Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Ахырғы ваҡытта «төньяҡ батша» ролен кем үтәй?

Ахырғы ваҡытта «төньяҡ батша» ролен кем үтәй?

«Ахырғы ваҡытта көньяҡ батша уның менән [төньяҡ батша менән] тартышасаҡ» (ДАН. 11:40).

150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙән нимә белеп була?

ЯҠЫН киләсәктә Йәһүәнең халҡы менән нимә булыр? Был хаҡта фараздар ҡылыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр тәҙрә кеүек: улар аша киләсәктә Алла халҡына тәьҫир итәсәк ваҡиғаларҙы күрергә була. Данил китабының 11-се бүлегендә яҙылған пәйғәмбәрлек иң ҡеүәтле хөкүмәттәрҙең нимә эшләйәсәген аса. Унда бер-береһенә ҡаршы торған ике батша һүрәтләнә, улар төньяҡ батша һәм көньяҡ батша тип атала. Был пәйғәмбәрлектең ҙур өлөшө инде үтәлгән, шуға күрә уның ҡалған өлөшөнөң дә үтәләсәгенә һис тә шикләнмәҫкә була.

2. Башланмыш 3:15, Асылыш 11:7 һәм 12:17-нән күренеүенсә, Данил пәйғәмбәрлеген тикшергәндә, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

2 Данил китабының 11-се бүлегендә яҙылған пәйғәмбәрлекте аңлар өсөн, беҙгә шуны иҫтә тоторға кәрәк: был бүлектә Алла халҡына туранан-тура тәьҫир иткән идарасылар һәм хөкүмәттәр тураһында ғына һүҙ бара. Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә кешеләрҙең һаны менән сағыштырғанда, Алла хеҙмәтселәренең һаны әллә ни ҙур түгел. Шулай ҙа йыш ҡына хөкүмәттәр уларҙы эҙәрләгән. Ни өсөн? Сөнки Шайтандың һәм уның донъяһының төп маҡсаты — Йәһүәгә һәм Ғайсаға хеҙмәт иткән кешеләрҙе юҡ итеү. (Башланмыш 3:15 *, ЯДТ; Асылыш 11:7; 12:17-не уҡығыҙ.) Бынан тыш, Данил яҙған пәйғәмбәрлек Алла Һүҙендәге башҡа пәйғәмбәрлектәргә тура килергә тейеш. Шуға күрә, Данил пәйғәмбәрлеген дөрөҫ аңлар өсөн, беҙгә Изге Яҙмалағы башҡа өҙөктәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк.

3. Был һәм киләһе мәҡәләләрҙә нимә ҡаралыр?

3 Быны иҫтә тотоп, әйҙәгеҙ, Данил 11:25—39-ҙағы өҙөктө ҡарап сығайыҡ. Беҙ 1870 йылдан алып 1991 йылға тиклем төньяҡ һәм көньяҡ батшаларҙың ниндәй хөкүмәттәрҙе символлаштырғанын аңларбыҙ һәм ни өсөн был пәйғәмбәрлекте бер аҙ башҡараҡ аңларға кәрәклеген белербеҙ. Киләһе мәҡәләлә беҙ Данил 11:40—12:1-ҙәге өҙөктө ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ был өҙөктә килтерелгән пәйғәмбәрлектең 1991 йылдан алып Армагеддонға тиклем нисек үтәләсәген теүәлерәк аңларбыҙ. Ошо ике мәҡәләне өйрәнгәндә, «Ахырғы ваҡытта бер-береһенә ҡаршы торған батшалар» тигән схеманы тикшереү файҙалы булыр. Әммә тәүҙә, әйҙәгеҙ, был пәйғәмбәрлектә һүрәтләнгән ике батшаның кемде символлаштырғанын беләйек.

ТӨНЬЯҠ ҺӘМ КӨНЬЯҠ БАТШАЛАР КЕМДӘРҘЕ СИМВОЛЛАШТЫРА?

4. Төньяҡ һәм көньяҡ батшаларҙың кемде символлаштырғанын аңлар өсөн, ниндәй өс яҡты иҫәпкә алырға кәрәк?

4 Тәүҙә «төньяҡ батша» һәм «көньяҡ батша» тигән атамалар Израиль еренең төньяғында һәм көньяғында урынлашҡан өлкәләрҙең идарасыларына ҡарата ҡулланылған. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Данилға мөһим хәбәр еткерергә килгән фәрештә былай тигән: «Мин һиңә һуңғы көндәрҙә халҡың менән нимә буласағын аңлатыр өсөн килдем» (Дан. 10:14). Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамына тиклем израилдәр Алла халҡы булған. Әммә шул байрамдан һуң Йәһүә Ғайса Мәсихтең тоғро шәкерттәрен үҙ халҡы тип һанай башлаған. Шуға күрә Данил китабының 11-се бүлегендә яҙылған пәйғәмбәрлектең ҙур өлөшө Израиль халҡына түгел, ә Ғайсаның шәкерттәренә ҡағыла (Ғәм. 2:1—4; Рим. 9:6—8; Гал. 6:15, 16). Тарихтың төрлө осорҙарында төньяҡ һәм көньяҡ батшалар төрлө идарасыларҙы һәм хөкүмәттәрҙе символлаштырған. Әммә бөтә был идарасыларҙың өс оҡшаш яғы булған. Беренсенән, был батшалар Алла халҡына айырыуса ныҡ тәьҫир иткән. Алланың күп хеҙмәтселәре уларҙың хакимлығы аҫтында йәшәгән йә улар тарафынан эҙәрлекләнгән. Икенсенән, был батшаларҙың Алла халҡына ҡарата мөнәсәбәте уларҙың Йәһүәне нәфрәт иткәнен күрһәткән. Өсөнсөнән, был ике батша бер-береһе менән хакимлыҡ өсөн көрәшкән.

5. Б. э. II быуатынан алып 1870 йылға тиклем төньяҡ һәм көньяҡ батшалар булғанмы? Аңлатығыҙ.

5 Б. э. II быуатында ысын мәсихселәр йыйылышына күберәк ялған мәсихселәр үтеп инә башлаған. Улар мәжүси тәғлимәттәргә өйрәткән һәм Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте йәшергән. Шул ваҡыттан алып XIX быуаттың аҙағына тиклем Алланың ерҙә ойошторолған халҡы булмаған. Ялған мәсихселәрҙең орлоҡтары сәскә атҡан, шунлыҡтан ысын мәсихселәрҙе билдәләүе бик ауыр булған (Матф. 13:36—43). Ни өсөн быны белеү мөһим? Был факт шуны күрһәтә: төньяҡ һәм көньяҡ батшалар хаҡында яҙылғандар II быуаттан алып 1870 йылға тиклем хакимлыҡ иткән идарасыларға һәм хөкүмәттәргә ҡағылмай *. Ул ваҡытта бит Алланың ойошторолған халҡы булмаған, шунлыҡтан төньяҡ һәм көньяҡ батшалар уларға һөжүм итә алмаған. Ләкин был батшалар XIX быуаттың аҙағында ҡабат килеп сығырға тейеш булған. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?

6. Ҡасан Алла хеҙмәтселәре ҡабат төркөм булараҡ ойошторола башлаған? Аңлатығыҙ.

6 1870 йылдан алып Алла хеҙмәтселәре халыҡ булараҡ ойошторола башлаған. Шул йылда Чарлз Расселл үҙенең фекерҙәштәре менән Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса төркөм ойошторған. Расселл ҡәрҙәш һәм уның иптәштәре Малахи пәйғәмбәрлегендәге «хәбәрсе» булараҡ эш иткән, был хәбәрсе Мәсих етәкселегендәге Батшалыҡтың урынлашыуы алдынан юлды таҙартырға тейеш булған (Мал. 3:1). Шул ваҡыттан алып Алла хеҙмәтселәре асыҡ күренә башлаған. Ул осорҙа Алла халҡына тәьҫир итерлек берәй хөкүмәт булғанмы? Ҡайһы бер факттарға иғтибар итәйек.

КӨНЬЯҠ БАТША. КЕМ УЛ?

7. 1917 йылға тиклем көньяҡ батша ролен кем үтәгән?

7 1870 йылға Бөйөк Британия ер шарында иң ҙур империя булып киткән, һәм уның армияһы донъяла иң көслө булған. Данил китабында был империя бәләкәй мөгөҙ итеп һүрәтләнә, ул башҡа өс мөгөҙҙө — Франция, Испания һәм Нидерланд илдәрен еңә (Дан. 7:7, 8). 1917 йылға тиклем көньяҡ батша ролен Британия үтәгән. Шул ваҡыттарҙа Америка Ҡушма Штаттары донъялағы иң бай дәүләт булып киткән, ул Британия менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башлаған.

8. Һуңғы көндәр дауамында кем көньяҡ батша булып тора?

8 Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Британия һәм элек уның колонияһы булған Ҡушма Штаттар көслө хәрби союз булдырған һәм Англо-Америка бөтә донъя державаһы булып киткән. Данил пәйғәмбәрлек иткәнсә, был көньяҡ батша «ғәйәт ҙур һәм көслө ғәскәр» йыйған (Дан. 11:25). Һуңғы көндәр дауамында Англо-Америка державаһы көньяҡ батша булып тора *. Ә кем төньяҡ батша булған?

ТӨНЬЯҠ БАТША ЯҢЫНАН БАРЛЫҠҠА КИЛӘ

9. Төньяҡ батша ҡасан яңынан барлыҡҡа килгән, һәм Данил 11:25-тәге һүҙҙәр нисек үтәлгән?

9 Расселл ҡәрҙәш үҙенең иптәштәре менән Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса төркөм ойошторғандан һуң бер йыл үткәс, 1871 йылда төньяҡ батша яңынан барлыҡҡа килгән. Ниндәй ил төньяҡ батша ролен үтәгән? Был Германия иле булған. Шул йылда Отто фон Бисмарк Германия империяһын булдырыуҙа ҙур роль уйнаған. Пруссия батшаһы Вильгельм I был империяның императоры булып киткән, ул Бисмаркты беренсе канцлер итеп билдәләгән *. Киләһе бер нисә тиҫтә йылдарҙа Германия, Африкалағы һәм Тымыҡ океандағы ҡайһы бер илдәрҙе үҙ контроле аҫтына алып, колониялы державаға әйләнгән һәм Британиянан көслөрәк булып китергә ынтылған. (Данил 11:25-те * уҡығыҙ.) Германия империяһы көслө армия йыйған һәм ҙурлығы буйынса донъяла икенсе урында торған хәрби-диңгеҙ флоты булдырған. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Германия был ҡоралдарҙы дошмандарына ҡаршы ҡулланған.

10. Данил 11:25б, 26-лағы һүҙҙәр нисек үтәлгән?

10 Данил шулай уҡ Германия империяһы һәм уның армияһы менән нимә буласағы хаҡында яҙған. Пәйғәмбәрлектә әйтелгәнсә, төньяҡ батша «ҡаршы тора алмаясаҡ». Ни өсөн? Сөнки «уның менән бер табындан затлы ризығын ашаусылар уны һәләкәткә килтерәсәк». Улар «уға ҡаршы мәкер йәтмәләре үрәсәктәр» (Дан. 11:25б, 26а). Данил көндәрендә «батшаға хеҙмәткә» алынған кешеләр «батша табынынан» туйынған (Дан. 1:5). Был пәйғәмбәрлек кемгә ҡағыла? Бында Германия империяһының юғары дәрәжәле кешеләре, шул иҫәптән императорҙың генералдары һәм хәрби кәңәшселәре тураһында һүҙ бара. Ахыр сиктә тап улар империялағы монархияны юҡ иткән дә *. Был пәйғәмбәрлектә империяның емерелеүе хаҡында ғына түгел, ә шулай уҡ көньяҡ батша менән барған һуғыштың нимә менән бөтәсәге тураһында ла әйтелә. Унда төньяҡ батша тураһында былай тиелә: «Уның ғәскәре иһә тар-мар ителәсәк, күптәр үләсәк» (Дан. 11:26б). Был һүҙҙәр үтәлгән: Беренсе бөтә донъя һуғышында Германия еңелгән, һәм күптәр һәләк булған. Шул һуғышҡа тиклем ундай һәләкәтле һуғыш булмаған.

11. Төньяҡ һәм көньяҡ батшалар үҙҙәрен нисек тотҡан?

11 Данил 11:27, 28-ҙә Беренсе бөтә донъя һуғышы алдынан булған ваҡиғалар тасуирлана. Унда төньяҡ һәм көньяҡ батшалар тураһында, «бер өҫтәл артында ултырып, бер-береһенә ялған һөйләйәсәк», тиелгән. Пәйғәмбәрлектә шулай уҡ төньяҡ батшаның «сикһеҙ байлыҡ» туплаясағы хаҡында әйтелгән. Һәм тап шулай булған да. Германия менән Британия бер-береһенә тыныслыҡ һаҡларға теләгәндәре тураһында әйткән, ләкин 1914 йылда улар, бер-береһенә ҡаршы һуғыш башлап, әйткән һүҙҙәренең алдыҡ булғанын асыҡлаған. Шулай уҡ 1914 йылға Германия иң бай илдәрҙең икенсеһе булып киткән. Шунан, Данил 11:29-ҙа һәм 30-сы аяттың беренсе өлөшөндә әйтелгәнсә, Германия көньяҡ батша менән һуғышҡан һәм еңелгән.

БАТШАЛАР АЛЛА ХАЛҠЫНА ҺӨЖҮМ ИТӘ

12. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында төньяҡ һәм көньяҡ батшалар нимә эшләгән?

12 1914 йылдан алып төньяҡ һәм көньяҡ батшалар бер-береһенә һәм Алла халҡына ҡаршы тағы ла ҡатыраҡ көрәш алып бара башлаған. Мәҫәлән, Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Германия ла, Британия ла Алла хеҙмәтселәрен эҙәрләгән, сөнки улар һуғышта ҡатнашырға теләмәгән. Ә АҠШ хөкүмәте вәғәз эше менән етәкселек иткән ҡәрҙәштәрҙе төрмәгә ултыртҡан. Шулай итеп Асылыш 11:7—10-да яҙылған пәйғәмбәрлек үтәлгән.

13. 1930-сы йылдарҙа һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында төньяҡ батша нимә эшләгән?

13 Шунан, 1930-сы йылдарҙа һәм айырыуса Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында төньяҡ батша Алла халҡына бик ҡаты һөжүм иткән. Нацистарҙың партияһы Германияны үҙ контроле аҫтына алғас, Гитлер һәм уның кешеләре Алла халҡының эшмәкәрлеген тыйған. Дошмандар Йәһүәнең йөҙәрләгән хеҙмәтселәрен үлтергән һәм тағы меңәрләгән Йәһүә шаһиттарын концентрацион лагерҙарға ебәргән. Данил пәйғәмбәр был ваҡиғалар хаҡында алдан әйткән булған. Төньяҡ батша, мәсихселәрҙе вәғәзләүҙән тыйып, «изге урынды» нәжесләгән һәм «көндәлек ҡорбандар килтерелеүен» туҡтатҡан (Дан. 11:30б, 31а). Гитлер хатта Германиялағы Алла халҡын ҡырып бөтөрөргә ант биргән.

ЯҢЫ ТӨНЬЯҠ БАТША

14. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң кем төньяҡ батша булып киткән? Аңлатығыҙ.

14 Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Советтар Союзы Германияның күп кенә территорияларын үҙ контроле аҫтына алған һәм төньяҡ батша булып киткән. Нацистарҙың тоталитар режимындағы кеүек, Советтар Союзы һәм уның союздаштары Алла хеҙмәтселәрен ҡаты эҙәрләгән, сөнки улар беренсе сиратта хөкүмәткә түгел, ә хаҡ Аллаға тоғро булырға тырышҡан.

15. Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғас, төньяҡ батша нимә эшләгән?

15 Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң күп тә үтмәҫтән, яңы төньяҡ батша, йәғни Советтар Союзы һәм уның союздаштары Алла халҡына ҡаршы кампания ойошторған. Асылыш 12:15—17-ләге пәйғәмбәрлек буйынса, был батша вәғәз эшен тыйған һәм меңәрләгән Йәһүә шаһиттарын һөргөнгә ебәргән. Һуңғы көндәр дауамында төньяҡ батша, Алла халҡының эшмәкәрлеген туҡтатыр өсөн, уларға эҙәрләүҙәр «йылғаһын» ағыҙа, әммә маҡсатына өлгәшә алмай *.

16. Данил 11:37—39-ҙағы пәйғәмбәрлек нисек Советтар Союзында үтәлгән?

16 Данил 11:37—39-ҙы * уҡығыҙ. Был пәйғәмбәрлекте үтәп, төньяҡ батша «үҙ ата-бабаларының Аллаһын» һанға һуҡмай башлаған. Нисек итеп? Советтар Союзы динде бөтөнләй юҡҡа сығарырға теләгән, шунлыҡтан традицион диндәрҙең хакимлығын бөтөрөргә тырышҡан. Мәҫәлән, маҡсатына өлгәшер өсөн, СССР хөкүмәте инде 1918 йылда мәктәптәрҙә атеизм идеяһын таратырға указ биргән. Был төньяҡ батша нисек «нығытмалар илаһына» дан килтергән? Советтар Союзы көслө армия йыйыр өсөн күп аҡса түккән һәм, үҙенең ҡеүәтен арттырыр өсөн, меңәрләгән атом-төш ҡоралы булдырған. Ахыр сиктә төньяҡ батша ла, көньяҡ батша ла миллиардлаған кешене һәләк итерлек ҡорал туплаған!

ИКЕ БАТША ҠЫҪҠА ВАҠЫТҠА БЕРЛӘШӘ

17. Нимә ул «һәләкәт килтереүсе сирҡаныс нәмә»?

17 Төньяҡ батша бер мәсьәләлә көньяҡ батшаға булышлыҡ күрһәткән: улар бергә «һәләкәт килтереүсе сирҡаныс нәмә» урынлаштырған (Дан. 11:31). Был «сирҡаныс нәмә» — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы.

18. Ни өсөн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы «сирҡаныс нәмә» итеп һүрәтләнә?

18 Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы «сирҡаныс нәмә» итеп тасуирлана, сөнки ул, донъяла тыныслыҡ урынлаштыра алам, тип раҫлай, ә быны тик Алла Батшалығы ғына эшләй ала. Шулай уҡ был сирҡаныс нәмә пәйғәмбәрлектә «һәләкәт килтереүсе» тип атала, сөнки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы бөтә ялған диндәрҙе юҡ итеүҙә төп роль уйнаясаҡ. («Ахырғы ваҡытта бер-береһенә ҡаршы торған батшалар» тигән схеманы ҡарағыҙ.)

НИ ӨСӨН БЕҘ БЫЛАРҘЫҢ БАРЫҺЫН БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ?

19, 20. а) Ни өсөн беҙ был тарихи ваҡиғаларҙы белергә тейеш? б) Киләһе мәҡәләлә ниндәй һорауға яуап бирелер?

19 Беҙгә был тарихи ваҡиғаларҙы белергә кәрәк, сөнки улар шуны күрһәтә: Данилдың пәйғәмбәрлеге 1870-се йылдарҙан алып 1990-сы йылдарҙың башына тиклем үтәлгән. Шуға күрә һис тә шикләнмәҫкә була: был пәйғәмбәрлектең ҡалған өлөшө лә мотлаҡ үтәләсәк.

20 1991 йылда Советтар Союзы тарҡалған. Улайһа, бөгөн төньяҡ батша ролен кем үтәй? Киләһе мәҡәләлә был һорауға яуап бирелер.

128-СЕ ЙЫР Ахырғаса сыҙам булайыҡ

^ 5 абз. Беҙ Данил китабында тасуирланған төньяҡ һәм көньяҡ батшалар тураһындағы пәйғәмбәрлектең үтәлеүен күрәбеҙ. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Һәм ни өсөн беҙгә был пәйғәмбәрлектең ентеклектәрен аңларға кәрәк?

^ 2 абз. Башланмыш 3:15, ЯДТ: «Һинең менән ҡатын араһына, һинең тоҡомоң менән уның тоҡомо араһына дошманлыҡ һаласаҡмын. Ҡатындың тоҡомо һинең башыңды ярыр, һин иһә уны үксәһенән сағырһың».

^ 5 абз. Ошо сәбәп буйынса Рим императоры Аврелианды (идара итеү йылдары б. э. 270—275) — «төньяҡ батша», ә батшабикә Зенобияны (идара итеү йылдары б. э. 267—272) «көньяҡ батша» тип һанау дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки улар идара иткән ваҡытта Алла хеҙмәтселәре халыҡ булараҡ әле ойошторолмаған булған. Шулай итеп, «Данил пәйғәмбәрлегенә ҡолаҡ һалығыҙ!» тигән китаптың (урыҫ) 13-сө һәм 14-се бүлектәрендә яҙылғандарға үҙгәреш индерелә.

^ 9 абз. 1890 йылда Германияның императоры Вильгельм II Бисмаркты отставкаға сығарған.

^ 9 абз. Данил 11:25: «Ул, үҙ ҡеүәтен йыйып, ҙур ғәскәр менән көньяҡ батшаға ҡаршы сығырға батырсылыҡ итәсәк. Көньяҡ батша иһә ғәйәт ҙур һәм көслө ғәскәре менән һуғышҡа әҙерләнәсәк. Уға ҡаршы мәкер йәтмәләре үрәсәктәр, һәм ул ҡаршы тора алмаясаҡ».

^ 10 абз. Улар, империяны тиҙерәк емерер өсөн, күп тырышлыҡ һалған. Мәҫәлән, улар императорға ярҙам итмәгән, хәрби юғалтыуҙар тураһындағы конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе башҡаларға асҡан һәм императорҙы хакимиәттән баш тартырға мәжбүр иткән.

^ 15 абз. Данил 11:34-тә әйтелгәнсә, төньяҡ батша ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа мәсихселәрҙе эҙәрләүҙән туҡтарға тейеш булған. Мәҫәлән, шундай хәл 1991 йылда Советтар Союзы тарҡалғандан һуң булған.

^ 16 абз. Данил 11:37—39: «Ул үҙ ата-бабаларының Аллаһын һанға һуҡмаясаҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың теләген дә иҫәпкә алмаясаҡ, башҡа һис бер илаһты ла һанға һуҡмаясаҡ, ә үҙен барыһынан да өҫтөн тотасаҡ. Бының урынына, ул нығытмалар илаһына дан килтерәсәк. Алтын-көмөш, аҫыл таштар һәм ҡиммәтле әйберҙәр ярҙамында ул ата-бабалары белмәгән илаһты данлаясаҡ. Ул сит-ят илаһ менән бергә, иң ныҡ нығытмаларға ҡаршы сығып, уңышлы буласаҡ. Үҙен танығандарҙы ул бөйөк дан менән бүләкләйәсәк һәм уларҙы күптәр өҫтөнән хаким итеп ҡуясаҡ. Билдәле бер хаҡҡа ул ер бүлеп бирәсәк».