Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ауыр гонаһ ҡылынғанда нисек яратыу һәм ғәҙеллек сағылдырырға?

Ауыр гонаһ ҡылынғанда нисек яратыу һәм ғәҙеллек сағылдырырға?

«Һин бит яуызлыҡтан рәхәтлек тапҡан Алла түгел. Бер генә яман кеше лә һинең яныңда ҡала алмаҫ» (ЗӘБ. 5:4).

142-СЕ ЙЫР Өмөтөбөҙгә ныҡлап тотонайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1—3. а) Зәбур 5:4—6-нан күренеүенсә, Йәһүә яуызлыҡҡа нисек ҡарай? б) Ни өсөн баланы енси яҡтан аҙҙырыу «Мәсих ҡанунына» ҡаршы килә?

ЙӘҺҮӘ яуызлыҡтың бөтә төрҙәрен дә нәфрәт итә. (Зәбур 5:4—6-ны уҡығыҙ *.) Ә балаларҙы енси йәберләү Йәһүә өсөн айырыуса ерәнес енәйәт! Беҙ, Йәһүәнең шаһиттары булараҡ, унан үрнәк алып, шундай енәйәткә ерәнеп ҡарайбыҙ һәм йыйылышта ундай яуыз эшкә түҙеп тормайбыҙ (Рим. 12:9; Евр. 12:15, 16).

2 Балаға ҡарата ҡылынған енси йәберләүҙең һәр ҡайһы төрө «Мәсих ҡанунына» бөтөнләй ҡаршы килә (Гал. 6:2). Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки, үткән мәҡәләлә аңлатылғанса, Мәсих ҡануны (йәғни Ғайса Мәсихтең өйрәткәндәре һәм үрнәге) яратыуға нигеҙләнгән һәм ғәҙеллеккә өйрәтә. Был ҡанун буйынса эш итеп, мәсихселәр, балалар менән мөғәмәлә иткәндә, уларға үҙҙәрен ҡәҙерле һәм яҡлаулы итеп тойорға ярҙам итә. Ә баланы енси көсләү кеүек эгоистик, ғәҙелһеҙ енәйәт арҡаһында бала үҙен яҡлауһыҙ һәм ҡәҙерһеҙ итеп хис итә.

3 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъяла балаларҙы енси яҡтан аҙҙырыу бик киң таралған, һәм был етди проблема ысын мәсихселәрҙе лә урап үтмәй. Ни өсөн? «Яуыздар һәм алдаҡсылар» бик күп, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре мәсихселәр йыйылышына үтеп инергә мөмкин (2 Тим. 3:13). Бынан тыш, йыйылыштағы ҡайһы бер кешеләр, гонаһлы теләктәренә бирелеп, балаларҙы әхлаҡһыҙлыҡҡа тарта. Әйҙәгеҙ, ни өсөн баланы енси йәберләү ауыр гонаһ булып һаналғанын ҡарап сығайыҡ. Беҙ шулай уҡ өлкәндәрҙең шундай гонаһ ҡылынған осраҡтарҙа нисек эш иткәнен һәм ата-әсәләрҙең үҙ балаларын нисек яҡлай алғанын белербеҙ *.

АУЫР ГОНАҺ

4, 5. Ни өсөн баланы енси йәберләү — уға ҡаршы ауыр гонаһ?

4 Баланы енси йәберләү оҙаҡҡа һуҙылған эҙемтәләргә килтерә. Был енәйәт арҡаһында бала ғына түгел, ә шулай уҡ уның туғандары менән ҡәрҙәштәре лә күңел әрнеүе кисерә. Баланы енси йәберләү — бик ауыр гонаһ.

5 Балаға ҡаршы гонаһ. Башҡаларға әрнеү һәм ғазап килтергән кеше гонаһ ҡыла. Аҙҙырыусы тап шулай эшләй ҙә: балаға ифрат ҙур зыян килтерә. Уның арҡаһында бала башҡаларға ышанмай башлай һәм үҙен яҡлауһыҙ итеп тоя. Балаларҙы ундай яуызлыҡтан һаҡларға кәрәк, ә шундай йәберләүгә дусар булһалар, уларҙы йыуатыу һәм ярҙам итеү үтә мөһим (1 Фес. 5:14).

6, 7. Ни өсөн баланы енси йәберләү — йыйылышҡа һәм хөкүмәткә ҡаршы гонаһ?

6 Йыйылышҡа ҡаршы гонаһ. Йыйылыштағы берәй кеше баланы енси йәберләһә, ул йыйылышҡа тап төшөрә (Матф. 5:16; 1 Пет. 2:12). Иман өсөн көрәш алып барған миллионлаған тоғро мәсихселәргә ҡарата ниндәй ғәҙелһеҙлек! (Йәһ. 3). Яуыз эштәр ҡылып, йыйылышҡа тап төшөргән һәм тәүбә итмәгән кеше Йәһүә шаһиты булып ҡала алмай.

7 Хөкүмәт закондарына ҡаршы гонаһ. Мәсихселәр «хакимлыҡ иткән етәкселәргә» буйһонорға тейеш (Рим. 13:1). Бының өсөн илдең закондарын хөрмәт итергә һәм уларҙы үтәргә кәрәк. Йыйылыштағы берәй кеше ниндәйҙер законды боҙһа, мәҫәлән, баланы енси йәберләһә, ул хөкүмәткә ҡаршы гонаһ ҡыла. (Ғәмәлдәр 25:8 менән сағыштырығыҙ.) Өлкәндәр закон боҙған мәсихсене язаға тарттырырға хоҡуҡлы түгел, шулай ҙа улар енәйәтсене хөкүмәт биргән язанан яҡламай (Рим. 13:4). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «кеше ни сәсһә, шуны ура» (Гал. 6:7).

8. Йәһүә кешеләрҙең бер-береһенә ҡаршы ҡылған гонаһтарына нисек ҡарай?

8 Аллаға ҡаршы гонаһ (Зәб. 51:4). Бер кеше икенсе кешегә ҡаршы гонаһ ҡылғанда, ул шулай уҡ Йәһүәгә ҡаршы ла гонаһ ҡыла. Әйҙәгеҙ, Алланың израилдәргә биргән ҡанунынан бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Муса ҡануны буйынса, берәйһен талаған йә алдаған кеше «Йәһүәгә тоғролоҡһоҙлоҡ» күрһәткән (Лев. 6:2—4). Шуның шикелле, баланы енси яҡтан аҙҙырған һәм шулай итеп уны хәүефһеҙлектән мәхрүм иткән кеше Аллаға тоғролоҡһоҙлоҡ күрһәтә. Шундай енәйәт ҡылыусы Йәһүәнең исемен хурлай. Бына ни өсөн беҙ был енәйәтте нәфрәт итәбеҙ һәм уны Аллаға ҡаршы ауыр гонаһ тип һанайбыҙ.

9. Ойошмабыҙ йылдар дауамында ниндәй тема буйынса мәғлүмәт баҫтырҙы, һәм ни өсөн баланы енси йәберләү осраҡтарына ҡағылышлы күрһәтмәләр ваҡыт-ваҡыт яңынан ҡарап сығыла?

9 Йылдар дауамында Йәһүәнең ойошмаһы балаларҙы йәберләүҙән яҡлау темаһына Изге Яҙмаға нигеҙләнгән күп баҫмалар сығарҙы. Мәҫәлән, «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарында енси йәберләүгә дусар булған кешеләргә күңел әрнеүенән арынырға ярҙам иткән мәҡәләләр баҫтырылды. Был журналдарҙа шулай уҡ башҡаларҙың уларға нисек ярҙам итә алғаны һәм ата-әсәләрҙең үҙ балаларын нисек яҡлай алғаны тураһында яҙылғайны. Өлкәндәр балаға ҡарата ҡылынған енси йәберләү осраҡтарында нимә эшләргә кәрәклеген белә, сөнки ойошманан Изге Яҙмаға нигеҙләнгән аныҡ күрһәтмәләр ала. Ойошмабыҙ шундай осраҡтарға ҡағылышлы күрһәтмәләрҙе ваҡыт-ваҡыт яңынан ҡарап сыға. Ни өсөн? Сөнки өлкәндәрҙең Мәсих ҡануны буйынса эш итеүен теләй.

ЕТДИ ГОНАҺ ҠЫЛЫНҒАН ОСРАҠТАР НИСЕК ҠАРАЛА?

10—12. а) Етди гонаһ ҡылынған осраҡтарҙы хәл иткәндә, өлкәндәр нимәне иҫтә тота? б) Яҡуб 5:14, 15 буйынса, өлкәндәр нимә эшләргә тырыша?

10 Етди гонаһ ҡылынған осраҡтарҙы хәл иткәндә, өлкәндәр шуны иҫтә тота: Мәсих ҡануны буйынса, улар башҡалар менән мөғәмәлә иткәндә яратыу сағылдырырға һәм Алланың ғәҙел нормалары буйынса эш итергә тейеш. Шуға күрә өлкәндәргә төрлө яҡтарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Иң тәүҙә улар Алла исеменең изгеләндерелеүе тураһында уйлай (Лев. 22:31, 32; Матф. 6:9). Өлкәндәр шулай уҡ йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең рухи именлеге хаҡында ҡайғырта һәм етди гонаһ арҡаһында зыян күргәндәргә ярҙам итә.

11 Бынан тыш, йыйылыштағы берәй кеше етди гонаһ ҡылһа һәм тәүбә итһә, өлкәндәр уға рухи яҡтан яңынан нығынып китергә ярҙам итергә тырыша. (Яҡуб 5:14, 15-те уҡығыҙ.) Насар теләктәренә бирелеп, гонаһ ҡылған мәсихсе рухи яҡтан ауырый. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәре боҙолған *. Ниндәйҙер мәғәнәлә өлкәндәрҙе табиптар менән сағыштырып була. Улар «ауырыуҙы [был осраҡта — гонаһ ҡылыусыны] һауыҡтырыр» өсөн тырышлыҡ һала. Уларҙың Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәре ундай кешегә Йәһүә менән татыулашырға ярҙам итә ала, әммә бының өсөн кеше эскерһеҙ тәүбә итергә тейеш (Ғәм. 3:19; 2 Кор. 2:5—10).

12 Күренеүенсә, өлкәндәрҙә ҙур яуаплылыҡ ята. Улар Алла тарафынан тапшырылған көтөү хаҡында яратыу менән ҡайғырта (1 Пет. 5:1—3). Өлкәндәр ҡәрҙәштәренең йыйылышта үҙҙәрен яҡлаулы итеп тойоуын теләй. Шуға күрә, берәйһенең ауыр гонаһ ҡылыуы, шул иҫәптән баланы енси йәберләүе тураһында ишеткәндә, өлкәндәр тиҙ рәүештә эш итә. Әйҙәгеҙ,  13,  15 һәм  17-се абзацтарҙың башында килтерелгән һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.

13, 14. Баланы енси йәберләү осрағы тураһында ишеткәндә, өлкәндәр полицияға хәбәр итергә тейешме? Аңлатығыҙ.

 13 Закон талап итһә, өлкәндәр енси йәберләү осрағы тураһында полицияға хәбәр итергә тейешме? Эйе. Илдә шундай закон булһа, өлкәндәр уға буйһона (Рим. 13:1). Ундай закон Алла ҡанунына ҡаршы килмәй (Ғәм. 5:28, 29). Шуға күрә өлкәндәр, баланың енси йәберләүгә дусар булғаны хаҡында хәбәр ишеткәндә, шунда уҡ урындағы филиал менән бәйләнешкә инә һәм илдең закондары буйынса нимә эшләргә кәрәклеге тураһында белешә.

14 Өлкәндәр енси йәберләүгә дусар булған балаға, уның ата-әсәһенә һәм был енәйәт хаҡында белгән башҡа кешеләргә шуны аңлата: улар был хаҡта полицияға хәбәр итергә хоҡуҡлы. Әммә ул саҡта йыйылышҡа йөрөгән кешенең был енәйәте тураһында хәҡиҡәттә булмаған кешеләр белеп ҡала бит. Улайһа, был хәбәрҙе полицияға еткергән мәсихсе Алла исеменә тап төшөрә, тип әйтеп буламы? Юҡ. Аҙҙырыусы ғына Алла исеменә тап төшөрә.

15, 16. а) 1 Тимофейға 5:19 буйынса, ни өсөн, өлкәндәр хоҡуҡ комитеты ойоштора алһын өсөн, кәм тигәндә ике шаһит кәрәк? б) Йыйылышта берәйһенең баланы енси йәберләүҙә ғәйепләнгәнен ишеткәс, өлкәндәр нимә эшләй?

 15 Ни өсөн, өлкәндәр мәсихсенең етди гонаһ ҡылғанмы, юҡмы икәнен билдәләй алһын өсөн, кәм тигәндә ике шаһит кәрәк? Изге Яҙмалағы был талап ғәҙеллек нормаларына тура килә. Гонаһ ҡылыусы үҙ ғәйебен танымаһа, өлкәндәр хоҡуҡ комитеты ойоштора алһын өсөн, ике кешенең шаһитлығы кәрәк (Ҡан. 19:15; Матф. 18:16; 1 Тимофейға 5:19-ҙы уҡығыҙ). Улайһа, баланы енси йәберләү осрағы тураһында полицияға хәбәр итер өсөн дә ике шаһит кәрәк, тип әйтеп буламы? Юҡ. Был талап өлкәндәрҙең йә башҡа кешеләрҙең енәйәт тураһында полицияға хәбәр итеү бурысына бер нисек тә тәьҫир итмәй.

16 Йыйылышта берәйһенең баланы енси йәберләүҙә ғәйепләнгәнен ишеткәс, өлкәндәр тәүҙә, илдең закондары буйынса эш итеп, полицияға хәбәр итә, ә шунан Изге Яҙмаға нигеҙләнеп үҙҙәре тикшереү үткәрә һәм хоҡуҡ комитеты ойошторорға кәрәкме, юҡмы икәнен билдәләй. Кеше үҙ ғәйебен танымаһа, өлкәндәр был хәлгә шаһит булған кешеләрҙе тыңлай. Хоҡуҡ комитеты ойошторор өсөн кәм тигәндә ике кеше кәрәк: ғәйепләүсе һәм аҙҙырыусының был йә башҡа берәй балаға ҡарата енси енәйәт ҡылғанын раҫлай алған кеше *. Икенсе шаһиттың булмауы ғәйепләүҙең нигеҙһеҙ булыуын аңлатмаҫҡа ла мөмкин. Енси йәберләү осрағын ике шаһит раҫлай алмаһа ла, өлкәндәр шуны таный: был, ауыр гонаһ ҡылынмаған һәм башҡаларға зыян килтерелмәгән, тигәнде аңлатмай әле. Өлкәндәр йыуатыуға мохтаж булған кешеләргә ярҙам итер. Бынан тыш, улар, йыйылышты ҡурҡыныстан һаҡлар өсөн, енси йәберләүҙә ғәйепләнгән кешене күҙәтеү аҫтына алыр (Ғәм. 20:28).

17, 18. Хоҡуҡ комитетының ролен аңлатығыҙ.

 17 Хоҡуҡ комитетының роле ниндәй? Хоҡуҡ комитетының ағзалары аҙҙырыусы илдең закондарын боҙғаны өсөн яза алырға тейешме, юҡмы икәнен хәл итмәй. Улар шуны аңлай: закон боҙоусыларға ниндәй яза бирергә кәрәклеген хөкүмәт вәкилдәре билдәләй (Рим. 13:2—4; Тит. 3:1). Өлкәндәр етди гонаһ ҡылған кеше йыйылышта ҡала аламы, юҡмы икәнен ҡарар итә.

18 Хоҡуҡ комитетын тәшкил иткән өлкәндәр рухи һорауҙарҙы хәл итә. Изге Яҙмаға нигеҙләнеп, улар аҙҙырыусы тәүбә итәме, юҡмы икәнен асыҡлай. Тәүбә итмәһә, уны йыйылыштан сығаралар һәм йыйылышта был хаҡта белдереү яһала (1 Кор. 5:11—13). Ә әгәр тәүбә итһә, ул йыйылышта ҡала ала. Ләкин өлкәндәр уға шуны аңлатыр: йыйылышта уға, бәлки, бер ваҡытта ла хөрмәтле вазифалар бирелмәҫ. Йыйылыштағы балаларҙың именлеген хәстәрләп, өлкәндәр, моғайын, ата-әсәләр менән шәхсән һөйләшер һәм аҙҙырыусы менән бик һаҡ булырға кәңәш итер. Шундай саралар күргәндә, өлкәндәр аҙҙырыусы арҡаһында ниндәй бала зыян күргәнен бер кемгә лә әйтмәй.

БАЛАЛАРҘЫ НИСЕК ЯҠЛАРҒА?

Ата-әсәләр, балаларын енси йәберләүҙән яҡлар өсөн, уларға енси тәрбиә бирә. Улар быны Алла ойошмаһы сығарған баҫмалар ярҙамында эшләй. (19—22-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

19—22. Ата-әсәләр балаларын нисек яҡлай ала? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

19 Балаларҙы яҡлау өсөн беренсе сиратта ата-әсәләр * яуаплы. Балаларығыҙ — «Йәһүәнән килгән мираҫ». Алла был ҡиммәтле бүләкте һеҙгә ышанып тапшырған (Зәб. 127:3). Шуға күрә балаларығыҙҙы яҡлағыҙ, Йәһүә быны һеҙҙән көтә. Уларҙы енси йәберләүҙән яҡлар өсөн нимә эшләп була?

20 Беренсенән, енси йәберләү тураһында күберәк мәғлүмәт алығыҙ. Аҙҙырыусыларҙы нисек билдәләп була? Улар балаларҙы нисек алдай ала? Шундай һорауҙарға яуаптар табып, ҡурҡыныстарҙы абайларға өйрәнегеҙ (Ғиб. һүҙ. 22:3; 24:3). Шуны онотмағыҙ: күпселек осраҡта аҙҙырыусы балаға таныш була, һәм бала уға ышана.

21 Икенсенән, балағыҙ менән асыҡтан-асыҡ аралашығыҙ (Ҡан. 6:6, 7). Бының өсөн иғтибар менән тыңлай белергә кәрәк (Яҡ. 1:19). Шуны иҫтә тотоғоҙ: бала, ғәҙәттә, енси йәберләүгә дусар булғаны тураһында һөйләргә ҡурҡа. Ул, миңә бер кем дә ышанмаҫ, тип уйларға мөмкин. Йә, бала бер нәмә лә һөйлмәһен өсөн, аҙҙырыусы уны янап ҡурҡытҡандыр. Балағыҙ менән нимәлер булғанын абайлаһағыҙ, ипләп кенә уға һорауҙар бирегеҙ һәм түҙемлек менән тыңлағыҙ.

22 Өсөнсөнән, балағыҙҙы өйрәтегеҙ. Йәшенә ҡарап, уға енси тәрбиә бирегеҙ. Берәйһе уға тейешһеҙ рәүештә ҡағылырға маташһа, нимә әйтергә һәм эшләргә кәрәклеген аңлатығыҙ. Балағыҙҙы яҡлар өсөн, Алла ойошмаһы биргән мәғлүмәтте ҡулланығыҙ. (« Ата-әсәләр һәм балалар өсөн ярҙам» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

23. Беҙ балаға ҡарата ҡылынған енси йәберләүгә нисек ҡарайбыҙ? Киләһе мәҡәләлә ниндәй һорау ҡараласаҡ?

23 Йәһүә шаһиттары булараҡ, беҙ балаға ҡарата ҡылынған енси йәберләүҙе ауыр гонаһ һәм ерәнгес эш тип һанайбыҙ. Мәсих ҡануны буйынса эш итеп, йыйылыш аҙҙырыусыны гонаһының эҙемтәләренән яҡламай. Шул уҡ ваҡытта беҙ шундай енәйәттең ҡорбаны булған ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә тырышабыҙ. Нисек итеп? Киләһе мәҡәләлә был һорауға яуап бирелер.

87-СЕ ЙЫР Килеп, көс-дәрт ал!

^ 5 абз. Был мәҡәләлә балаларҙы енси йәберләүҙән нисек яҡлап булғаны тураһында һүҙ бара. Беҙ өлкәндәрҙең һәм ата-әсәләрҙең бының өсөн нимә эшләй алғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ 1 абз. Зәбур 5:4—6: «Һин бит яуызлыҡтан рәхәтлек тапҡан Алла түгел. Бер генә яман кеше лә һинең яныңда ҡала алмаҫ, бер тәкәббер кеше лә һинең ҡаршыңда тора алмаҫ. Яманлыҡ ҡылыусыларҙың барын да һин нәфрәт итәһең. Ялған һөйләүселәрҙе һин юҡ итерһең. Эй Йәһүә, рәхимһеҙ һәм алдаҡсы кешеләрҙән һин ерәнәһең».

^ 3 абз. АҢЛАТМА. Баланы енси йәберләү тураһында һүҙ барғанда, кешенең үҙ енси теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн баланы ҡулланыуы күҙ уңында тотола. Был енәйәт үҙ эсенә шундай эштәрҙе ала: енси бәйләнешкә инеү; ораль йә аналь секс; енси ағзаларҙы, түште йә осаны иркәләү һәм башҡа әхлаҡһыҙ эштәр. Шуны иҫтә тотоу мөһим: енси йәберләүгә дусар булған бала ғәйепле түгел, аҙҙырыусы унан файҙаланған. Күпселек осраҡта енси көсләү ҡорбандары ҡыҙҙар булһа ла, күп малайҙар ҙа шундай хәлгә эләгә. Аҙҙырыусыларҙың күбеһе — ир-аттар, әммә ҡайһы саҡта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шундай енәйәт ҡыла.

^ 11 абз. Рухи яҡтан ауырыу етди гонаһ ҡылыусыны аҡламай. Гонаһ ҡылыусы үҙенең насар ҡарарҙары һәм эштәре өсөн Йәһүә алдында тулыһынса яуаплы (Рим. 14:12).

^ 16 абз. Өлкәндәр аҙҙырыусы менән осрашҡанда, баланың килеүе талап ителмәй. Баланың ата-әсәһе йә башҡа берәй ышаныслы кеше баланың һөйләгәндәрен өлкәндәргә еткерә ала. Шулай эш итеү баланы өҫтәмә эмоциональ травмаларҙан һаҡлар.

^ 19 абз. Бындағы кәңәштәр опекундарға ла ҡағыла.