Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Тәҡүә кешене һис нәмә абындыра алмай

Тәҡүә кешене һис нәмә абындыра алмай

«Ҡануныңды яратыусыларҙың тыныслығы мул, уларҙы һис нәмә абындыра алмай» (ЗӘБ. 119:165).

122-СЕ ЙЫР Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Бер социолог ниндәй һығымтаға килгән, һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

ХӘҘЕРГЕ ваҡытта миллионлаған кеше, Ғайса Мәсихкә ышанабыҙ, тип әйтә, әммә уның өйрәтеүҙәре буйынса йәшәмәй (2 Тим. 4:3, 4). Бер социолог былай тип яҙған: «Әгәр беҙҙең көндәрҙә Ғайса өйрәткән нәмәләргә өйрәткән берәй кеше килһә, уны ике мең йыл элек Ғайсаны кире ҡаҡҡан кеүек кире ҡағырҙар инеме? Моғайын, эйе».

2 Беренсе быуатта күптәр Ғайсаны тыңлаған, уның мөғжизәләрен күргән, әммә уға иман итмәгән. Үткән мәҡәләлә ни өсөн шулай булғанын аңлатҡан дүрт сәбәпте ҡарап сыҡтыҡ. Был мәҡәләлә беҙ тағы дүрт сәбәпкә иғтибар итербеҙ. Бынан тыш, беҙ ни өсөн бөгөн кешеләр Ғайсаның шәкерттәрен тыңламағанын белербеҙ. Шулай уҡ беҙгә иман юғалтмаҫҡа нимә ярҙам итә алғанын күрербеҙ.

1. ҒАЙСА КЕШЕЛӘРҘЕ АЙЫРМАҒАН

Күп кешеләр Ғайсаға ышанмаған, сөнки ул гонаһ ҡылыусылар тип һаналған кешеләр менән ваҡыт үткәргән. Ни өсөн бөгөнгө көндәрҙә шул уҡ сәбәптәр кешеләргә Ғайса артынан барырға ҡамасауларға мөмкин? (3-сө абзацты ҡарағыҙ.) *

3. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға ышанмаған?

3 Ерҙә йәшәгәндә Ғайса төрлө кешеләр менән аралашҡан. Ул бай һәм күренекле кешеләргә ҡунаҡҡа йөрөгән, әммә шулай уҡ ярлыларға һәм кәмһетелгәндәргә күп ваҡыт бүлгән. Бынан тыш, ул «гонаһ ҡылыусылар» тип һаналған кешеләргә шәфҡәтле булған. Бының арҡаһында ғорур кешеләр Ғайсаға ышанмаған. Бер мәл улар уның шәкерттәренән: «Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?» — тип һораған. Быға Ғайса былай тип яуаплаған: «Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк... Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем» (Лука 5:29—32).

4. Йәһүдтәр Ишағыяның пәйғәмбәрлегенән Мәсих тураһында нимә белергә тейеш булған?

4 Изге Яҙмала нимә әйтелә? Ишағыя пәйғәмбәр кешеләрҙең Мәсихте кире ҡағасаҡтарын алдан әйткән булған. Ул Мәсихтең килеүенә тиклем былай тип яҙған: «Шул кешегә кешеләр ерәнеп ҡараны һәм унан ситләште. Уның йөҙө беҙҙән йәшерелгәндәй булды. Уға ерәнеп ҡаранылар, беҙ ҙә уны һанға һуҡманыҡ» (Ишағ. 53:3). Беренсе быуатта йәшәгән йәһүдтәр кешеләрҙең Мәсихте ҡабул итмәйәсәктәрен белгән, шуға күрә был улар өсөн абыныу ташы булырға тейеш булмаған.

5. Күп кешеләр Ғайсаның шәкерттәренә бөгөн нисек ҡарай?

5 Беҙ бөгөн шундай хәл менән осрашабыҙмы? Дин етәкселәре дәрәжәле, бай һәм белемле кешеләрҙе, улар Алланың юғары нормалары буйынса йәшәмәһә лә, үҙ диндәренә теләп ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта улар Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт иткән һәм уның юғары нормалары буйынса йәшәгән кешеләрҙе күрә алмай. Ни өсөн? Сөнки был донъяның ҡарашынан Йәһүәнең хеҙмәтселәре — әһәмиәтһеҙ тип һаналған кешеләр. Павел әйткәнсә, Алла донъяның «кәмһетелгәндәрен һайлап ал[ған]» (1 Кор. 1:26—29). Әммә кешеләр нимә генә әйтһә лә, Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен бик ҡәҙерләй.

6. Ғайса Матфей 11:25, 26-ла нимә тип әйткән, һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?

6 Иманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? (Матфей 11:25, 26-ны уҡығыҙ.) Донъяның Алла хеҙмәтселәренә ҡарата ҡарашы беҙгә тәьҫир итергә тейеш түгел. Шуны онотмағыҙ: Алла үҙ ихтыярын үтәр өсөн баҫалҡы кешеләрҙе генә ҡуллана (Зәб. 138:6). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: донъя ҡарашынан наҙан һәм белемһеҙ тип һаналған кешеләр аша Йәһүә ниндәй эштәр башҡарған!

2. ҒАЙСА ДӨРӨҪ БУЛМАҒАН ҠАРАШТАРҘЫ ФАШ ИТКӘН

7. Ни өсөн Ғайса фарисейҙарҙы ике йөҙлөләр тип атаған, һәм улар был һүҙҙәргә нисек ҡараған?

7 Ғайса Йәһүә хупламаған дини йолаларҙы ҡыйыулыҡ менән фаш иткән. Мәҫәлән, ул фарисейҙарҙың ике йөҙлөлөгөнә иғтибар иткән. Улар өсөн ҡул йыуыу йолаһы ата-әсәләре хаҡында ҡайғыртыуға ҡарағанда мөһимерәк булған (Матф. 15:1—11). Ғайсаның һүҙҙәре, бәлки, уның шәкерттәрен ғәжәпләндергәндер. Улар: «Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме?» — тип һораған. «Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ... Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк», — тип яуаплаған уларға Ғайса (Матф. 15:12—14). Уның һүҙҙәре дин етәкселәренең асыуын сығарһа ла, ул вәғәзләүҙән туҡтамаған.

8. Ғайса Аллаға күп дини тәғлимәттәр оҡшамағанын нисек аңлатҡан?

8 Ғайса шулай уҡ ялған ышаныуҙарҙы ла фаш иткән. Ул бер ваҡытта ла, Алла бөтә дини тәғлимәттәрҙе хуплай, тип әйтмәгән. Киреһенсә, ул, күп кенә кешеләр һәләкәткә алып барған киң юлдан барыр һәм тормошҡа илтеүсе ҡыҫынҡы юлды әҙҙәр генә табыр, тигән (Матф. 7:13, 14). Ул шуны асыҡ итеп аңлатҡан: ҡайһы берәүҙәр Аллаға хеҙмәт итәбеҙ тип әйтһә лә, ысынында, уға хеҙмәт итмәй. Ул былай тип киҫәткән: «Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар. Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ» (Матф. 7:15—20).

Күп кешеләр Ғайсаға ышанмаған, сөнки ул ялған дини өйрәтеүҙәрҙе һәм йолаларҙы фаш иткән. Ни өсөн бөгөнгө көндәрҙә шул уҡ сәбәптәр кешеләргә Ғайса артынан барырға ҡамасауларға мөмкин? (9-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

9. Ғайса фаш иткән ҡайһы бер дини өйрәтеүҙәрҙе әйтеп бирегеҙ.

9 Изге Яҙмала нимә әйтелә? Изге Яҙмалағы бер пәйғәмбәрлектә, Мәсих Йәһүәнең йортона ҡарата ашҡыныу менән янып торасаҡ, тип әйтелгән булған (Зәб. 69:9; Яхъя 2:14—17). Был ашҡыныу Ғайсаны ялған тәғлимәттәрҙе һәм йолаларҙы фаш итергә дәртләндергән. Мәҫәлән, фарисейҙар үлемһеҙ йәнгә ышанған, ә Ғайса, үлгәндәр йоҡо хәлендә, тип өйрәткән (Яхъя 11:11). Саддукейҙар үлгәндәрҙең терелеүенә ышанмаған, ә Ғайса үҙ дуҫын Лазарҙы терелткән (Яхъя 11:43, 44; Ғәм. 23:8). Фарисейҙар, барыһы ла яҙмыш ҡулында һәм уны Алла билдәләй, тип өйрәткән, ә Ғайса, кеше үҙ тормошон һәм Аллаға хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен үҙе һайлай ала, тип әйткән (Матф. 11:28).

10. Ни өсөн беҙҙең өйрәтеүҙәр күп кешеләр өсөн абыныу ташы булып тора?

10 Беҙ бөгөн шундай хәл менән осрашабыҙмы? Эйе. Күптәр беҙҙе тыңларға теләмәй, сөнки беҙ Изге Яҙма ярҙамында ялған тәғлимәттәрҙе фаш итәбеҙ. Дин етәкселәре, Алла насар кешеләрҙе тамуҡта язалай, тип өйрәтә. Шулай итеп улар кешеләрҙе ҡурҡыуҙа тота һәм үҙҙәренә буйһондора. Йәһүә кешеләрҙе ярата, ә беҙ уның хеҙмәтселәре булараҡ, был ялған тәғлимәтте фаш итәбеҙ. Шулай уҡ бөгөнгө диндәр, кешенең үлемһеҙ йәне бар, тип өйрәтә. Беҙ иһә был ялған тәғлимәт мәжүси диндәрҙән килгәнен асыҡлайбыҙ. Әгәр йән ысынлап та үлемһеҙ булһа, ул ваҡытта үленән терелеү кәрәк булмаҫ ине. Күп дини кешеләрҙән айырмалы булараҡ, беҙ яҙмышҡа ышанмайбыҙ һәм, кеше Аллаға хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен үҙе һайлай ала, тип аңлатабыҙ. Дин етәкселәрен был бик ярһыта.

11. Ғайсаның Яхъя 8:45—47-лә яҙылған һүҙҙәренән күренеүенсә, Алла үҙ хеҙмәтселәренән нимә талап итә?

11 Иманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? Әгәр хәҡиҡәтте яратһаҡ, беҙ Алланың һүҙҙәренә ышанырға һәм уларҙы үтәргә тейеш. (Яхъя 8:45—47-не уҡығыҙ.) Хәҡиҡәтте ҡәҙерләмәгән Шайтандан айырмалы булараҡ, беҙ хәҡиҡәттә ныҡ торабыҙ һәм үҙ ҡараштарыбыҙҙан баш тартмайбыҙ (Яхъя 8:44). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренән яуызлыҡҡа ерәнеп ҡарауҙарын һәм яҡшылыҡты яратыуҙарын талап итә. Ғайса тап шулай эшләгән дә (Рим. 12:9; Евр. 1:9).

3. ҒАЙСАНЫ ЭҘӘРЛӘГӘНДӘР

Күп кешеләр Ғайсаға ышанмаған, сөнки уны бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергәндәр. Ни өсөн бөгөнгө көндәрҙә шул уҡ сәбәптәр кешеләргә Ғайса артынан барырға ҡамасауларға мөмкин? (12-се абзацты ҡарағыҙ.) *

12. Ни өсөн күп йәһүдтәр Ғайсаның бағанала үлтерелгәне арҡаһында уға иман итмәгән?

12 Ғайсаның көндәрендә йәһүдтәр өсөн тағы нимә абыныу ташы булған? Павел былай тигән: «Беҙ иһә бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерелгән Мәсих тураһында вәғәзләйбеҙ, был — йәһүдтәр өсөн абыныу ташы» (1 Кор. 1:23, ЯДТ). Күп йәһүдтәр Ғайсаға ышанырға теләмәгән, сөнки ул бағанаға ҡаҙаҡланған булған. Бының арҡаһында улар Ғайсаны Мәсих итеп түгел, ә енәйәтсе һәм гонаһ ҡылыусы итеп һанаған (Ҡан. 21:22, 23).

13. Ғайсаны Мәсих итеп ҡабул итмәгән йәһүдтәр нимәгә ышанырға теләмәгән?

13 Ғайсаны Мәсих итеп ҡабул итмәгән йәһүдтәр уның бер ниндәй енәйәт ҡылмағанына һәм уға ҡаршы әйткән ғәйепләүҙәр ялған булғанына ышанырға теләмәгән. Ғайсаны хөкөм иткән суд әҙәм көлкөһө булған. Йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһе ашығыс рәүештә йыйылған һәм суд эштәрен бөтөнләй дөрөҫ башҡармаған (Лука 22:54; Яхъя 18:24). Барыһына ла бер тигеҙ ҡарау һәм ғәйепләүҙәрҙе тыңлау урынына, хөкөмсөләр «Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ» үҙҙәре эҙләгән. Быны эшләй алмағас, баш рухани, судтың ғәҙел нормаларын боҙоп, Ғайсаны үҙ-үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ бирергә этәргән (Матф. 26:59; Марк 14:55—64). Ә Ғайса терелгәс, был ғәҙелһеҙ хөкөмсөләр, Ғайса ятҡан ҡәберҙе һаҡлаған «ғәскәриҙәргә күп итеп аҡса» биреп, «шәкерттәре килеп Уның кәүҙәһен урлап алып киткән» тип алдарға ҡушҡан (Матф. 28:11—15).

14. Изге Яҙмала Мәсихтең үлеме тураһында ниндәй пәйғәмбәрлек яҙылған?

14 Изге Яҙмала нимә әйтелә? Ғайса көндәрендәге күп йәһүдтәр Мәсихкә үлергә кәрәк булыр тип уйламағандыр. Әммә бер пәйғәмбәрлектә нимә әйтелгәненә иғтибар итегеҙ: «Ул үҙ йәнен үлемгә бирҙе һәм енәйәтселәр иҫәбенә индерелде. Ул күп кешеләрҙең гонаһын күтәреп барҙы һәм енәйәтселәрҙе яҡланы» (Ишағ. 53:12). Шуға күрә, Ғайсаны енәйәтсе һымаҡ үлем язаһына тарттырһалар ҙа, йәһүдтәрҙең уны Мәсих итеп танымаҫ өсөн сәбәптәре булмаған.

15. Ниндәй ғәйепләүҙәр арҡаһында ҡайһы берәүҙәр Йәһүә шаһиттарына ышанмай?

15 Беҙ бөгөн шундай хәл менән осрашабыҙмы? Әлбиттә! Ғайсаға яла яҡҡандар һәм уны ғәҙелһеҙ хөкөм иткәндәр, һәм Йәһүә шаһиттары ла шундай уҡ ғәҙелһеҙлек менән осраша. Бер нисә миҫалға иғтибар итәйек. 1930—40-сы йылдарҙа Ҡушма Штаттарҙа ҡәрҙәштәр, Аллаға ғибәҙәт ҡылыу хоҡуғын яҡлар өсөн, күп тапҡыр судтарға мөрәжәғәт иткән. Ҡайһы бер хөкөмсөләр Йәһүә шаһиттарына кире ҡараштарын хатта йәшермәгәндәр ҙә. Ә Канаданың Квебек провинцияһында католик сиркәүе, хөкүмәт менән берләшеп, эшмәкәрлегебеҙҙе туҡтатырға тырышҡан. Ҡәрҙәштәрҙе кешеләр менән Алла Батшалығы тураһында һөйләшкәндәре өсөн генә төрмәгә ташлағандар. Нацистар Германияһында күп йәш ағай-ҡәрҙәштәрҙе язалап үлтергәндәр. Ә һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙәге судтар Йәһүә шаһиттарын, кешеләр менән Изге Яҙма тураһында һөйләшкәнгә, ғәйепле тип таба һәм төрмәгә ултырта. Ундай һөйләшеүҙәр экстремистик эшмәкәрлек тип һанала. Хатта урыҫ телендәге «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» тыйылған һәм экстремистик баҫма булып һанала, сөнки унда Алланың исеме ҡулланыла.

16. 1 Яхъя 4:1 буйынса, ни өсөн Йәһүәнең халҡы тураһындағы ялған хәбәрҙәр беҙҙе алдарға тейеш түгел?

16 Иманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? Факттарҙы белегеҙ. Үҙенең тауҙағы вәғәзендә Ғайса тыңлаусыларын: «Кешеләр... һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйлә[р]», — тип киҫәткән (Матф. 5:11). Шул ялғандың сығанағы — Шайтан Иблис. Ул дошмандарыбыҙҙы беҙҙең исемгә тап төшөрөргә этәрә (Асыл. 12:9, 10). Беҙ ҡаршы килеүселәр әйткән ялғанды кире ҡағырға тейеш. Ялған хәбәрҙәргә үҙебеҙҙе ҡурҡытырға йәки иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға бирмәйек. (1 Яхъя 4:1-ҙе уҡығыҙ.)

4. ҒАЙСАҒА ХЫЯНАТ ИТӘЛӘР ҺӘМ УНЫ ТАШЛАП КИТӘЛӘР

Күп кешеләр Ғайсаға ышанмаған, сөнки Йәһүҙә уны һатҡан. Ни өсөн бөгөнгө көндәрҙә шул уҡ сәбәптәр кешеләргә Ғайса артынан барырға ҡамасауларға мөмкин? (17, 18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

17. Ғайсаның үлеме алдынан булған ваҡиғалар ҡайһы берәүҙәргә нисек тәьҫир итә алған?

17 Ғайсаның үлеменә тиклем әҙ генә ваҡыт ҡалғанда, илселәренең береһе уға хыянат итә. Тағы бер илсеһе Ғайсанан өс тапҡыр ваз кисә, ә ҡалғандары уны ташлап китә (Матф. 26:14—16, 47, 56, 75). Ғайса быға ғәжәпләнмәгән, ул хатта бының хаҡында алдан әйткән булған (Яхъя 6:64; 13:21, 26, 38; 16:32). Был ваҡиғалар ҡайһы берҙәрен абындыра алғандыр. Улар, бәлки, былайыраҡ уйлаған: «Әгәр Ғайсаның илселәре үҙҙәрен шулай тота икән, минең улар менән бергә булғым килмәй!»

18. Үлеме алдынан Ғайсала ниндәй пәйғәмбәрлектәр үтәлгән?

18 Изге Яҙмала нимә әйтелә? Быға тиклем бер нисә йөҙ йыл алдан Йәһүә үҙ Һүҙендә, Мәсихте 30 көмөш тәңкәгә һатырҙар, тип пәйғәмбәрлек иткән (Зәк. 11:12, 13). Изге Яҙмала шулай уҡ, Ғайсаға яҡын дуҫтарының береһе хыянат итәсәк, тип әйтелгән булған (Зәб. 41:9). Бынан тыш, Зәкәриә пәйғәмбәр: «Көтөүсене һәләк ит, һәм көтөү таралһын», — тип яҙған (Зәк. 13:7). Шуға күрә эскерһеҙ кешеләр, Ғайса менән нимә булғанын күреп, уны кире ҡағырға тейеш булмаған. Киреһенсә, Ғайса Мәсихтә пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлгәнен күреү уларҙың имандарын нығытырға тейеш булған.

19. Эскерһеҙ кешеләр нимәне аңлай?

19 Беҙ бөгөн шундай хәл менән осрашабыҙмы? Эйе. Беҙҙең көндәрҙә лә ҡайһы бер күренекле Йәһүә шаһиттары, хәҡиҡәтте ҡалдырып, мөртәттәр булып киткән һәм башҡаларҙы ла үҙҙәре артынан алып китергә тырышҡан. Улар киң мәғлүмәт саралары һәм интернет аша Йәһүә шаһиттары тураһында насар хәбәрҙәр һәм өлөшләтә генә дөрөҫ булған мәғлүмәт тарата йә асыҡтан-асыҡ алдай. Әммә эскерһеҙ кешеләрҙе был абындырмай. Киреһенсә, быларҙы күреп, улар Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлгәнен аңлай (Матф. 24:24; 2 Пет. 2:18—22).

20. Хәҡиҡәтте ҡалдырған кешеләр арҡаһында иманыбыҙҙы юғалтмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер? (2 Тимофейға 4:4, 5).

20 Иманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? Беҙгә Изге Яҙманы даими рәүештә уҡырға, доға ҡылырға һәм Йәһүә тапшырған эштә әүҙем ҡатнашырға кәрәк. (2 Тимофейға 4:4, 5-те уҡығыҙ.) Иманыбыҙ ныҡ булһа, Йәһүә шаһиттары тураһында таратылған ялған хәбәрҙәр беҙҙе ҡурҡытмаҫ (Ишағ. 28:16). Йәһүәгә, уның Һүҙенә һәм ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыу хәҡиҡәтте ҡалдырған кешеләр арҡаһында иманыбыҙҙы юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

21. Күпселек кеше беҙҙең хәбәребеҙҙе тыңларға теләмәһә лә, беҙ ниндәй ҡараш һаҡлайбыҙ?

21 Беренсе быуатта күптәр Ғайсаға ышанырға теләмәгән, әммә уға ышанғандар ҙа күп булған. Мәҫәлән, Юғары кәңәшмәнең, кәм тигәндә, бер ағзаһы һәм руханиҙарҙың бик күптәре уға ышанған (Ғәм. 6:7; Матф. 27:57—60; Марк 15:43). Шуның шикелле, бөгөн дә миллионлаған кеше Ғайса артынан эйәрә, сөнки улар Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе белә һәм ярата. Алла Һүҙендә былай тип яҙылған: «Ҡануныңды яратыусыларҙың тыныслығы мул, уларҙы һис нәмә абындыра алмай» (Зәб. 119:165).

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

^ 5 абз. Үткән мәҡәләлә беҙ ни өсөн кешеләр Ғайсаны һәм уның бөгөнгө хеҙмәтселәрен тыңламағанын ҡарап сыҡтыҡ. Был мәҡәләлә беҙ тағы дүрт сәбәпкә иғтибар итербеҙ. Беҙ шулай уҡ Йәһүәне яратҡан кешеләргә имандарын һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итә алғанын күрербеҙ.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса Матфей һәм башҡа һалым йыйыусылар менән бергә ашай.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса ғибәҙәтхананан һатыусыларҙы ҡыуып сығара.

^ 64 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайсаға яфаланыу бағанаһын күтәреп барырға ҡушалар.

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: Йәһүҙә Ғайсаны үбеп уға хыянат итә.