Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Зирәктәр менән йөрөп, күп файҙа алдым

Зирәктәр менән йөрөп, күп файҙа алдым

БЫЛ иртә Брукингста (Көньяҡ Дакота штаты, АҠШ) бик һыуыҡ булды. Һыуыҡ һауа тиҙҙән ҡыш етеүен һиҙҙерә ине. Мин һәм тағы ла бер нисә кеше ҙур амбарҙа мал эсерә торған шаң алдында һыуыҡтан дерелдәп торҙоҡ. Шаң яртылаш һыуыҡ һыу менән тултырылған ине. Беҙ унда нимә эшләнек? Үҙемдең тормошомдо һөйләп, быны аңлатырға теләр инем.

БАЛА САҠ ҺӘМ ҮҪМЕР ЙЫЛДАРЫ

Алфред бабайым менән атайым

Мин 1936 йылдың 7 мартында ғаиләлә дүртенсе, иң кесе бала булып тыуғанмын. Беҙ Көньяҡ Дакотаның көнсығыш яғында бәләкәй генә фермала йәшәнек. Фермала беҙ ғаиләбеҙ менән бик күп эшләнек, әммә был беҙҙең өсөн иң мөһиме түгел ине. 1934 йылда атайым менән әсәйем, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киткән. Улар беҙҙең күктәге Атабыҙ Йәһүәгә бағышланған, шуға күрә Алланың ихтыярын үтәү улар өсөн беренсе урында торҙо. Ҡартатайым Кларенс һәм аҙағыраҡ Алфред бабайым Конди ҡалаһындағы (Көньяҡ Дакота штаты) бәләкәй генә йыйылышыбыҙҙа йыйылыш хеҙмәтсеһе (хәҙер өлкәндәр советының координаторы) вазифаһын үтәнеләр.

Беҙҙең ғаиләлә бөтә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм, өйҙән-өйгә йөрөп, кешеләргә Изге Яҙмала бирелгән иҫ киткес өмөт тураһында вәғәзләү ғәҙәте бар ине. Ата-әсәйемдең өлгөһө һәм уларҙың өйрәтеүе беҙгә, балаларға, бик көслө йоғонто яһаны. Дороти апайым да, мин дә алты йәштә Батшалыҡ вәғәзсеһе булып киттек. 1943 йылда мин йыйылыштарҙа яңы ғына үткәрелә башлаған Теократик хеҙмәт мәктәбенә яҙылдым.

Пионер булып хеҙмәт итәм, 1952 йыл

Конгрестарға йөрөү ғаиләбеҙ тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө булды. 1949 йылда Су-Фолс ҡалаһында (Көньяҡ Дакота штаты) үткән конгреста саҡырылған докладсы Грант Сьютер ағай-ҡәрҙәш «Һеҙ уйлағандан һуңыраҡ!» тигән телмәр менән сығыш яһаны. Уның был телмәре бөгөнгә тиклем хәтеремдә һаҡланған. Ул шуға иғтибар итте: Аллаға бағышланған бөтә мәсихселәр ҙә Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе таратыр өсөн бар тырышлыҡтарын һалырға тейеш. Был телмәр мине Йәһүәгә бағышланырға дәртләндерҙе. Шул уҡ йылдың 12 ноябрендә Брукингста үткән киләһе район конгресында мин юғарыла иҫкә алынған һыуыҡ амбарҙа һыуға сумдырылдым. Һыуға сумдырылыу өсөн «бассейнда» — цинклы ҡорос шаңда — дүрт кеше һыуға сумдырылдыҡ.

Һыуға сумдырылғандан һуң мин пионер булып хеҙмәт итергә маҡсат ҡуйҙым. Мин пионер хеҙмәтен 15 йәшемдә, 1952 йылдың 1 ғинуарында башланым. Изге Яҙмала: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр», — тип әйтелә. Ә минең ғаиләмдә пионер булыу теләгемде хуплаусы күп зирәк кеше бар ине (Ғиб. һүҙ. 13:20). 60 йәштә булған Джулиус бабайым пионер хеҙмәтендә миңә хеҙмәттәш булды. Шундай йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, беҙгә бергә хеҙмәт итеү бик оҡшай ине. Мин уның тормош тәжрибәһенән күп нәмәгә өйрәндем. Тиҙҙән Дороти апайым да пионер хеҙмәтен башланы.

РАЙОН КҮҘӘТЕҮСЕЛӘРЕНЕҢ ӨЛӨШӨ

Үҫмер сағымда ата-әсәйем йыш ҡына район күҙәтеүселәрен һәм уларҙың ҡатындарын беҙҙә туҡталырға саҡыра торғайны. Джесси менән Линн Кантуэлл миңә айырыуса көслө йоғонто яһаны. Ниндәйҙер кимәлдә тап улар мине пионер хеҙмәтен башларға дәртләндерҙе. Улар, шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтеп, мине рухи маҡсаттар ҡуйырға рухландырҙы. Беҙҙән алыҫ булмаған йыйылыштар менән хеҙмәттәшлек иткәндә, улар ҡайһы саҡ мине вәғәзгә үҙҙәре менән алды. Ул ваҡыттар шул тиклем шәп ине!

Кантуэлл ғаиләһенән һуң беҙҙең йыйылышҡа ҡатыны Джоан менән район күҙәтеүсеһе Бад Миллер килде. Миңә 18 йәш тулғас, хәрби хеҙмәт һорауы тыуҙы. Тәүҙә урындағы саҡырыу комиссияһы миңә бер эш эшләргә ҡушты, әммә, минеңсә, был эш Ғайса Мәсихтең сәйәси һорауҙарҙа нейтралитет һаҡлау хаҡындағы әмеренә ҡаршы килә ине. Мин Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә теләнем (Яхъя 15:19). Мине дини хеҙмәткәр итеп таныһындар өсөн, мин саҡырыу комиссияһының ҡарарына ялыу бирҙем.

Миллер ҡәрҙәштең саҡырыу комиссияһының ултырышына минең менән бергә барыуы миңә ныҡ тәьҫир итте. Был аралашыусан ағай-ҡәрҙәш ҡурҡаҡтарҙан түгел ине. Янымда тап шундай кешенең булыуы мине бик нығытты. Һөҙөмтәлә 1954 йылдың август айында саҡырыу комиссияһы мине дини хеҙмәткәр итеп таныны. Был миңә икенсе рухи маҡсатҡа ирешергә юл ҡуйҙы.

Вефиль фермаһында хеҙмәт итә башлағанда йөк машинаһы янында

Шул ваҡыттарҙа мине Вефилгә, Нью-Йорктың Статен-Айленд районында урынлашҡан Күҙәтеү манараһының фермаһына, хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Мин унда өс йыл тирәһе хеҙмәт иттем. Ул ваҡытта мин күп шатлыҡлы хистәр кисерҙем, сөнки унда зирәк ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек иттем.

ВЕФИЛДӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮ

Френц ҡәрҙәш менән WBBR радиостанцияһында

Фермала шулай уҡ WBBR радиостанцияһы урынлашҡан ине. Йәһүә шаһиттары уны 1924—1957 йылдарҙа ҡулланды. Фермала 15—20 генә вефилсе эшләне. Барыбыҙ ҙа тиерлек йәш һәм тәжрибәһеҙ инек. Әммә беҙҙең менән үҙебеҙҙән күпкә олораҡ майланған ағай-ҡәрҙәш Элдон Вудуорт хеҙмәт итте. Был бик зирәк ағай-ҡәрҙәш беҙҙең хаҡта атайҙарса ҡайғыртты. Уның менән аралашып, беҙ рухи яҡтан үҫтек. Камилһыҙлыҡ арҡаһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуғанда, Вудуорт ҡәрҙәш былай ти торғайны: «Раббының, үҙе ҡулланған кешеләрҙең камилһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, бөйөк эштәр башҡарыуы таң ҡалдыра».

Вәғәзләргә ашҡынып торған Харри Петерсон

Беҙ шулай уҡ Фредерик Френц ҡәрҙәш менән хеҙмәттәшлек итеү хөрмәтенә эйә булдыҡ. Беҙ уның зирәклеге һәм Изге Яҙманы бик яҡшы белеүе менән һоҡландыҡ. Ул беҙҙең һәр беребеҙ өсөн гел ваҡыт таба торғайны. Тағы ла беҙҙең менән ашнаҡсы Харри Петерсон ҡәрҙәш хеҙмәт итте. Уның ысын фамилияһы Папаргиропулос булды, әммә Петерсон тигән фамилияны әйтеүе күпкә еңелерәк ине! Хеҙмәт итергә ашҡынып торған был ҡәрҙәш тә майланған мәсихсе ине. Петерсон ҡәрҙәш Вефилдә лә бик яҡшы эшләне, вәғәз эшендә лә һәр ваҡыт тырыш булды. Ай һайын ул йөҙәрләгән журнал таратты. Ул шулай уҡ Изге Яҙманы яҡшы белде һәм беҙҙең күп һорауҙарға яуап бирҙе.

ЗИРӘК АПАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРҘӘН ӨЙРӘНӘМ

Фермала үҫтерелгән йәшелсә-емеш шунда уҡ ҡышҡылыҡҡа эшкәртелде. Һәр йыл бөтә Вефиль ғаиләһе өсөн беҙ 45 000 самаһы банка әҙерләй инек. Миңә Этта Хут исемле зирәк апай-ҡәрҙәш менән хеҙмәт итеү бәхете тейҙе. Ул бөтә рецептарҙы уйлап сығара ине. Йәшелсә-емеште эшкәртеү осоронда беҙгә урындағы апай-ҡәрҙәштәр ярҙам иткәндә, Этта апай уларға эш бүлә ине. Ул, шундай яуаплы эш башҡарһа ла, фермала күҙәтеүселәр булып хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәштәргә хөрмәт күрһәтеүҙә яҡшы өлгө булып торҙо. Мин уның яуаплы ҡәрҙәштәргә буйһоноуы менән һоҡлана инем.

Анджела һәм Этта Хут менән

Фермаға ярҙам итергә килгән йәш апай-ҡәрҙәштәр араһында Анджела Роумено булды. Этта апай уға хәҡиҡәттә беренсе аҙымдар яһарға ярҙам иткән. Шулай итеп, Вефилдә хеҙмәт иткән арала мин тағы бер зирәк апай-ҡәрҙәште осраттым, һәм беҙ уның менән бергә инде 58 йыл ғүмер итәбеҙ. 1958 йылдың апрелендә беҙ Анджи менән өйләнештек һәм бергә хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнаштыҡ. Бөтә был йылдар дауамында Анджиҙың Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булыуы никахыбыҙҙы нығытты. Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, мин уға тулыһынса таяна алам.

МИССИОНЕР БУЛЫП БИЛДӘЛӘНЕҮ ҺӘМ РАЙОН ХЕҘМӘТЕНДӘ ҠАТНАШЫУ

1957 йылда Статен-Айлендағы радиостанциябыҙҙы һатҡандан һуң, мин әҙ генә ваҡыт Бруклиндағы Вефилдә хеҙмәт итеп алдым. Туйҙан һуң мин Вефилдән киттем, һәм беҙ Анджи менән өс йыл тирәһе Статен-Айленда пионер булып хеҙмәт иттек. Күпмелер ваҡыт мин хатта радиостанциябыҙҙың яңы хужаларында эшләнем, ул ваҡытта радиостанция инде WPOW тип атала ине.

Беҙ Анджи менән, ярҙам кәрәк булған ерҙә хеҙмәт итергә әҙер булыр өсөн, ябай тормош алып барырға тырыштыҡ. Һәм бына 1961 йылдың башында беҙ Фолс-Ситиҙа (Небраска штаты) махсус пионер булып хеҙмәт итергә саҡырыуҙы ҡабул иттек. Унда күсеү менән беҙҙе Изге хеҙмәт мәктәбенә уҡырға саҡырҙылар. Ул ваҡытта был бер айлыҡ курс Саут-Лансингта (Нью-Йорк штаты) үтә ине. Унда уҡыу беҙгә бик оҡшай ине, һәм беҙ, Небраскаға ҡайтып, алған белемебеҙҙе унда ҡулланырбыҙ, тип көткән инек. Шунлыҡтан, Камбоджала миссионер булып хеҙмәт итергә билдәләнгәс, беҙ бик ныҡ аптыраныҡ! Азияның көньяҡ-көнсығыш яғында урынлашҡан был матур илдә барыһы ла — тәбиғәт, тауыштар, еҫтәр — беҙҙең өсөн бөтөнләй ят һәм яңы ине. Беҙ ерле халыҡҡа һөйөнөслө хәбәрҙе тиҙерәк һөйләргә ашҡындыҡ.

Әммә, сәйәси хәл үҙгәргәнгә, беҙ Көньяҡ Вьетнамға күстек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йылдан һуң ҡапыл ғына һаулығым насарайып китте, һәм беҙгә тыуған яҡҡа ҡайтырға тура килде. Мин көс йыйып алғас, беҙ ҡабаттан тулы ваҡытлы хеҙмәт башланыҡ.

Беҙ Анджела менән телевидениела интервью бирер алдынан, 1975 йыл

1965 йылдың март айында беҙҙе күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе хеҙмәтен башҡарырға билдәләнеләр. 33 йыл дауамында мин район һәм өлкә күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иттем, шул иҫәптән конгрестар менән бәйле эштәргә күп ваҡыт бүлдем. Конгрестар минең өсөн һәр ваҡыт мөһим ваҡиға булып торҙо, шунлыҡтан мин шатланып уларҙы ойошторорға ярҙам иттем. Бер нисә йыл беҙ Нью-Йоркта йәшәнек, ундағы «Янки» стадионында конгрестар үтә торғайны.

КИРЕ ВЕФИЛГӘ ҠАЙТЫУ ҺӘМ ТЕОКРАТИК МӘКТӘПТӘР ҮТКӘРЕҮ

Махсус тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан башҡа күп ҡәрҙәштәр кеүек, беҙ ҙә Анджи менән ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта еңел булмаған йөкләмәләр ала инек. Мәҫәлән, 1995 йылда мине Хеҙмәтте яҡшыртыу мәктәбендә уҡытыусы итеп билдәләнеләр. Ә өс йылдан һуң беҙҙе Вефилгә саҡырҙылар. 40 йыл элек мин махсус тулы ваҡытлы хеҙмәт башлаған урынға кире ҡайтыу ниндәй бәхет ине! Мин Хеҙмәт бүлегендә эшләнем, шулай уҡ төрлө теократик мәктәптәрҙә уҡыттым. 2007 йылда Етәксе кәңәшмәнең ҡарары буйынса яңы бүлек — Теократик өйрәтеү бүлеге булдырылды. Был бүлек Вефилдә үткәрелгән мәктәптәр өсөн яуаплы булырға тейеш ине. Бер нисә йыл мин шул бүлектең күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иттем.

Һуңғы йылдарҙа теократик өйрәтеү өлкәһендә мөһим үҙгәрештәр булды. 2008 йылда Йыйылыш өлкәндәре өсөн мәктәп булдырылды. Артабанғы ике йыл эсендә был мәктәптә 12 000-дән ашыу өлкән уҡып сыҡты. Дәрестәр Паттерсонда һәм Бруклинда үтте. Хәҙер был мәктәп башҡа урындарҙа ла үткәрелә, һәм дәрестәрҙе Вефилдә хеҙмәт итмәгән уҡытыусылар алып бара. 2010 йылда Хеҙмәтте яҡшыртыу мәктәбе Өйләнмәгән ағай-ҡәрҙәштәр өсөн Изге Яҙма мәктәбе тип атала башланы. Бынан тыш, яңы мәктәп — Ирле-ҡатынлылар өсөн Изге Яҙма мәктәбе булдырылды.

2015 хеҙмәт йылында был ике мәктәп бер мәктәпкә — Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбенә берләштерелде. Хәҙер был мәктәптә ирле-ҡатынлылар ҙа, никахта тормаған ҡәрҙәштәр ҙә уҡый ала. Был мәктәп күп филиалдарҙа үткәреләсәген белгәс, барыһы ла ихлас ҡыуанды! Тағы ла күберәк мәсихсенең теократик белем ала алыуын күреү бик шатлыҡлы. Шундай белем алырға әҙер булған студенттар менән аралашыу миңә бик тә оҡшай.

Һыуға сумдырылғандан алып бөгөнгә тиклемге тормошомдо иҫкә төшөргәндә, мин Йәһүәгә хәҡиҡәт юлынан барырға ярҙам иткән зирәк ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр өсөн рәхмәттәремде әйтеп бөтә алмайым. Уларҙың бөтәһе лә минең йәштәштәрем йә милләттәштәрем булманы. Шулай ҙа улар барыһы ла рухи кешеләр ине. Уларҙың Йәһүәне бик ныҡ яратыуы эштәренән һәм ҡараштарынан күренә ине. Йәһүәнең ойошмаһында зирәк ҡәрҙәштәр бик күп! Мин, уларҙан өйрәнеп, күп файҙа алдым.

Миңә төрлө илдәрҙән килгән студенттар менән танышыу оҡшай