21-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Асылыш китабы һәм киләсәгебеҙ
«Амин! Кил, Хужабыҙ Ғайса!» (АСЫЛ. 22:20, ЯДТ).
142-СЕ ЙЫР Өмөтөбөҙгә ныҡ тотонайыҡ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1. Кешеләргә ниндәй мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк?
ҺӘР кеше мөһим һайлау алдында тора: Йәһүәне Ғаләмдең хоҡуҡлы хакимы итеп танырғамы йә Шайтан Иблис яғына баҫырғамы. Был ҡарарыбыҙға мәңгелек тормошобоҙ бәйле (Матф. 25:31—33, 46). Символик һүҙҙәр менән әйткәндә, «ҙур афәт» ваҡытында Алланың тоғро хеҙмәтселәре ҡотолор өсөн билдәләнәсәк (Асыл. 7:14, ЯДТ; Йәз. 9:4, 6). Ә «януарҙың тамғаһын» алғандар юҡ ителәсәк (Асыл. 14:9—11).
2. а) Еврейҙарға 10:35—39-ҙағы һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә? б) Асылыш китабы беҙгә нисек ярҙам итә ала?
2 Еврейҙарға 10:35—39-ҙы уҡығыҙ. Йәһүәнең яғына баҫып, һеҙ аҡыллы ҡарар ҡабул иттегеҙ. Әлбиттә, һеҙ башҡаларға ла был юлға баҫырға ярҙам итергә теләйһегеҙ. Һеҙгә был йәһәттән Асылыш китабы ярҙам итер. Унда Алланың дошмандары менән нимә буласағы һәм Алланың идараһын яҡлағандар ниндәй фатиха аласағы тураһында яҙылған. Был хәҡиҡәттәрҙе ҡарап сығыу үтә мөһим, сөнки улар беҙгә артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итергә көс өҫтәр. Бынан тыш, алған белемдәрҙе ҡулланып, беҙ башҡаларға дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә алырбыҙ.
3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Был мәҡәләлә беҙ ике һорауҙы ҡарап сығырбыҙ: 1) Алла үҙенең Батшалығы яғында торғандарға ниндәй киләсәк әҙерләгән? 2) Асылыш китабындағы «ҡып-ҡыҙыл януарҙың» яғына баҫҡандар менән нимә буласаҡ?
АЛЛАҒА ТОҒРО КЕШЕЛӘРҘЕҢ КИЛӘСӘГЕ
4. Ғайса менән күктә торған ниндәй төркөмдө Яхъя күргән?
4 Илсе Яхъя күренештә Йәһүәнең яғына баҫҡан һәм мәңгелек тормош алған ике төркөм кешеләрҙе күргән. Беренсе төркөмдәгеләр Ғайса менән күктә батшалыҡ итәсәк. Улар ерҙән алынған һәм уларҙың һаны 144 000 (Асыл. 7:4; 14:3, 4). Улар Ғайса менән бергә күктәге Сион тауында баҫып тора (Асыл. 14:1). Был Батшалыҡ ер өҫтөнән хакимлыҡ итәсәк (Асыл. 5:9, 10).
5. Тиҙҙән майланғандарҙың ҡалған өлөшө менән нимә булыр?
5 Үткән быуаттар дауамында Йәһүә изге рухы менән меңәрләгән мәсихселәрҙе майлаған (Лука 12:32; Рим. 8:17). Үлеменә тиклем Йәһүәгә тоғро ҡалғандар хәҙер күктә идара итә. Илсе Яхъяның һүҙҙәренән күренеүенсә, әле ерҙә һуңғы көндәр ваҡытында майланған мәсихселәрҙең ҡалған өлөшө генә йәшәй (Асыл. 12:17). Ҙур афәт башланыр алдынан был мәсихселәр мәңгегә мөһөрләнер (Асыл. 7:2, 3). Шунан ҙур афәт ваҡытында улар күккә алыныр һәм Ғайса Мәсих менән бергә идара итә башлар (Матф. 24:31; Асыл. 5:9, 10).
6, 7. а) Яхъя тағы кемде күрә һәм улар тураһында Изге Яҙмала нимә яҙылған? б) Ни өсөн Асылыш китабының 7-се бүлеге майланған мәсихселәрҙе һәм бихисап күп халыҡты ҡыҙыҡһындыра?
6 Унан һуң Яхъя икенсе төркөмдө күргән. Ул уны «бихисап күп халыҡ» тип атаған. 144 000 менән сағыштырғанда, улар һанап бөтөргөһөҙ (Асыл. 7:9, 10). Яхъя был кешеләр тураһында бына нимә тип яҙған: «Улар оло ҡайғы-хәсрәт [«ҙур афәт», ЯДТ] кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар» (Асыл. 7:14). Был «бихисап күп халыҡ» ерҙә матур тормошта йәшәйәсәк (Зәб. 37:9—11, 27—29; Ғиб. һүҙ. 2:21, 22; Асыл. 7:16, 17).
7 Асылыш китабының 7-се бүлегендә күктә идара иткәндәр ҙә, ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән кешеләр ҙә һүрәтләнгән. Улар Йәһүәнең яғында торғанына шатлана. Һеҙ үҙегеҙҙе был фотографияла күрәһегеҙме? Зинһар, күрергә тырышығыҙ. Асылыш китабында «ҙур афәт» тураһында тағы нимә әйтелә? (Матф. 24:21).
АЛЛА ДОШМАНДАРЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕ
8. Ҙур афәт нисек башланыр һәм был күпселек кешеләргә нисек тәьҫир итер?
8 Үткән мәҡәләнән күренеүенсә, тиҙҙән сәйәси системалар ялған диндең бөтә донъя империяһына — Бөйөк Вавилонға һөжүм итәсәк (Асыл. 17:16, 17). Бының менән ҙур афәт башланасаҡ. Шул ваҡытта кешеләр Йәһүә шаһиттарының йыйылыштарына ағылырмы? Асылыш китабының 6-сы бүлегенән күренеүенсә, юҡ. Ул ваҡытта Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр тауҙар һымаҡ ҡаҡшамаҫ булып күренгән сәйәси һәм коммерция системаларында яҡлау эҙләр. Алла Батшалығы яғына баҫмағанға күрә, улар Йәһүәнең дошмандары булып һаналыр (Лука 11:23; Асыл. 6:15—17).
9. Ни өсөн Алла хеҙмәтселәре ҙур афәт ваҡытында башҡаларҙан айырылып торор һәм улар нимә менән осрашыр?
9 Ҙур афәт ваҡытында Алла халҡы башҡаларҙан ныҡ айырылып торор, сөнки улар ғына Йәһүәгә хеҙмәт итер һәм «януарға» бер ниндәй булышлыҡ күрһәтмәҫ (Асыл. 13:14—17). Алла халҡының шундай ныҡлы ҡарашы дошмандарҙың асыуын сығарыр. Шуға күрә халыҡтар берләшмәһе Алла халҡына бөтә ер буйлап һөжүм итер. Был берләшмә Изге Яҙмала «Магог еренән Гог» тип атала (Йәз. 38:14—16).
10. «Магог еренән Гог» мәсихселәргә һөжүм иткәндә, Йәһүә нимә эшләйәсәк? (Асылыш 19:19—21).
10 Йәһүә «Магог еренән Гогтың» һөжүменә нисек ҡарар? «Көслө ярһыуым ялҡынланып китер», — тип әйтә Йәһүә (Йәз. 38:18, 21—23). Асылыш китабының 19-сы бүлегендә бының тураһында күберәк аңлатыла. Гогтың һөжүменә яуап итеп, Йәһүә Ғайсаны ебәрәсәк. Уның менән бергә «күк ғәскәрҙәре» — Аллаға тоғро фәрештәләр һәм 144 000 рухи зат сығасаҡ (Асыл. 17:14; 19:11—15). Улар Алла халҡын яҡлар һәм дошмандарҙы тар-мар итер. Был һуғыш нимә менән тамамланыр? Аллаға ҡаршы торған бөтә ойошмалар һәм кешеләр ер йөҙөнән юҡ ителер. (Асылыш 19:19—21-ҙе уҡығыҙ.)
ҺУҒЫШТАН ҺУҢ ТУЙ КӨНӨ
11. Асылыш китабында яҙылған ваҡиғаларҙың иң тантаналыһы ниндәй?
11 «Беҙ Армагеддон һуғышын кисерҙек!» «Мин Йәһүәнең бөтә дошмандарҙы тар-мар иткәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем!» Ерҙә Алла хеҙмәтселәренең ниндәй шатлыҡ кисергәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ. Шул уҡ ваҡытта күктә бөтәһе лә Бөйөк Вавилондың юҡ ителеүен байрам итәсәк (Асыл. 19:1—3). Шулай уҡ унда тағы бер мөһим ваҡиға — «Бәрәстең туй мәжлесе» үтәсәк (Асыл. 19:6—9). Ул — Асылыш китабында яҙылған ваҡиғаларҙың иң тантаналыһы.
12. «Бәрәстең туй» көнө ҡасан үтәсәк? (Асылыш 21:1, 2).
12 Был туй көнө ҡасан була? 144 000 майланған мәсихселәр күктә Армагеддон һуғышы алдынан ғына тулыһынса йыйыласаҡ. Был, әлбиттә, туй яһар өсөн иң уңайлы ваҡыт түгел. (Асылыш 21:1, 2-не уҡығыҙ.) Шуға күрә «Бәрәстең туйы» Алланың бөтә дошмандары Армагеддонда юҡ ителгәс кенә үтәсәк (Зәб. 45:3, 4, 13—17).
13. «Бәрәстең туйы» ниндәй мәғәнә йөрөтә?
13 Был туй ниндәй мәғәнә йөрөтә? Ысын туйҙан һуң кейәү менән кәләш бер тән булып китә. Шуның шикелле, был символик никах та батша Ғайса Мәсихте уның кәләше — 144 000 зат менән берләштерә. Был иҫ киткес тарихи ваҡиғанан яңы хөкүмәттең ер өҫтөнән Меңйыллыҡ идараһы башланасаҡ (Асыл. 20:6).
ҠУПШЫ ИТЕП БИҘӘЛГӘН ҠАЛА ҺӘМ ҺЕҘҘЕҢ КИЛӘСӘГЕГЕҘ
14, 15. Асылыш китабының 21-се бүлегендә 144 000 зат нимә менән сағыштырыла? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)
14 Асылыш китабының 21-се бүлегендә 144 000 майланғандар «яңы Иерусалим» тигән матур ҡала менән сағыштырыла (Асыл. 21:2, 9). Ул ҡаланың «ун ике нигеҙ ташы бар». «Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған» (Асыл. 21:10—14; Ефес. 2:20). Илсе Яхъя, моғайын, ул таштарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарағандыр. Уларҙың береһендә уның исеме яҙылған бит. Был бик ҙур хөрмәт!
15 «Яңы Иерусалим» бер ҡалаға ла оҡшамаған. Был ҡаланың формаһы — «тигеҙ яҡлы дүртмөйөш». Уның үҙәк урамы «саф алтындан». Ә «ун ике ҡапҡаһы — ун ике ынйы». Уның стеналары «аҫылташтар менән» биҙәлгән (Асыл. 21:15—21). Яхъя былай тип яҙа: «Ҡалала мин Алла Йортон күрмәнем, сөнки был ҡаланың Алла Йорто — сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла Үҙе һәм Бәрәс. Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың даны уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы — Бәрәс» (Асыл. 21:22, 23). «Яңы Иерусалимды» тәшкил иткәндәр Йәһүәнең янында буласаҡ (Евр. 7:27; Асыл. 22:3, 4). Шулай итеп, был ҡаланың ғибәҙәтханаһы — Йәһүә менән Ғайса Мәсих.
16. Алла Батшалығының Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында кешеләрҙе нимә көтә?
16 Майланған мәсихселәр «яңы Иерусалим» тураһында шатланып уйлана. Әммә был ҡала тураһындағы пәйғәмбәрлек ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙең дә күңелен йылыта. Сөнки Алла Батшалығының Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында «яңы Иерусалим» ергә һанап бөтөргөһөҙ фатихалар килтерәсәк. Яхъя был фатихаларҙы «тереклек һыуы йылғаһы» тип атай. Йылғаның ике ярында ла «тереклек ағасы» үҫә. Уларҙың «япраҡтары — халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн» (Асыл. 22:1, 2). Бөтә кешеләр Алла Батшалығы килтергән фатихаларҙан тулыһынса файҙаланасаҡ. Тыңлаусан кешеләр яйлап камил булып китер. Беҙҙең тормошобоҙҙа «ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа» бүтән булмаясаҡ (Асыл. 21:3—5).
17. Батшалыҡтың Меңйыллыҡ идара итеү ваҡытында ерҙә кем йәшәйәсәк? (Асылыш 20:11—13).
17 Батшалыҡтың Меңйыллыҡ идара итеү ваҡытында ерҙә кем йәшәйәсәк? Беренсенән, Армагеддонды кисереп сыҡҡан бихисап күп халыҡ. Ә шулай уҡ, бәлки, яңы донъяла тыуған балалар. Бынан тыш, Асылыш китабының 20-се бүлегендә үлгәндәр терелер тигән вәғәҙә килтерелә. (Асылыш 20:11—13-тө уҡығыҙ.) Кем тереләсәк? «Тәҡүә кешеләр» — Алланың үлгән хеҙмәтселәре һәм «тәҡүә булмағандар», йәғни Алла тураһында белем алырға мөмкинлектәре булмаған кешеләр (Ғәм. 24:15; Яхъя 5:28, 29). Меңйыллыҡ идара ваҡытында бөтә кешеләр ҙә терелер тип көтөргә кәрәкмәй. Йәһүәне белһәләр ҙә, тәкәбберләнеп, уға хеҙмәт итергә теләмәгәндәр терелмәйәсәк. Улар Аллаға хеҙмәт итеү мөмкинлегенән баш тартҡан. Шуға күрә ожмахта мәңге йәшәргә лайыҡ түгел (Матф. 25:46; 2 Фес. 1:9; Асыл. 17:8; 20:15).
ҺУҢҒЫ ҺЫНАУ
18. Меңйыллыҡ идараның аҙағына ерҙәге тормош ниндәй буласаҡ?
18 Меңйыллыҡ идараның аҙағына бөтә кешеләр камил булып китәсәк. Әҙәм ҡылған гонаһтың эҙемтәләре бөтөнләй юҡ буласаҡ (Рим. 5:12). Кешеләрҙең камиллыҡҡа өлгәшеүе Изге Яҙмала «терелеү» менән сағыштырыла (Асыл. 20:5).
19. Һуңғы һынауҙың маҡсаты ниндәй?
19 Шайтандың баҫымына ҡарамаҫтан, Ғайса бөтә һынауҙарҙа Йәһүәгә тоғро булып ҡалған. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы тамамланған ваҡытты күҙ алдына килтерәйек. Бөтә кешеләр инде камил, һәм бына Шайтан Иблис үҙ төрмәһенән азат ителә һәм кешеләрҙе һуңғы тапҡыр һынарға тырыша (Асыл. 20:7). Нисек уйлайһығыҙ, һеҙ, Ғайса һымаҡ, тоғро булып ҡала алырһығыҙмы? Һәр беребеҙҙең был һорауға яуап бирергә мөмкинлеге булыр. Һуңғы һынау ваҡытында Аллаға тоғро булып ҡалған кешеләр мәңгелек тормош аласаҡ һәм тулы мәғәнәлә азат буласаҡ (Рим. 8:21). Ә Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡандар Шайтан һәм уның ендәре менән бергә мәңгегә юҡ ителәсәк (Асыл. 20:8—10).
20. Асылыш китабының пәйғәмбәрлектәрен ҡарап сығыу һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙырҙы?
20 Асылыш тип аталған «фотографияны» ҡарағанда, һеҙҙә ниндәй хистәр тыуа? Унда үҙегеҙҙе күреү оҡшаймы? Һеҙ, моғайын, башҡаларға ла Йәһүәнең яғына торорға ярҙам итергә теләйһегеҙҙер. Шул саҡта улар беҙҙең менән бергә Изге Яҙманың һуңғы китабында яҙылған иҫ киткес пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлешендә ҡатнаша алыр (Асыл. 22:17). Был өс мәҡәлә ярҙамында беҙ буласаҡ ваҡиғалар аша үттек тип әйтеп була һәм хәҙер илсе Яхъя кеүек: «Амин! Кил, Хужабыҙ Ғайса!» — тип әйтәбеҙ (Асыл. 22:20, ЯДТ).
27-СЕ ЙЫР Алла улдарын донъяға күрһәтер
^ Был Асылыш китабына арналған өс мәҡәләнең һуңғыһы. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәрен иҫ киткес матур киләсәк, ә уның идара итеүенә ҡаршы сыҡҡандарҙы хурлыҡлы ахыр көткәнен күрербеҙ.