Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

20-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Бөгөн «төньяҡ батша» ролен кем үтәй?

Бөгөн «төньяҡ батша» ролен кем үтәй?

«Ул тулыһынса үҙ ахырына киләсәк, һәм берәү ҙә уға ярҙам итмәйәсәк» (ДАН. 11:45).

95-СЕ ЙЫР Хәҡиҡәт яҡтыһы яҡтыра бара

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

ҺУҢҒЫ көндәрҙең аҙағында йәшәгәнебеҙгә дәлилдәр бығаса булмағандай күп. Тиҙҙән Йәһүә менән Ғайса Мәсих Батшалыҡҡа ҡаршы торған бөтә хөкүмәттәрҙе юҡ итәсәк. Ә был ваҡиғанан алда, төньяҡ һәм көньяҡ батшалар бер-береһе һәм Алла халҡы менән көрәшеүен дауам итәсәк.

2 Был мәҡәләлә Данил 11:40—12:1-ҙә яҙылған пәйғәмбәрлек ҡаралыр. Беҙ хәҙерге ваҡытта төньяҡ батша ролен кем үтәгәнен белербеҙ һәм ни өсөн яҡын киләсәктә буласаҡ ауырлыҡтар арҡаһында борсолорға кәрәкмәгәнен ҡарап сығырбыҙ.

ЯҢЫ ТӨНЬЯҠ БАТША

3, 4. Бөгөн төньяҡ башта ролен кем үтәй? Аңлатығыҙ.

3 1991 йылда Советтар Союзы тарҡалғас, уның идараһы аҫтында йәшәгән Алла хеҙмәтселәренә «бер аҙ ярҙам» күрһәтелгән, йәғни бер ни тиклем ваҡытҡа азатлыҡ бирелгән (Дан. 11:34). Һөҙөмтәлә улар иркен рәүештә вәғәзләй алған, һәм Советтар Союзын тәшкил иткән илдәрҙә вәғәзселәрҙең һаны йөҙәрләгән меңгә еткән. Ваҡыт уҙыу менән Рәсәй һәм уның союздаштары төньяҡ батша булып киткән. Үткән мәҡәләлә ҡаралғанса, төньяҡ һәм көньяҡ батшаларҙы символлаштырған хөкүмәттәр араһында өс оҡшаш яҡ бар: 1) улар Алла халҡына туранан-тура тәьҫир итә, 2) эштәре менән Йәһүәне һәм уның халҡын нәфрәт иткәндәрен күрһәтә, 3) бер-береһе менән ярыша.

4 Ни өсөн, Рәсәй һәм уның союздаштары төньяҡ батшаны символлаштыра, тип әйтеп була? 1) Улар, үҙ идараһы аҫтында йәшәгән йөҙәрләгән мең Йәһүә шаһиттарын эҙәрләп һәм вәғәз эшен тыйып, Алла халҡына туранан-тура тәьҫир итә. 2) Был уларҙың Йәһүәне һәм уның халҡын нәфрәт иткәнен күрһәтә. 3) Улар көньяҡ батша, йәғни Англо-Америка бөтә донъя державаһы менән ярыша. Шулай итеп, Рәсәй һәм уның союздаштарының эштәре уларҙың төньяҡ батша икәнен күрһәтә. Әйҙәгеҙ, быны ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.

ТӨНЬЯҠ ҺӘМ КӨНЬЯҠ БАТШАЛАР БЕР-БЕРЕҺЕ МЕНӘН ЯРЫША

5. Данил 11:40—43-тә ниндәй осор һүрәтләнә, һәм шул осорҙа нимә булырға тейеш?

5 Данил 11:40—43-тө * уҡығыҙ. Пәйғәмбәрлектең был өлөшө ахырғы ваҡытта нимә буласағын һүрәтләй. Был өҙөктә төньяҡ һәм көньяҡ батшаларҙың бер-береһе менән ярышыуы тасуирлана. Данил пәйғәмбәрлек иткәнсә, һуңғы көндәрҙә был батшалар «тартышасаҡ», йәғни «мөгөҙҙәре менән һөҙөшәсәк» (Дан. 11:40, төшөрмә).

6. Төньяҡ һәм көньяҡ батшаларҙың бер-береһе менән ярышыуы нимәнән күренә?

6 Төньяҡ һәм көньяҡ батшалар, донъяла иң көслө держава булыр өсөн, бер-береһе менән көрәшеүен дауам итә. Мәҫәлән, Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Советтар Союзы һәм уның союздаштары Европаның ҙур өлөшөнә йоғонто яһай башлаған. Шуға күрә көньяҡ батша башҡа илдәр менән армияларын берләштерергә булған. Төньяҡ батшаға ҡаршы ойошторолған был союз НАТО тип аталған. Бынан тыш, төньяҡ һәм көньяҡ батшалар, көслө армия булдырыуға күп аҡса сарыф итеп, бер-береһе менән ярышыуын дауам итә. Элегерәк төньяҡ батша Африкала, Азия һәм Латин Америкаһында барған һуғыштарҙа көньяҡ батшаның дошмандарына булышлыҡ күрһәткән. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм уның союздаштары бөтә донъяға йоғонто яһай. Улар шулай уҡ, компьютер ҡулланып, көньяҡ батша менән һуғыш алып бара. Был ике батша бер-береһен зыянлы компьютер программалары ҡулланыуҙа ғәйепләй, был программаларҙың маҡсаты — хөкүмәттең иҡтисади һәм сәйәси системаларын емереү. Өҫтәүенә, Данил пәйғәмбәрлек иткәнсә, төньяҡ батша Алла халҡына һөжүм итеүен дауам итә (Дан. 11:41).

ТӨНЬЯҠ БАТША «КҮРКӘМ ЕРГӘ» КЕРӘ

7. «Күркәм ер» нимәне аңлата?

7 Данил 11:41-ҙә, төньяҡ батша «Күркәм ергә керәсәк», тип әйтелгән. Ниндәй ер тураһында һүҙ бара? Боронғо ваҡытта Израиль ере «бар ерҙәрҙең иң матуры» булған (Йәз. 20:6). Ә нимә уны шул тиклем матур иткән? Унда Йәһүәгә табынған кешеләр йәшәгән. Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамынан алып был «ер» ниндәйҙер географик урынды символлаштырмай, сөнки Йәһүәнең хеҙмәтселәре бөтә донъя буйлап таралған. Бөгөн «Күркәм ер» Йәһүә ойошмаһының ерҙәге өлөшөн аңлата. Был «ерҙә» Алла хеҙмәтселәре йыйылыш осрашыуҙарына йөрөп, вәғәзләп һәм башҡа рухи эштәрҙә ҡатнашып ғибәҙәт ҡыла.

8. Төньяҡ батша нисек «Күркәм ергә» кергән?

8 Һуңғы көндәр дауамында төньяҡ батша «Күркәм ергә» ҡат-ҡат кергән. Мәҫәлән, төньяҡ батша ролен нацистар Германияһы үтәгәндә, айырыуса Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында, ул Алла хеҙмәтселәрен эҙәрләп һәм үлтереп «Күркәм ергә» кергән. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Советтар Союзы, төньяҡ батша ролен үтәй башлап, Алла хеҙмәтселәрен эҙәрләгән һәм уларҙы һөргөнгә ебәргән. Шулай итеп ул «Күркәм ергә» кергән.

9. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм уның союздаштары нисек «Күркәм ергә» керҙе?

9 Һуңғы йылдарҙа ла Рәсәй һәм уның союздаштары «Күркәм ергә» керҙе. Нисек итеп? 2017 йылда был төньяҡ батша Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеген тыйҙы һәм ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе төрмәгә ултыртты. Ул шулай уҡ баҫмаларыбыҙҙы, шул иҫәптән «Яңы донъя тәржемәһе»н тыйҙы. Өҫтәүенә, ул Рәсәйҙәге филиалыбыҙҙы, Батшалыҡ залдарын һәм Конгресс залдарын тартып алды. Ошо ваҡиғаларҙан һуң, 2018 йылда Етәксе кәңәшмә Рәсәй һәм уның союздаштары төньяҡ батша икәнен аңланы. Әммә Йәһүәнең халҡы, ҡаты эҙәрләүгә дусар булһа ла, хөкүмәткә ҡаршы көрәшмәй һәм фетнә күтәрмәй. Киреһенсә, Изге Яҙмала кәңәш ителгәнсә, беҙ бөтә «етәкселәр өсөн» доға ҡылабыҙ. Ә улар дин тотоу иреклегенә ҡағылған ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ айырыуса ныҡ доға ҡылабыҙ (1 Тим. 2:1, 2).

ТӨНЬЯҠ БАТША КӨНЬЯҠ БАТШАНЫ ЕҢЕРМЕ?

10. Төньяҡ батша көньяҡ батшаны еңәсәкме? Аңлатығыҙ.

10 Данил 11:40—45-тә яҙылған пәйғәмбәрлек күберәк төньяҡ батшаның эштәрен тасуирлай. Был, төньяҡ батша көньяҡ батшаны еңәсәк, тигәнде аңлатамы? Юҡ. Йәһүә һәм Ғайса Мәсих Армагеддон һуғышында бөтә хөкүмәттәрҙе юҡ иткәндә, көньяҡ батша әле «тере» буласаҡ (Асыл. 19:20). Ни өсөн быға шикләнмәҫкә була? Әйҙәгеҙ, Данил һәм Асылыш китаптарында яҙылған пәйғәмбәрлектәргә иғтибар итәйек.

Армагеддон ваҡытында таш, йәғни Алла Батшалығы, ҙур һынды, йәғни кешеләрҙең идара итеүен, юҡ итәсәк. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Данил 2:43—45-тәге пәйғәмбәрлек нимәне асыҡлай? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 Данил 2:43—45-те * уҡығыҙ. Данил пәйғәмбәр Алла халҡына тәьҫир иткән державаларҙы тасуирлаған. Улар металдан яһалған ҙур һындың төрлө өлөштәре итеп һүрәтләнгән. Һуңғы держава был һындың тимер ҡатыш балсыҡтан яһалған табандары итеп күрһәтелгән. Һындың табандары Англо-Америка бөтә донъя державаһын символлаштыра. Был пәйғәмбәрлектән күренеүенсә, Алла Батшалығы бөтә хөкүмәттәрҙе юҡ иткәндә, Англо-Америка державаһы әле идара итәсәк.

12. Януарҙың етенсе башы кемде символлаштыра, һәм ни өсөн быны белеү мөһим?

12 Илсе Яхъя ла Йәһүәнең халҡына тәьҫир иткән бөтә донъя державалары тураһында яҙған. Яхъя был державаларҙы ете башлы януар итеп һүрәтләгән. Януарҙың етенсе башы Англо-Америка державаһын символлаштыра. Быны белеү бик мөһим, сөнки, пәйғәмбәрлектән күренеүенсә, януарҙың тағы бер башы үҫеп сыҡмай. Мәсих һәм уның күктәге ғәскәрҙәре был януарҙы юҡ итергә сыҡҡанда, януарҙың етенсе башы һаман да идара итәсәк * (Асыл. 13:1, 2; 17:13, 14).

ЯҠЫН КИЛӘСӘКТӘ ТӨНЬЯҠ БАТША НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?

13, 14. «Магог еренән Гог» кем ул, һәм Алла халҡына һөжүм итергә уны нимә этәрер?

13 Йәзәкил китабы ла төньяҡ һәм көньяҡ батшаларҙың юҡ ителеүе алдынан нимә була алғанын аңларға ярҙам итә. Йәзәкил 38:10—23; Данил 2:43—45; 11:44—12:1 һәм Асылыш 16:13—16, 21-ҙә яҙылған пәйғәмбәрлектәрҙә бер үк осор тураһында һүҙ барһа, беҙгә киләһе абзацтарҙа килтерелгән ваҡиғаларҙы көтөргә кәрәк.

14 Ҙур афәт башланғандан һуң күп тә үтмәҫтән, «бөтөн донъя батшалары» халыҡтар берләшмәһе булдырыр (Асыл. 16:13, 14; 19:19). Изге Яҙмала был берләшмә «Магог еренән Гог» тип атала (Йәз. 38:2). Халыҡтар берләшмәһе, Алланың бөтә хеҙмәтселәрен ер йөҙөнән ҡырып бөтөрөргә теләп, уларға һуңғы тапҡыр һөжүм итер. Уларҙы быға нимә этәрер? Илсе Яхъя, шул ваҡытты һүрәтләп, Алла дошмандарына ифрат ҙур боҙ киҫәктәре яуасағы тураһында яҙған. Был боҙло ямғыр Йәһүәнең халҡы иғлан итәсәк хөкөм хәбәрен символлаштырырға мөмкин. Моғайын, был хәбәр Магог еренән Гогты, Алла халҡын бөтөнләй юҡ итер өсөн, уларға һөжүм итергә этәрер ҙә (Асыл. 16:21).

15, 16. а) Данил 11:44, 45-тә, күрәһең, ниндәй ваҡиғалар һүрәтләнә? б) Төньяҡ батша һәм Магог еренән Гогтың ҡалған өлөшө менән нимә буласаҡ?

15 Күрәһең, Данил 11:44, 45-тә * (уҡығыҙ) шул уҡ ваҡиғалар — хөкөм хәбәрен иғлан итеү һәм Алла дошмандарының һуңғы һөжүме тураһында һүҙ бара. Данил төньяҡ батша хаҡында, «көнсығыштан һәм төньяҡтан килеп еткән хәбәрҙе» ишетеп хафаға төшәсәк һәм көслө ярһыу менән сығасаҡ, тип яҙған. Төньяҡ батша «күптәрҙе һәләк итеү» өсөн сығасаҡ. «Күптәр» тигән һүҙ, күрәһең, Йәһүәнең хеҙмәтселәренә ҡағыла. Бында Данил, моғайын, дошмандарҙың Алла халҡына һуңғы тапҡыр һөжүм итеүен тасуирлаған *.

16 Төньяҡ батшаның һәм башҡа хөкүмәттәрҙең Алла халҡына һөжүм итеүе Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһен Армагеддон һуғышын башларға этәрәсәк (Асыл. 16:14, 16). Ул ваҡытта төньяҡ батша һәм башҡа халыҡтар, йәғни Магог еренән Гог үҙ ахырына киләсәк, һәм «берәү ҙә уға ярҙам итмәйәсәк» (Дан. 11:45).

Армагеддон һуғышында Ғайса Мәсих һәм уның күктәге ғәскәрҙәре Шайтандың яуыз донъяһын юҡ итәсәк һәм Алла халҡын ҡотҡарасаҡ (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Данил 12:1-ҙә иҫкә алынған «бөйөк кенәз» Михаил кем ул? Ул хәҙер нимә эшләй һәм яҡын киләсәктә нимә эшләйәсәк?

17 Данил 12:1-ҙе * уҡығыҙ. Был аятта төньяҡ батшаның һәм уның союздаштарының нисек юҡ ителәсәге һәм Алла хеҙмәтселәренең нисек ҡотҡарыласағы аңлатыла. Михаил — идара итеүсе батшабыҙ Ғайса Мәсихтең икенсе исеме. 1914 йылда күктә Батшалыҡ урынлаштырылғандан бирле, ул Алла халҡы «яҡлы» булып тора. Яҡын киләсәктә ул Армагеддонда үҙенең дошмандарын юҡ итер өсөн «күтәреләсәк». Ул ваҡытты Данил кешелек тарихындағы иң ауыр «ҡайғы-хәсрәт ваҡыты» тип атаған һәм Армагеддон һуғышы шул осорҙоң һуңғы нөктәһе буласаҡ. Асылыш китабында Армагеддон һуғышына килтерәсәк осор ҙур афәт тип атала (Асыл. 6:2; 7:14).

ИСЕМЕГЕҘ «КИТАПҠА» ЯҘЫЛЫРМЫ?

18. Ни өсөн беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарай алабыҙ?

18 Данил да, Яхъя ла, Йәһүәгә һәм Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән кешеләр ҡотҡарыласаҡ, тип яҙған. Шуға күрә беҙ, бер нигә ҡарамаҫтан, тыныс булып ҡала алабыҙ. Данил китабы буйынса, ҡотҡарыласаҡ кешеләрҙең исемдәре «китапҡа яҙылған» буласаҡ (Дан. 12:1). Исемебеҙ шул китапҡа яҙылһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк? Беҙ «Алла Бәрәсе» Ғайсаға иман иткәнебеҙҙе асыҡ итеп күрһәтергә тейеш (Яхъя 1:29). Шулай уҡ, Аллаға бағышланып, һыуға сумдырылыу мөһим (1 Пет. 3:21). Бынан тыш, беҙгә, башҡаларға Йәһүә тураһында белем алырға ярҙам итеп, Алла Батшалығы яҡлы булғаныбыҙҙы күрһәтергә кәрәк.

19. Бөгөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн?

19 Хәҙер Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ышанысыбыҙҙы нығытыу айырыуса мөһим. Бөгөн Алла Батшалығы яҡлы булғаныбыҙҙы күрһәтергә кәрәк. Шулай эшләһәк, Алла Батшалығы төньяҡ һәм көньяҡ батшаларҙы юҡ иткәндә, беҙ иҫән ҡалырбыҙ.

149-СЫ ЙЫР Еңеү йыры

^ 5 абз. Бөгөн «төньяҡ батша» ролен кем үтәй, һәм ул нисек үҙ ахырына киләсәк? Был һорауҙарға яуаптар иманыбыҙҙы нығытыр һәм беҙгә яҡын киләсәктә буласаҡ һынауҙарға әҙерләнергә ярҙам итер.

^ 5 абз. Данил 11:40—43: «Ахырғы ваҡытта көньяҡ батша уның менән тартышасаҡ. Төньяҡ батша хәрби арбалары, һыбайлылары һәм күп караптары менән уға ҡаршы ел-дауыл кеүек күтәреләсәк. Ул, илдәргә килеп, уларҙы туфан һыуҙары шикелле баҫып аласаҡ. Ул шулай уҡ Күркәм ергә керәсәк, һәм күп ерҙәр еңеләсәк. Ләкин Идум, Муав һәм аммондарҙың мөһим өлөшө уның ҡулынан ҡотоласаҡ. Ул ҡулын төрлө ерҙәргә һуҙасаҡ. Мысыр ере лә ҡотолмаясаҡ. Ул Мысыр еренең йәшерен хазиналары — алтын-көмөшө, шулай уҡ бөтә байлыҡтары менән идара итәсәк. Ливия халҡы ла, хәбәштәр ҙә уның эҙенән барасаҡ».

^ 11 абз. Данил 2:43—45: «Тимер йомшаҡ балсыҡ менән аралаш булған кеүек, былар халыҡ менән аралаш буласаҡ, һәм, тимер балсыҡ менән ҡушылмаған кеүек, улар ҙа бер-береһе менән ҡушылмаясаҡ. Шул батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ. Сөнки, үҙең күргәнсә, тауҙан кеше ҡулы теймәйенсә бер таш кителеп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтерҙе. Бөйөк Алла батшаға киләсәктә нимә буласағын асты. Был төш дөрөҫ һәм мәғәнәһе ышанырлыҡ».

^ 12 абз. 2012 йыл 15 июнь һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның (тат.) 7—19-сы биттәрендә Данил 2:36—45 һәм Асылыш 13:1, 2-ләге өҙөктәр ентекләберәк ҡарала.

^ 15 абз. Данил 11:44, 45: «Әммә көнсығыштан һәм төньяҡтан килеп еткән хәбәр уны хафаға һаласаҡ. Шунда ул, күптәрҙе һәләк итеү, юҡ итеү өсөн, көслө ярһыу менән сығасаҡ. Ул үҙенең батша сатырҙарын бөйөк диңгеҙ менән Күркәм ерҙең изге тауы араһында ҡорасаҡ. Ул тулыһынса үҙ ахырына киләсәк, һәм берәү ҙә уға ярҙам итмәйәсәк».

^ 15 абз. Күберәк мәғлүмәт табыр өсөн, 2015 йыл 15 май һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) 29—30-сы биттәрҙе ҡарағыҙ.

^ 17 абз. Данил 12:1: «Ул ваҡытта Михаил — һинең халҡың яҡлы булған бөйөк кенәз күтәреләсәк. Һәм халыҡ барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып ул ваҡытҡа тиклем булмаған ҡайғы-хәсрәт ваҡыты башланасаҡ. Ул ваҡытта һинең халҡың — исеме китапҡа яҙылған һәр кем ҡотоласаҡ».