21-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Йәһүә нисек доғаларыбыҙға яуап бирә?
«Күктәге Атайығыҙ үҙенән һораусыларға яҡшы нәмәләр бирәсәк!» (МАТФ. 7:11).
41-СЕ ЙЫР Эй Раббым, доғамды ишет
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1, 2. Доғаларыбыҙ тураһында уйлағанда, ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин?
ҺЕҘ ҡасан да булһа үҙегеҙҙән: «Йәһүә минең доғаларыма яуап бирәме?» — тип һорағанығыҙ булдымы? Күп кенә ҡәрҙәштәр ундай һорау өҫтөндә, айырыуса ауырлыҡтар менән осрашҡанда, уйланғандары хаҡында бүлешкән. Ғазап сиккәндә Йәһүәнең доғаларыбыҙға нисек яуап биргәнен күреү ауырыраҡ булырға мөмкин.
2 Әйҙәгеҙ, ошондай һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ: Ни өсөн беҙ Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренең доғаларына яуап биргәненә ышана алабыҙ? (1 Яхъя 5:15). Ни өсөн ҡайһы саҡта доғаларыбыҙ яуапһыҙ ҡала кеүек күренә? Йәһүә бөгөн доғаларға нисек яуап бирә?
ЙӘҺҮӘ БЕҘ ТЕЛӘГӘНСӘ ЯУАП БИРМӘҪКӘ МӨМКИН
3. Ни өсөн Йәһүә үҙенә доға ҡылыуыбыҙҙы һорай?
3 Изге Яҙма Йәһүәнең беҙҙе ныҡ яратҡанына һәм бик ҡәҙерләгәненә ышандыра (Агг. 2:7; 1 Яхъя 4:10). Бына ни өсөн Алла беҙҙе ярҙам һорап уға мөрәжәғәт итергә дәртләндерә (1 Пет. 5:6, 7). Ул беҙҙең уның менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуыбыҙҙы һәм ауырлыҡтарҙы уңышлы йырып сығыуыбыҙҙы теләй.
4. Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренең доғаларына яуап биргәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
4 Изге Яҙмала Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренең доғаһына яуап биргәне тураһында йыш ҡына әйтелә. Һеҙ берәй миҫалды иҫкә төшөрә алыр инегеҙме? Бәлки, һеҙ Дауыт батша тураһында уйлап ҡуйғанһығыҙҙыр. Уның тормош юлында күп дошмандары булған, һәм ул Йәһүәгә ярҙам һорап йыш доға ҡылған. Бер ваҡыт ул Аллаға: «Эй Йәһүә, доғама ҡолаҡ һал, ярҙам һорап ялбарыуымды ишет. Тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең буйынса миңә яуап бир», — тип ялбарған (Зәб. 143:1). Йәһүә Дауыттың доғаларына яуап биргән һәм уны ҡотҡарған (1 Сам. 19:10, 18—20; 2 Сам. 5:17—25). Шуға күрә Дауыт инанғанлыҡ менән: «Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына... яҡын», — тип әйтә алған. Шундай уҡ ышаныс беҙҙә лә булырға мөмкин (Зәб. 145:18).
5. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең доғаларына һәр ваҡытта ла улар теләгәнсә яуап бирәме? Миҫал килтерегеҙ. (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
5 Йәһүә ҡайһы саҡта доғаларыбыҙға беҙ теләгәнсә яуап бирмәй. Мәҫәлән, илсе Павелдың һаулығына бәйле етди проблемаһы булған. Ул: «Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем», — тигән. Йәһүә уның доғаһына яуап биргәнме? Эйе. Әммә Павел теләгәнсә түгел. Йәһүә ауырлыҡты алып ҡуймаған, ләкин ул илсегә тоғро хеҙмәтен дауам итергә көс биргән (2 Кор. 12:7—10).
6. Ни өсөн Йәһүә доғаларыбыҙға яуап бирмәй кеүек тойолорға мөмкин?
6 Йәһүә беҙҙең доғаларыбыҙға ла беҙ көткәнсә яуап бирмәҫкә мөмкин. Әммә Йәһүә беҙгә нисек яҡшыраҡ ярҙам итергә кәрәклеген белә. Беҙ быға ышана алабыҙ. Ул хатта «һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй» ала (Ефес. 3:20). Шуға күрә ул ҡайһы саҡта доғаларыбыҙға беҙ уйлағанса яуап бирмәй. Бынан тыш, ул доғаларыбыҙға икенсе ваҡытта яуап бирергә мөмкин.
7. Ни өсөн ҡайһы саҡта беҙгә башҡа нәмә тураһында доға ҡылырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.
7 Йәһүәнең ихтыярын яҡшыраҡ аңлағанда, беҙ башҡа нәмә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген күрәбеҙ. Бына Мартин Пётцингерҙың миҫалы. Туйҙан һуң күп тә үтмәҫтән, нацистар уны концлагерға ебәргән. Тәүҙә ул, доға ҡылып, ҡатыны тураһында ҡайғыртыр өсөн һәм вәғәз эшен дауам итер өсөн азат ителеүен һораған. Шулай ҙа, ике аҙна үткәс, уны азатлыҡҡа сығарырға йыйынмағандарын аңлаған һәм: «Йәһүә, зинһар өсөн, минән нимә теләгәнеңде күрһәт әле», — тип доға ҡыла башлаған. Шунан һуң ул лагерҙа башҡа ҡәрҙәштәрҙең ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә тура килгәндәре тураһында уйлана башлаған. Уларҙың күптәре үҙҙәренең ҡатындары һәм балалары хаҡында бик ныҡ борсолған. Шул саҡта Пётцингер ағай-ҡәрҙәш: «Йәһүә, яңы вазифам өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Миңә ҡәрҙәштәремде рухландырырға һәм нығытырға ярҙам ит», — тип доға ҡылған. Лагерҙа туғыҙ йыл дауамында Мартин Пётцингер ҡәрҙәш тап шул эште башҡарған!
8. Доға ҡылғанда беҙгә нимәне иҫтә тотоу мөһим?
8 Йәһүәнең ниәте бар һәм ул уны үҙ ваҡытында башҡарасаҡ. Үҙенең ниәте буйынса, Алла бөгөн беҙгә ғазаптар килтергән ауырлыҡтарҙы — тәбиғәт афәттәрен, ауырыуҙарҙы, үлемде — тулыһынса юҡ итәсәк. Йәһүә был ниәтен Батшалығы ярҙамында үтәйәсәк (Дан. 2:44; Асыл. 21:3, 4). Әммә был ваҡыт еткәнсе, Алла Шайтанға был донъя менән идара итергә рөхсәт итә (Яхъя 12:31; Асыл. 12:9) b. Әгәр Йәһүә кешеләрҙең проблемаларын бөгөн үк юҡ итһә, Шайтандың идара итеүе ниндәйҙер кимәлдә уңышлы булып күренер ине. Шуға күрә Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәген түҙемлек менән көтәйек. Әммә был Йәһүә беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырған тигәнде аңлатмай. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең беҙгә ярҙам итер өсөн ниндәй ысулдарҙы ҡулланғанын ҡарап сығайыҡ.
ЙӘҺҮӘ БӨГӨН ДОҒАЛАРҒА НИСЕК ЯУАП БИРӘ?
9. Йәһүә беҙгә ҡарар ҡабул итергә нисек ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ.
9 Ул беҙгә зирәклек бирә. Йәһүә беҙгә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итер өсөн кәрәкле зирәклек бирергә вәғәҙә итә. Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә Йәһүәнән зирәклек кәрәк? Бөтә ғүмеребеҙгә тәьҫир итә алған ҡарарҙар ҡабул иткәндә, мәҫәлән, никахҡа инергәме-юҡмы тигән ҡарар ҡабул иткәндә (Яҡ. 1:5). Әйҙәгеҙ, Мария c исемле кейәүҙә булмаған йәш апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул даими пионер булып хеҙмәт иткән, һәм ундай тормош уға бик оҡшаған. Әммә бер ваҡыт ул ағай-ҡәрҙәш менән танышҡан. Ул былай тип һөйләй: «Беҙҙең дуҫлығыбыҙ үҫә барҙы һәм бер-беребеҙгә ҡарата хистәребеҙ тыуҙы. Мин ҡарар ҡабул итергә кәрәк икәнен белә инем. Шуға күрә Аллаға оҙаҡ итеп йыш доға ҡыла инем. Мин Йәһүәнең күрһәтмәләренә мохтаж инем, шул уҡ ваҡытта уның минең өсөн ҡарар ҡабул итмәйәсәген белә инем». Мария зирәклек тураһындағы доғаһына Йәһүәнән яуап алған. Ул яуапты нисек күргән? Ул беҙҙең әҙәбиәттәр буйынса тикшеренеүҙәр үткәргән һәм үҙ һорауҙарын хәл итергә ярҙам иткән мәҡәләләр тапҡан. Шулай уҡ ул Йәһүәгә хеҙмәт иткән әсәһенең аҡыллы кәңәшенә ҡолаҡ һалған. Был кәңәш Марияға үҙ хистәрен тикшерергә ярҙам иткән. Һөҙөмтәлә ул аҡыллы ҡарар ҡабул итә алған.
10. 2 Коринфтарға 4:7-лә әйтелгәнсә, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә нисек ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
10 Ул ауырлыҡтарға сыҙам ҡалырға көс бирә. Йәһүә илсе Павелды ҡалдырмаған, тимәк, ул беҙгә лә һынауҙарҙы еңергә көс бирәсәк. (2 Коринфтарға 4:7-не уҡығыҙ.) Бына ул нисек Бе́нджамин исемле ҡәрҙәшкә ярҙам иткән. Ул йәш сағының күп йылдарын ата-әсәһе һәм туғандары менән бергә Африкала ҡасаҡтар лагерында үткәргән. Ул былай тип һөйләй: «Мин һәр ваҡыт Йәһүәгә, һиңә оҡшағанды эшләргә көс бир, тип доға ҡыла инем. Йәһүә доғаларыма яуап бирҙе. Ул миңә йән тыныслығы, ә шулай уҡ артабан да вәғәзләр өсөн ҡыйыулыҡ һәм рухи яҡтан ныҡ ҡалыр өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт бирҙе». Бенджамин былай тип дауам итә: «Ҡәрҙәштәр менән нимә булғаны тураһында уҡыу һәм Йәһүәнең уларға нисек ярҙам иткәнен белеү миңә лә уға тоғро ҡалырға ярҙам итте».
11, 12. Йәһүә нисек ҡәрҙәштәр аша доғаларға яуап бирә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
11 Ул беҙгә ҡәрҙәштәребеҙ аша ярҙам итә. Ғайса үлеме алдынан төндө ҡайнар доға ҡылған. Ул Йәһүәнән ниндәй ярҙам һораған? Ғайса уны Алланы хурлауҙа ғәйепләүҙәрен теләмәгән. Йәһүә Улын был ғәйепләүҙәрҙән азат итмәһә лә, фәрештәләрҙең береһен ебәреп, уны нығытҡан (Лука 22:42, 43). Йәһүә шулай уҡ ҡәрҙәшебеҙҙең береһен беҙгә инеп сығырға йәиһә шылтыратырға дәртләндерергә мөмкин. Шуға күрә беҙ ҙә ҡәрҙәштәргә йылы һүҙ әйтер өсөн мөмкинлектәр эҙләй алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 12:25).
12 Ми́риам апай-ҡәрҙәш менән булған хәлде ҡарап сығайыҡ. Ире үлгәндән һуң бер нисә аҙна үткәс, Мириам өйҙә яңғыҙы ҡалған һәм тыныслана алмайынса илаған да илаған. Мириам өмөтһөҙлөккә бирелгән. Ул кем менәндер һөйләшеп алырға теләгән. Ул былай тип бүлешә: «Мин бер кемгә лә шылтырата алманым, сөнки хәлем бөтөнләй юҡ ине. Шуға күрә мин Йәһүәгә доға ҡылдым. Илап, доға ҡылған арала телефоным шылтыраны. Был өлкән булып хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәш ине. Ул ғаиләбеҙҙең дуҫы ине». Был ағай-ҡәрҙәш ҡатыны менән Мириамды бик ныҡ йыуатҡан. Ағай-ҡәрҙәште шылтыратырға Йәһүә дәртләндергәненә Мириам бер ҙә шикләнмәй.
13. Йәһүәнең уға табынмаған кешеләр аша ярҙам иткәненә миҫал килтерегеҙ.
13 Ул беҙгә уға табынмаған кешеләр аша ярҙам итә ала (Ғиб. һүҙ. 21:1). Мәҫәлән, Артаксеркс батша Ниҡәмиҙе Иерусалим ҡалаһын торғоҙорға ебәргән. Артаксеркс батшаны шулай эшләргә Йәһүә дәртләндергән (Ниҡ. 2:3—6). Бөгөн дә Алла уға хеҙмәт итмәгән кешеләр аша беҙгә ярҙам итә ала.
14. Су Цин апай-ҡәрҙәш менән булған осраҡта һеҙгә нимә оҡшаны? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
14 Су Цин исемле апай-ҡәрҙәш, Йәһүә миңә табип аша ярҙам итте, тип әйтә. Уның улы бер нисә психик ауырыуы менән ауырый. Етмәһә, был бала фәжиғәле хәлгә осраған. Уның хаҡында ҡайғыртыр өсөн Су Цин ҡәрҙәшкә һәм уның иренә эштән китергә тура килгән. Уларҙың ғаиләһе матди яҡтан бик ауыр хәлгә эләккән. Су Цин апай-ҡәрҙәш, минең көрәшергә бөтөнләй хәлем ҡалманы, тип бүлешә. Ул, үҙ хистәрен Йәһүәгә һөйләп, унан ярҙам һораған. Уларҙың улын дауалаған табип был ғаиләгә ярҙам итергә булған. Һөҙөмтәлә улар хөкүмәттән фатир һәм башҡа ярҙам алған. Шунан һуң Су Цин апай-ҡәрҙәш: «Беҙ ошо осраҡта Йәһүәнең ҡулын күрҙек. Ул ысынлап та доғаларыбыҙҙы тыңлай», — ти (Зәб. 65:2).
БЕҘГӘ ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯУАПТАРЫН КҮРЕР ӨСӨН ҺӘМ ҠАБУЛ ИТЕР ӨСӨН ИМАН КӘРӘК
15. Бер апай-ҡәрҙәш нисек Йәһүәнең уның доғаларына яуап биргәнен аңлаған?
15 Йәһүә доғаларыбыҙға һәр ваҡытта ла иҫ киткес итеп яуап бирер тип көтөргә кәрәкмәй. Әммә доғабыҙға биргән яуаптары — уға тоғро ҡалыр өсөн иң кәрәкле булған нәмә. Шуға күрә уның һеҙгә нисек яуап биргәненә иғтибар итегеҙ. Йо́ко исемле апай-ҡәрҙәшкә уның доғалары яуапһыҙ ҡала кеүек күренгән, ләкин ул Йәһүәнән нимә һорағанын яҙып бара башлаған. Күпмелер ваҡыттан һуң ул яҙыуҙарына иғтибар иткән. Ул нимә күргән? Йәһүә уның доғаларының күбеһенә яуап ҡайтарған икән, ә ул ҡайһы берҙәрен хатта үҙе лә онотоп киткән. Бөтәбеҙгә лә ваҡыт-ваҡыт Йәһүәнең доғаларыбыҙға нисек яуап биргәне тураһында уйланырға кәрәк (Зәб. 66:19, 20).
16. Беҙҙең иманыбыҙ нимәлә күренә? (Еврейҙарға 11:6).
16 Иманыбыҙ Йәһүәгә доға ҡылғанда ғына түгел, уның яуабын ҡабул иткәндә лә күренә. Ә яуаптар төрлө булырға мөмкин. (Еврейҙарға 11:6-ны уҡығыҙ.) Мәҫәлән, Майк һәм уның ҡатыны Крисси Вефилдә хеҙмәт итергә бик теләгән. Майк былай тип һөйләй: «Беҙ күп йылдар дауамында ғаризалар тултырҙыҡ һәм һәр ваҡыт маҡсатыбыҙ хаҡында Йәһүәгә доға ҡылдыҡ». Әммә беҙҙе барыбер саҡырманылар. Шулай ҙа Майк менән Крисси, Йәһүә уларҙы хеҙмәттә иң яҡшы яҡтан ҡулланыр, тип ышанған. Был тоғро мәсихселәр көстәренән килгәндең барыһын эшләгән. Улар вәғәзселәр әҙ булған ерҙә даими пионер булып хеҙмәт иткән һәм ойошмабыҙҙың төҙөлөш проекттарында ҡатнашҡан. Бөгөн улар район хеҙмәтен алып бара. Майк былай тип дауам итә: «Йәһүә доғаларыбыҙға ҡайһы ваҡыт беҙ теләгәнсә яуап бирмәһә лә, бер доғабыҙ ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Ҡайһы саҡта ул быны иҫ киткес итеп эшләне».
17, 18. Зәбур 86:6, 7-лә әйтелгәнсә, беҙ нимәгә ышана алабыҙ?
17 Зәбур 86:6, 7-не уҡығыҙ. Дауыт Йәһүәнең уның доғаларын ишеткәненә һәм уларға яуап биргәненә бер ҙә шикләнмәгән. Һеҙ ҙә быға инана алаһығыҙ. Был мәҡәләлә ҡарап сыҡҡан миҫалдарҙан күренеүенсә, Йәһүә беҙгә сыҙам ҡалыр өсөн көс һәм зирәклек бирә. Ул беҙгә ҡәрҙәштәр аша, хатта уға табынмаған кешеләр аша ла ярҙам итә ала.
18 Эйе, Йәһүә ҡайһы саҡта доғаларыбыҙға беҙ теләгәнсә яуап бирмәй. Әммә ул уларға мотлаҡ яуап бирәсәк. Ул беҙгә тап кәрәк ваҡытта иң кәрәклеһен бирәсәк. Шуға күрә иман сағылдырып доға ҡылыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Уның һеҙҙең хаҡта бөгөн дә ҡайғыртасағына, яңы донъяла ла бөтә теләктәрегеҙҙе ҡәнәғәтләндерәсәгенә шикләнмәгеҙ (Зәб. 145:16).
46-СЫ ЙЫР Рәхмәт, Йәһүә!
a Доғаларыбыҙ Йәһүәнең ихтыяры буйынса булһа, ул уларға яуап бирә. Һынауҙар ваҡытында Йәһүәнең беҙгә тоғро ҡалырға ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, уның нисек доғаларыбыҙға яуап биргәнен ҡарап сығайыҡ.
b Йәһүә ни өсөн Шайтанға был донъя менән идара итергә рөхсәт иткәне «Күҙәтеү манараһы» 2017 йылдың июнь айының сығарылышында «Алла хакимлығына бәйле һорауҙы иҫтә тотоғоҙ» тигән мәҡәләлә ҡарала.
c Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
d ФОТОҺҮРӘТТӘ. Әсәй кеше ҡыҙы менән сит илгә ҡасып килгән. Ҡәрҙәштәр уларҙы йылы итеп ҡаршы ала һәм ярҙам күрһәтә.