ӨЙРӘНЕҮ ӨСӨН ТЕМА
Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда нимә эшләргә?
Йософтоң ниндәй ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанын белер өсөн, Башланмыш 37:23—28; 39:17—23-тө уҡығыҙ.
Контексҡа иғтибар итегеҙ. Ни өсөн Йософ менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәндәр? (Баш. 37:3—11; 39:1, 6—10). Был күпме ваҡыт дауам ителгән? (Баш. 37:2; 41:46). Йәһүә был ауыр ваҡытта Йософ өсөн нимә эшләгән, ә нимә эшләмәгән? (Баш. 39:2, 21; w23.01 17 б., 13 абз.).
Нескәлектәрҙе иҫәпкә алығыҙ. Потифарҙың ҡатыны Йософҡа яла яҡҡас, ул үҙен яҡлаған, тип Изге Яҙмала әйтелмәй. Ни өсөн Йософ бер нәмә лә әйтмәгән? Ни өсөн Изге Яҙмала был ваҡиға тураһында ентекләп яҙылмаған? Киләһе аяттар был һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер: Ғибрәтле һүҙҙәр 20:2, Яхъя 21:25, Ғәмәлдәр 21:37. Һеҙҙеңсә, Йософҡа ғәҙелһеҙлекте түҙергә ниндәй сифаттар ярҙам иткән? (Миҡ. 7:7; Лука 14:11; Яҡ. 1:2, 3).
Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ:
-
«Ғайсаның шәкерте булараҡ, минең ниндәй ғәҙелһеҙлек менән осрашыуым бар?» (Лука 21:12, 16, 17; Евр. 10:33, 34).
-
«Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда ныҡ булыр өсөн, мин хәҙер үк нимә эшләй алам?» (Зәб. 62:7, 8; 105:17—19; w19.07 2—7 бб.).