Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Боронғо ваҡытта кәмә төҙөр өсөн папирусты ҡулланғандармы?

Папирус

КИҢ таралған мәғлүмәт буйынса, боронғо Мысырҙа папирусты яҙыр өсөн ҡулланғандар. Гректар һәм римдар ҙа папируста * яҙғандар. Әммә папирустан кәмә төҙөгәндәре әҙ билдәле.

Папирустан яһалған ике кәмәнең макеты. Улар Мысыр ҡәберҙәренең береһендә табылған булған

2 700 йылдан ашыу элек Ишағыя пәйғәмбәр «Хәбәшстан йылғалары өлкәһендәге» кешеләр «диңгеҙ буйлап папирус кәмәләрҙә һыуҙар аша вәкилдәр ебәрә» тип яҙған булған. Һуңыраҡ Иремия пәйғәмбәр Мидия һәм Фарсы кешеләре, Вавилонды баҫып алғас, вавилондар ҡаланы ҡалдырып ҡасып китмәһен өсөн, уларҙың папирустан яһалған кәмәләрен яндырыр, тип пәйғәмбәрлек иткән (Ишағ. 18:1, 2; Ирем. 51:32).

Изге Яҙма Алла тарафынан рухландырылған, шуға күрә археологик табылдыҡтарҙың боронғо ваҡытта кәмәләрҙе папирустан төҙөгәндәрен раҫлауы ғәжәп түгел (2 Тим. 3:16). Мәҫәлән, археологтар Мысыр халҡының папирус кәмәләр яһағандарына дәлилдәр тапҡан.

КӘМӘЛӘРҘЕ ПАПИРУСТАН НИСЕК ТӨҘӨГӘНДӘР?

Боронғо мысырҙар үҙ ҡәберҙәрендә рәсемдәр төшөргән йә уларҙы уйып яһаған. Ундай рәсемдәрҙә кешеләрҙең папирусты йыйғандары һәм кәмәләр яһағандары һүрәтләнгән. Кешеләр папирусты киҫкән, бер-береһе менән бәйләгән, ә унан һуң был бәйләмдәрҙе тағы бер тапҡыр бер-береһе менән тоташтырған. Папирустың һабаҡтары түңәрәк түгел, ә өсмөйөшлө, шуға күрә уларҙы бергә бәйләһәң, бәйләм бик тығыҙ килеп сыға. Бер белешмәлә әйтелгәнсә, папирустан яһалған кәмәләрҙең оҙонлоғо 17 метрға етә алған һәм унда 10 йә 12 пар ишкәк һыя алған («A Companion to Ancient Egypt»).

Мысырҙағы таш рельефта ирҙәрҙең папирустан кәмә яһағандары төшөрөлгән

НИ ӨСӨН КӘМӘЛӘРҘЕ ПАПИРУСТАН ЯҺАҒАНДАР?

Нил йылғаһы буйҙарында күп папирус үҫкән, шуға күрә уны йыйыуы ауыр булмаған. Бынан тыш, папирустан кәмә яһауы сағыштырмаса еңел булған. Хатта кешеләр ағастан кәмә төҙөргә өйрәнһә лә, күрәһең, күп кенә балыҡсылар һәм аусылар папирус кәмәләрҙе һәм һалдарҙы ҡулланыуын дауам иткән.

Папирустан яһалған кәмәләр оҙаҡ ваҡыт дауамында киң ҡулланылышта булған. Мәҫәлән, б. э. I—II быуаттарында йәшәгән боронғо Грек яҙыусыһы һәм тарихсыһы Плутарх, ул ваҡыттағы кешеләр папирус кәмәләрҙе әле лә ҡуллана, тип әйткән булған.

^ 3 абз. Папирус һаҙлыҡта һәм тын ғына аҡҡан йылғалар буйында үҫә. Үҫемлектең бейеклеге 5 метрға етә, ә һабағының төбө арҡылыға яҡынса 15 сантиметр була.