Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Асылыш китабы һәм беҙ

Асылыш китабы һәм беҙ

«Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған... кешеләр бәхетле» (АСЫЛ. 1:3).

15-СЕ ЙЫР Йәһ Улын данлағыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ни өсөн Асылыш китабы беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы?

 КҮҘ алдына килтерегеҙ: һеҙ кемдеңдер фотоальбомын ҡарап ултыраһығыҙ, ти. Альбомдағы фотоларҙа һеҙгә таныш булмаған кешеләр. Бына бер фотография һеҙҙең иғтибарығыҙҙы йәлеп итә, сөнки унда һеҙ үҙегеҙҙе күрәһегеҙ. «Мин был фотоға ҡасан һәм ҡайҙа төштөм икән?» — тип уйлайһығыҙ һәм ундағы кешеләрҙең исемдәрен иҫегеҙгә төшөрә башлайһығыҙ. Ризалашырһығыҙ, бөтә фотоларҙан ошоноһо айырыуса хәтерегеҙҙә ҡалыр.

2 Асылыш китабын шундай фотография менән сағыштырып була. Бының өсөн кәм тигәндә ике сәбәп бар. Беренсенән, Изге Яҙманың был китабы беҙҙең өсөн яҙылған. Ул ошондай һүҙҙәр менән башлана: «Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы» (Асыл. 1:1). Тимәк, был китап бөтә кешелек өсөн түгел, ә Алланың хеҙмәтселәре өсөн яҙылған. Шуға күрә беҙҙең, Алла халҡы булараҡ, был пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлешендә ҡатнашыуыбыҙ ғәжәп түгел. Беҙ үҙебеҙҙе ошо «фотола» таба алабыҙ, тип әйтеп була.

3, 4. Асылыш китабының пәйғәмбәрлектәре ҡасан үтәлә һәм улар беҙҙе нимәгә дәртләндерергә тейеш?

3 Икенсе сәбәп — Асылыш китабындағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеү ваҡыты. Олоғайған илсе Яхъя был китаптағы ваҡиғалар, «Хужабыҙ көнөндә» буласаҡ, тип әйткән (Асыл. 1:10, ЯДТ). Яхъя был китапты «Хужабыҙ көнөнән» күпкә алдараҡ, б. э. 96 йылында яҙған (Матф. 25:14, 19; Лука 19:12). Изге Яҙма хронологияһы буйынса, был көн 1914 йылда — Ғайса күктәге Батшалыҡтың батшаһы булып киткәс — башланған. Тап шул ваҡыттан алып, Алла халҡына ҡағылышлы Асылыш китабындағы пәйғәмбәрлектәр үтәлә башлаған. Эйе, беҙ хәҙер «Хужабыҙ көнөндә» йәшәйбеҙ.

4 Йәшәү ваҡытыбыҙ тарихтың шундай мөһим осорона тура килгәс, беҙгә Асылыш 1:3-тә яҙылған һүҙҙәргә иғтибарлы булырға кәрәк. Унда былай тип әйтелә: «Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм уларҙы тыңлап, унда яҙылғандарҙы үтәгән кешеләр бәхетле, сөнки ул һүҙҙәрҙең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡын». Иғтибар итегеҙ: был пәйғәмбәрлектең һүҙҙәрен уҡырға, тыңларға һәм үтәргә кәрәк. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, уларҙы ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘГӘ УЛ ТЕЛӘГӘНСӘ ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ

5. Асылыш китабы беҙгә Йәһүәнең хуплауын юғалтмаҫҡа нисек ярҙам итә?

5 Асылыш китабының беренсе бүлегенән күренеүенсә, Ғайса Алла халҡының рухи хәлен яҡшы белә (Асыл. 1:12—16, 20; 2:1). Был уның Кесе Азиялағы ете йыйылышҡа әйткән һүҙҙәренән күренә. Ундағы мәсихселәрҙең табыныуын Йәһүә ҡабул итһен өсөн, Ғайса уларға нимә эшләргә кәрәк икәнен аңлата. Ғайсаның һүҙҙәре Алланың бөгөнгө хеҙмәтселәренә лә ҡағыла. Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Ғайса Мәсих, Етәксебеҙ булараҡ, рухи хәлебеҙҙе яҡшы белә. Ул беҙҙе яҡлай һәм күҙәтә. Уның ҡарашынан бер нәмә лә ситтә ҡалмай. Ул беҙгә Алланың хуплауын юғалтмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен аңлата. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның Асылыш китабында килтерелгән ҡайһы бер күрһәтмәләрен ҡарап сығайыҡ.

6. а) Асылыш 2:3, 4-тә әйтелгәнсә, Ғайса Ефестағы мәсихселәрҙең ниндәй етди проблемаһына иғтибар иткән? б) Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

6 Асылыш 2:3, 4-те уҡығыҙ. Йәһүәгә ҡарата тәүге яратыуығыҙ һүнмәһен. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, Ефес ҡалаһындағы мәсихселәр, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Аллаға хеҙмәт итеүен дауам иткән һәм сыҙам булып ҡалған. Шулай ҙа улар Йәһүәгә ҡарата тәүге мөхәббәтен юғалтҡан. Йәһүә уларҙы артабан да үҙенең хеҙмәтселәре итеп һанаһын өсөн, уларға һүнгән мөхәббәттәрен яңынан яндырып ебәрергә кәрәк булған. Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Беҙгә лә сыҙам булырға кәрәк. Әммә был ғына әҙ. Беҙҙе сыҙам булырға нимә этәргәне бик мөһим, сөнки Алла эштәребеҙгә генә түгел, ә шулай уҡ этәргес ниәттәребеҙгә лә иғтибар итә. Ул ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың тәрән яратыуға һәм рәхмәт хисенә нигеҙләнгән булыуын теләй (Ғиб. һүҙ. 16:2; Марк 12:29, 30).

7. а) Асылыш 3:1—3-тә әйтелгәнсә, Ғайса Сардистағы йыйылыштың ниндәй проблемаһына иғтибар иткән? б) Беҙ Сардистағы мәсихселәрҙең ниндәй хаталарын ҡабатларға тейеш түгел?

7 Асылыш 3:1—3-тө уҡығыҙ. Беҙгә артабан да уяу булырға кәрәк. Cардистағы мәсихселәрҙең башҡа проблемаһы булған. Улар элек рухи яҡтан ашҡынып торһалар ҙа, Аллаға хеҙмәт итеүҙә һүлпәнәйгән. Шуға күрә Ғайса уларҙы уяу булырға дәртләндергән. Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Изге Яҙмала: «Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе... онотмаясаҡ», — тип әйтелгән (Евр. 6:10). Шулай ҙа беҙ элек башҡарған хеҙмәтебеҙгә генә ҡәнәғәт булып ултырырға тейеш түгел. Хеҙмәт юлыбыҙҙа кәртәләр күп булһа ла, беҙгә «Раббы эшендә» ашҡынып ҡатнашырға һәм уяу булып ҡалырға кәрәк (1 Кор. 15:58; Матф. 24:13; Марк 13:33).

8. Ғайсаның Лаодикиялағы мәсихселәргә әйткән һүҙҙәрендә беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ бар? (Асылыш 3:15—17).

8 Асылыш 3:15—17-не уҡығыҙ. Беҙгә хеҙмәт итеү теләге менән янып торорға кәрәк. Лаодикиялағы мәсихселәрҙең дә проблемаһы булған. Ғайса уларҙың Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙа «һалҡын да, ҡайнар ҙа түгел», ә «йылымыс» булып киткәндәре тураһында әйткән. Улар рухи нәмәләргә битараф булған, шуға күрә Ғайса уларҙы «бәхетһеҙ» һәм «меҫкен» тип атаған. Уларға Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләген яндырып ебәрергә кәрәк булған (Асыл. 3:19). Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Әгәр кеше хеҙмәттә һүлпәнәйһә, уға Йәһүәгә ҡарата рәхмәт хисен арттырырға кәрәк. Шуға күрә Алла һәм уның ойошмаһы беҙҙең өсөн ни тиклем күп эшләгәнен иҫебеҙгә төшөрөп тороу мөһим (Асыл. 3:18). Уңайлы тормош артынан ҡыуһаҡ, рухи эштәребеҙ икенсе урынға күсергә мөмкин. Быға юл ҡуймайыҡ!

9. Пергамдағы һәм Фиатиралағы йыйылыштарға мөрәжәғәт иткәндә, Ғайса ниндәй ҡурҡыныстан киҫәткән?

9 Беҙгә мөртәттәрҙең тәғлимәттәрен кире ҡағырға кәрәк. Ғайса Пергамдағы мәсихселәрҙең ҡайһы берҙәрен бүленештәр тыуҙырғаны һәм сектанттарҙың тәғлимәттәренә эйәргәне өсөн фаш иткән (Асыл. 2:14—16). Унан һуң ул Фиатиралағы ҡайһы бер мәсихселәрҙе «Иблистең тәрән серҙәренән» ситтә торғаны өсөн маҡтаған һәм уларҙы хәҡиҡәткә ныҡ тотонорға дәртләндергән (Асыл. 2:24—26). Ә рухи яҡтан көсһөҙләнгән һәм мөртәттәрҙең тәғлимәттәренә ағыуланған мәсихселәрҙе тәүбә итергә өндәгән. Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Беҙ Йәһүәнең ҡарашына ҡаршы булған һәр өйрәтеүҙе кире ҡағырға тейеш. Мөртәттәр «Аллаға ихлас табынған булып» күренәләр, ә эштәре менән «иман көсөн кире» ҡаға (2 Тим. 3:5). Нисек уларҙың тоҙаҡтарына эләкмәҫкә? Изге Яҙманы тырышып өйрәнһәк, ялған өйрәтеүҙәрҙе кире ҡағыу еңелерәк булыр (2 Тим. 3:14—17; Йәһ. 3, 4).

10. Ғайсаның Пергамдағы һәм Фиатиралағы йыйылыштарға әйткән һүҙҙәрендә тағы ниндәй һабаҡ бар?

10 Беҙгә енси әхлаҡһыҙлыҡтың һәр төрөнән һаҡланырға кәрәк. Пергамда һәм Фиатирала тағы бер етди проблема булған. Шул йыйылыштарҙағы ҡайһы бер ҡәрҙәштәр өсөн фәхешлек ҡылыу ғәҙәти хәл булып киткән, һәм Ғайса уларҙы бының өсөн хөкөм иткән (Асыл. 2:14, 20). Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Йыйылышта күп вазифалар башҡарһаҡ та һәм хеҙмәттә күп йылдар үткәрһәк тә, Йәһүә әхлаҡһыҙ тәртибебеҙгә күҙ йомор тип уйлау дөрөҫ түгел (1 Сам. 15:22; 1 Пет. 2:16). Был донъяның нормалары ныҡ түбәнәйһә лә, беҙ Алланың юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәргә тейеш (Ефес. 6:11—13).

11. Мәҡәләнең беренсе өлөшөнән беҙ нимә белдек? ( «Беҙҙең өсөн һабаҡтар» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

11 Әйҙәгеҙ, мәҡәләнең беренсе өлөшөнә һығымта яһайыҡ. Беҙ Йәһүәгә ул теләгәнсә хеҙмәт итергә тейешбеҙ икәнен күрҙек, шулай уҡ нимәнелер дөрөҫ эшләмәһәк, шунда уҡ үҙгәрергә кәрәк икәнен белдек (Асыл. 2:5, 16; 3:3, 16). Әммә Ғайсаның кесе Азиялағы йыйылыштарға яҙған һүҙҙәрендә тағы мөһим фекерҙәр бар.

ЭҘӘРЛӘҮҘӘРГӘ ӘҘЕР БУЛЫҒЫҘ

1914 йылдан башлап, Шайтан Алла халҡына нисек һөжүм итә? (12—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12. Ғайсаның Смирна һәм Филадельфия йыйылыштарына әйткән һүҙҙәрендә беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ бар? (Асылыш 2:10).

12 Ә хәҙер Ғайсаның Смирна һәм Филадельфия йыйылыштарына нимә әйткәнен ҡарап сығайыҡ. Ул мәсихселәрҙе эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡмаҫҡа өндәгән һәм тоғролоҡтары өсөн бүләкләргә вәғәҙә иткән (Асылыш 2:10-ды уҡығыҙ; 3:10). Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Беҙгә буласаҡ эҙәрләүҙәргә әҙер булырға кәрәк (Матф. 24:9, 13; 2 Кор. 12:10). Был тема бөгөн айырыуса мөһим.

13, 14. Асылыш китабының 12-се бүлегендә яҙылған ваҡиғалар Алла халҡына нисек тәьҫир иткән?

13 Илсе Яхъя, «Хужабыҙ көнөндә», йәғни беҙҙең көндәрҙә Алла халҡы эҙәрләүҙәргә дусар булыр, тип пәйғәмбәрлек иткән. Асылыш китабының 12-се бүлегенән күренеүенсә, Алла Батшалығы идара итә башлау менән күктә һуғыш башланған. Михаилдың, йәғни Ғайса Мәсихтең ғәскәрҙәре Шайтан һәм уның ендәре менән һуғышҡан (Асыл. 12:7, 8). Һөҙөмтәлә Алланың дошмандары еңелгән һәм ергә бәреп төшөрөлгән (Асыл. 12:9). Улар арҡаһында бөтөн донъя күп ҡайғыларға батҡан (Асыл. 12:12). Әммә был ваҡиға Алла халҡына нисек тәьҫир иткән?

14 Асылыш китабы был һорауға ла яуап бирә. Күккә күтәрелергә мөмкинлеге булмағас, Шайтан бөтә асыуын ерҙә йәшәгән майланған мәсихселәргә яуҙыра. Ни өсөн уларға? Сөнки улар, Алла Батшалығының вәкилдәре булараҡ, «Ғайса хаҡында шаһитлыҡ» бирә (Асыл. 12:17; 2 Кор. 5:20; Ефес. 6:19, 20). Шайтан майланған мәсихселәргә ҡаршы ниндәй тактикаһын ҡуллана?

15. Асылыш китабының 11-се бүлегендә иҫкә алынған «ике шаһит» кемдәрҙе символлаштыра һәм улар менән нимә булған?

15 Шайтан үҙенең яғында торғандарҙы Батшалыҡ эше менән етәкселек иткән майланғандарға һөжүм итергә ҡотортҡан. 1918 йылда ғәҙелһеҙ хөкөм ҡарары сығарып, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған һигеҙ ағай-ҡәрҙәште күп йылдарға төрмәгә ултыртып ҡуйғандар. Асылыш китабында был ҡәрҙәштәр үлтерелгән «ике шаһит» итеп һүрәтләнә (Асыл. 11:3, 7—11) *. Ысынлап та, был ҡәрҙәштәр алып барған вәғәз эше кеше ҡарашынан «үлтерелгән» булып күренгән.

16. 1919 йылда ниндәй ғәжәйеп ваҡиғалар булған һәм Шайтан шул ваҡыттан алып нимә эшләй?

16 Артабан Асылыш китабының 11-се бүлегендә, «ике шаһит» тиҙҙән тереләсәк, тип әйтелгән. Был пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән? Ваҡиғалар көтөлмәгән боролош алған. Бер йыл да үтмәҫтән, 1919 йылдың март айында был ҡәрҙәштәр төрмәнән сығарылған һәм һуңыраҡ ғәйепһеҙ тип танылған. Ҡәрҙәштәр шунда уҡ Батшалыҡ эшенә тотонған. Улар вәғәз һәм өйрәтеү эшен ойошторған. Әммә Шайтан һөжүм итеүҙән туҡтамаған. Шул ваҡыттан алып ул Алланың хеҙмәтселәренә «йылғалай» эҙәрләүҙәр ебәрә (Асыл. 12:15). Шуға күрә һәр беребеҙгә «сыҙамлыҡ һәм иман» кәрәк (Асыл. 13:10).

ЙӘҺҮӘГӘ БИРЕЛЕП ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ

17. Шайтандың туҡтамаҫ һөжүмдәренә ҡарамаҫтан, Алла халҡы ниндәй көтөлмәгән ярҙам ала?

17 Асылыш китабының 12-се бүлегендә әйтелгәнсә, Алла халҡы көтөлмәгән яҡтан ярҙам ала. Унда Шайтан ебәргән «йылғаны» «ер» йотасаҡ тип әйтелгән (Асыл. 12:16). Был пәйғәмбәрлек нисек үтәлә? «Ерҙе» символлаштырған Шайтан донъяһының ҡайһы бер өлөштәре, мәҫәлән, суд системаһы ваҡыт-ваҡыт Алла халҡына ярҙам итә һәм уны яҡлай. Йәһүә шаһиттарының судтарҙа еңгән осраҡтары бик күп, һәм һөҙөмтәлә улар бер ни тиклем азатлыҡҡа эйә булған. Улар, бар көсөн хеҙмәткә бағышлап, был азатлыҡты дөрөҫ ҡуллана (1 Кор. 16:9). Был нимәнән күренә?

Алла халҡы ниндәй ике хәбәрҙе иғлан итә? (18, 19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

18. Был һуңғы көндәрҙә ниндәй эш беҙҙең өсөн иң мөһим?

18 Ғайса Мәсих, ахыр килгәнсе уның шәкерттәре «Алла Батшалығы хаҡындағы... Һөйөнөслө Хәбәрҙе» бөтә донъяла иғлан итәсәк, тип пәйғәмбәрлек иткән (Матф. 24:14). Уларға вәғәз эшендә фәрештәләр ярҙам итә. Асылыш 14:6-ла бер фәрештә тураһында былай тип әйтелә: «Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине».

19. Йәһүәне яратҡан кешеләр, һөйөнөслө хәбәрҙән тыш, тағы ниндәй хәбәрҙе вәғәзләргә тейеш?

19 Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәр Алла халҡы вәғәзләгән берҙән-бер хәбәр түгел. Асылыш китабының 8—10-сы бүлектәренән күренеүенсә, улар шулай уҡ фәрештәләр алып барған эштә ярҙам итергә тейеш. Был фәрештәләр Алла Батшалығының дошмандарын нимә көткәне тураһында иғлан итә. Шуға күрә Йәһүә шаһиттары Шайтан донъяһының төрлө өлөштәренә ҡаршы хөкөм хәбәрен еткерә. Был хәбәр «боҙ һәм ут» менән сағыштырыла (Асыл. 8:7, 13). Кешеләр донъяның ахыры яҡын икәнен белергә тейеш. Шул саҡта улар, тормоштарын тулыһынса үҙгәртеп, «Йәһүәнең асыу көнөндә» ҡотола алыр (Саф. 2:2, 3). Әммә күпселек кеше был хәбәрҙе тыңларға теләмәй, шуға күрә уны иғлан итер өсөн беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк. Ә ҙур афәт ваҡытында хөкөм хәбәре тағы ла ҡатыраҡ яңғыраясаҡ (Асыл. 16:21).

«БЫЛ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК ҺҮҘҘӘРЕН» ҮТӘГЕҘ

20. Киләһе ике мәҡәләлә беҙ нимә тураһында белербеҙ?

20 «Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәре» иғтибарыбыҙға лайыҡ, сөнки беҙ уларҙың үтәлешендә туранан-тура ҡатнашабыҙ (Асыл. 1:3). Әлбиттә, һынауҙарҙа ныҡ ҡалырға һәм Алла хәбәрен ҡыйыулыҡ менән вәғәзләргә еңел түгел, әммә Асылыш китабын артабан да тикшереү беҙгә көс өҫтәр. Киләһе ике мәҡәләлә беҙ шуны белербеҙ: 1) Алланың дошмандарын нимә көтә һәм 2) Йәһүә тоғро ҡалғандарҙы нисек фатихалаясаҡ.

32-СЕ ЙЫР Йәһүә яғына баҫ!

^ Беҙ ғәжәйеп заманда йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көндәрҙә Асылыш китабындағы пәйғәмбәрлектәр үтәлә. Әммә улар беҙгә нисек ҡағыла? Йәһүә табыныуыбыҙҙы хуплаһын өсөн, беҙгә был пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлешендә ҡатнашырға кәрәк. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, был һәм киләһе мәҡәләләрҙә Асылыш китабын ҡыҫҡаса ғына ҡарап сығайыҡ.

^ «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 2014 йылдың 15 ноябрь сығарылышында 30-сы битендә «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.