Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Көндәлек тормош өсөн аҡыллы кәңәштәр

Көндәлек тормош өсөн аҡыллы кәңәштәр

«Зирәклекте Йәһүә үҙе бирә» (ҒИБ. ҺҮҘ. 2:6).

89-СЫ ЙЫР Нәсихәткә ҡолаҡ һал

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн барыбыҙға ла зирәклеккә ынтылырға кәрәк? (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:7).

 ВАҠЫТ-ВАҠЫТ беҙҙең барыбыҙға ла етди ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Шул саҡта, зирәклек һорап, Йәһүәгә доға ҡылабыҙ, сөнки беҙ зирәклеккә мохтаж (Яҡ. 1:5). Сөләймән батша: «Иң мөһиме — зирәклек», — тип яҙған. (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:7-не * уҡығыҙ.) Әлбиттә, Сөләймән уҡымышлы булыу хаҡында түгел, ә Йәһүәнән килгән зирәклек тураһында әйткән (Ғиб. һүҙ. 2:6). Ләкин Алла биргән зирәклек бөгөнгө проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итә аламы? Бының тураһында был мәҡәләнән күберәк белербеҙ.

2. Зирәк булырға беҙгә нимә ярҙам итер?

2 Изге Яҙмала боронғо ваҡытта йәшәгән ике зирәк кеше тураһында әйтелә. Әгәр улар тураһында күберәк белһәк, беҙ үҙебеҙ ҙә зирәгерәк булып китербеҙ. Беренсеһе — Сөләймән батша. Изге Яҙмала уның тураһында: «Алла Сөләймәнгә икһеҙ-сикһеҙ дәрәжәлә зирәклек менән төшөнөүсәнлек... бирҙе», — тип әйтелә (1 Бат. 4:29). Ә икенсеһе — Ғайса Мәсих. Уның зирәклеге сағыштырғыһыҙ булған (Матф. 12:42). Ғайса тураһында «унда Йәһүә рухы, зирәклек һәм аңлау рухы... булыр» тигән пәйғәмбәрлек яҙылған (Ишағ. 11:2).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Алла биргән зирәклекте ҡулланып, Сөләймән менән Ғайса тормоштоң төрлө яҡтарына ҡағылышлы кәңәштәр бирә алған. Был мәҡәләлә беҙ өс өлкәгә иғтибар итербеҙ: нисек аҡсаға, эшкә һәм үҙебеҙгә дөрөҫ ҡараш һаҡларға?

АҠСАҒА ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ

4. Байлыҡ тураһында әйткәндә, Ғайсаның шарттары Сөләймәндекенән нимә менән айырылып торған?

4 Сөләймән иҫ киткес бай булған һәм муллыҡта йәшәгән (1 Бат. 10:7, 14, 15). Ғайсаның шарттары иһә ныҡ айырылып торған: уның йорто булмаған, ә әйберҙәре бик әҙ булған (Матф. 8:20). Шулай ҙа улар икеһе лә матди нәмәләргә дөрөҫ ҡараш һаҡлаған, сөнки улар өсөн бер зирәклек сығанағы — Йәһүә Алла булған.

5. Сөләймәндең аҡсаға ҡарашы ниндәй булған?

5 Сөләймән аҡса «яҡлау бирә» тип яҙған (Вәғ. 7:12). Эйе, ысынлап та, аҡса сығымдарҙы ҡапларға, ә ҡайһы саҡта теләгәнебеҙҙе алырға мөмкинлек бирә. Сөләймән нисек кенә бай булһа ла, аҡсанан мөһимерәк нәмәләр барлығын аңлаған. Мәҫәлән, ул былай тип яҙған: «Яҡшы исем [йәки «абруй», төшөрмә] ҙур байлыҡтан да өҫтөнөрәк» (Ғиб. һүҙ. 22:1). Сөләймән шулай уҡ аҡса яратҡан кешеләрҙең йыш ҡына ҡәнәғәт булмағандарына иғтибар иткән (Вәғ. 5:10, 12). Бынан тыш, ул, байлыҡҡа таяныу дөрөҫ түгел, сөнки ул тиҙ генә юҡҡа сыға ала, тип яҙған (Ғиб. һүҙ. 23:4, 5).

Мин матди йә рухи нәмәләрҙе күберәк ҡәҙерләйемме? (6, 7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

6. Ғайса аҡсаға нисек ҡараған? (Матфей 6:31—33).

6 Ғайса Мәсихтең дә матди нәмәләргә ҡарашы дөрөҫ булған. Мәҫәлән, ул тәмле ризыҡҡа шатланған (Лука 19:2, 6, 7). Уның беренсе мөғжизәһен хәтерләйһегеҙме? Ул һыуҙы бик сифатлы шарапҡа әйләндергән (Яхъя 2:10, 11). Ә үлгән көндө Ғайсаның өҫтөндә ҡиммәтле кейем булған (Яхъя 19:23, 24). Шул уҡ ваҡытта аҡса уның тормошонда беренсе урында булмаған. Ул үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай... Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ» (Матф. 6:24). Ғайса Мәсих аңлатҡанса, Алла Батшалығы тормошобоҙҙа беренсе урында булһа, Йәһүә беҙгә бар кәрәклеһен бирәсәк. (Матфей 6:31—33-тө уҡығыҙ.)

7. Аҡсаға дөрөҫ ҡараш Дэниелға нисек ярҙам иткән?

7 Изге Яҙманың аҡсаға ҡағылышлы принциптары күп ҡәрҙәштәргә ярҙам иткән. Мәҫәлән, өйләнмәгән Дэниел исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Үҫмер саҡта уҡ мин хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйырға булдым». Дэниел ябай тормош алып барғанға, Йәһүә өсөн күпте эшләй алған һәм хатта Вефилдә хеҙмәт иткән. Ул былай тип дауам итә: «Мин был юлды һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем. Әлбиттә, аҡсаны беренсе урынға ҡуйған булһам, мин бай булыр инем. Әммә дуҫтарҙы байлыҡҡа алмаштырып буламы ни? Һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән килгән шатлыҡты аҡсаға һатып алып буламы ни? Йәһүә биргән фатихалар һанап бөтөргөһөҙ, уларҙы аҡса менән сағыштырып булмай». Шуныһы ап-асыҡ: тормошобоҙ аҡсаға түгел, ә рухи нәмәләргә нигеҙләнергә тейеш.

ЭШКӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ

8. Сөләймәндең эшкә дөрөҫ ҡарашы нимәнән күренгән? (Вәғәзсе 5:18, 19).

8 Сөләймән батша эшенән алған ҡәнәғәтлекте «Хоҙайҙың бүләге» тип атаған. (Вәғәзсе 5:18, 19-ҙы * уҡығыҙ.) Ул: «Һәр бер тырыш хеҙмәттең файҙаһы бар», — тип яҙған (Ғиб. һүҙ. 14:23). Һәм был тик һүҙҙәр генә түгел. Сөләймән үҙе лә бик эшсән булған: ул йорттар төҙөгән, баҡсалар үҫтергән һәм йөҙөм ағастары ултыртҡан. Шулай уҡ ул ҡалалар төҙөгән (1 Бат. 9:19; Вәғ. 2:4—6). Был эштәр ауыр булһа ла, һис шикһеҙ, уға ҡәнәғәтлек килтергән. Әммә Сөләймән бәхетле булыр өсөн был ғына етерлек түгел икәнен аңлаған. Шуға күрә ысын күңелдән Йәһүәгә хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Сөләймән ете йыл дауамында Иерусалим ҡалаһында ғибәҙәтхананың төҙөлөшө менән етәкселек иткән (1 Бат. 6:38; 9:1). Тимәк, ул эштә лә, рухи нәмәләрҙә лә күпкә өлгәшкән. Сөләймән ниндәй һығымтаға килгән? Йәһүәгә хеҙмәт итеү бар эштәрҙән дә мөһимерәк. Ул былай тип яҙған: «Әйтелгәндәрҙең асылы шул: Алланан ҡурҡ, уның әмерҙәрен үтә» (Вәғ. 12:13).

9. Ғайса өсөн эш беренсе урында булмағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

9 Ғайса ла бик егәрле кеше булған. Бала саҡтан ул балта эшенә өйрәнгән (Марк 6:3). Ул ҙур ғаиләлә үҫкән, һәм ата-әсәһе, моғайын, уның ғаилә бюджетына үҙ өлөшөн индергәнен ҡәҙерләгәндер (Яхъя 7:15). Ғайсаның камил кеше булыуын иҫәпкә алһаҡ, күрәһең, уның эшләгән әйберҙәре кешеләргә бик оҡшаған һәм эше уға ҡәнәғәтлек килтергән. Шулай ҙа эше күп булыуға ҡарамаҫтан, ул рухи эштәргә етерлек ваҡыт бүлгән. Һуңыраҡ, үҙен вәғәз эшенә тулыһынса бағышлағас, ул тыңлаусыларына бындай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт иткән: «Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ» (Яхъя 6:27). Өҫтәүенә, үҙенең Тауҙағы вәғәзендә Ғайса былай тигән: «Хазинаны күктә йыйығыҙ» (Матф. 6:20).

Тормошомда донъяуи эш һәм рухи эштәр ниндәй урында булырға тейеш? (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10. Эш биреүсегә ярарға тырышып, ҡайһы бер мәсихселәр ниндәй тоҙаҡҡа эләгә?

10 Йәһүәнән килгән зирәклек эш менән бәйле һорауҙарҙа бер сиктән икенсеһенә бәрелеп-һуғылып йөрөмәҫкә ярҙам итә. Мәсихселәр булараҡ, беҙ тырышып эшләйбеҙ һәм «үҙ ҡулдарыбыҙ менән... файҙалы эш» башҡарабыҙ (Ефес. 4:28). Эш биреүселәр йыш ҡына беҙҙең намыҫлы һәм егәрле булғаныбыҙға иғтибар итә. Йәһүә шаһиттары тураһында яҡшы уйлаһындар тип, ҡайһы бер мәсихселәр эштән һуң ҡалып эшләй. Әммә шундай саҡтарҙа уларҙың ғаилә өсөн һәм йыйылыш эштәре өсөн етерлек ваҡыт ҡалмай. Быға юл ҡуйырға ярамай. Рухи эштәр һәм донъяуи эш үҙ урындарында торорға тейеш.

11. Эш тураһында әйткәндә, Уильям нимәне аңлаған?

11 Эшкә дөрөҫ ҡараш үҫтерергә кәрәк. Быға Уильям исемле йәш ағай-ҡәрҙәш үҙе инанған. Элек уның начальнигы булған бер өлкән уға яҡшы өлгө ҡалдырған. Уильям уның тураһында былай тип һөйләй: «Ул тырыш һәм бөтә нәмәне сифатлы итеп эшләй. Шуға күрә уның клиенттар менән мөнәсәбәттәре яҡшы. Әммә ул көн аҙағында эшен эштә ҡалдырып, иғтибарын ғаиләһенә һәм хеҙмәткә йүнәлтә белә. Ул — мин белгән иң бәхетле кешеләрҙең береһе!» *

ҮҘЕГЕҘГӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ

12. Ни өсөн тәүҙә Сөләймәндең үҙ-үҙенә ҡарашы дөрөҫ булған, ә һуңынан ул тоҙаҡҡа эләккән тип әйтеп була?

12 Сөләймән Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткәндә, уның үҙ-үҙенә ҡарашы дөрөҫ булған. Идара итеүенең беренсе йылдарында ул үҙенең көсһөҙ яҡтарын таныған һәм Алланан ярҙам һораған (1 Бат. 3:7—9). Үҙең турала артыҡ уйлау ни тиклем аҡылһыҙ икәнен Сөләймән яҡшы аңлаған. «Ғорурлыҡ — һәләкәткә, тәкәбберлек абыныуға килтерә», — тип яҙған ул (Ғиб. һүҙ. 16:18). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңыраҡ Сөләймән үҙе был тоҙаҡҡа эләккән. Ул ғорурланып киткән һәм Алланың әмерҙәрен бер-бер артлы боҙа башлаған. Мәҫәлән, Ҡанунда «[батша], йөрәге аҙып китмәһен өсөн, үҙенә күп ҡатын да алмаһын» тип әйтелгән булған (Ҡан. 17:17). Күрәһең, Сөләймән был уға ҡағылмай тип уйлаған. Ул үҙенә 700 ҡатын һәм 300 йәриә алған, һәм уларҙың күбеһе мәжүси халыҡтарҙан булған (1 Бат. 11:1—3). Ул, бәлки, миңә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай, тип уйлағандыр. Нисек кенә булһа ла, ваҡыт үтеү менән Сөләймән ҡылған эштәренең әсе эҙемтәләрен татыған (1 Бат. 11:9—13).

13. Ни өсөн Ғайсаның баҫалҡылығы тураһында уйланыу файҙалы?

13 Ғайса, баҫалҡы булғанға, үҙе тураһында сиктән тыш күп уйламаған. Ергә килгәнгә тиклем ул Йәһүә менән күп бөйөк эштәр башҡарған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «күктәге һәм ерҙәге, күҙгә күренгән һәм күренмәгәндәрҙең һәммәһе... уның аша... яратылған» (Кол. 1:16, ЯДТ). Күрәһең, һыуға сумдырылған ваҡытта Ғайса күктәге тормошон иҫенә төшөргән (Матф. 3:16; Яхъя 17:5). Шулай ҙа ул ғорур булып китмәгән һәм үҙен кешеләрҙән өҫтөн ҡуймаған. Ғайса ергә үҙенә хеҙмәт итһендәр тип түгел, ә хеҙмәт итергә һәм «күптәрҙе йолоп алыр өсөн» килгән (Матф. 20:28). Шулай уҡ ул бер ҡасан да үҙ белдегенә таянып эш итмәгән (Яхъя 5:19). Ғайсаның баҫалҡылығынан беҙ барыбыҙ ҙа күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ!

14. Ғайсаның һүҙҙәре нисек итеп үҙебеҙгә дөрөҫ ҡарашта булырға ярҙам итә?

14 Ғайса шәкерттәрен үҙҙәренә дөрөҫ ҡарашта булырға өйрәткән. Ул былай тигән: «Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы» (Матф. 10:30). Был һүҙҙәр бөтә ҡәрҙәштәрҙе, айырыуса үҙҙәрен түбән итеп һанағандарҙы, бик йыуата. Күктәге Атайыбыҙ беҙҙең менән ҡыҙыҡһына һәм беҙҙе бик ҡәҙерләй. Йәһүә беҙҙе үҙенә хеҙмәт итергә һәм мәңгелек тормош алырға лайыҡлы тип һанай икән, әйҙәгеҙ, уның беҙҙең хаҡта шулай уйлауын шик аҫтына ҡуймайыҡ.

Үҙем тураһында сиктән тыш күп уйлаһам, мин ниндәй фатихаларҙы ҡулдан ысҡындырырға мөмкин? (15-се абзацты ҡарағыҙ.) *

15. а) Бер «Күҙәтеү манараһында» ниндәй кәңәш бирелгән? б) 24-се биттәге фотоһүрәткә ҡарағыҙ. Үҙҙәре тураһында ғына уйлаған кешеләр ниндәй фатихаларҙы ҡулдан ысҡындыра?

15 Бер «Күҙәтеү манараһында» былай тип әйтелгән ине: «Әлбиттә, үҙебеҙҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуйып, беҙ тәкәббер булып китергә теләмәйбеҙ. Әммә беҙгә үҙебеҙҙе әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләргә лә кәрәкмәй. Беҙгә яҡшы яҡтарыбыҙҙы ла, етешһеҙлектәребеҙҙе лә иҫәпкә алып, үҙебеҙгә ҡарата дөрөҫ ҡараш үҫтерергә тырышырға кәрәк. Бер апай-ҡәрҙәш былай тигән: „Мин үҙемде бик яҡшы кеше тип әйтә алмайым, әммә мин насар ҙа түгел. Миндә, бөтә кешеләрҙә кеүек, насар сифаттарҙан тыш яҡшы сифаттар ҙа бар“» *. Иғтибар иттегеҙме, шундай ҡараштың ниндәй ыңғай яҡтары бар?

16. Ни өсөн Йәһүә беҙҙе үҙенең зирәклегенә өйрәтә?

16 Изге Яҙма аша Йәһүә беҙҙе үҙенең зирәклегенә өйрәтә. Сөнки ул беҙҙе ярата һәм бәхетле булыуыбыҙҙы теләй (Ишағ. 48:17, 18). Алланың ихтыярын беренсе урынға ҡуйыу — иң аҡыллы тормош юлы. Был бәхеткә алып барған берҙән-бер юл. Шул юлдан барып, беҙ аҡсаға, эшкә һәм үҙебеҙгә дөрөҫ булмаған ҡараш килтергән хаталарҙан ҡаса алырбыҙ. Йәһүә һәр беребеҙгә: «Улым, һинең йөрәгең зирәклеккә өйрәнһә, минең йөрәгем дә шатланыр», — тип мөрәжәғәт итә (Ғиб. һүҙ. 23:15). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, уны күңелһеҙләндермәйек!

94-СЕ ЙЫР Алла Һүҙе өсөн рәхмәтлебеҙ

^ Сөләймән менән Ғайса Мәсих бик зирәк кешеләр булған. Шундай зирәклекте уларға Йәһүә үҙе биргән. Улар аҡсаға, эшкә һәм үҙ-үҙеңә дөрөҫ ҡарашта булыу тураһында әйткән. Был мәҡәләнән беҙ уларҙың аҡыллы кәңәштәре ҡәрҙәштәрҙең тормоштарын нисек яҡшыртҡанын белербеҙ.

^ Ғибрәтле һүҙҙәр 4:7: «Иң мөһиме — зирәклек, зирәклеккә иреш, нимәгә генә эйә булһаң да, төшөнөүсәнлеккә ынтылырға онотма».

^ Вәғәзсе 5:18, 19: «Мин шуны күрҙем: кеше Алла биргән ҡыҫҡа ғүмер эсендә ашап-эсһә һәм ҡояш аҫтында ҡылған бөтөн тырыш хеҙмәте менән йәненә рәхәтлек килтерһә, был бик яҡшы һәм күркәм нәмә. Сөнки был уның әжере. 19 Шулай уҡ Алла кешегә байлыҡ, мал-мөлкәт бирһә һәм уны уларҙың рәхәтен күрергә һәләтле итһә, кеше, үҙ әжерен алып, тырыш хеҙмәтенә шатлана белһен. Был — Хоҙайҙың бүләге».

^ «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 2015 йылдың 1 февраль сығарылышында «Эште яратыр өсөн нимә эшләргә?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 2005 йылдың 1 октябрь сығарылышында «Изге Яҙма шатлыҡ табырға ярҙам итә» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ РӘСЕМДӘ: Джон һәм Том — бер йыйылышта хеҙмәт иткән йәш ағай-ҡәрҙәштәр. Джон көндәр буйы үҙенең машинаһы менән булышып йөрөй, ә Том машинаһында ҡәрҙәштәрҙе вәғәзгә һәм йыйылыш осрашыуҙарына алып бара.

^ РӘСЕМДӘ: начальнигына ярар өсөн Джон эштән һуң ҡалып эшләй. (Эштән һуң ҡалып эшләргә тәҡдим итһәләр, ул һәр саҡ ризалаша.) Шул кис хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән Том өлкән менән бергә бер апай-ҡәрҙәшкә хәлен белешер өсөн кереп сыға. (Быға тиклем ул начальнигына аҙнаның бер нисә кисен рухи эштәргә бүлеп ҡуйырға теләгәнен аңлатҡан булған).

^ РӘСЕМДӘ: Джон үҙе менән һоҡлана, ә Том беренсе сиратта рухи эштәр тураһында уйлай. Конгресс залын ремонтлағанда Том үҙенә яңы дуҫтар тапҡан.