Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

20-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Хеҙмәткә ыңғай ҡараш һаҡлағыҙ

Хеҙмәткә ыңғай ҡараш һаҡлағыҙ

«Орлоғоңдо иртән дә сәс, кисен дә ҡулыңа ял бирмә» (ВӘҒ. 11:6).

70-СЕ ЙЫР Лайыҡлы кешеләрҙе эҙләгеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Ғайса күккә күтәрелгәндән һуң, уның шәкерттәре Иерусалимда һәм башҡа урындарҙа ашҡынып вәғәзләгән (1-се абзацты ҡарағыҙ.)

1. Ғайса үҙенең шәкерттәренә ниндәй үрнәк ҡалдырған, һәм улар нимә эшләгән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ҒАЙСА ерҙә йәшәгәндә вәғәз эшенә үҙе лә ыңғай ҡараш һаҡлаған һәм шәкерттәренең дә вәғәз эшендә шатлыҡлы булып ҡалыуҙарын теләгән (Яхъя 4:35, 36). Ғайса үҙ шәкерттәре менән булғанда, улар хеҙмәттә янып торған (Лука 10:1, 5—11, 17). Әммә Ғайса ҡулға алынып үлтерелгәндән һуң, уларҙың дәрте һүрелгән (Яхъя 16:32). Шуға күрә терелгәс, Ғайса уларҙы үҙ иғтибарҙарын вәғәз эшенә тупларға өндәгән. Ул күккә күтәрелгәндән һуң, уның шәкерттәре шул тиклем ашҡынып вәғәзләгән, хатта дошмандары асыуҙарынан ярһып: «Һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Иерусалимға тараттығыҙ», — тип әйткән (Ғәм. 5:28).

2. Йәһүә вәғәз эшен нисек фатихалаған?

2 Беренсе мәсихселәрҙең вәғәз эше менән Ғайса етәкселек иткән, ә Йәһүә уларҙы фатихалап торған. Бының ярҙамында һөйөнөслө хәбәрҙе күп кешеләр ҡабул иткән. Мәҫәлән, б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында яҡынса 3 000 кеше һыуға сумдырылған (Ғәм. 2:41). Унан һуң да шәкерттәрҙең һаны үҫә барған (Ғәм. 6:7). Әммә Ғайса, һуңғы көндәрҙә вәғәз эше тағы ла киңерәк ҡолас алыр, тип пәйғәмбәрлек иткән булған (Яхъя 14:12; Ғәм. 1:8).

3, 4. Ни өсөн ҡайһы бер илдәрҙә вәғәзләүе ҡыйыныраҡ? Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Беҙ бөтәбеҙ ҙә хеҙмәткә ыңғай ҡараш һаҡларға тырышабыҙ. Ҡайһы бер илдәрҙә был ауыр түгел, сөнки Изге Яҙма менән ҡыҙыҡһынған кешеләр шул тиклем күп, хатта уларға, өйрәнеү башлар өсөн, үҙ сиратын көтөргә тура килә. Әммә башҡа илдәрҙә вәғәзләүе еңел түгел, сөнки кешеләрҙе өйҙә тотоуы ауыр, ә өйҙә булғандары Изге Яҙма менән әллә ни ҡыҙыҡһынмай.

4 Әгәр һеҙ вәғәзләүе ауыр булған территорияла хеҙмәт итһәгеҙ, был мәҡәләләге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер. Беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кешегә еткерергә тырышҡан ҡәрҙәштәрҙең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ. Бынан тыш, кешеләр хәҡиҡәтте тыңлаймы, юҡмы икәненә ҡарамаҫтан, нисек шатлыҡлы булып ҡалыуы тураһында белербеҙ.

КЕШЕЛӘРҘЕ ӨЙҘӘ ОСРАТЫУЫ АУЫР БУЛҺА, ШАТЛЫҠ ЮҒАЛТМАҒЫҘ

5. Күп ҡәрҙәштәр ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?

5 Йыш ҡына кешеләрҙе өйҙә осратыуы еңел түгел. Мәҫәлән, ҡайһы бер вәғәзселәргә күп фатирлы йорттарға һәм һаҡлана торған йәшәү комплекстарына кереүе бик ауыр. Ундай йорттарҙа йыш ҡына вахтер йә һаҡсы ултыра, һәм улар, ғәҙәттә, хужалар рөхсәт итмәһә, бер кешене лә керетмәй. Башҡа вәғәзселәр иһә өйҙән-өйгә иркен йөрөп вәғәзләй ала, әммә кешеләрҙе өйҙә һирәк осрата. Ҡайһы бер территорияла ҡәрҙәштәргә берәйһе менән һөйләшер өсөн ҙур аралар үтергә тура килә, ә ул кеше өйҙә булмаҫҡа ла мөмкин. Беҙҙең дә вәғәздә оҡшаш ауырлыҡтар булһа, бирешмәйек. Уларҙы еңергә һәм хеҙмәттә уңышлы булырға нимә ярҙам итер?

6. Вәғәзселәр балыҡсыларға нимә менән оҡшаш?

6 Ғайса вәғәз эшен балыҡ тотоу менән сағыштырған (Марк 1:17). Ҡайһы ваҡыт балыҡсы бер нисә көн дауамында бер балыҡ та тота алмай, әммә ул бирешмәй. Уңышлы булыр өсөн ул ваҡытын, урынын һәм балыҡ тотоу ысулын алмаштыра. Беҙ ҙә вәғәздә балыҡ тотоусы һымаҡ эш итә алабыҙ. Бер нисә кәңәшкә иғтибар итәйек.

Кешеләрҙе өйҙә осратыуы ауыр булған территорияла хеҙмәт иткәндә төрлө ваҡытта, төрлө урындарҙа һәм төрлө ысулдар менән вәғәзләргә тырышығыҙ (7—10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

7. Төрлө ваҡытта вәғәзләү ниндәй емештәр килтерә?

7 Төрлө ваҡытта вәғәзләгеҙ. Күпселек кеше өйҙә булған ваҡытта вәғәзләргә тырышһаҡ, беҙ күберәк кешеләрҙе осратырбыҙ. Улар бит барыбер иртәме-һуңмы өйҙәренә ҡайтырға тейеш! Күп кенә ҡәрҙәштәр көндөҙ йә кискә табан вәғәзләй, сөнки тап шул ваҡыттарҙа күберәк кешеләрҙе осратып була. Ул ваҡытта кешеләр әллә ни ашыҡмай һәм теләберәк һөйләшә. Һеҙгә, бәлки, Дэвид исемле өлкән ҡулланған ысул оҡшар. Ул, хеҙмәттәше менән вәғәзләгәндә, хужаһы өйҙә булмаған фатирҙарға бер-ике сәғәттән һуң ҡабат килә. Дэвид былай тип бүлешә: «Иҫ китерлек! Икенсе килеүҙә беҙ бик күп кешеләрҙе өйҙә осратабыҙ!» *

Кешеләрҙе өйҙә осратыуы ауыр булған территорияла хеҙмәт иткәндә төрлө ваҡытта вәғәзләргә тырышығыҙ (7—8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8. Вәғәзсе 11:6-ла яҙылған һүҙҙәрҙе хеҙмәткә нисек ҡулланып була?

8 Беҙ бирешергә тейеш түгел. Мәҡәләнең төп аяты тап шуға баҫым яһай ҙа. (Вәғәзсе 11:6-ны * уҡығыҙ.) Дэвид нәҡ шундай ҡараш менән хеҙмәт итә лә. Бер ваҡыт уның менән шундай осраҡ булған: бер йортта Дэвид хужаларҙы бер нисек тә осрата алмаған, әммә ул бирешмәгән. Һәм, ниһайәт, бер көндө Дэвид фатирҙың хужаһын өйҙә осратҡан. Был ир кешегә Изге Яҙма тураһында һөйләшеүе бик оҡшаған, һәм ул былай тип әйткән: «Мин бында һигеҙ йыл тиерлек йәшәйем, әммә Йәһүә шаһиттары менән беренсе тапҡыр һөйләшәм!» Дэвид бындай һығымтаға килгән: «Мин шуға иғтибар иттем: әгәр беҙ, күп тырышлыҡтар һалып, ниһайәт, кешеләрҙе осратабыҙ икән, улар, ғәҙәттә, хәҡиҡәтте теләп тыңлай».

Кешеләрҙе өйҙә осратыуы ауыр булған территорияла хеҙмәт иткәндә төрлө урындарҙа вәғәзләргә тырышығыҙ (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)

9. Өйҙә осратыуы ауыр булған кешеләр менән һөйләшер өсөн ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары нимә эшләгән?

9 Төрлө урындарҙа вәғәзләгеҙ. Өйҙә булмаған кешеләрҙе осратыр өсөн ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары төрлө урындарҙа вәғәзләй. Мәҫәлән, ҡайһы бер йорттарҙа вәғәзләргә рөхсәт ителмәй. Ул кешеләр менән урамда йәки күсмә стендтар менән вәғәзләгәндә һөйләшеп була. Шулай уҡ күп кенә ҡәрҙәштәр кешеләрҙең паркта, баҙарҙа йә эш урындарында теләберәк һөйләшкәненә һәм әҙәбиәт алғанына иғтибар иткән. Боливиянан Флойран исемле район күҙәтеүсеһе былай тип һөйләй: «Беҙ баҙарҙарҙа һәм магазиндарҙа көндөҙгө сәғәт берҙән өскә тиклем вәғәзләйбеҙ. Ул ваҡытта һатыусыларҙың эштәре әлә ни күп түгел. Һөҙөмтәлә беҙ улар менән яҡшы итеп һөйләшә алабыҙ һәм хатта Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен башлайбыҙ».

Кешеләрҙе өйҙә осратыуы ауыр булған территорияла хеҙмәт иткәндә төрлө ысулдар менән вәғәзләргә тырышығыҙ (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Вәғәздә тағы ниндәй ысулдар ҡулланып була?

10 Төрлө ысулдар ҡулланып вәғәзләгеҙ. Мәҫәлән, һеҙ кешене өйҙә осратыр өсөн күп тырышлыҡтар һалдығыҙ, ти. Һеҙ төрлө ваҡытта килергә тырыштығыҙ, әммә бер нәмә лә килеп сыҡманы. Ул кешегә шаһитлыҡ бирер өсөн, башҡа мөмкинлектәр бармы? Катарина былай ти: «Мин өйҙә осрата алмаған кешеләргә хаттар ҡалдырам һәм шул хаттарҙа уларға нимә һөйләргә теләгәнемде яҙам». Бынан нимәгә өйрәнеп була? Участкала вәғәзләгәндә, һәр кешегә шаһитлыҡ бирер өсөн, төрлө ысулдар ҡулланығыҙ.

КЕШЕЛӘРҘЕҢ ВАЙЫМҺЫҘЛЫҒЫ ШАТЛЫҒЫҒЫҘҘЫ УРЛАМАҺЫН

11. Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр беҙҙең хәбәргә вайымһыҙ?

11 Ҡайһы бер кешеләр беҙҙең хәбәргә битараф ҡала. Уларға Алла ла, Изге Яҙма ла кәрәкмәй. Донъяла ғазаптар күп булғанға, улар Аллаға ышанмай. Улар Изге Яҙма менән ҡыҙыҡһынмай, сөнки Изге Яҙманың нормалары буйынса йәшәйбеҙ тип әйткән дин әһелдәренең ике йөҙлөлөгөн күрә. Ә башҡалар эш, ғаилә йәки үҙҙәренең проблемалары менән ныҡ мәшғүл һәм Изге Яҙма уларға ярҙам итә алмай тип уйлай. Кешеләр беҙ вәғәзләгән хәбәрҙе ҡәҙерләмәгәндә, нисек шатлыҡ юғалтмаҫҡа?

12. Филиптарға 2:4-тә яҙылған һүҙҙәр беҙгә нисек хеҙмәттә ярҙам итә?

12 Кешеләр менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынығыҙ. Элек һөйөнөслө хәбәргә битараф булған күп кенә кешеләр, беҙҙең улар менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы күреп, уны ҡабул итә. (Филиптарға 2:4-те уҡығыҙ.) Юғарыла иҫкә алынған Дэвид былай ти: «Әгәр беҙ вәғәздә кеше менән һөйләшеү башлағас, ул беҙгә: „Был миңә ҡыҙыҡ түгел“, — тип әйтһә, беҙ шунда уҡ Изге Яҙманы һәм әҙәбиәтебеҙҙе сумкаға кире һалабыҙ ҙа: „Әйтә алаһығыҙмы, ни өсөн был һеҙгә ҡыҙыҡ түгел?“ — тип һорайбыҙ». Кешеләр беҙҙең эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы тоя. Улар беҙҙең әйткән һүҙҙәребеҙҙе оноторға ла мөмкин, әммә беҙ ҡалдырған тәьҫоратты, моғайын, онотмаҫ. Кеше беҙгә бер нәмә лә әйтергә бирмәһә лә, беҙҙең игелекле тәртибебеҙ уға ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙе күрһәтер.

13. Хәбәребеҙҙе кешеләрҙең ихтыяждарына нисек итеп яраҡлаштырып була?

13 Хәбәребеҙҙе кешеләрҙең ихтыяждарына яраҡлаштырһаҡ, был уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы күрһәтер. Мәҫәлән, һеҙ өйҙә бала бар икәнен күрәһегеҙ, ти. Шул саҡта балаларҙы тәрбиәләргә һәм ғаиләне бәхетлерәк итергә ярҙам иткән Изге Яҙмалағы кәңәштәр менән бүлешеп була. Йәки һеҙ ишектең бер нисә йоҙаҡҡа бикләнгәненә иғтибар иттегеҙ, ти. Шул саҡта кеше менән күптәрҙең енәйәтселек арҡаһында ҡурҡып йәшәгәне һәм оҙаҡламай был проблема хәл ителәсәге хаҡында һөйләшеп була. Кеше менән ниндәй генә темаға һөйләшһәгеҙ ҙә, Изге Яҙма уға ярҙам итә алғанын күрһәтегеҙ. Юғарыла иҫкә алынған Катарина былай ти: «Хәҡиҡәт минең тормошомдо нисек итеп яҡшы яҡҡа үҙгәрткәнен һәр ваҡыт иҫемә төшөрөп торам». Был Катаринаға инанғанлыҡ менән вәғәзләргә ярҙам итә, һәм кешеләр быны күрмәй ҡалмай.

14. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17 буйынса, хеҙмәттәштәр бер-береһенә нисек ярҙам итә ала?

14 Ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын ҡабул итегеҙ. Илсе Павел Тимофейға нисек вәғәзләргә һәм кешеләрҙе нисек өйрәтергә икәнен аңлатҡан. Ул шулай уҡ Тимофейҙы был белемдәрҙе башҡа мәсихселәргә ярҙам итер өсөн ҡулланырға дәртләндергән (1 Кор. 4:17). Беҙ ҙә Тимофей һымаҡ тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙән өйрәнә алабыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17-не * уҡығыҙ.) Шон исеме ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Күпмелер ваҡыт ул ауылдарҙа пионер булып хеҙмәт иткән. Унда йәшәгән кешеләр үҙ диндәре менән ҡәнәғәт булған һәм хәҡиҡәтте әллә ни тыңламаған. Уға шатлығын юғалтмаҫҡа нимә ярҙам иткән? «Мин ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итер өсөн һәр мөмкинлекте ҡулландым, — тип әйтә Шон. — Өйҙән-өйгә вәғәзләгәндә, юлда барған ваҡытыбыҙҙы өйрәтеү оҫталығыбыҙҙы яҡшыртыр өсөн ҡулландыҡ. Мәҫәлән, беҙ, кеше менән булған һөйләшеүҙе иҫкә төшөрөп, тағы шундай осраҡ булһа, уны нисек яҡшыртып була икәне тураһында фекер алыштыҡ».

15. Ни өсөн доға вәғәз эшендә мөһим роль уйнай?

15 Йәһүәгә ярҙам һорап доға ҡылығыҙ. Вәғәзгә барған һайын быны эшләгеҙ. Йәһүәнең изге рухы ярҙам итмәһә, уңышҡа өмөтләнеп булмай (Зәб. 127:1; Лука 11:13). Йәһүәгә доға ҡылғанда, теләктәрегеҙҙе асыҡ итеп белдерегеҙ. Мәҫәлән, хәҡиҡәтте белергә теләгән һәм тыңларға әҙер булған кешегә мине йүнәлт, тип доға ҡылығыҙ, ә шунан доға буйынса эш итегеҙ: осраған һәр кешегә вәғәзләгеҙ.

16. Хеҙмәттә уңышлы булыр өсөн ни өсөн яҡшы шәхси өйрәнеү кәрәк?

16 Шәхси өйрәнеүгә ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ. Изге Яҙма беҙҙе «Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡла[рға]» дәртләндерә (Рим. 12:2). Хәҡиҡәтте тапҡаныбыҙға ныҡ инанған булһаҡ, беҙ хеҙмәттә лә инанғанлыҡ менән һөйләрбеҙ. Катарина былай тип әйтә: «Күпмелер ваҡыт элек мин Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәргә иманымды нығытырға кәрәклеген аңланым. Шуға күрә мин иғтибар менән Барлыҡҡа килтереүсенең барлығына, Изге Яҙманың Алла Һүҙе булғанына һәм Йәһүәнең ойошмаһы бар икәненә дәлилдәрҙе тикшерҙем». Шәхси өйрәнеү ярҙамында Катарина иманын нығытҡан һәм хеҙмәт уға күберәк шатлыҡ килтерә башлаған.

НИ ӨСӨН ХЕҘМӘТТӘ ЫҢҒАЙ ҠАРАШ ҺАҠЛАУ МӨҺИМ?

17. Ни өсөн Ғайса хеҙмәттә ыңғай ҡараш һаҡлаған?

17 Ҡайһы берәүҙәр һөйөнөслө хәбәргә битараф булһа ла, Ғайса ыңғай ҡараш һаҡлаған һәм вәғәзләүҙән туҡтамаған. Уға нимә ярҙам иткән? Ул бөтә кешеләргә лә хәҡиҡәтте белергә кәрәк икәнен аңлаған һәм мөмкин тиклем күберәк кешегә Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә тырышҡан. Ғайса ҡайһы берәүҙәрҙең һөйөнөслө хәбәргә тәүҙә вайымһыҙ булырын, ә һуңынан хәҡиҡәтте ҡабул итерен белгән. Уның туғандарын иҫкә төшөрөгөҙ. Ғайсаның ерҙәге өс йыл ярым хеҙмәте дауамында бер туғаны ла уның шәкерте булып китмәгән (Яхъя 7:5). Әммә ул терелгәндән һуң, улар мәсихсе булып киткән (Ғәм. 1:14).

18. Ни өсөн беҙ вәғәзләүебеҙҙе дауам итәбеҙ?

18 Хәҡиҡәтте һөҙөмтәлә кем ҡабул итерен беҙ белмәйбеҙ. Ҡайһы берәүҙәргә башҡаларға ҡарағанда бының өсөн күберәк ваҡыт кәрәк. Хатта беҙҙе тыңларға теләмәгән кешеләр, беҙҙең яҡшы тәртибебеҙҙе һәм ыңғай ҡарашыбыҙҙы күреп, ваҡыт үтеү менән Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып китә ала (1 Пет. 2:12).

19. 1 Коринфтарға 3:6, 7 буйынса, ниндәй мөһим хәҡиҡәтте беҙ иҫтә тоторға тейеш?

19 Әйҙәгеҙ, шуны онотмайыҡ: беҙ сәсәбеҙ, һыу һибәбеҙ, ә үҫтереүен — Алла үҫтерә. (1 Коринфтарға 3:6, 7-не уҡығыҙ.) Эфиопияла хеҙмәт иткән Гетахун исемле ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Һирәк эшкәртелгән территорияла 20 йылдан ашыу мин бер үҙем генә Йәһүә шаһиты булдым, ә хәҙер бында 14 вәғәзсе бар. Уларҙың 13-ө һыуға сумдырылған, шул иҫәптән минең ҡатыным һәм өс балам. Ә йыйылыш осрашыуҙарына уртаса 32 кеше килә». Гетахун вәғәзләүҙән туҡтамағанына һәм Йәһүәнең эскерһеҙ кешеләрҙе үҙ ойошмаһына йәлеп иткәнен түҙемлек менән көткәненә бик шат (Яхъя 6:44).

20. Беҙҙең хеҙмәтебеҙ ҡотҡарыу эшенә нимә менән оҡшаш?

20 Йәһүә өсөн һәр кешенең ғүмере бик ҡиммәтле. Ул беҙгә ҙур хөрмәт күрһәткән: беҙ уның Улы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм был донъя үҙ ахырына килгәнсе бөтә халыҡтарҙан кешеләрҙе йыябыҙ (Агг. 2:7). Хеҙмәтебеҙҙе — ҡотҡарыу эше менән, ә беҙҙе емеректәр аҫтында ҡалғандарҙы сығарған ҡотҡарыусылар менән сағыштырып була. Һәр ҡотҡарыусы тере ҡалғандарҙы тапмаһа ла, уларҙың бергәләп һалған тырышлыҡтары бик мөһим. Беҙҙең хеҙмәтебеҙ тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Беҙ Шайтан донъяһынан күпме кешене ҡотҡара алырыбыҙҙы белмәйбеҙ, әммә Йәһүә уларға ярҙам итер өсөн һәр беребеҙҙе ҡуллана ала. Боливияла йәшәгән Андреас исемле ҡәрҙәшебеҙ бына нимә ти: «Кеше хәҡиҡәтте белеп һыуға сумдырылһа, был бергәләп һалған тырышлыҡтарыбыҙ ярҙамында ғына мөмкин». Әйҙәгеҙ, хеҙмәтебеҙгә шундай уҡ ыңғай ҡараш һаҡлайыҡ. Шул саҡта Йәһүә беҙҙе фатихалар, һәм хеҙмәт беҙгә күп шатлыҡ килтерер!

66-СЫ ЙЫР Алланың изге серен иғлан итәйек

^ 5 абз. Кешеләрҙе өйҙә осратмаһаҡ та һәм улар һөйөнөслө хәбәргә вайымһыҙ булһа ла, беҙ хеҙмәткә нисек ыңғай ҡараш һаҡлай алабыҙ? Был мәҡәләлә хеҙмәттә шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам иткән бер нисә кәңәште ҡарап сығырбыҙ.

^ 7 абз. Хеҙмәттең һәр төрөндә ҡатнашҡанда, вәғәзселәр шәхси мәғлүмәтте яҡлау ҡанундарына буйһонорға тейеш.

^ 8 абз. Вәғәзсе 11:6: «Орлоғоңдо иртән дә сәс, кисен дә ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы — быныһымы, тегеһеме үҫеп сығасағын белмәйһең, ә, бәлки, икеһе лә үҫеп сығыр».

^ 14 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17: «Тимер тимерҙе ҡайраған кеүек, кеше лә үҙ дуҫын үткер итә».

^ 62 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: ир менән ҡатын кешеләрҙе өйҙә осратыуы ауыр булған участкала вәғәзләй. Беренсе өйҙөң хужаһы — эштә, икенсеһе — дауаханала, ә өсөнсөһө — магазинда. Ҡәрҙәштәребеҙ беренсе йорттоң хужаһына кис киләләр, икенсеһен улар дауахана янында стенд менән вәғәзләгәндә осраталар, ә өсөнсөһөнә телефондан шылтыраталар.