Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

12-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Яратыу донъяның нәфрәтенә түҙергә ярҙам итә

Яратыу донъяның нәфрәтенә түҙергә ярҙам итә

«Минең һеҙгә әмерем шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ! Әгәр ҙә донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул һеҙҙән элек Миңә нәфрәтле» (ЯХЪЯ 15:17, 18).

129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Матфей 24:9 буйынса, ни өсөн донъяның нәфрәт хисе беҙҙе ғәжәпләндермәй?

БЕҘҘЕҢ башҡаларҙы яратырға һәм яратыу тойорға ихтыяжыбыҙ бар. Йәһүә беҙҙе шулай барлыҡҡа килтергән. Шуға күрә берәйһе беҙҙе нәфрәт итһә, был әрнеү килтерергә һәм хатта ҡурҡыу хисе тыуҙырырға мөмкин. Мәҫәлән, Европала йәшәгән Джорджина * исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләгәнгә, әсәйем мине күрә алмай башланы. Мин үҙемде кәрәкһеҙ һәм булдыҡһыҙ кеше итеп тойҙом. Миңә ул ваҡытта 14 йәш ине». Ә Данил исемле ағай-ҡәрҙәш былай тип яҙа: «Мин Йәһүә шаһиты булғанға, һалдаттар мине туҡманы, минән мыҫҡыллап көлдө һәм янаны. Шул саҡта мин бик ҡурҡтым һәм үҙемде кәмһетелгән итеп тойҙом». Ундай нәфрәт хисе рәнйетә, әммә был беҙҙе ғәжәпләндермәй, сөнки Ғайса әйткәнсә, халыҡтар беҙҙе күрә алмаҫ. (Матфей 24:9-ҙы уҡығыҙ.)

2, 3. Ни өсөн был донъя Ғайсаның шәкерттәрен күрә алмай?

2 Ни өсөн был донъя Ғайса Мәсихтең шәкерттәрен күрә алмай? Сөнки беҙ, Ғайса һымаҡ, был донъяныҡы түгел (Яхъя 15:17—19). Хөкүмәтте хөрмәт итһәк тә, беҙ уға табынмайбыҙ һәм дәүләт символдары алдында баш эймәйбеҙ. Беҙ тик Йәһүәгә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ. Шайтан һәм уның тоҡомо Алланың хакимлығын шик аҫтына ҡуйһа ла, беҙ Алланың кешелек менән идара итергә хоҡуғы барлығын таныйбыҙ (Баш. 3:1—5, 15; ЯДТ). Беҙ Алла Батшалығы — кешелек өсөн берҙән-бер өмөт һәм был Батшалыҡ тиҙҙән үҙенә ҡаршы торғандарҙы юҡ итәсәге тураһында иғлан итәбеҙ (Дан. 2:44; Асыл. 19:19—21). Был йыуаштар өсөн — яҡшы, ә яуыздар өсөн насар хәбәр (Зәб. 37:10, 11).

3 Беҙҙе шулай уҡ был донъяның нормаларынан ныҡ айырылып торған Алла нормалары буйынса йәшәгәнебеҙ өсөн күрә алмайҙар. Мәҫәлән, бөгөн күптәр әхлаҡһыҙлыҡты хуплай, ә Алла ҡасандыр бының өсөн Содом менән Аморраны юҡ иткән (Йәһ. 7). Беҙ әхлаҡи нормаларға Изге Яҙманың ҡарашын һаҡлағанға күрә, беҙҙән көләләр һәм беҙҙе фанатиктар тип атайҙар (1 Пет. 4:3, 4).

4. Башҡалар беҙҙе күрә алмағанда, беҙгә нимә ярҙам итер?

4 Кешеләр беҙҙе нәфрәт иткәндә һәм кәмһеткәндә, беҙгә нимә ярҙам итер? Йәһүәнең беҙгә ярҙам итәсәгенә ышаныу. Ул, ҡалҡан һымаҡ, «Иблистең утлы уҡтарын һүндерә ала» (Ефес. 6:16). Әммә беҙгә имандан башҡа шулай уҡ яратыу кәрәк. Ни өсөн? Сөнки мөхәббәт ярһымай, бөтөнөһөнә лә түҙә һәм сабыр итә (1 Кор. 13:4—7, 13). Әйҙәгеҙ, Йәһүәгә, ҡәрҙәштәргә һәм хатта дошмандарға ҡарата яратыу был донъяның нәфрәтен нисек еңеп сығырға ярҙам иткәнен беләйек.

ЙӘҺҮӘГӘ ҠАРАТА ЯРАТЫУ

5. Атаһына ҡарата яратыу Ғайсаны нисек нығытҡан?

5 Үлтерелер алдынан кисен Ғайса үҙенең тоғро шәкерттәренә былай тигән: «Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам» (Яхъя 14:31). Йәһүәгә ҡарата яратыу Ғайсаны буласаҡ һынауҙарға әҙерләгән һәм уға көс өҫтәгән. Беҙгә лә Йәһүәгә ҡарата яратыу көс өҫтәй ала.

6. Римдарға 5:3—5 буйынса, Йәһүәнең хеҙмәтселәре был донъяның нәфрәтенә нисек ҡарай?

6 Аллаға ҡарата яратыу Йәһүәнең хеҙмәтселәренә эҙәрләүҙәрҙә һәр ваҡыт ярҙам иткән. Юғары кәңәшмә илселәргә, бүтән вәғәзләмәгеҙ, тип бойорғас, Йәһүәне яратыу уларҙы «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға» дәртләндергән (Ғәм. 5:29; 1 Яхъя 5:3). Ундай ҡаҡшамаҫ яратыу бөгөн дә ҡәрҙәштәребеҙгә көс өҫтәй. Улар, хатта көслө һәм аяуһыҙ хөкүмәттәрҙең эҙәрләүҙәренә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡала. Был донъяның нәфрәте менән осрашҡанда, беҙ төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, ә киреһенсә, шатланабыҙ (Ғәм. 5:41; Римдарға 5:3—5-те уҡығыҙ).

7. Туғандарыбыҙ беҙгә ҡаршы булһа, беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейеш?

7 Туғандарыбыҙҙың ҡаршы килеүе беҙҙең өсөн иң ауыр һынау булырға мөмкин. Беҙ хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына башлағас, туғандарҙың ҡайһы берҙәре беҙ алданғанбыҙ йәки аҡылдан яҙғанбыҙ тип уйларға мөмкин. (Марк 3:21 менән сағыштырығыҙ.) Уларҙың беҙгә ҡарата бик ҡаты булыуы ихтимал. Әммә был ғәжәпләндерергә тейеш түгел. Ғайса Мәсих былай тигән: «Кеше өсөн өйҙәгеләре дошман булыр» (Матфей 10:36). Әлбиттә, туғандарыбыҙ беҙгә ҡарата үҙҙәрен нисек кенә тотһа ла, беҙ уларға дошмандарға һымаҡ ҡарарға тейеш түгел. Киреһенсә, Йәһүәне нығыраҡ яратҡан һайын, беҙ кешеләрҙе лә нығыраҡ яратабыҙ (Матф. 22:37—39). Әммә кемгәлер ярарға тырышып, беҙ Изге Яҙмалағы ҡанундарҙы һәм принциптарҙы боҙорға теләмәйбеҙ.

Ҡайһы саҡта беҙгә бик ауыр була, әммә Йәһүә һәр ваҡыт яныбыҙҙа. Ул беҙҙе йыуата һәм нығыта (8—10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8, 9. Көслө ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, Джорджинаға Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?

8 Был мәҡәләнең башында иҫкә алынған Джорджина, әсәһенең ҡаты ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро ҡалған. Джорджина былай тип һөйләй: «Беҙ Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы әсәйем менән бергә өйрәнә башлаған инек. Әммә ярты йыл үткәс, мин йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә теләгәс, әсәйемдең ҡарашы киҫкен үҙгәрҙе. Мин уның мөртәттәр менән аралашҡанын белеп ҡалдым. Һәм әсәйем минең менән һөйләшкәндә, уларҙың ялған һүҙҙәрен ҡабатлай ине. Ул мине мыҫҡыллап әрләне, сәсемдән һөйрәп йөрөттө, быуҙы һәм минең әҙәбиәттәремде йыртты. Миңә 15 йәш тулғас, мин һыуға сумдырылдым. Әсәйем, миңә Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасауларға теләп, мине ауыр холоҡло үҫмерҙәр интернатына урынлаштырҙы. Унда булған ҡайһы-бер ҡыҙҙар наркотик ҡуллана ине һәм закон боҙа ине. Һине яратырға һәм һинең хаҡта ҡайғыртырға тейеш булған яҡын кешеңдең нәфрәт итеүе айырыуса ауыр».

9 Джорджина барыһын нисек еңеп сыҡҡан? Ул былай тип әйтә: «Тап әсәйем миңә һөжүм иткән көндө, мин Изге Яҙманы тулыһынса уҡып бөтөргән инем. Мин хәҡиҡәтте тапҡаныма һәм Йәһүәнең янымда булғанына ышана инем. Мин йыш доға ҡылдым һәм ул мине ишеткәнен тойҙом. Интернатта йәшәгәндә, бер апай-ҡәрҙәш мине ҡунаҡҡа саҡыра торғайны, һәм беҙ бергәләп Изге Яҙманы өйрәнә инек. Шул осорҙа ҡәрҙәштәр миңә гел ярҙам итеп торҙо. Улар минең өсөн ысын ғаилә булып китте. Дошмандарыбыҙ кем генә булһа ла, Йәһүә уларҙан күпкә көслөрәк икәнен асыҡ күрҙем».

10. Беҙ нимәгә ышана алабыҙ?

10 Илсе Павел былай тип яҙған: «Бер нәмә лә... Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам» (Рим. 8:38, 39). Ҡайһы саҡта беҙгә бик ауыр була, әммә Йәһүә һәр ваҡыт яныбыҙҙа. Ул беҙҙе йыуата һәм нығыта. Шулай уҡ, Джорджинаның осрағынан күренеүенсә, Йәһүә беҙгә ҡәҙерле рухи ғаиләбеҙ аша ярҙам итә.

ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ҠАРАТА ЯРАТЫУ

11. Яхъя 15:12, 13-тә тасуирланған яратыу Ғайсаның шәкерттәренә нисек ярҙам иткән? Миҫал килтерегеҙ.

11 Ерҙәге тормошоноң һуңғы кисендә Ғайса шәкерттәренә бер-береңде яратыу ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәткән. (Яхъя 15:12, 13-тө уҡығыҙ.) Ул фиҙаҡәр яратыу берҙәмлекте һаҡларға һәм был донъяның нәфрәтен еңеп сығырға ярҙам итә алғанын белгән. Фессалоника ҡалаһында йәшәгән мәсихселәрҙең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Был ҡалала йыйылыш ойошторолоу менән эҙәрләүҙәр башланған. Шулай ҙа ундағы ҡәрҙәштәр иман, яратыу һәм сыҙамлыҡтың өлгөһө булған (1 Фес. 1:3, 6, 7). Павел уларҙы артабан да яратыу күрһәтергә һәм был сифатты «тағы ла нығыраҡ» сағылдырырға өндәгән (1 Фес. 4:9, 10). Яратыу уларҙы бойоҡҡандарҙы рухландырырға һәм хәлһеҙҙәргә таяныс булырға дәртләндерергә тейеш булған (1 Фес. 5:14). Фессалоникалағы мәсихселәр Павелдың был кәңәшенә ҡолаҡ һалған. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Яҡынса бер йылдан һуң Павел үҙенең икенсе хатында былай тип яҙған: «Һеҙҙең ...һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә» (2 Фес. 1:3—5). Был яратыу уларға ауырлыҡтарҙы һәм эҙәрләүҙәрҙе еңеп сығырға ярҙам иткән.

Ҡәрҙәштәрҙең яратыуы, донъяның нәфрәтенә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡалырға ярҙам итә (12-се абзацты ҡарағыҙ.) *

12. Бер илдәге ҡәрҙәштәр һуғыш ваҡытында бер-береһенә нисек яратыу күрһәткән?

12 Бына юғарыла иҫкә алынған Данилдың миҫалы. Уның ҡалаһында һуғыш башланғас, ул ҡатыны менән йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмаған, көсөнән килгәнсе вәғәзләгән һәм ҡәрҙәштәр менән ризыҡтарын бүлешкән. Бер көндө уларҙың өйөнә ҡоралланған һалдаттар килгән. Данил былай тип иҫенә төшөрә: «Улар минең иманымдан ваз кисеүемде талап итте. Баш тартҡас, улар мине туҡманы һәм, хәҙер беҙ һине атып үлтерәбеҙ, тип янаны. Әммә улар башыма түгел, ә баш өҫтөнән атты. Киткәндә улар, кире килеп ҡатыныңды көсләрбеҙ, тип ҡурҡытты. Был хаҡта белгәс, йыйылыштағы ҡәрҙәштәр, шунда уҡ беҙҙе поезға ултыртып, башҡа ҡалаға ебәрҙеләр. Ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙҙең күрһәткән яратыуын бер ҡасан да онотмам! Ә яңы урында ҡәрҙәштәр беҙгә ризыҡ бирҙеләр һәм эш менән йәшәү урыны табырға ярҙам иттеләр. Һуңыраҡ беҙ үҙебеҙ ҙә һуғыш барған ерҙән ҡасҡан ҡәрҙәштәрҙе өйөбөҙҙә ҡабул итә алдыҡ». Ундай осраҡтар мәсихселәргә хас яратыу, башҡаларҙың нәфрәтенә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡалырға ярҙам иткәнен күрһәтә.

ДОШМАНДАРҒА ҠАРАТА ЯРАТЫУ

13. Кешеләр беҙҙе күрә алмаһа ла, изге рух беҙгә тоғро булып ҡалырға нисек ярҙам итә?

13 Ғайса шәкерттәренә: «Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ», — тип әйткән (Матф. 5:44, 45). Ә был еңелме? Әлбиттә, юҡ. Әммә Алланың изге рухы ярҙамында был мөмкин. Изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың араһында мөхәббәт, сабырлыҡ, изгелек, баҫалҡылыҡ һәм тотанаҡлыҡ (Гал. 5:22, 23). Был сифаттар беҙгә, дошмандарыбыҙҙың нәфрәтенә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡалырға ярҙам итә. Ҡаршы килеүселәрҙең ҡайһы берҙәре, беҙҙең яҡшы сифаттарҙы күреп, беҙгә ҡарата ҡараштарын үҙгәртте. Ә ҡайһы берҙәре хатта беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ булып китте. Шуға күрә иманығыҙ өсөн һеҙҙе күрә алмаған кешеләрҙе яратыуы ауыр булһа, изге рух һорап доға ҡылығыҙ (Лука 11:13). Һәм бер ҙә шикләнмәгеҙ: Аллаға тыңлаусан булыу — һәр ваҡытта ла иң яҡшы һайлау (Ғиб. һүҙ. 3:5—7).

14, 15. Римдарға 12:17—21-ҙәге һүҙҙәр Ясмингә иренә ҡарата яратыу сағылдырырға нисек ярҙам иткән?

14 Яҡын Көнсығышта йәшәгән Ясмин исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ясмин Йәһүә шаһиты булып киткәс, уның ире, ҡатынымды алдайҙар, тип уйлап, уны туҡтатырға тырышҡан. Ул Ясминде мыҫҡыллап кәмһеткән. Шулай уҡ туғандары аша, дин етәксеһе һәм хатта сихырсы аша уны ҡурҡытырға һәм ғаиләләрен тарҡатыуҙа ғәйепләргә тырышҡан. Ә бер көндө уның ире, йыйылыш осрашыуына барып, ҡәрҙәштәрҙе ҡысҡырып әрләй башлаған. Иренең шундай мәнәсәбәте арҡаһында Ясмин йыш илаған.

15 Ҡәрҙәштәр Ясминде һәр ваҡыт йыуатҡан һәм нығытып торған, ә өлкәндәр уны Римдарға 12:17—21-ҙәге (уҡығыҙ) һүҙҙәрҙе ҡулланырға өндәгән. «Был еңел булманы, — тип әйтә Ясмин. — Әммә мин Йәһүәнән көс һораным һәм был кәңәштәрҙе ҡулланыр өсөн, бар тырышлыҡтарымды һалдым. Мәҫәлән, ирем, миңә асыуланып, кухняла сүпте юрый иҙәнгә ташлағанда, мин барыһын да йыйыштыра торғайным. Ул мине әрләгәндә, мин йомшаҡ итеп яуап ҡайтарҙым. Ә ул ауырып киткәс, мин уны ҡараным».

Беҙҙе эҙәрләгән кешеләргә ҡарата яратыу сағылдырып, беҙ уларҙың йөрәген йомшарта алабыҙ (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

16, 17. Ясминдең осрағынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

16 Ясмин иренә яратыу күрһәткән, һәм был бик яҡшы емештәр килтергән. Ул былай тип һөйләй: «Минең һәр ваҡыт дөрөҫтө һөйләгәнемде күреп, ирем миңә күберәк ышана башланы. Беҙ уның менән дин тураһында һөйләшкәндә, ул мине ихтирам менән тыңлай башланы һәм, ғаиләлә тыныслыҡ булһын өсөн, уның яғынан да тырышлыҡтар кәрәк икәнен таныны. Беҙҙең ғаилә тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Мин быға ҡыуанып бөтә алмайым. Хәҙер беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ һәм татыулыҡ. Быны күреп, ирем үҙе мине осрашыуҙарға йөрөргә өндәй. Ул хәҡиҡәтте ҡабул итеп, беҙ бергә Йәһүәгә хеҙмәт итербеҙ, тип өмөтләнәм».

17 Ясминдең осрағы шуны күрһәтә: мөхәббәт «бөтөнөһөнә лә түҙә... һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә» (1 Кор. 13:4, 7). Нәфрәттең емергес көсө әрнеү килтерә, ләкин мөхәббәт күпкә көслөрәк. Ул нәфрәт ялҡынын һүндерә ала. Бынан тыш, мөхәббәт Йәһүәне шатландыра. Әммә дошмандарыбыҙ беҙҙе нәфрәт итеүҙән туҡтамаһа ла, беҙ барыбер бәхетле була алабыҙ. Был нисек мөмкин?

«КЕШЕЛӘР ҺЕҘГӘ НӘФРӘТЛӘГӘНДӘ... ҺЕҘ БӘХЕТЛЕ»

18. Кешеләр беҙҙе нәфрәт иткәндә, ни өсөн беҙ бәхетле була алабыҙ?

18 Ғайса Мәсих былай тигән: «Кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә... һеҙ бәхетле» (Лука 6:22). Әлбиттә, беҙ кешеләрҙең үҙебеҙҙе күрә алмауын теләмәйбеҙ, һәм иман өсөн эҙәрләүҙәр ҙә беҙгә шатлыҡ килтермәй. Улайһа, ни өсөн Ғайса беҙҙе бәхетле тип атаған? Быға өс сәбәп бар. Беренсенән, Алла һынауҙарҙа тоғро булып ҡалғандарҙы хуплай (1 Пет. 4:13, 14). Икенсенән, иманыбыҙ сыныға һәм көсәйә (1 Пет. 1:7). Өсөнсөнән, беҙҙе иҫ киткес бүләк — мәңгелек тормош көтә (Рим. 2:6, 7).

19. Ни өсөн илселәр, туҡмалһалар ҙа, шатлыҡтарын юғалтмаған?

19 Ғайсаның терелеүенән һуң күп тә үтмәҫтән, илселәр уның һүҙҙәренең хаҡлығына инанған. Юғары кәңәшмә уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойорғас, улар «Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына» шатланған (Ғәм. 5:40—42). Илселәрҙең Хужаларына ҡарата яратыуҙары дошмандарҙан ҡурҡыуға ҡарағанда көслөрәк булған. Был нимәнән күренгән? Улар һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтамаған. Бөгөн дә күп ҡәрҙәштәр, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙәрен дауам итә. Улар шуны белә: Йәһүә уларҙың хеҙмәтен һәм уның исеменә күрһәткән мөхәббәтен онотмаясаҡ (Евр. 6:10).

20. Киләһе мәҡәләлә нимә тураһында һүҙ барыр?

20 Был донъяның ахырына тиклем кешеләр беҙҙе нәфрәт итәсәк (Яхъя 15:19). Әммә беҙгә ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен нығыта һәм яҡлай (2 Фес. 3:3). Бының тураһында беҙ киләһе мәҡәләнән күберәк белербеҙ. Әйҙәгеҙ, артабан да Йәһүәне, ҡәрҙәштәребеҙҙе һәм хатта дошмандарыбыҙҙы ла яратайыҡ. Шул саҡта беҙ берҙәмлек һаҡларбыҙ, иманыбыҙҙы нығытырбыҙ һәм Йәһүәне данларбыҙ. Шулай уҡ яратыу нәфрәттән көслөрәк икәнен иҫбатларбыҙ.

106-СЫ ЙЫР Мөхәббәт сифатын үҫтерәбеҙ

^ 5 абз. Йәһүәгә, ҡәрҙәштәргә һәм хатта дошмандарға ҡарата яратыу беҙгә донъяның нәфрәтенә түҙергә нисек ярҙам итә? Ни өсөн Ғайса Мәсих, кешеләр беҙҙе нәфрәт иткәндә, беҙ бәхетле тип әйткән? Был һорауҙарға яуапты беҙ ошо мәҡәләнән белербеҙ.

^ 1 абз. Исемдәр үҙгәртелгән.

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: Данилға һалдаттар янағас, ҡәрҙәштәр уға ҡатыны менән башҡа ҡалаға китергә ярҙам иткән, һәм унда урындағы Йәһүә шаһиттары уларҙы йылы ҡаршы алған.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: ире Ясмингә Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулағас, ул өлкәндәр биргән кәңәш буйынса эш иткән. Ул яҡшы ҡатын булырға тырышҡан һәм ире ауырығанда уны ҡараған.