Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Беҙ мәсихселәр араһындағы берҙәмлекте нисек нығыта алабыҙ?

Беҙ мәсихселәр араһындағы берҙәмлекте нисек нығыта алабыҙ?

«Уның аша тәндең һәр ағзаһы... тоташып һәм берләшеп... бөтөн тән үҫә» (ЕФЕС. 4:16).

ЙЫРҘАР: 53, 16

1. Иң баштан уҡ Алланың эштәрендә нимә сағылған?

ИҢ БАШТАН УҠ Йәһүә һәм Ғайса араһында берҙәмлек булған. Зирәклектең кәүҙәләнеше булараҡ, Алланың беренсе Улы былай тигән: «Мин уның янында оҫта һөнәрсе инем, һәр көн уның һөйөнөсө булдым» (Ғиб. һүҙ. 8:30). Бергәләп эшләп, Ата үҙенең Улы менән әйләнә-тирәбеҙҙәге тереклек донъяһын барлыҡҡа килтергән. Алланың эштәрендә артабан да берҙәмлек сағылған. Был үҙенсәлек Нух көндәрендә көплө кәмә төҙөлгәндә, Алла халҡы сүл буйлап сәйәхәт иткән ваҡытта изге сатырҙы ҡороп-һүткәндә һәм уны күсереп йөрөткәндә, шулай уҡ хатта ғибәҙәтханала Йәһүәгә дан йырлаған саҡта йырсылар һәм музыка ҡоралдары тауыштары бергә ҡушылып яңғырағанда ла күренгән. Яҡшы хеҙмәттәшлек итеү булмаһа, быларҙың береһен дә эшләп булмаҫ ине (Баш. 6:14—16, 22; Һан. 4:4—32; 1 Йыл. 25:1—8).

2. а) Беренсе мәсихселәр йыйылышын нимә айырып торған? б) Беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?

2 Ғайса Мәсих етәкселек иткән беренсе мәсихселәр йыйылышы ла хеҙмәттәшлек итеү рухы менән айырылып торған. Илсе Паул аңлатҡанса, майланған мәсихселәрҙең «һәләттәр[е] төрлө», шулай уҡ улар ҡатнашҡан «хеҙмәт итеүҙең төрҙәре күп», «ғәмәлдәр төрлө» булһа ла, улар бөтәһе лә бер «тән[де]» тәшкил иткән. (1 Коринфтарға 12:4—6, 12-не уҡығыҙ.) Ә беҙ йәшәгән көндәр тураһында нимә әйтеп була? Һөйөнөслө хәбәрҙе таратҡанда, беҙ нисек берҙәм була алабыҙ? Шулай уҡ беҙ нисек йыйылышта һәм ғаиләлә хеҙмәттәшлек итә алабыҙ?

ВӘҒӘЗ ЭШЕНДӘ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮ

3. Илсе Яхъяға ниндәй илаһи күренеш күрһәтелгән?

3 Беҙҙең эраның I быуат аҙағында илсе Яхъя илаһи күренештә борғолары булған ете фәрештәне күргән. Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртҡас, Яхъя «күктән ергә атылған йондоҙҙо» күргән. Был йондоҙға асҡыс бирелгән һәм шуның менән ул упҡын ҡоҙоғон асып ебәргән. Унан төтөн күтәрелгән, ә төтөндән саранчалар сыҡҡан. Был образлы саранча өйөрө үҫемлектәргә түгел, ә «маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә» ябырылған (Асыл. 9:1—4). Яхъя саранча өйөрөнөң ни тиклем зыянлы булыуын яҡшы белгән. Муса көндәрендә Йәһүә мысырлыларҙы саранча ебәреп язалаған булған (Сығыш 10:12—15). Яхъя күргән символик саранча Йәһүәнең көслө хөкөм хәбәрҙәрен иғлан иткән майланған мәсихселәрҙе яҡшы тасуирлай. Бөгөн майланғандарға ерҙә йәшәргә өмөтләнгән миллионлаған хеҙмәттәштәре ярҙам итә. Берҙәм башҡарылған вәғәз эшебеҙ Шайтандың ялған диндең бөтә донъя империяһы ярҙамында урынлаштырылған хакимлығын ҡаҡшата, һәм был бер ҙә ғәжәп түгел!

4. Алла халҡына ниндәй эш бирелгән, һәм ниндәй осраҡта ғына беҙ уны башҡарып сыға алабыҙ?

4 Йәһүә халҡына ифрат ҙур эш — был донъя төҙөлөшө тамамланғансы бөтә донъя буйынса «Һөйөнөслө Хәбәрҙе» иғлан итеү йөкләмәһе бирелгән (Мат. 24:14; 28:19, 20). Был «һыуһаған» һәр кемде «тереклек һыуын бушлай» эсергә саҡырыуҙы үҙ эсенә ала (Асыл. 22:17). Мәсихселәр йыйылышының ағзалары булараҡ, беҙ ошо эште нисек уңышлы итеп башҡара алабыҙ? Бары тик үҙ-ара берҙәм булып һәм бер-беребеҙ менән хеҙмәттәшлек итеп кенә уңышҡа өлгәшеп була (Ефес. 4:16).

5, 6. Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү беҙҙе нисек берләштерә?

5 Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кешегә еткерер өсөн, вәғәз эшебеҙ яҡшы ойошторолған булырға тейеш. Шунлыҡтан беҙгә был хаҡта тейешле күрһәтмәләр бирелә. Бөтә донъялағы йыйылыштар аша бирелгән күрһәтмәләр беҙгә был эште берҙәм рәүештә башҡарырға ярҙам итә. Вәғәз осрашыуынан һуң беҙ кешеләргә Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе һөйләргә барабыҙ. Беҙ был хәбәрҙе телдән дә, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән миллионлаған баҫма ярҙамында ла таратабыҙ. Махсус вәғәз кампанияларында ҡатнашыу тураһында саҡырыу яңғыраһа, һеҙ шул саҡырыу буйынса эш итергә тырышаһығыҙмы? Шулай эшләп, һеҙ, һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан иткән миллионлаған башҡа кешеләргә ҡушылып, фәрештәләр менән бергә хеҙмәттәшлек итәһегеҙ (Асыл. 14:6).

6 «Йыллыҡ баҫма»нан уртаҡ ҡаҙаныштарыбыҙ тураһында уҡыу үҙе бер кинәнес! Ә региональ, махсус һәм халыҡ-ара конгрестарға саҡырыуҙар таратҡанда беҙҙең арала ниндәй берҙәмлек хөкөм һөрә! Ундай осрашыуҙарҙа беҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән дәртләндергес телмәрҙәр тыңлайбыҙ, шулай уҡ ҡыҙыҡлы сәхнәләштереүҙәр һәм театраль тамашалар ҡарайбыҙ. Быларҙың барыһы ла иғтибарыбыҙҙы Алланың яратыуына йүнәлтә, ә яратыу иһә беҙҙе бар булмышыбыҙ менән Йәһүәгә хеҙмәт итергә рухландыра. Шулай уҡ Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһен байрам итеү ҙә беҙҙе берләштерә. Алланың мәрхәмәте өсөн рәхмәт йөҙөнән беҙ, Ғайсаның әмеренә буйһоноп, йыл һайын 14 нисан көнөндә, ҡояш байығас, ошо байрамды үткәреү өсөн йыйылабыҙ (1 Кор. 11:23—26). Килеүселәрҙең һаны һыуға сумдырылған Йәһүә Шаһиттары менән генә сикләнмәй. Кисәгә хәтле бер нисә аҙна буйы беҙ, йыйылышыбыҙ территорияһын үтеп, мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе ошо мөһим осрашыуға саҡырырға тырышабыҙ.

7. Бергәләп тырышлыҡтар һалып, беҙ нимәгә өлгәшәбеҙ?

7 Бер генә саранча әллә ни эш ҡыра алмай. Шуның шикелле, һәр беребеҙҙең айырым тырышлыҡтары беҙгә кескәй генә кеүек тойолорға мөмкин. Әммә бергәләп тырышлыҡтар һалып, беҙ миллионлаған кешеләрҙең иғтибарын бөтә маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ булған шәхескә — Йәһүәгә йүнәлтә алабыҙ! Шулай ҙа вәғәз эше Алланың халҡын берләштергән берҙән-бер ысул түгел.

ЙЫЙЫЛЫШ МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮ

8, 9. а) Мәсихселәрҙең берҙәм булырға тейешлеген күрһәтер өсөн, Паул ниндәй миҫал килтергән? б) Беҙ йыйылышта нисек хеҙмәттәшлек итә алабыҙ?

8 Ефестарға яҙған хатында Паул йыйылыштың нисек ойошторолоуы хаҡында ла, «һәр яҡтан үҫ[ергә]» кәрәк икәнлеге хаҡында ла әйтеп киткән. (Ефестарға 4:15, 16-ны уҡығыҙ.) Беҙҙең һәр беребеҙгә был маҡсатҡа табан барырға нимә ярҙам итә ала? Кеше тәнен миҫал итеп килтереп, Паул иғтибарҙы Ғайса Мәсих етәкселек иткән йыйылыштағы берҙәмлеккә туплаған. Ул «беркетеүсе һеңерҙәр ярҙамында» берләшеү хаҡында әйткән. Беҙҙең барыбыҙ ҙа — йәштәр һәм ололар, көслөләр һәм көсһөҙҙәр — нисек йыйылыштың берҙәмлегенә һәм рухилығына үҙ өлөшөн индерә ала?

9 Иң мөһиме, беҙгә, өлкәндәрҙе хөрмәт итеп, уларға буйһонорға кәрәк, сөнки Ғайса йыйылышта күрһәтмәләрҙе улар аша бирә (Евр. 13:7, 17). Ҡайһы саҡта быны эшләү еңел булмаҫҡа ла мөмкин. Әммә беҙ ышаныс менән Алланан ярҙам һорай алабыҙ. Уның эш итеүсе көсө беҙгә йыйылыштағы күрһәтмәләргә ысын күңелдән буйһонорға ярҙам итә ала. Шуға күрә, ҡайһы берҙә яуаплы ҡәрҙәштәрҙең күрһәтмәләре күңелебеҙгә хуш килмәһә, баҫалҡылыҡ менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ йыйылыштағы берҙәмлеккә булышлыҡ итәсәге хаҡында уйланайыҡ. Унан да бигерәк, быға оҡшаш һорауҙарҙа хеҙмәттәшлек итеү, моғайын, беҙҙең барыбыҙға ла бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратырға ярҙам итер.

10. Хеҙмәт ярҙамсылары нисек йыйылышҡа берҙәм булырға ярҙам итә? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

10 Хеҙмәт ярҙамсылары йыйылыштың берҙәмлегенә ҙур өлөш индерә. Нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, был фиҙаҡәр ҡәрҙәштәр башҡалар мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Улар, өлкәндәргә ярҙам итеп, мәҫәлән, ҡәрҙәштәрҙең вәғәздә таратырға баҫмалары булыуын хәстәрләй. Өҫтәүенә, улар йыш ҡына Батшалыҡ Залын йыйыштырыу һәм хеҙмәтләндереү хаҡында ҡайғырта, шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына килеүселәрҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршылай. Был ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеп, беҙ йыйылыштағы эштәрҙең көйлө барыуына булышлыҡ итәбеҙ. (Ғәмәлдәр 6:3—6 менән сағыштырығыҙ.)

11. Йыйылыштың берҙәмлегенә өлөш индерер өсөн, йәш ағай-ҡәрҙәштәр нимә эшләй ала?

11 Рухи яҡтан өлгөрөп еткән күп кенә ағай-ҡәрҙәштәр инде йылдар буйы йыйылышта яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә ала. Әммә олоғая барған һайын, улар, бәлки, элек башҡарған эштәрҙе башҡара алмайҙыр, шуға күрә йәш ағай-ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы бик тә кәрәк булырға мөмкин. Әле тәжрибә етеп бөтмәһә лә, улар, өйрәтелһәләр, үҙ өҫтәренә күберәк яуаплылыҡ ала алыр. Хеҙмәт ярҙамсыларының өлкән булыр өсөн талаптарға тура килергә ынтылыуы ниндәй яҡшы! (1 Тим. 3:1, 10) Ҡайһы бер йәш өлкәндәр, рухи яҡтан үҫеп, район күҙәтселәре итеп билдәләнгән, һәм хәҙер улар күп йыйылыштарҙағы ҡәрҙәштәргә хеҙмәт итә. Йәш ҡәрҙәштәрҙең Аллаға хеҙмәт итергә әҙер булыуҙары өсөн беҙ шундай рәхмәтле! (Зәбур 110:3 *; Вәғәзсе 12:1-ҙе уҡығыҙ *.)

ҒАИЛӘЛӘ БЕРҘӘМЛЕК

12, 13. Ғаилә ағзаларына берҙәм булып ҡалырға нимә ярҙам итә ала?

12 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, нисек ғаиләлә берҙәмлекте нығытып булғанын ҡарап сығайыҡ. Күптәр әйтеүенсә, аҙна һайын ғаилә менән эстәлекле ғибәҙәт ҡылыу үткәреү ололар менән йәштәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытырға ярҙам итә. Был рухи нәмәләргә бағышланған күңелле мәлдәр ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә. Мәҫәлән, вәғәздә була алған осраҡтарҙы сәхнәләштереү ғаилә ағзаларына уңышлы итеп вәғәзләргә ярҙам итә ала. Алла Һүҙе хаҡында һөйләшеү уларҙы бер-береһенә яҡынайта, сөнки ғаиләнең һәр ағзаһы Йәһүәне ярата һәм уның ихтыярын үтәргә теләй.

Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ололар менән йәштәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығыта (12, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13 Никахта тороусылар нисек үҙҙәренең берҙәм булыуы менән Йәһүәне данлай ала? Ир менән ҡатындың икеһенең дә бергәләп Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеүе уларҙы бик ныҡ берләштерә. Ибраһим менән Сара, Исхаҡ менән Рабиға, Илкана менән Һанна — барыһы ла бер-береһенә һөйөүен белдергән. Никахтағылар өсөн был яҡшы үрнәк булып тора (Баш. 26:8; 1 Иш. 1:5, 8; 1 Пет. 3:5, 6). Был һеҙҙе тормош иптәшегеҙ менән берләштерер һәм күктәге Атабыҙға яҡынайтыр (Вәғәзсе 4:12-не уҡығыҙ *.)

14. Тормош иптәшегеҙ Йәһүәгә хеҙмәт итмәһә, ғаиләгеҙ берҙәм булһын өсөн нимә эшләп була?

14 Әлбиттә, мәсихселәр иманһыҙҙар, йәғни Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр менән бер тәртәгә егелергә тейеш түгел (2 Кор. 6:14). Ләкин Алланың ҡайһы бер хеҙмәтселәре никахҡа ингәндән һуң ғына хәҡиҡәтте белгән, ә уларҙың тормош иптәштәре Йәһүә Шаһиты булып китмәгән. Шулай ҙа, Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланып, бындай ҡәрҙәштәр ғаиләлә татыулыҡ булыуына булышлыҡ итә ала. Был, Алланың принциптарын боҙмайынса, мөмкин булған тиклем берҙәмлеккә ынтылыуҙы үҙ эсенә ала. Былай эшләү еңел булмаҫҡа мөмкин, әммә бының ниндәй яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә алыуы хаҡында уйлағыҙ. Тормош иптәшебеҙ йыйылыштан ситләшә барғанда ла Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыуы ауыр булырға мөмкин. Мэри исемле апай-ҡәрҙәш тап шундай хәлгә ҡалған. Улар ире Дейвид менән 25 йыл тирәһе Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткәндәр, ләкин һуңынан ире йыйылыш осрашыуҙарына йөрөмәй башлаған. Мэри, тоғролоҡ күрһәтеп, йыйылыштарға һәм конгрестарға йөрөүен дауам иткән, Изге Яҙма принциптарын тоторға тырышҡан һәм алты балаһын хәҡиҡәткә өйрәткән. Балалары, үҫеп етеп, тыуып-үҫкән йорттан киткәс, Мэриҙың күңелен үҙәк өҙгөс яңғыҙлыҡ солғап алған. Шул саҡта Дейвид Мэри ҡалдырған журналдарҙы уҡый башлаған. Бер аҙҙан ул яңынан Батшалыҡ Залына йөрөй башлаған, ә алты йәшлек ейәне уға һәр ваҡыт урын алған. Дейвид килмәһә, ейәне һуңыраҡ уға гел: «Олатай, һинһеҙ миңә бик күңелһеҙ булды», — тип әйткән. Әле Дейвид ҡабат Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итә, ә Мэри Аллаға ире менән бергә хеҙмәт итеүенә ҡыуанып бөтә алмай.

15. Тәжрибәле парҙар нисек йәштәргә ярҙам итә ала?

15 Шайтандың бөгөн ғаиләләргә һөжүм итеүен иҫәпкә алһаҡ, никахтағыларҙың бөтәһенә лә ғаиләлә берҙәмлекте нығытыу үтә мөһим. Ғаилә ҡороуығыҙға күпме генә ваҡыт үтмәһен, никахығыҙҙы нығытыр өсөн нимә әйтә йә эшләй алыуығыҙ хаҡында уйланығыҙ. Йыйылыштағы оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән тәжрибәле парҙар был йәһәттән йәштәргә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, һеҙ ваҡыт-ваҡыт йәш парҙарҙы ғаиләгеҙ менән ғибәҙәт ҡылыу кисенә саҡыра алаһығыҙ. Шул саҡта йәштәр ғаиләлә үҙ-ара мөхәббәт һәм татыулыҡ никахта күпме йылдар булыуға ҡарамаҫтан бик мөһим икәнен күрә ала (Тит. 2:3—7).

«ЙӘҺҮӘ ТАУЫНА... МЕНӘЙЕК»

16, 17. Алланың берҙәмлектә ғибәҙәт ҡылған хеҙмәтселәре нимәне зарығып көтә?

16 Боронғо заманда израилдәрҙең байрам ваҡытында Иерусалимдағы ғибәҙәтханала бергәләп Йәһүәне маҡтап йырлауын күҙ алдына килтерегеҙ. Байрамға килер өсөн, уларға алдан уҡ юлға әҙерләнергә, юлда бер-береһе хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк булған. Бының барыһы хеҙмәттәшлек итеүҙе талап иткән (Лука 2:41—44). Беҙ әлеге ваҡытта яңы донъяға илтеүсе юлдан китеп барабыҙ, шунлыҡтан беҙгә лә берҙәм булырға һәм бер-беребеҙ менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Бының өсөн даими һәм аңлы рәүештә тырышлыҡтар һалыу мөһим. Шуға күрә беҙҙең барыбыҙға ла был һорауға күберәк иғтибар биреү яҡшыраҡ булыр ине.

17 Беҙҙе киләсәктә ниндәй фатихалар көтөүе хаҡында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Беҙ был донъяға хас буталсыҡ һәм тарҡаулыҡты инде артта ҡалдырҙыҡ. Беҙҙең күҙ алдында Ишағыя һәм Миҡай әйткән пәйғәмбәрлектәр үтәлә: Алла халҡы берҙәм рәүештә «Йәһүә тауына» менеп бара (Ишағ. 2:2—4; Миҡай 4:2—4-те уҡығыҙ *.) Ысынлап та, был «һуңғы көндәрҙә» беҙҙең ғибәҙәтебеҙ юғары күтәрелгән. Ә киләсәктә бөтөн кешеләр араһында берҙәмлек хөкөм һөрәсәк. Ул саҡта бәхет һәм ҡыуанысыбыҙҙың сиге булмаясаҡ!

[Төшөрмәләр]

^ 11 абз. Зәбур 110:3: «Һин үҙ ғәскәреңде һуғышҡа алып барған көндө халҡың әҙер торор. Һинең таң тыуҙырған ысыҡ бөртөктәрендәй ғәйәт күп йәштәрең бар. Улар аша мәһабәт изгелек сағыла».

^ 11 абз. Вәғәзсе 12:1: «Бөйөк Барлыҡҡа Килтереүсеңде йәшлегеңдә иҫтә тот. Ауыр көндәрең еткәнсе, „тормошомдан ҡәнәғәтлек юҡ“, — тип әйтәсәк йылдарың килгәнсе».

^ 13 абз. Вәғәзсе 4:12: «Берәү яңғыҙ кешене еңә алһа ла, икәү уға ҡаршы тора алыр. Өс ҡатлы бауҙы тиҙ генә өҙөп булмай».

^ 17 абз. Миҡай 4:2—4: «Күп халыҡтарҙан сыҡҡан кешеләр килеп, былай тип әйтер: „Килегеҙ, Йәһүә тауына, Яҡуп Аллаһы йортона менәйек. Ул беҙҙе үҙ юлдарына өйрәтер. Беҙ уның юлдарынан йөрөрбөҙ“. Сөнки ҡанун — Сиондан, Йәһүәнең һүҙе Иерусалимдан сығыр. Ул күп халыҡтар араһында хөкөмсө булыр һәм йыраҡта йәшәгән көслө халыҡтар файҙаһына барыһын төҙәтер. Улар үҙ ҡылыстарынан сүкеп төрәндәр, һөңгөләренән сүкеп баҡса ҡайсылары яһар. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, башҡа бер кем дә һуғышырға өйрәнмәҫ. Уларҙың һәр береһе үҙ йөҙөм ағасы һәм үҙ инжир ағасы аҫтында ултырыр, уларҙы бер кем дә ҡурҡытмаҫ, был бит — Ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүәнең ауыҙынан сыҡҡан һүҙ».