Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Шәхси өйрәнеүегеҙҙе яҡшыртығыҙ

Шәхси өйрәнеүегеҙҙе яҡшыртығыҙ

«Иң яҡшыларҙы һайлап ала [белегеҙ]» (ФЛП. 1:10).

35-СЕ ЙЫР Мөһимерәк нәмәләрҙе айыра белегеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең шәхси өйрәнеү үткәрергә теләге юҡ?

БЕҘҘЕҢ көндәрҙә йәшәр өсөн аҡса эшләүе еңел түгел. Күп ҡәрҙәштәребеҙгә, үҙ ғаиләләрен иң кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итер өсөн, күп эшләргә тура килә. Йыш ҡына мәсихселәр эшкә барыу һәм ҡайтыу өсөн күп ваҡыт сарыф итергә мәжбүр. Ә кемдер ауыр физик эштә эшләй. Көндөң аҙағына улар бик арый, шунлыҡтан нимәлер уҡырға һәм өйрәнергә көстәре ҡалмай.

2. Һеҙ ҡасан өйрәнеүгә ваҡыт бүләһегеҙ?

2 Шулай ҙа беҙ Алла Һүҙен һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы тәрән өйрәнер өсөн ваҡыт бүлергә тейеш. Шәхси өйрәнеүгә Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙ һәм мәңгелек тормошобоҙ бәйле! (1 Тим. 4:15, 16). Ҡайһы берәүҙәр, иртәрәк уянып, төнгө йоҡонан һуң ял иткән көйө һәм өйҙә тыныс булған саҡта шәхси өйрәнеү үткәрә. Башҡалар иһә кискеһен бер нисә минут тыныс ҡына уҡып һәм уйланып алырға ярата.

3, 4. Ойошмабыҙ сығарған материалдарҙың күләменә ҡағылышлы ниндәй үҙгәрештәр яһалды һәм ни өсөн?

3 Һеҙ, әлбиттә, шуның менән ризалашырһығыҙ: өйрәнеүгә ваҡыт табыу үтә мөһим. Әммә нимәне өйрәнергә кәрәк? Бәлки, һеҙ: «Уҡыр өсөн материал шул тиклем күп, барыһына ла ваҡыт етмәй», — тип әйтерһегеҙ. Эйе, күп кенә ҡәрҙәштәр ойошмабыҙ сығарған бөтә мәҡәләләрҙе уҡып һәм бөтә видеоларҙы ҡарап өлгөрмәй. Етәксе кәңәшмә быны яҡшы аңлай. Шуға күрә күптән түгел генә, баҫтырылған һәм интернетта сығарылған материалдарҙың күләмен кәметергә кәрәк, тигән ҡарар ҡабул ителде.

4 Мәҫәлән, хәҙер «Йәһүә шаһиттарының йыллыҡ баҫмаһы» сығарылмай, сөнки күп кенә рухландырғыс осраҡтарҙы jw.org® сайтында уҡырға һәм интернет-телевидениебыҙҙа ай һайын сыҡҡан программаларҙа күрергә була. Ә «Уянығыҙ!» һәм «Күҙәтеү манараһы»ның таратыу өсөн сығарылышы йылына өс тапҡыр ғына баҫтырыла башланы. Был үҙгәрештәр беҙҙең башҡа эштәргә күберәк ваҡыт булһын тип түгел, ә иғтибарыбыҙҙы мөһимерәк нәмәләргә тупларға ярҙам итер өсөн индерелде (Флп. 1:10). Әйҙәгеҙ, мөһимерәк нәмәләрҙе айыра белер өсөн һәм шәхси өйрәнеүҙән күберәк файҙа алыр өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

МӨҺИМЕРӘК НӘМӘЛӘРҘЕ АЙЫРА БЕЛЕГЕҘ

5, 6. Ниндәй баҫмаларҙы ентекләп өйрәнергә кәрәк?

5 Беренсе сиратта нимәне өйрәнергә кәрәк? Әлбиттә, беҙ көн дә Алла Һүҙен өйрәнергә тейеш. Аҙна уртаһында үткән осрашыуҙа ҡарала торған Изге Яҙма өҙөгө ҡыҫҡартылғанға, беҙҙең шул өҙөк өҫтөндә уйланыр өсөн һәм өҫтәмә тикшереү үткәрер өсөн күберәк ваҡытыбыҙ бар. Маҡсатыбыҙ билдәләнгән өҙөктө уҡып сығыу ғына түгел, өҙөк йөрәгебеҙгә тәьҫир итергә һәм беҙҙе Йәһүәгә яҡынайтырға тейеш (Зәб. 19:14).

6 Бынан тыш, тағы нимәне ентекләп өйрәнергә кәрәк? «Күҙәтеү манараһы»ндағы мәҡәләләрҙе өйрәнеүгә һәм аҙна уртаһында үткән осрашыуға, шул иҫәптән йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеүгә әҙерләнеү мөһим. Шулай уҡ таратыу өсөн «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарының һәр сығарылышын уҡып барырға кәрәк.

7. Ни өсөн, сайтыбыҙҙа һәм интернет-телевидениебыҙҙа сыҡҡан бөтә материалдарҙы уҡып һәм ҡарап өлгөрмәһәк, бойоғорға кәрәкмәй?

7 Бәлки, һеҙ былай тип һорарһығыҙ: «Ә сайтыбыҙҙа һәм интернет-телевидениебыҙҙа булған материалдар тураһында нимә әйтеп була? Улар бит шул тиклем күп!» Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ бер ресторанға килдегеҙ, ти. Унда шул тиклем күп тәмле ашамлыҡтар тәҡдим ителә, хатта һеҙ нимә һайларға ла белмәйһегеҙ. Әммә һеҙ бөтәһен дә ашап ҡарау мөмкин түгел икәнен аңлайһығыҙ, шунлыҡтан бер нисә генә ашамлыҡ һайлайһығыҙ. Рухи аҙыҡ менән шундай уҡ хәл: интернет-ресурстарыбыҙҙа булған бөтә мәҡәләләрҙе уҡып һәм видеоларҙы ҡарап өлгөрмәһәгеҙ, бойоҡмағыҙ. Шулай ҙа хәлегеҙҙән килгәнсә уҡып һәм ҡарап барырға тырышығыҙ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, шәхси өйрәнеү үҙ эсенә нимә алғанын һәм унан күберәк файҙа алыр өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

ӨЙРӘНЕҮ ТЫРЫШЛЫҠТАР ТАЛАП ИТӘ

8. Өйрәнеү мәҡәләһенә нисек әҙерләнеп була, һәм шулай итеп әҙерләнеү һеҙгә ниндәй файҙа килтерер?

8 Өйрәнеү — берәй мөһим фекерҙе белер өсөн иғтибарлы итеп уҡыу. Был, материалды өҫтән-мөҫтән генә уҡып, яуаптарҙы һыҙып сығыу түгел. Мәҫәлән, «Күҙәтеү манараһын»дағы өйрәнеү мәҡәләһенә әҙерләнгәндә, тәүҙә «Был мәҡәләлә» тигән өлөшөн уҡығыҙ. Шунан мәҡәләнең исеменә, өҫтәмә исемдәргә һәм ҡабатлау өсөн һорауҙарға иғтибар итегеҙ. Унан һуң мәҡәләне ашыҡмайынса, иғтибарлы итеп уҡып сығығыҙ. Уҡыған саҡта төп фекерҙәргә иғтибар итергә тырышығыҙ (ғәҙәттә, улар абзацтарҙың беренсе һөйләмендә була). Йыш ҡына улар абзацта нимә тураһында һүҙ барасағын аңларға ярҙам итә. Мәҡәләне уҡығанда, һәр абзацтың мәҡәләнең төп темаһы һәм өҫтәмә исем менән нисек бәйле булғаны тураһында уйланығыҙ. Таныш булмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен ҡарар өсөн, уларҙы яҙып алығыҙ һәм, ниндәйҙер фекерҙәрҙе тәрәнерәк тикшерергә теләһәгеҙ, уларҙы билдәләп ҡуйығыҙ.

9. а) Ни өсөн, өйрәнеү мәҡәләләрен тикшергәндә, Изге Яҙма аяттарына айырым иғтибар бүлеү мөһим, һәм нимә тураһында уйланып була? б) Ешуа 1:8 буйынса, аяттарҙы уҡыуҙан тыш, тағы нимә эшләргә кәрәк?

9 Өйрәнеү мәҡәләләрен тикшереү Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Шуға күрә Изге Яҙма һылтанмаларын асып уҡығыҙ һәм бигерәк тә осрашыу ваҡытында уҡыласаҡ аяттарға иғтибар бүлегеҙ. Аяттарҙағы төп һүҙҙәр һәм абзацтағы фекерҙәр араһында ниндәй бәйләнеш барлығын аңларға тырышығыҙ. Бынан тыш, аяттарҙағы фекерҙәр тураһында һәм уларҙы тормошта нисек ҡулланып булғаны хаҡында уйланыр өсөн ваҡыт бүлегеҙ. (Ешуа 1:8-ҙе уҡығыҙ *.)

Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы шәхси өйрәнеү үткәрергә өйрәтегеҙ (10-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

10. Еврейҙарға 5:14 буйынса, ни өсөн ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә балаларҙы тикшереү үткәрергә өйрәтеү мөһим?

10 Әлбиттә, ата-әсәләр ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙың балаларға шатлыҡ килтереүен теләй. Ғаилә өйрәнеүенең программаһын планлаштырыу мөһим булһа ла, аҙна һайын мауыҡтырғыс проекттар уйлап сығарыу мотлаҡ түгел. Эйе, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә интернет-телевидениебыҙҙағы тапшырыуҙарҙы ҡарарға йә ваҡыт-ваҡыт Нух кәмәһенең макетын төҙөү кеүек махсус проекттар өҫтөндә эшләргә була. Шулай ҙа балалар Изге Яҙманы өйрәнә белергә лә тейеш. Балаларығыҙҙы йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнергә өйрәтегеҙ, шулай уҡ мәктәптә тыуа алған ауырлыҡтарҙы хәл итер өсөн кәрәкле мәғлүмәтте нисек табып булғанын күрһәтегеҙ. (Еврейҙарға 5:14-те уҡығыҙ.) Балалар, өйҙә шәхси өйрәнеү үткәрһә, йыйылыш осрашыуҙарында һәм конгрестарҙа видеолар күрһәтелмәгән саҡтарҙа ла иғтибар менән тыңлай алыр. Ғаилә өйрәнеүе күпме дауам итергә тейеш? Был балаларҙың йәшенән һәм холҡонан тора.

11. Ни өсөн өйрәнеүселәрҙе тикшереү үткәрергә өйрәтеү мөһим?

11 Изге Яҙманы өйрәнеүселәргә лә тикшереү үткәрә белергә кәрәк. Әлбиттә, тәүге осорҙа улар өйрәнеүгә йә йыйылыш осрашыуына яуаптарҙы һыҙып әҙерләнгәндә, беҙ бик шатланабыҙ. Әммә улар шулай уҡ шәхси өйрәнеү һәм тикшереү үткәрә белергә лә тейеш. Шул саҡта, ауырлыҡтар менән осрашҡанда, өйрәнеүселәр, шунда уҡ йыйылышта берәйһенән нимә эшләргә тип һорау урынына, үҙҙәре баҫмаларыбыҙҙы тикшереп файҙалы кәңәштәр таба алыр.

ШӘХСИ ӨЙРӘНЕҮҘЕҢ МАҠСАТЫ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ

12. Беҙ ниндәй маҡсаттар менән шәхси өйрәнеү үткәрә алабыҙ?

12 Тикшереү үткәрергә яратмаһағыҙ, һеҙ барыбер унан шатлыҡ алырға өйрәнә алаһығыҙ. Бының өсөн нимә эшләп була? Тәүҙә шәхси өйрәнеүегеҙ ҡыҫҡа ғына булһын, шунан әкренләп ваҡытты арттыра барығыҙ. Ниндәй маҡсат менән өйрәнеүегеҙҙе иҫтә тотоғоҙ. Әлбиттә, төп маҡсатыбыҙ — Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашыу, әммә башҡа маҡсаттар ҙа булырға мөмкин. Ҡайһы саҡта беҙгә берәйһенең һорауына яуап бирергә йә ниндәйҙер проблемабыҙҙы хәл итер өсөн мәғлүмәт табырға кәрәк.

13. а) Йәш ҡәрҙәш, мәктәптә үҙенең ҡараштарын яҡлар өсөн, ниндәй аҙымдар яһай ала? б) Колосстарға 4:6-ла бирелгән кәңәште нисек ҡулланып була?

13 Әйтәйек, һеҙ — мәктәптә уҡыған үҫмер, ти. Бөтә синыфташтарығыҙ эволюцияға ышана. Һеҙ бөтә нәмәне Алла барлыҡҡа килтергәнен дәлилләргә теләйһегеҙ, әммә белемем етерлекме икән тип шикләнәһегеҙ. Тимәк, тикшереү үткәрергә кәрәк! Һеҙ ике маҡсат ҡуя алаһығыҙ: 1) Алланың Барлыҡҡа килтереүсе булыуына иманығыҙҙы нығытыу һәм 2) ҡараштарығыҙҙы яҡшыраҡ аңлатырға өйрәнеү (Рим. 1:20; 1 Пет. 3:15). Тәүҙә үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Синыфташтарым, эволюция теорияһын яҡлап, ниндәй дәлилдәр килтерә ала?» Шунан баҫмаларыбыҙ ярҙамында тикшереү үткәрегеҙ. Ҡараштарығыҙҙы аңлатыу һеҙ уйлағандан еңелерәк булып сығырға мөмкин. Күптәр абруйлы кешеләрҙең һүҙҙәре арҡаһында ғына эволюцияға ышана. Алланың барлығын раҫлаған бер-ике генә фекер әйтеп тә, һеҙ яуаптар эҙләгән берәй эскерһеҙ кешегә ярҙам итә алаһығыҙ. (Колосстарға 4:6-ны уҡығыҙ.)

ӨЙРӘНЕҮГӘ ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ ҮҪТЕРЕГЕҘ

14—16. а) Изге Яҙманың берәй китабын насар белһәгеҙ, уны яҡшыраҡ аңлар өсөн нимә эшләп була? б) Абзацта килтерелгән аяттар нисек Амос китабын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә? (« Изге Яҙма һеҙҙең өсөн тере булһын!» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

14 Мәҫәлән, киләһе осрашыуҙа кесе пәйғәмбәрҙәр * яҙған китаптарҙың береһе ҡаралырға тейеш, һәм һеҙ был китапты насар беләһегеҙ, ти. Тәүҙә үҙегеҙҙә шул пәйғәмбәр яҙған хәбәргә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышығыҙ. Быны нисек эшләп була?

15 Беренсенән, бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Мин был китапты яҙған пәйғәмбәр тураһында нимә беләм? Ул кем булған, ҡайҙа йәшәгән һәм нимә менән шөғөлләнгән?» Пәйғәмбәрҙең ниндәй мөхиттә йәшәгәне тураһында күберәк белһәгеҙ, уның ни өсөн билдәле бер һүҙҙәр һәм миҫалдар ҡулланғанын яҡшыраҡ аңларһығыҙ. Был пәйғәмбәрҙең китабын уҡығанда, уның холҡон сағылдырған һүҙҙәрҙе табырға тырышығыҙ.

16 Өҫтәүенә, был китаптың ҡасан яҙылғанын белеү ҙә файҙалы булыр. Бының өсөн Изге Яҙманың «Яңы донъя тәржемәһе»нең (тат.) аҙағында килтерелгән «Изге Яҙма китаптарының таблицаһы»н ҡарағыҙ. Бынан тыш, «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тип аталған брошюрала «Йәһүҙә һәм Израилдең пәйғәмбәрҙәре һәм батшалары» тигән схеманы ҡарап була. Һеҙ уҡыған Изге Яҙма китабы пәйғәмбәри булһа, был китап яҙылған саҡта ниндәй шарттар хөкөм һөргәне тураһында күберәк белергә тырышығыҙ. Пәйғәмбәр халыҡты ниндәй насар эштәрҙән һәм ҡараштарҙан арынырға өндәгән? Пәйғәмбәрҙең замандаштары кем булған? Шул осор тураһында күберәк белер өсөн, Изге Яҙманың башҡа китаптарын да ҡарарға була. Мәҫәлән, Амос пәйғәмбәр көндәрендә ниндәй мөхит хөкөм һөргәнен яҡшыраҡ аңлар өсөн, Амос 1:1-гә килтерелгән киҫешкән һылтанмаларҙы ҡарағыҙ. Был һылтанмалар беҙҙе 2 Батшалар һәм 2 Йылъяҙма китаптарына ебәрә. Өҫтәүенә, Осия пәйғәмбәрҙең китабын ҡарап сығыу ҙа файҙалы булыр, сөнки ул, күрәһең, Амостың замандашы булған. Быларҙың барыһы һеҙгә Амос йәшәгән осор тураһында күберәк белергә ярҙам итер (2 Бат. 14:25—28; 2 Йыл. 26:1—15; Ос. 1:1—11; Амос 1:1).

НЕСКӘЛЕКТӘРГӘ ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ

17, 18. Абзацтағы миҫалдар йә башҡа берәй миҫал ярҙамында әһәмиәтһеҙ булып күренгән нескәлектәр шәхси өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлыраҡ итә алғанын күрһәтегеҙ.

17 Изге Яҙманы уҡығанда, ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ. Әйтәйек, һеҙ Зәкәриә китабының 12-се бүлеген уҡыйһығыҙ, ти. Унда Мәсихтең үлеменә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәр яҙылған (Зәк. 12:10). 12-се аятта, «Натан йорто ҡәбиләһе» Мәсихтең үлеме арҡаһында ҡайғырып илаясаҡ, тип әйтелә. Был нескәлеккә иғтибар итмәйенсә артабан уҡыу урынына, туҡтап бындай һорау өҫтөндә уйланығыҙ: «Мәсих менән Натан йорто араһында ниндәй бәйләнеш бар? Был хаҡта өҫтәмә мәғлүмәт ҡайҙан табып була?» Әйҙәгеҙ, бәләкәй генә тикшереү үткәрәйек. Был аятҡа килтерелгән киҫешкән һылтанма беҙҙе 2 Самуил 5:13, 14-кә ебәрә. Унда һеҙ Натандың Дауыт батша улдарының береһе булғанын белерһегеҙ. Ә икенсе киҫешкән һылтанма Лука 3:23, 31-гә ебәрә. Был аяттарҙа Ғайсаның Мәрйәм яғынан Натандың тоҡомо булғаны хаҡында әйтелә. (2017 йылдың август айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның 32-се битендә 4-се абзацты ҡарағыҙ.) Ризалашырһығыҙҙыр, бик ҡыҙыҡ! Пәйғәмбәрлектәр буйынса, Мәсих Дауыттың тоҡомо булырға тейеш (Матф. 22:42). Әммә Дауыттың 20-нән күберәк улы булған. Шуға күрә Зәкәриә китабында Натан йортоноң Мәсих үлгәнгә ныҡ ҡайғырасағына айырым иғтибар бирелгәне ғәжәп түгелме ни?

18 Тағы бер миҫалға иғтибар итәйек. Лука китабының 1-се бүлегендә яҙылғанса, Ябраил фәрештә Мәрйәмгә тыуасаҡ улының киләсәге тураһында бындай хәбәр еткергән: «Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер» (Лука 1:32, 33). Бәлки, һеҙ Ябраил хәбәренең беренсе өлөшөнә, йәғни «Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр» тигән һүҙҙәргә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Әммә Ябраил шулай уҡ Ғайсаның батшалыҡ итәсәге хаҡында пәйғәмбәрлек иткән. Бындай һорауҙар өҫтөндә уйланып алырға була: фәрештәнең был һүҙҙәре Мәрйәмдә ниндәй уйҙар тыуҙыра алған? Мәрйәм, Ғайса Ирод батшаның йә унан һуң идара иткән берәй кешенең урынына ултырыр, тигән һығымта яһағанмы? Әгәр Ғайса батша булып китһә, Мәрйәм батшабикә булыр ине, ә уның ғаиләһе батша һарайында йәшәр ине. Ләкин, Изге Яҙманан күренеүенсә, Мәрйәм, Ябраил менән һөйләшкәндә, быға оҡшаш бер һүҙ ҙә әйтмәгән. Бынан тыш, Яҡуб менән Яхъянан айырмалы рәүештә, ул бер ҡасан да үҙенә Батшалыҡта юғары дәрәжә һорамаған (Матф. 20:20—23). Был нескәлек тағы бер тапҡыр Мәрйәмдең иҫ киткес баҫалҡы ҡатын булғанын иҫбатлай!

19, 20. Яҡуб 1:22—25 һәм 4:8-ҙә аңлатылғанса, беҙ ниндәй маҡсаттар менән шәхси өйрәнеү үткәрергә тейеш?

19 Әйҙәгеҙ, шуны иҫтә тотайыҡ: Алла Һүҙен һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы өйрәнгәндә төп маҡсатыбыҙ — Йәһүәгә яҡынлашыу. Беҙ шулай уҡ үҙебеҙҙең ысынында ниндәй кеше икәнебеҙҙе күрергә һәм Алланың хуплауын алыр өсөн ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген аңларға теләйбеҙ. (Яҡуб 1:22—25; 4:8-ҙе уҡығыҙ.) Шунлыҡтан шәхси өйрәнеү үткәргән һайын тәүҙә Алланан изге рух һорарға кәрәк. Йәһүәгә доға ҡылып, материалдан күберәк файҙа алырға һәм ниндәй яҡтарҙан үҙгәрергә кәрәклеген күрергә ярҙам итеүен үтенәйек.

20 Мәҙхиә йырлаусы Алланың тоғро хеҙмәтсеһен былай тип тасуирлаған: «Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана [...] Ни генә эшләһә лә, ул уңышҡа ирешер» (Зәб. 1:2, 3). Әйҙәгеҙ, был һүҙҙәр беҙҙең һәр беребеҙҙе һүрәтләһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ!

88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт

^ 5 абз. Йомарт Аллабыҙ Йәһүә беҙгә мул итеп рухи аҙыҡ бирә. Беҙҙең күп баҫмалар, интернет-мәҡәләләр һәм видеояҙмалар бар. Был мәҡәлә һеҙгә беренсе сиратта нимәне өйрәнергә кәрәклеген билдәләргә ярҙам итер. Һеҙ шулай уҡ шәхси өйрәнеүҙән күберәк файҙа алыр өсөн нимә эшләп булғанын белерһегеҙ.

^ 9 абз. Ешуа 1:8: «Был Ҡанун китабында яҙылғандарҙың барыһын ентекләп үтәр өсөн, ундағы һүҙҙәр һинең телеңдән төшмәһен, уны көнө-төнө уҡып уйлан. Шул саҡ юлың уңышлы булыр, һәм һин аҡыл менән эш итерһең».

^ 14 абз. АҢЛАТМА. Осиянан алып Малахи китабына тиклемге китаптарҙы яҙған пәйғәмбәрҙәр кесе пәйғәмбәрҙәр тип атала.

^ 63 абз. РӘСЕМДӘ: ата-әсә балаларын өйрәнеү мәҡәләһенә әҙерләнергә өйрәтә.

^ 65 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш, тикшереү үткәреп, Амос пәйғәмбәр тураһында мәғлүмәт таба. Изге Яҙманан был пәйғәмбәр хаҡында уҡығанда һәм уҡығандары өҫтөндә уйланғанда, ул күҙ алдына килтереү һәләтен ҡуллана.