Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

21-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә һеҙҙе нығытыр

Йәһүә һеҙҙе нығытыр

«Мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен» (2 КОР. 12:10).

73-СӨ ЙЫР Беҙгә ҡыйыулыҡ бир

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Йәһүәнең күп хеҙмәтселәре ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?

ИЛСЕ Павел Тимофейҙы, ә шулай уҡ башҡа мәсихселәрҙе лә үҙ хеҙмәттәрен тулы рәүештә үтәргә дәртләндергән (2 Тим. 4:5). Павелдың был кәңәше буйынса эш итер өсөн, беҙ барыбыҙ ҙа күп көс һалабыҙ, әммә ҡайһы ваҡыт был еңел түгел. Күп кенә ҡәрҙәштәргә вәғәзләр өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк (2 Тим. 4:2). Мәҫәлән, беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән йә хатта тыйылған илдә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ тураһында уйлағыҙ. Уларға хеҙмәттә ҡатнашыр өсөн азатлыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә.

2 Йәһүәнең хеҙмәтселәре, төрлө ауырлыҡтар менән осрашҡанға, төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин. Мәҫәлән, йыш ҡына ҡәрҙәштәргә ғаиләләрен тәьмин итер өсөн күп эшләргә тура килә. Улар күберәк хеҙмәт итергә теләр ине, әммә аҙна аҙағына бөтөнләй хәлдән тая. Башҡалары насар һаулыҡ арҡаһында йә оло йәштә булғанға әҙ хеҙмәт итә, ә ҡайһы берҙәре хатта өйҙән дә сыға алмай. Ә кемдер үҙен һәр ваҡыт булдыҡһыҙ итеп тоя. Яҡын көнсығышта йәшәгән Мария * исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Кире хистәр менән көрәшеү мине шул тиклем йонсота, хатта үҙемде эмоциональ яҡтан көсһөҙ итеп тоям. Һөҙөмтәлә хеҙмәткә ваҡытым да, көсөм дә ҡалмағанға, үҙемде тәнҡитләйем».

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Ауырлыҡтарыбыҙ ниндәй генә булһа ла, Йәһүә беҙгә уларҙы еңеп сығырға һәм шул уҡ ваҡытта тыуған шарттарыбыҙҙа хәлебеҙҙән килгәнсә хеҙмәт итергә көс бирә ала. Йәһүә беҙгә нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығыр алдынан, әйҙәгеҙ, Павел менән Тимофейҙың миҫалдарына иғтибар итәйек. Йәһүә уларға, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ хеҙмәттәрен дауам итергә ярҙам иткән.

ЙӘҺҮӘ БЕҘГӘ ВӘҒӘЗЛӘРГӘ КӨС БИРӘ

4. Павел ниндәй һынауҙарға дусар булған?

4 Павел күп һынауҙарға дусар булған. Уны туҡмағандар, төрмәгә ултыртҡандар һәм хатта үлтерергә лә теләгәндәр (2 Кор. 11:23—25). Шундай саҡтарҙа ул нығытыуға мохтаж булған. Өҫтәүенә, Павел ваҡыт-ваҡыт кире хистәр менән көрәшкән (Рим. 7:18, 19, 24). Шулай уҡ ул тәненә ҡаҙалған «сәнскәк» арҡаһында ғазапланған. Был, күрәһең, һаулығы менән бәйле ауырлыҡ булған. Павел, был ауырлыҡтан ҡотолорға теләп, Йәһүәгә күп тапҡыр доға ҡылған (2 Кор. 12:7, 8).

Нимә ярҙамында Павел үҙ хеҙмәтен дауам итә алған? (5—6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

5. Һынауҙарына ҡарамаҫтан, Павел нимә эшләй алған?

5 Йәһүә Павелға, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәтен дауам итергә көс биргән. Павел нимәгә ирешкәнен ҡарап сығайыҡ. Мәҫәлән, Римда өйҙә һаҡ аҫтында ултырғанда, ул йәһүдтәрҙең башлыҡтарына һәм, күрәһең, юғары дәрәжәле түрәләргә ашҡынып вәғәзләгән (Ғәм. 28:17; Флп. 4:21, 22). Павел шулай уҡ ҡайсар һаҡсыларына һәм янына килеүселәрҙең барыһына ла хәҡиҡәтте һөйләгән (Ғәм. 28:30, 31; Флп. 1:13). Тап шул ваҡытта ул, Алла тарафынан рухландырылып, бер нисә хат яҙған. Ул хаттар һаман да ысын мәсихселәргә ярҙам итә. Бынан тыш, Павелдың үрнәге Римдағы ҡәрҙәштәргә көс өҫтәгән, һәм улар «Алла Һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй» башлаған (Флп. 1:14). Павелдың мөмкинлектәре ҡайһы ваҡыт сикләнгән булһа ла, ул көсөнән килгәндең барыһын эшләгән, һәм уның шарттары «Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа» килтергән (Флп. 1:12).

6. 2 Коринфтарға 12:9, 10 буйынса, Павелға үҙ хеҙмәтен үтәргә нимә ярҙам иткән?

6 Павел хеҙмәттә барыһын үҙ көсө менән түгел, ә Йәһүәнең ярҙамы менән башҡарғанын аңлаған. Ул шулай уҡ беҙ көсһөҙ саҡта Йәһүәнең көсө тағы ла нығыраҡ тәьҫир иткәнен таныған. (2 Коринфтарға 12:9, 10-ды уҡығыҙ.) Йәһүә Павелды, эҙәрләүҙәргә, төрмәлә ултырыуға һәм башҡа һынауҙарға ҡарамаҫтан, үҙ хеҙмәтен тулы рәүештә үтәй алһын өсөн изге рух менән нығытып торған.

Нимә ярҙамында Тимофей үҙ хеҙмәтен дауам итә алған? (7-се абзацты ҡарағыҙ.) *

7. Ниндәй проблемалар Тимофейҙың хеҙмәтен ауырлаштыра алған?

7 Павелдың йәш хеҙмәттәше Тимофей ҙа, үҙ хеҙмәтен башҡарғанда, Алланың көсөнә таянырға тейеш булған. Ул Павел менән оҙайлы миссионер сәйәхәттәрендә ҡатнашҡан. Бынан тыш, Павел уны ҡәрҙәштәрҙе дәртләндерер өсөн йыйылыштарға ебәргән (1 Кор. 4:17). Тимофей үҙен, бәлки, шундай хеҙмәт өсөн яраҡһыҙ тип һанағандыр. Шуға күрә Павел уға: «Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын», — тип яҙған (1 Тим. 4:12). Өҫтәүенә, ул ваҡытта Тимофейҙың да тәненә ҡаҙалған «сәнскәге» булған: ул йыш ауырыған (1 Тим. 5:23). Әммә ул шуны белгән: Йәһүәнең ҡеүәтле изге рухы уға вәғәз эшен башҡарыр өсөн һәм ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн кәрәкле көс бирәсәк (2 Тим. 1:7).

ЙӘҺҮӘ БЕҘГӘ ҺЫНАУҘАРҘА ТОҒРО ҠАЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘ

8. Йәһүә бөгөн үҙ хеҙмәтселәрен нисек итеп нығыта?

8 Йәһүә бөгөн үҙ хеҙмәтселәренә хеҙмәтте тоғро дауам итер өсөн «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирә (2 Кор. 4:7). Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең беҙҙе нисек итеп доға аша, Изге Яҙма, ҡәрҙәштәр һәм хеҙмәт аша нығытҡанын һәм тоғро ҡалырға ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ.

Йәһүә беҙҙе доға аша нығыта (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)

9. Доға беҙгә нисек ярҙам итә?

9 Доға. Ефестарға 6:18-ҙә Павел беҙҙе Аллаға һәр осраҡта доға ҡылырға дәртләндерә. Доғабыҙға яуап итеп, ул беҙгә көс бирәсәк. Боливиянан Джонни исемле ағай-ҡәрҙәш ауыр саҡта быны үҙ тормошонда күргән. Уның ҡатыны һәм атай-әсәһе бер үк ваҡытта ҡаты ауырып киткән. Уларҙың өсөһө хаҡында ҡайғыртыу Джонниға бик ауыр бирелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның әсәһе үлеп киткән, ә ҡатыны менән атаһы оҙаҡ ваҡыт дауамында төҙәлә алмаған. Үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп, Джонни былай ти: «Миңә айырыуса ауыр булғанда, мин Йәһүәгә конкрет үтенестәр менән доға ҡылдым, һәм был һәр ваҡыт ярҙам итте». Йәһүә Джонниға сыҙам булып ҡалыр өсөн кәрәкле көс биргән. Боливиянан Роналд исемле өлкән әсәһенең рак менән ауырығанын белеп ҡалған, ә бер айҙан һуң уның әсәһе үлеп тә киткән. Уға был ҡайғыны кисереп сығырға нимә ярҙам иткән? Ул былай тип әйтә: «Мин Йәһүәгә доға ҡылдым һәм уға күңелемде бушаттым. Мине Йәһүә аңлағандай бер кем дә аңлай алмай, хатта мин үҙем дә». Ҡайһы ваҡыт беҙгә һынауҙы кисереп сыға алмаҫбыҙ кеүек тойола, һәм беҙ нимә тураһында доға ҡылырға белмәҫкә лә мөмкин. Әммә Йәһүә, хатта беҙгә уйҙарыбыҙҙы һәм хистәребеҙҙе әйтеүе ауыр булһа ла, үҙенә мөрәжәғәт итергә саҡыра (Рим. 8:26, 27).

Йәһүә беҙҙе Изге Яҙма аша нығыта (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Еврейҙарға 4:12-нән күренеүенсә, ни өсөн Изге Яҙманы уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу бик мөһим?

10 Изге Яҙма. Павел өсөн Изге Яҙма көс һәм йыуаныс сығанағы булған (Рим. 15:4). Беҙҙең турала ла шуны уҡ әйтеп була. Беҙ Алла Һүҙен уҡығанда һәм уйланғанда, Йәһүә үҙенең рухы менән беҙгә уҡығандарыбыҙҙы нисек яҡшыраҡ ҡулланырға икәнен аңларға ярҙам итә. (Еврейҙарға 4:12-не уҡығыҙ.) Юғарыла иҫкә алынған Роналд былай ти: «Изге Яҙманы һәр кис уҡыу ғәҙәтем миңә бик ярҙам итә. Мин Йәһүәнең сифаттары һәм уның үҙ хеҙмәтселәренә ҡарата ҡайғыртыуы тураһында уйланам. Был миңә көс өҫтәй».

11. Изге Яҙма тол ҡалған апай-ҡәрҙәшкә нисек ярҙам иткән?

11 Алла Һүҙе өҫтөндә уйланыу беҙгә тыуған ауырлыҡтарға дөрөҫ ҡарарға ярҙам итә. Күптән түгел ире үлгән бер апай-ҡәрҙәшкә Изге Яҙма бына нисек ярҙам иткән. Ул юғалтыу хәсрәтен еңеп сыға алһын өсөн, бер өлкән уға Әйүп китабын уҡып сығырға тәҡдим иткән. Апай-ҡәрҙәш был китапты уҡый башлағас, тәүҙә Әйүпте кире фекерҙәре өсөн хөкөм иткән. Үҙенең уйҙарында ул: «Әйүп, тормоштағы насар нәмәләрҙе генә күрергә ярамай!» — тип әйткән. Әммә һуңынан ул үҙенең ҡарашы Әйүптекенә оҡшаш булғанын аңлаған. Был уға тормошонда күп яҡшы нәмәләр ҙә бар икәнен иҫенә төшөргән. Апай-ҡәрҙәшебеҙ күберәк Йәһүә тураһында һәм беҙҙең өмөтөбөҙ тураһында уйлана башлаған. Шундай уйланыу уға юғалтыу ҡайғыһын кисереп сығырға ярҙам иткән.

Йәһүә беҙҙе ҡәрҙәштәр аша нығыта (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Йәһүә беҙҙе ҡәрҙәштәр аша нисек нығыта?

12 Ҡәрҙәштәр. Йәһүә шулай уҡ беҙҙе ҡәрҙәштәр аша нығыта. Илсе Павел имандаштарына былай тип яҙған: «Бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә» (Рим. 1:11, 12). Был мәҡәләлә иҫкә алынған Мария ҡәрҙәштәр менән аралашыуҙы бик ҡәҙерләй. Ул былай ти: «Йәһүә миңә ҡәрҙәштәр аша ярҙам итә, ә улар минең ауырлыҡтарым тураһында хатта белмәҫкә лә мөмкин. Улар тап мин мохтаж булған саҡта, миңә дәртләндергес һүҙҙәр әйтә йә открытка ебәрә. Мин шулай уҡ оҡшаш ауырлыҡтар кисергән апай-ҡәрҙәштәр менән аралашам һәм уларҙың тәжрибәһенән күп нәмәгә өйрәнәм. Өлкәндәр ҙә мине үҙҙәренең һәм ҡәрҙәштәрҙең яратыуына ышандырып тора».

13. Беҙ йыйылыш осрашыуҙарында бер-беребеҙҙе нисек нығыта алабыҙ?

13 Йыйылыш осрашыуҙары беҙгә бер-беребеҙҙе дәртләндерер өсөн яҡшы мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, осрашыу алдынан йә осрашыуҙан һуң һеҙ берәй ҡәрҙәшкә ни өсөн уны яратҡанығыҙҙы һәм ҡәҙерләгәнегеҙҙе әйтә алаһығыҙ. Мәҫәлән, Питер исемле бер өлкән ире хәҡиҡәттә булмаған бер апай-ҡәрҙәшкә былай тигән: «Беҙ һине күреүебеҙгә бик шат! Һинең алты балаң да һәр ваҡыт матур кейенгән һәм осрашыуҙа комментарийҙар бирергә тырыша». Апай-ҡәрҙәшебеҙҙең күҙҙәре йәш менән тулған һәм ул рәхмәттәр әйтеп былай тип яуаплаған: «Мин бөгөн был һүҙҙәргә бик мохтаж инем!»

Йәһүә беҙҙе хеҙмәт аша нығыта (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Хеҙмәт беҙгә нисек ярҙам итә?

14 Хеҙмәт. Тыңлайҙармы беҙҙе юҡмы, кешеләргә хәҡиҡәтте һөйләү беҙгә көс өҫтәй (Ғиб. һүҙ. 11:25). Стейси исемле апай-ҡәрҙәш бының дөрөҫлөгөнә инанған. Уның бер туғаны йыйылыштан сығарылғас, ул ҡайғыһынан урын тапмаған һәм үҙенә йыш ҡына, уға ярҙам итер өсөн барыһын да эшләнем микән, тигән һорау биргән. Стейси башҡа бер нәмә тураһында ла уйлай алмаған. Шул саҡта уны нимә нығытҡан? Хеҙмәттә ҡатнашыу. Вәғәз эше менән мәшғүл булғанда, ул үҙе тураһында түгел, ә башҡаларға нисек ярҙам итеп булғаны тураһында уйлаған. Стейси былай тип бүлешә: «Тап шул ваҡытта Йәһүә миңә Изге Яҙма өйрәнеүе бүләк итте. Өйрәнеүсем рухи яҡтан тиҙ үҫте. Был мине бик нығытты. Хеҙмәт булмаһа, мин нимә эшләр инем!»

15. Марияның һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?

15 Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, шарттарым арҡаһында вәғәздә күп ҡатнаша алмайым, тип уйлай. Әгәр һеҙ ҙә шулай уйлаһағыҙ, онотмағыҙ: хеҙмәттә көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләгәндә, Йәһүә шатлана. Марияның миҫалына ҡайтайыҡ. Ул башҡа телдә һөйләшкән территорияға күсенгәс, хәҙер минең хеҙмәтемдән файҙа әҙ булыр, тип уйлаған. «Тәүҙә Изге Яҙманан аят уҡыу, ҡыҫҡа яуап биреү йә буклет тәҡдим итеү генә ҡулымдан килә ине», — ти Мария. Телде яҡшы белгән ҡәрҙәштәр менән сағыштырып, ул үҙен булдыҡһыҙ итеп тойған. Әммә ваҡыт үтеү менән ул үҙ ҡарашын үҙгәрткән. Мария Йәһүәнең кешеләргә ярҙам итер өсөн, хатта телде яҡшы белмәгән ҡәрҙәштәрҙе лә ҡуллана алғанын аңлаған. Ул былай тип дауам итә: «Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт бик ябай, һәм тап был хәҡиҡәт кешеләрҙең тормоштарын үҙгәртә».

16. Өйҙән сыға алмаған ҡәрҙәштәрҙе нимә нығыта ала?

16 Беҙ насар һаулығыбыҙ арҡаһында, хатта өйҙән сыға алмаһаҡ та, Йәһүә үҙенә хеҙмәт итергә теләгебеҙҙе күрә һәм быны ҡәҙерләй. Ул социаль йә медицина хеҙмәткәрҙәренә шаһитлыҡ бирергә мөмкинлек аса. Әгәр беҙ хәҙерге хеҙмәтебеҙҙе элек булған хеҙмәт менән сағыштырһаҡ, төшөнкөлөккә бирелә алабыҙ. Әммә Йәһүәнең беҙгә ярҙам иткәненә иғтибар итһәк, был беҙҙе нығытыр һәм һәр төрлө һынауҙа шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

17. Вәғәзсе 11:6 буйынса, хеҙмәтебеҙҙең емештәрен күрмәһәк тә, ни өсөн артабан да вәғәзләргә кәрәк?

17 Беҙ сәскән хәҡиҡәт орлоҡтарының ҡайһыһы тамыр ебәреп үҫеп сығырын белмәйбеҙ. (Вәғәзсе 11:6-ны * уҡығыҙ.) Был 80 йәшлек Барбара исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалынан яҡшы күренә. Ул регуляр рәүештә телефон һәм хаттар аша вәғәзләй. Бер тапҡыр ул хат яҙып, үҙе лә белмәйенсә, йыйылыштан сығарылған бер парға ебәргән. Конвертҡа ул 2014 йыл 1 март һанындағы «Күҙәтеү манараһын» һалған, ә шул журналда «Алла һеҙҙең өсөн күп нәмә башҡарған» тигән мәҡәлә булған. Был пар журналды ҡат-ҡат уҡып сыҡҡан. Иренә хатта Йәһүә шәхсән мөрәжәғәт иткән кеүек тойолған. Улар йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған һәм һөҙөмтәлә, егерме ете йыл үткәндән һуң, кире ойошмаға ҡайтҡан. Барбара хаттың ниндәй емештәр килтергәнен белгәс, ныҡ шатланған. Был уны бик нығытҡан.

Йәһүә беҙҙе 1) доға, 2) Изге Яҙма, 3) ҡәрҙәштәр һәм 4) хеҙмәт аша нығыта (9, 10, 12, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

18. Йәһүәнән көс алыр өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

18 Мәҡәләнән күренеүенсә, Йәһүә беҙҙе төрлө ысулдар ҡулланып нығыта ала. Мәҫәлән, доға ҡылыу, Изге Яҙманы уҡыу, ҡәрҙәштәр менән аралашыу һәм хеҙмәттә ҡатнашыу беҙгә көс өҫтәй. Йәһүә биргән нәмәләрҙе ҡулланғанда, беҙ уның ярҙам итергә теләгәненә һәм быны эшләй алғанына ышанғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт күктәге Атабыҙға таянайыҡ. Ул бит «үҙенең көс-ҡеүәтең күңелдәре тулыһынса үҙенә тоғро булғандар файҙаһына» күрһәтә (2 Йыл. 16:9).

61-СЕ ЙЫР Шаһиттар, алға!

^ 5 абз. Беҙ ауыр ваҡыттарҙа йәшәйбеҙ, әммә Йәһүә уларҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең илсе Павелға һәм Тимофейға, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәттәрен дауам итергә нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ. Ә беҙгә Йәһүә ныҡ булып ҡалырға нисек ярҙам итә? Әйҙәгеҙ, дүрт ысулды ҡарап сығайыҡ.

^ 2 абз. Исем үҙгәртелгән.

^ 17 абз. Вәғәзсе 11:6: «Орлоғоңдо иртән дә сәс, кисен дә ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы — быныһымы, тегеһеме үҫеп сығасағын белмәйһең, ә, бәлки, икеһе лә үҫеп сығыр».

^ 54 абз. РӘСЕМДӘ: Павел, Римда өйҙә һаҡ аҫтында булғанда, йыйылыштарға хаттар яҙа һәм үҙенә килгәндәргә вәғәзләй.

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: йыйылыштарға килеп киткәндә, Тимофей ҡәрҙәштәрҙе нығыта.