Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Күренмәгән хазиналарҙы ҡәҙерләгеҙ

Күренмәгән хазиналарҙы ҡәҙерләгеҙ

«Беҙ... күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне — ваҡытлыса, күренмәгәне иһә — мәңгелек» (2 КОР. 4:18).

45-СЕ ЙЫР Күңел түремдәге уйҙарым

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ғайса күктәге хазиналар тураһында нимә әйткән?

БӨТӘ хазиналарҙы ла күреп булмай. Ысынында, иң ҡиммәтле хазиналар күҙгә күренмәй. Тауҙағы вәғәзендә Ғайса Мәсих матди нәмәләрҙән күпкә ҡиммәтерәк булған күктәге хазиналар тураһында һөйләгән. Ул бындай һығымта яһаған: «Хазинаң ҡайҙа, күңелең дә шунда булыр» (Матф. 6:19—21). Берәй нәмәне юғары баһалаһаҡ, беҙ уға эйә булырға тырышабыҙ. «Хазинаны күктә» йыйыр өсөн, беҙгә Алла алдында яҡшы абруй ҡаҙанырға кәрәк. Ғайса аңлатҡанса, күктәге хазиналарҙы урлап та, юҡҡа сығарып та булмай.

2. а) 2 Коринфтарға 4:17, 18 буйынса, Павел иғтибарыбыҙҙы нимәгә тупларға дәртләндерә? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Илсе Павел иғтибарыбыҙҙы «күренмәгәнгә» тупларға дәртләндергән. (2 Коринфтарға 4:17, 18-ҙе уҡығыҙ.) Мәҫәлән, «күренмәгән» хазиналар үҙ эсенә Алланың яңы донъяһында буласаҡ фатихаларҙы ала. Ә был мәҡәләлә беҙ инде хәҙер файҙа килтергән бындай дүрт хазинаны ҡарап сығырбыҙ: Алла менән дуҫлыҡ, доға ҡылыу мөмкинлеге, изге рух ярҙамы, шулай уҡ Йәһүә, Ғайса һәм фәрештәләрҙең хеҙмәттә күрһәткән ярҙамы. Беҙ шулай уҡ был күренмәгән хазиналар өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп булғанын белербеҙ.

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛЫҠ

3. Күҙгә күренмәгән хазиналарҙың ҡайһыһы иң ҡиммәтле, һәм нимә ярҙамында беҙ уға эйә була алабыҙ?

3 Күҙгә күренмәгән иң ҡиммәтле хазина — Йәһүә Алла менән дуҫлыҡ (Зәб. 25:14). Әммә нисек Алла, гонаһлы кешеләр менән дуҫлашып, үҙе изге булып ҡала ала? Был Ғайсаның йолом ҡорбаны ярҙамында мөмкин. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, ул «донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә» алған (Яхъя 1:29). Йәһүә Ғайсаның үлемгә тиклем тоғро ҡаласағын һәм кешелекте ҡотҡарасағын алдан белгән. Бына ни өсөн Алла Мәсихтең үлеменә тиклем йәшәгән кешеләр менән дә дуҫлаша алған (Рим. 3:25).

4. Алланың Мәсихкә тиклем йәшәгән ҡайһы бер дуҫтары тураһында һөйләп бирегеҙ.

4 Әйҙәгеҙ, Мәсихкә тиклем йәшәгән һәм Алланың дуҫтары булған кешеләрҙе иҫкә төшөрәйек. Ибраһим ғәжәп иманлы кеше булған. Уның үлеменән һуң 1 000 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Йәһүә уны «дуҫым» тип атаған (Ишағ. 41:8). Тимәк, хатта үлем дә кешенең Йәһүә менән дуҫлығын өҙә алмай. Йәһүәнең хәтерендә Ибраһим һаман да тере (Лука 20:37, 38). Тағы бер миҫал — Әйүп. Күктә фәрештәләр йыйылғанда, Йәһүә, Әйүпте хуплағанын белдереп, былай тигән: «Ул намыҫлы, саф, Аллаға ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп йәшәй һәм үҙен яуызлыҡтан һаҡлай» (Әйүп 1:6—8). Ә, 80 йыл тирәһе мәжүсиҙәр араһында йәшәп, тоғролоҡ һаҡлаған Данил тураһында Йәһүә нимә уйлаған? Фәрештәләр өс тапҡыр был оло йәштәге кешене Алла өсөн «ҡәҙерле кеше» булғанына ышандырған (Дан. 9:23; 10:11, 19). Һис тә шикләнмәҫкә була: Йәһүә үҙенең үлгән дуҫтарын терелтәсәк көндө зарығып көтә (Әйүп 14:15).

Күҙгә күренмәгән хазиналар өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп була? (5-се абзацты ҡарағыҙ.) *

5. Йәһүәнең яҡын дуҫы булыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

5 Бөгөн камил булмаған күпме кешене Йәһүәнең дуҫы тип атап була? Ундай кешеләр миллионлаған. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки бөтә донъя буйынса күп ирҙәр, ҡатындар һәм балалар үҙ тәртибе менән Алланың дуҫы булырға теләгәндәрен күрһәтә. Шундай тәҡүә, намыҫлы кешеләр менән Йәһүә яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерә (Ғиб. һүҙ. 3:32). Улар Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итә, шунлыҡтан Йәһүәнең дуҫтары була ала. Был ҡорбан нигеҙендә Йәһүә беҙгә үҙенә бағышланып һыуға сумдырылырға мөмкинлек биргән. Ошо мөһим аҙымдарҙы яһап, беҙ Аллаға бағышланған һәм һыуға сумдырылған миллионлаған мәсихсегә ҡушылдыҡ һәм Ғаләмдәге иң бөйөк Шәхес менән яҡын дуҫлыҡҡа эйә булдыҡ!

6. Беҙ Йәһүә менән дуҫлыҡты ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

6 Алла менән дуҫлыҡты ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була? Ибраһим һәм Әйүп йөҙ йылдан артыҡ Аллаға тоғролоҡ һаҡлаған. Беҙгә лә, был яуыз донъяла Йәһүәгә күпме генә хеҙмәт итергә тура килһә лә, тоғро булып ҡалырға кәрәк. Беҙ шулай уҡ, Данил һымаҡ, Алла менән дуҫлыҡты ғүмеребеҙҙән дә нығыраҡ ҡәҙерләргә тейеш (Дан. 6:7, 10, 16, 22). Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ, теләһә ниндәй һынауҙарҙы кисереп сығып, уның дуҫы булып ҡала алырбыҙ (2 Кор. 4:7).

ДОҒА ҠЫЛЫУ МӨМКИНЛЕГЕ

7. а) Ғибрәтле һүҙҙәр 15:8-ҙән күренеүенсә, Йәһүә доғаларыбыҙға нисек ҡарай? б) Йәһүә доғаларыбыҙға нисек яуап бирә?

7 Күҙгә күренмәгән тағы бер хазина — доға. Яҡын дуҫтарға бер-береһе менән фекерҙәрен һәм хистәрен бүлешеү бик оҡшай. Ә Йәһүә менән дуҫлыҡ тураһында шуны уҡ әйтеп буламы? Әлбиттә! Йәһүә беҙгә үҙенең Һүҙе аша өндәшә. Изге Яҙманан беҙ уның фекерҙәре һәм хистәре тураһында белә алабыҙ. Ә беҙ уның менән доға аша һөйләшәбеҙ. Доғала уға йәшерен уйҙарыбыҙҙы һәм күңел түребеҙҙәге хистәрҙе асабыҙ. Йәһүәгә доғаларыбыҙҙы тыңлауы бик оҡшай. (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:8-ҙе * уҡығыҙ.) Ҡайғыртыусан Атай булараҡ, Йәһүә доғаларыбыҙҙы тыңлап ҡына ҡалмай, ә шулай уҡ уларға яуап бирә. Ҡайһы саҡ ул тиҙ арала яуап бирә. Ә ҡайһы ваҡыт беҙгә бер үк нәмә тураһында ҡат-ҡат доға ҡылырға тура килә. Шулай ҙа беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ: Йәһүә доғабыҙға ҡасан һәм нисек яуап бирергә кәрәклеген яҡшыраҡ белә һәм быны мотлаҡ эшләйәсәк. Әлбиттә, Алланың яуабы беҙ көткәндән айырылып торорға мөмкин. Мәҫәлән, беҙҙе һынауҙан азат итеү урынына, ул беҙгә уны кисереп сығыр өсөн көс һәм зирәклек бирә ала (1 Кор. 10:13).

(8-се абзацты ҡарағыҙ.) *

8. Доға ҡылыу мөмкинлеген ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

8 Доға — баһалап бөткөһөҙ бүләк. Был бүләк өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була? Ысулдарҙың береһе — гел доға ҡылыу (1 Фес. 5:17). Йәһүә беҙҙе доға ҡылырға мәжбүр итмәй. Киреһенсә, ул беҙҙең һайлау иркебеҙҙе хөрмәт итә һәм «арымай-талмай» доға ҡылырға дәртләндерә (Рим. 12:12). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, көн дауамында йышыраҡ доға ҡылайыҡ. Доғала рәхмәттәребеҙҙе белдерергә һәм Йәһүәне данларға онотмайыҡ (Зәб. 145:2, 3).

9. Бер ағай-ҡәрҙәш доға ҡылыу мөмкинлеге тураһында нимә әйтә, һәм һеҙ был бүләк тураһында нимә уйлайһығыҙ?

9 Хеҙмәт йылдарыбыҙ артҡан һайын һәм доғаларыбыҙға яуап алған һайын, беҙ доға ҡылыу мөмкинлеген тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә тейеш. Инде 47 йыл тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан Крис исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Миңә, иртәрәк уянып, Йәһүәгә ашыҡмайынса доға ҡылыу шул тиклем оҡшай. Ҡояштың тәүге нурҙары ысыҡ тамсыларында ялтырағанда, Йәһүә менән һөйләшеү — иҫ киткес! Был мине Йәһүәгә бөтә бүләктәре өсөн, шул иҫәптән доға ҡылыу мөмкинлеге өсөн дә рәхмәт әйтергә дәртләндерә. Ә киске доғанан һуң тыныс күңел менән йоҡларға ятыу ниндәй рәхәт».

ИЗГЕ РУХ ЯРҘАМЫ

10. Ни өсөн Алланың изге рухын ҡәҙерләргә кәрәк?

10 Күҙгә күренмәгән тағы бер ҡиммәтле бүләк — Алланың изге рухы. Ғайса Мәсих доғала һәр ваҡыт изге рух һорарға өйрәткән (Лука 11:9, 13). Изге рух ярҙамында Йәһүә беҙгә көс бирә, ул хатта «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирә ала (2 Кор. 4:7; Ғәм. 1:8). Алланың изге рухы менән беҙ теләһә ниндәй һынауҙы кисереп сыға алабыҙ.

(11-се абзацты ҡарағыҙ.) *

11. Изге рух беҙгә нисек ярҙам итә?

11 Изге рух беҙгә хеҙмәткә бәйле йөкләмәләрҙе үтәргә ярҙам итә. Ул шулай уҡ һәләттәребеҙҙе көсәйтә. Шуны онотмайыҡ: изге рух ярҙам итмәһә, хеҙмәттә уңыштарға өлгәшеп булмай.

12. Зәбур 139:23, 24-тән күренеүенсә, нимә тураһында доға ҡылырға була?

12 Изге рух өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы нисек күрһәтергә? Мәҫәлән, изге рух йөрәгебеҙҙә булған насар уйҙарҙы һәм теләктәрҙе күрергә ярҙам итһен, тип доға ҡылырға була. (Зәбур 139:23, 24-те * уҡығыҙ.) Шул хаҡта доға ҡылһаҡ, Йәһүә үҙенең рухы ярҙамында беҙгә насар ынтылыштарыбыҙҙы билдәләргә ярҙам итер. Ә насар уйҙарыбыҙҙы һәм теләктәребеҙҙе абайлағас, беҙгә уларға ҡаршы торор өсөн Йәһүәнән изге рух һорарға кәрәк. Шулай эшләп, беҙ изге рух алырға ҡамасаулаған һәр эштән йыраҡ торорға теләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ (Ефес. 4:30).

13. Изге рухты тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә беҙгә нимә ярҙам итер?

13 Беҙҙең көндәрҙә Алланың изге рухы ярҙамында ниндәй эштәр башҡарылғаны хаҡында уйланһаҡ, изге рух өсөн рәхмәт хисебеҙ тағы ла нығыраҡ тәрәнәйер. Күккә күтәрелер алдынан, Ғайса үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм... донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ» (Ғәм. 1:8). Беҙ был һүҙҙәрҙең үтәлеүен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ! Изге рух ярҙамы менән бөтә ер йөҙөндә яҡынса һигеҙ миллион ярым кеше Йәһүәгә хеҙмәт итә башлаған. Бынан тыш, беҙ рухи ожмахҡа кинәнәбеҙ, сөнки Алла рухы беҙгә бындай матур сифаттар үҫтерергә ярҙам итә: мөхәббәт, шатлыҡ, тыныслыҡ, түҙемлек, игелек, яҡшылыҡ, иман, йыуашлыҡ, тотанаҡлыҡ. Был рух емешен тәшкил иткән сифаттар (Гал. 5:22, 23). Эйе, изге рух — бик ҡиммәтле бүләк!

КҮКТӘН КИЛГӘН ЯРҘАМ

14. Хеҙмәттә беҙгә кемдәр ярҙам итә?

14 Күҙгә күренмәгән тағы бер хазина — Йәһүә, Ғайса һәм фәрештәләр менән хеҙмәттәшлек итеү (2 Кор. 6:1). Беҙ, шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашып, улар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Илсе Павел үҙе һәм башҡа вәғәзселәр тураһында былай тигән: «Беҙ — Алланың хеҙмәттәштәре» (1 Кор. 3:9). Хеҙмәттә ҡатнашҡанда, беҙ шулай уҡ Ғайса Мәсих менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Иҫегеҙҙәлер, Ғайса үҙенең шәкерттәренә бөтә халыҡтарға барырға һәм шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡандан һуң: «Мин... һеҙҙең менән бергә булам», — тип өҫтәгән (Матф. 28:19, 20). Ә фәрештәләр тураһында нимә әйтеп була? Улар вәғәз эше менән етәкселек итә һәм беҙгә «мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәрҙе» иғлан итергә ярҙам итә. Фәрештәләр менән хеҙмәттәшлек итеү беҙгә күп шатлыҡ килтерә! (Асыл. 14:6).

15. Йәһүәнең хеҙмәтебеҙҙә мөһим роль уйнағанына миҫал килтерегеҙ.

15 Күктән ярҙам алып, беҙ ниндәй уңыштарға өлгәшәбеҙ? Беҙ хәҡиҡәт орлоҡтарын сәскәндә, уларҙың ҡайһы берҙәре эскерһеҙ кешеләрҙең йөрәгенә эләгә һәм унда үҫеп сыға (Матф. 13:18, 23). Әммә кем ярҙамында шул орлоҡтар, үҫеп сығып, емештәр килтерә? Ғайса аңлатҡанса, Йәһүә кешене «алып килмәһә», бер кем дә мәсихсе булып китә алмай (Яхъя 6:44). Изге Яҙмала быны раҫлаған миҫал бар. Павел Филипп ҡалаһы янында йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарға вәғәзләгәндә, улар араһында Лидия исемле ҡатын булған. Изге Яҙмала уның тураһында: «Раббы уның йөрәген Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлау өсөн асты», — тиелгән (Ғәм. 16:13—15). Лидия осрағындағы һымаҡ, Йәһүә миллионлаған башҡа кешеләрҙе лә үҙенә йәлеп иткән.

16. Хеҙмәттәге уңыштарыбыҙ өсөн кем данға лайыҡ?

16 Хеҙмәттәге уңыштарыбыҙ өсөн кем хөрмәткә лайыҡ? Был һорауға яуапты Павелдың коринфтарға яҙған хатында табып була. Ул былай тигән: «Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе. Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу ҡойоусы ла түгел, ә үҫтереүсе Алла мөһим» (1 Кор. 3:6, 7). Беҙгә, Павелдан үрнәк алып, хеҙмәттәге уңыштарыбыҙ өсөн һәр ваҡыт Йәһүәне данларға кәрәк.

17. Йәһүә, Ғайса һәм фәрештәләр менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

17 Йәһүә, Ғайса һәм фәрештәләр менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп була? Башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙе еткерер өсөн мөмкинлектәр эҙләп. Быны төрлөсә, мәҫәлән, йәмәғәт урындарында йә өйҙән-өйгә йөрөп эшләргә була (Ғәм. 20:20). Күп ҡәрҙәштәргә шулай уҡ осраҡлы рәүештә вәғәзләү оҡшай. Берәй кешене осратҡанда, улар уның менән дуҫтарса иҫәнләшә һәм әңгәмә башларға тырыша. Әгәр кеше һөйләшергә әҙер булһа, улар ипле генә итеп уға Батшалыҡ тураһында һөйләй.

(18-се абзацты ҡарағыҙ.) *

18, 19. а) Беҙ нисек хәҡиҡәт орлоҡтарына һыу һибәбеҙ? б) Йәһүәнең эскерһеҙ кешеләргә ярҙам иткәненә бер миҫал килтерегеҙ.

18 Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, беҙгә хәҡиҡәт орлоҡтарын сәсергә генә түгел, ә шулай уҡ уларға һыу һибергә лә кәрәк. Берәйһе хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынғанда, беҙ, уның менән өйрәнеү башлар өсөн, уға ҡабат килергә тырышабыҙ йә башҡа ҡәрҙәште уға ебәрәбеҙ. Эскерһеҙ кеше менән өйрәнеү үткәргәндә, беҙ Йәһүәнең уға фекер йөрөтөү һәм йәшәү рәүешен үҙгәртергә ярҙам иткәнен күреп бик шатланабыҙ.

19 Көньяҡ Африкала йәшәгән Рапалалани исемле ағай-ҡәрҙәш, хәҡиҡәткә килгәнгә тиклем, сихыр менән дауалаусы булған. Ул Изге Яҙманы теләп өйрәнгән. Әммә Алла Һүҙендә үлгәндәр менән аралашыу тураһында нимә әйтелгәнен белгәс, уға быны ҡабул итеүе ауыр булған (Ҡан. 18:10—12). Шулай ҙа әкренләп ул Алланың ҡарашын үҙләштергән һәм, үҙен шул эш ярҙамында ғына тәьмин иткән булһа ла, сихыр менән дауалауын ташлаған. Хәҙер уға 60 йәш, һәм ул былай ти: «Йәһүә шаһиттарына төрлө ярҙам күрһәткәндәре өсөн, шулай уҡ эш табырға ярҙам иткәндәре өсөн бик рәхмәтлемен. Ә иң беренсе сиратта, Йәһүәгә рәхмәтлемен, сөнки ул миңә тормошомдо тәртипкә килтерергә ярҙам итте, һәм хәҙер мин, һыуға сумдырылған Шаһит булараҡ, хеҙмәттә ҡатнаша алам».

20. Был мәҡәлә һеҙҙе нимәгә дәртләндерҙе?

20 Был мәҡәләлә беҙ күҙгә күренмәгән дүрт хазинаны ҡарап сыҡтыҡ. Уларҙың иң ҡәҙерлеһе — Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ. Был дуҫлыҡ беҙгә башҡа күренмәгән хазиналарҙан файҙаланырға мөмкинлек бирә, мәҫәлән, беҙ доға ҡыла алабыҙ, вәғәз эшендә Йәһүә һәм башҡа рухи заттар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, шулай уҡ беҙгә изге рух ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, был күренмәгән хазиналар өсөн рәхмәт тойғобоҙҙо тағы ла нығыраҡ тәрәнәйтәйек һәм Йәһүәгә яҡшы Дуҫ булғаны өсөн рәхмәт белдереүҙән туҡтамайыҡ.

145-СЕ ЙЫР Алла вәғәҙә иткән ожмах

^ 5 абз. Үткән мәҡәләлә беҙ Алланың күҙгә күренгән бер нисә бүләген ҡарап сыҡтыҡ. Ә был мәҡәләлә беҙ күренмәгән хазиналарҙы ҡарап сығырбыҙ һәм улар өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп булғанын белербеҙ. Шулай уҡ был хазиналарҙы бүләк иткән Йәһүәгә ҡарата рәхмәт тойғобоҙҙо тағы ла нығыраҡ тәрәнәйтербеҙ.

^ 7 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 15:8: «Яуыздарҙың ҡорбаны Йәһүә өсөн ерәнес, ә намыҫлыларҙың доғаһы уның күңеленә хуш килә».

^ 12 абз. Зәбур 139:23, 24: «Эй Алла, мине һынап, күңелемде бел; тикшереп, борсоулы уйҙарымды бел; ҡара, миндә берәй насар ынтылыш юҡмы икән, мине мәңгелек тормош юлынан алып бар».

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: 1) Апай-ҡәрҙәш, Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтеп, үҙенең Йәһүә менән дуҫлығы тураһында уйлана.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: 2) Шул уҡ апай-ҡәрҙәш, шаһитлыҡ бирер өсөн, Йәһүәнән көс һорай.

^ 64 абз. РӘСЕМДӘ: 3) Изге рух апай-ҡәрҙәшкә осраҡлы рәүештә бер ҡатынға вәғәзләргә көс бирә.

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: 4) Апай-ҡәрҙәш шул ҡатын менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрә. Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә уға фәрештәләр ярҙам итә.