Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ахырғы ваҡытта бер-береһенә ҡаршы торған батшалар

Ахырғы ваҡытта бер-береһенә ҡаршы торған батшалар

Был схемала килтерелгән ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәр бер үк ваҡытта үтәлә. Улар беҙҙең «ахырғы ваҡытта» йәшәүебеҙҙе иҫбатлай (Дан. 12:4).

  • Аяттар: Асыл. 11:7; 12:13, 17; 13:1—8, 12

    Пәйғәмбәрлек: 3 000-дән ашыу йыл «януар» ер йөҙөндәге кешеләр менән идара итә. Ахырғы ваҡытта уның етенсе башы яралана. Һуңыраҡ был баш һауыға, һәм «бөтөн ер» януар артынан китә. Шайтан, был януарҙы ҡулланып, «ҡатындың» ҡалған балаларына ҡаршы һуғыша.

    Үтәлеше: Туфандан һуң Йәһүәгә ҡаршы торған хөкүмәттәр барлыҡҡа килә. Күп быуаттар үткәс, Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында, Бөйөк Британия империяһы ныҡ көсһөҙләнә. Әммә уға Ҡушма Штаттар ҡушылғас, ул яңынан көслө булып китә. Ахырғы ваҡытта Шайтан, бөтә сәйәси системаны ҡулланып, Алла халҡын эҙәрләй.

  • Аяттар: Дан. 11:25—45

    Пәйғәмбәрлек: төньяҡ һәм көньяҡ батшалар бер-береһе менән ярыша.

    Үтәлеше: Германия һәм Англо-Америка бер-береһе менән көрәшә. 1945 йылда Советтар Союзы һәм уның союздаштары төньяҡ батша булып китә. 1991 йылда Советтар Союзы тарҡала, һәм ваҡыт уҙыу менән төньяҡ батша ролен Рәсәй менән уның союздаштары үтәй башлай.

  • Аяттар: Ишағ. 61:1; Мал. 3:1; Лука 4:18

    Пәйғәмбәрлек: Йәһүә, Мәсих Батшалығына «юлды таҙартыр» өсөн, «хәбәрсеһен» ебәрә. «Хәбәрсе» ролен үтәгән төркөм «йыуаштарға яҡшы хәбәрҙе» иғлан итә башлай.

    Үтәлеше: 1870-се йылдарҙан алып Ч. Т. Расселл һәм уның иптәштәре, Изге Яҙманы аңлар өсөн, уны тырышып өйрәнә башлай. 1880-се йылдар дауамында улар Алла хеҙмәтселәренең вәғәзләргә тейешлегенә баҫым яһай. Улар «1 000 вәғәзсе кәрәк» һәм «Вәғәзләр өсөн майланғандар» тигән мәҡәләләр һәм шуға оҡшаш башҡа материалдар баҫтыра.

  • Аяттар: Матф. 13:24—30, 36—43

    Пәйғәмбәрлек: дошман бойҙай үҫеп ултырған баҫыуға сүп үләне сәсә, һәм улар ураҡ ваҡытына тиклем бергә үҫә. Сүп үләне арҡаһында бойҙай күренмәй. Шунан сүп үләнен бойҙайҙан айыралар.

    Үтәлеше: 1870 йылдан алып ысын мәсихселәр менән ялған мәсихселәр араһындағы айырма асығыраҡ күренә башлай. Ахырғы ваҡыт дауамында ысын мәсихселәр йыйылышҡа йыйыла һәм ялған мәсихселәрҙән айырыла.

  • Аяттар: Дан. 2:31—33, 41—43

    Пәйғәмбәрлек: төрлө металдан яһалған һындың балсыҡ ҡатыш тимерҙән торған табандары.

    Үтәлеше: балсыҡ Бөйөк Британияла һәм Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән ябай кешеләрҙе символлаштыра. Улар, хөкүмәткә ҡаршы сығып, Англо-Америка державаһына тимергә оҡшаш ҡатылыҡ менән эш итергә ҡамасаулай.

  • Аяттар: Матф. 13:30; 24:14, 45; 28:19, 20

    Пәйғәмбәрлек: «бойҙай» келәткә йыйыла, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» өйҙәгеләр өҫтөнән ҡуйыла. «Алла Батшалығы хаҡындағы» һөйөнөслө хәбәр «бөтә донъяла» иғлан ителә башлай.

    Үтәлеше: 1919 йылда ышаныслы хеҙмәтсе Алла халҡы хаҡында ҡайғыртырға билдәләнә. Шул ваҡыттан алып Изге Яҙманы Тикшереүселәр вәғәз эшендә тағы ла күберәк ҡатнаша башлай. Бөгөн Йәһүә шаһиттары 200-ҙән ашыу илдә һәм территорияла вәғәзләй һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән материалдарҙы 1 000-дән артыҡ телдә сығара.

  • Аяттар: Дан. 12:11; Асыл. 13:11, 14, 15

    Пәйғәмбәрлек: ике мөгөҙлө януар кешеләргә ете башлы януарҙың һынын яһарға ҡуша һәм шул һынға йәшәү һулышы өрә.

    Үтәлеше: Англо-Америка бөтә донъя державаһы Милләттәр Лигаһын ойоштороуҙа етәкселек ала. Башҡа илдәр был ойошмаға булышлыҡ күрһәтә. Төньяҡ батша ла Лигаға ҡушыла, әммә 1926 йылдан алып 1933 йылға тиклемге осорға ғына. Кешеләр, Милләттәр Лигаһы һәм уға алмашҡа килгән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ерҙә тыныслыҡ урынлаштырыр, тип ышана. Әммә быны Алла Батшалығы ғына эшләй ала.

  • Аяттар: Дан. 8:23, 24

    Пәйғәмбәрлек: «ҡырыҫ ҡиәфәтле батша» ҡот осҡос һәләкәттәр килтерә.

    Үтәлеше: Англо-Америка бөтә донъя державаһы күп кеше үлтерә һәм ҙур һәләкәттәр килтерә. Мәҫәлән, Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Ҡушма Штаттар, Англо-Америка державаһының дошманына ике атом бомбаһы төшөрөп, быға тиклем булмағандай ҡот осҡос һәләкәт килтерә.

  • Аяттар: Дан. 11:31; Асыл. 17:3, 7—11

    Пәйғәмбәрлек: ун мөгөҙлө «ҡып-ҡыҙыл януар» упҡындан сыға. Был һигеҙенсе батша. Данил китабында ул «һәләкәт килтереүсе сирҡаныс нәмә» тип атала.

    Үтәлеше: Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Милләттәр Лигаһының эшмәкәрлеге туҡтала. Һуғыштан һуң Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы урынлаштырыла. Кешеләр элек Милләттәр Лигаһына өмөттәр бағлаған кеүек, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ла шундай уҡ өмөттәр бағлай. Әммә улар Алла Батшалығы ғына донъяла тыныслыҡ урынлаштыра алғанын аңламай. Киләсәктә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына булышлыҡ күрһәткән хөкүмәттәр диндәргә һөжүм итәсәк.

  • Аяттар: 1 Фес. 5:3; Асыл. 17:16

    Пәйғәмбәрлек: халыҡтар «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итә. «Ун мөгөҙ» һәм «януар» фәхишәгә һөжүм итә һәм уны тар-мар итә. Унан һуң халыҡтар үҙҙәре лә юҡ ителә.

    Үтәлеше: халыҡтар, тыныслыҡ менән именлеккә ирештек, тип иғлан итәсәк. Шунан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына булышлыҡ күрһәткән халыҡтар ялған диндәрҙе юҡ итәсәк. Был ҙур афәттең башланыуына билдә буласаҡ. Ҙур афәт был яуыз донъяның Армагеддонда юҡ ителеүе менән тамамланасаҡ.

  • Аяттар: Йәз. 38:11, 14—17; Матф. 24:31

    Пәйғәмбәрлек: Гог Алла халҡының еренә баҫып инә. Унан һуң фәрештәләр «һайланғандарҙы» йыя.

    Үтәлеше: төньяҡ батша ерҙәге башҡа хөкүмәттәр менән бергә Алла халҡына һөжүм итәсәк. Был һөжүм башланғандан һуң күп тә үтмәҫтән, ерҙә йәшәгән майланған мәсихселәр күккә алынасаҡ.

  • Аяттар: Йәз. 38:18—23; Дан. 2:34, 35, 44, 45; Асыл. 6:2; 16:14, 16; 17:14; 19:20

    Пәйғәмбәрлек: «аҡ атҡа» атланған һыбайлы Гогты һәм уның ғәскәрен еңә. Януар «янып торған көкөртлө күлгә» ырғытыла, һәм төрлө металдан торған һын емерелә.

    Үтәлеше: Алла Батшалығының Батшаһы Ғайса Мәсих Йәһүәнең халҡын ҡотҡарасаҡ. 144 000 хакимдашы һәм фәрештәләр менән бергә ул Алла халҡына һөжүм иткән бөтә халыҡтарҙы юҡ итәсәк. Шайтан донъяһы үҙ ахырына киләсәк.