Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә һеҙҙе нисек яҡлай?

Йәһүә һеҙҙе нисек яҡлай?

«Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар» (2 ФЕС. 3:3).

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн Ғайса Йәһүәнән үҙенең шәкерттәрен яҡлауын үтенгән?

ЕРҘӘГЕ тормошоноң һуңғы кисендә Ғайса шәкерттәрен көткән ауырлыҡтар тураһында уйлаған. Ул үҙ дуҫтарын яратҡан, шуға күрә Атаһынан уларҙы Иблистән һаҡлауын үтенгән (Яхъя 17:14, 15). Ғайса үҙенең тиҙҙән күккә ҡайтасағын һәм Иблистең Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләгәндәрҙең барыһы менән һуғыш алып барасағын белгән. Шуға күрә Алланың хеҙмәтселәренә яҡлау кәрәк булған.

2. Беҙ Йәһүәнең доғаларыбыҙға яуап бирәсәген ҡайҙан беләбеҙ?

2 Ғайсаны яратҡанға күрә, Йәһүә уның доғаһына яуап биргән. Әгәр беҙ Йәһүне ҡыуандырыр өсөн барыһын эшләһәк, ул беҙҙе лә яратыр, шулай уҡ яҡлау һәм ярҙам тураһындағы доғаларыбыҙға, һис шикһеҙ, яуап бирер. Ҡайғыртыусан Атай булараҡ, Йәһүә үҙенең балалары хаҡында һәр ваҡыт ҡайғыртып торасаҡ, юғиһә уның абруйына тап төшөр ине.

3. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең яҡлауына мохтаж?

3 Бөгөн беҙ Йәһүәнең яҡлауына айырыуса мохтаж, сөнки Шайтан күктән бәреп төшөрөлгән, һәм хәҙер ул көслө ярһыу менән тулы (Асыл. 12:12). Шайтандың йоғонтоһо аҫтында булған ҡайһы бер кешеләр, беҙҙе эҙәрләп, «Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм» тип уйлай (Яхъя 16:2). Ә Аллаға ышанмаған кешеләр беҙҙе был донъянан айырылып торғанға эҙәрләй. Һәр хәлдә лә беҙ уларҙан ҡурҡмайбыҙ, сөнки Изге Яҙмала: «Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар», — тип әйтелә (2 Фес. 3:3). Йәһүә беҙҙе нисек яҡлай? Әйҙәгеҙ, ике ысул ҡарап сығайыҡ.

РУХИ ХӘРБИ КЕЙЕМ ҺӘМ ҠОРАЛДАР

4. Ефестарға 6:13—17 буйынса, Йәһүә беҙҙе яҡлар өсөн нимә бирә?

4 Йәһүә беҙҙе Шайтандың һөжүменән яҡлар өсөн, беҙгә рухи хәрби кейем һәм ҡоралдар бирә. (Ефестарға 6:13—17-не уҡығыҙ.) Был кейем һәм ҡоралдар бик ныҡлы һәм ышаныслы. Әгәр беҙ уларҙың барыһын кейһәк һәм сисмәһәк, шул саҡта ғына улар беҙҙе яҡлар. Әйҙәгеҙ, уларҙың һәр береһен ентекләп ҡарап сығайыҡ.

5. Хәҡиҡәт билбауы нимә ул, һәм ни өсөн беҙ уны билебеҙгә быуып йөрөргә тейеш?

5 Хәҡиҡәт билбауы үҙ эсенә Изге Яҙмалағы бөтә хәҡиҡәттәрҙе ала. Ни өсөн беҙгә был билбауҙы билебеҙгә быуып йөрөргә кәрәк? Сөнки Шайтан «ялғандың атаһы» (Яхъя 8:44). Ул инде меңәрләгән йылдар дауамында кешеләрҙе алдай һәм бөтә донъяны юлдан яҙҙыра (Асыл. 12:9). Әммә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр беҙҙе ялғандан яҡлай. Беҙ, Йәһүә тураһында белем алып, уға рух һәм хәҡиҡәт менән табынып һәм бөтә эштәрҙә намыҫлы булып, был образлы билбауҙы билебеҙгә быуып йөрөйбөҙ (Яхъя 4:24; Ефес. 4:25; Евр. 13:18).

Билбау. Алла Һүҙендәге хәҡиҡәт

6. Тәҡүәлектең тимер кейеме нимә ул, һәм ни өсөн беҙ уны кейергә тейеш?

6 Тәҡүәлектең тимер кейеме Йәһүәнең тәҡүә нормаларын символлаштыра. Ни өсөн беҙ был тимер кейемде кейеп йөрөргә тейеш? Тимер кейем һуғышсының йөрәген һаҡлаған кеүек, тәҡүәлектең тимер кейеме беҙҙең символик йөрәгебеҙҙе, йәғни эске булмышыбыҙҙы донъяның насар йоғонтоһонан һаҡлай (Ғиб. һүҙ. 4:23). Йәһүә, беҙ бөтөн йөрәктән уны яратырбыҙ һәм уға хеҙмәт итербеҙ, тип көтә (Матф. 22:36, 37). Шуға күрә Шайтан йөрәгебеҙҙе бүлергә тырыша. Бының өсөн ул донъя тәҡдим иткән, әммә Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләрҙе яратырға дәртләндерә (Яҡ. 4:4; 1 Яхъя 2:15, 16). Ә был килеп сыҡмаһа, ул беҙҙе, ҡурҡытып, Йәһүәнең нормаларын боҙорға этәрә.

Тимер кейем. Йәһүәнең тәҡүә нормалары

7. Тәҡүәлектең тимер кейемен кейеп йөрөү нимәне аңлата?

7 Беҙ, Йәһүә урынлаштырған яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын танып, улар буйынса йәшәйбеҙ икән, тимәк, тәҡүәлектең тимер кейемен кейеп йөрөйбөҙ, тип әйтеп була (Зәб. 97:10). Ҡайһы берәүҙәргә Йәһүәнең нормалары уларҙы сикләй һымаҡ тойола. Әммә беҙ Изге Яҙмалағы принциптарҙы үҙ тормошобоҙҙа ҡулланмай башлаһаҡ, һуғыштың ҡыҙыу сағында ауыр булып киткәнгә үҙенең тимер кейемен сискән һуғышсыға оҡшаш булыр инек. Ризалашырһығыҙҙыр, был аҡылһыҙ булыр ине! Йәһүәне яратҡандарға «Уның әмерҙәре ауыр түгел», сөнки улар тормошто һаҡлай (1 Яхъя 5:3).

8. Рухи аяҡ кейемен кейеп йөрөү нимәне аңлата?

8 Илсе Павел беҙҙе шулай уҡ именлек тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә әҙер булыуыбыҙҙы аяҡ кейеме итеп кейергә дәртләндергән. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте башҡаларға һөйләгәндә, беҙҙең иманыбыҙ көсәйә бара. Бөтә донъя буйынса йәшәгән Йәһүә хеҙмәтселәренең һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланғанын күреү бик шатландыра! Улар эштә, мәктәптә, өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, кешеләрҙең эш урындарында, магазиндарҙа, туғандары һәм таныштары менән аралашҡанда, шулай уҡ хатта өйҙән сыға алмағанда ла быны эшләй. Әгәр беҙ, ҡурҡыуға бирелеп, вәғәзләүҙән туҡтаһаҡ, беҙ һуғыш ваҡытында үҙенең аяҡ кейемен сискән һуғышсыға оҡшаш булыр инек. Ялан аяҡ ҡалған һуғышсының аяҡтары тиҙ яралана, шуға күрә ул дошмандың һөжүменә ҡаршы тора алмай һәм уға ғәскәр башлығының бойороҡтарын үтәүе ауыр.

Аяҡ кейеме. Вәғәзләргә әҙер булыу

9. Ни өсөн беҙгә имандың ҙур ҡалҡанын һәр ваҡыт үҙебеҙ менән йөрөтөргә кәрәк?

9 Имандың ҙур ҡалҡаны Йәһүәгә иман итеүҙе аңлата. Беҙ Алла үҙенең һәр вәғәҙәһен үтәйәсәгенә иман итәбеҙ. Һәм был иман беҙгә «Иблистең утлы уҡтарын» һүндерергә ярҙам итә. Ни өсөн беҙгә был ҙур ҡалҡанды үҙебеҙ менән алып йөрөтөргә кәрәк? Сөнки ул беҙҙе мөртәттәрҙең ялған өйрәтеүҙәренән һәм мыҫҡыллаусыларҙың яман һүҙҙәренән яҡлар. Иманыбыҙ булмаһа, башҡалар беҙҙе Йәһүәнең нормаларын боҙорға этәргәндә, беҙгә Йәһүәгә тыңлаусан булып ҡалырға көсөбөҙ етмәҫкә мөмкин. Эштә йә мәктәптә үҙ ҡараштарыбыҙҙы яҡларға тура килгәндә, иман ҡалҡаны беҙгә ярҙам итә (1 Пет. 3:15). Шулай уҡ рухи эштәргә ҡамасаулаған аҡсалы эштән баш тартып, беҙ иман ҡалҡанын ҡалдырмағаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Евр. 13:5, 6). Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәтебеҙҙе дауам иткәндә лә, иман ҡалҡаны беҙҙе яҡлай (1 Фес. 2:2).

Ҡалҡан. Йәһүәгә һәм уның вәғәҙәләренә ышаныу

10. Рухи тимер башлыҡ нимә ул һәм ни өсөн беҙгә уны кейеп йөрөргә кәрәк?

10 Рухи тимер башлыҡ — был Йәһүәнән бирелгән өмөт. Йәһүә уның ихтыярын үтәгәндәрҙе фатихалай. Хатта үлһәк тә, ул беҙҙе терелтәсәк. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ (1 Фес. 5:8; 1 Тим. 4:10; Тит. 1:1, 2). Тимер башлыҡ һуғышсының башын һаҡлаған һымаҡ, ҡотолоуға өмөт беҙҙең уйлау һәләтебеҙҙе һаҡлай. Нисек итеп? Өмөт беҙгә иғтибарҙы Йәһүәнең вәғәҙәләренә тупларға һәм ауырлыҡтарға дөрөҫ ҡарарға ярҙам итә. Әгәр беҙ бөтә нәмәгә Йәһүә кеүек ҡарарға тырышһаҡ, беҙ рухи тимер башлыҡты кейеп йөрөйбөҙ, тип әйтеп була. Мәҫәлән, беҙ ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, ә Аллаға өмөт бағлайбыҙ (Зәб. 26:2; 104:34; 1 Тим. 6:17).

Тимер башлыҡ. Мәңгелек тормошҡа өмөт

11. Рух ҡылысы нимә ул һәм ни өсөн беҙгә уны ҡулланырға кәрәк?

11 Рух ҡылысы — был Алла Һүҙе, Изге Яҙма. Ул дөрөҫтө ялғандан айыра һәм кешеләрҙе ялған тәғлимәттәрҙән һәм насар ғәҙәттәрҙән азат итә (2 Кор. 10:4, 5; 2 Тим. 3:16, 17; Евр. 4:12). Беҙ шәхси өйрәнеү һәм Алла ойошмаһы биргән өйрәтеү аша был ҡылыс менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәнәбеҙ (2 Тим. 2:15). Әммә Йәһүә, беҙҙе яҡлар өсөн, рухи хәрби кейем һәм ҡоралдарҙан башҡа тағы бер ысул ҡуллана. Нимә тураһында һүҙ бара?

Ҡылыс. Алла Һүҙе, Изге Яҙма

БЕҘ ЯҢҒЫҘ ТҮГЕЛ

12. Беҙ тағы нимәгә мохтаж һәм ни өсөн?

12 «Күмәкләгән яу ҡайтарған» тигән әйтем бар. Һәр оҫта һуғышсы быны яҡшы белә. Рухи һуғышта шулай уҡ. Беҙ Шайтанға һәм уның хеҙмәтселәренә бер үҙебеҙ ҡаршы тора алмайбыҙ, беҙгә ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы кәрәк. Шуға күрә Йәһүә беҙгә ҡайғыртыусан халыҡ-ара ҡәрҙәшлек биргән (1 Пет. 2:17).

13. Еврейҙарға 10:24, 25 буйынса, йыйылыш осрашыуҙары беҙгә нисек ярҙам итә?

13 Беҙҙе шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙары нығыта. (Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.) Ваҡыт-ваҡыт беҙҙең һәр беребеҙ төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин, ә осрашыуҙар беҙгә көс өҫтәй. Ҡәрҙәштәрҙең эскерһеҙ комментарийҙары, шулай уҡ йыйылыш алдынан һәм йыйылыштан һуң аралашыу беҙҙе илһамландыра (1 Фес. 5:14). Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙәр һәм башҡа сығыштар беҙҙе Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итергә дәртләндерә. Бынан тыш, осрашыуҙарҙа беҙҙең башҡаларға ярҙам итергә мөмкинлек бар, ә был беҙгә шатлыҡ килтерә (Ғәм. 20:35; Рим. 1:11, 12). Осрашыуҙарҙа беҙ вәғәз һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә оҫтарабыҙ. Мәҫәлән, беҙ өйрәтеү ҡоралдары менән яҡшыраҡ ҡулланырға өйрәнәбеҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, осрашыуҙарға әҙерләнеп киләйек, программаны иғтибар менән тыңлайыҡ һәм белгәндәрҙе ҡулланайыҡ. Шулай эшләп, беҙ «Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе» булырбыҙ (2 Тим. 2:3).

14. Йәһүә беҙгә тағы нисек ярҙам итә?

14 Шулай уҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ көслө фәрештәләр беҙҙең яҡлы. Бер генә фәрештәнең нимә эшләй алғаны хаҡында уйлап ҡына ҡарағыҙ (Ишағ. 37:36). Ә көслө фәрештәләрҙән торған ҙур ғәскәр тураһында әйтәһе лә юҡ! Бер кем дә — кеше лә, ендәр ҙә — Йәһүәнең көслө ғәскәрен еңә алмай. Йәһүәнән көслөрәк бер кем дә юҡ, шуға күрә ул беҙҙең яҡлы булһа, дошмандарыбыҙ күпкә күберәк булһа ла, улар беҙҙе еңә алмаясаҡ (Хөк. 6:16). Хеҙмәттәштәрегеҙ, синыфташтарығыҙ һәм туғандарығыҙ һеҙҙе ҡурҡытырға тырышҡанда, быны иҫтә тотоғоҙ. Онотмағыҙ: һеҙ бер үҙегеҙ түгел. Һеҙ Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш итәһегеҙ, тимәк, ул һеҙҙең яҡлы.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ АРТАБАН ДА ЯҠЛАЯСАҠ

15. Ишағыя 54:15, 17-нән күренеүенсә, ни өсөн Алла халҡын һөйөнөслө хәбәрҙе таратыуҙан туҡтатып булмай?

15 Шайтан донъяһы беҙҙе күрә алмай һәм уның бының өсөн сәбәптәре күп. Беҙ сәйәсәттә ҡатнашмайбыҙ һәм ҡулға ҡорал алмайбыҙ, Алланың исемен иғлан итәбеҙ, Алла Батшалығы ғына ерҙә тыныслыҡ булдырасағы тураһында вәғәзләйбеҙ һәм Алланың тәҡүә нормалары буйынса йәшәйбеҙ. Беҙ донъя идарасыһының яуыз ялғансы һәм кеше үлтереүсе булыуын фаш итәбеҙ (Яхъя 8:44). Беҙ шулай уҡ был донъяның тиҙҙән юҡ ителәсәген иғлан итәбеҙ. Шулай ҙа Шайтан һәм уның хеҙмәтселәре беҙҙе туҡтата алмаясаҡ. Киреһенсә, беҙ, һәр мөмкинлекте ҡулланып, артабан да Йәһүәне данларбыҙ. Шайтан көслө булһа ла, ул беҙгә һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъя буйынса таратырға ҡамасаулай алмай, сөнки беҙҙе Йәһүә яҡлай. (Ишағыя 54:15, 17-не * уҡығыҙ.)

16. Ҙур афәт ваҡытында Йәһүә үҙ халҡын нисек ҡотҡарасаҡ?

16 Киләсәктә беҙҙе нимә көтә? Ҙур афәт ваҡытында Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен ҡотҡарасаҡ. Беренсе тапҡыр Алла беҙҙе ерҙәге батшалар аша бөтә ялған диндәрҙе юҡ иткән саҡта яҡлаясаҡ (Асыл. 17:16—18; 18:2, 4). Ә икенсе тапҡыр Армагеддонда — Шайтан донъяһының ҡалған өлөштәрен юҡ иткән саҡта ҡотҡарасаҡ (Асыл. 7:9, 10; 16:14, 16).

17. Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр беҙгә нисек ярҙам итә?

17 Беҙҙең Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр булған саҡта, Шайтан беҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә алмай. Ә бына ул үҙе мәңгегә юҡ ителәсәк (Рим. 16:20). Шуға күрә Алла биргән хәрби кейемде кейегеҙ һәм уны сисмәгеҙ! Рухи көрәште бер үҙегеҙ генә алып бармағыҙ. Башҡаларҙың ярҙамын ҡабул итегеҙ. Үҙегеҙ ҙә ҡәрҙәштәргә таяныс булығыҙ. Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш итегеҙ. Шул саҡта күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙ һеҙҙе нығытыр һәм яҡлар (Ишағ. 41:10).

149-СЫ ЙЫР Еңеү йыры

^ 5 абз. Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә беҙҙе нығытырға һәм яҡларға вәғәҙә бирә. Был мәҡәләлә беҙ шундай һорауҙарға яуап алырбыҙ: ни өсөн беҙ яҡлауға мохтаж? Йәһүә беҙҙе нисек яҡлай? Йәһүәнең ярҙамын алыр өсөн, беҙ нимә эшләргә тейеш?

^ 15 абз. Ишағыя 54:15, 17: «„Әгәр берәйһе һиңә һөжүм итһә, был минең бойороғом буйынса булмаҫ. Һиңә һөжүм иткән һәр кем йығылыр“. 17 „Һиңә ҡаршы яһалған бер ҡорал да уңышлы булмаҫ, судта һиңә ҡаршы сыҡҡан һәр телде һин хөкөм итерһең. Был — Йәһүә хеҙмәтселәренең мираҫы, уларҙың тәҡүәлеге минән килә“, — ти Йәһүә».