Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Нисек Алла Һүҙенән көс алырға?

Нисек Алла Һүҙенән көс алырға?

«Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған» (РИМ. 15:4).

94-СЕ ЙЫР Алла Һүҙе өсөн рәхмәтлебеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүәнең хеҙмәтселәре ниндәй һынауҙар менән осрашырға мөмкин?

ХӘҘЕРГЕ ваҡытта һеҙ ауыр һынауҙар менән осрашаһығыҙмы? Бәлки, һеҙҙе йыйылышта кемдер рәнйеткәндер (Яҡ. 3:2). Ә бәлки, һеҙ Йәһүә шаһиты булғанға күрә, эштә йә мәктәптә һеҙҙән мыҫҡыллап көләләрҙер (1 Пет. 4:3, 4). Йәиһә ғаиләгеҙ һеҙҙе йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙән һәм вәғәздә ҡатнашыуҙан туҡтатырға теләйҙер (Матф. 10:35, 36). Һәм бик ауыр булғанға күрә, һеҙ, бәлки, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтарға кәрәк, тип уйларға мөмкин. Һис тә шикләнмәгеҙ: ниндәй генә шарттар булһа ла, Йәһүә һеҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн зирәклек бирер һәм һынауҙарҙы еңеп сығыр өсөн көс өҫтәр.

2. Римдарға 15:4 буйынса, Изге Яҙманы уҡыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә ала?

2 Үҙенең Һүҙендә Йәһүә ауырлыҡтар менән осрашҡан кешеләрҙең миҫалдарын яҙҙыртҡан. Ни өсөн ул быны эшләгән? Илсе Павел әйткәнсә, Йәһүә был миҫалдарҙы беҙҙең өсөн үрнәк итеп биргән. (Римдарға 15:4-те уҡығыҙ.) Боронғо хеҙмәтселәр тураһында уҡыу беҙгә йыуаныс һәм өмөт бирә. Әммә Алла Һүҙе беҙгә көс бирһен өсөн, уны уҡыу ғына етерлек түгел. Изге Яҙма беҙҙең фекер йөрөтеү рәүешебеҙгә һәм йөрәгебеҙгә тәьҫир итергә тейеш. Билдәле бер проблеманы хәл итер өсөн, күрһәтмәләр кәрәк булғанда, нимә эшләргә? Бының өсөн Изге Яҙманы уҡығанда, бындай дүрт аҙымдан торған ысулды ҡулланып була: 1) доға ҡылыу, 2) күҙ алдына килтереү, 3) уйланыу һәм 4) ҡулланыу. Әйҙәгеҙ, был дүрт аҙым үҙ эсенә нимә алғанын ҡарап сығайыҡ *. Һәм Дауыт батша менән илсе Павелдың миҫалдарынан был ысулды нисек ҡулланып булғанын беләйек.

1. ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

Изге Яҙма һеҙгә нисек ярҙам итә алғанын аңлар өсөн, уҡыр алдынан Йәһүгә доға ҡылығыҙ (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)

3. Изге Яҙманы уҡыр алдынан нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн?

3 1. Доға ҡылығыҙ. Изге Яҙмалағы өҙөк һеҙгә нисек ярҙам итә алғанын аңлар өсөн, уны уҡыр алдынан доға ҡылығыҙ. Мәҫәлән, берәй ауырлыҡты хәл итер өсөн кәңәшкә мохтаж булһағыҙ, Йәһүәнән Изге Яҙмала кәрәкле принципты табырға ярҙам итеүен һорағыҙ (Флп. 4:6, 7; Яҡ. 1:5).

2. КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕГЕҘ

Үҙегеҙҙе Изге Яҙмала килтерелгән кешеләрҙең урынына ҡуйып ҡарағыҙ (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Изге Яҙманы йәнләндереп ебәрергә һеҙгә нимә ярҙам итер?

4 2Күҙ алдына килтерегеҙ. Йәһүә беҙгә иҫ киткес күҙ алдына килтереү һәләтен бүләк иткән. Изге Яҙмалағы өҙөктө йәнләндереп ебәрер өсөн, был һәләтте ҡулланып, үҙегеҙҙе унда яҙылған кешеләр урынына ҡуйығыҙ. Улар күргән нәмәләрҙе күрергә, улар кисергән хистәрҙе кисерергә тырышығыҙ.

3. УЙЛАНЫҒЫҘ

Уҡығандарығыҙ тураһында тәрән уйланығыҙ һәм был һеҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын аңларға тырышығыҙ (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Уйланыу нимә ул һәм Изге Яҙма өҫтөндә уйланырға нимә ярҙам итер?

5 3. Уйланығыҙ. Уйланыу — уҡылған өҙөккә анализ яһау һәм был үҙебеҙгә нисек ҡағылғаны хаҡында уйлау. Уйланыу фекерҙәр араһында бәйләнеш табырға һәм ҡаралған теманы тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Изге Яҙманы уйланмайынса уҡыу йыйылмаған пазлға ҡарап тороу һымаҡ, ә уйланыу тулы рәсемде күрер өсөн пазлды йыйыуға оҡшаш. Уйланырға еңелерәк булһын өсөн, үҙегеҙгә һорауҙар бирегеҙ һәм уларға яуаптар табығыҙ. Мәҫәлән, уҡылған өҙөктә килтерелгән төп персонаж, үҙенең проблемаһын хәл итер өсөн, нимә эшләгән? Йәһүә уға нисек ярҙам иткән? Мин бынан нимәгә өйрәндем һәм был миңә проблемамды сисергә нисек ярҙам итә ала?

4. ҠУЛЛАНЫҒЫҘ

Белгәндәрегеҙҙе ҡулланыу һеҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә, күңел тыныслығы табырға һәм иманды нығытырға ярҙам итер (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Ни өсөн беҙгә белгәндәребеҙҙе ҡулланырға кәрәк?

6 4. Ҡулланығыҙ. Ғайса әйткәнсә, белгәнебеҙҙе ҡулланмаһаҡ, беҙ йортон ҡом өҫтөндә төҙөгән кешегә оҡшаш булырбыҙ. Ул тырышып эшләгән, әммә көсөн бушҡа сарыф иткән. Ни өсөн улай тип әйтеп була? Сөнки «ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән» (Матф. 7:24—27). Шуның шикелле, әгәр беҙ доға ҡылһаҡ, күҙ алдына килтерһәк, уйланһаҡ, әммә ҡулланмаһаҡ, тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа ғына булыр. Ауырлыҡтар йә эҙәрләүҙәр башланғас, иманыбыҙ емерелер. Икенсе яҡтан, әгәр беҙ Изге Яҙманы өйрәнһәк һәм белгәндәрҙе ҡулланһаҡ, беҙ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итербеҙ, йән тыныслығына эйә булырбыҙ һәм көслө иман үҫтерербеҙ (Ишағ. 48:17, 18). Ә хәҙер юғарыла килтерелгән ысулды ҡулланып, Дауыт батшаның тормошонда булған ваҡиғалар беҙҙе нимәгә өйрәтә алғанын ҡарап сығырбыҙ.

ДАУЫТ БАТШАНЫҢ МИҪАЛЫ

7. Беҙ хәҙер Изге Яҙмалағы ниндәй осраҡты ҡарап сығырбыҙ?

7 Яҡын дуҫығыҙ йәки туғанығыҙ һеҙгә хыянат иткәне бармы? Шул саҡта Дауыт батшаның тормошонда булған ваҡиғалар тураһында уйланыу һеҙгә ярҙам итер. Дауыт батшаның улы Әбессәләм, уның урынына батша булырға теләп, уға хыянат иткән (2 Сам. 15:5—14, 31; 18:6—14).

8. Йәһүәнән ярҙам алыр өсөн, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

8 1Доға ҡылығыҙ. Был өҙөктө уҡыр алдынан һеҙҙең менән нисек мөғәмәлә иткәндәре һәм үҙегеҙҙең нимә хис иткәнегеҙҙе Йәһүәгә һөйләп бирегеҙ (Зәб. 6:6—9). Һәм был хәлде еңеп сығырға ярҙам иткән Изге Яҙмалағы принциптарҙы табыр өсөн Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ.

9. Дауыт менән Әбессәләм араһында ниндәй хәл тыуған?

9 2. Күҙ алдына килтерегеҙ. Был өҙөктә тасуирланған ваҡиғалар тураһында уйланығыҙ һәм үҙегеҙҙе Дауыт урынына ҡуйып ҡарағыҙ. Бер нисә йыл дауамында Әбессәләм халыҡтың яратыуын яуларға тырыша (2 Сам. 15:7). Һәм бына уңайлы ваҡыт еткәнен аңлап, ул бөтә Израиль буйлап үҙ кешеләрен ебәрә. Шулай итеп Әбессәләм халыҡты үҙенең батша булып китеүенә әҙерләй. Ул хатта Дауыттың яҡын дуҫын һәм кәңәшсеһен Ахитафилды үҙ яғына ауыштыра. Әбессәләм үҙен батша итеп иғлан итә, ә һуңыраҡ үҙенең атаһын үлтерергә маташа. Бәлки, Дауыт ул ваҡытта ҡаты ауырығандыр (Зәб. 41:1—9). Дауыт был фетнә тураһында белгәс, Иерусалимдан ҡаса. Һөҙөмтәлә Әбессәләмдең һәм Дауыттың кешеләре араһында һуғыш ҡуба. Ахыр сиктә фетнәселәр еңелә, ә Әбессәләм үлтерелә.

10. Дауыт тыуған хәлдә нисек эш итә алыр ине?

10 Дауыттың нимә хис иткәнен күҙ алдына килтереп кенә ҡарағыҙ. Ул Әбессәләмде бик яратҡан һәм Ахитафилға ышанған. Әммә Дауыттың был ике яҡын кешеһе уның күңелен яралаған. Улар уға хыянат иткән һәм хатта уны үлтерергә тырышҡан. Дауыт башҡа дуҫтары тураһында, улар ҙа Әбессәләмгә ҡушылғандыр, тип уйлап, уларға ҡарата ышанысын юғалта алған. Дауыт, бүтән бер кемгә лә ышанып булмай һәм миңә бер үҙемә ҡасырға кәрәк, тип уйлай алған йә ул бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелә алған. Дауытҡа ундай һынауҙарға бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән?

11. Ауыр хәлдә Дауыт нисек эш иткән?

11 3. Уйланығыҙ. Был өҙөктән нимәгә өйрәнеп булғаны хаҡында уйланығыҙ. Бының өсөн ошо һорауға яуап бирегеҙ: «Дауыт батша был ауыр хәлде еңеп сығыр өсөн, нимә эшләгән?» Бер яҡтан, ул паникаға бирелмәгән һәм ашығып аҡылһыҙ ҡарар ҡабул итмәгән. Ә икенсе яҡтан, ул ҡурҡыуға бирелмәгән һәм ҡарар ҡабул итеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаған. Дауыт Йәһүәнән һәм дуҫтарынан ярҙам һораған. Ул шунда уҡ ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса эш иткән. Тыуған хәл арҡаһында Дауыт ауыртыу тойған, әммә ул асыуланмаған һәм бөтәһен дә шик аҫтына ҡуймаған. Ул Йәһүәгә һәм дуҫтарына ышанысын юғалтмаған.

12. Йәһүә Дауытҡа нисек ярҙам иткән?

12 Йәһүә Дауытҡа нисек ярҙам иткән? Ҡыҫҡа ғына тикшереү үткәрһәк, беҙ Йәһүәнең Дауытҡа был һынауҙа ныҡ булып ҡалыр өсөн етерлек көс биргәне тураһында белербеҙ (Зәб. 3:1—8, башланғыс һүҙ). Бынан тыш, Йәһүә Дауыттың ҡарарҙарын фатихалаған һәм Дауытты яҡлаған дуҫтарын да нығытҡан.

13. Берәйһе һеҙгә ауыртыу килтерһә, һеҙ Дауыттан нисек өлгө ала алаһығыҙ? (Матф. 18:15—17).

13 4. Ҡулланығыҙ. Үҙ-үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Мин Дауыттан нисек өлгө ала алам?» Ауырлыҡты сисер өсөн тиҙ арала эш итергә кәрәк. Шарттарға ҡарап һеҙ Ғайсаның Матфей китабында 18-се бүлектә яҙылған кәңәшен туранан-тура ҡуллана алаһығыҙ йә унда килтерелгән принцип буйынса эш итә алаһығыҙ. (Матфей 18:15—17-не уҡығыҙ.) Әммә бер ҡасан да хистәргә бирелеп, ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Йәһүәнән тыныслыҡ һәм зирәклек һорағыҙ. Дуҫтарығыҙға артабан да ышанығыҙ һәм уларҙың ярҙамын кире ҡаҡмағыҙ (Ғиб. һүҙ. 17:17). Ә иң мөһиме: Алла Һүҙендәге кәңәштәр буйынса эш итегеҙ (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6).

ИЛСЕ ПАВЕЛДЫҢ МИҪАЛЫ

14. Ниндәй осраҡтарҙа 2 Тимофейға 1:12—16, 4:6—11, 17—22-ләге һүҙҙәр һеҙҙе нығыта ала?

14 Туғандарығыҙ һеҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулаймы? Ә бәлки, һеҙ йәшәгән илдә Алла халҡының эшмәкәрлеге сикләнгәндер йәки тулыһынса тыйылғандыр. Шулай булһа, 2 Тимофейға 1:12—16 һәм 4:6—11, 17—22-ләге * өҙөктәр һеҙгә көс өҫтәйәсәк. Павел был һүҙҙәрҙе төрмәлә булғанда яҙған.

15. Һеҙ Йәһүәнән нимә тураһында һорай алаһығыҙ?

15 1. Доға ҡылығыҙ. Изге Яҙмалағы өҙөктәрҙе уҡыр алдынан борсолоуҙарығыҙ һәм хистәрегеҙ тураһында Йәһүәгә тулыһынса һөйләп бирегеҙ. Артабан тыуған хәлдә нисек эш итергә кәрәклеген аңлар өсөн, Йәһүәнән Павелдың һүҙҙәренән кәрәкле принциптар табырға ярҙам итеүен һорағыҙ.

16. Павелдың хәлен һүрәтләп бирегеҙ.

16 2. Күҙ алдына килтерегеҙ. Үҙегеҙҙе Павел урынына ҡуйып ҡарағыҙ. Ул Рим төрмәһендә бығауланған килеш ултыра. Павел быға тиклем дә төрмәлә ултырғаны бар, әммә был юлы уны үлем язаһы көтә, һәм ул быны аңлай. Өҫтәүенә, йонсоған Павелды ҡайһы бер ҡәрҙәштәре ташлап китә (2 Тим. 1:15).

17. Тыуған хәлдә Павел үҙен нисек тота алған?

17 Павел, элек ҡабул иткән ҡарарҙарын иҫкә төшөрөп, әгәр башҡаса эш иткән булһам, төрмәлә ултырмаҫ инем, тип уйлай алған. Ул, Асия өлкәһендә үҙен ҡалдырып киткән ҡәрҙәштәргә асыуланып, башҡа дуҫтарына ла ышанысын юғалта алыр ине. Әммә ул шулай эшләмәгән. Ни өсөн Павел дуҫтарына ышанысын юғалтмаған һәм Алланың бүләкләйәсәгенә ышанған?

18. Павел һынауҙарҙа нисек эш иткән?

18 3. Уйланығыҙ. Бындай һорауға яуап алығыҙ: «Һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалыр өсөн, Павел нимә эшләгән?» Павелға үлем янаһа ла, ул Аллаға дан килтереү иң мөһим икәнен онотмаған. Ул башҡаларҙы нығытыр өсөн мөмкинселек эҙләгән, шулай уҡ Йәһүәгә таянған һәм доға ҡылыуҙан туҡтамаған (2 Тим. 1:3). Павел үҙен ташлап киткән ҡәрҙәштәр арҡаһында борсолмаған, ә үҙенә ярҙам иткән тоғро дуҫтарына рәхмәтле булған. Бынан тыш, ул Алла Һүҙен өйрәнеүен дауам иткән (2 Тим. 3:16, 17; 4:13). Ә иң мөһиме, Павел Йәһүә менән Ғайсаның үҙен яратҡанына, ҡалдырмағанына һәм тоғро хеҙмәте өсөн бүләкләйәсәгенә шикләнмәгән.

19. Йәһүә Павелға нисек ярҙам иткән?

19 Йәһүә Павелға иманы өсөн эҙәрләүҙәргә дусар буласағы хаҡында алдан әйткән (Ғәм. 21:11—13). Ул үҙ хеҙмәтсеһенә нисек ярҙам иткән? Алла уның доғаларына яуап ҡайтарған һәм уға көс биргән (2 Тим. 4:17). Йәһүә Павелды бүләк аласағына ышандырған. Ул шулай уҡ Павелдың дуҫтарын уға ярҙам итергә дәртләндергән.

20. Беҙ нисек Павелдың Римдарға 8:38, 39-ҙа тасуирланған ҡарашынан өлгө ала алабыҙ?

20 4. Ҡулланығыҙ. Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Мин Павелдан нисек өлгө ала алам?» Павел һымаҡ, беҙ ҙә иман хаҡына эҙәрләүҙәр менән осрашырыбыҙҙы беләбеҙ (Марк 10:29, 30). Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн, беҙгә уға таянырға, доға ҡылырға һәм Изге Яҙманы регуляр рәүештә өйрәнергә кәрәк. Бынан тыш, беҙ тормошобоҙҙа иң мөһиме Йәһүәгә дан килтереү икәнен оноторға тейеш түгел. Беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ: Йәһүә беҙҙе бер ҡасан да ташламаясаҡ, һәм уның мөхәббәтенән беҙҙе бер нәмә лә айыра алмаясаҡ (Римдарға 8:38, 39-ҙы уҡығыҙ; Евр. 13:5, 6).

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ БАШҠА МИҪАЛДАР

21. Ая менән Хекторға үҙ һынауҙарын кисереп сығырға нимә ярҙам иткән?

21 Шарттарыбыҙ ниндәй генә булһа ла, Изге Яҙмалағы миҫалдар беҙҙе нығыта ала. Мәҫәлән, Японияла пионер булып хеҙмәт иткән Ая йәмәғәт урындарында вәғәзләргә ҡурҡҡан. Уға был ҡурҡыуҙы еңергә Юныстың миҫалы ярҙам иткән. Ә Индонезияла йәшәгән Хектор исемле йәш егетте Руфтың миҫалы рухландырған. Уның атай-әсәһе хәҡиҡәттә булмаһа ла, был миҫал уны Йәһүә тураһында белем алырға һәм уға хеҙмәт итергә дәртләндергән.

22. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән постановкалар һәм «Имандарын өлгө итеп алығыҙ» тигән рубрикалағы мәҡәләләр һеҙгә күберәк файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләп була?

22 Иманығыҙҙы нығытыр өсөн, Изге Яҙмалағы миҫалдар тураһында ҡайҙан күберәк белеп була? Мәҫәлән, видеояҙмалар ҡарағыҙ, аудиопостановкалар тыңлағыҙ һәм «Имандарын өлгө итеп алығыҙ» тигән рубриканан мәҡәләләр уҡығыҙ *. Был еренә еткереп әҙерләнгән материал һеҙгә Изге Яҙманы йәнләндереп ебәрергә ярҙам итер. Әммә бының алдынан үҙегеҙгә файҙа килтерә алған мөһим фекерҙәрҙе табыр өсөн, Йәһүәгә доға ҡылырға онотмағыҙ. Үҙегеҙҙе уҡыған йә ҡараған персонаж урынына ҡуйып ҡарағыҙ. Был тоғро хеҙмәтселәрҙең эштәре һәм Йәһүә уларға нисек ярҙам иткәне тураһында уйланығыҙ. Ә шунан белгәндәрегеҙҙе үҙ осраҡтарығыҙҙа ҡулланығыҙ. Йәһүәгә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәтле булығыҙ һәм башҡаларҙы дәртләндерер өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ.

23. Ишағыя 41:10, 13 буйынса, Йәһүә беҙгә нимә вәғәҙә итә?

23 Шайтандың донъяһында йәшәү бик ауыр, һәм ҡайһы ваҡыт беҙ нимә эшләргә лә белмәйбеҙ (2 Тим. 3:1). Әммә ҡурҡыу һәм борсоу беҙҙе солғап алырға тейеш түгел. Йәһүә беҙҙең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡаныбыҙҙы күрә. Беҙ ярҙамға мохтаж булғанда, ул беҙҙе үҙенең ҡөҙрәтле уң ҡулы менән тотоп торорға вәғәҙә бирә. (Ишағыя 41:10, 13-тө * уҡығыҙ.) Беҙ Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә һәм Изге Яҙманың төрлө һынауҙарҙа көс бирәсәгенә тулыһынса ышанабыҙ.

96-СЫ ЙЫР Алла Һүҙе — хазина

^ 5 абз. Изге Яҙмала яҙылған күп миҫалдар Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен яратҡанын һәм уларға төрлө һынауҙарҙа ярҙам иткәнен иҫбатлай. Был мәҡәләлә Изге Яҙманы өйрәнеүҙән нисек күберәк файҙа алып булғаны ҡаралыр.

^ 2 абз. Был Изге Яҙманы өйрәнер өсөн ҡулланырлыҡ ысулдарҙың береһе генә. Башҡа ысулдар тураһында һеҙ онлайн-китапханала «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса сәйәхәттә ярҙамсы» (тат.), «Изге Яҙмалар» тигән тема, «Изге Яҙмаларҙы уҡыу һәм аңлау» тигән өҫтәмә исем аҫтында таба алаһығыҙ.

^ 14 абз. Осрашыу ваҡытында был аяттарҙы уҡырға кәрәкмәй.

^ 22 абз. «Имандарын өлгө итеп алығыҙ. Изге Яҙмала иҫкә алынған ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар» тигән рубриканы jw.org сайтында ҡарағыҙ. (ИЗГЕ ЯҘМА ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ > АЛЛАҒА ЫШАНЫУ тигән һылтанма буйынса табып була.)

^ 23 абз. Ишағыя 41:10, 13: «Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән. Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен, һине ғәҙеллегем буйынса уң ҡулым менән тотоп торормон. 13 Сөнки мин, Аллаң Йәһүә, һине уң ҡулыңдан тотоп торам, һиңә: „Ҡурҡма. Мин һиңә ярҙам итермен“, — тим».