Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

21-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Донъя зирәклегенә алданмағыҙ

Донъя зирәклегенә алданмағыҙ

«Был донъяның аҡыллылығы — Алла алдында ахмаҡлыҡ» (1 КОР. 3:19).

97-СЕ ЙЫР Йәһүә әйткән һүҙ менән йәшәйбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Алла Һүҙе беҙгә нисек ярҙам итә?

ЙӘҺҮӘ биргән кәңәштәр ярҙамында беҙ һәр ҡайһы ауырлыҡты ла хәл итә алабыҙ (Ишағ. 30:20, 21). Уның Һүҙе беҙгә «барыһына ла маһир һәм бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер» булырға ярҙам итә (2 Тим. 3:17). Изге Яҙмалағы тәғлимәттәр беҙгә «был донъяның аҡыллылығы» буйынса йәшәгән кешеләргә ҡарағанда күпкә зирәгерәк эш итергә ярҙам итә (1 Кор. 3:19; Зәб. 119:97—100).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

2 Был донъяның зирәклеге йыш ҡына гонаһлы тән теләктәрен үтәргә өндәй. Шуға күрә беҙгә был донъя кешеләренең ҡараштарын һәм йәшәү рәүешен үҙләштермәҫ өсөн күп көс һалырға тура килә. Шул сәбәптән Изге Яҙмала былай тиелә: «Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе... кешеләрҙең риүәйәттәренә ...таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен» (Кол. 2:8). Был мәҡәләлә шундай ике ялғандың нисек таралғаны ҡаралыр. Ике осраҡта ла беҙ ни өсөн был донъяның зирәклеге аҡылһыҙ икәнен ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн Алла Һүҙендәге зирәклек донъяныҡынан күпкә яҡшыраҡ икәнен күрербеҙ.

КЕШЕЛӘРҘЕҢ ӘХЛАҠИ НОРМАЛАРҒА ҠАРАШЫ НИСЕК ҮҘГӘРГӘН?

3, 4. XX быуаттың башында Ҡушма Штаттарҙа кешеләрҙең әхлаҡи нормаларға ҡарашы нисек үҙгәргән?

3 XX быуаттың башында Ҡушма Штаттарҙа кешеләрҙең әхлаҡи нормаларға ҡарашы киҫкен үҙгәргән. Элек күптәр, енси мөнәсәбәттәр никахта ғына рөхсәт ителә, тип һанаған һәм был темаға асыҡ һөйләшмәгән. Ләкин ундай ҡараш юҡҡа сыҡҡан, һәм әҙәпһеҙлек киң таралған.

4 1920-се йылдарҙа йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәре ныҡ ҡына ҡаҡшаған. «Фильмдар, спектаклдәр, йырҙар, китаптар, реклама кешеләрҙең енси мөнәсәбәттәр темаһына ҡыҙыҡһыныуын сағылдырған», — тип яҙа бер тикшеренеүсе. Шул йылдарҙа енси дәрт уятҡан бейеүҙәр һәм тыйнаҡһыҙ кейем стилдәре йәмғиәткә үтеп ингән. Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, һуңғы көндәрҙә кешеләр «кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән» (2 Тим. 3:4).

Йәһүәнең халҡы был донъяның түбән нормаларын кире ҡаға (5, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

5. 1960-сы йылдарҙан алып кешеләрҙең әхлаҡи нормаларға мөнәсәбәте нисек үҙгәргән?

5 1960-сы йылдарҙа никахһыҙ йәшәү, гомосексуаль мөнәсәбәттәр һәм айырылышыу кеүек күренештәр ғәҙәти булып киткән. Күңел асыуҙарҙа енси мөнәсәбәттәр асығыраҡ күрһәтелә башлаған. Был нимәгә килтергән? Бер китапта яҙылғанса, әхлаҡи нигеҙҙәр ҡаҡшағанға, күп ғаиләләр тарҡала, тулы булмаған ғаиләләрҙең һаны арта, кешеләр эмоциональ травмаларҙан интегә, порнографияға әүәҫләнә һәм башҡа бәләләр кисерә. Енси юл менән йоҡҡан ауырыуҙар, мәҫәлән, СПИД — донъя зирәклегенең аҡылһыҙ икәнен раҫлаған дәлилдәрҙең береһе генә (2 Пет. 2:19).

6. Донъяның енси мөнәсәбәттәргә ҡарашы нисек Шайтандың ниәттәренә булышлыҡ итә?

6 Донъяның енси мөнәсәбәттәргә шундай ҡарашы Шайтандың ниәттәренә булышлыҡ итә. Һис шикһеҙ, ул кешеләрҙең енси мөнәсәбәттәргә инеү мөмкинлеген дөрөҫ ҡулланмауын һәм никах бүләген ҡәҙерләмәүен күреп бик ҡыуана (Ефес. 2:2). Енси әхлаҡһыҙлыҡ, бала табыу һәләтенең ҡәҙерен бөтөрөүҙән тыш, шулай уҡ кешеләргә мәңгелек тормошҡа эйә булырға ҡамасаулай (1 Кор. 6:9, 10).

ИЗГЕ ЯҘМАЛА ӘХЛАҠИ НОРМАЛАР ТУРАҺЫНДА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

7, 8. Енси мөнәсәбәттәргә килгәндә, ни өсөн Алланың ҡарашы был донъяныҡынан күпкә яҡшыраҡ?

7 Донъя зирәклеген үҙләштергән кешеләр, Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормалар тормошта ҡулланырлыҡ түгел, тип мыҫҡыллап әйтә. Уларҙың ҡайһы берҙәре былай тип фекер йөрөтә: «Алла бит үҙе беҙҙе енси теләктәр менән барлыҡҡа килтергән. Улайһа, ни өсөн ул беҙгә уларҙы тыйырға ҡуша?» Был һорау бындай хаталы ҡарашҡа нигеҙләнгән: имеш, кеше үҙенең һәр теләген үтәргә тейеш. Ләкин Алла Һүҙендә бөтөнләй башҡаса әйтелә. Изге Яҙма, кеше насар теләктәренә ҡаршы тора ала, тигән фекер белдереп, кешелек дәрәжәбеҙгә хөрмәт сағылдыра (Кол. 3:5). Бынан тыш, Йәһүә, беҙгә никах ҡоролошон бүләк итеп, енси теләктәрҙе ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек биргән (1 Кор. 7:8, 9). Әхлаҡһыҙ тормош алып барған кешеләр йыш ҡына үкенес һәм выждан ғазабы кисерә. Ә никахта торған ир менән ҡатынға енси мөнәсәбәттәр ҡәнәғәтлек килтерә.

8 Донъя зирәклегенән айырмалы рәүештә, Изге Яҙма енси мөнәсәбәттәргә дөрөҫ ҡарарға ярҙам итә. Унда енси яҡынлыҡтың ләззәт килтерә алыуы таныла (Ғиб. һүҙ. 5:18, 19). Шул уҡ ваҡытта бындай кәңәш бирелә: «Һәр береһе үҙ тәнен изге һәм саф итеп һаҡлаһын, Алланы белмәгән мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ» (1 Фес. 4:4, 5).

9. а) XX быуаттың башында Йәһүә нисек үҙ халҡын Изге Яҙмалағы зирәклеккә таянырға дәртләндергән? б) 1 Яхъя 2:15, 16-ла ниндәй аҡыллы кәңәш бирелә? в) Римдарға 1:24—27-лә әйтелгәнсә, беҙ ниндәй әхлаҡһыҙ эштәрҙән һаҡланырға тейеш?

9 XX быуаттың башында Йәһүәнең хеҙмәтселәре ояттарын юғалтҡан кешеләрҙең йоғонтоһона ҡаршы торған (Ефес. 4:19). Улар Йәһүәнең нормалары буйынса эш итергә тырышҡан. 1926 йыл 15 май һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда, ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар уйҙарында саф булырға һәм үҙҙәрен әхлаҡлы тоторға тейеш, ә ҡаршы енестәге кешеләр менән мөғәмәлә иткәндә инсафлы булыу айырыуса мөһим, тип әйтелгән булған. Донъяла ҡараштар нисек кенә үҙгәрһә лә, Йәһүәнең халҡы Изге Яҙмалағы зирәклеккә таянған. (1 Яхъя 2:15, 16-ны уҡығыҙ.) Беҙ Алла Һүҙе өсөн шул тиклем рәхмәтлебеҙ! Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең ойошмаһы аша бирелгән рухи аҙыҡты ҡәҙерләйбеҙ, сөнки ул беҙгә донъя зирәклеген кире ҡағырға ярҙам итә *. (Римдарға 1:24—27-не уҡығыҙ.)

КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҮҘ-ҮҘҘӘРЕНӘ ҠАРАШЫ НИСЕК ҮҘГӘРГӘН?

10, 11. Изге Яҙмала һуңғы көндәр тураһында нимә әйтелгән булған?

10 Изге Яҙмала, һуңғы көндәрҙә кешеләр «үҙҙәрен генә» яратасаҡ, тип алдан әйтелгән булған (2 Тим. 3:1, 2). Шуға күрә донъяның эгоизм сағылдырырға дәртләндереүе һис тә ғәжәп түгел. Бер энциклопедияла яҙылғанса, 1970-се йылдарҙа «үҙ-үҙеңә ярҙам итеүгә арналған китаптар киң таралыу алған». Ҡайһы бер китаптар кешене «үҙен яҡшыраҡ белергә, нисек бар шулай ҡабул итергә һәм үҙ-үҙе менән һоҡланырға өндәгән». Мәҫәлән, шундай китаптарҙың береһендә былай тиелгән булған: «Донъялағы иң матур, шәп һәм ҡәҙерле кешегә — үҙ-үҙегеҙгә ғашиҡ булығыҙ». Был китап буйынса, кеше үҙен нисек тоторға икәнен үҙе ҡарар итергә, шулай уҡ үҙе теләгәнсә һәм уңайлы тип тапҡанса йәшәргә тейеш.

11 Һеҙгә шундай идея танышмы? Шайтан Һауаны тап шулай эш итергә өндәгән дә. Ул Һауаға: «Изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ», — тип әйткән (Баш. 3:5). Бөгөн күп кешеләр үҙҙәрен бик юғары ҡуя. Уларҙың уйлауынса, бер кем дә, хатта Алла ла уларға нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен әйтеп торорға тейеш түгел. Бындай ҡараш кешеләрҙең никахҡа ҡарата мөнәсәбәтендә айырыуса асыҡ сағыла.

Мәсихсе башҡа кешеләрҙе, бигерәк тә тормош иптәшен өҫтөн күрә (12-се абзацты ҡарағыҙ.) *

12. Был донъяла никахҡа ниндәй ҡараш таралған?

12 Изге Яҙма ирҙәр менән ҡатындарҙы бер-береһенә һәм никах антына хөрмәт менән ҡарарға өйрәтә. Алла Һүҙе никахтағыларҙы айырылышмаҫҡа өндәй. Унда былай тиелә: «Кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр» (Баш. 2:24). Ә донъя зирәклегенә таянған кешеләр иһә башҡаса уйлай. Улар, беренсе сиратта үҙеңдең ихтыяждарыңды ҡайғыртырға кәрәк, тип һанай. Айырылышыу темаһына арналған бер китапта яҙылғанса, ҡайһы бер туйҙарҙа «үлгәнсегә тиклем бергә булырбыҙ» тигән ант һүҙҙәре «мөхәббәтебеҙ һүрелгәнсегә тиклем бергә булырбыҙ» тигән һүҙҙәргә алмаштырыла. Никахҡа шундай еңел ҡараш арҡаһында ғаиләләр тарҡала һәм күп кешеләр тәрән әрнеү кисерә. Донъяның никахҡа хөрмәтһеҙ ҡарашы аҡылһыҙ икәне ап-асыҡ.

13. Ни өсөн Йәһүә ғорур кешеләрҙән ерәнә?

13 Изге Яҙмала: «Ғорур йөрәкле кешеләр Йәһүә өсөн ерәнгес», — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 16:5). Ни өсөн? Сәбәптәрҙең береһе — үҙен сиктән тыш яратҡан кешеләр Шайтан кеүек тәкәббер булып китә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Шайтан Аллаға бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерергә ярҙам иткән Ғайса Мәсихтең үҙенә йөҙ түбән ҡапланып табыныуын көткән (Матф. 4:8, 9; Кол. 1:16). Үҙен юғары ҡуйған кешеләр үҙ тәртибе менән донъя зирәклегенең Алла алдында аҡылһыҙ икәнен иҫбатлай.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ БАҺАЛАУ ТУРАҺЫНДА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

14. Римдарға 12:3-тә яҙылған һүҙҙәр нисек үҙебеҙгә дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итә?

14 Изге Яҙма үҙебеҙгә дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Унда әйтелгәнсә, кеше ниндәйҙер кимәлдә үҙен яратырға тейеш. Ғайса Мәсих: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», — тип өйрәткән (Матф. 19:19). Был һүҙҙәр буйынса, беҙгә үҙ ихтыяждарыбыҙға күпмелер иғтибар бүлергә кәрәк. Ләкин Изге Яҙма үҙебеҙҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыуҙан киҫәтә. Унда былай тиелә: «Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ» (Флп. 2:3; Римдарға 12:3-тө уҡығыҙ).

15. Ни өсөн һеҙ үҙ-үҙеңде баһалауға ҡағылышлы Изге Яҙма кәңәштәрен аҡыллы тип һанайһығыҙ?

15 Аҡыллы тип һаналған күп уҡымышлы кешеләр Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙән мыҫҡыллап көлә. Уларҙың әйтеүенсә, башҡаларҙы өҫтөн күргән кеше үҙен яҡлауһыҙ итә, һәм башҡалар уны үҙ мәнфәғәте өсөн ҡулланырға мөмкин. Әммә Шайтан донъяһында киң таралған эгоистик ҡараш нимәгә килтерә? Үҙен генә уйлаған кешеләр бәхетлеме? Ә уларҙың ғаиләләре бәхетлеме? Уларҙың ысын дуҫтары бармы? Улар Алла менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙәме? Шулай итеп, нимә яҡшыраҡ емештәр килтерә: донъя зирәклегенә таяныумы, әллә Алла Һүҙендәге зирәклек буйынса эш итеүме?

16, 17. Беҙ нимә өсөн рәхмәтлебеҙ һәм ни өсөн?

16 Был донъяла аҡыллы тип һаналған кешеләрҙән кәңәш һораусылар үҙҙәре кеүек аҙашҡан туристарҙан юл һораған туристарға оҡшаш. Ғайса үҙенең көндәрендә йәшәгән «аҡыл эйәләре» тураһында былай тигән: «Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк» (Матф. 15:14). Ысынлап та, был донъяның зирәклеге Алла алдында аҡылһыҙ.

Алла хеҙмәтселәре хеҙмәттә үткәргән бәхетле йылдарын иҫкә төшөрә (17-се абзацты ҡарағыҙ.) *

17 Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәр һәр ваҡыт «өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы» (2 Тим. 3:16). Беҙ Йәһүәгә бик рәхмәтле, сөнки ул үҙенең ойошмаһы аша беҙҙе донъя зирәклегенә таяныуҙан һаҡлай (Ефес. 4:14). Йәһүә биргән рухи аҙыҡ беҙгә уның Һүҙендә килтерелгән нормалар буйынса йәшәргә көс бирә. Изге Яҙмалағы тиңһеҙ зирәклек буйынса йәшәү — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт!

54-СЕ ЙЫР «Бына юл!»

^ 5 абз. Был мәҡәлә беҙгә Йәһүәнең иң аҡыллы кәңәштәр биргәненә тағы ла нығыраҡ инанырға ярҙам итер. Шулай уҡ бындай хәҡиҡәткә баҫым яһар: «был донъяның аҡыллылығы» буйынса эш итеү аяныс эҙемтәләргә килтерә, ә Алла Һүҙендәге зирәклеккә таяныу күп файҙа бирә.

^ 9 абз. Мәҫәлән, «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китаптың (урыҫ) I томында 25, 26-сы бүлектәрҙе һәм II томында 4, 5-се бүлектәрҙе, шулай уҡ «Йәштәрҙең 10 һорауына яуаптар» тигән брошюрала 7-се һорауҙы ҡарағыҙ.

^ 50 абз. РӘСЕМДӘ: Йәһүә шаһиттары булған пар үҙ тормошоноң төрлө осорҙарында төшөрөлгән. 1960-сы йылдарҙың аҙағында улар вәғәздә ҡатнаша.

^ 52 абз. РӘСЕМДӘ: 1980-се йылдарҙа ир ауырыған ҡатыны хаҡында ҡайғырта, яндарында бәләкәс ҡыҙҙары баҫып тора.

^ 54 абз. РӘСЕМДӘ: Бөгөн, инде күп йылдар үткәндән һуң, был пар хеҙмәттә үткәргән йылдарын иҫенә төшөрә. Ҡыҙҙары үҙ ғаиләһе менән уларҙың шатлығын уртаҡлаша.