Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ғайса Мәсих һеҙҙең өсөн абыныу ташы булмаһын!

Ғайса Мәсих һеҙҙең өсөн абыныу ташы булмаһын!

«Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле» (МАТФ. 11:6).

54-СЕ ЙЫР «Бына юл!»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Һеҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән беренсе тапҡыр бүлешкәндә, ҡайһы бер туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ быға нисек ҡараны?

ИЗГЕ Яҙмалағы хәҡиҡәтте тапҡанда, ниндәй хистәр кисергәнегеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Изге Яҙманан белгәндәрегеҙ һеҙҙең өсөн асыҡ аңлашылып тора ине. Һәр кеше был белемдәр менән танышырға шат булыр, тип уйлай инегеҙ. Һөйөнөслө хәбәр уларға хәҙер бәхетлерәк булып китергә һәм киләсәккә иҫ киткес өмөт табырға ярҙам итер, тип ышана инегеҙ (Зәб. 119:105). Шуға күрә һеҙ дуҫтарығыҙға һәм туғандарығыҙға белгәндәрегеҙҙе һөйләй башланығыҙ. Әммә уларҙың хәҡиҡәтте тыңларға теләмәгәндәре һеҙҙе ғәжәпләндерҙе.

2, 3. Ғайсаның күпселек замандаштары уға нисек ҡараған?

2 Кешеләрҙең хәҡиҡәтте тыңламағаны беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел. Хатта Алланың көсө ярҙамында мөғжизәләр ҡылған Ғайсаға ла уның күпселек замандаштары ышанмаған. Мәҫәлән, Ғайса Лазарҙы терелткән. Был мөғжизәне уның дошмандарына ла танырға тура килгән. Шулай ҙа йәһүдтәрҙең дин әһелдәре Ғайсаның Мәсих икәненә ышанырға теләмәгән. Өҫтәүенә, улар хатта Ғайса менән Лазарҙы үлтерергә ниәтләгән (Яхъя 11:47, 48, 53; 12:9—11).

3 Ғайса күпселек кеше уны Мәсих итеп ҡабул итмәйәсәк икәнен белгән (Яхъя 5:39—44). Ул Сумдырыусы Яхъяның шәкерттәренә: «Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле», — тигән (Матф. 11:2, 3, 6). Ни өсөн шул тиклем күп кеше Ғайсаға ышанмаған?

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Ни өсөн беренсе быуатта күп кешеләр Ғайсаға ышанмаған? Ни өсөн бөгөн күптәр хәҡиҡәтте тыңларға теләмәй? Ни өсөн беҙ Ғайсаға көслө иман һаҡлап ҡала алабыҙ? Был һорауҙарға яуапты ошо һәм киләһе мәҡәләләрҙән белербеҙ.

1. ҒАЙСАНЫҢ СЫҒЫШЫ

Күп кешеләр Ғайсаға уның сығышы арҡаһында ышанмаған. Ни өсөн бөгөнгө көндәрҙә шул уҡ сәбәптәр кешеләргә Ғайса артынан барырға ҡамасауларға мөмкин? (5-се абзацты ҡарағыҙ.) *

5. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәрҙең уйлауынса, Ғайса вәғәҙә ителгән Мәсих була алмаған?

5 Күптәр өсөн Ғайсаның сығышы абыныу тышы булып торған. Улар Ғайсаның бөйөк уҡытыусы булғанын һәм мөғжизәләр ҡыла алғанын таныған, әммә Ғайса улар өсөн тик ярлы балта оҫтаһының улы булған. Өҫтәүенә, Ғайса әһәмиәтһеҙ булып һаналған Назара ҡалаһында үҫкән. Ғайсаның шәкерте булып киткән Нафанаил да тәүҙә былай тип һораған: «Назаранан ниндәй ҙә булһа яҡшы нәмә сығыуы мөмкинме ни?» (Яхъя 1:46). Бәлки, Нафанаилға ул ваҡытта Ғайса йәшәгән ҡала оҡшамағандыр. Ә, бәлки, ул Миҡай 5:2-лә яҙылған пәйғәмбәрлек буйынса, Мәсихтең Назарала түгел, ә Вифлеемда тыуырға тейеш булғанын күҙ уңында тотҡандыр.

6. Ғайсаның замандаштарын уның Мәсих икәненә нимә ышандыра алған?

6 Изге Яҙмала нимә әйтелә? Ишағыя пәйғәмбәр, Ғайсаның дошмандары уның ҡайҙан килгәненә иғтибар итмәҫтәр, тип яҙған булған (Ишағ. 53:8). Әммә күп пәйғәмбәрлектәр быны нескәлектәренә тиклем яҡшы асыҡлаған. Әгәр кешеләр ваҡыт табып факттарҙы тикшергән булһа, улар Ғайсаның, Миҡай пәйғәмбәрлеге буйынса, Вифлеемда тыуасағын һәм Дауыт батшаның тоҡомонан буласағын аңлар ине (Лука 2:4—7). Әммә кешеләр, факттарға иғтибар итмәйенсә, ашығыс һығымталар яһаған. Был уларға Ғайсаның Мәсих икәненә ышанырға ҡамасаулаған.

7. Ни өсөн бөгөн күптәр хәҡиҡәтте ҡабул итмәй?

7 Беҙ бөгөн шундай хәл менән осрашабыҙмы? Эйе, күпселек Йәһүә хеҙмәтселәренең сығышы ябай. Күптәр уларҙы «белемдәре әҙ булған... ябай ғына» кешеләр тип һанай (Ғәм. 4:13). Ҡайһы берәүҙәр, Йәһүә шаһиттары дини мәктәптәрҙә уҡымағанға күрә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә башҡаларҙы өйрәтә алмай, тип уйлай. Ә башҡалары, Йәһүә шаһиттары Америка динен тота, тип һанай. Ә ысынында, Америкала Йәһүә шаһиттарының 14 кенә проценты йәшәй. Йәһүә шаһиттары Ғайса Мәсихкә ышанмай, тигән кешеләр ҙә бар. Йылдар дауамында Йәһүә шаһиттарын йә «коммунистар», йә «Америка шпиондары», йә «экстремистар» тип атайҙар. Күптәр быға ышана һәм факттарҙы тикшерергә теләмәй, шуға күрә улар хәҡиҡәтте ҡабул итмәй.

8. Ғәмәлдәр 17:11 буйынса, бөгөн Алланың хеҙмәтселәрен нисек билдәләп була?

8 Иманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? Факттарҙы тикшерергә кәрәк. Лука тап шулай эшләгән дә. Ул «бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң» үҙенең «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын яҙған. Лука кешеләрҙең Ғайса тураһында ишеткәндәренә тулыһынса ышаныуын теләгән (Лука 1:1—4). Верия ҡалаһынан булған еврейҙар Лука ҡулланған ысул буйынса эш иткән. Ғайса тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе беренсе тапҡыр ишеткәс, улар ишеткәндәре дөрөҫмө, юҡмы икәнен белер өсөн, Еврей Яҙмаларын тикшергән. (Ғәмәлдәр 17:11-ҙе уҡығыҙ.) Тап шулай уҡ бөгөн дә факттарҙы тикшерергә кәрәк. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Йәһүә шаһиттарының өйрәтеүҙәрен Изге Яҙмала яҙылғандар менән сағыштырырға кәрәк. Бынан тыш, Йәһүә шаһиттарының бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында күберәк белем алыу бик мөһим. Ундай тикшереү үткәргән кешегә Йәһүә шаһиттары тураһында таралған ғәйбәт йә кешеләрҙең кире ҡараштары йоғонто яһай алмай.

2. ҒАЙСА БАШҠАЛАРҘЫ ҒӘЖӘПЛӘНДЕРЕРГӘ ТЕЛӘМӘГӘН

Күп кешеләр Ғайсаға ышанмаған, сөнки ул башҡаларҙы ғәжәпләндерергә теләмәгән. Ни өсөн бөгөнгө көндәрҙә шул уҡ сәбәптәр кешеләргә Ғайса артынан барырға ҡамасауларға мөмкин? (9, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

9. Ғайса күктән илаһи билдә күрһәтмәгәс, нимә булған?

9 Ғайса көндәрендә йәшәгән ҡайһы бер кешеләргә уның өйрәтеүҙәрен генә ишетеү әҙ булған. Улар күберәкте талап иткән. Улар Ғайсанан, үҙенең Мәсих икәнен иҫбатлаһын өсөн, «күктән илаһи билдә күрһәтеүен» һораған (Матф. 16:1). Бәлки, улар Данил 7:13, 14-тә яҙылған һүҙҙәрҙе дөрөҫ аңламағандыр, әммә Йәһүәнең ниәте буйынса, был пәйғәмбәрлек һуңыраҡ үтәлергә тейеш булған. Ғайсаның Мәсих икәненә инаныр өсөн, уның нимәгә өйрәткәндәрен ишетеү ҙә етерлек булған. Шуға күрә Ғайса улар талап иткән мөғжизәләрҙе ҡылмаған. Ул кешеләр теләгәндәрен алмағас, Ғайсаға ышанмаҫҡа булған (Матф. 16:4).

10. Ғайса Ишағыя 42:1, 2-ләге Мәсих тураһындағы һүҙҙәрҙе нисек үтәгән?

10 Изге Яҙмала нимә әйтелә? Ишағыя пәйғәмбәр Мәсих тураһында былай тип яҙған: «Ул ҡысҡырмаҫ һәм тауышын күтәреп һөйләмәҫ, урамда үҙ тауышын ишетерлек итмәҫ» (Ишағ. 42:1, 2). Ерҙә хеҙмәт иткәндә, Ғайса үҙенә күп иғтибар йәлеп итмәгән. Ул ҙур ғибәҙәтханалар төҙөмәгән, руханиҙарҙың махсус кейемен кейеп йөрөмәгән һәм кешеләрҙең үҙенә ҡарата ниндәйҙер маҡтаулы титулдар менән мөрөжәғәт итеүҙәрен талап итмәгән. Ә судта хөкөм ителгәндә, Ғайсаның тормошо ҡурҡыныс аҫтында булһа ла, ул Ирод батшаға мөғжизә күрһәтмәгән (Лука 23:8—11). Эйе, ерҙә хеҙмәт иткәндә, Ғайса мөғжизәләр ҡылған, әммә Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү уның төп маҡсаты булған. Ул үҙенең шәкерттәренә: «Мин шуның өсөн килдем дә инде», — тигән (Марк 1:38).

11. Бөгөн ҡайһы бер кешеләр ниндәй яңылыш ҡарашта тора?

11 Беҙ бөгөн шундай хәл менән осрашабыҙмы? Эйе. Күптәрҙе бай һәм сәнғәтле биҙәүҙәр менән төҙөлгән ҙур дини биналар, руханиҙарҙың юғары титулдары һәм тантаналы йолалар таң ҡалдыра. (Күпселек кеше был йолаларҙың ҡайҙан килеп сыҡҡанын һәм ниндәй мәғәнә йөрөткәнен аңлап та бөтөрмәй.) Әммә дини хеҙмәт башҡарылғанда, кешеләргә Алла һәм уның ниәте тураһында белем бирелмәй. Беҙҙең осрашыуҙарға килгән кешеләр иһә Йәһүәнең нормалары тураһында белем ала. Беҙҙең Батшалыҡ залдарыбыҙҙа бай биҙәүҙәр юҡ, әммә улар таҙа һәм уңайлы. Йыйылыштарҙа үҙ өҫтәренә етәкселек алған ҡәрҙәштәрҙең махсус кейемдәре йәки титулдары юҡ. Беҙҙең иманыбыҙ һәм өйрәтеүҙәребеҙ Алла Һүҙенә нигеҙләнгән. Әммә күптәргә динебеҙ үтә ябай булып күренә, һәм өйрәтеүҙәребеҙ улар ишетергә теләгәнгә тура килмәй.

12. Еврейҙарға 11:1, 6 буйынса, иманыбыҙ нимәгә нигеҙләнергә тейеш?

12 Иманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? Илсе Павел Римда йәшәгән мәсихселәргә былай тип яҙған: «Иман — ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә» (Рим. 10:17). Тимәк, иманға эйә булыр өсөн, беҙгә тантаналы, әммә Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән йолаларҙа ҡатнашырға түгел, ә Алла Һүҙен өйрәнергә кәрәк. «Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай», шуға күрә беҙгә ныҡлы иманды теүәл белем нигеҙендә үҫтерергә кәрәк. (Еврейҙарға 11:1, 6-ны уҡығыҙ.) Беҙгә хәҡиҡәтте тапҡаныбыҙҙы раҫлар өсөн, күктән ниндәйҙер илаһи билдәләр кәрәкмәй. Беҙгә Изге Яҙманы ентекләп тикшерергә кәрәк. Шул саҡта беҙҙең бер ниндәй шиктәребеҙ булмаҫ.

3. ҒАЙСА ЙӘҺҮДТӘРҘЕҢ ҒӨРӨФ-ҒӘҘӘТТӘРЕНӘ ЭЙӘРМӘГӘН

Күп кешеләр Ғайсаға ышанмаған, сөнки ул йәһүдтәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәренә эйәрмәгән. Ни өсөн бөгөнгө көндәрҙә шул уҡ сәбәптәр кешеләргә Ғайса артынан барырға ҡамасауларға мөмкин? (13-сө абзацты ҡарағыҙ.) *

13. Ни өсөн күптәр Ғайсаны Мәсих итеп танырға теләмәгән?

13 Ғайсаның шәкерттәре ураҙа тотмағанға, Сумдырыусы Яхъяның шәкерттәре аптыраған. Ғайса, мин улар менән булғанда, уларға ураҙа тоторға кәрәкмәй, тип аңлатҡан (Матф. 9:14—17). Шулай ҙа фарисейҙар һәм Ғайсаның башҡа дошмандары уны йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тотмағаны өсөн хөкөм иткән. Улар Ғайсаның шәмбе көнө ауырыуҙарҙы һауыҡтырғанына асыуланған (Марк 3:1—6; Яхъя 9:16). Бер яҡтан, руханиҙар ғорурланып шәмбе көнөн тотабыҙ, тигән. Әммә шул уҡ ваҡытта улар ғибәҙәтханала һатыуҙа ҡатнашыуҙың бер насар яғын да күрмәгән. Ә Ғайса уларҙы бының өсөн хөкөм иткәс, улар бик ныҡ асыуланған (Матф. 21:12, 13, 15). Бер көндө Ғайса Назаралағы синагогала кешеләргә вәғәзләгәндә, тарихтан бер миҫал килтергән. Был миҫал уларҙың мин-минлеген һәм иманһыҙлығын асыҡлағанға, улар асыуҙарынан ярһыған (Лука 4:16, 25—30). Ғайсаның тотошо кешеләрҙең өмөттәрен аҡламағанға, улар уны Мәсих итеп танырға теләмәгән (Матф. 11:16—19).

14. Ни өсөн Ғайса Изге Яҙмаға ҡаршы килгән йолаларҙы хөкөм иткән?

14 Изге Яҙмала нимә әйтелә? Йәһүә үҙенең пәйғәмбәре Ишағыя аша былай тигән: «Был халыҡ миңә теле менән яҡынлаша, улар мине телдәре менән хөрмәт итә, күңелдәре иһә минән йыраҡ. Улар, кеше уйлап сығарған әмерҙәрҙе өйрәнеп, быны миңә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт тип һанай» (Ишағ. 29:13). Ғайсаның Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән йолаларҙы хөкөм итеүе ғәҙел булған. Кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләрҙе һәм йолаларҙы Алла Һүҙенән өҫтөн ҡуйған кешеләр, ысынында, Йәһүәне һәм ул ебәргән Мәсихте кире ҡаҡҡан.

15. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә Йәһүә шаһиттары оҡшамай?

15 Беҙ бөгөн шундай хәл менән осрашабыҙмы? Эйе. Күптәр, Йәһүә шаһиттары улар менән бергә Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән байрамдарҙы, мәҫәлән, тыуған көндө йәки яңы йылды үткәрмәһә, үпкәләй. Башҡалар Йәһүә шаһиттары патриотик сараларҙа һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән ерләү йолаларында ҡатнашмағанға асыулана. Ә үҙҙәре, беҙ Аллаға дөрөҫ табынабыҙ, тип ихлас ышанырға мөмкин. Әммә улар, был донъяла киң таралған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттән өҫтөн ҡуйып, Аллаға ярап булмай икәнен аңламай (Марк 7:7—9).

16. Беҙ нимә эшләргә һәм нимәнән ҡасырға тейеш? (Зәбур 119:97, 113, 163—165).

16 Иманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? Беҙгә Йәһүәнең ҡанундарына һәм принциптарына көслө яратыу үҫтерергә кәрәк. (Зәбур 119:97, 113, 163—165-те * уҡығыҙ.) Беҙ күктәге Атабыҙҙы яратһаҡ, ул хупламаған йолаларҙы тотмаҫбыҙ. Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы бер нәмә лә һүрелдермәһен!

4. ҒАЙСА СӘЙӘСИ ҮҘГӘРЕШТӘР ЯҺАМАҒАН

Күп кешеләр Ғайсаға ышанмаған, сөнки ул сәйәсәттә ҡатнашмаған. Ни өсөн бөгөнгө көндәрҙә шул уҡ сәбәптәр кешеләргә Ғайса артынан барырға ҡамасауларға мөмкин? (17-се абзацты ҡарағыҙ.) *

17. Ниндәй өмөттәр кешеләргә Ғайсаға ышанырға ҡамасаулаған?

17 Ғайса көндәрендә йәшәгән ҡайһы бер кешеләр сәйәси үҙгәрештәр көткән. Улар, Мәсих беҙҙе Рим хакимлығынан азат итер, тип өмөтләнгән. Әммә улар Ғайсаны батша итеп ҡуйырға теләгәс, ул бынан баш тартҡан (Яхъя 6:14, 15). Башҡалар, шул иҫәптән руханиҙар, Ғайса сәйәси төҙөлөштө үҙгәртер, тип ҡурҡҡан. Был Римдарҙың асыуын сығарыр ине, һәм улар руханиҙарға биргән вәкәләттәрен тартып ала алыр ине. Быларҙың барыһы йәһүдтәргә Ғайсаға ышанырға ҡамасаулаған.

18. Кешеләр Мәсих тураһындағы ниндәй пәйғәмбәрлектәргә иғтибар итмәгән?

18 Изге Яҙмала нимә әйтелә? Күп пәйғәмбәрлектәр Мәсихте еңеү яулаған һуғышсы итеп һүрәтләһә лә, башҡа пәйғәмбәрлектәр уның тәүҙә кешеләрҙең гонаһтары өсөн үлергә тейеш булғанын күрһәткән (Ишағ. 53:9, 12). Улайһа ни өсөн йәһүдтәрҙең Ғайсаға ҡарата өмөттәре дөрөҫ булмаған? Улар үҙ проблемаларының тиҙ сиселеүен көткән, шуға күрә Мәсихтең үлеме менән бәйле пәйғәмбәрлектәргә иғтибар итмәгән (Яхъя 6:26, 27).

19. Ниндәй дөрөҫ булмаған өмөттәр арҡаһында күптәр беҙҙе тыңламай?

19 Беҙ бөгөн шундай хәл менән осрашабыҙмы? Эйе. Беҙ сәйәсәттә ҡатнашмайбыҙ, шуға күрә күптәр беҙҙең хәбәребеҙҙе тыңларға теләмәй. Улар уйлауынса, беҙ һайлауҙа тауыш бирергә тейеш. Әммә беҙ шуны аңлайбыҙ: өҫтөбөҙҙән идара итер өсөн берәй кешене һайлаһаҡ, тимәк, беҙ Йәһүәне кире ҡағабыҙ (1 Сам. 8:4—7). Бынан тыш, кешеләр беҙҙең изгелек эшләүебеҙҙе, мәҫәлән, мәктәптәр йәки дауаханалар төҙөүебеҙҙе көтә. Беҙ көсөбөҙҙө кешеләр йәмғиәтенең проблемаларын хәл итеүгә түгел, ә вәғәз эшенә туплайбыҙ, шуға күптәр беҙҙе тыңламай.

20. Ғайсаның Матфей 7:21—23-тә яҙылған һүҙҙәре буйынса, беҙҙең өсөн иң мөһиме нимә булырға тейеш?

20 Иманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? (Матфей 7:21—23-тө уҡығыҙ.) Ғайса беҙгә ышанып тапшырған эш беҙҙең өсөн иң мөһиме булырға тейеш (Матф. 28:19, 20). Беҙ иғтибарыбыҙҙы был донъяның проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтергә тейеш түгел. Беҙ кешеләрҙе бик яратабыҙ, әммә шуны аңлайбыҙ: уларҙы Батшалыҡ тураһындағы хәҡиҡәткә өйрәтеү һәм уларға Йәһүә менән дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам итеү — улар өсөн беҙ эшләй алғандың иң яҡшыһы.

21. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә тейеш?

21 Был мәҡәләлә беҙ ниндәй дүрт сәбәп арҡаһында күптәр беренсе быуатта Ғайсаны, ә бөгөн уның шәкерттәрен кире ҡаҡҡанын ҡарап сыҡтыҡ. Ә башҡа сәбәптәр бармы? Эйе бар, һәм киләһе мәҡәләлә беҙ тағы дүртеһенә иғтибар итербеҙ. Әйҙәгеҙ, тәүәккәллек менән иманыбыҙҙы көслө килеш һаҡлайыҡ һәм Ғайсаның Алланан килгәненә бер ҙә шикләнмәйек!

56-СЫ ЙЫР Хәҡиҡәтте тормош юлың ит

^ 5 абз. Ғайса Мәсих бөйөк Уҡытыусы булһа ла, күпселек кеше уның Алланан килгәненә шикләнгән. Ни өсөн? Был мәҡәләлә беҙ быны аңлатҡан дүрт сәбәпте ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ни өсөн бөгөн күптәр мәсихселәрҙе тыңларға теләмәгәнен белербеҙ. Ә иң мөһиме, беҙгә нисек Ғайсаға иманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға икәнен ҡарап сығырбыҙ. Был һәм киләһе мәҡәләләр Изге Яҙманы өйрәнгән йәки йыйылыш осрашыуҙарына йөрөгән, әммә Йәһүә шаһиты булып китергә баҙнат итмәгән кешеләр өсөн файҙалы булыр.

^ 16 абз. Зәбур 119:97, 113, 163—165: «Ҡануныңды шундай яратам мин! Уның тураһында көнө буйы уйланам. 113 Бүленгән йөрәклеләрҙе йәнем һөймәй, ә һинең ҡануныңды яратам мин. 163 Мин ялғанды нәфрәт итәм, ерәнәм, ә ҡануныңды яратам. 164 Ғәҙел хөкөмдәрең өсөн һине көнөнә ете тапҡыр маҡтайым мин. 165 Ҡануныңды яратыусыларҙың тыныслығы мул, уларҙы һис нәмә абындыра алмай».

^ 61 абз. РӘСЕМДӘ: Филипп Нафанаилды Ғайса янына барырға өндәй.

^ 63 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй.

^ 65 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса, дошмандарының асыулы ҡараштарына ҡарамаҫтан, ҡулы ҡороған кешене һауыҡтыра.

^ 67 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса бер үҙе тауға китә.