Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

21-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Һеҙ Алланың бүләктәрен ҡәҙерләйһегеҙме?

Һеҙ Алланың бүләктәрен ҡәҙерләйһегеҙме?

«Ни тиклем күп ғәжәйеп эштәр башҡарҙың һин, эй Йәһүә Аллам, беҙгә ҡарата уй-ниәттәрең шундай күп!» (ЗӘБ. 40:5).

5-СЕ ЙЫР Йәһүәнең ғәжәп эштәре

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Зәбур 40:5-тән күренеүенсә, Йәһүә беҙгә нимә биргән, һәм ни өсөн уларҙы ҡарап сығыу файҙалы?

ЙӘҺҮӘ — йомарт Алла. Уның беҙгә биргән бындай бүләктәре тураһында уйлап алығыҙ: матур йортобоҙ — Ер планетаһы, иҫ киткес итеп барлыҡҡа килтерелгән мейе һәм уникаль Изге Яҙма китабы. Был бүләктәрҙе биреп, Йәһүә йәшәү урыныбыҙ хаҡында ҡайғыртҡан, беҙҙе уйлау һәм аралашыу һәләттәре менән бүләкләгән һәм иң мөһим һорауҙарыбыҙға яуап биргән. (Зәбур 40:5-те * уҡығыҙ.)

2 Был мәҡәләлә беҙ ҡыҫҡа ғына ошо өс бүләкте ҡарап сығырбыҙ. Улар тураһында күберәк уйланған һайын, беҙ уларҙы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрбеҙ, һәм ҡайғыртыусан Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙе шатландырырға теләгебеҙ көсәйер (Асыл. 4:11). Беҙ шулай уҡ эволюция теорияһына алданған кешеләргә яҡшыраҡ ярҙам итә алырбыҙ.

УНИКАЛЬ ПЛАНЕТАБЫҘ

3. Ер башҡа планеталарҙан нимә менән айырылып тора?

3 Алланың Ер шарын нисек итеп барлыҡҡа килтергәненән уның бик зирәк икәне күренә (Рим. 1:20; Евр. 3:4). Ер Ҡояш тирәһендә әйләнгән берҙән-бер планета түгел, шулай ҙа ул башҡа планеталарҙан ныҡ айырылып тора, сөнки Ерҙә генә кеше йәшәрлек шарттар булдырылған.

4. Алланың Ерҙе иҫ киткес итеп барлыҡҡа килтергәне нимәнән күренә? Миҫал килтерегеҙ.

4 Ер шарын һауала осоп барған самолет менән сағыштырып була. Әммә улар араһында ҙур айырма бар. Мәҫәлән, самолеттағы кешеләргә кислородты, ризыҡ һәм һыуҙы үҙҙәренә булдырырға тура килһә һәм шул уҡ ваҡытта сүп-сарҙы самолеттан ташларға ярамаһа, кешеләр ни тиклем оҙаҡ йәшәй алыр ине? Тиҙҙән улар үлеп бөтөр ине. Ерҙә иһә миллиардлаған кеше һәм йәнлектәр йәшәй. Ерҙә етерлек кислород, ризыҡ һәм һыу бар, һәм улар бер ҡасан да бөтмәй. Бөтә сүп-сар Ерҙә ҡалһа ла, планетабыҙ һаман да матур һәм йәшәрлек. Был нисек мөмкин? Йәһүә Ерҙе иҫ киткес итеп барлыҡҡа килтергән: Ер, төрлө ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп, уларҙан ҡабат ҡулланырлыҡ нәмәләр булдыра. Әйҙәгеҙ, шундай әйләнештәрҙең икеһен — кислород һәм һыу әйләнешен ҡарап сығайыҡ.

5. Кислород әйләнеше нисек ойошторолған, һәм ул ниндәй һүҙҙәрҙе раҫлай?

5 Кислород — бик мөһим газ, сөнки уның ярҙамында кешеләр һәм йәнлектәр йәшәй ала. Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, йыл һайын Ер йөҙөндәге тереклек йөҙәрләгән миллиард тонна кислород һулай һәм уның урынына углекислый газ сығара. Шулай ҙа Ерҙә кислород бөтмәй, һәм атмосферала углекислый газ сиктән тыш күп булып китмәй. Ни өсөн? Сөнки Йәһүә барлыҡҡа килтергән ҡайһы бер организмдар — ылымыҡтарҙан алып ағастарға тиклем — углекислый газ үҙләштерә лә кислород бүлеп сығара. Кислород әйләнеше Ғәмәлдәр 17:24, 25-тәге бындай һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн күрһәтә: «Алла... һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бирә».

6. Һыу әйләнеше нисек ойошторолған, һәм ул нимәне раҫлай? (« Һыу әйләнеше — Йәһүәнең бүләге» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

6 Планетабыҙ ҡояштан тап кәрәкле алыҫлыҡта урынлашҡанға, Ерҙәге һыу шыйыҡ формала була ала. Әгәр Ер ҡояшҡа саҡ ҡына яҡыныраҡ булһа, бөтә һыу кибеп бөтөр ине, планетабыҙ эҫе һәм ҡоро сүлгә әйләнер ине. Ә әгәр саҡ ҡына алыҫыраҡ булһа, бөтә һыу туңыр ине һәм Ер ҙур боҙло шар булыр ине. Әммә Йәһүә Ерҙе тап кәрәкле урынға урынлаштырған, шунлыҡтан Ерҙә һыу әйләнеше бар. Ҡояш йылыһы ярҙамында океандарҙа һәм башҡа һыу сығанаҡтарында булған һыу, парға әйләнеп, болоттарға йыйыла. Йыл һайын ҡояш яҡынса 500 000 куб километр һыуҙы парға әйләндерә. Был һыу атмосферала 10 көн самаһы тора ла ямғыр йә ҡар булып яуа. Ахыр сиктә һыу кире океандарға һәм башҡа һыу сығанаҡтарына ҡайта, һәм һыу әйләнеше яңынан ҡабатлана. Был иҫ киткес әйләнеш Йәһүәнең зирәк һәм көслө икәнен раҫлай (Әйүп 36:27, 28; Вәғ. 1:7).

7. Зәбур 115:16-ла тасуирланған бүләкте ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

7 Иҫ киткес планетабыҙҙы һәм бында булған бөтә яҡшы нәмәләрҙе тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә беҙгә нимә ярҙам итер? (Зәбур 115:16-ны * уҡығыҙ.) Ысулдарҙың береһе — Йәһүә барлыҡҡа килтергән нәмәләр хаҡында уйланыу. Был беҙҙе Йәһүәгә бүләктәре өсөн көн дә рәхмәт әйтергә дәртләндерер. Беҙ шулай уҡ, үҙебеҙ йәшәгән урынды таҙа килеш һаҡлап та, планетабыҙ өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы күрһәтә алабыҙ.

КЕШЕНЕҢ ИҪ КИТКЕС МЕЙЕҺЕ

8. Ни өсөн мейене мөғжизә тип атап була?

8 Кеше мейеһе — ысын мөғжизә. Һеҙ әсә ҡарынында булғанда, мейегеҙ алдан ҡоролған план буйынса үҫешкән һәм мейегеҙҙә минут һайын меңәрләгән яңы күҙәнәк барлыҡҡа килгән! Тикшереүселәр иҫәпләгәнсә, балиғ кешенең мейеһендә яҡынса 100 миллиард махсус күҙәнәк бар. Нейрондар тип аталған был күҙәнәктәр яҡынса килограмм ярымлыҡ мейене тәшкил итә. Ғәжәп итеп барлыҡҡа килтерелгән мейенең бер нисә генә һәләтен ҡарап сығайыҡ.

9. Һөйләү һәләте — Алланан бүләк икәне нимәнән күренә?

9 Һөйләү һәләте. Һөйләү механизмы тураһында бер аҙ уйлап алайыҡ. Һәр һүҙ әйткәндә, мейебеҙ телдең, тамаҡ, ирен, яңаҡ һәм күкрәктең яҡынса 100 мускулын үҙ-ара килештерергә тейеш. Әйткән һүҙҙәребеҙ аңлайышлы булһын өсөн, бөтә был мускулдар билдәле бер тәртиптә эш итә. 2019 йылда баҫтырылған бер тикшеренеү буйынса, яңы тыуған балалар һүҙҙәрҙе айыра белә. Был тикшеренеү күп ғалимдарҙың бындай фаразын раҫлаған: беҙ һүҙҙәрҙе айырыу һәм тел өйрәнеү һәләте менән тыуабыҙ. Һис шикһеҙ, һөйләү һәләтебеҙ — Алланан бирелгән бүләк (Сығ. 4:11).

10. Алла бүләк иткән һөйләү һәләте өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була?

10 Һөйләү һәләтен ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтер өсөн бер ысул — эволюцияға ышанған кешеләргә ни өсөн бар нәмәне Йәһүә барлыҡҡа килтергәненә ышанғаныбыҙҙы аңлатыу (Зәб. 9:1; 1 Пет. 3:15). Улар беҙҙе, бәлки, Ер һәм бар тереклек үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән тип ышандырырға тырышыр. Әммә беҙ, Изге Яҙманы һәм был мәҡәләләге фекерҙәрҙе ҡулланып, тыңларға әҙер булған кешеләргә ни өсөн Аллаға ышанғаныбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Шулай эшләп, беҙ күктәге Атабыҙҙы яҡларбыҙ (Зәб. 102:25; Ишағ. 40:25, 26).

11. Мейебеҙҙең тағы ниндәй ғәжәп һәләте бар?

11 Иҫтә ҡалдырыу һәләте лә һоҡландыра. Бер нисә тиҫтә йыл элек бер белгес, иҫәпләүҙәр яһап, шундай һығымтаға килгән: кеше мейеһе 20 миллион китап һыйҙырған мәғлүмәтте иҫтә ҡалдыра ала. Ләкин хәҙер, кеше мейеһенең мөмкинлектәре күпкә күберәк, тип иҫәпләнә. Шундай хәтер беҙгә тағы бер иҫ киткес һәләт бирә. Нимә тураһында һүҙ бара?

12. Әхлаҡи нормаларға өйрәнеү һәләте беҙҙе нисек хайуандарҙан айырып тора?

12 Ерҙәге бөтә тереклек араһында тик кеше генә, үткәндәргә анализ яһап, әхлаҡи нормаларға өйрәнә ала. Был һәләт беҙгә, фекер йөрөтөү һәм эш итеү рәүешебеҙҙе төҙәтеп, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итә (1 Кор. 6:9—11; Кол. 3:9, 10). Беҙ, яҡшылыҡты яманлыҡтан айырыр өсөн, выжданыбыҙҙы тәрбиәләргә һәләтле (Евр. 5:14). Беҙ яратыу, кеше хәленә инә белеү, шәфҡәтлек һәм ғәҙеллек кеүек сифаттар сағылдырырға өйрәнә алабыҙ.

13. Зәбур 77:11, 12 буйынса, беҙ хәтеребеҙҙе нисек ҡулланырға тейеш?

13 Иҫтә ҡалдырыу һәләтен ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтер өсөн бер ысул — үткәндә Йәһүәнең беҙгә нисек ярҙам иткәнен һәм беҙҙе нисек йыуатҡанын иҫтә тотоу. Был Йәһүәнең киләсәктә лә беҙгә ярҙам итәсәгенә ышанысыбыҙҙы нығытыр (Зәбур 77:11, 12-не * уҡығыҙ; 78:4, 7). Тағы бер ысул — башҡа кешеләрҙең беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы эштәр ҡылғанын иҫтә ҡалдырыу һәм уларға бының өсөн рәхмәтле булыу. Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, рәхмәтле кешеләр башҡаларға ҡарағанда бәхетлерәк. Беҙ шулай уҡ, Йәһүәнән үрнәк алып, ҡайһы бер нәмәләрҙе оноторға тырышабыҙ. Мәҫәлән, Йәһүәнең хәтере камил булһа ла, ул, тәүбә итеүебеҙҙе күреп, хаталарыбыҙҙы кисерә һәм уларҙы оноторға ҡарар итә (Зәб. 25:7; 130:3, 4). Ул беҙҙең дә башҡаларҙы ғәфү итеүебеҙҙе теләй (Матф. 6:14; Лука 17:3, 4).

Мейебеҙҙе Йәһүәгә дан килтерер өсөн ҡулланһаҡ, был бүләкте ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ (14-се абзацты ҡарағыҙ.) *

14. Мейебеҙ өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп була?

14 Мейебеҙҙе Йәһүәгә дан килтерер өсөн ҡулланһаҡ, был бүләкте ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ. Ҡайһы берәүҙәр үҙ мейеһен шәхси маҡсаттар өсөн ҡуллана — нимә яманлыҡ, ә нимә яҡшылыҡ икәнен үҙҙәре билдәләй. Әммә беҙҙе Йәһүә барлыҡҡа килтергән, шуға күрә уның яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормалары кешеләрҙекенән күпкә яҡшыраҡ (Рим. 12:1, 2). Беҙ уның нормалары буйынса йәшәгәндә, тормошобоҙ тыныс (Ишағ. 48:17, 18). Өҫтәүенә, беҙ тормоштоң маҡсаты — Барлыҡҡа килтереүсебеҙгә һәм Атабыҙға дан килтереү икәнен аңлайбыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11).

ИЗГЕ ЯҘМА — ҠӘҘЕРЛЕ БҮЛӘК

15. Изге Яҙма Йәһүәнең кешеләргә ҡарата яратыуын нисек сағылдыра?

15 Изге Яҙма — Алланың яратыуҙан сығып биргән бүләге. Күктәге Атабыҙ беҙгә Изге Яҙманы биргән, сөнки ерҙәге балалары хаҡында ныҡ ҡайғырта. Изге Яҙма аша ул иң мөһим һорауҙарыбыҙға яуап бирә. Мәҫәлән, бындай һорауҙарға: беҙ ҡайҙан килеп сыҡҡанбыҙ? Тормоштоң маҡсаты ниндәй? Киләсәктә беҙҙе нимә көтә? Йәһүә бөтә балаларының да был һорауҙарға яуап алыуын теләй, шунлыҡтан быуаттар дауамында ул кешеләрҙе Изге Яҙманы төрлө телдәргә тәржемә итергә дәртләндергән. Бөгөн Изге Яҙма китабы тулыһынса йә өлөшләтә 3 000-дән ашыу телгә тәржемә ителгән! Изге Яҙма — кешелек тарихында иң күп телдәргә тәржемә ителгән һәм иң киң таралған китап. Күпселек кеше, ҡайҙа ғына йәшәһә лә һәм ниндәй генә телдә һөйләшһә лә, Изге Яҙманы туған телендә уҡый ала. (« Изге Яҙма китабының Африка телдәренә тәржемә ителеүе» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

16. Матфей 28:19, 20-нән күренеүенсә, Изге Яҙма өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп була?

16 Изге Яҙма өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы күрһәтергә теләһәк, беҙгә уны көн дә уҡырға, уҡығандарыбыҙ тураһында уйланырға һәм, бар көсөбөҙҙө һалып, белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланырға кәрәк. Бынан тыш, Изге Яҙмалағы хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кешегә еткерергә тырышып та, Аллаға рәхмәтебеҙҙе белдерергә була (Зәб. 1:1—3; Матф. 24:14; Матфей 28:19, 20-не уҡығыҙ).

17. Был мәҡәләлә беҙ Алланың ниндәй бүләктәрен ҡарап сыҡтыҡ, һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

17 Был мәҡәләлә беҙ Алланың бындай бүләктәрен ҡарап сыҡтыҡ: матур Ер планетаһы, иҫ киткес мейе һәм уникаль Изге Яҙма китабы. Әммә Йәһүә шулай уҡ беҙгә күҙгә күренмәгән бүләктәр ҙә биргән. Киләһе мәҡәләнән беҙ улар хаҡында күберәк белербеҙ.

12-СЕ ЙЫР Йәһүә — бөйөк Алла

^ 5 абз. Был мәҡәлә беҙгә Йәһүәнең кешеләргә биргән өс бүләген тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итер. Беҙ шулай уҡ Алланың барлығына шикләнгән кешеләр менән нисек фекер алышып булғанын белербеҙ.

^ 1 абз. Зәбур 40:5: «Ни тиклем күп ғәжәйеп эштәр башҡарҙың һин, эй Йәһүә Аллам, беҙгә ҡарата уй-ниәттәрең шундай күп! Бер кем дә һиңә тиңләшә алмай. Уларҙы һөйләп бирергә тырышҡан булһам да, улар һанап бөтөргөһөҙ күп булыр ине!»

^ 7 абз. Зәбур 115:16: «Күктәр — Йәһүәнеке, ерҙе иһә ул әҙәм улдарына биргән».

^ 13 абз. Зәбур 77:11, 12: «Мин Йәһ башҡарған эштәрҙе иҫемә төшөрөрмөн. Үткәндә ҡылған иҫ киткес эштәреңде хәтеремә төшөрөрмөн. Мин һинең бар эштәрең тураһында уйланырмын, уйҙарым эш-ғәмәлдәрең хаҡында булыр».

^ 67 абз. РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәш, иммигранттарға Алла Һүҙендәге хәҡиҡәттәр тураһында һөйләр өсөн, сит тел өйрәнә.