Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йыйылыш өйрәнеүсегә һыуға сумдырылырға нисек ярҙам итә?

Йыйылыш өйрәнеүсегә һыуға сумдырылырға нисек ярҙам итә?

«Тәндең һәр ағзаһы... үҫә» (ЕФЕС. 4:16).

85-СЕ ЙЫР Бер-беребеҙҙе йылы ҡабул итәйек

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә һәм һыуға сумдырылырға кем ярҙам итә ала?

«ИЗГЕ ЯҘМА өйрәнеүендә алған белемдәрем миңә бик оҡшай ине, — тип бүлешә Фиджиҙа йәшәгән Эми. — Был хәҡиҡәт икәнен мин аңлай инем, әммә тик ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр менән аралаша башлағас ҡына, мин үҙ тормошомдо үҙгәрттем һәм һыуға сумдырылдым». Эмиҙың әйткән һүҙҙәре бер мөһим фекерҙе асыҡлай: әгәр өйрәнеүсегә йыйылыштағы ҡәрҙәштәр ярҙам итһә, ул рухи яҡтан тиҙерәк үҫә.

2 Һәр вәғәзсе йыйылыштың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә ала (Ефес. 4:16). Вануату утрауҙарында пионер булып хеҙмәт иткән Лейлани исемле апай ҡәрҙәш былай ти: «Баланы бөтә ауыл үҫтерә, тип әйтәләр. Өйрәнеүселәр тураһында шуны уҡ әйтеп була, тип уйлайым». Ғәҙәттә, кешегә хәҡиҡәт юлына баҫырға бөтөн йыйылыш ярҙам итә. Баланы тәрбиәләүҙә атай-әсәйҙәр, туғандар, дуҫтар һәм уҡытыусылар — һәр береһе үҙ өлөшөн индерә. Улар уны өйрәтә һәм дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итә. Шуның шикелле, вәғәзселәр ҙә өйрәнеүсегә кәңәш бирә, рухландыра һәм яҡшы үрнәк күрһәтә ала. Улар ярҙамында өйрәнеүсе рухи яҡтан үҫә һәм һыуға сумдырыла (Ғиб. һүҙ. 15:22).

3. Анна, Дорин һәм Лейланиҙың һүҙҙәренән беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

3 Ни өсөн Изге Яҙма өйрәнеүен үткәргән вәғәзсегә башҡа ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын ҡабул итергә кәрәк? Молдовала йәшәгән Анна исемле махсус пионер бына нимә ти: «Өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер өсөн күп көс талап ителә һәм бер кешегә генә быны башҡарыуы еңел түгел». Шул уҡ илдә махсус пионер булып хеҙмәт иткән Дорин исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Йыш ҡына ҡәрҙәштәр өйрәнеүсенең йөрәгенә тәьҫир итерлек фекерҙәр әйтә, ә миңә ундай фекерҙәр уйға ла килмәҫ ине». Ә Лейлани башҡа бер сәбәп хаҡында әйтә: «Өйрәнеүсегә ҡарата күрһәтелгән яратыу һәм ҡайғыртыу уға беҙҙең ысынлап та Алла халҡы икәнебеҙҙе күрһәтә» (Яхъя 13:35).

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Әммә беҙҙең бындай һорау тыуырға мөмкин: «Мин башҡа ҡәрҙәштең өйрәнеүсеһенә рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам итә алам?» Был мәҡәләлә беҙ шулай уҡ бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: ҡәрҙәштәр беҙҙе өйрәнеүгә саҡырһа йә өйрәнеүсе йыйылыштарға йөрөй башлаһа, беҙ нимә эшләй алабыҙ? өлкәндәр өйрәнеүселәргә рухи яҡтан үҫергә һәм һыуға сумдырылырға әҙерләнергә нисек ярҙам итә ала?

ИЗГЕ ЯҘМА ӨЙРӘНЕҮЕНДӘ

Һеҙҙе өйрәнеүгә саҡырһалар, яҡшылап әҙерләнегеҙ (5—7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

5. Һеҙҙе өйрәнеүгә саҡырһалар, һеҙҙән нимә көтөлә?

5 Өйрәнеүсегә Изге Яҙманы аңларға ярҙам итер өсөн, беренсе сиратта өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәш яуаплы. Ул һеҙҙе өйрәнеүгә саҡырһа, һеҙ уға ярҙам итергә тейеш (Вәғ. 4:9, 10). Әммә Изге Яҙма өйрәнеүе яҡшы үтһен өсөн, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

6. Һеҙҙе өйрәнеүгә саҡырһалар, һеҙ Ғибрәтле һүҙҙәр 20:18-ҙәге принципты нисек ҡуллана алаһығыҙ?

6 Изге Яҙма өйрәнеүенә әҙерләнегеҙ. Беренсенән, ҡәрҙәштән өйрәнеүсеһе тураһында һораштырырға була. (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:18-ҙе * уҡығыҙ.) Мәҫәлән, бындай һорауҙар биреп була: «Кем менән өйрәнеү үткәрелә? Ниндәй тема ҡарала? Һин өйрәнеүсеңде нимәгә өйрәтергә теләйһең? Өйрәнеү ваҡытында нимәне әйтеү, ә нимәне әйтмәү урынлы булыр? Мин өйрәнеүсене рухи яҡтан үҫергә нисек дәртләндерә алам?» Әлбиттә, өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәш өйрәнеүсенең серҙәрен асып тормаҫ. Әммә һеҙгә өйрәнеүгә әҙерләнер өсөн, ул уның тураһында ҡыҫҡа ғына һөйләр. Миссионер булып хеҙмәт иткән Джой исемле апай-ҡәрҙәш, ҡәрҙәштәрҙе үҙенең өйрәнеүенә саҡырғанда, шулай эшләргә тырыша ла. Ул былай ти: «Был һорауҙар буйынса фекер алышыу хеҙмәттәштәремә өйрәнеүсемде яҡшыраҡ аңларға һәм һүҙҙәрҙе һайлап әйтергә ярҙам итә».

7. Һеҙҙе өйрәнеүгә саҡырһалар, ни өсөн әҙерләнеп килергә кәрәк?

7 Әгәр һеҙҙе өйрәнеүгә саҡырһалар, ҡараласаҡ темаға алдан әҙерләнеү яҡшы булыр ине (Езра 7:10). Юғарыла иҫкә алынған Дорин исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Хеҙмәттәшемдең әҙерләнеп килеүе мине бик ҡыуандыра. Шул саҡта ул өйрәнеүҙе яҡшы фекерҙәр менән байыта». Моғайын, өйрәнеүсе һеҙҙең икегеҙҙең дә яҡшы әҙерләнгәнегеҙҙе күрер, һәм был уның өсөн яҡшы үрнәк булыр. Өйрәнеүгә ныҡлап әҙерләнә алмаһағыҙ ҙа, бүлектең төп фекерҙәрен булһа ла ҡарап сығығыҙ.

8. Өйрәнеүҙә ҡылған доғалар эстәлекле булһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

8 Доға — өйрәнеүҙең мөһим өлөшө. Шуға күрә һеҙҙе доға ҡылырға һораһалар, доғала нимә әйтерегеҙҙе алдан уйлау яҡшы булыр. Бының ярҙамында һеҙҙең доғаларығыҙ эстәлекле булыр (Зәб. 141:2). Японияла йәшәгән Ханаэ өйрәнеүгә килгән бер ҡәрҙәштең доғаларын һаман да иҫләй. Ул былай ти: «Был апай-ҡәрҙәш өсөн Йәһүә яҡын дуҫ икәне һиҙелә ине һәм минең дә Алла менән шундай мөнәсәбәттәрем булыуын теләнем. Ә уның доғаһында үҙемдең исемемде ишеткәндә, мине яраталар икәнен тоя инем».

9. Яҡуб 1:19 буйынса, өйрәнеүҙә яҡшы хеҙмәттәш булыр өсөн, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

9 Өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәшкә ярҙамсы булығыҙ. «Яҡшы хеҙмәттәш фекер алышыуҙы күҙәтеп бара. Ул урынлы булғанда, үҙ фекерҙәрен өҫтәй, әммә күп һөйләмәй һәм өйрәнеүҙе үҙ ҡулына алырға тырышмай», — тип бүлешә Нигерияла махсус пионер булып хеҙмәт иткән Омамуйови исеме апай-ҡәрҙәш. Әммә ҡасан һәм нимә әйтергә кәрәк булғанын нисек билдәләргә? (Ғиб. һүҙ. 25:11). Өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәште һәм өйрәнеүсене иғтибар менән тыңлағыҙ. (Яҡуб 1:19-ҙы уҡығыҙ.) Шул саҡта һеҙ, әгәр ярҙам кәрәк булһа, нимәлер өҫтәй алырһығыҙ. Әлбиттә, бында аҡыллылыҡ менән эш итергә кәрәк. Мәҫәлән, һеҙ күп һөйләмәҫһегеҙ, үткәреүсенең һүҙен бүлмәҫһегеҙ һәм фекер алышыуҙы ситкә алып китмәҫһегеҙ. Шулай ҙа һеҙ, ҡыҫҡаса берәй нәмә әйтеп, миҫал килтереп йә һорау биреп, өйрәнеүсегә ҡаралған фекерҙе аңларға ярҙам итә алаһығыҙ. Ҡайһы саҡта һеҙ, өйрәнеүҙә минән файҙа юҡ, тип уйларға мөмкин. Әммә өйрәнеүсене маҡтаһағыҙ һәм эскерһеҙ уның менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, һеҙ уға рухи яҡтан үҫергә ярҙам итерһегеҙ.

10. Үҙегеҙ тураһында һөйләп, һеҙ өйрәнеүсегә нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

10 Үҙегеҙ тураһында һөйләгеҙ. Урынлы булһа, өйрәнеүсегә нисек хәҡиҡәтте белгәнегеҙҙе, берәй ауырлыҡты нисек еңеп сыҡҡанығыҙҙы йәки Йәһүәнән нисек ярҙам алғанығыҙҙы ҡыҫҡаса ғына һөйләргә була (Зәб. 78:4, 7). Кем белә, бәлки, өйрәнеүсегә тап ошо кәрәктер. Бәлки, һеҙҙең һөйләгәндәрегеҙ уға ауырлыҡты еңеп сығырға ярҙам итер һәм рухи яҡтан үҫеп, һыуға сумдырылырға дәртләндерер (1 Пет. 5:9). Бразилияла йәшәгән һәм хәҙер пионер булып хеҙмәт иткән Габриел исемле ағай-ҡәрҙәш, үҙенә Изге Яҙма өйрәнеү ваҡытында нимә ярҙам иткәнен иҫенә төшөрөп, былай ти: «Ағай-ҡәрҙәштәрҙең үҙҙәре тураһында һөйләгәндәре ярҙамында мин шуны аңланым: Йәһүә беҙҙең бар ауырлыҡтарыбыҙҙы күрә. Әгәр ҙә ҡәрҙәштәр уларҙы еңә алған икән, мин дә еңә алам».

ӨЙРӘНЕҮСЕ ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫНА ЙӨРӨЙ БАШЛАҒАНДА

Өйрәнеүсе йыйылыштарға йөрөй башлаһын өсөн, һәр-беребеҙ үҙ өлөшөн индерә ала (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11, 12. Ни өсөн беҙгә осрашыуҙарға килгән өйрәнеүселәрҙе ихлас ҡаршы алырға кәрәк?

11 Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн һәм һыуға сумдырылыр өсөн, өйрәнеүсе даими рәүештә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә тейеш (Евр. 10:24, 25). Өйрәнеүсе осрашыуға беренсе тапҡыр килгәс, ул осрашыуҙарға йөрөүен дауам итһен өсөн, һәр-беребеҙ үҙ өлөшөн индерә ала. Әммә беҙ быны нисек эшләй алабыҙ?

12 Өйрәнеүсене ихлас ҡаршы алығыҙ (Рим. 15:7). Өйрәнеүсе йылы мөнәсәбәт тойһа, ул, моғайын, артабан да йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә теләр. Уның менән ихлас иҫәнләшегеҙ һәм башҡалар менән таныштырығыҙ, әммә уны уңайһыҙ хәлгә ҡуймағыҙ. Өйрәнеүсе менән аралашырға тырышығыҙ, сөнки уның менән өйрәнгән ҡәрҙәштең Батшалыҡ залында берәй эштәре булырға мөмкин йә, бәлки, ул әле килмәгәндер. Өйрәнеүсене иғтибар менән тыңлағыҙ һәм уның менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынығыҙ. Быларҙың барыһы ла уға нисек тәьҫир итергә мөмкин? Бер нисә йыл элек кенә һыуға сумдырылған һәм хәҙер хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән Дмитрийҙың миҫалына иғтибар итәйек. Үҙенең беренсе осрашыуын иҫенә төшөрөп, ул былай ти: «Бер ағай-ҡәрҙәш, минең Батшалыҡ залы янында уңайһыҙланып торғанымды күреп, миңә залға керергә тәҡдим итте. Унда күптәр яныма килеп, минең менән иҫәнләште. Был мине хайран ҡалдырҙы һәм мин: „Эх, осрашыуҙар һәр көн үтһә ине!“ — тип уйлап ҡуйҙым. Был бер нәмә менән дә сағыштырып булмаҫлыҡ хистәр ине».

13. Беҙҙең тәртибебеҙ өйрәнеүселәргә ниндәй йоғонто яһай ала?

13 Яҡшы үрнәк күрһәтегеҙ. Һеҙҙең тәртибегеҙ өйрәнеүсене хәҡиҡәт тапҡанына инандырырға мөмкин (Матф. 5:16). Хәҙер Молдовала пионер булып хеҙмәт иткән Виталий исемле ағай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мин ҡәрҙәштәрҙең йәшәү һәм фекер йөрөтеү рәүешенә иғтибар иттем. Был мине, Йәһүә шаһиттары Алла юлында йөрөгәненә инандырҙы».

14. Һеҙҙең үрнәгегеҙ өйрәнеүсегә артабан да рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам итә ала?

14 Өйрәнеүсе һыуға сумдырылһын өсөн, уға белгәндәрен ҡулланырға кәрәк, ә был еңел булмаҫҡа мөмкин. Әммә Изге Яҙмалағы принциптар һеҙгә нисек ярҙам иткәнен күреп, ул, моғайын, был принциптар буйынса йәшәргә теләр (1 Кор. 11:1). Юғарыла иҫкә алынған Ханаэ былай тип һөйләй: «Мин өйрәнгән нәмәләрҙе ҡәрҙәштәр инде ҡуллана ине. Мин уларҙан башҡаларға ярҙам итергә, кисерергә һәм яратыу сағылдырырға өйрәндем. Ҡәрҙәштәр башҡалар тураһында тик яҡшыһын ғына һөйләй ине. Минең дә улар һымаҡ булғым килде».

15. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17-те буйынса, ни өсөн беҙгә йыйылышҡа йөрөй башлаған өйрәнеүсе менән яҡшыраҡ танышырға кәрәк?

15 Өйрәнеүсе менән дуҫлашығыҙ. Һәр осрашыуҙа өйрәнеүсегә иғтибар күрһәтегеҙ (Флп. 2:4). Уның менән яҡынданыраҡ танышырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, тормошонда яһаған үҙгәрештәр өсөн уны маҡтағыҙ. Изге Яҙма өйрәнеүе нисек үткәнен белешегеҙ, уның ғаиләһе, эше тураһында һорашығыҙ, әммә уңайһыҙ хәлгә ҡуя алған һорауҙар бирмәгеҙ. Өйрәнеүсе менән аралашыу һеҙҙе бер-берегеҙгә яҡынлаштырыр, ә уның менән дуҫлашҡас, һеҙ уға рухи яҡтан үҫергә һәм һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итерһегеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17-не * уҡығыҙ.) Ханаэ хәҙер даими пионер булып хеҙмәт итә. Осрашыуҙарға йөрөй башланған ваҡыттарҙы иҫенә төшөрөп, ул былай ти: «Йыйылышта дуҫтар тапҡас, мин һәр осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә инем һәм Батшалыҡ залына хатта арыған саҡта ла килә торғайным. Миңә яңы дуҫтар менән ваҡыт үткәреү оҡшай ине һәм был миңә элекке дуҫтарым менән булған бәйләнештәрҙе өҙөргә ярҙам итте. Мин Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәргә яҡынлашырға теләй инем, шуға күрә һыуға сумдырылырға ҡарар иттем».

16. Өйрәнеүсе үҙен йыйылыштың өлөшө итеп хис итһен өсөн, беҙ тағы нимә эшләй алабыҙ?

16 Рухи яҡтан үҫкән һәм тормошонда үҙгәрештәр яһай башлаған өйрәнеүсегә үҙен йыйылыштың ағзаһы итеп хис итергә ярҙам итегеҙ. Мәҫәлән, уны ҡунаҡҡа саҡырығыҙ (Евр. 13:2). Молдованан Денис исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Беҙ ҡатыным менән Изге Яҙманы өйрәнгәндә, ҡәрҙәштәр беҙҙе бер нисә тапҡыр бергә ваҡыт үткәрергә саҡырҙы. Улар Йәһүәнең үҙҙәрен нисек нығытҡанын һөйләне, был беҙҙе бик дәртләндерҙе. Ундай аралашыу беҙҙә Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләген уятты һәм иҫ киткес киләсәккә иманыбыҙҙы нығытты». Ә вәғәзсе булып киткән өйрәнеүселәргә нисек ярҙам итеп була? Уларҙы үҙегеҙ менән вәғәзгә саҡырығыҙ. Бразилияла хеҙмәт иткән Диегу былай ти: «Ағай-ҡәрҙәштәр мине хеҙмәткә саҡыра торғайны. Был улар менән дуҫлашыр өсөн яҡшы мөмкинлек булды. Бергә вәғәзләгәндә, мин уларҙан күп нәмәгә өйрәндем һәм Йәһүә менән Ғайса Мәсихкә тағы ла нығыраҡ яҡынлаштым».

ӨЛКӘНДӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ

Өлкәндәр, һеҙҙең эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуығыҙ өйрәнеүсене рухи яҡтан үҫергә дәртләндерә ала (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Өлкәндәр өйрәнеүселәргә нисек ярҙам итә ала?

17 Өйрәнеүселәргә ваҡыт бүлегеҙ. Өлкәндәр, һеҙҙең өйрәнеүселәргә ҡарата эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуығыҙ уларға рухи яҡтан үҫергә һәм һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итер. Улар Батшалыҡ залына килгәндә, һеҙ уларға ваҡыт бүлә алаһығыҙмы? Уларҙың исемдәрен иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ, айырыуса, улар йыйылыш осрашыуында комментарийҙар бирә башлағас. Шул саҡта улар һеҙҙең ҡайғыртыуығыҙҙы тойор. Ни өсөн һеҙгә, хатта үҙегеҙҙең пландарығыҙҙы үҙгәртергә тура килһә лә, ҡәрҙәштәр менән Изге Яҙма өйрәнеүенә бармаҫҡа? Был, һис шикһеҙ, өйрәнеүсегә тәьҫир итер. Нигерияла пионер булып хеҙмәт иткән Джеки былай тип һөйләй: «Ҡайһы бер өйрәнеүселәр, өйрәнеүгә килгән ағай-ҡәрҙәштең өлкән икәнен белгәс, аптырап китә. Бер өйрәнеүсем былай тине: „Минең пасторым миңә бер ҡасан да килмәҫ ине. Ул тик аҡса түләгән байҙарға ғына бара“». Хәҙер был өйрәнеүсе йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй.

18. Өлкәндәр Ғәмәлдәр 20:28-ҙә яҙылған кәңәш буйынса нисек эш итә ала?

18 Өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәштәрҙе өйрәтегеҙ һәм рухландырығыҙ. Өлкәндәр, һеҙҙең өҫтөгөҙҙә етди яуаплылыҡ ята. Һеҙ ҡәрҙәштәргә оҫта вәғәзселәр һәм уҡытыусылар булырға ярҙам итә алаһығыҙ. (Ғәмәлдәр 20:28-ҙе уҡығыҙ.) Ҡәрҙәш һеҙҙең алдығыҙҙа өйрәнеүен үткәрергә оялһа, уны үҙегеҙ үткәрергә тәҡдим итегеҙ. Юғарыла иҫкә алынған Джеки былай тип һөйләй: «Өлкәндәр һәр ваҡыт өйрәнеүселәремдең хәлдәре тураһында һорашып тора. Өйрәнеү ваҡытында ниндәйҙер ауырлыҡтар тыуһа, улар яҡшы кәңәштәр бирә». Эйе, өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәште нығытыр өсөн өлкәндәр күпте эшләй ала (1 Фес. 5:11). Джеки былай тип дауам итә: «Өлкәндәр мине дәртләндергәндә һәм минең тырышлыҡтарымды ҡәҙерләгәне хаҡында әйткәндә, был миңә көс өҫтәй. Минең өсөн был эҫе көндә һалҡын һыу эскәндәй. Уларҙың маҡтау һүҙҙәре миңә ышаныс өҫтәй, һәм шәкерттәр әҙерләү эше миңә тағы ла күберәк шатлыҡ килтерә» (Ғиб. һүҙ. 25:25).

19. Һәр-беребеҙ ниндәй шатлыҡ кисерә ала?

19 Үҙебеҙҙең өйрәнеүселәребеҙ булмаһа ла, беҙ башҡа ҡәрҙәштәрҙең өйрәнеүселәренә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итә алабыҙ. Алдан әҙерләнеп, өйрәнеү ваҡытында ҡыҫҡа һәм урынлы фекерҙәр әйтеп, беҙ өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәш өсөн яҡшы хеҙмәттәш була алабыҙ. Шулай уҡ Батшалыҡ залына килгән өйрәнеүселәр менән яҡынданыраҡ танышырға һәм уларға яҡшы үрнәк күрһәтергә була. Өлкәндәр ҙә өйрәнеүсегә ваҡыт бүлә ала. Улар шулай уҡ өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәште маҡтарға һәм өйрәтергә тейеш. Ысынлап та, берәйһенә Йәһүәне яратырға һәм уға хеҙмәт итә башларға ярҙам итеү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә!

79-СЫ ЙЫР Уларҙы ныҡ булып ҡалырға өйрәтегеҙ

^ 5 абз. Ҡайһы берҙәребеҙҙең өйрәнеүселәре юҡ. Шулай ҙа һәр беребеҙ берәй өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә һәм һыуға сумдырылырға әҙерләнергә ярҙам итә ала. Был мәҡәләлә быны нисек эшләп булғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ 6 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 20:18: «Кәңәшләшеп алғас, уй-ниәттәр тормошҡа аша. Һуғыш алып барғанда, аҡыллы күрһәтмәләргә таян».

^ 15 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17: «Тимер тимерҙе ҡайраған кеүек, кеше лә үҙ дуҫын үткер итә».