Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Ни өсөн мәсихселәргә мессенджерҙарҙы ҡулланғанда, һаҡ булырға кәрәк?

Ҡайһы бер мәсихселәр заманса технологияларҙы ғаиләһе һәм ҡәрҙәштәре менән бәйләнештә булыр өсөн ҡуллана. Әлбиттә, рухи яҡтан етлеккән мәсихсе бындай кәңәште иҫтә тота: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә, ә тәжрибәһеҙҙәр, туп-тура барып, яфа сигә» (Ғиб. һүҙ. 27:12).

Йәһүә беҙҙе яҡларға теләй, һәм беҙ уға бының өсөн рәхмәтле. Шуға күрә беҙ бүленештәр тыуҙырған, йыйылыштан сығарылған һәм Изге Яҙманың тәғлимәттәрен боҙоп күрһәткән кешеләр менән аралашмайбыҙ (Рим. 16:17; 1 Кор. 5:11; 2 Яхъя 10, 11). Хатта йыйылышта ла ҡайһы берҙәренең тәртибе яҡшы булмаҫҡа мөмкин (2 Тим. 2:20, 21). Дуҫтар һайлағанда, беҙгә быны иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр кеше менән мессенджерҙар аша ғына аралашһаҡ, уның ниндәй дуҫ буласағын билдәләүе бик ауыр.

Интернет аша ҙур төркөмдәрҙә аралашҡанда, быны иҫтә тотоу айырыуса мөһим. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр ҙур төркөмдәргә ҡушылған, һәм был ҡыҙғаныс эҙемтәләргә килтергән. Әгәр төркөм йөҙәрләгән йә меңәрләгән кешенән торһа, һаҡлыҡ сараларын ҡулланып буламы ни? Төркөмдәге һәр кешенең кем икәнен һәм уның рухи һаулығы ниндәй хәлдә икәнен белеп булмай. Зәбур 26:4-тә былай тиелгән: «Мин ялғансы кешеләр менән аралашып ултырмайым, ысын йөҙөн йәшереүселәрҙән һаҡланып йөрөйөм». Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, мессенджерҙар аша беҙгә таныш булған кешеләр менән генә аралашыу яҡшыраҡ булыр.

Төркөм ҙур булмаған хәлдә лә, аралашыуға күпме ваҡыт киткәненә һәм һөйләшеүҙәр нимә тураһында булғанына иғтибар итергә кәрәк. Төркөмдә килгән һәр хәбәргә яуап ҡайтарырға кәрәк, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Илсе Павел Тимофейға ғәйбәт таратҡан һәм кеше эшенә ҡыҫылған кешеләр тураһында яҙған (1 Тим. 5:13). Бөгөн дә ҡайһы бер кешеләр, мессенджерҙар аша һөйләшкәндә, үҙҙәрен шулай тота.

Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе башҡа ҡәрҙәштәр тураһында ғәйбәт тыңламай һәм үҙе лә ғәйбәт һөйләп йөрөмәй, шулай уҡ конфиденциаль мәғлүмәтте башҡаларға асмай (Зәб. 15:3; Ғиб. һүҙ. 20:19). Бынан тыш, ул шаҡ ҡатырғыс йә ышанысһыҙ мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһынмай һәм башҡаларға уны ебәрмәй (Ефес. 4:25). Беҙ jw.org сайты һәм телевидениебыҙ аша күп рухи аҙыҡ һәм ышаныслы яңылыҡтар алып торабыҙ.

Ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары мессенджерҙар аша нимәлер һата, һатып ала йә эш тәҡдим итә. Был тормоштоң бөтөнләй башҡа өлкәһе һәм уны Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу менән бутарға кәрәкмәй. Шуға күрә үҙ йөрәгендә байлыҡҡа яратыу үҫтерергә теләмәгән мәсихсе, мессенджерҙар ҡулланып, ҡәрҙәштәрҙән табыш алырға тырышмаҫ (Евр. 13:5).

Ә әгәр беҙ матди ауырлыҡтарҙан интеккән йә тәбиғәт афәтенән зыян күргән ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә теләһәк, шул саҡта аҡса йыйыр өсөн мессенджерҙар ҡулланырға буламы? Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе яратабыҙ һәм уларға ярҙам итергә теләйбеҙ (Яҡ. 2:15, 16). Әммә мессенджерҙарҙағы ҙур төркөмдәр аша аҡса йыйһаҡ, беҙ филиал йә өлкәндәр менән ойошторолған ярҙам итеү сараларына ҡамасауларға мөмкин (1 Тим. 5:3, 4, 9, 10, 16). Өҫтәүенә, беҙ, ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн билдәләнгәнбеҙ, тигән фекер тыуҙырырға теләмәҫ инек.

Беҙ барыһын да Алла даны өсөн эшләргә теләйбеҙ (1 Кор. 10:31). Шуға күрә мессенджерҙар менән ҡулланғанда, тыуа алған ҡурҡыныстар тураһында уйланығыҙ һәм һаҡ булырға тырышығыҙ.