Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә үҙенең халҡын тормош юлынан алып бара

Йәһүә үҙенең халҡын тормош юлынан алып бара

«Бына юл. Ошо юлдан барығыҙ» (ИШАҒ. 30:21).

ЙЫРҘАР: 32, 48

1, 2. а) Ниндәй иҫкәртеү күп кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Алла хеҙмәтселәре ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала алған ниндәй күрһәтмәләргә эйә?

«ТУҠТА, ҠАРА, ҠОЛАҠ ҺАЛ». Был һүҙҙәр күп кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. 100 йылдан ашыу элек ошондай яҙыулы ҙур билдәләр Төньяҡ Американың тимер юлдары янына ҡуйылған булған. Ниндәй маҡсат менән? Автомобилдәр, тимер юл аша сыҡҡанда, елеп үтеп барған поезд аҫтына эләкмәһен өсөн. Ысынлап та, бындай иҫкәртеүгә иғтибар биреү күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалған.

2 Йәһүә беҙҙең өсөн иҫкәртеү билдәләре ҡуймай, ләкин ул бынан күпкә яҡшыраҡ нәмәләр эшләй. Ул халҡына мәңгелек тормошҡа алып барған ҡурҡынысһыҙ юлды үҙе күрһәтеп тора тип әйтеп була. Унан да бигерәк, Йәһүә, ҡайғыртыусан көтөүсе кеүек, һарыҡтарына тейешле йүнәлеш бирә һәм уларҙы ҡурҡыныс юлдарҙан киҫәтә. (Ишағыя 30:20, 21-ҙе уҡығыҙ *.)

ЙӘҺҮӘ БОРОНҒО ВАҠЫТТАН УҠ ХАЛҠЫНА КҮРҺӘТМӘЛӘР БИРӘ

3. Кешелек нисек үлемгә алып барған юлға баҫҡан?

3 Элек-электән Йәһүә кешеләргә билдәле бер күрһәтмәләр һәм етәкселек биреп торған. Мәҫәлән, Эден баҡсаһында Йәһүә кешеләргә бәхетле булып мәңге йәшәр өсөн аныҡ күрһәтмәләр биргән (Баш. 2:15—17). Әгәр Әҙәм менән Һауа Аллаға буйһонған булһа, уларҙың тормошо бөтөнләй башҡа — ауыртыу, үлем һәм өмөтһөҙлөктән азат булыр ине. Әммә Алланы тыңлау урынына, Һауа йыландың — түбән заттың кәңәшенә ҡолаҡ һалған. Әҙәм иһә Һауаның — ябай кешенең кәңәшен тыңлаған. Шулай итеп, улар икеһе лә яратыусы Аталарының етәкселеген кире ҡаҡҡан. Һөҙөмтәлә бөтә кешелек үлемгә алып барған юлға баҫҡан.

4. а) Ни өсөн Туфандан һуң өҫтәмә күрһәтмәләр кәрәк булған? б) Алла индергән был үҙгәрештәр нисек уның ҡарашын сағылдырған?

4 Нух көндәрендә Алла ғүмерҙе ҡотҡара алған күрһәтмәләр биргән. Туфандан һуң Йәһүә ҡан ашауҙы тыйған махсус әмер индергән. Был яңы әмер ни өсөн кәрәк булған? Сөнки яңы шарттар тыуған: Йәһүә кешеләргә хайуан итен ашарға рөхсәт итергә булған. Шунлыҡтан яңы күрһәтмәләр талап ителгән. Йәһүә: «Әммә йәне, йәғни ҡаны булған итте ашар булмағыҙ», — тигән (Баш. 9:1—4). Был үҙгәрештәрҙә асыҡтан-асыҡ Алланың үҙенеке булған нәмәгә — йәшәүгә ҡарашы сағылған. Барлыҡҡа Килтереүсе һәм Йәшәү Биреүсе булараҡ, Йәһүәнең йәшәүгә ҡағылышлы күрһәтмәләр бирергә хаҡы бар. Мәҫәлән, ул, бер кеше лә башҡа кешенең ғүмерен өҙөргә тейеш түгел, тигән ҡарар сығарған. Алла күҙендә йәшәү һәм ҡан изге, шунлыҡтан ул уларҙы һанға һуҡмаған һәр кемде мотлаҡ яуапҡа тарттырыр (Баш. 9:5, 6).

5. Беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн?

5 Алла үҙенең хеҙмәтселәренә быуаттар буйына күрһәтмәләр биреп торған. Әйҙәгеҙ, быға бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Был беҙгә Алланың яңы донъяға алып барған күрһәтмәләрен тоторға тәүәккәллек өҫтәп ебәрер.

ЯҢЫ ХАЛЫҠ — ЯҢЫ КҮРҺӘТМӘЛӘР

6. Ни өсөн Алла халҡына Муса аша бирелгән ҡанунды үтәргә кәрәк булған, һәм улар быға нисек ҡарарға тейеш булған?

6 Тәртип һәм ғибәҙәткә ҡағылышлы аныҡ күрһәтмәләргә мохтажлыҡ Муса көндәрендә тыуған. Ни өсөн? Быға тағы яңы шарттар сәбәп булған. Ике быуаттан ашыу ваҡыт буйына Яҡуптың нәҫеле Мысырҙа — үлгәндәргә табыныу һәм боттарға баш эйеү киң таралған, Алланы хурлаған башҡа ышаныуҙар һәм йолалар менән тулған илдә йәшәгән. Мысыр залимлығынан азат ителгәс, Алла халҡына яңы күрһәтмәләр кәрәк булған. Йәһүдтәр әсир кешеләрҙән тик Йәһүә ҡануны буйынса ғына йәшәргә тейешле ирекле халыҡҡа әйләнгән. Ҡайһы бер белешмәләр буйынса, «ҡанун» тип тәржемә ителгән еврей һүҙенең тамыры «йүнәлтеү, етәкләү, өйрәтеү» тигән мәғәнә йөрөтә. Шулай итеп Муса ҡануны Алла халҡы өсөн тирә-яҡтағы халыҡтарҙың әхлаҡһыҙлығынан һәм боҙоҡ дини йолаларынан ҡурсалаусы стена кеүек булып киткән. Алланы тыңлағанда, Израиль халҡы мул фатихалар алған. Ә уны һанға һуҡмағанда, бының ҡот осҡос һөҙөмтәләрен күргән. (Ҡанун 28:1, 2, 15-те уҡығыҙ *.)

7. а) Ни өсөн Йәһүә үҙенең халҡына күрһәтмәләр биргән? Аңлатығыҙ. б) Ҡанун Израиль өсөн ниндәй мәғәнәлә тәрбиәсе булған?

7 Күрһәтмәләр бүтән сәбәп арҡаһында ла кәрәк булған. Муса ҡануны Алла ихтыяры менән бәйле бер мөһим нәмәгә — Мәсихтең килеүенә күрһәтеп торған. Ҡанун асыҡтан-асыҡ израилдәргә камил булмауҙарын белгерткән һәм уларҙың йоломға — гонаһтарын бөтөнләй ҡаплаясаҡ камил ҡорбанға мохтаж булыуҙарын күрһәткән (Гал. 3:19; Евр. 10:1—10). Бынан тыш, ул Мәсих сығасаҡ нәҫел ебен һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ, Мәсих килгәс, уны билдәләргә ярҙам иткән. Эйе, Ҡанун ваҡытлы тәрбиәсе, йәғни «Мәсихкә етәкләп алып бара торған һаҡлаусы» булған (Гал. 3:23, 24, ЯДТ).

8. Ни өсөн беҙ Муса ҡануны нигеҙендә ятҡан принциптар буйынса эш итергә тейеш?

8 Израилгә Ҡанун аша бирелгән күрһәтмәләр беҙгә лә — мәсихселәргә файҙа килтерә ала. Нисек итеп? Беҙ ҙә, туҡтап, Ҡанун нигеҙендә ятҡан принциптарҙы күрергә тырыша алабыҙ. Муса ҡануны аҫтында булмаһаҡ та, беҙ ундағы күп кенә ҡанундарҙан көндәлек тормошобоҙға һәм изге Аллабыҙ Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуыбыҙға ҡағылышлы ышаныслы күрһәтмәләр таба алабыҙ. Уның ихтыяры буйынса был ҡанундар Изге Яҙмаға беҙ уларҙан өйрәнһен, уларҙың нигеҙендә ятҡан принциптарға таянып эш итһен һәм мәсихселәр өсөн тәғәйенләнгән юғары нормаларҙы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләһен өсөн яҙылған булған. Ғайсаның бындай һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ: «„Зина ҡылма“, — тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була» (Мат. 5:27, 28). Шулай итеп, беҙгә зина ҡылыуҙан ғына түгел, ә хатта әхлаҡһыҙ уй-теләктән дә ҡасырға кәрәк.

9. Ниндәй шарттар арҡаһында Алланың яңы күрһәтмәләренә ихтыяж тыуған?

9 Ғайсаның Мәсих булараҡ килеүе һөҙөмтәһендә Йәһүәнең ихтыярын асыҡлаған яңы күрһәтмәләргә ихтыяж барлыҡҡа килгән. Быға тағы яңы шарттар сәбәп булған. Б. э. 33 йылында Йәһүә Израиль халҡы урынына мәсихселәр йыйылышына илтифат күрһәтә башлаған.

ЯҢЫ РУХИ ХАЛЫҠ ӨСӨН КҮРҺӘТМӘЛӘР

10. Ни өсөн мәсихселәр йыйылышына яңы күрһәтмәләр бирелгән булған, һәм улар израилдәргә бирелгән Ҡанундан нисек айырылып тора?

10 Беренсе быуатта мәсихселәр йыйылышы Алланың халҡы, йәғни рухи Израиль булып киткән. Алланың тоғро хеҙмәтселәренән торған был халыҡ менән яңы килешеү төҙөлгән булған. Уларға ғибәҙәт ҡылыу һәм тәртипкә ҡағылышлы яңы, тулыраҡ күрһәтмәләр бирелгән. Муса ҡануны бер генә халыҡҡа — Израилгә бирелгән булған. Рухи Израиль иһә милләттәре һәм сығыштары буйынса төрлө булған кешеләрҙән торған. Ысындан да, Алла «кеше айырма[й]... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәм. 10:34, 35). Боронғо Израиль халҡын Вәғәҙә ителгән ерҙә етәкләгән Муса ҡануны ташҡа уйып яҙылған булған. Рухи Израилгә бирелгән «Мәсих ҡануны» иһә башлыса йөрәктәргә уйып яҙылған принциптарға нигеҙләнгән. «Мәсих ҡануны[н]», ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, бөтә мәсихселәр ҙә ҡуллана һәм үҙҙәренә файҙа ала (Гал. 6:2).

11. «Мәсих ҡануны» мәсихселәр тормошоноң ниндәй ике өлкәһенә йоғонто яһай?

11 Алла үҙенең Улы аша биргән күрһәтмәләр рухи Израилгә ифрат ҙур файҙа килтергән. Яңы килешеү төҙөлөүҙән әҙ генә алдараҡ, Ғайса ике мөһим әмер биргән. Беренсе әмере — вәғәз эшенә, ә икенсеһе шәкерттәренең тәртибенә һәм имандаштар менән нисек мөғәмәлә итеүҙәренә ҡағылған. Был күрһәтмәләр бөтә мәсихселәргә бирелгән булған, шуның өсөн бөгөн уларҙы, күктә йәшәргә өмөтләнәләрме йә ерҙәме, Алланың бөтә хеҙмәтселәре үтәргә тейеш.

12. Вәғәз эшендә ниндәй үҙгәрештәр булған?

12 Ғайса үҙенең шәкерттәренә башҡарырға ҡушҡан вәғәз эшенә иғтибар итәйек. Һөйөнөслө хәбәрҙе таратыу яңы ысулдар менән һәм бығаса күрелмәгән масштабта башҡарылырға тейеш булған. Боронғо ваҡытта Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылырға теләгән башҡа халыҡ кешеләре үҙҙәре Израилгә килергә тейеш булған (1 Бат. 8:41—43). Әммә унан һуң Ғайса Матфей 28:19, 20-лә яҙылған әмерҙе биргән. (Уҡығыҙ.) Ул үҙенең шәкерттәренә барса халыҡтарға «барығыҙ» тигән. Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында булған ваҡиғалар Йәһүә вәғәз эшенең бөтә донъя буйынса алып барылыуын теләй икәнен күрһәткән. Алланың изге рухы ярҙамында яңы йыйылыштың яҡынса 120 ағзаһы йәһүдтәр һәм прозелиттарға вәғәзләр өсөн мөғжизәле рәүештә төрлө телдәрҙә һөйләшә башлаған (Ғәм. 2:4—11). Шунан вәғәз эше Самарияға тиклем йәйелгән. Ахыр сиктә, б. э. 36 йылында сөннәтләнмәгән мәжүсиҙәр өсөн дә һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеү мөмкинлеге асылған. Шулай итеп вәғәз эше, киң ҡолас алып, йәһүдтәрҙән бөтә кешелеккә таралған, әйтерһең дә, күлдән океан барлыҡҡа килгән.

13, 14. а) Ғайсаның «яңы әмер[ен]» үтәү үҙ эсенә нимәне ала? б) Беҙ Ғайсаның үрнәгенән нимәгә өйрәнәбеҙ?

13 Ә хәҙер имандаштар менән нисек мөғәмәлә итергә тейешлегебеҙҙе ҡарап сығайыҡ. Ғайса үҙенең шәкерттәренә «яңы әмер» биргән. (Яхъя 13:34, 35-те уҡығыҙ.) Был әмер буйынса, беҙ бер-беребеҙҙе көндәлек тормошта ғына яратырға түгел, ә хатта имандаштар хаҡына ғүмеребеҙҙе лә бирергә әҙер булырға тейеш. Ундай әмер Муса ҡанунында булмаған (Мат. 22:39; 1 Яхъя 3:16).

14 Был йәһәттән Ғайса иң яҡшы үрнәк ҡалдырған. Ул шәкерттәрен фиҙаҡәр рәүештә яратҡан һәм улар өсөн үлергә әҙер булған. Ғайса бөтә шәкерттәренән, шул иҫәптән беҙҙән дә шуны уҡ көтә. Беҙгә ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙ хаҡына, бәлки, ғазап сигергә йә хатта үлергә лә тура килер (1 Фес. 2:8).

БЕҘҘЕҢ КӨНДӘРГӘ ҺӘМ КИЛӘСӘККӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫ КҮРҺӘТМӘЛӘР

15, 16. Беҙ ниндәй осорҙа йәшәйбеҙ, һәм Алла нисек беҙгә күрһәтмәләр бирә?

15 Бигерәк тә «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» билдәләнгән ваҡыттан алып Ғайса үҙенең халҡын рухи ризыҡ менән үҙ ваҡытында тәьмин итә (Мат. 24:45—47). Был ризыҡ үҙ эсенә үҙгәргән шарттарға бәйле үтә мөһим күрһәтмәләрҙе лә ала.

16 Беҙ Изге Яҙмала «ахырызаман» тип аталған осорҙа йәшәйбеҙ, тиҙҙән бер ваҡытта ла булмаған афәт киләсәк (2 Тим. 3:1; Марк 13:19). Унан тыш, Иблис һәм уның ендәре, күктәрҙән ҡыуылып, ер сиктәренә төшкәндәр, һөҙөмтәлә ерҙә йәшәүселәр ҙур ҡайғы кисерә (Асыл. 12:9, 12). Беҙгә шулай уҡ тарихта бер ҡасан да булмаған вәғәз кампанияһы тапшырылған. Был хәбәр әле бер ваҡытта ла шул тиклем күп телдәрҙә яңғырамаған булған!

17, 18. Бирелгән күрһәтмәләргә беҙ нисек ҡарарға тейеш?

17 Алла ойошмаһы беҙгә вәғәзләр өсөн биргән бар ҡоралдарҙы ҡулланыу бик мөһим. Һеҙ шулай эшләргә тырышаһығыҙмы? Йыйылыш осрашыуҙарында был ҡоралдарҙы уңышлы ҡулланыу буйынса кәңәштәр бирелгәндә, һеҙ иғтибарлымы? Уларға Алланың күрһәтмәләренә ҡараған кеүек ҡарайһығыҙмы?

18 Ысынлап та, Алла беҙҙе артабан да фатихалаһын өсөн, беҙгә йыйылыш аша бирелгән күрһәтмәләргә иғтибарлы булырға кәрәк. Инде хәҙер тыңлаусан булыу беҙгә Шайтандың яуыз донъяһы юҡ ителеү менән тамамланасаҡ «ҙур афәт» ваҡытында бирелгән күрһәтмәләр буйынса эш итергә ярҙам итер (Мат. 24:21). Шунан һуң беҙгә Шайтандың йоғонтоһонан бөтөнләй азат булған яңы донъяла йәшәр өсөн яңы күрһәтмәләр кәрәк буласаҡ.

Ерҙәге ожмахта яҙыу төргәктәре асыласаҡ, унда беҙгә яңы донъяла йәшәр өсөн күрһәтмәләр биреләсәк (19, 20-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

19, 20. Ниндәй яҙыу төргәктәре асыласаҡ, һәм был нимәгә килтерәсәк?

19 Израиль халҡы яңы күрһәтмәләргә мохтаж булғанда, уларға Муса ҡануны бирелгән булған. Һуңыраҡ мәсихселәр йыйылышына «Мәсих ҡануны» бирелгән. Шуның шикелле, яңы донъяла «китаптар [яҙыу төргәктәре, ЯДТ]» асыласаҡ. (Асылыш 20:12-не уҡығыҙ.) Был яҙыу төргәктәрендә, күрәһең, Йәһүәнең ул ваҡытта йәшәйәсәк кешеләр өсөн күрһәтмәләре аңлатыласаҡ. Уларҙы өйрәнеп, бөтә кешеләр, шул иҫәптән терелтелгәндәр ҙә, Алланың үҙҙәренә ҡарата ихтыярын беләсәк. Шул яҙыу төргәктәре беҙгә, һис шикһеҙ, Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен тағы ла яҡшыраҡ аңларға ярҙам итер. Алла Һүҙен тағы ла яҡшыраҡ аңлап һәм яңы яҙыу төргәктәренән белем алып, ерҙәге ожмахта йәшәүселәр бер-береһе менән яратыу һәм хөрмәт күрһәтеп мөғәмәлә итәсәк (Ишағ. 26:9). Ғайса Мәсих етәкселеге аҫтында алып барыласаҡ иҫ киткес белем биреү эшен күҙ алдына ғына килтерегеҙ!

20 «Китаптарҙа [яҙыу төргәктәрендә, ЯДТ] яҙылған» күрһәтмәләрҙе бөтөн йөрәктән ҡабул иткән кешеләрҙе мәңгелек тормош көтә. Һуңғы һынауҙа тоғро булып ҡалғандарҙың исемдәрен Йәһүә мәңгегә «тормош китабына [төргәгенә, ЯДТ]» яҙып ҡуясаҡ. Ул төргәктә беҙҙең исемдәребеҙ ҙә була ала! Шулай итеп, әгәр беҙ Алла Һүҙендә уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланыр өсөн ТУҠТАҺАҠ, уның мәғәнәһенә ҠАРАҺАҠ һәм Алла биргән күрһәтмәләргә ҠОЛАҠ ҺАЛҺАҠ, ҙур афәттә иҫән ҡала алырбыҙ, шулай уҡ зирәк һәм ҡайғыртыусан Аллабыҙ Йәһүә тураһында мәңге белем ала алырбыҙ! (Вәғ. 3:11; Рим. 11:33)

[Төшөрмәләр]

^ 2 абз. Ишағыя 30:20, 21: «Йәһүә һеҙгә ашарға бәлә-ҡаза икмәге һәм эсергә йәберләү һыуы бирһә лә, һинең Бөйөк Нәсихәтсең бүтән йәшенмәҫ, һәм һин Бөйөк Нәсихәтсеңде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Әгәр уңға йә һулға тайпылһағыҙ, артығыҙҙа: „Бына юл. Ошо юлдан барығыҙ“, — тигән тауышты ишетерһегеҙ».

^ 6 абз. Ҡанун 28:1, 2, 15: «Әгәр Йәһүә Аллаңдың әйткәндәренә ҡолаҡ һалып, уның бөгөн минең аша бойорған бөтә әмерҙәрен тырышып үтәһәң, Йәһүә Аллаң һине ер йөҙөндәге бөтөн халыҡтарҙан өҫтөн ҡуйыр. Йәһүә Аллаңды тыңлаһаң, ул һиңә бөтә ошо фатихаларҙы яуҙырыр... Ләкин, Йәһүә Аллаңдың әйткәндәренә ҡолаҡ һалмайынса, уның бөгөн минең аша бойорған бөтә әмерҙәрен һәм ҡанундарын тырышып үтәмәһәң, бөтә ошо ләғнәттәр, килеп, өҫтөңә ябырылыр».