Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

23-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Балаларығыҙҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ

Балаларығыҙҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ

«Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат» (МАТФ. 22:37).

134-СЕ ЙЫР Балалар — Йәһүәнән бирелгән бүләк

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Яңы шарттар арҡаһында Изге Яҙмалағы таныш принциптарға ҡарашыбыҙ нисек үҙгәрергә мөмкин? Аңлатығыҙ.

 НИҺАЙӘТ, күптән көтөлгән көн килеп етте! Матур итеп кейенгән кейәү менән кәләш туй телмәрен иғтибар менән тыңлай. Был телмәрҙең фекерҙәре улар өсөн яңы тип әйтеп булмай. Әммә улар хәҙер был кәңәштәргә яңыса ҡарай. Ни өсөн? Сөнки улар хәҙер ир менән ҡатын, һәм уларҙың бәхете был кәңәштәрҙе ҡулланыуға бәйле.

2 Шуны уҡ балаһы тыуған ата-әсәләр тураһында ла әйтеп була. Улар йыйылышта бала тәрбиәләүгә арналған Изге Яҙмалағы күп кәңәштәрҙе ишеткәндер. Әммә хәҙер уларҙың шарттары үҙгәргән. Һәм был принциптар улар өсөн айырыуса мөһим. Ата-әсә булыу бик ҙур яуаплылыҡ бит. Үҙгәргән шарттар арҡаһында улар Алла Һүҙендәге таныш булған принциптарға икенсерәк ҡарай башлай. Шуға күрә Алла хеҙмәтселәре «ғүмеренең бөтә көндәрендә лә» Изге Яҙманы уҡырға һәм уның өҫтөндә уйланырға тейеш (Ҡан. 17:19).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Ата-әсәләр, һеҙгә балаларығыҙҙы Йәһүә менән таныштырыу хөрмәте тейгән. Әммә Алла тураһында белем биреүҙән тыш, һеҙ уларҙың йөрәгендә Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу үҫтерергә теләйһегеҙ. Әйҙәгеҙ, был мәҡәләлә беҙгә ярҙам иткән принциптарҙың дүртеһен ҡарап сығайыҡ (2 Тим. 3:16). Шулай уҡ ҡайһы бер ата-әсәләрҙең был кәңәштәрҙе ҡулланыуҙан ниндәй файҙа алғанын беләйек.

АТА-ӘСӘЛӘРГӘ ЯРҘАМ ИТКӘН ДҮРТ ПРИНЦИП

Ата-әсәләр, Йәһүәнән зирәклек һораһағыҙ һәм эштәрегеҙ менән яҡшы өлгө күрһәтһәгеҙ, был балаларығыҙға нисек тәьҫир итер? (4, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

4. Ниндәй принцип ата-әсәләргә балаларында Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итер? (Яҡуб 1:5).

4 1-се принцип: Йәһүәнән кәңәш һорағыҙ. Балаларығыҙҙа Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерер өсөн һеҙгә зирәклек кәрәк. Һеҙ уны Алланан һорай алаһығыҙ. (Яҡуб 1:5-те уҡығыҙ.) Ул ата-әсәләргә иң яҡшы кәңәштәр бирә ала. Быға бик күп сәбәптәр бар. Әйҙәгеҙ, икеһен ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, бала тәрбиәләүҙә Йәһүә иң тәжрибәле (Зәб. 36:9). Икенсенән, уның аҡыллы кәңәштәре һәр ваҡыт файҙалы (Ишағ. 48:17).

5. а) Йәһүәнең ойошмаһы ата-әсәләргә нисек ярҙам итә? б) Аморим ғаиләһенең миҫалынан һеҙ нимәгә өйрәндегеҙ? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)

5 Йәһүәнең ойошмаһы ата-әсәләргә балаларын тәрбиәләргә ярҙам итер өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән күп төрлө рухи аҙыҡ бирә (Матф. 24:45). Мәҫәлән, файҙалы кәңәштәрҙе һеҙ «Ғаилә өсөн ярҙам» тигән рубрикала таба алаһығыҙ. Күп йылдар дауамында был рубрика «Уянығыҙ!» журналында баҫтырылды, ә хәҙер уны jw.org сайтында табып була. Шулай уҡ сайтыбыҙҙағы күп видеоларҙа балаларҙы тәрбиәләгәндә Йәһүәнең кәңәштәрен нисек ҡулланып булғаны яҡшы күрһәтелә * (Ғиб. һүҙ. 2:4—6).

6. Бер пар Йәһүәнең ойошмаһы аша бирелгән рухи аҙыҡ тураһында нимә әйтә?

6 Күп ата-әсәләр Йәһүәгә уның ойошмаһы аша бирелгән рухи аҙыҡ өсөн бик рәхмәтле. Джо исемле ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Беҙҙең өс балабыҙ бар. Уларҙы рухи кеше итеп тәрбиәләү еңелдән түгел. Шуға күрә беҙ Йәһүәнән һәр ваҡыт ярҙам һорайбыҙ. Беҙ шуға иғтибар иттек: ғаиләбеҙҙә ниндәйҙер проблема тыуғанда, тап шул саҡта кәрәкле мәҡәлә йә видеояҙма сыға. Йәһүә үҙе беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған һымаҡ». Джо һәм уның ҡатыны әйтеүенсә, шундай рухи аҙыҡ балаларына Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә.

7. Ни өсөн ата-әсәләр балаларына яҡшы өлгө күрһәтергә тейеш? (Римдарға 2:21).

7 2-се принцип: балаларығыҙ өсөн өлгө булығыҙ. Балалар ата-әсәләрен күҙәтә һәм уларҙан үрнәк ала. Әлбиттә, атайҙар ҙа, әсәйҙәр ҙә камил түгел (Рим. 3:23). Шулай ҙа улар яҡшы үрнәк күрһәтергә тейеш. (Римдарға 2:21-ҙе уҡығыҙ.) Бының тураһында бер атай кеше былай ти: «Балалар губка һымаҡ бөтә нәмәне үҙҙәренә һеңдерә. Әгәр минең эштәрем һүҙҙәремә тура килмәһә, улар бының тураһында мотлаҡ әйтәсәк». Ниндәй һығымта яһап була? Балағыҙҙа Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә теләйһегеҙ икән, һеҙ үҙегеҙ ҙә Уны ныҡ яратырға тейеш.

8, 9. Эндрю менән Эмманың һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?

8 Ата-әсәләрҙең өлгөһө балаларға бик ныҡ тәьҫир итә ала. 17 йәшлек Эндрю ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Атай-әсәйебеҙ, Йәһүә менән аралашыу бик мөһим тип, һәр ваҡыт иҫебеҙгә төшөрә торғайны. Улар гел миңә һәм апайыма: „Күпме теләйһегеҙ, шунса доға ҡыла алаһығыҙ“, — тип әйтә ине. Һәр кис, мин үҙем инде доға ҡылған булһам да, атайым минең менән бергә доға ҡыла торғайны. Шуға күрә миңә доға ҡылыуы ауыр түгел. Миңә Йәһүә менән аралашырға бик оҡшай һәм мин уға ҡайғыртыусан Атайыма кеүек ҡарайым». Ата-әсәләр, бер ҡасан да онотмағыҙ: һеҙҙең Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙ балаларығыҙға көслө йоғонто яһай ала.

9 Ә бына Эмма исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалы. Ул бәләкәй генә булғанда, атаһы уларҙы ташлап киткән һәм әсәһен ҙур бурыстар менән ҡалдырған. Эмма былай тип бүлешә: «Беҙҙең матди яҡтан йыш ҡына ауырлыҡтар булды. Әммә әсәйем, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре тураһында ҡайғырта, тип гел әйтә торғайны. Уның быға ышаныуы нисек йәшәүенән күренә ине. Хәҡиҡәт уның өсөн вәғәз генә түгел, ә тормош юлы булды». Эмманың һөйләүенән күренеүенсә, ата-әсәләр ауыр шарттарҙа ла балаларына яҡшы өлгө күрһәтә ала (Гал. 6:9).

10. Боронғо Израилдә ата-әсәләрҙең балалары менән аралашырға ниндәй мөмкинлектәре булған? (Ҡанун 6:6, 7).

10 3-сө принцип: балаларығыҙ менән йыш аралашығыҙ. Бының тураһында Йәһүә израилдәргә бирелгән ҡанунда туранан-тура әйткән. (Ҡанун 6:6, 7-не * уҡығыҙ.) Ул ваҡыттарҙа тормош башҡа төрлө булған. Ата-әсәләр балалары менән күберәк ваҡыт үткәргән. Мәҫәлән, малайҙар аталары менән сәғәттәр буйы яланда эшләгән. Ә ҡыҙҙар әсәләренә өй эштәрендә ярҙам иткән. Һәм, әлбиттә, эшләгәндә улар аралашҡан. Шулай итеп ата-әсәләрҙең балаларында Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә мөмкинлектәре күберәк булған. Мәҫәлән, улар Йәһүәнең игелеге тураһында һәм ғаиләләрен нисек фатихалағаны тураһында һөйләй алған.

11. Ата-әсәләрҙең балалар менән аралашырға ниндәй мөмкинлеге бар?

11 Әммә хәҙер тормош башҡа төрлө. Күп илдәрҙә ата-әсәләр эшкә, ә балалар мәктәпкә йөрөй. Шуға улар көнө буйы бергә була алмай. Ата-әсәләргә балалары менән аралашыр өсөн ваҡыт бүлергә кәрәк (Ефес. 5:15, 16; Флп. 1:10). Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу бының өсөн яҡшы мөмкинлек аса. Алекс исемле йәш ағай-ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Атайымдың эштәре бик күп булһа ла, ул ғаилә өйрәнеүен аҙна һайын үткәрә һәм уны үткәрергә бер нәмәгә лә ҡамасауларға бирмәй. Ә өйрәнеүҙән һуң беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән төрлө темаларға аралашабыҙ».

12. Ғаилә башлығы ғаилә менән ғибәҙәт ҡылғанда нимәне иҫтә тоторға тейеш?

12 Ғаилә өйрәнеүендә балаларға күңелле булһын өсөн ғаилә башлығы нимә эшләй ала? Мәҫәлән, ойошмабыҙ «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән яңы баҫма сығарҙы. Уны ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙа өйрәнә башларға була. Был китап Изге Яҙма тураһындағы аралашыуҙы ҡыҙыҡлы итер. Әлбиттә, һеҙ балаларығыҙҙың үҙ хистәре һәм борсолоуҙары тураһында һөйләүҙәрен теләйһегеҙ. Шуға күрә өйрәнеү ваҡытында уларҙы әрләмәгеҙ һәм шелтәләмәгеҙ. Әгәр улар Изге Яҙмаға ҡаршы берәй нәмә әйтһә, күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Киреһенсә, улар үҙ хистәрен йәшермәгәненә ҡыуанығыҙ. Уларҙы үҙ фекерҙәрен асыҡ белдерергә дәртләндерегеҙ. Балаларығыҙ нимә хис иткәнен белгәндә генә, һеҙ уларға ярҙам итә алаһығыҙ.

Ата-әсәләр, һеҙ, тәбиғәт мөғжизәләренә иғтибар итеп, балаларығыҙға Йәһүәне яратырға нисек ярҙам итә алаһығыҙ? (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Ата-әсәләр балаларына Йәһүәгә яҡынлашырға тағы нисек ярҙам итә ала?

13 Ата-әсәләр, балаларығыҙға Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итер өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланығыҙ. Балаға Алла тураһында һөйләр өсөн Изге Яҙманы өйрәнеү йә ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу берҙән-бер мөмкинлек түгел. Лиза исемле апай-ҡәрҙәштең һүҙҙәренә иғтибар итәйек: «Ҡыҙыбыҙ һәм өс улыбыҙ Йәһүәне яҡшыраҡ белһен өсөн, беҙ ирем менән йыш ҡына уларҙың иғтибарын тәбиғәт мөғжизәләренә йүнәлтәбеҙ. Мәҫәлән, этебеҙ шаярғанда, улар рәхәтләнеп көлә торғайны. Был мөмкинлекте ҡулланып, беҙ уларға, Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙең юмор хисе бар, һәм ул да, беҙҙең һымаҡ, тормошто ярата, тип аңлата инек».

Ата-әсәләр, һеҙ балаларығыҙҙың дуҫтарын яҡшы беләһегеҙме? (14-се абзацты ҡарағыҙ.) *

14. Ни өсөн атай-әсәйҙәргә балаларына дуҫтар һайларға ярҙам итергә кәрәк? (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20).

14 4-се принцип: балаларығыҙға яҡшы дуҫтар табырға ярҙам итегеҙ. Изге Яҙмала тура әйтелә: дуҫтар беҙгә йә яҡшы, йә насар йоғонто яһай. (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-не * уҡығыҙ.) Ҡәҙерле ата-әсәләр, һеҙ балаларығыҙҙың дуҫтары менән танышмы? Улар менән осрашҡанығыҙ йә бергә ваҡыт үткәргәнегеҙ бармы? Балаларығыҙ Йәһүәне яратҡан кешеләр менән дуҫлашһын өсөн, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? (1 Кор. 15:33). Мәҫәлән, шундай ҡәрҙәштәрҙе ғаиләгеҙ менән бергә ваҡыт үткәрергә саҡырығыҙ (Зәб. 119:63).

15. Ата-әсәләр нисек итеп балаларына яҡшы дуҫтар табырға ярҙам итә ала?

15 Энтони ҡатыны менән үҙҙәренең өс ҡыҙына һәм ике улына яҡшы дуҫтар табырға ярҙам итә алған. Энтони былай тип бүлешә: «Нисә йәштә генә булһалар ҙа, ҡәрҙәштәребеҙ Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итә. Балаларыбыҙ үҫкән саҡта беҙ ҡатыным менән шундай ҡәрҙәштәрҙе йыш ҡына үҙебеҙгә бергә ашап алыр өсөн генә түгел, ә ғаилә өйрәнеүенә лә саҡыра торғайныҡ. Дуҫлашыр өсөн был бик яҡшы мөмкинлек! Шулай уҡ беҙҙә район күҙәтеүселәре, миссионерҙар һәм башҡа ҡәрҙәштәр туҡтала торғайны. Шундай аралашыу беҙҙең балаларыбыҙға бик яҡшы тәьҫир итте. Ҡәрҙәштәрҙең ҡорбандарға барырға әҙер булыуы, шулай уҡ хеҙмәт тураһында һөйләгәндә күҙҙәренең янып тороуы балаларыбыҙға Йәһүәне яратырға ярҙам итте». Ата-әсәләр, балаларығыҙға дуҫтар һайлауҙа һеҙҙең ярҙамығыҙ бик кәрәк. Шуға күрә, зинһар, уларға ярҙам итегеҙ.

ӨМӨТӨГӨҘҘӨ ЮҒАЛТМАҒЫҘ!

16. Балағыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләмәһә, һеҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

16 Хәлегеҙҙән килгәндең барыһын эшләһәгеҙ ҙә, балаларығыҙҙың берәйһе Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләмәҫкә мөмкин. Әммә был һеҙҙең насар атай йә әсәй икәнегеҙҙе аңлатмай. Йәһүә бөтә кешеләрҙе, шул иҫәптән һеҙҙең балағыҙҙы ла һайлау ирке менән бүләкләгән. Шуға күрә һәр кеше Аллаға табынырғамы, юҡмы икәнен үҙе һайлай. Әгәр балағыҙ Йәһүәне ҡалдырһа, уның берәй ҡасан кире ҡайтыуына өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ. Һеҙҙең күңелегеҙҙе юлдан яҙған ул тураһындағы ҡисса йылытып торһон (Лука 15:11—19, 22—24). Теге егет бик боҙоҡ тормош алып барған, ләкин ваҡыт үтеү менән аҡылға ултырған. Кемдер былай тип уйларға мөмкин: «Был матур әкиәт кенә. Тормошта барыһы ла башҡаса». Әммә был улай түгел икәне Эли́ исемле йәш егеттең осрағынан күренә.

17. Эли ҡәрҙәштең миҫалы һеҙҙе нимәгә ышандыра?

17 Бына нимә тип һөйләй Эли: «Хәҡиҡәттә булған атай-әсәйем миндә Йәһүәгә һәм Изге Яҙмаға ҡарата яратыу үҫтерер өсөн барыһын эшләне. Әммә үҫмер сағымда мин тыңлауһыҙ булып киттем». Эли ике төрлө тормош алып бара башлаған һәм ата-әсәһенең уға рухи яҡтан ярҙам итергә тырышыуын кире ҡаҡҡан. Эли өйҙән сығып киткән һәм бик насар юлға баҫҡан. Шулай ҙа ул дуҫтарының береһенә вәғәзләгән. Эли былай тип дауам итә: «Дуҫыма Йәһүә тураһында күберәк һөйләгән һайын, үҙем дә Йәһүә тураһында күберәк уйлана башланым. Яйлап ҡына булһа ла, атай-әсәйем сәскән хәҡиҡәт орлоҡтары йөрәгемдә үҫеш бирә башланы». Ваҡыт үтеү менән Эли йыйылышҡа кире ҡайтҡан. Уның ата-әсәһенең ни тиклем ҡыуанғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Улар улдарын бәләкәй саҡтан уҡ Йәһүәне яратырға өйрәткән, һәм уларҙың тырышлыҡтары бушҡа булмаған * (2 Тим. 3:14, 15).

18. Балаларын Йәһүәне яратырға өйрәткән атай-әсәйҙәргә һеҙ нимә әйтергә теләр инегеҙ?

18 Атай-әсәйҙәр, уйлап ҡына ҡарағыҙ: һеҙгә «киләсәк быуынды» Йәһүәнең хеҙмәтселәре итеп үҫтереү хөрмәте тейгән! (Зәб. 78:4—6). Был еңел түгел. Һәм һеҙҙе был йөкләмәгә бик яуаплы ҡарағанығыҙ өсөн бөтә күңелдән маҡтағыбыҙ килә. Артабан да балаларығыҙҙы Йәһүә ҡушҡанса тәрбиәләп үҫтерегеҙ (Ефес. 6:4). Шул саҡта һеҙ күктәге ҡайғыртыусан Атайыбыҙҙың йөрәген шатландырырһығыҙ!

135-СЕ ЙЫР «Улым, зирәк бул»

^ Ата-әсәләр үҙ балаларын бик ныҡ ярата. Балаларының ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыр өсөн улар күпте эшләй. Ә иң мөһиме, ата-әсәләр уларҙың һәр береһенә Йәһүәне яратырға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, был яҡтан файҙалы булған Изге Яҙмалағы дүрт принципты ҡарап сығайыҡ.

^ Jw.org сайтында «Абилью һәм Ула Аморим. Йәһүә балаларыбыҙҙы тәрбиәләргә өйрәтте» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

^ Ҡанун 6:6, 7: «Мин бөгөн һиңә үтәргә ҡушҡан был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш, 7 һәм һин уларҙы балаларыңдың күңеленә һеңдерергә һәм улар тураһында өйөңдә ултырғанда, юлда барғанда, ятҡанда һәм торғанда һөйләргә тейеш».

^ Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер».

^ «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 2012 йылдың 1 апрель сығарылышында «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.

^ РӘСЕМДӘ: атай кеше улының дуҫы менән танышыр өсөн улар менән бергә баскетбол уйнай.