Йәштәр, һеҙ һыуға сумдырылырға әҙерме?
«Арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй ти. Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни?» (ЛУКА 14:28)
ЙЫРҘАР: 6, 34
Был ике мәҡәлә һыуға сумдырылыу хаҡында уйлаған йәштәр өсөн яҙылған.
1, 2. а) Бөгөн Алла халҡына нимә шатлыҡ килтерә? б) Мәсихсе ата-әсәләр һәм өлкәндәр йәштәргә һыуға сумдырылыуҙың асылын аңларға нисек ярҙам итә ала?
«МИН һине тыуғаныңдан бирле беләм, — тине мәсихсе өлкән 12 йәшлек Кристоферға, — һәм һинең һыуға сумдырылырға теләүеңде күреп бик шатланам. Һинән һорағым килә: „Ни өсөн һин был аҙымды яһарға булдың?“» Өлкәндең һорауы бик мөһим булған. Әлбиттә, һәр йыл бөтә донъя буйынса меңләгән йәштәрҙең һыуға сумдырылыуын күреү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә (Вәғ. 12:1). Шул уҡ ваҡытта мәсихсе ата-әсәләр һәм йыйылыштағы өлкәндәр йәштәрҙең был ҡарарҙы үҙ ирке менән генә түгел, ә шулай уҡ аңлы рәүештә ҡабул итеүҙәренә инанырға теләй.
2 Алла Һүҙенән күренгәнсә, бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — мәсихсе тормош юлының башы ғына. Был юлда мәсихсе Йәһүәнән фатихалар ҙа ала, Шайтандан сыҡҡан ҡаршылыҡтарға ла дусар була (Ғиб. һүҙ. 10:22; 1 Пет. 5:8). Шуға күрә мәсихсе ата-әсәләр балаларына Мәсихтең шәкерте булыу үҙ эсенә нимә алыуын аңлатыр өсөн ваҡыт бүлеп ҡуя. Әгәр ҙә йәш кешенең ата-әсәһе мәсихселәр булмаһа, йыйылыштағы өлкәндәр йомшаҡ ҡына итеп уға Аллаға бағышланыу менән бәйле сығымдарҙы хисапларға ярҙам итәсәк. (Лука 14:27—30-ҙы уҡығыҙ.) Төҙөү проектын уңышлы тамамлар өсөн план ҡорорға кәрәк булған кеүек, Йәһүәгә «ахырғаса» тоғро хеҙмәт итер өсөн дә яҡшы итеп әҙерләнергә кәрәк (Мат. 24:13). Әммә йәштәргә Йәһүәгә ғүмере буйы хеҙмәт итергә әҙер булыр өсөн нимә эшләргә? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.
3. а) Ғайса һәм Петерҙың һүҙҙәре буйынса, ни өсөн һыуға сумдырылыу мөһим? (Мат. 28:19, 20; 1 Пет. 3:21) б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн?
3 Һыуға сумдырылыу тураһында уйлаған йәш кеше булһаң, һин маҡтауға лайыҡ! Һыуға сумдырылған Йәһүә Шаһиты булыу — ҙур хөрмәт. Өҫтәүенә, һыуға сумдырылыу — мәсихселәр өсөн талап һәм киләсәктә ҡотҡарылыр өсөн үтә мөһим аҙым (Мат. 28:19, 20; 1 Пет. 3:21). Һис шикһеҙ, һин Йәһүәгә бирергә йыйынған вәғәҙәңде үтәргә ысын күңелдән теләйһең. Шунлыҡтан, моғайын, был мөһим аҙымды яһар алдынан әҙерләнгең киләлер. Үҙеңдең һыуға сумдырылырға әҙерме, юҡмы икәнеңде аңларға ярҙам итәсәк бындай өс һорауҙы ҡарап сығыу файҙалы булыр: 1) ундай ҡарарҙы ҡабул итер өсөн етерлек кимәлдә етлеккәнменме? 2) Был минең шәхси теләгемме? 3) Йәһүәгә бағышланған булыуҙың асылын аңлайыммы? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.
ЕТЕРЛЕК КИМӘЛДӘ ЕТЛЕККӘНМЕНМЕ?
4, 5. а) Ни өсөн һыуға сумдырылыу ололар өсөн генә түгел? б) Мәсихселәр өсөн етлеккәнлек нимәне аңлата?
4 Изге Яҙмала, ололар ғына йә закон буйынса билдәле бер хоҡуҡтарға эйә булырлыҡ йәшкә еткән кешеләр генә һыуға
сумдырыла ала, тип әйтелмәй. Ғибрәтле һүҙҙәр 20:11-ҙә былай тип әйтелә: «Хатта баланың да тәртибе сафмы, яҡшымы икәнлеге уның эштәренән күренә». Эйе, хатта балалар ҙа нимә яҡшы икәнен һәм Барлыҡҡа Килтереүсебеҙгә бағышланған булыу нимә аңлата икәнен белә ала. Шуға күрә, йәш кешенең етерлек кимәлдә етлеккән булыуы асыҡ күренһә, һәм ул үҙен Йәһүәгә бағышлаһа, уның өсөн һыуға сумдырылыу — мөһим һәм яһарға тейешле аҙым (Ғиб. һүҙ. 20:7).5 Етлеккән булыу нимәне аңлата? Етлеккән булыр өсөн буйға етеү генә әҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, етлеккән кешеләр «тойғолары[н] тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға» өйрәткән (Евр. 5:14). Тимәк, етлеккән кеше Йәһүәнең ҡарашында нимә яҡшы икәнен белә һәм үҙ йөрәгендә, шул белем буйынса эш итәм, тигән ҡарарға килә. Һөҙөмтәлә ундай мәсихсене тура юлдан еңел генә ситләштереп булмай, шулай уҡ уны һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа өндәп торорға кәрәкмәй. Шуға күрә һыуға сумдырылырға йыйынған йәш кешенән, хатта янында ата-әсәһе йә башҡа ололар булмаған саҡта ла, Алла әмерҙәрен үтәүе көтөлә. (Филиптарға 2:12 менән сағыштырығыҙ.)
6, 7. а) Бабилда булған саҡта Данил ниндәй ауырлыҡтар кисергән? б) Данилдың етлеккән булыуы нимәнән күренгән?
6 Йәштәр шундай етлеккәнлекте сағылдыра аламы? Изге Яҙмала иҫкә алынған Данилдың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уны, ата-әсәһенән айырып, көсләп Бабилға әсирлеккә алып киткәндә, ул, күрәһең, йәш үҫмер генә булған. Һис тә көтмәгәндә Данил яҡшылыҡ менән яманлыҡҡа бөтөнләй башҡа ҡарашта торған кешеләр араһына эләккән. Өҫтәүенә, тағы бер нәмә уның хәлен ҡатмарлаштырған: Бабилда уға үҙенә айырым бер төрлө мөғәмәлә күрһәтелгән. Ул батшаға хеҙмәт итер өсөн һайлап алынған егеттәрҙең береһе булған (Дан. 1:3—5, 13). Бабилда Данил алдында яңы мөмкинлектәр асылған. Израилдә ул быға, күрәһең, бер ҡасан да эйә була алмаҫ ине.
7 Йәш Данил быларҙың барыһына нисек ҡараған? Уның Бабилдың ҡупшылығынан һәм гүзәллегенән башы әйләнгәнме? Яңы мөхит уның шәхесен үҙгәрткәнме йә иманын ҡаҡшатҡанмы? Һис тә юҡ! Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Данил Бабилдағы ялған дин менән бәйле бер нәмә менән дә «үҙен нәжесләмәҫкә тип күңеленә беркетеп ҡуйған» (Дан. 1:8). Данил ғәжәп етлеккәнлек күрһәткән!
8. Данилдың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?
8 Данилдың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? Беренсе сиратта, етлеккән йәш кеше үҙ ышаныуҙарында ныҡ тора. Ул мөхитенә ҡарап төҫөн үҙгәрткән хамелеон кеүек түгел. Етлеккән йәш кеше үҙен Батшалыҡ Залында — Алланың дуҫы кеүек, ә мәктәптә был донъяның дуҫы кеүек тотмай. Бер яҡтан икенсе яҡҡа сайҡалып йөрөү урынына ул, хатта иман һынауҙары менән осрашҡанда ла, ҡаҡшамаҫ булып ҡала. (Ефестарға 4:14, 15-те уҡығыҙ.)
9, 10. а) Һуңғы иман һынауҙарын кисергән саҡта нисек эш иткәндәре тураһында уйланыу йәштәргә ниндәй файҙа килтерә ала? б) Һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?
9 Әлбиттә, бер кеше лә камил түгел. Ваҡыт-ваҡыт йәштәр ҙә, ололар ҙа хаталар яһай (Вәғ. 7:20). Шулай ҙа, һыуға сумдырылыу хаҡында уйланғанда, Йәһүә нормалары буйынса йәшәүҙе күңелеңә ни тиклем ныҡ беркетеп ҡуйғаныңды тикшереп сығыу аҡыллы булыр ине. Быны нисек тикшерергә? Үҙеңә бындай һорау бир: «Алла нормалары буйынса йәшәүҙә мин ни тиклем уңышлы?» Һуңғы иман һынауҙарын кисергән саҡта нисек эш иткәнең тураһында уйлан. Тәртибең яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр өсөн кәрәкле һиҙгерлеккә эйә булыуыңды
күрһәтәме? Данил осрағындағы кеүек, Шайтан донъяһында һиңә айырым бер төрлө мөғәмәлә күрһәтһәләр, нимә эшләрһең? Хатта Йәһүә ихтыярына ҡаршы эш итергә ҡотҡо тыуған саҡта ла артабан да «Раббы ихтыярын аңла[й]» алырһыңмы? (Ефес. 5:17)10 Ни өсөн үҙебеҙгә ундай һорауҙар биреү мөһим? Улар һыуға сумдырылыуҙың асылын дөрөҫ аңларға ярҙам итә. Юғарыла иҫкә алынғанса, һыуға сумдырылыу үтеп, һин Йәһүәнең үҙенә тантаналы рәүештә вәғәҙә биреүеңде күрһәтәһең. Һин Йәһүәне яратырға һәм уға бөтә йөрәктән мәңге хеҙмәт итергә вәғәҙә итәһең (Марк 12:30). Һыуға сумдырылырға йыйынған һәр кеше тәүәккәллек менән вәғәҙәһе буйынса йәшәргә әҙер булырға тейеш. (Вәғәзсе 5:4, 5-те уҡығыҙ *.)
БЫЛ МИНЕҢ ШӘХСИ ТЕЛӘГЕММЕ?
11, 12. а) Һыуға сумдырылыу хаҡында уйлаған кеше нимәгә шикләнмәҫкә тейеш? б) Һыуға сумдырылыуға дөрөҫ ҡараш һаҡларға нимә ярҙам итер?
11 Изге Яҙмала Йәһүәнең халҡы, шул иҫәптән йәштәр ҙә уға хеҙмәт итер өсөн «әҙер торор» тип әйтелгән (Зәб. 110:3). Шунлыҡтан һыуға сумдырылыу хаҡында уйлаған кеше был уның үҙенең шәхси теләге икәненә бер ҙә шикләнмәҫкә тейеш. Бының өсөн үҙ-үҙеңде тикшерергә кәрәк булыр. Ни өсөн? Сөнки бөтә кешеләр ҙә бер үк шарттарҙа үҫмәгән. Мәҫәлән, бәлки, һин хәҡиҡәтте бала саҡтан беләһеңдер.
12 Үҫә барған арала һин күптәрҙең, шул иҫәптән йәштәштәреңдең йә, бәлки, хатта бер туғандарыңдың һыуға сумдырылғанын күргәнһеңдер. Һинең осрағыңда шулай булһа, шуны иҫтә тотоу мөһим: һыуға сумдырылыу — иртәме, һуңмы һәр йәш кеше үтәй торған йола түгел. Һыуға сумдырылыуға ҡарашың Йәһүәнекенә тура килгәненә нисек инанырға? Йышыраҡ, туҡтап, ни өсөн һыуға сумдырылыу шул тиклем мөһим икәне тураһында уйлан. Ҡайһы бер мөһим сәбәптәрҙе һин был һәм киләһе мәҡәләлә табырһың.
13. Һыуға сумдырылыу теләге йөрәктән сығамы, юҡмы икәнен нисек билдәләргә?
13 Һыуға сумдырылыу теләге йөрәктән сығамы, юҡмы икәнен билдәләр өсөн төрлө ысулдар бар. Мәҫәлән, Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итергә теләүең доғаларыңдан күренәсәк. Доғаларыңдың ни тиклем йыш һәм конкрет булыуы Йәһүә менән мөнәсәбәттәрең ни тиклем яҡын икәнлеген күрһәтә ала (Зәб. 25:4). Йыш ҡына Йәһүә, доғаларыбыҙға яуап бирер өсөн, үҙ Һүҙен ҡуллана. Шул сәбәптән Изге Яҙманы өйрәнеүҙә һалған тырышлыҡтарыбыҙ ҙа Йәһүәгә яҡынлашырға һәм уға бөтә йөрәктән хеҙмәт итергә теләүебеҙҙе күрһәтә (Йош. 1:8). Шуға күрә үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Доғаларым ни тиклем конкрет? Шәхси өйрәнеүҙе даими үткәрәмме?» Ә әгәр ғаиләңдә Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисе үткәрелһә, үҙ-үҙеңдән: «Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙа теләп ҡатнашаммы?» — тип һора. Был һорауҙарға яуаптар һинең ысындан да һыуға сумдырылғың киләме, юҡмы икәнен күрһәтәсәк.
БАҒЫШЛАНЫУ НИМӘ АҢЛАТА?
14. Бағышланыу менән һыуға сумдырылыу араһында ниндәй айырма бар?
14 Ҡайһы берәүҙәргә бағышланыу менән һыуға сумдырылыу араһындағы айырманы аңлауы ауыр. Мәҫәлән, ҡайһы бер йәштәр, мин Йәһүәгә бағышландым, әммә һыуға сумдырылырға әле әҙер түгелмен, тип әйтә. Ундай ҡараш дөрөҫмө? Бағышланып, кеше Йәһүәгә мәңге хеҙмәт итергә вәғәҙә бирә. Ә һыуға сумдырылып, ул бағышланғанын башҡаларға күрһәтә. Шуға күрә, һыуға сумдырылып,
һин Йәһүәгә шәхси рәүештә доға ҡылып бағышланғаныңды кешеләр алдында белдерәһең. Һыуға сумдырылғансы, һин бағышланыуҙың асылын яҡшы аңларға тейешһең.15. Бағышланыу нимә аңлата?
15 Ябай ғына әйткәндә, ғүмереңде Йәһүәгә бағышлағанда, һин үҙеңде уға тапшыраһың һәм уның ихтыярын тормошоңдағы башҡа бөтә нәмәнән өҫтөнөрәк ҡуйырға вәғәҙә бирәһең. (Матфей 16:24-те уҡығыҙ.) Һәр вәғәҙәгә етди ҡарарға кәрәк икән, Йәһүә Аллаға бирелгән вәғәҙәгә беҙ тағы ла етдирәк ҡарарға тейеш! (Мат. 5:33) Ул саҡта үҙ-үҙеңдән ысындан да ваз кискәнеңде һәм хәҙер Йәһүәнеке булғаныңды нисек күрһәтергә? (Рим. 14:8)
16, 17. а) Үҙ-үҙеңдән ваз кисеү нимә аңлата? Миҫал килтерегеҙ. б) Үҙен Аллаға бағышлаған кеше ысынында ниндәй вәғәҙә бирә?
16 Миҫал өсөн: дуҫың һиңә автомобиль бүләк итә, ти. Ул документтарҙы һиңә бирә лә: «Автомобиль — һинеке!» — тип әйтә. Әммә ул былай тип тә өҫтәй: «Асҡысы миндә ҡаласаҡ, һәм уны һин түгел, ә мин генә йөрөтәсәкмен». Шундай «бүләк» алһаң, үҙеңде нисек тойор инең? Бүләк итеүсе тураһында нимә уйлар инең?
17 Ә хәҙер Йәһүәнең үҙенә бағышланған кешенән нимә көтөүе тураһында уйлап ҡарайыҡ. Ундай кеше, асылда, уға былай ти: «Ғүмеремде һиңә тапшырам. Мин — һинеке». Әгәр был кеше ике төрлө тормош алып бара башлаһа, мәҫәлән йәшерен генә Йәһүәгә ышанмаған кеше менән осраша башлаһа йәки Йәһүәгә йән-тән менән хеҙмәт итергә һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә ҡамасаулаған эшкә ризалашһа, был автомобиль асҡысын үҙеңдә ҡалдырыуға тиң булмаҫ инеме? Үҙен Йәһүәгә бағышлаған кеше ысынында былай ти: «Ғүмерем беренсе сиратта минеке түгел, ә һинеке. Әгәр ҡасан да булһа минең теләктәрем һинең теләктәреңә ҡаршы килһә, һин теләгәнсә эшләйәсәкмен — һәр ваҡыт шулай буласаҡ». Ундай ҡараш Ғайсаның фекер йөрөтөүен сағылдыра. Ерҙә булған саҡта ул: «Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем», — тигән (Яхъя 6:38).
18, 19. а) Роуз һәм Кристоферҙың һүҙҙәренән һыуға сумдырылыу фатихалар килтергән аҙым икәне нисек күренә? б) Һеҙ һыуға сумдырылыу хөрмәтенә нисек ҡарайһығыҙ?
18 Һис шикһеҙ, һыуға сумдырылыу — бик етди аҙым, шуға күрә уға еңел ҡарарға ярамай. Шул уҡ ваҡытта Йәһүәнең бағышланған һәм һыуға сумдырылған хеҙмәтсеһе булыу — ифрат ҙур хөрмәт. Йәһүәне яратҡан һәм бағышланыуҙың асылын аңлаған йәштәр һыуға сумдырылыуҙы оҙаҡҡа һуҙмай һәм ундай ҡарар ҡабул итеүҙәренә бер ҡасан да үкенмәй. «Мин Йәһүәне яратам, һәм уға хеҙмәт итеүҙән башҡа бер нәмә лә мине бәхетлерәк итә алмай, — ти Роуз исемле һыуға сумдырылған үҫмер ҡыҙ. — Быға тиклем бер ҡарарымды ла шул тиклем шикләнмәйенсә ҡабул иткәнем юҡ ине».
19 Ә мәҡәләнең башында иҫкә алынған Кристофер менән нимә булған? Уның 12 йәштә һыуға сумдырылыу үтергә ҡарары яҡшы уйланылған һәм төплө булғанмы? Кристофер үҙенең бағышланыуын һәм һыуға сумдырылыуын йылылыҡ менән иҫкә ала. 17 йәшендә ул пионер булып хеҙмәт итә башлаған, 18 йәшендә уны хеҙмәттәш ярҙамсы итеп билдәләнгәндәр. Бөгөн ул Вефилдә хеҙмәт итә. Ул былай ти: «Һыуға сумдырылыу үтергә ҡарар итеп, бик дөрөҫ эшләгәнмен. Йәһүә һәм уның ойошмаһы өсөн тырышып эшләү тормошомдо ҡәнәғәтлек менән тултыра». Һыуға сумдырылыу тураһында уйланһаң, уға нисек әҙерләнергә? Был һорау киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.
[Төшөрмә]
^ 10 абз. Вәғәзсе 5:4, 5: «Аллаға вәғәҙә биргәндә, уны кисектермәйенсә үтә, сөнки ул аҡылһыҙҙарҙы хупламай. Биргән вәғәҙәңде үтә. Вәғәҙә бирмәү вәғәҙә биреп тә, уны үтәмәүҙән яҡшыраҡ».