Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

24-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшә алаһығыҙ

Һеҙ ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшә алаһығыҙ

«Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ» (ГАЛ. 6:9).

84-СЕ ЙЫР Ҙур эштәргә ашҡынабыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Беҙҙең күптәребеҙ ниндәй ауырлыҡ менән осраша?

 ҺЕҘҘЕҢ менән шундай хәл булғаны барҙыр: һеҙ рухи маҡсат b ҡуяһығыҙ, ә уға өлгәшә алмайһығыҙ. Шундай хәл күптәргә таныш. Мәҫәлән, Фи́лип йыш доға ҡылырға һәм доғаларының эстәлеген яҡшыртырға тигән маҡсат ҡуйған. Әммә доға ҡылыр өсөн уға ваҡыт табыу бик ауыр булған. Э́рика вәғәз осрашыуына үҙ ваҡытында килергә тигән маҡсат ҡуйған, әммә барыбер һәр осрашыуға һуңлап килгән. То́маш бер нисә ҡат Изге Яҙманы тулыһынса уҡып сығырға тырышҡан. Ул былай тип бүлешә: «Мин уны уҡырға яратмай инем. Мин өс тапҡыр маташтым, әммә Левит китабына тиклем генә уҡырға хәлем етте».

2. Ҡуйған маҡсатығыҙға әлегә өлгәшә алмаһағыҙ, ни өсөн бойоғорға кәрәкмәй?

2 Һеҙ ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшә алмаһағыҙ, был һеҙҙең уңышһыҙлыҡҡа дусар булыуығыҙҙы аңлатмай. Хатта ябай ғына маҡсаттар ваҡыт һәм көс талап итә. Маҡсатҡа өлгәшергә теләгегеҙ Йәһүә менән дуҫлыҡты ҡәҙерләгәнегеҙҙе һәм уға иң яҡшыһын бирергә теләгәнегеҙҙе күрһәтә. Йәһүә тырышлыҡтарығыҙҙы ҡәҙерләй, әммә ул көсөгөҙҙән килмәгәнде эшләүегеҙҙе көтмәй (Зәб. 103:14; Миҡ. 6:8). Шуға күрә ҡуйған маҡсатығыҙ өлгәшә алырлыҡ булһын. Әгәр һеҙҙең шундай маҡсатығыҙ булһа, уға өлгәшергә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, бер нисә кәңәш ҡарап сығайыҡ.

МАҠСАТҠА ИРЕШЕҮ ТЕЛӘГЕН ҮҪТЕРЕГЕҘ

Маҡсатҡа өлгәшеү теләге тураһында доға ҡылығыҙ (3, 4-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

3. Ни өсөн маҡсатҡа ирешеү теләген үҫтереү мөһим?

3 Рухи маҡсатҡа өлгәшер өсөн көслө теләк, йәғни этәргес көс кәрәк. Кешенең теләге булһа, ул үҙ маҡсатына өлгәшер өсөн бар көсөн һала. Ундай теләкте ел менән сағыштырып була. Ул елкәнле кәмәне алға алып бара. Әгәр ел өҙлөкһөҙ өрһә, сәйәхәтсе билдәләгән еренә уңышлы барып етә, ә ел көслөрәк өрһә, ул унда хатта тиҙерәк тә барып етә. Теләк тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Маҡсатыбыҙға өлгәшергә нығыраҡ теләгән һайын, уға өлгәшә алыуыбыҙҙың ихтималлығы ла үҫә бара. Сальвадорҙа йәшәгән Давид былай ти: «Теләгең булһа, һин нығыраҡ тырышаһың, һәм һиңә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай». Маҡсатҡа ирешеү теләген үҫтерергә нимә ярҙам итер?

4. Нимә тураһында доға ҡылып була? (Филиптарға 2:13). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

4 Маҡсатҡа ирешергә күберәк теләгегеҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ. Йәһүә үҙенең изге рухы аша һеҙгә маҡсатҡа ирешеү теләген бирергә һәләтле. (Филиптарға 2:13-тө уҡығыҙ.) Ҡайһы саҡта беҙ маҡсатты уның дөрөҫ икәнен аңлағанға ғына ҡуябыҙ. Әлбиттә, был маҡтауға лайыҡ. Әммә ундай маҡсатҡа ирешер өсөн этәргес теләк булмаһа, нимә эшләргә? Угандала йәшәгән Нори́на менән оҡшаш хәл булған. Уның Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрергә маҡсаты булған, әммә теләге етмәгән. «Минең өйрәтеү һәләттәрем әҙ», — тип уйлаған ул. Уға нимә ярҙам иткән? Норина былай тип бүлешә: «Мин көн һайын Йәһүәнән күберәк теләк һорап доға ҡылдым. Ләкин мин доға ҡылып ҡына ҡалманым, ә оҫта уҡытыусы булып китергә тырыштым. Бер нисә айҙан һуң минең Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрергә көслө теләгем тыуҙы. Бер йыл да үтмәне, мин ике Изге Яҙма өйрәнеүен башланым».

5. Рухи маҡсаттарға өлгәшеү теләге күберәк булһын өсөн, нимә тураһында уйланырға була?

5 Йәһүәнең һеҙҙең өсөн ҡылған эштәре тураһында уйланығыҙ (Зәб. 143:5). Илсе Павел үҙенә күрһәтелгән йомарт игелек тураһында уйланған һәм был уны Йәһүәгә тырышып хеҙмәт итергә дәртләндергән (1 Кор. 15:9, 10; 1 Тим. 1:12—14). Йәһүәнең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында ни тиклем күберәк уйланһағыҙ, маҡсатҡа өлгәшеү теләге лә шул тиклем көслөрәк булыр (Зәб. 116:12). Гондураста йәшәгән бер апай-ҡәрҙәштең даими пионер булып хеҙмәт итергә маҡсаты булған. Был маҡсатҡа өлгәшергә нимә ярҙам иткәне тураһында ул былай тип һөйләй: «Мин Йәһүәнең мине ни тиклем яратҡаны тураһында күп уйландым. Ул мине үҙ ғаиләһенә ҡушылырға саҡырҙы. Ул минең хаҡта ҡайғырта һәм мине яҡлай. Мин Йәһүәне тағы ла нығыраҡ ярата башланым, һәм минең даими пионер булып хеҙмәт итергә теләгем көсәйҙе».

6. Маҡсатҡа ирешеү теләген тағы нимә көсәйтә ала?

6 Маҡсатҡа ирешеү ниндәй файҙа килтергәненә иғтибарығыҙҙы туплағыҙ. Әйҙәгеҙ, юғарыла әйтеп кителгән Эрикаға нимә ярҙам иткәнен ҡарап китәйек. Ул былай тип бүлешә: «Мин, вәғәз осрашыуына һуңлап, күп нәмәне күҙҙән ысҡындырғанымды аңланым. Иртәрәк килһәм, ҡәрҙәштәр менән аралаша алыр инем, шулай уҡ яҡшыраҡ вәғәзләргә һәм хеҙмәттән күберәк шатлыҡ алырға ярҙам иткән кәңәштәр ишетер инем». Эрика үҙ ваҡытында килеүҙең файҙаһына иғтибарын туплаған һәм маҡсатына өлгәшә алған. Ә һеҙгә маҡсатығыҙға өлгәшеү ниндәй файҙа килтерә ала? Әгәр ул Изге Яҙманы уҡыу һәм доға ҡылыу менән бәйле булһа, Йәһүә менән дуҫлығығыҙ ни тиклем нығынып китәсәге хаҡында уйланығыҙ (Зәб. 145:18, 19). Әгәр маҡсатығыҙ мәсихселәргә хас булған берәй сифат үҫтереү булһа, башҡалар менән мөнәсәбәттәрегеҙ ни тиклем яҡшырғаны тураһында уйланығыҙ (Кол. 3:14). Маҡсатҡа ирешеү ниндәй файҙа килтергәнен яҙып ҡуйырға һәм уны ваҡыт-ваҡыт ҡарап алырға була. Алда әйтеп кителгән Томаш былай ти: «Маҡсатҡа ирешеүҙән күберәк файҙа алған һайын, мин уға тағы ла тырышыбыраҡ ынтылам».

7. Хулио ҡәрҙәшкә һәм уның ҡатынына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшергә нимә ярҙам иткән?

7 Һеҙҙе рухи маҡсаттарға дәртләндергән ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәрегеҙ (Ғиб. һүҙ. 13:20). Ху́лио ҡәрҙәшкә һәм уның ҡатынына хеҙмәттәрен киңәйтергә бына нимә ярҙам иткән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Беҙ маҡсатыбыҙҙы хуплаған һәм уға өлгәшергә дәртләндергән ҡәрҙәштәр менән аралаштыҡ. Уларҙың күбеһе оҡшаш маҡсаттарға инде өлгәшкән. Шуға күрә улар беҙгә файҙалы кәңәштәр бирә алды. Улар уңыштарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынып торҙо һәм беҙҙе рухландырҙы».

ЭТӘРГЕС КӨС БУЛМАҒАНДА

Маҡсатҡа ынтылығыҙ (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Көслө теләгебеҙ булғанда ғына маҡсатыбыҙға ынтылһаҡ, нимә булырға мөмкин? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

8 Шуны ла әйтергә кәрәк: ҡайһы саҡта маҡсатҡа ынтылырға теләк юҡ. Ләкин был уға ынтыла алмайбыҙ тигәнде аңлатамы? Юҡ. Әйҙәгеҙ, миҫалға ҡайтайыҡ. Ел көслө булһа, елкәнле кәмә алға елдерә генә. Әммә ҡайһы саҡта ел бөтөнләй булмай. Шундай көндәрҙә диңгеҙҙә тынлыҡ. Был сәйәхәтсенең билдәләгән еренә барып етә алмай тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ. Мәҫәлән, ҡайһы бер кәмәләрҙең моторы һәм ишкәктәре бар. Улар ярҙамында сәйәхәтсе барыуын дауам итә ала. Беҙҙең теләгебеҙҙе шундай ел менән сағыштырып була: ҡайһы саҡта теләгебеҙ көслө, ә ҡайһы саҡта бөтөнләй юҡ. Шундай көндәрҙә маҡсатыбыҙ тураһында уйлағы ла килмәй. Теләгебеҙ булғанда ғына маҡсатыбыҙға ынтылһаҡ, беҙ уға бер ҡасан да өлгәшә алмаҫбыҙ. Әммә теләгебеҙ булмағанда алға барыр өсөн, сәйәхәтсе кеүек, башҡа сара һайлай алабыҙ. Әлбиттә, был еңел түгел, сөнки эске тәртип талап ителә. Ләкин маҡсатығыҙға өлгәшеп, һеҙ шатлыҡ кисерерһегеҙ. Нимә эшләй алғаныбыҙҙы ҡарап сығыр алдынан бер һорауға яуап алайыҡ.

9. Беҙ үҙебеҙҙе рухи маҡсаттарға ынтылырға мәжбүр итергә тейешме? Аңлатығыҙ.

9 Йәһүә беҙҙең уға ысын күңелдән шатланып хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй (Зәб. 100:2; 2 Кор. 9:7). Рухи маҡсаттарға ынтылырға теләгебеҙ булмаһа, был көс һалырға кәрәкмәй тигәнде аңлатамы? Әйҙәгеҙ, илсе Павелдың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул: «Тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам», — тигән (1 Кор. 9:25—27). Ул башҡаса эшләргә теләгәндә лә, дөрөҫ эш итергә тырышҡан. Йәһүә Павелдың хеҙмәте менән ҡәнәғәт булғанмы? Әлбиттә! Алла уны тырышлыҡтары өсөн фатихалаған (2 Тим. 4:7, 8).

10. Ни өсөн теләгебеҙ булмаһа ла, маҡсаттарға өлгәшер өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәк?

10 Илсе Павелдың миҫалынан күренеүенсә, хатта теләгебеҙ булмаһа ла маҡсаттарыбыҙға ынтылһаҡ, Йәһүә шатлана. Эйе, ул шатлана, сөнки быға беҙҙе нимәлер эшләргә яратыу түгел, ә уға ҡарата яратыу дәртләндергәнен белә. Илсе Павелды фатихалаған кеүек, ул беҙҙең дә тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалаясаҡ, һәм был фатихалар этәргес көс булып тора (Зәб. 126:5). Польшала йәшәгән Люци́на ҡәрҙәш былай тип һөйләй: «Ҡайһы саҡта, арығанда, хеҙмәткә барғым килмәй. Ә барһам, шул тиклем ҙур шатлыҡ тоям!» Хәҙер, әйҙәгеҙ, этәргес көс булмағанда нимә эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

11. Йәһүә беҙгә нисек тотанаҡлыҡ үҫтерергә ярҙам итә ала?

11 Тотанаҡлыҡ һорап доға ҡылығыҙ. Тотанаҡлыҡ — хис тойғоларҙы һәм эштәрҙе контролдә тотоу һәләте. Был һүҙ йыш ҡына үҙеңде яуыз эштән һаҡлау тигәнде аңлата. Ләкин тотанаҡлыҡ шулай уҡ игелекле эштәр башҡарыр өсөн дә кәрәк, сөнки ҡайһы саҡта игелек эшләү беҙгә ауыр йә игелекте эшләргә теләгебеҙ юҡ. Онотмағыҙ, тотанаҡлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе. Шуға күрә Йәһүәнән был мөһим сифатты үҫтерергә ярҙам иткән изге рух һорап доға ҡылығыҙ (Лука 11:13; Гал. 5:22, 23). Алдараҡ телгә алынған Давид, доғаның уға нисек ярҙам иткәнен аңлатҡан. Ул шәхси өйрәнеүен йышыраҡ үткәрергә теләгән. Ул нимә эшләгән? «Мин Йәһүәнән тотанаҡлыҡ үҫтерергә ярҙам һораным. Һәм ул миңә ярҙам итте. Хәҙер мин даими рәүештә яҡшы өйрәнеү үткәрәм».

12. Вәғәзсе 11:4-тәге принцип рухи маҡсаттарға нисек бәйле?

12 Камил шарттар көтмәгеҙ. Был донъяла улар юҡ. Уларҙы көтөп ултырһаҡ, бер ҡасан да үҙ маҡсатыбыҙға өлгәшә алмаҫбыҙ. (Вәғәзсе 11:4-те уҡығыҙ.) Дэ́ниел ҡәрҙәш былай ти: «Идеаль шарттар юҡ. Әммә беҙ үҙебеҙ нимәлер эшләгәндә уларҙы булдыра алабыҙ». Ә Угандала йәшәгән Пол исемле ҡәрҙәш бөгөн эшләй алғанды иртәгәлеккә ҡалдырмау тураһында былай ти: «Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан эшкә тотонһаҡ, Йәһүәгә үҙебеҙҙе фатихаларға мөмкинлек бирәбеҙ» (Мал. 3:10).

13. Ни өсөн бәләкәй маҡсаттарҙан башлау файҙалы?

13 Әҙҙән башлағыҙ. Маҡсатыбыҙ тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ булып күренгәндә, теләгебеҙ ҙә юғала. Әгәр һеҙҙең осраҡта шулай булһа, бер ҙур маҡсатты бәләкәй маҡсаттарға бүлә алаһығыҙ. Һеҙ берәй сифат үҫтерергә маҡсат ҡуйһағыҙ, уны бәләкәй генә эштә күрһәтеп ҡарағыҙ. Ә Изге Яҙманы тулыһынса уҡып сығырға маҡсат ҡуйһағыҙ, уны әҙ-әҙләп кенә уҡый башлай алаһығыҙ. Мәҡәләнең башында иҫкә алынған Томаш Изге Яҙманы бер йыл эсендә уҡып сығыу маҡсатына бер нисек тә ирешә алмаған. Ул былай ти: «Мин бик ҙур тиҙлек менән барғанымды аңланым. Шуға күрә был юлы мин көн һайын бер нисә абзац ҡына уҡып ҡарарға һәм улар өҫтөндә уйланырға булдым. Һәм уҡыу миңә кинәнес килтерә башланы». Яйлап Томаш Изге Яҙманы уҡыуға күберәк ваҡыт бүлә башлаған. Һөҙөмтәлә ул Изге Яҙманы башынан алып аҙағына тиклем уҡып сыҡҡан c.

МАҠСАТҠА ӨЛГӘШЕҮ АУЫР БУЛҺА, БОЙОҠМАҒЫҘ

14. Маҡсатҡа ынтылғанда беҙҙең нимәгә дусар булыуыбыҙ ихтимал?

14 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләгебеҙ булһа ла, тырышлыҡ һалһаҡ та, ҡайһы саҡта беҙ уйлағанса килеп сыҡмай. Мәҫәлән, «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәл» маҡсатыбыҙға бағышланған ваҡытты урлай (Вәғ. 9:11). Шулай уҡ ауырлыҡтар арҡаһында рухыбыҙ һына һәм көсөбөҙ ҡалмай (Ғиб. һүҙ. 24:10). Ә шулай уҡ ҡылған хаталарыбыҙ беҙгә маҡсатыбыҙға өлгәшергә ҡамасаулай (Рим. 7:23). Йәиһә беҙ арыйбыҙ (Матф. 26:43). Уңышһыҙлыҡ менән көрәшергә нимә ярҙам итер?

15. Уңышһыҙлыҡ менән осрашҡанда ни өсөн бирешергә кәрәкмәй? Аңлатығыҙ (Зәбур 145:14).

15 Маҡсатҡа өлгәшә алмау туҡтарға кәрәк тигәнде аңлатмай. Изге Яҙмала, беҙ маҡсатҡа өлгәшкәндә күп ауырлыҡтар менән осрашырбыҙ, тип әйтелгән. Шулай уҡ унда, беҙ уларҙы Йәһүә ярҙамы менән еңә алырбыҙ, тип тә әйтелгән. (Зәбур 145:14-те уҡығыҙ.) Алдараҡ телгә алынған Филип уңыштары тураһында бына нимә ти: «Минең уңышым нисә тапҡыр йығылыуыма түгел, киреһенсә, нисә тапҡыр яңынан аяҡҡа баҫыуыма бәйле». Давид ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мин уңышһыҙлыҡтарҙы ҡаршылыҡтар тип түгел, ә Йәһүәгә уны ни тиклем яратыуымды күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр тип күрәм». Эйе, уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан алға атлаһаҡ, беҙ Йәһүәгә уны шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Йәһүә һеҙҙең маҡсатығыҙға ынтылғанығыҙҙы күреп бик ныҡ шатлана!

16. Уңышһыҙлыҡтар беҙҙе нимәгә өйрәтә ала?

16 Уңышһыҙлыҡҡа осрағанда нимәгәлер өйрәнергә тырышығыҙ. Уңышһыҙлыҡҡа нимә килтергәне тураһында уйлағыҙ һәм үҙегеҙҙән: «Икенсе тапҡыр шундай хәлгә осрамаҫ өсөн, мин нимәнелер үҙгәртә аламмы?» — тип һорағыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:12). Уңышһыҙлыҡтар ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙгә тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ маҡсаттар ҡуйғаныбыҙҙы күрһәтә. Әгәр һеҙ ҙә шундай хәлгә эләкһәгеҙ, тағы бер тапҡыр үҙ маҡсатығыҙҙы тикшерегеҙ. Был маҡсат һеҙҙең өсөн өлгәшә алырлыҡмы-юҡмы икәнен аңларға ярҙам итер d. Әгәр маҡсатҡа өлгәшә алмаһағыҙ ҙа, Йәһүә һеҙҙе булдыҡһыҙ тип һанамаҫ (2 Кор. 8:12).

17. Ни өсөн беҙгә нимәгә өлгәшкәнебеҙҙе иҫтә тоторға кәрәк?

17 Нимәгә өлгәшкәнегеҙҙе иҫтә тотоғоҙ. Изге Яҙмала: «Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе... онотмаясаҡ», — тип әйтелә (Евр. 6:10). Тимәк, һеҙгә лә мәсихсе булараҡ нимәгә өлгәшкәнегеҙҙе иҫтә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, һеҙ Йәһүә менән дуҫлыҡ үҫтерҙегеҙ, уның тураһында башҡаларға һөйләнегеҙ һәм һыуға сумдырылдығыҙ. Үткәндә ынтылған маҡсаттарығыҙға өлгәшкән кеүек, бөгөн дә шулай уҡ эш итергә тырышығыҙ (Флп. 3:16).

Сәйәхәт итеүҙән кинәнегеҙ (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Маҡсатҡа ынтылғанда нимәне иҫтә тотоу мөһим? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

18 Сәйәхәтсе иҫән-имен билдәләгән еренә барып еткән кеүек, һеҙ ҙә Йәһүәнең ярҙамы менән ынтылған маҡсаттарығыҙға өлгәшә алаһығыҙ. Сәйәхәт итеү үҙенән-үҙе мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы икәнен онотмағыҙ. Шуға күрә рухи маҡсаттарға ынтылғанда Йәһүәнең һеҙгә нисек ярҙам иткәнен һәм бөтә сәйәхәт дауамында һеҙҙе фатихалағанын күрергә тырышығыҙ. Был һеҙгә шатлыҡ килтерер (2 Кор. 4:7). Әгәр бирешмәһәгеҙ, Йәһүә һеҙгә тағы ла күберәк фатихалар яуҙырыр (Гал. 6:9).

126-СЫ ЙЫР Уяу, ҡыйыу, сыҙам бул!

a Беҙҙе йыш ҡына рухи маҡсаттар ҡуйырға өндәйҙәр. Әгәр ҡуйған маҡсатыбыҙға өлгәшә алмаһаҡ, нимә эшләргә? Был мәҡәләлә маҡсаттарыбыҙға өлгәшергә ярҙам иткән бер нисә кәңәште ҡарап сығырбыҙ.

b АҢЛАТМА. Рухи маҡсат Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн һәм уны ҡыуандырыр өсөн һалған бөтә тырышлыҡтарығыҙҙы һәм ынтылыштарығыҙҙы үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, һеҙ мәсихселәргә хас сифат үҫтерергә йәки Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙең бер яғын яҡшыртырға маҡсат ҡуя алаһығыҙ. Был Изге Яҙманы уҡыу, шәхси өйрәнеү, вәғәздә ҡатнашыу булырға мөмкин.

d Күберәк мәғлүмәтте «Күҙәтеү манараһы» (тат.) 2008 йылдың 15 июль сығарылышында «Үҙеңә аҡыллы ҡараш менән ҡарап, шатлығыңды һаҡла» тигән мәҡәләлә табып була.