өсөн ҡая булһын

Йәһүә һеҙҙең өсөн ҡая булһын

«Аллабыҙға оҡшаш ҡая юҡ» (1 САМ. 2:2).

ТӨП ФЕКЕР

Ни өсөн Изге Яҙмала Йәһүә ҡая менән сағыштырыла һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә?

1. Зәбур 18:46 буйынса, Дауыт Йәһүәне нимә менән сағыштырған?

 БЕҘ үҙгәреүсән донъяла йәшәйбеҙ. Ҡайһы бер ваҡиғалар тормошобоҙҙоң аҫтын-өҫкә әйләндерергә мөмкин. Әммә, бәхеткә ҡаршы, беҙ яңғыҙ түгел — Аллабыҙ һәр ваҡыт яныбыҙҙа. Үткән мәҡәләнән белеүебеҙсә, «Йәһүә — тере Алла» һәм һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. (Зәбур 18:46-ны уҡығыҙ.) Шуныһы ҡыҙыҡ: Дауыт Йәһүәне тере Алла тип атап, уны шунда уҡ тере булмаған ҡая менән сағыштырған. Дауыт нимәне күҙ уңында тотҡан?

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Ни өсөн Йәһүә Изге Яҙмала ҡая менән сағыштырыла һәм был уның ниндәй сифаттарын аса? Шулай уҡ Алла беҙҙең өсөн нисек ҡая була ала һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ? Ошо мәҡәләлә был һорауҙарға яуаптар бирелер.

НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘ ҠАЯ МЕНӘН САҒЫШТЫРЫЛА?

3. Ниндәй аяттарҙа Йәһүә ҡая менән сағыштырыла һәм ни өсөн Изге Яҙмала шундай сағыштырыу ҡулланыла? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

3 Йәһүәне данлаған күп кенә хеҙмәтселәр уны ҡая менән сағыштырған. Ни өсөн Изге Яҙмала шундай сағыштырыу ҡулланыла? Был сағыштырыу беҙҙең иғтибарыбыҙҙы Алланың ҡайһы бер иҫ киткес сифаттарына йүнәлтә. Беренсе тапҡыр Йәһүә ҡая тип Ҡанун 32:4-тә атала. Шулай уҡ Анна үҙ доғаһында «Аллабыҙға оҡшаш ҡая юҡ» тигән (1 Сам. 2:2). Абаҡум пәйғәмбәр Йәһүәгә: «Ҡаям минең», — тип өндәшкән (Аб. 1:12). 73-сө мәҙхиәне яҙыусы Алла тураһында «йөрәгемдең ҡаяһы» тигән (Зәб. 73:26). Хатта Йәһүә үҙ-үҙен «Ҡая» тип атаған (Ишағ. 44:8). Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең ҡайһы яҡтан ҡаяға оҡшаш булыуын ҡарап сығайыҡ, шулай уҡ ниндәй мәғәнәлә ул «беҙҙең Ҡаябыҙ» була алғанын беләйек (Ҡан. 32:31).

Йәһүә үҙ халҡы өсөн ҡая. (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)


4. Ни өсөн Йәһүәне һыйыныу урыны менән сағыштырып була? (Зәбур 94:22).

4 Йәһүә — һыйыныу урыны. Көслө дауыл ваҡытында кеше ҡаялағы мәмерйәлә йәшенеп ҡала ала. Шуның кеүек, ниндәйҙер ҡурҡыныс янағанда, Йәһүә беҙҙе яҡлай. (Зәбур 94:22-не уҡығыҙ.) Ул беҙгә уның менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, шулай уҡ бер кем дә һәм бер нәмә лә беҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә алмаясағына ышандыра. Ә киләсәктә Йәһүә беҙҙең өсөн тағы ла күберәкте эшләйәсәк: ул хафаға төшөргән һәм ғазаптар килтергән бөтә нәмәне юҡ итәсәк (Йәз. 34:25, 26).

5. Нисек Йәһүә беҙҙең өсөн һыйыныу урыны була ала?

5 Беҙ нисек Йәһүәне һыйыныу урыныбыҙ итә алабыҙ? Уға доға ҡылып. Йәһүәгә доға ҡылғанда, беҙ йөрәгебеҙҙе һәм уй-фекерҙәребеҙҙе һаҡлаған «Алла именлеге» тоябыҙ (Флп. 4:6, 7). Бына Артёмдың миҫалы. Уны Аллаға ышанғаны өсөн ҡулға алғандар. Һорау алыр алдынан ул һәр ваҡыт стресс кисергән, сөнки следователь уға ныҡ баҫым яһаған һәм уны кәмһеткән. Артём нимә эшләгән? Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин Йәһүәгә күңел тыныслығы һәм зирәклек һорап доға ҡылдым». Артём следователдең баҫымына бирешмәгәненә бик шатланған. Ул былай ти: «Йәһүәнең яҡлауы минең өсөн таш стена кеүек булды».

6. Ни өсөн Йәһүәгә һәр ваҡыт таянып була? (Ишағыя 26:3, 4).

6 Йәһүә — ышаныслы. Ҡая һәр ваҡыт бер урында ҡалған кеүек, Йәһүә лә һәр ваҡыт беҙҙең менән. Уға тулыһынса таянып була, сөнки ул «мәңгелек Ҡая». (Ишағыя 26:3, 4-те уҡығыҙ.) Йәһүә мәңге йәшәй. Тимәк, ул доғаларыбыҙҙы гел ишетә һәм беҙгә ярҙам итә. Шулай уҡ ул үҙенең бөтә вәғәҙәләрен үтәй ала. Йәһүәгә ышаныуыбыҙҙың тағы бер сәбәбе — ул үҙ хеҙмәтселәренә тоғро (2 Сам. 22:26). Ул беҙҙең игелекле эштәребеҙҙе бер ҡасан да онотмаясаҡ һәм бүләкһеҙ ҡалдырмаясаҡ (Евр. 6:10; 11:6).

7. Йәһүәгә таянһаҡ, һөҙөмтәһе ниндәй булыр? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

7 Беҙ Йәһүәгә тулыһынса таянғанда, ул беҙҙең ҡаябыҙ булып китә. Беҙ шуға ышанабыҙ: уның кәңәштәре беҙгә файҙа килтерә. Шуға күрә хатта ауыр саҡтарҙа ла беҙ уға тыңлаусан (Ишағ. 48:17, 18). Уның ярҙамын күргәндә беҙ уға тағы ла күберәк таяна башлайбыҙ. Ә был беҙҙе киләсәк һынауҙарға әҙерләй, сөнки беҙ уларҙы үҙ көсөбөҙ менән бер нисек тә еңә алмайбыҙ. Бер кемдән дә ярҙам алып булмағанда беҙ Йәһүәнең ни тиклем ышаныслы булыуын күрәбеҙ. Төрмәлә булған саҡтарын иҫенә төшөрөп, Владимир ҡәрҙәшебеҙ бына нимә ти: «Шул ваҡыттарҙа мин Йәһүәгә бик ныҡ яҡынлаштым. Хәлде үҙгәртеп булмағанда, һин күберәк Йәһүәгә таянырға өйрәнәһең».

Йәһүәгә тулыһынса таянһаҡ, ул беҙҙең ҡаябыҙ булып китә. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


8. а) Йәһүә тағы ниндәй яҡтан ҡаяға оҡшаш? б) Алланың беҙҙең өсөн ҡая булыуы ниндәй файҙа килтерә? (Зәбур 62:6, 7).

8 Йәһүә үҙ-үҙенә тоғро. Ҙур ҡаяны күҙ алдына килтерегеҙ. Уға ямғырҙар ҙа, елдәр ҙә бер нисек тә тәьҫир итә алмай. Шуның кеүек, Йәһүә лә ҡаҡшамаҫ. Был уның шәхесенә лә, ниәттәренә лә ҡағыла (Мал. 3:6). Эден баҡсаһында Әҙәм менән Һауаның фетнә күтәреүе Йәһүәнең кешелеккә ҡағылышлы ниәтенә бер нисек тә тәьҫир итә алмаған. Илсе Павел Йәһүә «үҙенән баш тарта алмай» тип яҙған (2 Тим. 2:13). Тимәк, ниндәй генә хәл булһа ла, башҡалар үҙҙәрен нисек кенә тотһа ла, Йәһүә үҙгәрешһеҙ һәм үҙенең ниәтенә, шулай уҡ нормаларына тоғро. Ошо тотороҡһоҙ һәм шомло ваҡыттарҙа беҙ тулыһынса Йәһүәгә ышана алабыҙ. Ул беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ һәм таянысыбыҙ. (Зәбур 62:6, 7-не уҡығыҙ.)

9. Татьянаның осрағынан нимәгә өйрәнеп була?

9 Иғтибарыбыҙҙы Йәһүәнең сифаттарына һәм уның ниәтенә туплаһаҡ, ул беҙҙең өсөн ҡая булып китә. Был беҙгә ауыр ваҡыттарҙа тыныс ҡалырға һәм тоғролоҡ һаҡларға ярҙам итер (Зәб. 16:8). Татьянаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уны иманы өсөн өйҙә һаҡ аҫтында тотҡандар. Ул былай ти: «Мин япа-яңғыҙ ҡалдым. Тәүҙә бик ауыр булды. Мин йыш ҡына бойоға инем». Уға яңынан рухланып китергә нимә ярҙам иткән? Ул Йәһүә һәм уның ниәттәре тураһында күп уйлана башлаған. Татьяна былай тип дауам итә: «Ни өсөн минең менән шундай хәл булғанын аңлау миңә Йәһүә хаҡына ғазап сигеүемде күрергә ярҙам итте. Тап шул миңә үҙем турала уйламаҫҡа көс бирҙе».

10. Йәһүә беҙҙең ҡаябыҙ булып китһен өсөн, хәҙер нимә эшләргә кәрәк?

10 Киләсәктә беҙҙе үтә ауыр ваҡыттар көтә. Шуға күрә Аллаға бигерәк тә таянырға кәрәк булыр. Тап хәҙер Йәһүәнең беҙгә һәр ҡайһы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәгенә ышанысыбыҙҙы нығытырға кәрәк. Бының өсөн нимә эшләү мөһим? Изге Яҙманан Алланың боронғо ваҡытта һәм бөгөнгө көндәрҙә үҙ хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәне тураһында уҡығыҙ. Йәһүәнең улар өсөн нисек һыйыныу урыны һәм терәк булғаны хаҡында уйланығыҙ. Шул саҡта Йәһүә һеҙҙең дә ҡаяғыҙ булып китер.

ЙӘҺҮӘНЕҢ СИФАТТАРЫН ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫҒЫҘ

11. Беҙ нисек Йәһүәнең сифаттарынан өлгө ала алабыҙ? ( «Егеттәр өсөн маҡсаттар» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

11 Беҙ Йәһүәнең ниндәй яҡтан ҡаяға оҡшағанын ҡарап сыҡтыҡ. Ә хәҙер нисек унан өлгө алып булғанын беләйек. Беҙ Йәһүәгә яҡшыраҡ эйәргән һайын, ҡәрҙәштәребеҙҙе лә яҡшыраҡ нығыта алырбыҙ. Мәҫәлән, Ғайса Симонға Кифа (грекса Петр) тигән исем биргән. Был исем «ҡая» тигән мәғәнә йөрөтә (Яхъя 1:42). Петрҙың исеме есеменә тап килгән. Ул ҡәрҙәштәрҙе йыуатҡан һәм уларға иманда ныҡ булырға ярҙам иткән. Изге Яҙмала йыйылыш өлкәндәре тураһында улар «ҙур ҡая таштың күләгәһеләй булыр» тип әйтелә, сөнки улар йыйылышты яҡлай (Ишағ. 32:2). Әлбиттә, өлкәндәргә генә түгел, бөтәбеҙгә лә Йәһүәнән өлгө алырға һәм бер-беребеҙ өсөн ҡая булырға кәрәк (Ефес. 5:1).

12. Нисек беҙ ҡәрҙәштәребеҙ өсөн һыйыныу урыны була алабыҙ?

12 Һыйыныу урыны булығыҙ. Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәребеҙгә тәбиғәт афәттәре, сыуалыштар йәиһә һуғыштар арҡаһында өйҙәрен ҡалдырып китергә тура килә. Беҙ уларҙы үҙебеҙгә йәшәп торорға саҡырһаҡ, өйөбөҙ улар өсөн һыйыныу урыны булыр. Был һуңғы көндәрҙә донъяла хәл насарайғандан-насарая бара (2 Тим. 3:1). Шуға күрә беҙгә йышыраҡ бер-беребеҙгә ярҙамға килергә кәрәк булыр. Шулай уҡ беҙ ҡәрҙәштәрҙе эмоциональ һәм рухи яҡтан нығыта алабыҙ. Мәҫәлән, Батшалыҡ залында, ғаиләлә кеүек, йылы мөхит булдырып һәм уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып. Беҙ рәхимһеҙ, һалҡын һәм стресс тулы донъяла йәшәйбеҙ. Шуға күрә йыйылышҡа килгән ҡәрҙәштәребеҙҙе уларҙы яратыуыбыҙға һәм кәрәк саҡта уларҙың янында булыуыбыҙға ышандырырға кәрәк.

13. Өлкәндәр нисек беҙҙең өсөн һыйыныу урыны була ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Ҡәрҙәштәр төрлө һынауҙар менән осрашҡанда, йыйылыш өлкәндәре улар өсөн һыйыныу урыны була ала. Тәбиғәт афәттәре булғанда йә кемгәлер ашығыс медицина ярҙамы кәрәк саҡта, өлкәндәр шунда уҡ ярҙамға килә. Шулай уҡ улар Изге Яҙма ярҙамында рухландыра һәм йыуата. Өлкән тыңларға әҙер, ҡыҙғаныусан булһа һәм игелекле итеп һөйләшһә, ҡәрҙәштәр уға теләберәк мөрәжәғәт итер. Өлкәндәрҙең яратыуын тойғанда, уларҙың Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәшенә ҡолаҡ һалыу еңелерәк (1 Фес. 2:7, 8, 11).

Ҡәрҙәштәр төрлө һынауҙар менән осрашҡанда, йыйылыш өлкәндәре улар өсөн һыйыныу урыны була ала. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.) a


14. Нисек ышаныслы кеше булырға?

14 Ышаныслы булығыҙ. Беҙ башҡалар өсөн, айырыуса ауыр ваҡыттарҙа, терәк булырға теләйбеҙ (Ғиб. һүҙ. 17:17). Башҡаларҙың ышанысын нисек яуларға? Бының өсөн мәсихселәргә хас сифаттарҙы ваҡыт-ваҡыт ҡына түгел, ә һәр саҡта ла сағылдырырға кәрәк. Мәҫәлән, үҙ вәғәҙәләреңде үтәү, шулай уҡ бөтә эштәрҙе үҙ ваҡытында һәм теүәл башҡарыу мөһим (Матф. 5:37) Шулай уҡ кемгәлер ярҙам кәрәк саҡта ситтә ҡалмаһаҡ, яҡшы булыр. Ә инде ниндәйҙер йөкләмә бирелһә, уны тейешенсә башҡарырға кәрәк.

15. Ни өсөн ҡәрҙәштәр ышаныслы өлкәндәрҙе ҡәҙерләй?

15 Ышаныслы өлкәндәр — йыйылыш өсөн ысын фатиха. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Әгәр өлкән (мәҫәлән, вәғәз төркөмөнөң күҙәтеүсеһе) алсаҡ күңелле булһа, ҡәрҙәштәргә унан ярҙам һорау еңелерәк. Шулай уҡ вәғәзселәр өлкәндәрҙең ярҙамсыл, иғтибарлы булыуын күрһә, улар уларҙың яратыуын тоя. Әгәр өлкәндәр үҙ фекеренә түгел, ә Изге Яҙмаға һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларға таянып кәңәш бирһә, уларға ышаныу еңелерәк. Шулай уҡ өлкәндәрҙе беҙҙең хаҡта шәхси мәғлүмәтте башҡаларға асмағаны өсөн һәм үҙ һүҙен тотҡаны өсөн хөрмәт итәбеҙ.

16. Йәһүәгә тоғро булыуыбыҙ беҙгә лә, башҡаларға ла ниндәй файҙа килтерә?

16 Йәһүәгә тоғро булығыҙ. Беҙ Йәһүәгә тоғро булһаҡ һәм ҡарарҙарыбыҙҙы уның Һүҙенә таянып ҡабул итһәк, башҡалар өсөн яҡшы үрнәк булып торорбоҙ. Изге Яҙманы өйрәнеп һәм иманыбыҙҙы нығытып, беҙ Йәһүәгә һәм уның нормаларына тоғро булып ҡалырбыҙ. Беҙ ҡыйыуһыҙ, икеләнеүсән булмаҫбыҙ, һәм «мәкерле кешеләрҙең хәйләләре» беҙҙе ситкә алып китә алмаҫ (Ефес. 4:14; Яҡуб 1:6—8). Беҙ Йәһүәгә һәм уның вәғәҙәләренә ышанһаҡ, насар хәбәрҙәрҙән ҡурҡмаҫбыҙ (Зәб. 112:7, 8). Шулай уҡ өҫтәренә тормош дауылдары ябырылған кешеләргә беҙ терәк була алырбыҙ (1 Фес. 3:2, 3).

17. Өлкәндәр йыйылыштарҙы нисек нығыта?

17 Йәһүә өлкәндәрҙән тотанаҡлы, айыҡ аҡыллы, йыйнаҡ һәм аҡыллы булыуҙарын көтә. Алла Һүҙе буйынса эш иткәнгә, улар башҡаларҙы берҙәмлектә һаҡлай ала һәм йыйылыштарҙы нығыта ала (Тит. 1:9; 1 Тим. 3:1—3). Был ҡайғыртыусан көтөүселәр ҡәрҙәштәрҙе йыйылыштарға йөрөргә, вәғәздә ҡатнашырға һәм шәхси өйрәнеү үткәрергә рухландырып тора. Был яҡтан улар үҙҙәре лә өлгө булып тора. Ә инде имандаштарының тормошонда ниндәйҙер ауыр хәл булғанда, өлкәндәр уларҙың иғтибарын Йәһүәгә һәм уның вәғәҙәләренә йүнәлтергә тырыша.

18. Йәһүәне данларға һәм уның менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға беҙҙе нимә дәртләндерә? ( «Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытығыҙ» тигән рамканы ла ҡарағыҙ).

18 Был мәҡәлә беҙгә Алланың иҫ киткес сифаттарын тағы ла яҡшыраҡ белергә ярҙам итте. Хәҙер беҙ Йәһүә менән тағы ла күберәк һоҡланабыҙ. Беҙ ысын күңелдән Дауыт батшаның: «Минең Ҡаям Йәһүә маҡталһын», — тигән һүҙҙәренә ҡушылабыҙ (Зәб. 144:1). Йәһүә — ышаныслы Алла. Ул бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк. Йәһүә һәр ваҡытта ла беҙҙең яныбыҙҙа булыр, һәм беҙ уның менән дуҫлығыбыҙҙы ғүмер буйы һаҡларға теләйбеҙ. Беҙгә нисә генә йәш булһа ла: «Ул — Ҡаям минең», — тип әйтә алырбыҙ (Зәб. 92:14, 15).

150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн Хоҙайҙы эҙлә

a ФОТОҺҮРӘТТӘ. Батшалыҡ залында бер апай ике өлкәнгә үҙ борсолоуҙарын һөйләй.