23-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
«Йәһ ялҡынына» һүнергә бирмәгеҙ!
«[Мөхәббәттең] ялҡыны — балҡып янған ут, Йәһ ялҡыны» (ЙЫР. 8:6).
131-СЕ ЙЫР «Икеһе бер тән булырҙар»
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Изге Яҙма ысын мөхәббәтте нисек тасуирлай?
МӨХӘББӘТ... «Уның ялҡыны — балҡып янған ут, Йәһ ялҡыны. Ярһыулы һыуҙар һөйөү утын һүндерә алмай, даръялар ҙа уны ағыҙып алып китә алмай» (Йыр. 8:6, 7) b. Ниндәй матур тасуирлау! Был һүҙҙәр ирле-ҡатынлыларҙы, бер-берегеҙгә ҡарата мөхәббәтегеҙ мәңгегә һуҙыла ала, тип ышандыра.
2. Ирле-ҡатынлылар мөхәббәттәрен һаҡлап ҡалыр өсөн нимә эшләргә тейеш?
2 Ир менән ҡатын бер-береһен ғүмер буйы ярата аламы? Был уларҙың үҙҙәренән тора. Миҫал килтерәйек. Усаҡҡа утын өҫтәп торһаң, ул туҡтауһыҙ яна. Әгәр усаҡҡа утын өҫтәмәһәң, ул яйлап һүнә. Шуның шикелле, ир менән ҡатын үҙ мөнәсәбәттәре хаҡында ҡайғыртһа, уларҙың мөхәббәте мәңге көслө була ала. Ҡайһы саҡта ирле-ҡатынлылар үҙ-ара мөхәббәтенең һыуыныуын тоя. Был матди ауырлыҡтар, сәләмәтлек хаҡында борсолоуҙар йәки балаларҙы тәрбиәләүгә бәйле ауырлыҡтар арҡаһында булырға мөмкин. Ҡәҙерле ирҙәр һәм ҡатындар, һеҙ «Йәһ ялҡынын» нисек һаҡлап ҡала алаһығыҙ? Был мәҡәләлә ирле-ҡатынлыларға йылы мөнәсәбәттәрен һаҡларға һәм бәхетле ғаилә тормошона мәңге шатланырға ярҙам иткән өс кәңәште ҡарап сығырбыҙ c.
ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛЫҒЫҒЫҘҘЫ НЫҒЫТЫҒЫҘ
3. Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ никахтағы мөхәббәтте нығытырға нисек ярҙам итә? (Вәғәзсе 4:12). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
3 «Йәһ ялҡыны» дөрләп янһын өсөн, ир менән ҡатынға, бар көстәрен һалып, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен нығытырға кәрәк. Был уларҙың ғаиләһенә нисек ярҙам итә? Әгәр ирле-ҡатынлы күктәге Аталары менән мөнәсәбәттәрен ҡәҙерләһә, улар уның кәңәштәрен теләп ҡулланыр. Ә был үҙ сиратында, уларға мөхәббәттәрен һыуыта алған проблемалар менән көрәшергә ярҙам итер. (Вәғәзсе 4:12-не уҡығыҙ.) Рухи яҡтан етлеккән кешеләр Йәһүәнән үрнәк ала һәм уныҡы кеүек сифаттар үҫтерә. Улар бер-береһенә ҡарата игелек, түҙемлек сағылдыра һәм бер-береһен ихлас кисерә (Ефес. 4:32—5:1). Ундай ғаиләлә мөхәббәт нығый бара. 25 йылдан ашыу никахта булған Лена былай ти: «Рухи ҡарашлы кешене яратыуы ла, хөрмәт итеүе лә күпкә еңелерәк».
4. Ни өсөн Йәһүә Мәсихтең ата-әсәһе итеп Йософ менән Мәрйәмде һайлаған?
4 Изге Яҙмалағы миҫалды ҡарап сығайыҡ. Йәһүә Мәсихтең буласаҡ ата-әсәһен һайлағанда, Дауыттың күп һанлы тоҡомоноң араһынан Йософ менән Мәрйәмгә иғтибар иткән. Ни өсөн? Уларҙың икеһенең дә Йәһүә менән мөнәсәбәттәре бик көслө булған. Алла уларҙың ғаиләһендә уға ҡарата яратыу беренсе урында буласағын белгән. Ирле-ҡатынлылар, һеҙ Йософ менән Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә алаһығыҙ?
5. Ирҙәр Йософтан нимәгә өйрәнә ала?
5 Йософ Йәһүәнең күрһәтмәләрен теләп ҡулланған, шуға күрә ул яҡшы ир булған. Йософ Алланан үҙ ғаиләһенә ҡағылышлы күрһәтмәләр алған. Изге Яҙмала кәм тигәндә өс осраҡ килтерелә. Был күрһәтмәләр уның тормошонда ҙур үҙгәрештәр талап итһә лә, ул уларға шунда уҡ буйһонған (Матф. 1:20, 24; 2:13—15, 19—21). Алланың күрһәтмәләре буйынса эш итеп, Йософ Мәрйәмде яҡлаған, уға таяныс булған һәм уның хаҡында ҡайғыртҡан. Мәрйәм уны бының өсөн тағы ла нығыраҡ яратҡан һәм хөрмәт иткән. Ҡәҙерле ирҙәр, һеҙ Йософтан нимәгә өйрәнә алаһығыҙ? Ғаиләгеҙ хаҡында ҡайғыртыр өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәр эҙләгеҙ d. Был кәңәштәрҙе ҡулланыр өсөн һеҙгә ҙур үҙгәрештәр яһарға тура килһә лә, шулай эш итеп һеҙ ҡатынығыҙға яратыу күрһәтерһегеҙ һәм никахығыҙҙы нығытырһығыҙ. Вануа́ту илендә йәшәгән һәм 20 йылдан күберәк никахта торған апай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Ирем Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләгәндә һәм ҡулланғанда, мин уны тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәм. Мин үҙемде хәүефһеҙлектә тоям һәм уның аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеүенә бер ҙә шикләнмәйем».
6. Ҡатындар Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала?
6 Мәрйәмдең Йәһүә менән үҙ мөнәсәбәттәре булған. Уның иманы Йософтоң иманына бәйле булмаған. Ул Яҙмаларҙы яҡшы белгән һәм белгәндәре өҫтөндә уйланыуға ваҡыт бүлгән e (Лука 2:19, 51). Һис шикһеҙ, Мәрйәмдең рухилығы уға аҡыллы ҡатын булырға ярҙам иткән. Бөгөн күп кенә ҡатындар Мәрйәм кеүек эш итергә тырыша. Мәҫәлән, Эмико́ апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек: «Кейәүҙә булмағанда минең үҙемдең рухи графигым бар ине. Әммә кейәүгә сыҡҡас, барыһы ла үҙгәрҙе. Хәҙер ирем доға ҡыла һәм ғаилә өйрәнеүен үткәрә. Бер ваҡыт мин иманымдың иремдең иманына бәйле булып киткәнен тойҙом. Ләкин үҙемә лә Йәһүә менән дуҫлығымды нығытып торорға кәрәк икәнен аңланым. Был — минең йөгөм. Шуға күрә Алла менән булыуға, доға ҡылыуға, уның Һүҙен уҡыуға һәм Алланың фекерҙәре өҫтөндә уйланыуға ваҡыт бүлә башланым» (Гал. 6:5). Ҡәҙерле ҡатындар, әгәр һеҙ Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытһағыҙ, ирҙәрегеҙ һеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратыр һәм һеҙгә маҡтау һүҙҙәре әйтер (Ғиб. һүҙ. 31:30).
7. Йәһүәгә бергәләп табыныу тураһында әйткәндә, ирле-ҡатынлылар Йософ менән Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала?
7 Шулай уҡ Йософ һәм Мәрйәм бергә Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен нығытҡан. Улар ғаилә менән бергә Аллаға табыныу мөһим икәнен аңлаған (Лука 2:22—24, 41; 4:16). Әлбиттә, балалар тыуғас, уларға быны эшләү еңел булмағандыр, әммә улар бирешмәгән. Бөгөнгө ғаиләләр өсөн был бик яҡшы өлгө! Балаларығыҙ булһа, һеҙгә лә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм ғаилә өйрәнеүен планлаштырыу еңел түгелдер. Ә иң ауыры — ир менән ҡатынға икәүләп кенә өйрәнер өсөн һәм доға ҡылыр өсөн ваҡыт табыу. Шулай ҙа онотмағыҙ, Йәһүәгә бергә табынһағыҙ, был һеҙҙең уның менән һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙҙе нығытыр. Шуға күрә Йәһүәгә табыныу тормошоғоҙҙа беренсе урында булһын.
8. Никахта ауырлыҡтары булған ирле-ҡатынлылар ғаилә өйрәнеүенә ҡағылышлы ниндәй кәңәште ҡуллана ала?
8 Никахығыҙҙа ауырлыҡтар булһа, бергәләп ғибәҙәт ҡылыу шатлыҡ килтермәҫ. Ул саҡта нимә эшләп була? Әҙҙән башлағыҙ: икегеҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы булған фекерҙе ҡыҫҡа ғына ҡарап сығығыҙ. Был аҙым үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙҙе нығытыр һәм бергә рухи эштәр башҡарырға теләгегеҙҙе арттырыр.
БЕРГӘ ВАҠЫТ ҮТКӘРЕГЕҘ
9. Ни өсөн ирле-ҡатынлыларға бергә ваҡыт үткәрергә кәрәк?
9 Ирле-ҡатынлылар, бергә ваҡыт үткәреү мөхәббәтегеҙҙең ялҡынын һүндерергә бирмәҫ. Бергә ваҡыт үткәреү тормош иптәшенең нимә уйлағанын, нимә хис иткәнен белергә ярҙам итә (Баш. 2:24). Лилиә менән Русландың өйләнешкәненә инде 15 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Лилиә бына нимәгә иғтибар иткән: «Никахыбыҙҙың тәүге йылдарында беҙ теләгәнсә бергә ваҡыт үткәрә алмай инек. Эштән һуң беҙ башыбыҙ менән тормош мәшәҡәттәренә сума инек, ә һуңыраҡ балаларыбыҙ тыуҙы. Һәм беҙ пар булараҡ үҙебеҙгә ваҡыт бүлмәһәк, бер-беребеҙҙән йыраҡлашып китеүебеҙ бар икәнен аңланыҡ».
10. Ирле-ҡатынлылар Ефестарға 5:15, 16-лағы принципты нисек ҡуллана ала?
10 Һеҙгә бер-берегеҙгә иғтибар бүлергә нимә ярҙам итер? Бер-берегеҙ өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ. (Ефестарға 5:15, 16-ны уҡығыҙ.) Нигерияла йәшәгән Узо́нду исемле ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Мин үҙ графигыма ҡатыным менән үткәрергә теләгән ваҡытты иң беренсе урынға яҙып ҡуям» (Флп. 1:10). Молдовала район күҙәтеүсеһенең ҡатыны Анастасия үҙ ваҡытын бына нисек планлаштыра. Ул былай тип бүлешә: «Ирем йыйылыш эштәрен башҡарған арала мин үҙ эштәрем менән булышам. Ә ул бушағас, беҙ бергә ваҡыт үткәрәбеҙ». Эшегеҙ күп булыуы арҡаһында бергә ваҡыт үткәрә алмаһағыҙ, нимә эшләргә?
11. Акила менән Прискилла ниндәй эштәрҙе бергә башҡарған?
11 Ирле-ҡатынлылар Акила менән Прискилланан күпкә өйрәнә ала. Улар беренсе быуатта йәшәгән һәм имандаштары уларҙы бик ныҡ яратҡан (Рим. 16:3, 4). Изге Яҙмала уларҙың тормошо тураһында күп әйтелмәһә лә, улар бергә эшләгән, вәғәзләгән һәм башҡаларға бергә ярҙам иткән, тип әйтелә (Ғәм. 18:2, 3, 24—26). Ысынлап та, Изге Яҙмала Акила менән Прискилла тураһында әйтелгәндә, улар һәр ваҡыт бергә телгә алына.
12. Ирле-ҡатынлыларға бергә күберәк ваҡыт үткәрергә тағы нимә ярҙам итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
12 Ирле-ҡатынлылар Акила менән Прискилланан тағы нисек үрнәк ала ала? Ғаиләлә башҡарырға кәрәк булған эштәрегеҙ тураһында уйланығыҙ. Шул эштәрҙең ҡайһыһын һеҙ бергә эшләй алыр инегеҙ? Мәҫәлән, Акила менән Прискилла бергә вәғәзләгән. Ә һеҙ бергә вәғәзләр өсөн ваҡыт бүләһегеҙме? Акила менән Прискилла шулай уҡ бергә эшләгәндәр. Һеҙ хатта төрлө урындарҙа эшләһәгеҙ ҙә, өй эштәрен бергә башҡара алыр инегеҙме? (Вәғ. 4:9). Нимәнелер бергә эшләгәндә үҙегеҙҙе бер команда итеп тойорға еңелерәк булыр, һәм һеҙҙең аралашырға мөмкинлектәрегеҙ күберәк булыр. Роберт менән Линданың өйләнешкәненә инде 50 йылдан күберәк ваҡыт үткән. Роберт былай тип һөйләй: «Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙең бергә ял итергә ваҡытыбыҙ бик күп түгел. Әммә мин һауыт-һаба йыуғанда ҡатыным уларҙы һөртһә, йәиһә мин баҡсаны утағанда ҡатыным янымда эшләһә, мин бик бәхетле! Бергә башҡарған эштәр беҙҙе яҡынлаштыра, һәм мөхәббәтебеҙ көсәйеп китә».
13. Ир менән ҡатынға бер-береһе менән ысынында яҡын булырға нимә ярҙам итә?
13 Онотмағыҙ, ир менән ҡатын ысынлап та яҡын булһын өсөн, уларға бергә булыу ғына әҙ. Бразилияла йәшәгән һәм никахта торған бер апай-ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Бөгөн кешеләрҙең эше бик күп, һәм ҡайһы берәүҙәр, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгәс, улар бергә ваҡыт үткәрә, тип уйлай. Бер-берең менән булыу ғына етмәй — тормош иптәшенә иғтибар бүлеү күпкә мөһимерәк». Мәҫәлән, Бру́но һәм уның ҡатыны Таи́с быны нисек эшләгәнен ҡарап китәйек. Бруно былай тип бүлешә: «Беҙ бергә ваҡыт үткәргәндә телефондарҙы ситкә алып ҡуябыҙ ҙа рәхәтләнеп аралашабыҙ».
14. Бергә ваҡыт үткәрергә яратмаған ирле-ҡатынлылар нимә эшләй ала?
14 Әгәр һеҙгә бергә ваҡыт үткәрергә оҡшамаһа, нимә эшләргә? Бәлки, һеҙ төрлө нәмә менән ҡыҙыҡһынаһығыҙҙыр йәиһә бер-берегеҙҙең асыуын сығараһығыҙҙыр. Шул саҡта нимә эшләп була? Өҫтә әйтеп кителгән усаҡты иҫкә төшөрәйек. Ул ҡапыл дөрләп янып китмәй. Тәүҙә ваҡ тап һалалар, ә һуңынан ғына эре утын ташлайҙар. Шуның шикелле, һеҙ ҙә көн һайын әҙ генә булһа ла бергә ваҡыт үткәрергә тырышығыҙ. Бәхәс тыуҙырмаған, ә икегеҙгә лә оҡшаған эш менән шөғөлләнегеҙ (Яҡ. 3:18). Бәләкәй генә осҡон мөхәббәтегеҙгә дөрләп янып китергә ярҙам итер.
БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ
15. Бер-береһен хөрмәт итеү ирле-ҡатынлыларға мөхәббәт ялҡынын һаҡларға нисек ярҙам итә?
15 Бер-берегеҙҙе хөрмәт итеү усаҡ өсөн кислород кеүек. Кислород булмаһа, усаҡ тиҙ генә һүнә. Шуның шикелле, ғаиләлә ихтирам булмаһа, мөхәббәт тиҙ генә һыуынырға мөмкин. Һәм киреһенсә, ир менән ҡатындың бер-береһен ихтирам итеүе мөхәббәт ялҡынын тағы ла көсәйтеп ебәрә ала. Әммә шуны онотмағыҙ: тормош иптәшемә хөрмәт күрһәтәм, тип уйлауығыҙ түгел, ә уның был хөрмәтте тойоуы мөһимерәк. Аре́т менән Пе́нни 25 йылдан күберәк никахта тора. Пенни былай тип һөйләй: «Беҙ бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Шуға күрә беҙҙең өйөбөҙҙә йылы мөхит хөкөм һөрә. Беҙ бер-беребеҙгә үҙ фекерҙәребеҙҙе иркен һөйләй алабыҙ, сөнки бер-беребеҙҙең ҡарашын ҡәҙерләйбеҙ». Тормош иптәшегеҙ хөрмәт итеүегеҙҙе тойһон өсөн һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Әйҙәгеҙ, Ибраһим менән Сараның миҫалын ҡарап сығайыҡ.
16. Ирҙәр Ибраһимдың миҫалынан нимәгә өйрәнә ала? (1 Петр 3:7). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
16 Ибраһим Сара менән үҙен ихтирамлы тотҡан. Ул уның уй-фекерҙәрен һәм хистәрен иҫәпкә алған. Бер тапҡыр Сара, көйөнөп, Ибраһимды үҙ ҡайғыһында ғәйепләгән һәм бөтә хис-тойғоларын уға белдергән. Ибраһим үҙен нисек тотҡан? Ул Сараға асыуланғанмы? Юҡ. Ул Сараның буйһоноусан һәм тыңлаусан ҡатын икәнен белгән. Ибраһим уны иғтибар менән тыңлаған һәм был ауырлыҡты хәл итергә тырышҡан (Баш. 16:5, 6). Ошо осраҡ ирҙәрҙе нимәгә өйрәтә? Ирҙәр, һеҙҙең ғаилә өсөн ҡарар ҡабул итергә хоҡуғығыҙ бар (1 Кор. 11:3). Шулай ҙа ҡатынығыҙҙың уй-фекерҙәрен иҫәпкә алһағыҙ, уға яратыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ. Әгәр ҡарарығыҙ ҡатынығыҙға ҡағылһа, был айырыуса мөһим (1 Кор. 13:4, 5). Ҡайһы саҡта ҡатынығыҙ стресс кисерергә мөмкин, һәм ул күңелендә булғанын һөйләргә теләр. Уны иғтибар менән тыңлап, һеҙ уны хөрмәт иткәнегеҙҙе күрһәтә алаһығыҙмы? (1 Петр 3:7-не уҡығыҙ.) Анжела менән Дмитрий яҡынса 30 йыл никахта тора. Анжела иренең уны хөрмәт иткәненә бер ҙә шикләнмәй. Ул былай ти: «Мин борсолғанда йәиһә һөйләшеп алғым килгәндә, Дима мине тыңларға һәр ваҡыт әҙер. Хатта мин хис-тойғоларымды тыя алмағанда ла, ул бик түҙемле».
17. Ҡатындар Сараның миҫалынан нимәгә өйрәнә ала? (1 Петр 3:5, 6).
17 Сара Ибраһимды хөрмәт иткән, шуға күрә уның ҡарарҙарына булышлыҡ күрһәткән (Баш. 12:5). Бер көн уларға көтөлмәгәндә ҡунаҡтар килгән. Ибраһим, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләп, Сараға күп икмәк бешерергә ҡушҡан (Баш. 18:6). Сара шунда уҡ, үҙ эштәрен ҡалдырып, Ибраһим ҡушҡанды эшләгән. Ҡәҙерле ҡатындар, ирҙәрегеҙҙең ҡарарҙарына булышлыҡ күрһәтеп, һеҙ Саранан өлгө ала алаһығыҙ. Шулай итеп һеҙ үҙ никахығыҙҙы нығытырһығыҙ. (1 Петр 3:5, 6-ны уҡығыҙ.) Үткән абзацта әйтеп кителгән Дмитрий ҡатынының уны хөрмәт иткәненә бер ҙә шикләнмәй. Ул былай тип аңлата: «Беҙ Анжела менән бер фекергә килә алмаһаҡ та, ул минең ҡабул иткән ҡарарҙарымды хөрмәт итә. Мин ҡатынымдың шулай эш итеүен бик ҡәҙерләйем. Һөҙөмтәлә ҡарарым әллә ни аҡыллы булып сыҡмаһа ла, ул мине тәнҡитләмәй». Һеҙҙе хөрмәт иткән кешене яратыу шул тиклем еңел!
18. Ни өсөн ирле-ҡатынлыларға мөхәббәттәренең ялҡынын һаҡларға кәрәк?
18 Шайтан мәсихселәр ғаиләләрендә дөрләп янған мөхәббәт ялҡынын һүндерергә маташа. Ир менән ҡатын бер-береһенә һыуынһа, Йәһүәнән ситләшә башлауҙары ихтимал. Шайтан быны яҡшы белә. Әммә ысын мөхәббәтте һүндереп булмай! Шуға күрә никахығыҙҙағы мөхәббәт Сөләймәндең йырында һүрәтләнгән мөхәббәт кеүек булһын. Йәһүә никахығыҙҙа беренсе урында булһын өсөн барыһын эшләгеҙ. Бер-берегеҙгә ваҡыт бүлегеҙ. Бер-берегеҙҙең хистәрен һәм теләктәрен хөрмәт итегеҙ. Әгәр шулай эш итһәгеҙ, һеҙҙең никахығыҙ ысын мөхәббәттең Сығанағына — Йәһүәгә дан килтерер, һәм мөхәббәтегеҙҙең дөрләп янған ялҡыны бер ҡасан да һүнмәҫ!
132-СЕ ЙЫР Беҙ икәү бер тән булдыҡ
a Никах — Йәһүәнең бүләге. Ир менән ҡатын бер-береһенә көслө яратыу күрһәтә ала. Әммә ауыр шарттар арҡаһында мөхәббәт һыуынырға мөмкин. Был мәҡәлә ирле-ҡатынлыларға үҙ-ара мөхәббәттәрен нығытырға һәм бәхетле ғаилә тормошона шатланып йәшәргә ярҙам итер.
b Ваҡыт һәм шарттарға бирешмәгән ысын мөхәббәт «Йәһ ялҡыны» тип атала, сөнки ундай мөхәббәттең сығанағы — Йәһүә үҙе.
c Был кәңәштәр тормош иптәше Йәһүәгә хеҙмәт итмәһә лә, файҙалы була ала (1 Кор. 7:12—14; 1 Петр 3:1, 2).
d Беҙҙең jw.org сайтында һәм JW Library® ҡушымтаһында «Ғаилә өсөн ярҙам» тигән мәҡәләләр йыйынтығында күберәк кәңәштәр табып була.