Яҡшылыҡ. Был сифатты нисек үҫтереп була?
ҺӘР кем башҡалар араһында яҡшы кеше булып танылырға теләй. Әммә бөгөнгө донъяла яҡшылыҡ * сифатын сағылдырыу еңел түгел. Күп кешеләр «яҡшылыҡҡа нәфрәтле» (2 Тим. 3:3). Улар Йәһүәнең нормаларын кире ҡаға һәм «яҡшылыҡты яманлыҡ тип, яманлыҡты яҡшылыҡ тип [атай]» (Ишағ. 5:20). Бынан тыш, элек тормошобоҙҙа булған насар ваҡиғалар һәм камилһыҙлыҡ беҙгә яҡшылыҡты сағылдырырға ҡамасаулай ала. Бәлки, беҙгә Йәһүәгә тиҫтәләгән йылдар хеҙмәт иткән Энн * исемле апай-ҡәрҙәштең хистәре таныштыр. Ул: «Миңә үҙемдең яҡшы кеше була алыуыма ышаныуы ауыр», — ти.
Бәхеткә күрә, беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы кеше була алабыҙ. Был сифат — Алла рухының емеше, ә изге рух был донъя йоғонтоһонан да, элекке тормошобоҙ һәм камилһыҙлыҡ тыуҙырған кәртәләрҙән дә күпкә ҡеүәтлерәк. Әйҙәгеҙ, яҡшылыҡ сифатын ентекләберәк ҡарап сығайыҡ һәм уны нисек тулыраҡ сағылдырып булғанын беләйек.
ЯҠШЫЛЫҠ НИМӘ УЛ?
Яҡшылыҡ — юғары әхлаҡи сифат, боҙоҡлоҡ уға бөтөнләй хас түгел. Яҡшылыҡ сифатын сағылдырған кеше башҡаларҙың файҙаһын эҙләй һәм ғәмәли ярҙам күрһәтергә тырыша.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ғәҙәттә, кешеләр туғандарына һәм дуҫтарына теләп яҡшылыҡ ҡыла, әммә яҡшылыҡ бының менән генә сикләнмәй. Әлбиттә, бер кем дә был сифатты камил рәүештә сағылдыра алмай, сөнки Изге Яҙмала былай тиелгән: «Ер йөҙөндә гел изгелек ҡылып йәшәгән һәм бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ» (Вәғ. 7:20). Илсе Павел шуны таныған: «Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм» (Рим. 7:18). Шуныһы ап-асыҡ: яҡшылыҡ сифатын үҫтерер өсөн Йәһүәнең ярҙамы кәрәк.
ЙӘҺҮӘ — ЯҠШЫЛЫҠТЫҢ СЫҒАНАҒЫ
Йәһүә яҡшылыҡ сағылдырыуҙа иң бөйөк өлгө күрһәтә. Изге Яҙмала уның тураһында былай тиелгән: «Һин изгелекле, эштәрең дә изгелекле. Мине күрһәтмәләреңә өйрәт» (Зәб. 119:68). Әйҙәгеҙ, был аятта телгә алынған ике фекергә иғтибар итәйек.
Йәһүә изгелекле. Изгелек, йәғни яҡшылыҡ — Алла шәхесенең айырылғыһыҙ өлөшө. Бер осраҡты иҫкә төшөрәйек. Йәһүә Мусаға: «Мин һиңә үҙемдең бөтә яҡшылығымды күрһәтермен», — тигән. Йәһүә үҙенең данын һәм яҡшылығын күрһәткәс, Муса бындай һүҙҙәр ишеткән: «Йәһүә — шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла. Йәһүә ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй, меңләгәндәргә тоғро мөхәббәтен күрһәтә, хаталарҙы, енәйәттәрҙе һәм гонаһтарҙы кисерә. Ләкин ғәйеплене ул һис тә язаһыҙ ҡалдырмай» (Сығ. 33:19; 34:6, 7). Йәһүә яҡшылыҡ сифатын камил рәүештә сағылдыра. Ғайса Мәсих, бөтә кешеләр араһында иң яҡшы кеше булһа ла, былай тип әйткән: «Алланан башҡа һис кем изгелекле түгел» (Лука 18:19).
Йәһүәнең эштәре изгелекле. Яҡшылыҡ Йәһүәнең бөтә эштәрендә лә сағыла. «Йәһүә һәр кемгә Зәб. 145:9). Йәһүә бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарай һәм барыһына ла игелек күрһәтә, шунлыҡтан бөтә кешегә лә тормош бирә һәм йәшәү өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин итә (Ғәм. 14:17). Ул шулай уҡ беҙҙе ғәфү итеп тә яҡшылыҡ сағылдыра. Мәҙхиә йырлаусы: «Эй Йәһүә, һин игелекле һәм кисерергә әҙер», — тип яҙған (Зәб. 86:5). «Сафлыҡ юлынан йөрөүселәрҙе Йәһүә һис ниндәй игелектән» айырмаясағына һис тә шикләнмәҫкә була (Зәб. 84:11).
ҡарата игелекле, уның шәфҡәте бар эштәренән күренә» («ЯҠШЫЛЫҠ ЭШЛӘРГӘ ӨЙРӘНЕГЕҘ»
Беҙ Аллаға оҡшаш итеп барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ, шуға күрә игелекле була алабыҙ һәм яҡшылыҡ ҡылырға һәләтлебеҙ (Баш. 1:27). Шулай ҙа Алла Һүҙе беҙҙе яҡшылыҡ эшләргә өйрәнергә өндәй (Ишағ. 1:17). Быға нисек өйрәнергә? Әйҙәгеҙ, өс кәңәште ҡарап сығайыҡ.
Беренсенән, изге рух һорап доға ҡылырға кәрәк. Ул беҙгә яҡшылыҡ сифатын үҫтерергә ярҙам итә (Гал. 5:22). Эйе, изге рух ярҙамында беҙ яҡшылыҡты яратырға һәм яманлыҡты кире ҡағырға өйрәнә алабыҙ (Рим. 12:9). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә беҙгә «һәр төрлө яҡшы һүҙҙәр һөйләргә һәм изге эштәр башҡарырға ҡеүәт» бирә ала (2 Фес. 2:16, 17).
Икенсенән, Алла Һүҙен уҡырға кәрәк. Изге Яҙма аша Йәһүә беҙҙе «игелек юлының асылына» төшөнөргә һәм «бөтөн яҡшы эшкә» әҙер булырға өйрәтә (Ғиб. һүҙ. 2:9; 2 Тим. 3:17). Изге Яҙманы уҡып һәм уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланып, беҙ күңелебеҙҙе Алла һәм уның ихтыяры тураһындағы матур фекерҙәр менән тултырабыҙ. Ә киләсәктә шул фекерҙәр беҙгә күп файҙа килтерер (Лука 6:45; Ефес. 5:9).
Өсөнсөнән, беҙ яҡшылыҡҡа эйәрергә тырышабыҙ (3 Яхъя 11). Изге Яҙмала үрнәк алырлыҡ күп миҫалдар бар. Әлбиттә, Йәһүә менән Ғайса Мәсих иң яҡшы өлгө булып тора. Әммә беҙ яҡшылығы менән билдәле булған башҡа кешеләрҙең миҫалдарын да ҡарап сыға алабыҙ. Бәлки, һеҙ Тавифа һәм Варнава тураһында уйлап ҡуйғанһығыҙҙыр (Ғәм. 9:36; 11:22—24). Изге Яҙманан улар тураһында уҡығанда, һеҙ үҙегеҙ өсөн күп һабаҡтар ала алаһығыҙ. Уларҙың башҡаларға нисек ғәмәли ярҙам күрһәткәненә иғтибар итегеҙ һәм туғандарығыҙға йә ҡәрҙәштәрегеҙгә нисек ярҙам итә алыуығыҙ хаҡында уйланығыҙ. Бынан тыш, Йәһүәнең Тавифа менән Варнаваны яҡшы эштәре өсөн нисек фатихалағаны тураһында уйланығыҙ. Һеҙ ҙә шундай фатихалар ала алаһығыҙ.
Беҙҙең көндәрҙә лә яҡшылыҡ ҡылыуҙа үрнәк күрһәткән ҡәрҙәштәр бар. Мәҫәлән, йыйылышта Тит. 1:8; 2:3). Розлин исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Минең бер әхирәтем йыйылышта башҡаларҙы рухландырыуы һәм ярҙам күрһәтеүе менән билдәле. Ул башҡаларҙың ихтыяждары тураһында уйлай һәм йыш ҡына уларға бәләкәй генә бүләктәр бирә йә ғәмәли ярҙам күрһәтә. Мин уны ысын мәғәнәлә яҡшы кеше тип һанайым».
тырышып хеҙмәт иткән һәм яҡшылыҡҡа ынтылған өлкәндәр тураһында уйлап алығыҙ. Шулай уҡ башҡаларҙы һүҙҙәре һәм эштәре менән яҡшылыҡҡа өйрәткән тоғро апай-ҡәрҙәштәр тураһында онотмағыҙ (Йәһүә үҙенең халҡын «яҡшылыҡты эҙләгеҙ» тип өндәй (Амос 5:14). Шулай эшләү беҙгә Йәһүәнең нормаларын яратырға ярҙам итер һәм яҡшылыҡ ҡылырға теләгебеҙҙе көсәйтер.
Беҙ яҡшы булырға һәм яҡшы эштәр ҡылырға ынтылабыҙ
Яҡшылыҡ ҡылыр өсөн ҙур ҡорбандарға барырға йә ҡыйбатлы бүләктәр яһарға кәрәк, тип уйлау дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, бумала менән ҡағыҙға бер-ике тапҡыр ғына ҡағылып матур һүрәт төшөрөп булмай. Һүрәт матур килеп сыҡһын өсөн, уны оҙаҡ төшөрөргә кәрәк. Шуның шикелле, яҡшылыҡ күп бәләкәй яҡшы эштәрҙә сағыла.
Изге Яҙма беҙҙе «яҡшы эшкә әҙер торорға» дәртләндерә (Тит. 3:1). Башҡаларға ҡарата иғтибарлы булһаҡ, беҙ уларҙың ниндәй ярҙамға мохтаж булыуын күрербеҙ һәм улар хаҡында ҡайғырта алырбыҙ (Рим. 15:2). Мәҫәлән, үҙебеҙҙә булған берәй нәмә менән бүлешергә була (Ғиб. һүҙ. 3:27). Берәйһен ҡапҡылап йә аралашып алырға саҡырырға мөмкин. Ә кемдеңдер ауырып киткәнен белеп ҡалһаҡ, уға открытка ебәрергә, кереп сығырға йә шылтыратырға була. Өҫтәүенә, башҡаларға файҙа килтерерлек «яҡшы һүҙҙәр» әйтер өсөн күп мөмкинлектәр бар (Ефес. 4:29).
Беҙ, Йәһүә кеүек, барыһына ла яҡшылыҡ ҡылырға теләйбеҙ. Шунлыҡтан беҙ бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарарға тырышабыҙ. Кеше айырмауыбыҙҙы күрһәтер өсөн яҡшы мөмкинлек — Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе барыһына ла вәғәзләү. Ғайса ҡушҡанса, беҙ хатта үҙебеҙҙе нәфрәт иткән кешеләргә лә яҡшылыҡ ҡылырға тырышабыҙ (Лука 6:27). Игелекле булыу һәм башҡаларға яҡшылыҡ ҡылыу һәр ваҡыт дөрөҫ, сөнки «бындай сифаттарға бер ниндәй ҡанун да ҡаршы килмәй» (Гал. 5:22, 23). Эҙәрләүҙәргә һәм һынауҙарға ҡарамаҫтан тәртибебеҙ яҡшы булһа, беҙ башҡаларҙы хәҡиҡәткә йәлеп итербеҙ һәм Аллаға дан килтерербеҙ (1 Пет. 3:16, 17).
ЯҠШЫЛЫҠ ӨСӨН ӘЖЕР
«Игелекле кеше үҙ эштәренең әжерен күрер» (Ғиб. һүҙ. 14:14). Ниндәй әжер тураһында һүҙ бара? Башҡаларға ҡарата игелекле булһаҡ, улар ҙа, моғайын, беҙҙең менән яҡшы мөғәмәлә итер (Ғиб. һүҙ. 14:22). Шулай булмаһа ла, яҡшылыҡ ҡылыуҙа бирешмәһәк, улар үҙ ҡарашын үҙгәртергә һәм беҙгә ҡарата бер аҙ йомшарырға мөмкин (Рим. 12:20).
Насар эштәрҙән баш тартып, яҡшы эштәр ҡылыу күп фатихалар килтерә. Күп ҡәрҙәштәр быны үҙ тәжрибәһенән белә. Нэнси исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. «Мин бик тотанаҡһыҙ, әхлаҡһыҙ, тупаҫ кеше инем, — ти ул. — Әммә Алланың яҡшылыҡ нормаларын белгәс һәм улар буйынса йәшәй башлағас, мин бәхетлерәк булып киттем. Хәҙер мин үҙ-үҙемде хөрмәт итәм».
Йәһүәне ҡыуандырырға теләгебеҙ яҡшылыҡ сифатын үҫтерер өсөн иң мөһим сәбәп булып тора. Хатта күптәр яҡшы эштәребеҙҙе күрмәһә лә, Йәһүә уларҙы күрә. Ул беҙҙең һәр яҡшы эшебеҙҙе һәм хатта һәр яҡшы уйыбыҙҙы ла белә (Ефес. 6:7, 8). Яҡшылыҡ сағылдырған кеше ниндәй әжер ала? «Игелекле кеше Йәһүәнең хуплауына ирешә» (Ғиб. һүҙ. 12:2). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, артабан да яҡшылыҡ сифатын үҫтерәйек. Йәһүә «изгелек ҡылыусы һәр кемгә... дан, хөрмәт һәм именлек» вәғәҙә итә (Рим. 2:10).