Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Зәбур 12:7-лә: «Һин уларҙы һаҡларһың», — тип әйтелә. Бында кем йә нимә тураһында һүҙ бара: «меҫкендәр» тураһындамы (5-се аят), әллә «Йәһүәнең һүҙҙәре» тураһындамы (6-сы аят)?

Контекстан күренеүенсә, был мәҙхиәлә кешеләр тураһында әйтелә.

Зәбур 12:1—4-тә тоғро һәм ғәҙел кешеләрҙең юҡҡа сығыуы тураһында уҡыйбыҙ. Артабан 5-сенән алып 7-сегә тиклемге аяттарҙа былай тиелә:

«Меҫкендәрҙең ҡыҫырыҡланыуы,

Ярлыларҙың көрһөнөүе арҡаһында,

Мин күтәрелермен, — тип әйтә Йәһүә. —

Мин уларҙы кәмһетеүселәренән ҡотҡарырмын».

Йәһүәнең һүҙҙәре саф,

Улар ер мейесендә сафландырылған, ете мәртәбә таҙартылған көмөш кеүек.

Һин уларҙы һаҡларһың, эй Йәһүә,

Уларҙың һәр береһен был быуындан мәңге яҡларһың.

5-се аятта Алланың «меҫкендәр» өсөн нимә эшләйәсәге тураһында әйтелә. Ул уларҙы ҡотҡарасаҡ.

6-сы аятта «Йәһүәнең һүҙҙәре саф», мейестә таҙартылған көмөш кеүек тиелә. Бөтә мәсихселәр ҙә был һүҙҙәр менән килешә (Зәб. 18:30; 119:140).

Ә 7-се аятта: «Һин уларҙы һаҡларһың, эй Йәһүә, уларҙың һәр береһен был быуындан мәңге яҡларһың», — тип яҙылған. Бындай һорау тыуырға мөмкин: «уларҙы» тигән һүҙ кемде йә нимәне аңлата?

Юғарыла 6-сы аятта «Йәһүәнең һүҙҙәре» тураһында әйтелгәс, Алла уларҙы һаҡларға йыйына кеүек күренә. Белеүебеҙсә, Йәһүә ысынлап та үҙ Һүҙен, Изге Яҙманы, яҡлап тора. Дошмандарҙың был китапты юҡ итер өсөн һалған тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, Алла Һүҙе һаҡланып ҡалған (Ишағ. 40:8; 1 Пет. 1:25).

Шулай уҡ Йәһүә 5-се аятта иҫкә алынған меҫкендәрҙе һәм ярлыларҙы яҡлай (Әйүп 36:15; Зәб. 6:4; 31:1, 2; 54:7; 145:20).

Шулай итеп, 7-се аяттағы «уларҙы» тигән һүҙ кемде йә нимәне аңлата?

12-се мәҙхиәне тулыһынса уҡып сыҡһаҡ, «уларҙы» тигән һүҙҙең кешеләргә ҡағылғанын күрербеҙ.

Тәүҙә Дауыт үҙенең һәм башҡа тоғро кешеләрҙең киң таралған алдаҡ арҡаһында ғазап сигеүҙәре тураһында әйтә. Артабан Йәһүә, башҡаларға телдәре менән яуызлыҡ ҡылғандарға ҡаршы сығам, тип вәғәҙә итә. Тулайым алғанда, был мәҙхиәлә Йәһүәнең үҙ халҡын яҡлауы тураһында әйтелә. Беҙ Йәһүәгә ышанабыҙ, сөнки уның һүҙҙәре саф.

Шуға күрә 7-се аят меҫкендәргә ышаныс бирә: Алла «уларҙы» гонаһ ҡылыусыларҙың һүҙҙәренән һәм эштәренән яҡлаясаҡ.

Еврей масорет тексында был аятта «уларҙы» тигән алмаш тора. Септуагинтала «һин беҙҙе һаҡларһың» һәм «һин беҙҙе һәр ваҡыт яҡларһың» тигән һүҙбәйләнештәр ҡулланыла. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, был һүҙбәйләнештәр, Алла үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен яҡлар, тигәнде аңлата. Өҫтәүенә, 7-се аятта, Йәһүә тоғро кешеләрҙе «был быуындан» — «боҙоҡлоҡто [ҡеүәтләгән]» кешеләрҙән яҡлар, тип әйтелә (Зәб. 12:7, 8). Арамей телендәге тәржемәләрҙә был аят бына нисек яңғырай: «Эй, РАББЫ, һин тәҡүәләрҙе һаҡларһың. Һин уларҙы был яуыз быуындан мәңге яҡларһың. Бөтә ерҙә яуыздар эҙләнеп йөрөй. Улар, һөлөк кеүек, кеше улдарының ҡанынан туйына». Бының барыһы, Зәбур 12:7-лә Алланың һүҙҙәре тураһында түгел, ә кешеләр тураһында һүҙ барғанын күрһәтә.

Был аят беҙгә өмөт бирә: Йәһүә үҙенә тоғро кешеләрҙе һәр ваҡытта ла яҡлап торасаҡ.